Алтыныммы, көмөшөммө?

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Алтыныммы, көмөшөммө? (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 21.12.2015.. Нәшер ителгән: 30.01.2016..


Алтыныммы, көмөшөммө?


Алтын тауҙар вәғәҙә иткәнең юҡ,
- Ҡулда йөрөтөрмөн, - тимәнең,
Йәш сағымда уҡ төшөнгән инем
Өлөшөмә көмөш тейгәнен.

- Алтыным! – тип һиңә әйткән булам,
(Көмөшөм тип әйтһәм үпкәләр)
- Йөрәгем! – тим. (Берүк, рәнйемәһен
Бөйөрҙәрем, бауыр, үпкәләр))

- Ҡояшым, - тим. Ә бит, бер уйлаһаң,
Ҡояш – ҙур ҙа түгел бер йондоҙ,
Бөтә матур-матур исемдәрҙе
Өйөп һиңә бирәм мин - ҡомһоҙ.

- Алтыным! – тип һиңә әйткән булам,
Таҡҡандарым бары көмөштән,
Көмөш яратҡанға үпкәләмә –
Алтын түгел миңә килешкән,
Бәхеткә беҙ тигеҙ ирешкән:
Хоҙай беҙҙе үҙе йәрәшкән.


21.12.2015.