Балам, балам…

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Балам, балам… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 23.01.2015..


Балам, балам…


Кәйефең юҡ бөгөн, балам,
Ялҡыттымы әллә ҡалаң?
Ҡайтаһыңмы әллә өйгә?
Килер ине эшең көйгә…

Һыйпар инем сәстәреңдән,
Ирер инең хәстәремдән,
Ял иткәндәй булыр тәнең –
Һинең өсөн сыға йәнем.

Әгәр китһәң илде ташлап,
Мин китермен һине яҡлап,
Арып-талһаң – күтәрермен,
Бөтәһен дә үткәрермен.

Балам, балам! Һинең өсөн
Бирермен бар йөрәк көсөн,
Кәрәк булһа – атай булам,
Кәрәк булһа – Ватан булам!
Балам, балам…


23.01.2015.