Етем төлкө (әкиәт)

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Етем төлкө (әкиәт)


Бер заман, яҙ көнө, айыу, бүре, эт, ҡуян бергә осрашҡандар. Ҡыш көнө һалҡында аҙыҡ табыуы ҡыйын булды, тип зарланышҡандар, ти, былар. Шунан айыу:

– Бергә торайыҡ, еңелерәк булыр,– тигән.

Бөтәһе лә шуға риза булып, урман эсендәге бер аҡланға бәләкәй генә өй һалғандар ҙа бергә тора башлағандар. Шулай тороп ятҡанда, берҙән-бер көндө айыу:

– Ҡышҡа әҙерләнергә ваҡыт, дуҫтар,– тигән.– Беҙгә һыйыр һатып алырға кәрәк. С‚ уны көтөп ашатыр, һөтөн һауып, ҡаймағын бешһәк, ҡышҡылыҡҡа берәр батман майыбыҙ булыр.

Бүре, эт, ҡуян айыуҙың был кәңәшен хуп күргәндәр. Шул көндө үк баҙарға барып, үҙҙәре тотоп ашаған йәнлектәрҙең тиреләрен һатҡандар ҙа шунан килгән аҡсаға һыйыр һатып алғандар.

С‚ көн һайын һыйырҙы аҡланға сығарып көткән. Бүре кис менән һөтөн һауып ала торған булған. Ҡуян һыйырға яҡшыраҡ үләнле ерҙе күрһәтеп йөрөгән, айыу бөтә хужалыҡ эштәрен башҡарған.

Йәй шулай эш менән үткән. Көҙгә инде былар бер батман һары майлы булғандар.

– Был майҙы өй башына, ҡыйыҡ аҫтына ҡуйырға кәрәк,– тигән айыу.– Хәҙергә майға берәү ҙә теймәһен. Ҡыш еткәс,

аҙлап-аҙлап ҡына алырбыҙ ҙа, майға картуф ҡурырбыҙ.

Шунан былар дүртәүләп һары май тултырылған батманды өй башына күтәрен мендергәндәр ҙә ҡыйыҡ аҫтына йәшереп ҡуйғандар.

Бер көндө кис менән былар сәй эсеп ултыралар икән, кемдер берәү тәҙрә сирткән. Ҡуянға тороп ишек асырға ҡушҡандар.

Өйгә ҡулына ҡомған тотҡан төлкө килеп ингән дә эйелеп-бөгөлөп:

– Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле дуҫтарым! Хәйерле кис! – тигән.Хужалар төлкөнө сәй янына саҡырғандар. Теге ултырған. Бер-ике туҫтаҡ сәйҙе эсеп алғас, төлкө ашыҡмай, бик әҙәпле ҡыланып ҡына һүҙгә башлаған.

– Мин яҡты донъяла япа-яңғыҙ ҡалған үкһеҙ етеммен. Мине лә үҙегеҙҙең араға алһағыҙсы! – тигән.

– Ярар, һине үҙебеҙҙең араға алыу-алмау тураһында бөгөн һөйләшербеҙ,– тигән айыу.–Иртәгә яуабын алырға килерһең.

Айыу, бүре, эт, ҡуян:

– Был төлкө әҙәпле генә, баҫалҡы гына күренә. Үҙебеҙҙең янға алайыҡ әйҙә,– тигән уйға килгәндәр.

Шулай итеп, төлкө улар менән бергә йәшәй башлаған. Ул үҙен бик әҙәпле тотҡан, бөтәһенең дә һүҙен тыңлар, ни ҡушһалар, шуны эшләр булған. Айыуға, бүрегә, эткә генә түгел, хатта ҡуянға ла ярарға тырышҡан.

Күп тә үтмәй, төлкө ҡыйыҡ аҫтында бер батман май йәшерелгәнде белеп алған. Төлкө, май тиһәң, үлеп бара бит инде. Ул майҙы үҙе генә ашар өсөн хәйлә эҙләй башлаған.

