0%

Ейәнемә күстәнәс.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Ейәнемә күстәнәс. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 04.12.2015.. Нәшер ителгән: 30.01.2016..


Ейәнемә күстәнәс.


Эштән ҡайтырға сығам да,
Магазиндан урайым,
Өйҙә көткән ейәнемә
Тәмлекәстәр һорайым.

Ишек төбөндә тыпырлап
Ҡаршы ала алтыным,
Күҙҙәре хас ҡояш инде,
Шуға ҡайтам талпынып.

Яратам да, банан йәки
Әфлисүн уға һуҙам,
- Баланы боҙаһығыҙ, - тип
Асыуланһа ла ҡыҙым.

Баланың шатлығын күреп,
Ҡанатланғандай йәнем,
Мин ҡартайғас, күстәнәсен
Тотоп ҡайтыр ейәнем.


04.12.2015.