Интернетһыҙ ике көн

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Интернетһыҙ ике көн (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 17.12.2015.. Нәшер ителгән: 30.01.2016..


Интернетһыҙ ике көн


Ялтырап тора бар донъям,
Өҫтәл тулы һый-ниғмәт –
Килеп инеп кеше күрһә,
Аптырар: ни ғәләмәт?

Ах-ух килә хәләлгенәм:
- Ашҡаҙан, бауыр, йөрәк…
Иртәгә үк оҫталарҙы
Өйгә саҡырыу кәрәк!

…Яйлап ҡына кино ҡарап,
Шәл бәйләйем һин дә мин:
Ай эшләр эште эшләтте
Интернетһыҙ ике көн!


17.12.2015.