Күп баш вата торғас, ул хәйләһен дә тапҡан. (Шуның өсөн дә хәйләкәр төлкө, тиҙәр уны!)

Кистәрҙән бер кисте төлкө һылтау итеп, ҡапҡа ныҡ бикләнгәнме икән тип, тикшереп килергә булған. Шул ерҙә ул урамға сығып тәҙрә сирткән дә, ят тауыш менән:

– Етем төлкө өйҙәме? – тип һораған.

– Өйҙә, өйҙә, хәҙер тыштан инер,–тип яуап биргәндәр уға.

– Ингәс тә әйтегеҙ уға, хәҙер үк беҙгә яңы тыуған бурһыҡ балаһына исем ҡушырға барһын!

– Ярар, әйтербеҙ, – тип яуап ҡайтарғандар өйҙән. Төлкө белмәмешкә һалышып өйгә ингән.

– Төлкөкәй, яңы ғына берәү килеп һине бурһыҡ балаһына исем ҡушырға саҡырҙы,– тигән айыу.

– Улай булғас, барырға кәрәк,– тигән төлкө.

Йылдам ғына йыйынған да ул өйҙән сыҡҡан. Өйҙө бер түңәрәтеп әйләнгәндән һуң, һаҡлыҡ менән генә өй башына һикереп менгән дә батман тулы майҙы ашай башлаған. Туйғансы ашаған ул. Төлкө шунда ятып бер аҙ ял иткән дә өйгә кире ингән.

– Йә, нимә менән һыйланылар үҙеңде? – тип һорағандар

– Ҡурылған ҡаҙ, тултырылған тауыҡ, һары май менән,– тип яуап ҡайтарған да төлкө ирендәрен ялап ҡуйған.

– Ниндәй исем ҡуштың? – тип һораған эт.

– Башбала,– тип яуап ҡайтарған төлкө. Икенсе көндө төлкө:

– Миңә тағы ла исем ҡушырға барырға кәрәк,– тигән, ә үҙе тышҡа сығып, өй башына менгән дә майҙы батмандың яртыһына төшкәнсә ашаған.

Ул өйгә кире ингәс, ҡуян унан:

– Яңы тыуған балаға ниндәй исем ҡуштың?–тип һораған.

– Уртансы,– тип яуап биргән төлкө.

Өсөнсө көндө лә төлкө, хәйләһен табып, өй башына менгән. Был юлы инде майҙы бөтөргәнсе ашаған. Батманды таҙартҡансы ялаған да өйгә ингән.

– Йә, ниндәй исем ҡуштың? – тип һораған улап ҡуян.

– Кинйә,– тип яуап ҡайтарған төлкө.

Ҡыш килеп еткән. Көндәрҙән бер көндө айыу, иптәштәренә ҡарап:

– Йә, дуҫҡайҙарым! Бер аҙ май алып инеп, картуф ҡурырға кәрәк,– тигән.

Иптәштәре быға шатланып:

– Ҡана, ҡурайыҡ,– тигәндәр.

– Бар, төлкө, һин бер аҙ май алып ин,– тигән айыу.

Бөтәһе лә тышҡа сыҡҡандар. Төлкө стена буйлап өй башына менә башлаған да кире ҡолап төшкән. Менә алмауына һылтау табырға тырышып:

– Бик бейек икән шул, мин унда менә алмайым, – тип зарланған. С‚ төлкөгә ярҙам итергә булған. Елкәһенә баҫтырған да өй башына мендергән. Шул ерҙә түбәндә ҡалыусылар төлкөнөң сыйылдап ҡысҡырыуын ишеткәндәр:

– Бында бер төрлө лә май юҡ! Буш батман ғына бар. Ҡапыл ғына уға берәүһе лә ышанмаған. Шул ваҡыт төлкө буш батманды түбәнгә тәгәрәтеп төшөргән. Ҡараһалар, батман ысынлап та буп-буш булып сыҡҡан.

