Ҡуйығыҙсы әле, маҡтамағыҙ,
Ышанырмын йәки яңылыш,
Ғәҙел тәнҡит менән уңыштарым
Китеп ҡуймаһындар аймылыш.
Маҡтауҙарға маҡтау тура килмәй,
Булғас булһын ихлас күңелдән,
Алда – берҙе, артта – икенсене
Һөйләүселәр байтаҡ был ерҙә.
Маҡтағанды һәр кем ярата, тик
Йәшермәйҙәр ғәҙел кешеләр,
Мин бурысҡа алған кеүек тоям –
Бармы тағы минең ишеләр?
Маҡтамағыҙ, зинһар, саманан тыш,
Баштан ашты хәҙер бурысым,
Татлы кәнфиттәр мин яратмайым,
Өҫтәп һалам тоҙон-боросон.
Гел әсене табип рөхсәт итмәй,
Сама кәрәк, сама, йәмәғәт!
Кемдер әрләй тиеп бошонмайым,
Кемдер маҡтай тиеп осонмайым,
Бына шундай миндә бер ғәҙәт…