Ашыҡтырмағыҙ…

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Ашыҡтырмағыҙ… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 29.01.2015.. Нәшер ителгән: 08.02.2015.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


Ашыҡтырмағыҙ…


“Ялҡытты ҡыш! – тине берәү. –
Һағындым ҡояш, наҙҙы…”
Яҙ ғүмере – ялт-йолт ҡына,
Ашыҡтырмағыҙ яҙҙы!

Ҡыштың да үҙ матурлығы:
Ҡар өйөлгән тауы бар,
Ябалаҡлап яуған ҡары,
Һулап туймаҫ һауа бар!

Сыныҡтырыр һалҡыны бар,
Мейестең ялҡыны бар,
Һыуыҡтарҙа өшөмәҫкә
Мөхәббәт ҡалҡаны бар.

Ҡыштың да бар матурлығы,
Ҡыштың да бар үҙ йәме…
Ғүмер ҙә бит ялт-йолт ҡына –
Ашыҡтырмағыҙ!..
               Йәме?


29.01.2015.