Алданым…

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Алданым… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 25.01.2016.. Нәшер ителгән: 29.01.2016..


Алданым…


Һин:” Яратам,” - тинең. Мин ышандым.
- Әйҙә! – тинең. Һиңә эйәрҙем.
Һиндә генә тупланғандай ине
Бөтә мөғжизәһе был ерҙең.

- Ышан! –тип әйтмәнең, ә шулай ҙа
Ышандым шул сикһеҙ-ҡырыйһыҙ,
Киттең. Ҡалдым яңғыҙ, йәшкә сумып,
Хыялдарһыҙ, йәрһеҙ, йыр-моңһоҙ…

Вәғәҙәләр биреп ант итмәнең,
Мин ғәйепле - артыҡ ышандым,
Үҙең менән бергә алып киттең
Бөтә гүзәллеген йыһандың.

Һинһеҙ донъяларҙың йәм-тәме юҡ,
Кәрәк түгел кемдер, мал, даным,
Юҡ, һин мине һис тә алдаманың –
Мин үҙемде үҙем алданым...


25.01.2016.