Урал батыр (эпос)

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Башҡорт халыҡ эпосы


1-се бүлек

Борон-борон борондан,
Кеше-маҙар килмәгән,
Килеп аяҡ баҫмаған,
Ул тирәлә ҡоро ер
Барлығын һис кем белмәгән,
Дүрт яғын дингеҙ уратҡан
Булған, ти, бер урын.
Унда булған, ти, борон,
Йәнбирҙе тигән ҡарт менән
Йәнбикә тигән бер ҡарсыҡ
Ҡайҙа барһа, уларға
Ул урында юл асыҡ.
Был ҡарт менән был ҡарсыҡ
Ҡайҙан бында килеүен,
Ата-әсә, ер-һыуы
Ҡайҙа тороп ҡалыуын
Үҙҙәре лә онотҡан, ти;
Икәүҙән-икәү шул ерҙә
Башлап ғүмер иткән, ти.
Тора-бара ул икәү
Ике уллы булып киткән, ти:
Шүлгән булған олоһо,
Урал булған кесеһе;
Бүтән кеше күрмәйсе,
Тик йәшәгән дүртеһе.
Донъя-маҙар йыймаған,
Ҡашыҡ-аяҡ тотмаған,
Ҡаҙан аҫып, ут яғып,
Улар донъя көтмәгән.
Ауырыу-һыҙлау күрмәгән,
Үлем барын белмәгән,
Барлыҡ нәмәгә үлем
Үҙебеҙ, тип һанаған,
Һунарҙа ат менмәгән,
Ҡулға һаҙаҡ тотмаған;
Менәренә — арыҫланды,
Балығына — суртанды,
Ҡошҡа сөйгән шоңҡарҙы,
Ҡан һурырға һөлөктө
Үҙ иштәре яһаған.
Бик борондан булғанмы,
Йәнбирҙе үҙе ҡылғанмы,
Бара-тора шул ерҙә
Йола булып киткәнме,
Йыртҡыс йәнлек тоттониһә,
Йәнлек иркәк булдыниһә,
Ирле-бисәле икәүһе
Башын сәйнәп ашаған,
Шүлгән менән Уралға,
Эте менән арыҫланға,
Шоңҡар менән суртанға
Бүтән һанын ташлаған;
Йыртҡыс йәнлекте тотһа,
Йәнлек орғасы булһа,
Ирле-бисә икәүһе
Йөрәгене һайлаған.
Үлән емшәр йән тотһа,
Ҡара һөлөк ҡаҙаған,
Һөлөгөнән һурҙырып,
Ҡанды һыуһын яһаған.
Бала үҫеп еткәнсе,
Үҙе йәнлек тотҡансы,
Баш-йөрәкте ашауҙан,
Һыуһынға ҡан эсеүҙән
Уландарын тыйғандар,
Һис ярамай, тигәндәр.
Ай үҫәһен көн үҫеп,
Балалары иҫ белеп,
Шүлгәненә ун ике,
Уралына ун тулып,
Береһе, арыҫлан менәм, тип,
Береһе, шоңҡар сөйәм, тип,
Маҙаһына тейгән һуң,
Ике улына Йәнбирҙе
Төшөндөрөп биргән, ти.
Икегеҙ ҙә — баламһыҙ,
Күҙебеҙҙең ҡарамһыҙ,
Тешәр сағығыҙ үтмәгән,
Быуынығыҙ ҡатмаған;
Ҡулға суҡмар тоторға,
Ҡошҡа шоңҡар сөйөргә,
Әле арыҫлан менергә
Миҙгелегеҙ етмәгән.
Мин ни бирһәм, ашағыҙ,
Мин ни ҡушһам, эшләгеҙ:
Күнегергә һыбайға —
Ана, болан менегеҙ,
Сыйырсыҡтың тубына
Яғылбайҙы сөйөгөҙ;
Һыуһаһағыҙ уйында,
Ана, аҡ һыу эсегеҙ,
Ҡабырсаҡҡа тултырған
Ҡандан ауыҙ тартығыҙ», —
Тип быларға тағы ла
Йола өйрәтеп ҡуйған, ти.
Ҡан эсеүҙән балаларын
Тағы бер ҡат тыйған, ти.
