Йылым үтте…

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Йылым үтте… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 31.12.2015.. Нәшер ителгән: 30.01.2016..


Йылым үтте…


Өлгөрмәй ҙә ҡалдым – йылым үтте,
Сабып-елеп үтә йылдарым,
Бәхет тулы үткән йылдарымды
Сағылдырһын ине йырҙарым!

Үткән йылым – үҙе бер дан ғүмер,
Үкенерлек түгел көндәрем,
Елеп-сабып үткән көндәремдә
Гөрләп сәскә атты гөлдәрем.

Эй, ғүмерем! Ашыҡмайса ғына
Үт инде һин, бер үк сабышма!
Был донъяла күпме серҙәр ята,
Һәр яңы көн – үҙе табышмаҡ!

Һәр бер яңы көндән яңы шатлыҡ,
Яңы бәхет көтөп йәшәйем,
Шуға күрә танһыҡ көҙҙәрем дә,
Матур миңә яҙым, ҡыш, йәйем.

Үткән ғүмеремә үкенергә
Тура килмәҫ, беләм, һис ҡасан,
Шуға күрә һәр көнөмдө матур
Йәшәп үтһәм ине исмаһам?!


31.12.2015.