Аждаһаның башы ниңә ун ике? Арыҫлан Сырлыбаев

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

АЖДАҺАНЫҢ БАШЫ НИҢӘ УН ИКЕ? (Әкиәт)
автор Арыҫлан СЫРЛЫБАЕВ, Шәйехзада Бабич исемендәге Йылайыр башҡорт гимназияһының 2-се “А” синыфы уҡыусыһы.
Ижад итеү ваҡыты: 2012. Нәшер ителгән: «Аманат», 2012, № 3. Сығанаҡ: "Аманат" журналы



Бер аждаһа Башҡортостан еренән осоп китеп барһа, Урал тауҙарының матурлығын күреп иҫе киткән, ти. “Тауҙар булғас – мәмерйәләр, ә унда алтын-көмөштәр ҙә барҙыр. Байлыҡтарҙы кемдәр һаҡлай икән?” – тип уйлаған ул. Уйлап та өлгөргән, бер мәмерйә эсенә инеп китеүен үҙе лә һиҙмәй ҡалған, ти был. Ә унда төрлө нурҙар сәсеп, ем-ем итеп, иҫәпһеҙ аҫылташтар ята икән. “Ха-зи-на!”- тип ҡысҡырып ебәргән, тиаждаһа.

– Их, ниндәй матурлыҡ! Башыма, бөтә тәнемә йәбештереп алып сығайым, тип уйлап торһа, шундай көр, көслө тауыш ишетелгән. “Һин бында ингәс, ошо байлыҡтар менән йәнең теләгәнен эшләй алаһың. Башыңа, аяҡ-ҡулдарыңа йыяһыңмы, уныһы һинең эш. Тик һин бынан баштарың ун ике булғас ҡына сыға аласаҡһың. Был байлыҡтарға мин хужа”, – тигән, ти. Аждаһа был тиклем иҫ киткес матур таштарға әүрәп, уларҙы төрлө еренә тағып, йәбештереп, уйнап-көлөп, йырлай-йырлай бейеп рәхәтләнгән. Йоҡлағанда был хазиналарға күмелеп ятып ала ти. Шулай күп йылдар үткән. Ә ул ваҡыттың үткәнен дә һиҙмәгән.

Бер ваҡыт теге ҙур тауыш: “Аждаһа, күңелең булды шикелле, хәҙер сыҡһаң да була, һинең баштарың ун ике булды. Ер өҫтөндә бер йыл хужа булыуҙы мин һиңә ышанып тапшырам. Кешеләргә яуызлыҡ ҡылма, уларға тик изгелек эшлә. Әле үҙең алтын-көмөштәр менән нисек биҙәнеп-төҙәнгәнһең, улар менән шулай ер өҫтөнә сыҡ, рөхсәт итәм. Шуны ла белеп ҡуй,ул байлыҡтар теләһә ниндәй затҡа бирелмәй, тик намыҫлы, изге, уңғандар ғына уға эйә була ала”, – тигән.

Ә аждаһа бындай матур һүҙҙәрҙән йәне иреп, шатланып-ҡыуанып, бер аҙ маһайып, ун ике башына ун ике алтын таж кейеп, яп-ялтыр булып, ер өҫтөнә осоп килеп сыҡҡан, ти. Ер өҫтө емелдәп ятҡан нәфис ҡарҙар менән генә түгел, аждаһаның күркәм кейеме менән тағы ла нурлыраҡ балҡып киткән, ти. Ошо ваҡыттан алып һәр ун икенсе йылда ун ике башлы аждаһа ерҙә хакимлыҡ итә, ти.