Берҙән-бер көн еткәндә,
Ҡарт менән ҡарсыҡ икәү
Ау ауларға киткәндә,
Шүлгән, Урал икәүләп
Торлаҡта аулаҡ ҡалғанда
Аталары киткән һуң,
Байтаҡ ваҡыт үткән һуң,
Ике бала һөйләшеп,
Ашауҙан һүҙ асҡан да, —
Шүлгән уйлап торған да,
Ҡан эсеүҙән атаһы
Ныҡ тыйғанын белһә лә,
«Эсә күрмәң», — тиһә лә,
Шүлгән, Уралды димләп,
Ошолай тип әйткән, ти:
«Йәнде ҡыйып һунарлау
Ҡомарлы эш булмаһа,
Һыуһағанда ҡан эсеү
Тәмле нәмә булмаһа,
Атамдар йоҡо ҡалдырып,
Көн дә икәү ҡаңғырып,
Аяҡ-ҡулын талдырып,
Беҙҙе өйҙә ҡалдырып,
Йөрөмәҫ ине һунар, тип,
Урал, әйҙә, булмаһа,
Ҡабырсаҡты асайыҡ,
Һәр беренән аҙ-аҙлап,
Берәр тамсы эсәйек, —
Ҡандың тәмен беләйек».
Урал: «Атам һүҙен тотамын,
Мин ул ҡанды йотмамын.
Егет булып етмәйсе,
Төп йоланы белмәйсе,
Ил гиҙеп бер йөрөмәйсе,
Ысынлап та донъяла
Үлем юғын күрмәйсе,
Суҡмар алып ҡулыма,
Һис бер йәнде һуҡмамын,
Һөлөк һурған ҡанды мин
Ҡабырсаҡтан йотмамын».
Шүлгән: «Кешене енер үлемдең
Бында килеп сыҡмаҫын,
Беҙҙе килеп тапмаҫын
Атам һөйләп бирҙе бит;
«Бары йәнгә беҙ — үлем», —
Тип тағы ла әйтте бит!
Инде ниҙән өркәһен,
Ҡан эсеүҙән ҡурҡаһың?
Урал: «Тилберлектә, тиҙлектә,
Көслөлөктә, ҙурлыҡта,
Түҙемлектә, һаҡлыҡта,
Һиҙгерлектә көндөҙ ҙә,
Төндә йоҡлап ятҡанда,
Арыҫлан, болан, ҡапланы,
Айыуы, тағы бүтәне —
Улар беҙҙән кәмме ни?
Ташҡа һуғылып тояғы,
Үлән төртөлөп аяғы
Һис бер саҡта аҡһамай;
Йәйге эҫелә өҫ һалмай,
Ырашҡыла тун кеймәй;
Берәй йәнгә уҡталһа,
Бер ҙә суҡмар йөкмәмәй;
Ҡошҡа шоңҡар сөйөргә,
Суртан арбап балыҡҡа,
Эт һөсләтеп йәнлеккә,
Шоңҡар, эткә, арыҫланға,
Өмөт бәйләп суртанға,
Һунарында интекмәй;
Теш-тырнағы — ҡоралы,
Үҙ ҡулында теләге,
Бер ҙә талмай беләге,
Һис аҙамай йөрәге
Йәшәп килгән ҡапланы,
Юлбарыҫы, арыҫланы
Шулай батыр булһа ла,
Барының ҡотон алһа ла,
Аяғын бәйләп алған һуң,
Муйынына бысаҡ һалған һуң,
Ике күҙе йәшләнеп,
Йөрәге һуға түгелме?
Атам беҙгә һөйләгән,
Беҙ әле һис күрмәгән,
Беҙҙең ерҙә булмаған,
«Яуыз үлем» — кеше, тип,
Уйламайҙар, тиһеңме?
Сабағына — суртаны,
Йомранына — көҙәне,
Ҡуянына — төлкөһө, —
Барыһын теҙеп уйлаһаң:
Көсһөҙөнә — көслөһө
Үлем була түгелме?
Үлемдән ҡурҡып ялдымға
Сумып ятҡан балыҡтың,
Ҡаяла сыр-сыр килешеп,
Өркөп осҡан ҡош-ҡорттоң
Тотоп, башын сәйнәгән,
Йөрәген ярып ашаған,
Көсһөҙ һанап барыһын,
Аулап, ҡомарын асҡан,
Ямандарҙың яманы,
Шул йоланы табыусы,
Ерҙә үлем сәсеүсе —
Ошо тирәлә беҙ дүртәү
Булабыҙ һуң түгелме?
«Үлемдең ин яуызы,
Булған йәнде ҡыйыусы», —
Тип, барыһы уйлашып,
Беҙҙе үлем һанашып;
Суҡмар итеп тырнағын,
Шоңҡар итеп йөрәген,
Бөтәһе бергә тупланып,
Бергә килеп уҡталып.
