Аҡбуҙат (эпос)

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

"АҠБУҘАТ" - Башҡорт халыҡ эпосы


Борон-борон заманда, атаһы үлгәс, әсәһе юғалғас, Һәүбән тигән бер бала биш-алты йәшендә етем ҡалған, ти. Ауыр эш эшләргә йәш булғас, өйҙән-өйгә йөрөп, йөҙ һыуын түгеп, һоранып тамаҡланып көн күргән, ти. Көндәрҙән бер көндө ул яланға сығып киткән. Туғайҙағы шишмәне — күлдәй, әрмәнде тауышын — туйҙай, әттек, йыуа, ҡуҙғалаҡты һыйҙай күреп ҡыуанған. Бара торғас, ҡурай тауышы ишетеп, шаңлаған да шул яҡҡа, табан ыҡлаған, һаҙлыҡтар кисеп, үҙән буйлап Иҙелгә ҡарай атлаған, ти.

Ырғыҙ бейҙә һыйыр көткән Тарауыл ҡарттың янына барып сыҡҡан. Тарауыл ҡарт Һәүбәндән иҫәнлек-һаулыҡ, ил-һыу именлеген һорашҡан. Һәүбән атаһы үлгәндән башлап әсәһе ғәйеп булғанға хәтле үҙ тормошон энәһенән ебенә саҡлы һөйләп биргән, ти. Тарауыл ҡарт, Һәүбәндең һүҙен ишеткәс, бик ҡыҙғанған, тәрән итеп көрһөнөп ҡуйған, ти. “Үҙ көнөм дә ауыр, балам, һеҙҙәйҙәрҙе күрһәм, бигерәк йөрәгем һыҙлап китә шул, — тигән. Оҙаҡ уйлап ултырған да һунар ҡорамалдарын йүнәтә башлаған, ти. — Балам, бынау күлгә барып әйләнәйек әле булмаһа, берәй суртан мәскәүләп булмаҫмы икән, — тигән дә, бер ҡулына мәскәүен, икенсе ҡулына һыҙмаһын тотоп, Һәүбәнде эйәртеп алып киткән, ти. Юлда барғанда Тарауыл ҡарт Һәүбәнгә үҙенең хәлен һөйләп барған. — Балам, бейҙең бисәһе һаран, көн буйына ашап-эсергә бер тәгәс ҡатыҡ, бер баш ҡорот ҡына биреп ебәрә, уның менән тамаҡ аҫрауы ҡыйын. Бына ошолай йөрөп, һыҙмам менән ҡош атам, мәскәү менән суртан мәскәүләйем. Кис ҡайтып киткәндә, ҡармаҡтарымды әрмәнде менән емләп, йәйенгә ултыртып китәм. Шулай итеп тамаҡланмаһаң, йән аҫрауы ҡыйын, балам”, — тигән. Һәүбән, Тарауыл ҡарт артынан эйәреп барғанда, ҡарттың ҡулындағы ҡорамалдарына ҡарай-ҡарай ҡыҙығып: — Олатай, ошондай һыҙмам булһа, мин дә ҡош атырға өйрәнер инем, юҡ бит. Ҡош атып алһам, асҡа ҡаңғырып та йөрөмәҫ инем, — тип әйткән, ти. Тарауыл уға: “Шулай булыр ине шул”, — тигән дә бик оҙаҡ өндәшмәй барған. Ҡулындағы һыҙмаһы Һәүбәндең атаһыныҡы булғанға, бала берәй нәмә уйлап әйтмәнеме икән, тип шикләнгәндәй булған. — Балам, атайың бахыр бик һәйбәт һунарсы, мәргән кеше ине. Уның бик матур һыҙмаһы була торғайны, хәҙер ҡалмағандыр шул, — тип әйткән, ти. Һәүбән: — Шулай, уның һыҙмаһы булған шул. “Атайың үлгәс, кәфенлек алырға бер нәмәһе лә булманы, шунан әсәйең бахыр атайыңдың һыҙмаһын биреп, кәфенлек алды” тип һөйләйҙәр, — тигәс, Тарауыл ҡарт күҙ йәштәрен һөрткән дә: — Кәфенлеге булмағас, үҙенең иҫке-моҫҡоһо менән ураштырып ҡына ҡуйһа ла арыу булыр ине лә бит, әҙәм рәтле итеп күмәйем, тигәндер инде. Нисек итһен, күп йылдар буйы бергә ғүмер иткән юлдашы бит, — тигән. Һәүбән: — Ай олатай, әле һин уны һөйләйһең, булғаны булған инде, атайым үлгәс, уның етеһен, ҡырҡын уҡытырға бер нәмәһе лә булмағас, әсәйем зарланып ил араһына эҙләнеп сығып киткән, шул китеүҙән ҡайтмай ғәйеп булған, тип һөйләйҙәр. Мин, ул саҡта бәләкәй булғас, асығын белмәйем. Әсәйем ғәйеп булған инде, атайымдың һыҙмаһы ғына булһа ла, былай ҡаңғырып йөрөмәҫ инем, ҡош-маҙар атырға өйрәнер инем, — тигән һүҙҙәрҙе әйткәс, Тарауыл ҡарт бик оҙаҡ бер һүҙ ҙә әйтмәй, уйлап барған, ти. Шунан ҡапыл, бер нәмә уйлаған кешеләй, туҡтаған да: — Балам, йәшем алтмышҡа етте. Йәшәгән саҡлы йәшәмәм инде. Һин йәш бала әле, ҡаңғырып йөрөмә. Мә, был һыҙманы һиңә бирәйем, бер ҡомартҡы итеп тоторһоң. Кемдән алғаныңды берәүгә лә әйтмә, бындай һыҙма Уралда юҡ, — тип ҡулындағы һыҙманы Һәүбәнгә биргән. Һәүбән ҡыуанысынан ни эшләргә лә белмәгән. Тарауыл ҡартҡа рәхмәттәр әйткән, ти. Былар суртан мәскәүләп, уны бешереп тамаҡланып, бергә ятып ял иткәндәр. Көн кискә һарҡҡас, бер-береһе менән һаубуллашып, икеһе ике яҡҡа киткән. Һәүбән, йыл, ай, көн һанап үҫеп, ун ете-ун һигеҙ йәшкә етеп, һыҙма менән һунарға йөрөй башлаған. Берҙән-бер көн күл яғалап барғанда, бер алтын өйрәк йөҙөп йөрөгәнен күргән, уны-быны абайлап тормаған, тоҫҡай һалып атып йыҡҡан да йөҙөп барып өйрәкте күл ситенә яҡынлата ғына башлаған икән, теге алтын өйрәк ҡапыл телгә килеп, һөйләй башлаған. Шунда был алтын өйрәк:

Егет, атҡан һунарың
Өйрәк түгел, белһәң һин,
Күлдә йөҙөп уйнаған,
Данлы Шүлгән батшаның
Йәндәй күргән ҡыҙы мин.
Ай егетем, егетем,
Мине күлдән алма һин,
Төйәгемдән айырып,
Күлгә ҡайғы һалма һин!
Ни һораһаң, бирәйем,
Изге теләк теләйем,
Өйөр-өйөр мал тиһәң,
Барын һиңә бирәйем, —

тигән һүҙҙәрҙе әйтеп, Һәүбәнгә ялбарған, ти. Һәүбән, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, аяҡларлыҡ ергә саҡлы йөҙөп алып килгән дә туҡтаған, аптырап, ни әйтергә белмәй торған. Өйрәк һаман шул һүҙен ҡабатлағас, Һәүбән уны һыуҙан сығармай ғына, үҙенең хәлен әйтә башлаған:

Атам, әсәм ғүмергә 
Көн иткәндәр тарлыҡта, 
Мин үҫкәнмен аслыҡта. 
Икеһе лә юҡ хәҙер 
Етем ҡалдым йәшлектә; 
Морон терәр ер булмай, 
Буй үҫтерҙем хурлыҡта. 
Бөгөн тәүге һунарҙа 
Юлыҡтым мин монарға, 
Шулай ҙа мин ебәрмәм, 
Теләһәң дә сумырға. 
Өйрәк уға былай тип яуап ҡайтарған, ти: 
Ирәмәлдәй һарайға 
Алтын таштар тултырған; 
Төрлө төҫтә йылҡылар, 
Өйөр-өйөр көттөргән; 
Бер ынтылып өргәндә, 
Тау-таш, ерҙе онтаған, 
Ҡылыс киҫмәҫ муйынлы 
Батырҙарҙы туплаған; 
Бар байлыҡҡа торорлоҡ, 
Тарҙа серҙәш булырлыҡ 
Аҡ батша атайымдың 
Һөйөп менгән аты бар, 
Йылҡы малдың ҡото бар: 
Ут юҡта ул ут бирер, 
Һыу юҡта ул һыу бирер, 
Осһоҙ-ҡырыйһыҙ диңгеҙҙән 
Осоп сығыр ҡош булыр; 
Ялы ап-аҡ ебәктәй, 
Төҫө талғыр буҙ ғына, 
Йомро ғына тояҡты 
Баҫып тора беҙ генә; 
Ҡамыш ҡолаҡ, баҡыр күҙ, 
Бәбәге лә аҡ ҡына; 
Мундаһы бейек, тар бөйөр, 
Суртан тәнле, ныҡ ҡына; 
Ҡарсыға морон, киң танау, 
Ҡуш аҙаулы, һоҫа теш, 
Осло эйәк, ас яңаҡ, 
Ҡуш урайлы, шеш ҡолаҡ, — 
Шул Буҙ атты бирәйем, 
Уралыңда — һин үҙең, 
Һыу илемдә мин үҙем 
Бәхетле ғүмер итәйем. 
Һәүбән, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, өйрәккә: 
Тәмле һүҙгә алданып, 
Ҡыу баш ҡалдым донъяла. 
Бирер малың янда юҡ, 
Һүҙең менән алдама, — 
тигән икән, өйрәк уға бынау һүҙҙәрҙе әйткән, ти: 
Батша ҡыҙы үҙем мин; 
Һине алдап тораммы? 
Донъя малын ҡыҙғанып, 
Ергә сығып үләмме? 
Был күл минең һарайым, 
Көн дә ҡоштай ҡойонам; 
Ер ҡояшы сыҡҡанда, 
Йөҙөп, уйнап ҡыуанам. 
Егет, мине алһаң да, 
Ергә сыҡһам, мин үләм; 
Өйгә алып ҡайтһаң да, 
Бер ҡабымлыҡ ит булмам. 
Егет, һиңә ике һүҙ, 
Һайлап береһен алырһың, 
Берен дә һайлай белмәһәң, 
Алйот булып ҡалырһың. 
Егет, мине ебәр ҙә 
Бер ҡарамай алға кит! 
Бөтә төҫтән өйәрләп 
Йылҡы сығыр, шуны көт! 
Һауымы еткән һыйырҙар 
Мөзөлдәп сығыр быҙауһыҙ, 
Алпанлап баҫыр ҡуйҙары 
Мөңрәп сығыр ҡуҙыһыҙ; 
Күл шаулатып, күл ярып, 
Ерҙә дауыл ҡуптарып, 
Аҡбуҙ сығыр — мал ҡото, 
Бөтә малдан һуң ҡалып, — 
Сабыр итеп шуны көт. 
Маңлайынан һыйпаһаң, 
Телгә килеп һөйләр ул, 
Ни теләһәң, барын да 
Һис ҡарыуһыҙ эшләр ул. 
Алтынлаған эйәрҙең 
Ҡашына ҡамсы эленгән, 
Болғар  күндән  матурлап, 
Башына йүгән кейелгән. 
Ҡумы, айылы — барыһы 
Бергә ҡушып тегелгән, 
Мәңге унан алмаҫҡа 
Беркетелеп ҡуйылған. 
Утлар булһа йәш үлән, 
Башы һуҡҡан яғына, 
Һорап тормаҫ, китер ул; 
Бер бөртөктән ҡыл үртәп 
Саҡырғанда, килер ул. 
Бөтә малың бөтһә лә, 
Буҙ ат ҡалыр яныңда, 
Юлдаш булыр юлыңда, 
Батыр булыр яуыңда. 
Ебәр, егет, китәйем, 
Барына әмер итәйем; 
Һыу илендә мин, һылыу, 
Рәхәт ғүмер итәйем. 
Һәүбән шунан өйрәккә былай тигән, ти: 
Һылыу, һүҙең тыңланым, 
Мин дә бер уй уйланым: 
Икәү китәйек алга беҙ, — 
Мал килерен күрәйем, 
һыуһыҙ үләмен, тиһәң, 
Сарыҡҡа һыу ҡояйым, 
Үҙеңде көнгә тейҙермәй, 
Шул сарыҡҡа һалайым; 
Әйткән һүҙең тап булһа, 
һине азат ҡылайым; 
Һин дә  ирәүән  ит, тип 
Теләк теләп ҡалайым. 
Шул ваҡытта Һәүбәнгә өйрәк ошо һүҙҙәрҙе әйткән, ти: 
Мин күлемә суммаҫтан, 
Малдар сыҡмаҫ далаға, 
Саҡырыуға килмәҫтәр, 
Һөйләп бирмәй атама. 
Мине алып һин, егет, 
Һис тә мандый алмаҫһың: 
Күгәрсен туны кеймәгәс, 
Мине төндә күрмәҫһең; 
Йәр тип мине һөйөргә 
Ҡуйыныңда тапмаҫһың. 
Ергә сығып ҡыуарһам, 
Мине һылыу тимәҫһең... 
Ер егете ер һөйөр: 
Тәне ерҙән яралған; 
Һыу ҡыҙының бар ере 
Нурҙан, уттан яралған. 
Ҡояш һине йылытыр, 
Мине майҙай иретер, 
Минән аҡҡан бер тамсы 
Илең ыуҙай  ҡоротор. 