– Был майҙы ниндәй оятһыҙы ашаған икән? – тип үкергән айыу.

– Хәҙер үк табырға кәрәк ҡараҡты!

Ҡараҡты нисек табырға тип, оҙаҡ ҡына уйлашҡандар улар. Күп уйлай торғас, айыу былай тигән:

– Ҡана, ҙур итеп ут яғайыҡ та үҙебеҙ шуны тирәләп ултырайыҡ. Майҙы кем ашаған булһа, ут ҡыҙыуынан уның эсендәге майы иреп тышҡа сығыр.

Шулай итеп, ут яғып ебәргәндәр былар.

УҠянында ултыра торғас, улар йылыныуҙан ойоп йоҡоға киткәндәр. Ҡыштың тәүге һалҡын көндәре булғанлыҡтан, айыу бөтәһенән дә ҡатыраҡ йоҡлаған.

Төлкө генә керпек тә ҡаҡмаған. Шул ерҙә ул үҙенең бөтә тәне буйлап май һарҡып сыға башлауын күргән, һиҙеп ҡалһалар, миңә яҡшылыҡ булмаҫ, тип ҡурҡҡан. Ҡорһағына сыҡҡан майҙы ҡомғанына йыйып барған, шунан уны айыу өҫтөнә илтеп ҡойған.

Йоҡоларынан уянып ҡараһалар, барыһы ла ҡоп-ҡоро, ә айыуҙың бөтә тәне майға мансылған, ти.

– Майҙы бына кем ашаған икән! – тип ҡысҡырып ебәргән төлкө. Шунан айыуҙы муйынынан аҫып ҡуйырға булғандар.

– Ашыҡмағыҙ! Бында ниндәй ҙә булһа хәйлә бар! – тип ҡысҡырған айыу.– Утты тағы ла ҡыҙыуыраҡ яғырға ла ҡайтанан һынап ҡарарға кәрәк.

Бөтәһе лә быға риза булған, тик төлкө генә: «Ут яғырға кәрәкмәй, былай ҙа айыу ағайға бик эҫе бит!» – тигән булып ҡаршы төшкән.

Төлкөнөң һүҙен тыңламайынса, тағы ла ут яҡҡандар ҙа, бөтәһе лә түңәрәтеп ултырған. Айыу, үҙенең ҡышҡы ғәҙәте буйынса, тағы ла хырылдап йоҡоға киткән. Ә бүре, эт, ҡуян юрамал йоҡлағанға һалышҡандар. Төлкөнөң тағы ла майы һарҡып сыға башлаған.

Төлкө, башҡа йәнлектәрҙең йоҡлағанын күргәс тә, тағы ла үҙенән сыҡҡан майҙы ҡомғанына тултырып алып, айыу өҫтөнә ҡоймаһынмы! Бүре, ҡуян, эт быны күреп кенә ҡалғандар ҙа төлкөгә ташланғандар:

– Бына ҡайҙа икән ул ҡараҡ! Етмәһә, йыуаш ҡына бер етем булып ҡыланды!..

Был шау-шыуға айыу ҙа уянған. Уға булған хәлде түкмәй-сәсмәй һөйләп биргәндәр.

– Мин майҙың тамсыһын да ашағаным юҡ! – тип аҡланырға тотонған төлкө.

Шул ерҙә бөтәһе лә төлкөнөң яғаһынан алып бәйләгәндәр ҙә, утты тағы ла ҡыҙыуыраҡ яғып, уны ут өҫтөндә тотҡандар. Ә май ут өҫтөнә аға ғына биргән.

Шунан һуң улар төлкөнө үлтерә яҙғансы туҡмағандар ҙа былай тигәндәр:

– Хәҙер үк үксәңде ялтырат бынан! Эҙең дә булмаһын! Беҙҙең арала һиңә урын юҡ!

Төлкө ҡомғанын алған да башы һуҡҡан яҡҡа олаҡҡан, ти.