0%

Алтын үҫкән тупраҡ(инсценировка). Факиһа Туғыҙбаева

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Алтын үҫкән тупраҡ ( инсценировка )
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап " нәшриәте,2009 йыл



Ҡатнашалар:

Һандуғас

Тутыйғош

Ҡарға

Тауис — батшабикә

Тауисты Һаҡлаусы ике Бөркөт

Сәскә — ҡыҙ


Беренсе күренеш


Сәскә. Гел генә йәй икән ул яҡта. Мәңге йәшеллек, ти. Ҡояш ныҡ йылыта. Шуның өсөн дә ҡоштар, көҙ көнө тыуған илдәрен ҡалдырып, шул йылы яҡтарға ҡышларға китә.

Берҙән-бер көндө ҡоштар батшабикәһе Тауис һандуғасты саҡырып алған.

Тауис (тәхетендә баҫып тора). һандуғас, һин мине һайрарға өйрәт! Бойорам һиңә!

һандуғас. Ризамын, батшабикә. Тик уның өсөн тағы ярты йыл көтөргә кәрәк.

Тауис. Был ни тигән һүҙ? Бөгөн үк, хәҙер үк мин һинән шәберәк итеп һайрарға теләйем.

һандуғас. Ғәфү ит, батшабикә! Аңлатып бирәйем, булмаһа...

Тауис. Түҙемлегем бөттө. Тиҙерәк әйт!

һандуғас. Яҙ еткәс, мин тыуған Уралыма ҡайтам. Шунда ғына ысынлап һайрау тылсымы килә миңә.

Тауис. Юҡ, һин мине хәҙер үк өйрәт. Ҡоштар батшабикәһе иң шәп һайраусы булырға тейеш.

һандуғас. һин мине аңларһыңмы икән һуң? Мин бит башҡорт телендә һайрайым.

Тауис (тәхетен ике яҡтан Һаҡлаусы ике Бөркөткә). Тутыйғошто килтерегеҙ бында! Ул — минең тәржемәсем.

Ике Һаҡсы Тутыйғошто алып инә.

Тауис. Тутыйғош, һандуғастың нимә тип һайрағанын, нисек һайрағанын миңә тәржемә итеп тор!

Тутыйғош. Тыңлайым, батшабикәм, тыңлайым!

һандуғас (Һайрай).Эй тыуған илем,

һағындым Һине.

һин йырсы иттең,

Ватаным, мине.

Тутыйғош.

Фа-фа-фа-фа, Соль-соль-соль, Ля-ля-ля, Си-си-си.

Гауис. Тутыйғош, бер ни аңламайым. Нотаны мин үҙем дә беләм, һин дөрөҫ тәржемә итәһеңме?

Тутыйғош. Дөрөҫ, дөп-дөрөҫ!



Икенсе күренеш


Сәскә, һандуғастың яҡташы Ҡарға ла йылы илдә ҡышлаған. Ул Тауис батшаның һайрарға өйрәнергә теләгәнен ишетеп ҡалған. Ҡарға ҡарҡылдап ултыра. Тутыйғош инә.

Тутыйғош (илай). Эй ҡарға дуҫҡайым, башыма бәлә төштө.

Ҡарға. Илағанды яратмайым. Йә, әйтә һал, ни булды?

Тутыйғош. Мине Тауис батшабикәбеҙ һарайынан ҡыуып сығарҙы, һандуғас ҡына ғәйепле.

Ҡарға. Булыр ул һандуғастан. Иң шәп йырсы ул, имеш. Маҡтансыҡ!

Тутыйғош. Иң шәп түгел шул. Тауисты Һайрарға өйрәтә алманы.

Ҡарға. Вәт яҡшы булған!

Тутыйғош. Нимәһе яҡшы? һандуғастың йырын башҡортсанан пипи-тити теленә, йәғни Тауис теленә тәржемә итә алмаған өсөн батшабикә мине зиннәтле һарайҙан ҡыуҙы. Их!