Өйрәктән был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Һәүбән ышанған да өйрәкте ебәргән. Үҙе артына ҡарамай, өйрәк өйрәткәнсә, алға атлап киткән. Бер аҙ киткәс тә, йылҡы сырҡыраған, ҡуй-һарыҡ баҡырған, һыйыр мөңрәгән тауыштар ишетелә башлаған. Бына бер саҡ ел-дауыл ҡубып киткән. Һәүбән алға атлай ҙа алмай башлаған, аптыраған, ни эшләргә лә белмәгән. Ахыры, түҙмәгән, артына әйләнеп ҡараған. Ҡараһа, ни күҙе менән күрһен: ер ҡаплап мал сыҡҡан. Ә теге Аҡбуҙаттың күлдән саҡ муйыны ғына сығып килгән мәле икән. Һәүбәндең артына ҡарағанын күргәс тә, Аҡбуҙат күлгә кире сумған, Аҡбуҙаттың кире сумғанын күргәс, теге малдар, бер-береһен тапарҙай булып өркөшөп, береһе лә ҡалмай, Аҡбуҙат артынан күлгә сумышып бөткәндәр ҙә ҡуйғандар, ти. 
Ел-дауыл туҡтаған. Һәүбән үҙ күҙенә үҙе ышанмай аптырап, ни эшләргә белмәй уйлап торған, ти. Күл ситенә лә барып ҡараған, унда ла нам-нәшан  юҡ, тып-тын, ти. Ултырып уйлаған-уйлаған да мәхрүм булып ҡайтып киткән. Йәйләүгә ҡайтһа, бөтә тирмә аҡтарылып бөткән, бала-саға, ҡарт- ҡоро, әбей-һәбей, бисә-сәсә, ҡыҙ-ҡырҡын, — барыһы ла бергә йыйылып, аптырашып һөйләшеп торалар, ти. Улар янына, таяғын таянып, оҙон сыбыртҡыһын яурынына һалып, Тарауыл ҡарт килеп еткән. Уның, ауылда аҙған-туҙған малын һорашып: “Бынау һеҙҙең сиктәрәк мал көтә инем. Ғәрәсәт дауыл сығып китте лә, малдар ҙа, үҙем дә ҡайҙа баҫып торғанды, ҡайҙа барып бәрелгәнде белмәй,
тарҡалышын бөттөк. Бына шул аҙған-туҙған малдарымды эҙләп, һеҙҙең йәйләүгә килеп сыҡтым әле”, — тип һөйләп торған сағында ғына, Һәүбән дә килеп өлгөргән, ти. Һәүбән, ҡарт-ҡороларҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып тыңлап торған да һүҙ ыңғайында Тарауыл ҡарттан: 
— Олатай, был ниндәй күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән дауыл булды һуң? — тип һораған. Тарауыл ҡарт уға: 
— Ай, ҡусты, бының сере бик күп. Бындай дауыл беҙҙең быуында булғаны юҡ. Олатайҙар һөйләүе буйынса, хәтерҙә ҡалғаны ғына бар. Улар ошолай һөйләй торғайны: борон-борон заманда бөтә донъяны www.bashqort.com һыу баҫҡан, беҙҙең олатайҙар булмаған, Урал тауы сыҡмаған, был тирәлә дүрт аяҡлы йән эйәһе йөрөмәгән, тик дейеүҙәр йәшәгән, һыу батшаһы ғына баш булған саҡта, Урал тигән батыр килеп яу асҡан. Уның Аҡбуҙ толпары юлынан Урал тауы бар булған. Дейеүҙәрҙе ҡырған урында һыу ҡороп, сағылдар ҡалҡҡан. Һыу батшаһы, еңелә башлағас, төпһөҙ, ялдым-ятыу урынды эҙләп, бына ошо һеҙҙең яндағы күлгә сумған. Ул күлдең төбө юҡ, ер аҫтындағы даръяға тоташҡан. Шуға Урал батыр һыу батшаһын тота алмаған. Ул һыу батшаһы Шүлгән исемле булған. Шуға был күлде Шүлгәнкүл тип атағандар. Урал батыр үлгәс, Шүлгән батша уның Аҡбуҙатын урлатҡан. Урал батырҙың улдары ла үлеп бөткәс, һыу батшаһы Аҡбуҙатты менеп миҙгел- миҙгел Урал буйына сығып әйләнә торған булған. Аҡбуҙат күлдән сыҡҡанда, үҙ батырҙарын иҫенә төшөрөп, елкенеп ҡанаттарын ҡаҡһа, шул ҡанат еленән тау-таш ҡолатыр дауыл ҡуба, бер нәмә ҡалмай аҫты-өҫкә әйләнә, тип һөйләй торғайнылар. Был дауылды мин шулай түгелме икән тип уйлайым, — тип әйткән, ти. 
Һәүбән һыу ҡыҙының һүҙе ысын икәненә ышанған. Тарауыл ҡартҡа ла, бүтән берәүгә лә күргәнен һөйләмәгән, ҡулынан килмәгән көйөнсә дауыл ҡуптарып йөрөй, тип асыуланырҙар, тип уйлаған. 
Тарауыл ҡарт, һөйләшеп бөтөп үҙ юлына китә башлағас, Һәүбән уны туҡтатҡан да: 
— Олатай, һин кем булаһың? — тип һораған. Тарауыл ҡарт үҙенең кем икәнен һөйләп биргәс, Һәүбән, иҫенә төшөрә һалып: 
— Олатай, һин мине таныйһыңмы? — тип һораған. Тарауыл ҡарт, Һәүбәндең буй-һынына, төҫ-башына ҡарап, баштан-аяҡ күҙен йөрөткән дә: 
— Юҡ, ҡустым, бер ҙә сырамыта алмайым шул. Күҙем ҡайтҡан, күҙем! — тип көрһөнөп ҡуйған. Унан: “Ҡустым, былай булғас, танып китәйем инде, һин кем балаһы булаһың, төҫ-башыңа ҡарағанда, ир-егет һымаҡ күренәһең. Сура батырҙың берәй ярсығы түгелме?” — тип һораған, Һәүбән шунда ҡарттың һыҙма биргәндәренә саҡлы барыһын да һөйләп биргәс, Тарауыл Һәүбәнде ҡосаҡлап алған да: 
— Ай ҡустым, Сура батыр арыҫлан ине, ул барҙа, был һыу батшаһы ер өҫтөнә сығып аяҡ баҫа алмай ине. Улым, мин биргән һыҙма бармы әле? — тигән. Һәүбән: 
— Бар, олатай, уны йәндән артыҡ аҫрайым, бына ул һыҙма! — тип ҡулындағы һыҙмаһын күрһәткәс, Тарауыл ҡарт, һыҙманы ҡулына алып, тотоп ҡарап торған да үпкән, ти. Шунан Һәүбәнгә һыҙманы кире биреп: 
— Ҡустым, быны биргәндә, һин бала инең, мин бының серен әйтмәнем. Был һыҙма — атайыңдың һыҙмаһы. Был һыҙма — Урал батыр балаларынан ҡалған ҡомартҡы. Һыу батшаһы ошо һыҙманан ғына ҡурҡа. Ныҡ һаҡла, берәүгә лә әйтмә, — тип үҙ уйҙарын һөйләп бөткән дә үҙ юлына киткән. Һәүбән алтын өйрәк тураһында уға һөйләмәгән, ти. 
Һәүбән алтын өйрәкте аңдып күп йөрөгән. Айҙар, йылдар үткән, Һәүбән күл ситендә ҡунып һағалап та ҡараған, һис осрата алмаған. Бүтән ҡош- йәнлектән күп һунарҙар алған. Тарауыл ҡартҡа шыбаға сығарып биргән, уның янына барып та йөрөгән, һаман да алтын өйрәкте һөйләмәгән. 
Көндәрҙән бер көн Һәүбән, Тарауыл янына барғас, һүҙҙән һүҙ сыҡҡанда, ҡарттан күл батшаһы тураһында һөйләүен һораған. Тарауыл ҡарт: 
— Ул батшаның сығып-нитеп йөрөгәнен күргән кешене белмәйем. Бер саҡ мин күл ситендә йөрөгәндә, бер ҡатын осраны. Шул ҡатын: “Бынау күлдә бер алтын өйрәк йөрөйсө, ул ниндәй өйрәк икән?” — тигәс, икәүләп күл ситенә бара һалып ҡараныҡ. Беҙҙе күргәс тә, теге өйрәк күлгә сума һалып юғалды. Мин ҡабат ҡараштырғылаһам да, ул өйрәкте һис күрә алманым. Тағы бер осрағанымда теге ҡатын: “Һинең менән мине күргәндән бирле теге өйрәк сыҡмай. Нисә айҙар буйы абайланым, гел, айҙың ун дүрте етһә, төндә күгәрсен төҫлө булып сығалар ҙа, супырлатып, көлөшә-көлөшә һыу инәләр,— ен ҡыҙҙары, ахырыһы”, — тип һөйләне. Борон да шулай тип һөйләй торғайнылар, — тип һөйләгән, Һәүбән: 
— Ул ниндәй ҡатын икән? — тигәс, Тарауыл ҡарт: 
— Мәсем хандың бала ҡараусыһы инем, ҡыҙы ошо күлгә һыу инә килгәндә, күҙ-ҡолаҡ булырға килгәйнем. Шул хандың ҡыҙы күҙ менән ҡаш араһында ғәйеп булды. Шуға хан, ҡыҙымды тапмай ҡайтма, тапмаһаң, күл ситендә асҡа үл, бер ергә лә китмә, тип ҡалдырҙы. Шунан бирле асҡа ҡаңғырып йөрөйөм, — тип ҡанлы күҙ йәше менән һөйләп, илай торғайны ул ҡатын. Хәҙер уға күп йылдар булды инде, — тип барыһын да һөйләп биргән. 
Һәүбән Тарауыл ҡарттың һөйләгән һүҙҙәрен барыһын да эсенә алып ҡына торған да, унан айырылғас, айҙың ун дүртенсе кисен көтөп йөрөгән. Айҙың ун дүртенсе кисе еткәс, күл ситенә барған. Төн аяҙ, тымыҡ, шылт иткән нәмә лә юҡ. Бер аҙ һағалап ятһа, бына күлдең бер яҡ ситендәрәк супырлап һыу ингән тауыш ҡолағына салынған. Һәүбән ер ҡырлап ҡына шыуышып ҡараһа, өйрәк түгел, алтын тәхет өҫтөндә алтын сәстәрен һалындырып бер ҡыҙ сәс тарап ултыра, уның тирәһендә аҡ күгәрсендәр уйнап йөрөй, ти. Һәүбән янлап ҡына барған да һиҙҙермәй генә теге ҡыҙҙың сәсенән урап тотҡан, ҡыҙ һиҫкәнеп киткән. Теге күгәрсендәр осоп киткән, ти. Һәүбән, ҡыҙҙың сәсен ебәрмәйенсә: 
Һылыу төҫөн алышҡан: 
Өйрәк түгел, ҡыҙ икән, — 
тип әйткән. 
Был ҡыҙ баяғы һыу батшаһының ҡыҙы икән. Шунда ул ҡыҙ Һәүбәнгә: 
Мине ҡайҙан тап иттең 
Төн уртаһы сағында? 
Нисә ҡараусым бар бит, 
Ҡарап тора янымда! 
Егет, ебәр сәсемде 
Бүлдермә һин эшемде! 
Күгәрсендәр киттеләр, 
Илгә хәбәр иттеләр, 
Атам белһә эшеңде, 
Һис аямаҫ башыңды! — 
тип әйткән. 
Һәүбән ҡыҙға: 
Һылыу, әйтсе атыңды, 
Бер һөйләрмен дан итеп, 
Йә булмаһа ҡайтайыҡ, 
Бергә торайыҡ көн итеп! — 
тигән икән, ҡыҙ уға: 
Егеткәйем, шаулама, 
Атым һорап даулама, 
Хатта мине күргәнде 
Илгә ҡайтып һөйләмә! 
Егет, һиңә тиң булмам, 
Мине алырға уйлама: 
Нурҙан тыуған тоҡоммон, — 
Ерҙә йөрөп хурлама. 
Ер улына тиң булмаҫ 
Нурҙан тыуған ҡыҙ бала; 
Һарайҙа үҫкән ҡыҙҙар ҙа 
Мөлхәтһенмәҫ  далала. 
Егет, һүҙең оҙайтма, 
Атам килһә, яу һалыр; 
Илең туҙандан ҡалыр, 
Тоҡомоңдо юҡ ҡылыр, — 
тип әйткән.  
Быны ишеткәс, Һәүбән ҡыҙға былай тигән: 
Һине эҙләп күп йөрөнөм, 
Ай тыуғандарын көтөп. 
Инде, һылыу, ебәрмәм, 
Илаһаң да ут йотоп. 
Егет тигән дәүеремдә 
Күңелем һис ниҙән ҡурҡмаҫ, 
Батыр егет йөрәге 
Ҡоро ҡапаҡтан өркмәҫ, 
Яу асһа ла атайың, 
Тайшанмаҫҡа уйым бар. 
Яңғыҙлатмаҫ үҙемде 
Урал тигән илем бар. 
Егет был һүҙҙәрҙе әйткәс, ҡыҙ уйға ҡалған. “Атам данын әйткәс тә, ҡурҡманы, был ниндәй егет икән”, — тип уйлаған. Шунан ул Һәүбәнгә бынау һүҙҙәрҙе әйткән, ти: 
Егет, батырмын тиеп, 
Тау ярырҙай һөйләйһең; 
Атам илен һаҡлаған 
Дейеүҙәрҙе белмәйһең. 
Теге мәлде үҙеңә 
Йылҡы малы әйҙәнем, 
Йылҡы менән китергә 
Аҡбуҙатты димләнем. 
