0%

Баланлыҡта. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Баланлыҡта (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Баланлыҡта


Баланлыҡта
Йәйем иҙерәгән...
Хуш еҫенән башым аңҡы-тиңке.
Кәкүк тауышы һанай бәхет мәлен,
«Эшем эйәһеләй» безләй иңкеш.

Бер сәскәнән ҡуна бер сәскәгә,
Эстәренә үтә баланлыҡтың.
Аһ, донъяның хозур мәле, тиеп,
Мин төшөнәм серен даланлыҡтың.

Сикһеҙлектә икән бөтә сере,
Төпкә үтһәң — аса яңы йәмен.
Сәскә һутылай саф, татлы мәлдең
Иренемдә тоям баллы тәмен...

Телем зәғиф ине — асылды бит,
Томра эҫе ине — булды еләҫ.
Баланлыҡта йәйем иҙерәгән,
Хуш еҫенән башым иләҫ-миләҫ.