Кәрәкмәй күрәҙәсе!

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Кәрәкмәй күрәҙәсе! (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 04.01.2016.. Нәшер ителгән: 30.01.2016..


Кәрәкмәй күрәҙәсе!


Бармайым күрәҙәсегә,
Әйтһә лә киләсәкте,
Йәшәү ҡыҙыҡ булмаҫ ине
Белһәң ни күрәсәкте.

Белмәһәң, яҙмышың менән
Бәхәсләшергә була,
Тик еңеүгә дәғүә итеп,
Йөрәгеңә көс тула.

Үҙемдең ҡулдан килгәнсә
Яҙмышымды ҡорайым,
Ҡорамаларым етмәһә,
Хоҙайымдан һорайым.

Ғүмер ебен һәр бер кеше
Үҙе генә һүтәсәк,
Һәр көнөмдө матур үтһәм,
Ғүмер матур үтәсәк…

- Юҡ, кәрәкмәй күрәҙәсе!
Ҡулдарымда – киләсәк! –
Ни көткәнен һәр бер кеше
Йәшәп үткәс беләсәк.

Теләмәйем өркөп-ҡурҡып
Ғүмеремдең үткәнен,
Әлдә генә белеп булмай
Алда ниҙәр көткәнен!


04.01.2016.