Йәшлегем үҙем менән!

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Йәшлегем үҙем менән! (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 29.12.2015.. Нәшер ителгән: 30.01.2016..


Йәшлегем үҙем менән!


Йәшлекте һағынған саҡта
Үҙ-үҙемде туҡтатам:
Кире ҡайтып төҙәтерлек,
Үкенерлек юҡ хатам!

Абынған-һөрлөккәндәрем
Үҙемә генә зыян,
- Оялма абынғандан! – тип,
Үҙемде-үҙем тыям.

Йәшлеккә кире ҡайтырға
Бөтөнләй юҡ теләгем:
Килмәй ҡабат иләк аша
Ғүмеремде иләгем.

Йәш ырап китеп барһа ла,
Йөрәгемдә – йәшлегем:
Дөрләп тоҡанам ҡайсаҡта,
Килә ҡайсаҡ йәшнәгем.

Бағам һаман донъяларға
Мин ғашиҡ күҙем менән,
Нишләп уны һағынырға?
Йәшлегем үҙем менән!


29.12.2015.