Артһын ерҙә изгелек!

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Артһын ерҙә изгелек! (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 15.01.2016.. Нәшер ителгән: 29.01.2016..


Артһын ерҙә изгелек!


Үпкәләмә яҙмышыңа,
Асыуланма, көнләшмә,
Эсеңдәге рәнйешеңде
Кешеләргә өләшмә!

Үс һаҡлама йөрәгеңдә,
Таҙа булһын күңелең,
Шатланып йәшәргә тырыш
Ғүмерҙең һәр миҙгелен.

Кеше ғәйепләрҙән алда
Өлгө күрһәт иң элек!
Ышан! Ярат! Ҡулыңды һуҙ!
Артһын ерҙә изгелек!!


15.01.2016.