Йылҡы сыҡҡан сырҡырап, 
Һыйыр, һарыҡ мөңрәп, 
Бары бергә ҡушылып, 
Хан малындай эркелеп. 
Улар артынса ажғырып, 
Шүлгән күлен яғалап, 
Аҡбуҙат та атлыҡҡан, 
Ғәйрәт сәсеп, баҫмалап. 
Күлде ярып, елкенгән, 
Һине күрергә ынтылған; 
Ғәйрәтенең еленән 
Урал тауы һелкенгән. 
Түҙә алмай, батыры 
Ҡолап төшкәс һыртынан, 
Аҡбуҙат та, ғәрләнеп, 
Кире ҡайтҡан йортона. 
Шулай толпар ат менгән, 
Дейеү-пәрейҙе йыйған, 
Һыу йәненең барыһын 
Үҙ ҡулында туплаған, 
Шүлгән күле батшаға 
Кем булаһың уҡталған?

Ҡыҙҙың был һүҙҙәренә Һәүбән бынауылай тип яуап ҡайтарған, ти:

Атаң бында хан булһа, 
Дейеү-пәрейҙең барын 
Тирәһенә туплаһа, 
Аҡбуҙ толпарын менеп, 
Ел-дауылдар ҡуптарһа, 
Уҫаҡ япрағындай ҙа 
Йөрәгем өшөп һелкенмәҫ! 
Ун ике башлы дейеүең 
Илемә утын һалһа ла, 
Уралымда дау асып, 
Сергелектән ҡан ҡойоп, 
Илемә яу һалһа ла, 
Һис ҡурҡмамын атаңдан, 
Йөрәгемә уҡ атһа ла! 
Сура батырҙан ҡот йыйып, 
Батыр тыуған затым бар; 
Етем-еҫер күҙ йәшен 
Һырҡыратмаҫҡа антым бар. 
Һылыуҡайым, маһайма 
Шүлгән күле тәрән, тип, 
Атам илдә ҙур батша, 
Дейеүҙәрҙе йыйған, тип, 
Урамда илаған етемдең 
Күҙ йәше аҡһа, күл булыр. 
Ҡәберен ағыҙып батырҙың 
Юшҡын түкһә, сүл булыр. 
Һыуҙа йөҙгән ҡыҙ бала 
Ҡайҙа һыулау табыр ул? 
Шүлгән һайыҡһа юшҡындан, 
Ике башлы дейеүҙәр 
Ҡайҙа ялдым табыр ул? 
Ил зарына моңайған 
Иңләп ятҡан Уралым, 
Йылғыр аҡҡан Иҙелем, 
Тоноҡ аҡҡан Яйығым 
Нөгәр йыйып йәшәргә 
Атаңа торлаҡ бирмәҫ ул. 
Ҡыҙ, Һәүбәндән был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ҡурҡып киткән дә уға бынау һүҙҙәрҙе әйтеп һалған, ти: 
Егет һүҙең һүҙ булһын, 
Һиңә антым бирәйем, 
Үҙеңде алып илемә, 
Атам торған еремә, 
Ҡан-яу асмай арала, 
Һоҡланғаның бирәйем. 
Алтын һарай эсендә 
Мамыҡ түшәк йәйәйем, 
Ни теләһәң алырға, 
Һорағаның бирәйем. 
Илем гиҙеп йөрөрһөң, 
Бар һарайҙы күрерһең, 
Мине Нәркәс тип һөйһәң, 
Һарайымда ҡалырһың, 
Беҙҙә толҡа тапмаһаң, 
Мөлхәтһенмәй барына, 
Шүлгән һарай иленә, 
Нәркәстәй хур ҡыҙына, — 
Аҡбуҙ толпар менерһең, 
Ҡулға бәхетең туплап, 
Уралыңа елерһең. 
Һәүбән, ҡыҙҙың был һүҙҙәрен ишеткәс, уның аты Нәркәс икәнен белгән. Нәркәстең үҙ һүҙендә торор-тормаҫына ышаныр өсөн, уны тағы бер тапҡыр ант иттергән. Шунан улар икәүләп һыу батшаһына китергә булғандар. Нәркәс күҙ йоморға ҡушҡан. Һәүбән күҙен йомған. Күҙен асырға ҡушҡан. Һәүбән күҙен асһа, ҡыҙҙың алтын һарайында тора, ти, был. Һәүбән унда бер нисә көн ҡунаҡ булған. Һарай ҡыҙҙары йырлап-йырлап ҡунаҡ иткәндәр, тик Һәүбән бер ҙә күңел биреп ашамаған-эсмәгән, ти. Нәркәс Һәүбәндең бойоҡҡанын, толҡа тапмағанын һиҙгән
дә атаһына барған, үҙ хәлен баштан-аяҡ ошолай һөйләп биргән, ти: 
Шүлгән тигән ҙур күлең 
Һыулау булды йәшемдән. 
Уйнап-көлдөм эсендә, 
Һис йәш түкмәй ҡайғымдан. 
Ун һигеҙгә еткәнсе 
Күп һунарсы осраттым, 
Күптәр тоҫҡап атһа ла, 
Барынан да яҙлыҡтым. 
Алтын өйрәк тун кейһәм, 
Ер ыласыны һиҙмәне, 
Кистең йылғыр еле лә 
Сәсем һыйпап һөйөргә 
Ҡара башлы ҡамыштан 
Үтер юлын белмәне. 
Ҡамыштағы ҡама ла 
Һыу ингәнем һиҙмәне. 
Аҙаҡ тапҡыр береһендә 
Өйрәк булып атылдым, 
Ай нурына мансылып 
Һыу ингәндә тотолдом. 
Ергә сыҡһам, үлә инем, 
Һүҙем биреп ҡотолдом: 
Атың әйтеп ант иттем 
Арала ут асмаҫҡа, 
Батыр һоҡланған заттан, 
Атай, һаранланмаҫҡа. 
Бына, атай, ул батыр 
Һарайымда ҡунаҡта, 
Антым шулай ҙур булғас, 
Ҡунаҡ иттем аулаҡта. 
Бына һүҙең әйт, атай, 
Минең антҡа торорлоҡ, 
Мәргән батыр — алдында, 
Уның күңеле булырлыҡ 
Бүләгең бир малыңдан: 
Инде малың ҡыҙғанһаң, 
Үҙем барыр уйым бар. 
Ҡыҙынан был һүҙҙәрҙе ишеткәс, батша бик аптырауға ҡалған. Был егеттән нисек тә ҡотолорға уйлап, ҡыҙына былай тигән: 
Ҡыҙым, аҙаҡ һунарың 
Хәйерлегә булмаған, 
Өйрәк тунға атыр ир 
Минең илдә тыумаған. 
Алтын ҡолан сәсеңде 
Йылтыр күҙҙә күрерҙәй, 
Ҡыҙым, ундай зирәк йән 
Бер ҡасан да булмаған. 
Ҡыҙым, уға юл тапһаҡ, 
Ботон-ботса ботарлап, 
Ҡыҙым, унан ҡотолһаҡ, 
Ҡабат Шүлгән буйында 
Һине атыр ир булмаҫ, 
Маҙаңа ла тейерҙәй 
Тирә-яҡта йән булмаҫ. 
Нәркәс, атаһының Һәүбәнгә ҡарата был ҡаты һүҙҙәрен ишеткәс, уның күңелен йомшартырға тырышып, бынау һүҙҙәрҙе әйткән, ти: 
Атаҡайым, ул егет 
Һүҙемде тыңлап килде, 
Мине атҡан сағында, 
Өйрәктер тиеп белде. 
Атаҡайым, тағы ла 
Мине ҡосто ҡулына, 
Уның ҡулы йылыһы 
Әле йөрөй ҡуйынымда. 
Уның ҡаны ҡойолһа, 
Бел, сымырғаныр тәнем, 
Уның йомшаҡ һүҙҙәре 
Мәңге өҙөр йөрәгем, 
Атай, уға ҡаныҡма, 
Уның ҡанын ағыҙма. 
Уның өсөн бар Урал 
Эҙләр һинән ҡарымта. 
Ул һис күпте көҫәмәй, 
Һинән тәхет һорамай, 
Малың һорап тағы ла 
Байлығыңды муйырмай. 
Атай, мине бала итһәң, 
Уның ҡанын ағыҙма. 
Бағауылһыҙ егеттең 
Йәнен ҡыйып дан алма! 
Егетте ҡыйып дан алма! 
Егеткә бир Буҙ атты, 
Һынап ҡара ғәйрәтен, 
Тота алһа Буҙ атты, 
Уралда йәйһен ҡанатын. 
Батша, ҡыҙының былай инәлеүен күргәс, бик оҙаҡ уйлап торған. Унан һуң үҙенең вәзирҙәрен йыйып, Ҡәһҡәһә тигән ун ике башлы дейеүен саҡырып алып, уларға кәңәш иткән, ти. Ҡәһҡәһә батшаға былай кәңәш биргән, ти: 
Буҙ ат бирһәң егеткә, 
Көсөң китер ҡулыңдан, 
Буҙ ат китһә ҡулыңдан, 
Айырылырһың юлыңдан. 
Һыңар башлы аждаһаң 
Уға күренер мунсаҡтай; 
Ике башлы аждаһаң 
Уға күренер янсыҡтай; 
Өс башлы аждаһаң 
Уға күренер турһыҡтай; 
Илең тотҡан Ҡәһҡәһәң, — 
Ул да ҡалыр бурһыҡтай. 
Батшам, һиңә бер аҡыл: 
Һарайың тулы ер ҡыҙы, 
Үҙ ҡыҙыңдан да һылыу 
Мәсем хандың бер ҡыҙы. 
Уны күрһә, ул егет 
Аҡбуҙатты онотор, 
Бер ҡарыуһыҙ, алам, тип 
Егет шуға ынтылыр, — тип әйткән, ти. 
Батша, Ҡәһҡәһәнең был кәңәшен хуп күреп, урлап килтерелгән ҡыҙҙар һарайына Нәркәс менән бергә Һәүбәнде ебәрмәк булған, ти. Шунда батша Нәркәсте саҡырып алған да уға: 
Балам, күңелең хуш булһын, 
Егеткә бирәм теләген, 
Һинең ҡәҙерең тағы артһын, 
Күреп сыҡһын байлығым, 
Һарайҙарға алып бар, 
Һарай ҡыҙҙарын күрһен, 
Һис бер ҡыҫымға алмай 
Ҡыҙҙар менән һөйләшһен, — 
тип әйткән, ти. 
Нәркәс, атаһының был бойороғон ишеткәс, Һәүбәнгә бөтә һарайҙы күрһәтеп сыҡмаҡ булған. Улар күп һарайҙарҙы үткәс, бик ҙур баҡса аша сығып, бер алтын һарайға барғандар. Был һарайға еткәс, Нәркәс Һәүбәнгә: 
Был һарайҙа мин әйткән 
Данлы толпар Буҙ ат бар; 
Танау тартып ажғырыр, 
Күҙенә текләп ҡарап тор; 
Яҡын килеп сапсынһа, 
Алдына барып баҫып тор; 
Тибергә тип арт бирһә, 
Янбашынан ҡағып тор; 
Ҡолаҡтарын шымайтһа, 
Ер батыры мин, тип көл. 
Шунан килер яныңа, — 
Һыртын һыйпап һөйөрһөң; 
Ялынан алып ике ҡыл, 
Беләгеңә бәйләрһең; 
Ҡойроғонан ике ҡыл 
Аяғыңа бәйләрһең, — 
тигән дә, һарайҙы асып, уны Аҡбуҙат янына индергән, ти. 
Аҡбуҙат, Һәүбәнде күргәс, үрә һикереп, танау тартып ажғырып ебәргән, ти. Һәүбән унан ҡурҡмаған. Аҡбуҙаттың янып торған баҡыр күҙенә текләп ҡарағас, Аҡбуҙ, башын сайҡап, ҡырғараҡ барып торған да алғы аяҡтары менән сапсына башлаған. Аҡбуҙаттың сапсынған аяҡ тауышын ишетеп, һаҡлап торған дейеүҙәр һарай түбәһенән килеп төшә башлағандар. Дейеүҙәрҙең ярҙамға килгәнен күргәс, Аҡбуҙат, бөтә асыуы менән Һәүбәндең алдына килеп, баштарын сайҡап, сапсырға-ынтыла башлаһа ла, www.bashqort.com Һәүбән һис тайшанмай ҡаршы барған. Аҡбуҙ, Һәүбәнде былай ҙа ҡурҡыта алмағас, әйләнеп типмәксе булған икән, Һәүбән уның янбашынан һөйгән. Аҡбуҙат, былай ҙа булдыра алмағас, ҡолаҡ шымайтып, Һәүбәндең өҫтөнә ырғымаҡ булған икән, Һәүбән уға ҡарап: 
Аҫау тотоп өйрәткән 
Урал батыры Һәүбән мин, 
Батыр һөймәҫ ат һуйып, 
Итен ейгән бәһлеүән мин. 
Һаҙаҡ теймәҫ Нәркәсте 
Атып алған мәргән мин. 
Урал тигән илемде 
Яуҙан һаҡлар Һәүбән мин, — 
тип әйткән икән, Аҡбуҙат айбанған, ти. Уның айбанғанын күргәс, дейеүҙәр ҙә берәм-берәм һарайҙан шыла башлаған. Һәүбәндең батырлығын күргән Аҡбуҙат, яңғыҙ ҡалғас, Һәүбәнгә килеп башын эйгән, ти. Быны күргәс, Һәүбән Нәркәс әйткәндәрҙең барыһына ла ышанған. Аҡбуҙаттың ял- ҡойроғонан ҡыл алғас, Аҡбуҙ былай тип әйткән, ти: 
Егет, ерҙең батыры 
Һәүбән батыр һин булһаң, 
Йомро тояҡ йылҡыла 
Ат толпары мин булам, 
Ялым һиңә көс бирер, 
Ҡылыс тотһаң ҡулыңда; 
Ҡойроҡ ҡылым көйҙөрһәң, — 
Мин булырмын яныңда. 