Ҡарға. Ҡайғырма. Үҙем өйрәтермен, һин тәржемә итеп торорһоң. (Тутыйғоштоң ҡолағына нимәлер шыбырлай.)




Өсөнсө күренеш


Сәскә, һандуғастың өйө. Тутыйғош менән Ҡарға бер ишеккә, бер тәҙрәгә килә. Бер нисек тә өйгә инә алмағас, ишек йоҙағын ваталар.

Тутыйғош. Ва-тыл-ды, ва-тыл-ды!

Ҡарға. Сеү, ҡысҡырма!

Тутыйғош. Тылсымлы тупраҡты табаһы ғына ҡалды.

Ҡарға. Нимәгә әйттем бынау асыҡ ауыҙға. Туҡта, тим.

Өйҙөң аҫтын өҫкә килтереп нимәлер эҙләйҙәр.

Тутыйғош (уҙ алдына Һөйләнә). Их, иң беренсе мин тапһам.

Ҡарға (уҙ алдына Һөйләнә). Их, бынауҙан алда сәлдерһәм...

Аҡтарына торғас, бер һандыҡ табалар. Уны ҡайырып асалар. Бер матур төйөнсөк күреп ҡалалар. Тутыйғош менән Ҡарға көрмәкләшә.

Тутыйғош. Иң тәүҙә мин күрҙем. Тылсым — минеке.

Ҡарға. Юҡ, мин! Уның барлығын әйттем бит мин һиңә.

Ҡарға төйөнсөктө алып ҡаса.

Тутыйғош. Фи, ниндәй тылсым булһын, ти, унда? Ни бары ҡара тупраҡ.

Ҡарға. Тылсымы булмаһа, һандуғас уныһын да Уралдан алып килмәҫ ине, аңланыңмы? Үҙем күрҙем Башҡортостанда Ыҡ буйында йыйнап алғанын.

Тутыйғош. Бында ла етерлек инде ундай тупраҡ.

Ҡарға (уйланып тора). Әйҙә киттек Тауис батшабикәгә.




Дүртенсе күренеш


Тауис (батша тәхетендә ултыра). Уф, Һайрағым килә. Бөтә ҡоштарҙы таң ҡалдырып Һайрағым килә.

Һаҡсы Бөркөттәр Тутыйғош менән Ҡарғаны алып инә.

Тутыйғош (ҡалтыранып). Ба-атша-бикәм! Мин һиңә йырсы алып килдем. Ул һине һайрарға өйрәтер.

Тауис (Ҡарғаға ҡарап). Ошомо йырсы? Ҡара ҡарға бит был. Төҫ-башы ла юҡ, исмаһам.

Тутыйғош. Улай тимә, батшабикәм. Уның тылсымы бар.

Ҡарға (ҡаушауынан ҡарҡылдап ебәрә). Ҡар! Бар,бар!

Тауис. Йә, күрһәт, ниндәй тылсым ул?

Ҡарға. Мин уны һандуғастан һатып алғайным. Уралдан килтергән. Шуға ҡарай ҙа илай, шуға ҡарай ҙа йырлай ул.

Тауис. Ә ни өсөн һатты ул һиңә тылсымын?

Ҡарға. «һин дә һайрарға өйрән», — тине.

Тутыйғош. Эйе-эйе, уҙем күрҙем һатып алғанын.

Тауис. һеҙҙең әкиәтегеҙгә ышанырға мин алйот мәллә? Йырлап күрһәт, улай шәп булғас, Ҡарға!

Ҡарға (алдаша). Хәҙер, хәҙер! Ни бит әле... Скрипкам өйҙә ҡалған. Мин скрипкала уйнап ҡына йырлай алам. Бынау тылсымлы тупраҡ өсөн аҡса ғына бирегеҙ ҙә...

Тутыйғош (хәйләләп). Ул тупраҡта алтын үҫә, ти, батшабикәм. Беҙ уны гөл һауытына Һалайыҡ та һыу һибәйек.

Ҡарға. Дөрөҫ, дөрөҫ, шулай итегеҙ!