Беҙҙең өҫкә ташланһа, —
Атайым беҙгә һөйләгән,
Беҙ әле һис күрмәгән
Үлем шунда беҙҙең дә
Күҙ алдында баҫмаҫмы?» —
Тигән һүҙҙе ишеткәс,
Шүлгән бер аҙ уйлаған,
Шулай ҙа ул үҙ һүҙен
Уға ҡарап ҡуймаған, —
Ҡабырсаҡтан аҙ-аҙлап
Ҡанды һемереп эскән, ти,
Атаһына әйтмәҫкә
Уралдан һүҙ алған, ти.
Күп йән тотоп, һунарҙан
Ата-әсәһе ҡайтҡан, ти.
Йола буйынса, күмәкләп,
Табын ҡороп дүртәүләп,
Бары йәнде ботарлап,
Былар ашҡа ултырған.
Ашағанда уйланып,
Урал былай тигән, ти:
«Атай, бына был йәнде —
Ҡасып һинән, боҫһа ла,
Йән аямай ҡасһа ла,
Һис ҡотҡармай тотҡанһың,
Муйынына бысаҡ һалғанһың.
Беҙҙе шулай берәй йән
Килеп эҙләп тапмаҫмы,
Беҙгә лә бысаҡ һалмаҫмы?»
Йәнбирҙе: «Көнө бөтөр һәр йәнгә
Беҙ үлеме булабыҙ;
Ҡайҙа ғына ҡасһа ла,
Ҡая, шырға боҫһа ла,
Беҙ уларҙы табабыҙ,
Боғаҙына бысаҡ һалабыҙ.
Кешене тотоп ашарлыҡ,
Уға бысаҡ һалырлыҡ
Бында бер йән тыумаған,
Беҙҙе тотоп һуйырлыҡ
Үлем бында булмаған.
Борон беҙ тыуған ерҙә,
Атайҙар торған ерҙә
Үлем була торғайны,
Бик күбеһе йәштән үк
Ятып үлә торғайны.
Унда дейеү килгән һуң,
Күп кешене үлтереп,
Дейеү ашап киткән һуң;
Ерҙен өҫтөн һыу ҡаплап,
Ҡоро ере бөткән һуң;
Ҡасҡан-боҫҡан кешеләр
Ул тирәнән киткән һуң,
Үлемгә иш ҡалманы,
Эшләргә эш булманы.
Ҡасҡан кеше барҙыр, тип,
Күрәһең, уйлап торманы:
Әсәң менән беҙ ҡасып
Киткәнде ул күрмәне.
Бында кеше булмаған,
Берәү аяҡ баҫмаған,
Шуға Үлем был ерҙе
Килеп эҙләп тапмаған.
Беҙ килгәндә, бында әле
Йәнлектәр ҙә әҙ ине,
Ере лә йүнләп кипмәгән,
Ваҡ-ваҡ күллек, һаҙ ине.
Урал:
Атай, Үлемде эҙләһәң,
Уны табып буламы,
Тап килтереп тотҡан һуң
Башына етеп буламы?
Йәнбирҙе:
Үлем тигән яуыз ул,
Күҙгә һис тә күренмәй,
Килгәне һис тә беленмәй
Йәшәй торған януар ул.
Уға тик бер сара бар:
Дейеү батша ерендә
Әйтәләр, бер шишмә бар.
Шунан һыу эсһә кеше,
Һис тә үлмәй йәшәй, ти,
Үлемгә бирешмәй, ти,

тип, Үлем тураһында һөйләгән дә, ашап бөткәс, ҡабырсаҡтарҙы килтереп, ҡан эсергә булған. Йәнбирҙе ҡарт, ҡабырсаҡтарҙың бүҫкәргәнен күреп, уландарынан ҡанды кем эскәнен ҡыҫып һорай башлаған. Шүлгән, берәү ҙә эсмәне, тип алдаған. Йәнбирҙе ҡарт һуйыл таяҡ алып, балаларын алмаш-тилмәш һыптырырға тотонған. Урал шунда ла ағаһын ҡыҙғанып әйтмәй серәшһә лә, Шүлгән түҙмәгән, үҙ ғәйебен һөйләп биргән. Йәнбирҙе ҡарт тағы ла өҫтәп һуҡҡылай башлағас, Урал атаһының ҡулынан тотҡан да, былай тигән, ти:

Атаҡайым, уйласы,
Ҡулыңдағы һуйылға
Күҙ йүгертеп ҡарасы.