Аҡбуҙат ошо һүҙҙәрен әйткән дә, Һәүбәнде үҙ батырындай күреп, уның алдында ҡолаҡтарын ҡайсылап, иркәләнеп торған, ти. Шунан Һәүбән, Аҡбуҙатты һыртынан һөйөп, уның янынан сығып киткән. Нәркәс Һәүбәндең сыҡҡанын ҡырҙараҡ көтөп тора икән. Уның иҫән-һау сыҡҡанын күргәс, шатлығын белдереп, өндәшмәй генә йылмайып ҡуйған да ҡыҙҙар һарайына эйәртеп алып барған. Һарай ҡапҡаһы төбөнә еткәс, Нәркәс, Һәүбәнгә был һарай тураһында өйрәтеп, былай тигән: 
Һарай тулы ҡыҙ булыр, 
Һылыуҙары күп булыр, 
Аралап күҙ һалырһың, — 
Айҙан яҡты йөҙ булыр, 
Ике бите уйылып, 
Ҡара ҡашы ҡыйылып, 
Оҙон керпеге аша 
Ҡарап көлгән күҙ булыр. 
Ҡарсығалай түш киргән. 
Толомон сәсмәүләп үргән, 
Ынйылай теш йылтыратып, 
Наҙлы көлгән ҡыҙ булыр. 
Бал ҡортондай билле үҙе, 
Йөрәгеңә ятырҙай, 
Айһылыу тигән ҡыҙ булыр; 
Уралға алып китерһең, 
Мәсем хандың ҡыҙы ул. 
Ҡыҙҙы һөйһәң, атамдан 
Шуны һора, бирер ул. 
Уралға алып китерһең, 
Атаһына илтерһең, 
Ханға кейәү булырһың. 
Егет, тағы онотма, 
Бында шундай ҙур сер бар: 
Был һарайҙан сыҡҡас та, 
Убыр ҡарсыҡ ҡаршылар, 
Һине күҙ менән арбар, 
Һәрмәнгеләп юхалар. 
Ҡулың бирмә тоторға, 
Аяғың бирмә һөртөргә. 
Барын эшләп бөткәс тә, 
Күл ситенә сыҡҡас та, 
Ҡойроҡ ҡылын көйҙөрһәң, 
Ел-дауылһыҙ яныңда 
Аҡбуҙатты күрерһең. 
Һәүбән, Нәркәстән был һүҙҙе ишеткәс, бер аҙ таң ҡалып торған да, уға ҡарап: 
Атаңа әйтмәҫ сереңде 
Миңә әйттең, һылыуҡай, 
Илгә сәсмәҫ сереңде 
Миңә сәстең, һылыуҡай. 
Был сереңде әйтеүең 
Дуҫ күрепме, һылыуҡай? 
Мине һынап, яратып, 
Үҙ күрепме, һылыуҡай? 
Миңә әйтсе бер һүҙең, 
Кер ҡалдырмай, һылыуҡай, 
Һине һөйһәм, ни була 
Күңелем яттан алдырмай? 
Күктең айы һылыу ҙа, 
Ҡояш һөйгәс йөҙөнән, 
Ҡояштан нур алғанға, 
Гөл үҫтермәй үҙенән. 
Айһылыуҙың йөҙө лә 
Тыштан ғына йылмайһа, 
Күңеле нурлы булмаһа, 
Айҙай ғына булыр ул, — тигән. 
Нәркәс, быны ишеткәс, бик оҙаҡ уйлап торған да: 
Егет, аҙаҡ серем шул: 
Һиңә булмам, уны бел. 
Ерҙә булған батырға 
Атам бирмәҫ, бәхил бул! 
Егетем бар һөйөлгән, 
Үҙемә иш күрелгән. 
Сер тотоуҙа ир булып 
Үҙ янымда беленгән. 
Уны мәңге ташламам, 
Уны ситкә бирмәмен, 
Атын да һис әйтмәмен: 
Йөрәгемдә яғылған, — 
тип әйткән, ти. 
Һәүбән ҡыҫташмаған. Нәркәс Һәүбәнде ҡыҙҙар һарайына индереп ебәргән. Һәүбән, һарайға ингәс, иҫәнлек-һаулыҡ һорашып, бар ҡыҙҙарға ла күҙ ташлаған. Айһылыу бөтә ҡыҙҙар араһында бер үҙе айырылып тора икән, ти. Ул Һәүбәнгә табан килгән дә бынау һүҙҙәрҙе әйткән, ти: 
Төҫөң-башың, егеткәй, 
Ер егетенә оҡшай. 
Тылсымдарҙы уҙа алып, 
Нисек килдең һин былай? 
Уралда уйнап-көлгән 
Иркә ҡыҙҙарҙы ташлап, 
Һулыған йөҙлө ҡыҙ  көҫәп  
Ни эшләп килдең һин былай? 
Әллә Шүлгән ҡоропмо, 
Батшалары үлепме, 
Күп илаған күҙ йәштән 
Ерҙә даръя булыпмы? 
Әллә Уралда ат менгән, 
Илен йәйендәй һөйгән 
Батырҙары ҡырылып, 
Бары балыҡ булыпмы? 
Әллә Уралда түгелгән 
Ир-егеттәр ҡанының, 
Зар илаған әсәләр 
Һырҡырап биргән һөттөң 
Иҙелендә ҡойоноп, 
Дейеүҙән дә ҡурҡмаҫтай, 
Шүлгәндә лә батмаҫтай, 
Һыу батшанан өркмәҫтәй, 
Йәшкә батҡан Уралын 
Көләс итер беләкле, 
Арыҫландай йөрәкле 
Йәш батырҙар үҫепме?

Һәүбән Айһылыуҙың был һүҙҙәренә ҡаршы былай тип яуап биргән:

Әрмәнде йөҙгән күлдәрҙә 
Батҡан батыр булырмы? 
Утыҙ тешенә аш эҙләп, 
Кисен йоҡо туйҙырған; 
Киң Уралдың буйында 
Былай ҙа көләс ҡыҙҙарҙы 
Моңон сәсеп көлдөргән; 
Ҡоно булмаҫ өйрәкте 
Атып, итен ейҙергән; 
Балаға ла буй биргән 
Йылҡы тотоп, ат менгән; 
Кирәгә бауын төн киҫеп, 
Ҡыҙҙар урлап йәр һөйгән; 
Ауҡан  тынлыҡ урманда 
Шаңҡып йырын йырлап 
Илаған батыр булырмы? 
Уралдың һылыу ҡыҙҙары 
Һыу төбөндә һарайҙа 
Ҡан илаһа бығауҙа, 
Шул бығауҙы сисмәһә, 
Уралға ул булырмы? 
Иленә ҡул булырмы?
Һәүбәндең был һүҙҙәрен ишеткәс, ҡыҙҙар барыһы ла әсе күҙ йәштәрен түгеп, уны урап алғандар, ти. Һәүбән дә быларҙы ҡыҙғанған, күҙ йәштәре сыҡһа ла, ҡыҙҙарға һиҙҙермәҫкә тырышҡан. Шунан Һәүбән, ҡыҙҙар менән һаубуллашып, һарайҙан сығып киткән. 
Һәүбән сығыуға, бер ҡарсыҡ уның алдына килгән дә былай тигән, ти: 
Егет, егет икәнһең, 
Шүлгәнкүлдә булғанһың, 
Алтын өйрәк атҡанһың, 
Хан һарайға килгәнһең, 
Хандың һылыу ҡыҙына 
Оҡшар егет икәнһең. 
Хан ҡыҙы һөйә һине лә, 
Егете барға тартына, 
Һиңә хәйлә өйрәтәм, 
Ҡулың бирсе ҡулыма, — 
Бер типкәндә ватырһың 
Егетенең һарайын, 
Ҡыҙын үҙең алырһың, 
Бир аяғың үбәйем — 
Үҙеңә көс бирәйем. 
Һәүбән, ҡарсыҡҡа ҡулын бирмәйенсә, уйға ҡалған. Нәркәстең ҡарсыҡ тураһында һөйләгән һүҙеме, ҡарсыҡ һүҙеме, — ҡайһыһы раҫ икәненә ышана алмайынса, оҙаҡ уйлап торған. Шунан, ҡарсыҡ тураһында һорашмаҡ булып, ҡабат Айһылыу янына инергә уйлаһа ла, ҡапҡаны ҡабат аса алмаған, ти. Шулай ҙа ул Нәркәс һүҙен тотҡан: ҡарсыҡҡа ҡулын да, аяғын да бирмәй китә башлаған. Быны күргәс, теге ҡарсыҡ: 
Егет, ғәйәр икәнһең, 
Үҙең серле икәнһең; 
Ебәк менән уралған, 
Алтын менән ҡоршалған, 
Ынйы менән биҙәлгән, 
Ел-ямғыр ҙа теймәгән, 
Керпеге йәш күрмәгән, 
Күңеле ғәм белмәгән, 
Сит намыҫын ер итеп, 
Күҙ йәштәрен күл итеп, 
Күңел асып йәшәгән, 
Һине ерҙәй һанаған, 
Үҙен көнгә тиңләгән 
Ҡыҙға мине тиңләйһең! 
Минең алһыу йөҙҙәрем 
Буштан ғына кипмәгән, 
Маңлай күҙең булһа ла, 
Күңел күҙең юҡ икән. 
Алтын ҡалаҡтан ашап, 
Мамыҡ түшәктә йоҡлап, 
Гөл эсендә уйнаған 
Ҡыҙҙы миндәй күрәмһең? 
Минең һүҙгә ышанмай 
Бәхетең уртаҡ бүләмһең? 
тигән һүҙҙәрҙе әйткән, ти. Һәүбән, оҙаҡ уйлап торғас, ҡарсыҡҡа яҡын килеп, унан былай тип һораша башлаған: 
Йөҙөң-башың, әбекәй, 
Йонсоғандай күренә, 
Күкрәгеңдән сыҡҡан һүҙ 
Тонсоғандай күренә. 
Был илдә бер яңғыҙмын, 
Серең һөйлә, әбекәй. 
Ҡарсыҡ Һәүбәнгә: 
Ышанмаҫ иргә сер һөйләү 
Башыма яҙыҡ булыр ул; 
Ҡурҡаҡ иргә һүҙ һөйләү 
Башыма ҡаҙыҡ булыр ул. 
Ҡулың тотһам, күкрәгем 
Үҙе телһеҙ һөйләр ул; 
Аяғың тотһам, юлдарың 
Үҙе асыҡ булыр ул. 
Телем асып һөйләһәм, 
Батша телем киҫер шул, — 
тип әйткән, ти. 
Һәүбән, тәрән уйға батып, ни эшләргә белмәй торғанда, Нәркәстең килгәне күренгән. Уның килгәнен күргәс, теге ҡарсыҡ был ерҙән киткән. Нәркәс, Һәүбәндең эргәһенә килеп: 
Әйҙә, егет, был яҡҡа, 
Атам көтә ҡунаҡҡа 
Һарайында, аулаҡта. 
Атам урын биргәндә, 
Уң яғынан алырһың; 
Атам һыуһын биргәндә, 
Һул ҡул менән алырһың; 
Атам ашын биргәндә, 
Ике ҡуллап алырһың; 
Атам бысаҡ биргәндә 
Уң ҡул менән алырһың; 
Атам ҡарап көлгәндә, 
Уң күҙеңде ҡыҫырһың; 
Атам аяҡ һуҙғанда, 
Ҡул ҡаушырып торорһоң; 
Атам тороп киткәндә, 
Ҡырын ятып ҡалырһың; 
Атам ҡылыс тотҡанда, 
Теш һыҙыҡлап торорһоң; 
Атам һуҙһа ҡулдарын, 
Кире артҡа китерһең; 
Шунан һарай һелкенер, 
Унан ҡурҡмай көлөрһөң. 
Ошоноң барын эшләһәң, 
Айһылыу менән икеңде 
Үҙ ереңдә күрерһең, — 
тип әйткән, ти. 
Һәүбән шул ерҙә ризалыҡ белдергән дә, Нәркәстең һүҙен бүлеп: 
Был сереңдең айышын 
Һорап белеп буламы? 
Әллә һарай эсендә 
Теҙелеп килгән йоламы? — 
тип һораған. Был һорауҙы ишеткәс, Нәркәстең төҫтәре үҙгәргән, Һәүбәнгә текләп ҡарап торған да уны ҡосаҡлап үпкән, күҙҙәренән мөлдөрәп йәш сыҡҡан, ти. 
Һәүбәнде шунда йоҡо баҫҡан, ти. Битенә ҡояш төшкәнгә һиҫкәнеп китеп, күҙен асып ҡараһа, алдында Нәркәс тә, һарайҙар ҙа юҡ, ти. Бөтә күргәндәрен, әллә төш кенә булдымы тип уйлап, күҙен ситкә йүгертһә, үҙенән алыҫ түгел, күл ситендә Аҡбуҙат ҡолаҡтарын ҡайсылап тора, ти. Уның янында Айһылыу ултырғанын күргәс, Һәүбән бигерәк тә аптыраған.www.ba shqort.com Нәркәс үпкәләгәндәй булды, атаһы янына ла барманым, был ҡыҙ менән Аҡбуҙат ни эшләп бында сыҡҡан, ҡыл көйҙөрөп саҡырманым да баһа, тип аптырап торғанда, Аҡбуҙат Һәүбән янына килеп: 
Нәркәстән һорашмаһаң, 
Шаһ һарайын асҡайның, 
Тәхетенән төшөрөп, 
Һыуға батша булғайның. 
