Йөк аты. Фирүзә Абдуллина

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Йөк аты (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 13.11.2014. Нәшер ителгән: 27.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


Йөк аты



Эй тейәйҙәр өҫтәп-өҫтәп:
Һөйрәйме? Һөйрәй әле!
Эй егәләр бер туҡтауһыҙ:
Түҙәме? Түҙә әле!

Өҫтәп ашарға биреү юҡ –
Былай ҙа һөйрәй бит һуң!
Маҡтап-хуплау кәрәк түгел –
Ҡайҙа барһын бахырың!

Сыбыртҡылап, әрләй-әрләй,
Ҡыуалар ҙа ҡыуалар,
Бер-береһенә ялғанып
Аҙна-айҙар уҙалар…

Тын алырлыҡ та ваҡыт юҡ,
Бер Хоҙай бирһен түҙем…
Йәлләр инем дә һуң үҙен –
Был йөк аты – мин үҙем!


13.11.2014