Был һуйыл да йәш булған.
Ҡабығынан әрселгән,
Осо-башы йәнселгән,
Бөкһәң, шартлап һынырҙай
Ҡыу таяҡҡа әүерелгән.
Һин киҫмәҫтән боронда,
Үҫкәнендә урманда,
Еләҫ елдәр ялбырҙап,
Япраҡтары елберҙәп
Торған ағас булғандыр.
Бал ҡорттары, ҡоштары
Алмаш-тилмәш ҡунғандыр.
Ҡоштар ҡунып һайраған,
Оя ҡороп йәшәгән,
Ботаҡтарын һайлаған
Аҫыл ағас булғандыр.
Имсәк имгән балалай
Тамырҙарын тарбайтып
Ер дымыны имгәндер.
Тамырынан аҡтарғас,
Ботағыны ботағас,
Балғаң булған ташындай,
Ҡошҡа сөйөр шоңҡарҙай,
Балыҡ тотор суртандай,
Ҡан һурыусы һөлөктәй,
Йәнлек аулар көсөктәй
Һуҡҡың булған түгелме?
Маңлай тирен һыпыртып,
Күп йыл ғүмер уҙҙырып,
Ер өҫтөндә тапмаған,
Төҫөн күреп белмәгән,
Йөрәгең һис татмаған
Үлем тигән яуыздың,
Тағы һуҡһаң балаңды,
Үҙ торлағың эсендә,
Балаларың өҫтөндә, —
Көсһөҙҙәргә көслөнән,
Балаларға атанан
Килгәнене күрергә
Әҙерләндең түгелме?
Бөгөн ағамды үлтерһәң,
Иртән мине үлтерһәң,
Яңғыҙ тороп ҡалған һуң,
Ҡартлыҡ баҫып алған һуң,
Бөкөрәйеп, татарғап,
Арыҫланына меналмай,
Һунарына сығалмай,
Шоңҡарыңды сөйә алмай,
Уларға ем бирә алмай;
Арыҫланың да, көсөк тә,
Шоңҡарың да, һөлөк тә, —
Барыһы асҡа тилмереп,
Күҙенә ҡан һауҙырып,
Ас зарыҡҡан арыҫланың,
Бәйҙә тороп ужарып,
Асыуынан уҡталып,
Билең бөгөп, үҙеңде
Ботон-ботса ботарлап
Бырағытһа бер саҡта,
Үлем тигән яуызды
Ҡаршыларға торлаҡта,
Атай, тура килмәҫме?» —

тигән һүҙен ишеткәс, Йәнбирҙе ҡарт Шүлгәнде туҡмауҙан туҡтаған. «Үлемдең күҙгә күренмәй килеүе лә бар; шул Үлем килгәндер, мине шул ҡоторталыр; шулай ҙа Үлемде берәйһе күрмәй булмаҫ, йәнлек, ҡош-ҡортто йыйҙырып һорашырға кәрәк», — тип уйлаған да, шуларҙы саҡырған, ти. Урал, йыйылған йәнлеккә, ҡош-ҡортҡа ҡарап, былай тигән, ти:

«Үлем тигән яуыздың
Төрөн һанап беләйек,
Көслө көсһөҙҙө эйгән
Йоланы беҙ өҙәйек.
Арабыҙҙан, һанаһаҡ,
Һәр нөгәрҙе ҡараһаҡ:
Ҡан да эсмәй, ит еймәй,
Берәүҙең йәшен ҡоймай, —
Ҡайныһы тамыр ашап,
Ҡайныһы үлән емшәп,
Һаман ғүмер иткәнен,
Йыртҡыстарға ем өсөн
Балаһын үрсеткәнен
Барығыҙ ҙа беләлер.
Уларға Үлем ят түгел,
Ҡан һурған, ит ейгән —
Береһе лә дуҫ түгел.
Йыртҡыслыҡты бөтөрәйек,
Яңғыҙ ҡалған Үлемде
Бергә эҙләп үлтерәйек!» —
Тигән һүҙгә йыртҡыстар,
Уларға ҡушылып Шүлгән дә, —
Барыһы ҡаршы килгән ти,
Төрлө һүҙҙәр булған, ти.
Ҡоҙғон: «Мин Үлемде табыуҙан
Бер ҙә ҡурҡып тормайым,
Әммә тотоп биреүгә
Һис ҡасан да күнмәйем.