Нәркәс һылыу-матурҙың 
Бергә туйын ҡылғайның. 
Ҡарсыҡҡа ҡулың бирһәң, 
Үҙ әсәңде тапҡайның; 
Унан аяҡ үптерһәң, 
Атаң ҡонон тапҡайның, 
Айһылыу тигән матурҙан 
Айырылып ҡалғайның, — 
тип әйткән, ти. Һәүбән быға бик аптыраған, серҙе аңламағас, сәбәбен һораған. Аҡбуҙат уға былай тип аңлатҡан: 
Мине менер ир булһаң, 
Ҡуйыныңа ел тулмаһын, 
Ҡайҙа барһаң, уяу бул, 
Ауыҙың асыҡ булмаһын! 
Бөгөн һөйгән йәреңдең 
Күңеле бар тип уйлама! 
Күңеле китһә, ят булыр, 
Тирә-яғың ут булыр. 
Айһылыу, Аҡбуҙаттың был яуабын ишеткәс, бик күңелһеҙләнгән, тик быны Һәүбәнгә лә, Аҡбуҙға ла белдермәгән, ти. Һәүбән шунда, теҙгендәрен рәтләп, Аҡбуҙатҡа менгән дә Айһылыуҙы үҙ янына саҡырып алған. Улар, икәүһе Аҡбуҙатҡа менгәшеп, Мәсем хандың һарайына киткәндәр. Һәүбән, һарайға яҡынлағас, атын туҡтатҡан да Айһылыуҙан: “Бергә инәбеҙме, башҡа-башҡа инәбеҙме?” — тип һораған, ти. Айһылыу: 
Егет, мин бик аҙаным, 
Күҙ ышанмай күргәнгә, 
Шулай ҡотолдоммо, тип 
Аҡылым етмәй уйларға; 
Ни әйтергә белмәйем 
Һинең әйткән һорауға. 
Ҡарыш ситкә тайпылһам, 
Тағы дошман алыр, тип 
Үҙ башымдан ҡурҡамын; 
Һиңә, бергә бар, тиһәм, 
Урлаусы һин икән тип 
Уйларҙар, тип ҡурҡамын, — 
тип әйткән, ти. Һәүбән быға ҡаршы: 
Минең башым һау булһа, 
Ҡабат дошман ала алмаҫ. 
Атаңа бергә барһаҡ та, 
Беҙгә яла яға алмаҫ. 
Шулай ҙа һин яңғыҙың 
Ҡайтып һөйлә атаңа, 
Атаң һүҙен тыңлаһын, 
Асыҡ белһен дошманын. 
Йөрәге етһә атаңдың, 
Оран һалһын йортона: 
Шүлгәнгә яу асырға, 
Унан ҡонон алырға, 
Мин килермен бер аҙаҡ, 
(Атаң яйын белгән һуң, 
Батырҙарын йыйған һуң) 
Барымтаға барырға, — 
тигәс, Айһылыу атаһы Мәсем хандың һарайына бер яңғыҙы ғына ҡайтмаҡ булған. Һәүбән уны яман ҡаялар, урмандар, яман һыу-күлдәр аша оҙатҡан. Үҙе Аҡбуҙаты менән ҡалған. Аҡбуҙ менән ҡасан осрашыу тураһында һөйләшә башлағас, ул Һәүбәндең уйын белгән дә шунда уҡ ғәйеп булған, ти. Һәүбән, уның ғәйеп булыуына аптырап, ҡыл көйҙөрөп саҡырырға уйлап ҡына торғанда, Аҡбуҙат, ҡайҙандыр иҫке кейемдәр алып, Һәүбән янына килеп еткән, ти. Һәүбән был кейәмдәрҙе кейгән дә, Аҡбуҙатты оҙатып, үҙе Айһылыу артынан Мәсем хан йортона киткән. 
Һәүбән Мәсем хан торған йәйләүгә барып еткәндә, халыҡтың ҡырмыҫҡа һымаҡ ҡайнап, төрлө ерҙә эркелешеп, йыйылып һөйләшкән сағы булған. Халыҡ янына барып, именлек-һаулыҡ һорашҡан да үҙен бер юлаусы итеп күрһәткән. Халыҡтың һүҙен тыңлап тороп, хан ҡыҙының ҡайтыу хәбәре бөтә халыҡ телендә ҙур яңылыҡ итеп һөйләнгәнен белгәс, хан һарайы тирәһендәге төркөмгә табан атлаған. Шул саҡта урта йәштәрҙәге бер ҡатындың хан һарайынан сыҡҡанын күреп, бөтә халыҡ ҡыҙҙың ҡайтыу хәбәрен һорашырға ынтылған, ти. Теге ҡатын, бер һүҙ ҙә әйтмәй, ҡулын һелтәп: “Ишетерһегеҙ әле, һөйләмәйем!” — тип халыҡты йырып-йыртып, үҙ торлағына ҡайтып киткән, ти. Һәүбән был ҡатындың ҡайҙа барып ингәнен күҙәтеп торған да уның артынан атлаған. Ҡатын Һәүбәндең кем икәнен яйлап һораша башлағас, Һәүбән уға үҙенең алыҫтан килгән бер юлаусы булыуын һөйләп, ҡунып китергә һораған. Ҡатын: 
“Былай төбәп килгәс, ҡунырһың инде, сит кеше ҡайҙа бара белһен”, — тигән. Һәүбән арлы-бирле сисенеп бөтөүгә, ҡатын-ҡыҙҙар, әбей-һәбейҙәр, ҡарт-ҡоролар, был ҡатындың ҡайтҡанын күрә һалып, килеп ингәндәр, ти. “Айһылыуҙы күрҙеңме? Бик ябыҡҡанмы? Ҡайҙа булды икән, һораштыңмы?” — тигән һорауҙарын яуҙыра башлағандар, ти. 
Хужа ҡатын: “Айһылыуҙы күреп, иҫән-һаулыҡ ҡына һораштым, хәлен һораша алманым, үҙе бик ябыҡ, ҡоро һөлдәһе генә ҡалған”, — тип һүҙен бөтөрөүгә, ҡыҙҙар: “Ниңә хәлен һорашманың? Нисек булғанын белергә кәрәк ине”, — тип ныҡыша башлағандар икән, хужа ҡатын: “Һораша ғына башлағайным, еңгә, ҡуй әле, ҡайтҡаныма үҙем дә ышана алмайым... Бер- ике көнһөҙ бер нәмә лә һөйләй алмайым”, — тигәс, көсләшмәнем. Тик хандың үҙ ярандарына: “Аллаға шөкөр, биргән саҙаҡа, салған ҡорбандар арҡаһында,  ғәйеп ирәндәр  ярҙамы менән балам ҡотолған. Шүлгән батшаһы урлаған булған икән”, — тип һөйләгәне генә ҡолағыма салынып ҡалды”, — тип әйткән, ти. Был ҡатындың һүҙен тыңлап, башын түбән баҫып ултырған бер ҡарт: 
— Ярай, мин әле, Сура батырҙың ярсығы ҡалып, атаһының ҡоно өсөн барымтаға алдымы икән, тип уйлағайным. Былай ҡан-яуһыҙ ҡотолоп ҡайтҡас, шөкөр итергә кәрәк. Юғиһә Мәсем хан Сура батырҙың ете ятына саҡлы үлтереп бөтөрөргә ант иткәйне бит, — тип һүҙ ҡыҫтырып ҡуйған, ти. Хужа ҡатын, уға өҫтәп: 
— Сура батырҙың тағы кемен эҙләй? Урмандан аҙыҡ эҙләп йөрөгән бисәһен дә ҡотҡармай Шүлгән күленә баулап һалған бит, уға тағы ни кәрәк? — тип әйткән икән, шундағы бер ҡатын: 
— Ҡуй инде, ханға осрағас, үҙенең Сура батыр бисәһе икәнен әйтмәһә лә, бер нәмә булмаҫ ине лә бит, — тип ҡуйған, ти. Шунан теге ҡарт: 
— Һеҙ белмәйһегеҙ шул! Уны һыуға һалғанда, мин ситтән күреп торҙом бит. Мин нисек икәнен беләм инде, — тигәс, ҡатындар: 
— Әллә, беҙ ишеткән-белгәнебеҙҙе һөйләйбеҙ инде, — тип һүҙҙе шунда туҡтатҡандар, ти. 
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Һәүбән, атам менән әсәмде Мәсем хан үлтерҙеме икән ни, тип уйлаған, Сура батыр тураһында һүҙ сыҡҡас, барыһының да һүҙһеҙ шымып ултырғанын күреп, теге ҡарттан: 
— Олатай, был тирәлә Сура батыр берәү инеме, икәү инеме? — тип һораған, ти. Ҡарт уға: 
— Мырҙам, илдә дан тотҡан, ил намыҫын һаҡлаған Сура батыр берәү ине. Мин Урал япрағында ла, Урал армыттарында ла телгә алып һөйләрлек бүтән Сура тигән кешене ишеткәнем юҡ. Сура батырҙың бисәһен һыуға һалған саҡта, бахырҙың: “Йөрәккәйем, балам ҡалды! Шуның өсөн бауырым һыҙлай: иремде үлтергәнегеҙҙе белдем, кешегә әйтмәҫкә ант иттем, ауырып үлде, тип илгә оран һалдым; ҡыйын булһа ла, күрҙем дә, түҙҙем дә, исмаһам, үҙемде үлтермәгеҙ инде!” — тип ялбарғанын ишетеп торҙом. Юҡ, хан ҡуйманы, күлгә ырғытты. Хан ҡатындың һүҙенән, балаһы барҙыр, тип эҙләргә уйлағайны, уларҙың 
йәйләүе беҙҙең тирәнән күсеп китеү арҡаһында, таба алманы. Ҡалған балаһы улмы, ҡыҙмы — уныһын белмәнем, — тигәс, Һәүбән тағы аптыраған. Был серҙе асыҡ белгеһе килгән: 
— Олатай, минең ишетеүемә ҡарағанда, Сура батыр икәү булырға кәрәк. Бер Сура батыр үлгәс, бисәһе, кәфен табалмайынса, батырҙың һыҙмаһын биреп, кәфен алған; етеһен уҡытырға хәйерлеге булмағас, илгә сығып киткән икән, шул китеүҙән ғәйеп булған, тип һөйләйҙәр, — тигән. Ҡарт, быға яуап биреп: 
— Мырҙам, бисәһе ғәйеп булыуы шулай, мин һөйләгәнсә, Сура батырҙың үлеме лә мин һөйләгәнсә. Тик һыҙмаһын кәфенгә биргән икән тигән һүҙ буш. Ул һыҙма һатылмаған. Уны хан таптырмаһын тип, шулай һөйләйҙәр. Уның кемдә икәнен бисәһе белә ине, — тип әйткән, ти. Һәүбәндең: 
— Үҙен үлтергәс, хан нисек һыҙмаһын алмаған икән? — тигән һорауына ҡарт: 
— Алыр ине, ул һыҙманы таба алманы, уның ҡайҙа ҡалдырылғанын белмәне. Ул һыҙманың Урал батырҙан ҡалғанын хан белә. Сура батыр, һунарҙан йөрөп килгәс, бик арыған да һыҙмаһын үҙе менән һәр ваҡыт һунарға бергә йөрөй торған юлдашы Тарауыл ҡартҡа биреп, уны һунарға ебәргән. Ул йөрөп ҡайтҡансы, үҙе ял итергә булған. Шул төндө Мәсем менән Аҡбулат бей ҙә һунарға сыҡҡан булған икән. Тарауыл ҡарт, китеп барғанда, миңә осраны. Мин шунан, Сураның хәлен беләйем тип, уға табан атлаһам, Мәсем хан менән Аҡбулат йоҡоһонан яңы уянған Сураны, хоҙай күктән көткәнде ерҙән бирҙе әле тип шатланып, үлтереп торалар. Шунан һуң ни эшләргә: һыуға һалһаҡ, Сура батырҙың үлеме, тереме икәнен халыҡ белмәҫ, уға арҡаланып, һаман беҙгә ҡаршы булыр; туҡта, халыҡ уның үлгәнен белһен, бисәһен саҡырып алайыҡ та халыҡҡа, ауырып үлде, тип хәбәр таратырға ант иттереп, күмдерәйек, тип һөйләштеләр. Мин дә, быны күргәс, Тарауылды эҙләп киттем, тапманым, шунан ҡайтыу яғына йүнәлдем. Аҙаҡ бисәһенең килгәнен белдем. Бисәһе, бахыр, ни эшләһен, шулай эшләгән. “Ай Сурабатыр, Уралды бирмәйенсә, Аҡбулат бей менән, Мәсем хан менән бик күп йылдар һуғышып килгән кеше ине. Ул бар саҡта, ир-ат Уралдың һыуында балыҡтай йөҙә, урманында ҡоштай һайрай ине. Батыр әрәм булды шул”, — тигән. 
Шунан Һәүбән, күлдә осраған ҡарсыҡ ысындан да әсәйемме икән әллә, тип уйлап ҡуйған. 
