Иҫләйһеңме?

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Иҫләйһеңме? (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 19.01.2016.. Нәшер ителгән: 29.01.2016..


Иҫләйһеңме?


Иҫләйһеңме нәфис ҡар бөртөгө
Минең бейәләйгә ҡунғанын?
Һоҡландыҡ шул! Тындар ҡайнар ине…
Һаҡлай белмәнек шул булғанын…

Иҫеңдәме, кистән умырзая
Өҙөп бирҙең? Таңға һулыны…
Иҫтәлеккә китап араһына
Киптерергә һалдым мин уны.

Иҫеңдәме, бәпембәне өҙөп,
Бүләк иттең миңә? Өргәйнем,
Осто-китте! Таралды ла бөттө…
Һөйөүемде һиңә биргәйнем…

Иҫеңдәме, кипкән һары япраҡ
Һинең ҡулдарыңда ыуалды?
Барыһы ла үтте. Күңелдәрҙә
Хәтирәләр, һағыш, моң ҡалды…


19.01.2016.