Тауис. Уф, һайрағым килә.

Тутыйғош. Ҡарға, йә өйрәт инде. Тылсымлы тупраҡҡа ҡара ла йырла. Мин тәржемә итеп торормон.

Ҡарға (йән көсөнә). Ҡар-ҡар-ҡар...

Тутыйғош. Ҡар-ҡар-ҡар...

Тауис. Ике алдаҡсы! Ундай йыр буламы ни? (һаҡсы Бөркөттәр инә.) Алдашҡандары өсөн ниндәй яза бирәйек?

1-се Бөркөт. Зинданға ябайыҡ.

2-се Бөркөт. Илдән ҡыуайыҡ. Алдаҡсылар һеҙҙең илдә йәшәргә тейеш түгел!

Тауис. Түгел! Хәҙер үк бойороҡ яҙайым. Бер тәүлек эсендә беҙҙең илде ҡалдырып китһен был ике яуыз.

Һаҡсылар Тутыйғош менән Ҡарғаны алып сығып китә лә кире инә.

Тауис. һандуғасты килтерегеҙ!

Һаҡсылар һандуғасты алып инә.

Тауис (тупраҡҡа күрһәтеп). Был нимә ул?

һандуғас. Тупраҡ. Минең тыуған тупрағым!

Тауис. Тылсымы ла бармы?

һандуғас. Бар, батшабикә, бар!

Тауис. Алтын үҫәме ни унда?

һандуғас. Үҫә шул, үҫә.

Тауис (Һаҡсыларына). Тутыйғош алдамаған икән. Уны илдән һөрмәгеҙ.

һандуғас. һорау бирергә мөмкинме, батшабикә?

Тауис. Мөмкин.

һандуғас. Минең тыуған тупрағымды кем килтерҙе һеҙгә?

Тауис. Ҡарға менән Тутыйғош, һинән һатып алдым, тине Ҡарға.

һандуғас (иҫе китеп). һатып? Тимәк, урлаған.

Тутыйғошто алып инәләр.

Тауис. Дөрөҫөн генә әйт, тупраҡты кем урланы? һинме, Ҡарғамы?

Тутыйғош (теле тотлоғоп). Икәүләп.

Тауис. Икәүләп? Ә мин һине аҡлаған булам тағы. һин алдаҡсы ғына түгел, уғры ла икәнһең.

Тутыйғош. Кисер, батшабикәм!

һандуғас. Нимәгә урланығыҙ уны?

Тутыйғош. Батшабикәмде бик-бик йырларға өйрәтке килгәйне.

Тауис. Йә, ярар, кисерәм һине. Минең өсөн тырышҡанһың икән. Ләкин һарайҙа һиңә урын юҡ.

Тутыйғошто Һаҡсы Бөркөттәр алып сығып китә.

Тауис (һандуғасҡа). Тупрағыңды кире ҡайтарырмын. Башта шуны әйт: нимәгә алып килдең уны Уралдан?

һандуғас. Йөрәгемә дауа ул. Илемде һағынғанда күкрәгемә ҡыҫам уны. Мине бәлә- ҡазанан һаҡлай, Ватанымды иҫкә төшөрөп тора.

Тауис. Моң да бирәме?

һандуғас. Эйе.

Тауис. Ә ниңә мине өйрәтмәйһең, улайһа?

һандуғас. Кисер, батшабикә! Мин, ысынлап та, Уралда ғына өйрәтә алам һине. Бында һауа етмәй миңә. Тыным ҡыҫыла. Телем көрмәлә.

Тауис. Ышандырҙың. Ярай, яҙ еткәс, Уралға ҡунаҡҡа барырмын.

Һандуғасҡа тыуған тупрағын кире ҡайтара.

Сәскә. Яҙ еткәс тә, һандуғас Тауисты Уралға ҡунаҡҡа алып ҡайтҡан. Ләкин батшабикәнең һайрау серенә өйрәнергә түҙемлеге етмәгән. Шуға күрә һаман һайрай белмәй, ти.

Шуның менән тамаша бөтә.