Һәүбән ата-әсәһенең хәлен был ауылда ишетеү менән генә туҡтамаған, тирә-яҡ ауылдарҙа йөрөгән. Атаһы менән әсәһенең хәлен һорашҡан, барыһы ла шул бер төрлө һөйләгән. Һәүбән тағы ауылдар араламаҡ булһа ла, Мәсем хандың ҙур туй яһарға оран таратҡанын ишеткәс, кире хан йәйләүенә ҡайтҡан. Бында ҡайтһа, ни күҙе менән күрһен, арғымаҡ уйнатҡан, юрға юрғалатҡан, ҡушаҡта йүгерек етәкләгән бейҙәр, аҡһаҡалдар, уларҙың улдары, мырҙалар хан йәйләүе тирәһенә тулған, ти. Бейҙәрҙән, тархандарҙан бүтән халыҡ та күп килгән, ти. Майҙандың икенсе яғында бер төрлө ат-тунһыҙ батырҙар, ҡарт-ҡоролар, өсөнсө яҡта ҡыҙ-ҡырҡын, бисә-сәсә, әбей-һәбей, бала-саға йыйылған, ти. Майҙан уртаһында Мәсем хандың бисәләре, өс кейәүе менән ҡыҙы тора, ти. Улар эргәһенә йыйылған аҡһаҡалдар, бейҙәр, майҙан башланыуҙы көтөп, хан тирәһендә уралалар, ти. Батырҙар, билбауҙарын ыҡсымлап тотоп, бер урында тороп түҙмәй, ары-бире йөрөйҙәр; йырсылар, тамаҡтарын көйләп, сей йомортҡа эсәләр; ҡурайсылар, ҡурайҙарына һыу бөркөп, ҡурай дымлайҙар, ти. Сабарҙар майҙан тирәләп рәт һаҡлап урап йөрөгән саҡта, Һәүбән майҙан түңәрәгенә барып, бөтәһенә күҙ йөрөтөп сыҡҡан, ти. Тик хан тирәһендә Айһылыуға оҡшаған ҡыҙ уның күҙенә салынмаған, ти. Ары-бире итеп, халыҡ йыйылып бөткәс, оҙаҡ та үтмәгән, күмәк һарай ҡыҙҙары менән бергә Айһылыу майҙанға килгән. Уның матур йөҙөн күргәс, бөтә йәш-елкенсәк тауыш-тынһыҙ уға табан күҙ текәп, ҡарап ҡалған, Мәсем хан майҙан уртаһына сығып, былай тип әйткән, ти: 
Майҙан йыйҙым, ил данлап, 
Ҙур ҡыуаныс булғанға: 
Дейеү алған ҡыҙымды 
Хоҙай азат ҡылғанға. 
Ҡәҙер төнө булғандай, 
Күңелем тулды шатлыҡҡа. 
Нәҙер әйттем аллаға: 
Тәхетемде һаҡларҙай, 
Бәхетемде яҡларҙай, 
Шүлгәндән ҡон алырҙай, 
Шул дейеүҙе үлтереп, 
Башын салып килерҙәй 
Батырға бирәм ҡыҙымды. 
Хандың был һүҙен ишеткәс, батырҙарҙың береһе лә бер ни әйтергә ҡыя алмай, уйлап торған, ти. Шунан Аҡбулат бей, Айһылыуға ҡарап: 
Айһылыуым, әйтсәле 
Баштан үткән бар хәлең. 
Килгән батырҙар белһен: 
Нисек һау ҡалды йәнең, — 
тигәс, Айһылыу бынау һүҙҙәрҙе һөйләгән, ти: 
Бер көн сыҡтым яланға, 
Бүртә юрға уйнатып, 
Һарайҙағы бар ҡыҙҙы 
Үҙ артымдан эйәртеп. 
Уйнап-көлөп туғайҙа, 
Шүлгән күле буйында, 
Сәскә шәлкемләгәндә, 
Бер ни күрҙем янымда: 
Айыу тиһәм — ҡырас йөн, 
Бүре тиһәм — ирәбе, 
Һис тартынмай уҡталды, 
Ҡымтып алды беләге. 
Ҡурҡышымдан мин ҡапыл 
Ни эшләргә лә белмәнем, 
Һушым киткән шунда уҡ, 
Үле булған бар тәнем. 
Күҙем асып ҡараһам, 
Ҡыҙҙар тора янымда, 
Бары тора ҡурҡышып, 
Мине күреп, өркөшөп. 
Йөҙҙәре еҙҙәй һарғайған, 
Көләс йөҙҙәр юғалған. 
Бары, миндәй урланып, 
Тыуған илдән айырылған. 
Улар менән таныштым, 
Ил-торлағын һораштым. 
Шунан килде бер ҡарсыҡ, 
Бите-йөҙө йыйырсыҡ, 
Барыбыҙ ҙа күмәкләп 
Эргәһенә йыйылдыҡ. 
Барыбыҙҙан тәүҙә ул 
Һорап белде илебеҙ, 
Нәҫел-нәсәптәрҙе беҙ 
Һөйләп бирҙек барыбыҙ. 
Ул ҡарсыҡ та бермекләп 
Үҙ хәлдәрен һөйләне: 
“Ирем — Уралда данлы 
Батыр ирҙәр затынан, 
Һеҙгә уның кемлеге 
Билдәлелер атынан. 
(Уның үлемен әйтмәйем, 
Хәтере ҡалыр берәүҙең.) 
Ханға мәңге юл сапмаҫ 
Сура батыр ир ине, 
Тоҫҡап атһа, яҙлыҡмаҫ, 
Мәргәнлектә бер ине. 
Үлем йоҡоһо баҫып, 
Яңғыҙ ятып йоҡлаған, 
Ҡанға һыуһаған дошман, 
Ятҡан ерҙә тап итеп, 
Йөрәгенә уҡ атҡан. 
Илгә оран һалмаҫҡа 
Үҙемдән ант алдылар; 
Бына хәҙер үҙемде 
Шулар һыуға һалдылар. 
Шунда уҡ йотто бер януар, 
Һыу йоторға бирмәне, 
Ауыҙы шундай ҙур ине, 
Һис бер теше теймәне. 
Өңөнә килгәс, уҡшыны, 
“Әйҙә, тиҙерәк сыҡ, — тине, 
Килер ереңә килдең, 
Башҡа юлың юҡ, — тине. — 
Иҫән булған сағында 
Ирең мине атҡайны, 
Тирең һуйып алам тип, 
Бысаҡ һурып алғайны. 
Шунда мин бик ялбарып, 
Азат ит, тип һораным. 
Ҡан илағас, ҡыҙғанды, 
Миңә бысаҡ һуҙманы. 
“Йәштән ҡолда йәшәгән, 
Ата-әсәһен ташлаған, 
Тел-йолаһын онотҡан 
Меҫкен икән һин”, — тине. 
Мин дә шул көндән башлап, 
Шүлгән батыры булһам да, 
Ҡәһҡәһә атын алһам да, 
Батша ҡушыуын тотһам да, 
Уралға сығып йөрөһәм дә, 
Кемде генә йотһам да — 
Зарлы миңә аш булмаҫ, 
Йөрәгем аслыҡ киҫһә лә. 
Килдең хәҙер был илгә, 
Ҡалырһың һин күп йылға. 
Шүлгән күле шундай ул. 
Ҡанлы йәштәр аҡҡан һуң, 
Бер урынға эркелеп, 
Бара-тора бер килеп 
Күҙ йәшенән бар булған, 
Тәхет тотҡан батшаһы 
Әсәнән үк бей булған. 
Был һарайҙар һалынған 
Тереләй һуйған һөйәктән; 
Һарай тирә баҡсаһы; 
Биҙәп торған сәскәһе 
Һуғарылған ҡан менән, — 
Тине шунда ул миңә”, — 
Тип һөйләне беҙгә әбей. 
Урлаусының тап үҙе 
Мине урлаған шул берәү 
Булып сыҡты, белгән һуң; 
Аҙаҡ килде бер егет, 
Уралдан мин, тине ул, 
Ҡарап сыҡты һарайҙы, 
Тап килтерҙе мине ул. 
Күп үтмәне, ул киткәс, 
Йоҡо баҫты күҙемде. 
Сырым итеп, уянһам, 
Ҡырҙа тойҙом үҙемде. 
Ырғып торҙом һиҫкәнеп, 
Ҡарап торҙом тирәмде, 
Үҙ-үҙемә ышанмай, 
Күҙем һирпеп ҡараһам: 
Томанһырап, күгәреп, 
Болоттарҙы ялмалап, 
Урал тора алдымда. 
Керпек үтә йылмайған 
Уҫал күҙҙәй һөҙөлөп, 
Ҡамыш үтә ҡараған 
Шүлгән ята алдымда. 
Туғайҙағы үләндәр 
Сәскәләргә күмелгән, 
Урманына, тауына 
Ҡош-ҡорт моңо түгелгән. 
Йылғыр иҫкән еләҫ ел 
Сәстәремде елпетте. 
Барын күргәс, шатлығым 
Йөрәгемде елкетте. 
Ырғып торһам урынымдан, 
Күҙем төштө берәүгә, 
Алыҫ түгел үҙемдән 
Ултырған бер егеткә. 
Йөрәктәрем шыуланы, 
Һис түҙемем ҡалманы, 
Яҡын барҙым янына, 
Егет көләс йөҙлө ине, 
Текләберәк ҡараһам, 
Баяғы егет үҙе ине. 
Яуға сапҡан батырҙай, 
Алтын-көмөш эйәрле, 
Болғар тартҡы, айыллы, 
Туҡымдары ынйылы, 
Тибенгеһе сәмсәле, 
Болан тире таралғы 
Өҙәңгеһе көмөштән, 
Эйәр ҡашы алтындан, 
Семәрләнгән аҡыҡтан; 
Йылан ҡамсы ҡашында, 
Ҡанъяғала ҡуржыны, 
Ҡырпыуҙары сәхтиән. 
Күмелдерек түшендә, 
Арт һанында — ҡойошҡан; 
Ебәк сылбыр нуҡталы, 
Ҡуш ауыҙлыҡ йүгәнле, 
Теҙгенен ҡашҡа шаҡарған, 
Ҡырас яллы, төк сәсә; 
Суртан һыртлы, тар бөйөр 
Ҡубаға һебә,  ҡуян бот, 
Текә тояҡ, ас яңаҡ, 
Ҡамыш ҡолаҡ, киң танау, 
Ҡарсыға түш, баҡыр күҙ, 
Әтәс муйын, ҡуш урай, 
Суңҡа эйәк, ҡымты ирен 
Аҡбуҙ толпар янында. 
Үҙе төҫкә ат шулай, 
Кәңәш биреп егеткә, 
Тап әҙәмдәй һүҙ һөйләй. 
Ана мине шул егет 
Азат итте һарайҙан. 
Алам һине, тимәне, 
Намыҫыма теймәне, 
Юлға төшөрөп ебәрҙе, 
Саҡырһам да һарайға, 
Миңә үҙе килмәне.

Ошолай тип ҡыҙ бөтәһен дә һөйләп биргәс, барыһы ла аптыраған, ти. Хызыр пәйғәмбәрҙер ул, юғиһә әҙәм балаһы ундай эш ҡыла аламы, тип шау килгәндәр, ти. Шул саҡта Мәсем хан:

Бына, ҡыҙым, бер алма, 
Батырҙарыңды һыйла: 
Күнгән батыр шартыма 
Алмаң алыр ҡулыңдан, 
Үҙең күргән ҡарсыҡты 
Килтерер Шүлгән күленән, — 
тигән дә майҙандағы батырҙар араһына ебәргән, ти. Айһылыу батырҙар алдынан йөрөп уҙһа ла, бер батыр ҙа алманы алырға баҙнат итә алмаған, ти. Шунан Мәсем хан батырҙарға иртәгә саҡлы уйлап килергә ирек биргән, ти. Халыҡ таралғас, Һәүбән йәйләүҙән ҡырғараҡ сыҡҡан да, ҡыл көйҙөрөп, Аҡбуҙатын саҡырған, Һәүбән Аҡбузатҡа күлдәге ҡарсыҡты иртәгә майҙанға алып килергә ҡушҡан.www.bas hqort.com Аҡбуҙ: “Шүлгәнгә яу асмайынса, унан бер нәмә лә алып булмаҫ”, — тигәс, Һәүбән Аҡбуҙатты менеп, Шүлгән күленә үҙе киткән. Шүлгәнгә яҡынлауы менән, Аҡбуҙаттың тояҡ тауышын һиҙеп, күлдә гөж иткән тауыш ишетелгән, ти. Аҡбуҙат: “Ана, хандың ҡыҙы һаҡсылары менән күл өҫтөнә сыҡҡан икән, беҙ килгәнде ишеткәс, ҡасты. Мин күлде ашанан-аша сабып сығырмын, һин, ҡылысың менән һелтәп
, һыуҙы ярып уҙырһың. Беҙҙең үткән бер ерҙән күлде бүлгеләп үткәүел яһалыр. Батшаның күле ваҡланыр, шунан түҙмәй, батша ҡыҙы сығыр. Ни теләйһең, ул һиңә шуны бирер. Тик, ҡара, ныҡ ултыр”, — тигән. Һәүбән Аҡбуҙат әйткәнсә эшләгән. Күл ваҡланып бүлгеләнгәс, Нәркәс, түҙмәйенсә, күлдән сыҡҡан да Һәүбәнгә: 
Ай егетем, ни теләп, 
Бында яуға килдең һин? 
Аҡбуҙатты аямай 
Бүләк итеп бирҙем мин. 
Ҡылысың менән тураҡлап, 
Һалмалай иттең күлемде, 
Утрау менән бүлгеләп, 
Кәртәләнең юлымды. 
Ҡәһҡәһәнән айырып, 
Яңғыҙ ҡылдың атамды. 
Күл һайығыр, ер бүлгәс, 
Мин ни эшләрмен шул саҡта? 
Ҡомогор  күл төптәре, 
Ылымыҡ баҫыр ул саҡта; 
Үкән-төкән күбәйер, 
Әрмәнделәй булам тип, 
Тән йәйер ҡабырсаҡ та. 
Егет, һора теләгең, 
Харап итмә был саҡлы, — 
тип ялбарған, ти. 
Һәүбән Нәркәскә былай тип әйткән, ти: 
Күлең ташҡан йәш менән, 
Ҡомоҡтормай ҡуймамын, 
Ерҙән сыҡҡан шишмәнән 
Бүтән юлын
ҡуймамын. 