Ҡарт булһам да, был эштән
Мин бер үҙем баш тартам.
Тағы өҫтәп шуны әйтәм:
Көсө еткән көсһөҙгә
Һис һунарлыҡ ҡылмаһа;
Әсәнән тыуған берәү ҙә
Был донъяла үлмәһә;
Ер уттары, ағастар
Заңына буйһонмаһа;
Үҙ миҙгеле еткәндә,
Көҙгө ҡырау төшкәндә,
Йәшеллек һис бөтмәһә, —
Унан беҙгә ни файҙа?
Ҡуян һымаҡ, һәр йәнлек
Йылға ике-өс түлләһә,
Төндә йөрөп, йәшелдең
Барыһын да утлаһа,
Бүтән йәндәр ҡаңғырып,
Ашарына тапмаһа;
Өйөр-өйөр туп булып,
Ҡаҙ, өйрәге, аҡҡошо,
Шыбыр-шыбыр ҡойоноп,
Һыу өҫтөнә ҡапланһа;
Ғүмерем бушҡа уҙа, тип,
Ярым бушҡа туҙа, тип,
Һис бер йылға аҡмаһа;
Ерҙә шундай йола, тип:
Ҡойонорҙар, эсерҙәр —
Беҙгә тынғы бирмәҫтәр, —
Тип, шишмәләр сыҡмаһа,
Ерҙәге һыу тонсоһа, —
Шул саҡта беҙ нишләрбеҙ?
Емде ҡайҙан эҙләрбеҙ,
Һыуҙы ҡайҙан эсербеҙ?
Башым һалып, яу асып,
Күп сағында талпынып,
Аслыҡ, тарлыҡ күрһәм дә,
Күп зарығып йөрөһәм дә,
Мин ҡан эсмәй, ит эймәй,
Үләкһәнең күҙ майын
Өс көндә бер соҡомай,
Һис донъяла тора алмам».
Үлемде эҙләп табырға
Мин һүҙемде бирә алмам»,
Һайыҫҡан:
«Үлемдән ҡурҡыр йән булһа,
Ҡотолорға юл эҙләр,
Түл йәйергә уйлаһа,
Илде гиҙеп яй эҙләр»,
Һайыҫҡан әйткән һүҙҙәрҙе
Юлбарыҫ та, ҡаплан да,
Бүре, бурһыҡ, арыҫлан да,
Типкес-өҙгөс ҡоштар ҙа,
Ҡарпыр балыҡ — суртан да, —
Бөтә йыртҡыс хуп күргән.
Үлән емшәр хайуандар,
Торна, өйрәк, ҡыр ҡаҙҙар,
Туғаҙаҡ менән сел, ҡорҙар
Бала сығарып, түл йәйеп,
Балалары ҡош булып,
Үҙ алдына осҡансы,
Йәй миҙгеле уҙғансы,
Шыр урманлыҡ эҙләргә,
Байманлыҡта түлләргә, —
Тип барыһы уйлаған.
Ҡоралайы, боланы,
Ҡыҙыл сикә ҡуяны,
Аяғына маһайып,
Бер ауыҙ һүҙ әйтмәгән.
Турғай, майсыл, сыйырсыҡ,
Сәүкә, ҡарға, буҙ сәпсек,
Мыр-мазарҙы ашағас,
Һүҙ әйтергә оялған.
Кәкүк тағы: «Оям юҡ,
Балам тигән ҡайғым юҡ:
Бала — бауырым, тигәндәр,
Бала өсөн көйгәндәр
Ни теләһә, — миңә шул», —
Тип, уртаға һалған, ти.
Барыһы төрлөсә һөйләп,
Төрлөһө төрлө уйлап,
Һис берлеккә килмәйсе,
Ҡырҡа бер уй әйтмәйсе,
Таралышта ҡалған, ти...
Ҡарт бынан һуң һиҫкәнгән.
Яңғыҙ ауға сығырға
Бынан ары шикләнгән.
Берҙән-бер көн дүртәүләп,
Былар ауға киткән, ти,
Күп ерҙәрҙе үткән, ти;
Күп йән алып, шатланып,
Ауҙан былар ҡайтҡан, ти.
Аулап алған ҡоштарҙың
Араһында бер аҡҡош,
Аяҡтарын бәйләгәс,
Башын ҡырҡып ташларға
Бабай бысаҡ ҡайрағас,
Ҡанлы йәшен түккән, ти,
Үҙ зарыны әйткән, ти:
«Ил күрергә сыҡтым мин,
Ер ҡошонан түгелмен, —
Йәшәй торған илем бар,
Илһеҙ етем түгелмен.
