-Ир икәнһең! – тине миңә берәү.
Ир икәнмен? Ниндәй ҙур баһа!
Был маҡтауға лайыҡ булыу өсөн
Күпме ирлек кәрәк тә баһа!
Бисә-сәсә, тиҙәр, илаҡ була, -
Һөртөп ташлап әсе йәштәрҙе,
Күпме ҡатын-ҡыҙҙар башҡаралар
Ир-ат эшләй алмаҫ эштәрҙе!
Яуаплылыҡ алып үҙ иңенә,
Ил яҙмышын яҡлай күптәре,
Хужалығын, ғаиләһен бергә
Тартырға ла етә көстәре.
Ир икәнмен… Бары һүҙҙе тоттом,
Бары вәғәҙәмде үтәнем –
- Эшләрмен! - тип әйткән һүҙҙе тотоу
Ул үҙе үк ирлек бит әле!
“Ир икәнһең!”- был юғары баһа,
Иң беренсе, беҙҙең ирҙәргә,
Тимәк, улар өлгө күрһәткәндәр
Тиңләшерлек итеп беҙҙәргә.
Ир булайыҡ! Алға ҡуйған эште
Тырышайыҡ теүәл үтәргә!
Ләкин теләмәйем һис кенә лә,
Ир-егеттәр, һеҙгә етергә!