Гөбөрлөнән  олпатлы 
Атаңа һын бирмәмен; 
Ҡәһҡәһә — ер балаһы, 
Уны унда ҡуймамын; 
Үҙең — һыуҙың һылыуы, 
Һине һыуҙан алмамын. 
Атаңа ҡайтып әйт хәҙер: 
Һыртына тажын йөкмәһен, 
Таж биҙәген юғалтмай, 
Арҡаһына ҡаплаһын. 
Ҡәһҡәһәгә әйт хәҙер: 
Күлдә ятып ут йотоп, 
Ҡанлы күҙ йәше көтөп, 
Шунда йоҡо һимертеп, 
Ҡыҙ-ҡырҡынды тилмертеп, 
Бөтә илде өркөтөп, 
Даны менән ҡурҡытып, 
Айбарланып ятмаһын. 
Эйәртеп сыҡһын дейеүҙең 
Ерҙән ҡасҡан барыһын, 
Ҡая таштан ҙур торлаҡ 
Аҡбуҙатҡа ҡаҙыһын! 
Үҙе торған һаҙ күлен 
Ер аҫтынан юллаһын; 
Эшен бөткәс, Ҡәһҡәһә — 
Үҙе ҡоштай ҡанатлы, 
Сысҡан төҫлө аяҡлы, 
Ҡояштан ҡурҡыр йөрәкле, 
Кеше һөймәҫ ҡош булһын. 
Ҡан эҫеүсе дейеүҙәр 
Аяҡ-ҡулһыҙ ҡалырҙар; 
Ҡамыш булыр торлағы, 
Бармаҡ буйы ҙурлығы, 
Йыландай булып, йөҙгәндә 
Борғоланыр буйҙары. 
Күлең ҡалыр аулаҡ булып, 
Күптәргә торлаҡ булып; 
Бары шунда көн итер, 
Үҙ араһы йоп булып. 
Һарайҙағы ҡыҙҙары 
Бары сыҡһын бушанып, 
Йөрөһөндәр хуш булып, 
Һайраһындар ҡош булып. 
Йыйырсыҡ битле бер ҡарсыҡ — 
Ул да күлдә ҡалмаһын, 
Аҙаҡ сикке һулышын 
Үҙ илендә һулаһын! 
Нәркәс, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, атаһына ҡайтып киткән, ти. Һәүбән, атынан төшөп, бер аҙ көткән икән, күҙ алдында теге ҡарсыҡты күргән. Ҡарсыҡтан һорашырға уйлағас, Аҡбуҙат уны тыйған, ти. Һәүбән шунан ҡарсыҡты күҙ асып йомғансы майҙан була торған ауылға алып барып ҡуйған да атын ебәргән. Үҙе тағы ла көндәге тирмәгә барып ҡунған, ти. 
Иртәгеһенә йәйләү халҡы иртүк тороп, үҙ эшенә тотонған. Ҡатын-ҡыҙ һыйыр һауып, көтөү оҙатҡан. Ҡояш һөңгө буйы күтәрелгәс тә, йылҡы өйөрө ҡайтҡан. Ҡолон бәйләгәндәр. Бөтә халыҡ яңынан майҙанға йыйылған, ти. 
Майҙан асылғас, Мәсем хан батырҙар алдында әлеге Шүлгәндәге ҡарсыҡты алып ҡайтыу шартын ҡабатлап әйткән. Батырҙар береһе лә һүҙ аса алмай торғанда, теге ҡарсыҡ үҙе алға сығып: www.bash qort.com “Ханым, мине эҙләтеп, батырҙарҙы яфалама, мине аллам ҡотҡарҙы”, — тип әйткән, ти. 
Барыһы ла аптырашҡан, ҡыҙға ҡарсыҡты күрһәткәндәр, ти. Ҡыҙ шул ҡарсыҡ икәнен таныған, ти. Хан шунда уҡ үҙенең кеше башы киҫә торған кешеһен саҡыртып алған да, халыҡҡа ишеттермәй генә, ҡарсыҡтың башын киҫергә ҡушҡан, ти. Баш киҫеүсе ҡарсыҡты һөйләтмәй алып китә башлағас, тирә-яҡтан килгән халыҡ менән батырҙар ҡарсыҡтың хәлен һөйләтеүҙе һорай башлағандар. Хан рөхсәт итмәгәс, Һәүбән, алама кейем кейеп, хан алдына барып баҫҡан да: 
Ай оло хан, оло хан, 
Һүҙ тыңлайыҡ ҡарсыҡтан, 
Уны ҡотҡарған егетте 
Мин әйтермен аҙаҡтан, — 
тип әйткән, ти. Мәсем хан шунда: 
Бөгөн төндә мин йыйҙым 
Илдең шәйех изгеһен; 
Бер хоҙайҙан һораныҡ 
Ул ҡарсыҡтың килеүен. 
Изгеләрҙең хаҡына 
Ҡабул иткән теләгем: 
Хоҙа ҡушҡан Хызырға 
Башҡарырға һорауым. 
Минең һүҙем бер булыр, 
Миңә кем ҡаршы килер? 
Әммә шәйехтәр әйтте: 
“Ҡарсыҡ туйҙа булмаһын, 
Халыҡ алдында хоҙаның 
Ярҙам серен әйтмәһен”. 
Уны өйгә алырҙар, 
Унда ҡунаҡ итерҙәр, 
Аҙыраҡ ҡунаҡ булғас та, 
Шүлгәненә илтерҙәр, — 
тигәс, ҡарсыҡ, хандың был һүҙҙәренә буйһоноп, баш киҫеүсе артынан эйәрә башлаған икән, Һәүбән уны ебәрмәй туҡтатҡан да, хандың алдына барып, бынау һүҙҙәрҙе әйткән, ти: 
Уралда Сура тигән 
Бер батыр булған икән, 
Хан-бейҙәрҙең әмеренә 
Буйһонмаҫ булған икән. 
Сура батыр бер мәлде 
Сыҡҡан икән һунарға, 
Ҡайта алмаған әйләнеп 
Үҙ йортона ҡунырға: 
Үлем йоҡоһо баҫып, 
Яңғыҙ йоҡларға ятҡан; 
Яуыз хан уға тап булып, 
Йөрәгенә уҡ атҡан. 
Күп тә үтмәй батырҙың 
Бисәһе лә юғалған, 
Һәүбән атлы балаһы 
Яңғыҙы тороп ҡалған. 
Илендә морон төртөрлөк 
Бер яҡыны булмаған, 
Быҙау-маҙар ҡарап та, 
Һис берәүгә һыймаған. 
Бер саҡ Һәүбән киткән, ти. 
Күп ерҙәрҙе үткән, ти. 
Йөрөй торғас ҡыҙырып, 
Бер ҡартты тап иткән, ти. 
Был ҡарт унан һорашҡан, 
Хәлен белеп илашҡан, 
Ҡулындағы һыҙмаһын, 
Бер һүҙ әйтмәй, һорамай, 
Мә, улым, тип биргән, ти. 
(Ул ҡарт үҙе мөлкәтһеҙ 
Күп ярлының бере икән, 
Ырғыҙ бейҙә мал көткән 
Тарауыл тигән ир икән.) 
Һәүбән һыҙма алғас та, 
Керешкән, ти, һунарға; 
Мәргәнлектә дан тотҡан, 
Батырлығы тағы ла 
Яйыҡ, Сура батырҙан, 
Төкләҫ менән Алмастан — 
Барынан да шәп икән. 
Улар еңмәҫ Шүлгәнде 
Бер уҡталып ҡаҡшатҡан; 
Шүлгәндең шәп Аҡбуҙын, 
Урлап алған бар ҡыҙын — 
Берен ҡуймай ҡотҡарған; 
Ҡарсыҡты ҡотҡарыусы ла 
Хызыр түгел, шул булған. 
Үткән төндә яу асҡан 
Шүлгән күле ханына, 
Күлде ат күҙҙәй итеп, 
Ваҡ-ваҡ итеп телгеләп, 
Шүлгәндән алыҫ түгел, 
Ҡая битен тиштереп, 
Үҙ атына торорға 
Дейеүҙән һарай һалдырған. 
Батшаһын иткән ташбаҡа, 
Дейеүҙәрен — ярғанат, 
Ил талаусы мәлғүнде — 
Барыһын иткән харап. 
Бөгөн тағы ат менеп, 
Ата-әсәһен эҙләй, ти; 
Атаһы ҡонон алырға, 
Ҡарымтаға ҡан юллап, 
Үлтереүсе бер ханға 
Яу асырға бара, ти. 
Был һүҙҙәрен әйтеп бөткәс, Һәүбән майҙандағы халыҡҡа ҡараған да: “Үҙенең һөйләүенсә, был ҡарсыҡ Һәүбәндең әсәһе булырға оҡшай. Әгәр барығыҙ ҙа шомланып, минең һүҙгә ышанмай, был ҡарсыҡтан һөйләтмәй, ауыҙ асып ҡалһағыҙ, ҡарсыҡ ҡабат күренмәҫ”, — тигән. 
Бар халыҡ аптырашҡан, Мәсем хан да, был һүҙҙе ишеткәс, тирәһендәге бейҙәре менән һөйләшә башлаған. Шунан Һәүбәнде үҙ янына саҡырып алған да: “Әгәр һүҙең раҫ булмаһа, башыңды киҫермен”, — тип әйткән, ти. Һәүбән быға риза булған, ти. 
Мәсем хандың кешеһе ат менгәнсе, Һәүбән ҡырғараҡ сыҡҡан да халыҡ араһынан ғәйеп булған: ҡыл көйҙөрөп, Аҡбуҙатын саҡырған, Аҡбуҙат күҙ асып күҙ йомғансы килеп еткән, Һәүбән Аҡбуҙҙан бөтә эштең эшләнгәнен һорашып белгән дә, www.bashq ort.com яу ҡоралдарын кейеп, атын менеп, майҙанға килгән, ти. Ул килгәс, бөтә халыҡ, был кем икән, ниндәй кеше икән, тип аптыраған, ти. Һәүбән килеп еткәс үк, Айһылыу менән ҡарсыҡ уның үҙҙәрен ҡотҡарған егет икәнен Аҡбуҙатынан танып, өҙәңгеләге ике аяғын килеп ҡосаҡлап: “Ошо егет ине...” — тип илап ебәргәндәр, ти. Һәүбән шунда атынан төшөп, ҡарсыҡты ҡосаҡлап алған, унан яңынан атына менеп, хандың алдына барған да уға бынау һүҙҙәрҙе әйткән, ти: 
Һиңә төбәп, Мәсем хан, 
Һорай торған һүҙем бар: 
Сура тигән батырҙа 
Юллар ҡоноң бармы ни? 
Ҡыҙың урлар Шүлгәндең 
Барымтаһы бармы ни? 
Ошоға тейеш яуапты 
Танмай һөйләп бирһәң һин 
Мин дә көҫәр уйымдың 
Барын һөйләп бирермен. 
Мәсем хан, Һәүбәндең был һорауына яуап итеп: 
Суранан ҡон юлларлыҡ 
Һис ҡарымтам юҡ минең; 
Малым талап алды, тип 
Барымтам да юҡ минең. 
Шүлгән асыуы шул миңә: 
Ыу һалғайным күленә. 
Ҡамышына үрт һалып, 
Хас ҡылғайным иленә, — 
тигән һүҙҙәрҙе әйткәс, Һәүбән шул ерҙә ханға: 
Ата-әсәнән йәш ҡалып, 
Эсе күҙ йәшен татып, 
Ерҙең өҫкө ҡатын да, 
Ерҙең аҫҡы ҡатын да 
Күреп сыҡҡан батыр мин, 
Һыйыр ейеп туйһа ла, 
Көтөү һарыҡ быуһа ла, 
Ҡаҙ-өйрәкте ҡырһа ла, — 
Алпанлаған айыуҙы, 
Йылғыр күҙле бүрене, 
Сағыл буйлап уйнаған 
Өлпө ҡойроҡ төлкөнө, 
Ил ҡоротҡан яуыз тип, 
Үлем килтерер уғымды 
Ужарланып атманым, 
Урал буйын буйланым, 
Ил дошманын уйланым. 
Ҡарымтаһыҙ ҡан ҡойған 
Ил батырын үлтереп, 
Бисәләрен тол ҡылған; 
Балаларын ҡыҙғанмай, 
Үкһеҙ етем ҡалдырған; 
Кәрһеҙ ҡатын-ҡыҙҙарҙы 
Бәйләп һыуға һалдырған; 
Илдең эсендә йәшәп, 
Яу күтәреп, ҡан ҡойған; 
Илдең намыҫын тапап, 
Нәҫелен маҡтап, хан булған; 
Илдең күп малын ейгән, 
Уның көр телен киҫкән; 
Ике аяҡлы, йомро баш — 
Тоҫҡап һаҙаҡ атырҙай 
Ҡан дошманым күрерҙәй, 
Эҙләп тапҡан дошманым, 
Ата торған һунарым — 
Алдымда торған Мәсем хан, — 
Бына шуларҙың бере ул; 
Шүлгәнкүлгә ыу һалып, 
Яҡын-тирәнең малын 
Ҡырып, малһыҙ ҡалдырған 
Йылғыр күҙле бүре ул! 
Ҡарымтаһыҙ Сураның 
Ҡанын ҡойған айыу ул! 
Иҙел батыры Ҡыпсаҡты, 
Ирәмәл батыры Ҡатайҙы, 
Яйыҡ батыры Төкләҫте, 
Тора батыры Тамъянды, 
Яланда Ирәндекте, 
Нөгөштә Юрматыны, 
Үҙән батыры Табынды 
Ҡымтып торған дейеү ул! 
