Атайым иҫән булһа…

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Атайым иҫән булһа… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 07.05.2015.. Нәшер ителгән: 20.05.2015.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


Атайым иҫән булһа…


Эх, атайым әгәр иҫән булһа,
Ошо көндә түрҙә булыр ине,
Күкрәктәре – орден-миҙал менән,
Ә күҙҙәре йәшкә тулыр ине.

Ҙур ихтирам менән оло-кесе
Иҫәнләшер ине башын эйеп,
Йәнәшәлә мин дә булыр инем,
Ғорурлыҡтан башты күккә сөйөп.

Ул яулаған еңеү өсөн бөгөн
Рәхмәт әйтер инек мул итеп,
Ошо бер көн өсөн түләр инем
Үҙ ғүмерем менән йыл итеп…

Ниндәй байрам бөгөн, белһәң, атай!
Күҙ йәштәрем, әйҙә, түгелһен…
Оло хөрмәт һиңә булыр ине!!!
Эх, йәл, атай, иҫән түгелһең…


07.05.2015.