Аҡбуҙатҡа мендем мин, 
Шул батырҙар ҡоно өсөн 
Ҡарымтаға килдем мин; 
Илдең ирен ҡол иткән, 
Бисәләрен тол иткән 
Мәсем тигән яуыздан 
Шуларҙың хаҡын юллап, 
Ҡарымтаға елдем мин, — 
тигән дә хандың башын сабып өҙгән, ти. Мәсем хандың ҡулында ҡол булған бөтә халыҡты ҡотҡарған, ти. Һәүбәндең батырлығын күргәс, бөтә халыҡ уға килеп, үҙенең аһ-зарын һөйләй башлаған. Халыҡ уға былай тип әйткән, ти: 
Һиңә юлдаш булырлыҡ, 
Арҡалашҡа торорлоҡ 
Ирҙәребеҙ бар ине, — 
Барын яуыз Мәсем хан, 
Илдән айырып ситләтеп, 
Ҡатындарын тол итте. 
Шуларҙы һин ҡайтарһаң, 
Илгә аҙамат булырһың, 
Ҡан илаған етемгә 
Ата һымаҡ булырһың! 
Һәүбән, халыҡтан ныҡлап һорашҡас, ул батырҙарҙы эҙләп алып ҡайтырға һүҙ биргән дә эҙләп сығып киткән. Бара торғас, бик ҙур ҡошҡа осрап, ул ҡоштоң янына барған. Ҡош оса алмаған, ти. Шунда ҡош, телгә килеп, һөйләй башлаған, ти: 
— Мин тау башында ултыра инем. Мәсем хандың аттары мине күреп өрктөләр. Мәсем хан шуға мине таптырып, ҡанатымды ҡырҡтырып, үҙемде ҡаянан ташланы. Оҙаҡ ҡуҙғала ла, йөрөй ҙә алмай яттым. Атылған ерҙәрем уңалһа ла, ҡанаттарым һаман осорға ярамай, ҡаңғырып ошонда ултырам. Балаларым асҡа тилмереп яталыр инде. Егет, миңә ярҙам ит, атыңдың ауыҙындағы күбеген һөрт, ҡанаттарым төҙәлер, — тип әйткән, ти, был ҡош. 
Һәүбән Аҡбуҙаттың ауыҙындағы күбектәрен һөрткәс, ҡоштоң ҡанаттары төҙәлгән, ти. Шунан ҡош: 
— Егет, был ярҙамың өсөн ни бирәйем, ниндәй ярҙам күрһәтәйем? Мин ғүмер буйына Мәсем хандан, Шүлгән дейеүҙәренән яфа сигеп, бала үрсетә алмай зарыҡҡан ҡош инем. Мин шундай ҡош, атһыҙға ат булам, юлдашһыҙға юлдаш булам, — тип әйткән, ти. Һәүбән: 
— Һин миңә ни ярҙам күрһәтә алаһың?
— тип һораған икән, ҡош уға: 
— Мин һиңә үҙем өсөн генә түгел, Мәсем һарайындағы тотҡон һандуғастарҙы, Шүлгән һарайындағы тотҡон ҡыҙҙарҙы ҡотҡарып, Уралымдағы һайрар ҡоштарҙы арттырғаның өсөн дә ярҙам итергә тейешмен, — тип яуап ҡайтарған, ти. Һәүбән: 
— Һин уны ҡайҙан беләһең? — тигәс, ҡош: 
— Шүлгәндәге һарай ҡыҙҙары минең балаларым ине, шулар килеп әйтте, һөйөнсө алдылар, — тигән. Һәүбән тағы: 
— Һин — ҡошһоң, ә ул ҡыҙҙар ни эшләп кеше балаһы төҫлө һуң? — тип һорағас, ҡош: 
— Улар кеше шул. Мин дә кеше инем, ҡош булып ҡалдым, — тип әйткән, ти. 
Һәүбән ҡоштан бөтә серҙе һораша башлаған. Ҡош уға эштең айышын теҙеп һөйләп биргән, ти: 
— Иң тәүҙә был тирәлә һыу батшаһы ғына булған. Урал батыр үҙенең Иҙел, һаҡмар, Нөгөш, Яйыҡ тигән улдары менән килеп, һыу батшаһына яу асҡан. Улар килгәндә, был тирә күм- күк һыу булған. Улар яуҙа ат йөҙҙөрөп һуғышҡандар. ww w.bashqort.com Урал батырҙың ат йөҙҙөрөп килгән юлынан тау ҡалҡып сыҡҡан. Бына ошо Урал тауы — Урал батырҙың тәү килгән юлы. Тау ҡалҡып сыҡҡас, һыу батшаһының иле икегә ярылған. Урал батыр дейеүҙе үлтергән бер ерҙә сағыл ҡалҡып сыҡҡан: һыу кәмегән һайын, һыу батшаһының ғәскәре бөтә барған, дейеүҙәре үлгән һайын, ҡоро ер күбәйгән. Шунан уның төйәге күләүек-күләүектәрҙә генә тороп ҡалған. Көсө бөткәс, һыу батшаһы ошо Шүлгәнкүлгә килеп урынлашҡан. Шүлгәнкүл ер аҫтындағы һыуға тоташҡан, уны бөтөрә алмағандар. Батша шунда йәшәп ҡалған. Хәҙер Урал тип йөрөтөлгән тау — Урал батырҙың улдары менән тәү башлап яуға килгән юлы. Мин Урал батырҙың бисәһе инем. Мине Һомай тип атайҙар. Уландарым менән ирем яуға киткәндә, мин килендәрем менән үҙ илемдә ҡалғайным. Уландарым ҡайтып, килендәрҙе алып киттеләр. Мин аҙаҡ бармаҡ булып ҡалдым. Балаларым, бында килгәс, Шүлгән батшаны аңдып, ошо тирәгә урынлашҡандар. Шүлгән батша һаман иремә ҡаршы дошманлығын ташламаған. Ирем балаларым менән кәңәш иткән. Ошо күлдең һыуын эсеп бөтөрәйек, күлен һайыҡтырайыҡ, Шүлгән батша бер ҡайҙа ла бара алмаҫ, тип һөйләшкәндәр. Тәүҙә аталары эсә башлағас, Шүлгән батша быны белеп ҡалған да иремдең эсенә ғәскәрҙәрен индереп ебәргән. Улар уның эсенә инеп, йөрәген телгеләп үлтергәндәр. Ирем үлер сағында улдарына: “Шүлгән батша ғәскәре ҡалған урындан һыу эсмәгеҙ, үҙегеҙгә һыу табығыҙ”, — тигән. Улар, ерҙе тишеп, йылға ағыҙғандар. Бына хәҙерге дүрт йылға — Иҙел, Яйыҡ, Һаҡмар, Нөгөш шулар ағыҙған йылғалар булыр, — тип әйткән, ти. Һәүбән шунда: 
— Өләсәй, һин ни эшләп ҡош булып ҡалдың? — тип һорағас, Һомай: 
— Беҙ алыҫ юлдан килгәндә, барыбыҙ ҙа ҡош булып осабыҙ. Килендәрем дә шулай. Бараһы ергә еткәс, ирҙәре ҡатындарын үпһә, үҙ төҫөнә ҡайтып, яңынан ҡатын булалар. Мин килеп еткәнсе, ирем үлгәйне, шуға мин үҙ төҫөмә ҡайта алманым. Улар бала- сағалы булып, ҡартайып үлделәр. Бына был һин менгән Аҡбуҙат ирем Урал батырҙың аты ине. Үҙе үлгәс тә, уны Шүлгән урлағайны. Иҙелдең улдарының береһе, Аҡбуҙатты юллап, Шүлгән батшаға барғас, уның батша ҡыҙына күҙе төшкән. Батша, быны белеп ҡалып, Иҙелдең улынан үҙ һарайында вәзир булып ҡалыуҙы һораған. Егет батша ҡыҙын алыу уйы менән батша вәзире булып ҡалған. Тик аҙаҡ сиктә батша уға ҡыҙын бирмәгән, етмәһә, уны мыҫҡыл итеп, Ҡәһҡәһә тип атаған. Шунан аҙаҡ Ҡәһҡәһә Урал буйындағы бөтә данлы ҡыҙҙарҙы, минең балаларымды урлап торған. Иҙелдең бүтән улдары тоҡомонан — ете батыр, баяғы Ҡәһҡәһә тип ат ҡушылған улының тоҡомонан Мәсем ҡалған. Мәсем ил талап хан булған. Ете батыр, Мәсемдең ил талап ханлыҡ алыуына риза булмай, уға ҡаршы яу асҡан. Бер саҡ Мәсем хан ете батырҙы, килешәйек, тип үҙенә ҡунаҡҡа саҡырған. Улар барғас, бөтәһен дә иҫертеп, ҡул-аяҡтарын бәйләп, диңгеҙ аръяғындағы батшаға һатҡан. Һин хәҙер шуларҙы алырға китеп бараһың икән. Бая килеп һөйөнсө алған ҡыҙҙарым әйттеләр. Мин унда һине атыңдан да тиҙ алып барырмын. Әгәр минең менән барһаң, уларҙы яуһыҙ урлап ала алаһың. Тик шул: минең ҙур кәмселегем бар. Тамаҡланып барып ҡайтырға үҙ итем етмәй, һинең бот итеңде лә, уларҙың бот иттәрен дә ашатырға кәрәк булыр. Бында ҡайтып еткәс, ул яраларҙы атыңдың ауыҙ күбеге менән төҙәтергә тура килер. Инде атың менән барһаң, яу менән алаһың. Яу ҙур булыр. Шулай ҙа барыбер һин еңерһең, батырҙарыңды ҡотҡарып алырһың, — тигән. Һәүбән, ҡоштоң был һүҙҙәрен ныҡ ҡолаҡ һалып тыңлағандан һуң, оҙаҡ уйлап торған. Шунан ҡошҡа: 
— Өләсәй, бар, һин балаларың янына ҡайт. Ҡош булһағыҙ ҙа, һине лә, балаларыңды ла берәү ҙә ата алмаҫ, рәхәт йәшәрһегеҙ, — тигән дә үҙе юлға сыҡҡан. 
Бара торғас, Һәүбән диңгеҙ аръяғындағы батша иленә барып еткән. Унда һаҡсылар менән һуғыша башлаған. Һәүбән уларҙы ҡырып, һарайға яҡынлашҡан, батша ҡасып, илдән ғәскәр йыйып һуғышып ҡараһа ла, булдыра алмаған. Батша ғәскәрҙәре Аҡбуҙаттың еленән йығылғандар. Һәүбән үҙе батшаны, бейҙәрҙе тотоп үлтергән. Бөтә халыҡ, Һәүбәндең батырлығын, Аҡбуҙаттың шундай дауыл ҡуптарыуын күреп, аптырауға ҡалған. Барыһы ла ҡоралдарын ташлаған, ти. 
Һәүбән уларҙы еңеп, ете батырын алып ҡайтып киткән. Ҡайтҡас, бөтә Урал халҡын йыйып, туй яһаған, ил батырҙарын көрәштергән. Ете батыр туйҙағы бөтә батырҙарҙан алдын сыҡҡас, етеһен ете ырыуға баш итеп ҡуйған, ти. Һомай ҡоштоң балалары булған аҡҡоштарҙы атмаҫҡа ҡушҡан. 
Туйҙа Мәсемдең ҡыҙы Айһылыуға кейәү һайларға рөхсәт биргән. Айһылыу Ҡыпсаҡ батырҙы һайлаған. Һәүбән, бөтә батырҙарҙы илгә таратып, һәр ҡайһыһын бер ырыуға баш итеп ҡуйғас, үҙе Шүлгән күленә барған да Аҡбуҙатты ебәргән, Нәркәсте сығартҡан, Нәркәс һис ҡарыулашмай сыҡҡан, ти. Һәүбән, Нәркәсте күргәс, уға: 
Етемлектә йөрөгәндә, 
Һиңә тәүҙә юлыҡтым; 
Һинең дөрөҫ һүҙеңсә, 
Аҫыл бүләгең булған 
Аҡбуҙатыңды алып, 
Илемде азат ҡылып, 
Ҡыуанысҡа юлыҡтым. 
Хәҙер килдем мин һиңә 
Теләгеңде белергә, 
Һөйләр һүҙең тыңларға, 
Күңелеңде күрергә, — тигән. 
Нәркәс бер аҙ ни әйтергә ҡыймай торған. Унан аҙаҡ һүҙгә керешеп: 
Ҡыҙ булһам да, әсәнән 
Ирҙәй батыр тыуҙым мин; 
Урал буйы ерендә 
Күп батырҙар күрҙем мин. 
Йөҙөм асһам, ҡояшың 
Оялып, болотҡа инер; 
Көрәш көҫәп бер әҙәм 
Килһә минең ҡаршыма, 
Асһам уға йөҙөмдө, — 
Күҙе ҡамашыр нурыма, 
Минән йығылып хур булыр. 
Һиңә көрәш асманым, 
Күңелем уға тартманы; 
Һине тәүҙә күргәс тә, 
Күңелемдән һөйҙөм мин, 
Тик әйтергә ҡыйманым, 
Аҙаҡ сиктә көттөм мин, 
Әгәр мине тиң күрһәң, 
Үҙеңә буй бирәйем, 
Уралыңда тиң ғүмер 
Һинең менән һөрәйем, — 
тигән дә йөҙөн асып, Һәүбәнгә ҡарап йылмайған, ти. Һәүбән шунда, Нәркәстең һылыулығын күреп, таң ҡалған, ти. Һәүбән алырға риза булғас, Нәркәс атаһының бөтә мал-тыуарҙарына күлдән сығырға ҡушҡан. Шул саҡта күлдән ер ҡаплаған ҡола йылҡы сыҡҡан, ти. Һәүбән быларҙың бөтәһен дә ат-тунһыҙ халыҡҡа таратып биргән. Үҙҙәре Нәркәс менән икәүләп, Аҡбуҙатты менеп, Һәүбән иленә ҡайтып киткән, ти.