Ерҙә һис кем тыумаҫтан,
Берәү аяҡ баҫмаҫтан,
Ҡуш булырға йәр эҙләп,
Ерҙә һис кем тапмағас,
Бүтән йәндән һайларға
Берәүһен тиң күрмәгәс, —
Күккә осоп йәр эҙләп,
Айҙы, Ҡояшты күҙләп,
Үҙенә йәр һайлаған,
Икеһен дә арбаған,
Бар ҡоштарға баш булған,
Самрау атлы атам бар.
Ике балаһы булған,
Балаһы ла, үҙе лә
Һис ауырыу күрмәгән,
Һис берәүһе үлмәгән.
Әле лә батша атайым,
Ебәрегеҙ һеҙ мине,
Үҙ илемә ҡайтайым.
Мине бүлеп ашап та,
Сәйнәп мине йотоп та,
Барыбер аш булмамын;
Һис аш булып һеңмәмен;
Йәншишмәнән һыу алып,
Әсәм тәнем йыуҙырған.
Үҙ нурына һуғарған
Барығыҙға билдәле
Ҡояш тигән әсәм бар.
Ебәрегеҙ һеҙ мине,
Атам барыбер табыр ул,
Килеп яулап алыр ул.
Самрау тигән батшаның
Һомай тигән ҡыҙымын;
Алтын сәсем тарҡаһам,
Нурға илде күмәмен:
Көндөҙ ергә нур һибәм,
Кисен айға нур бирәм;
Ебәрегеҙ һеҙ мине,
Илемә мин ҡайтайым;
Йәншишмәнең һыу юлын
Һеҙгә әйтеп китәйем», —

тигән һүҙҙе ишеткәс, Йәнбирҙе ҡарт менән Йәнбикә ҡарсыҡ улдарына кәңәш иткәндәр. Шүлгән Һомай ҡошто ашау яғында, Урал ҡотҡарыу яғында булып, ыҙғыш киткән. Урал ҡошто Шүлгәнгә бирмәй тартып алған да ситкәрәк илтеп ҡуйған. «Ҡайғырма, хәҙер тамаҡланам да үҙеңде ата-әсәңә илтеп тапшырам!» тип, аталары янына килеп ултырған. Былар ашарға ултырғас,ҡош һау ҡанатын һелеккән, — өс ҡауырһыны төшкән. Шуларҙы һынған ҡанатынан сыҡҡан ҡанға буяп, ергә ташлаған икән, — өс аҡҡош килеп, ҡыҙҙы күтәреп алып киткән. Йәнбирҙе ҡарттар Йәншишмәнең юлын һораша алмай ҡалыуҙарына үкенгән. Ҡарт шунда уҡ Шүлгән менән Уралға, ҡоштар ҡарап осҡан яҡҡа табан күҙ яҙмай китергә, арттарынан күҙәтеп барып, Йәншишмәнең урынын табырға, әгәр юлда Үлем осраһа, башын ҡырҡып алып ҡайтырға ҡушҡан. Ике улын ике арыҫланға мендереп оҙатҡан, ти.

2-се бүлек

Урал, Шүлгән икәүләп,
Көнөн-төнөн, ай-йыл һанап,
Тау артылып, һыу кисеп,
Ҡара урмандар үтеп,
Һаман алға киткән, ти.
Бара торғас, бер заман
Бер йылғаның ситендә,
Ҙур ағас төбөндә,
Ҙур таяғы ҡулында
Аҡ һаҡаллы бер ҡартҡа
Былар барып еткән, ти,
Барып сәләм биргән, ти.
Ҡарт ҡаршы алған, ти,
Юл башыны быларҙың
Ҡарт та һорашып белгән, ти.
Үҙ уйҙарын былар ҙа
Ҡартҡа һөйләп биргән, ти.
Ҡарт уйланып торған да,
Һаҡалыны һыпырып,
Быларға күҙ йөрөтөп,
Ике юлды күрһәтеп,
Былай тиеп әйткән, ти:
«Бына һеҙгә ике юл:
Һулға китһәң, юл буйы —
Уйын-көлкө төн буйы,
Ҡайғы-этлек күрмәйсе,
Барлығын да белмәйсе,
Рәхәт йәшәй байманда;
Бүре, һарыҡ яланда,
Төлкө, тауыҡ урманда
Бергә йәшәп, дуҫ булып,
Самрау ҡошҡа баш эйеп,
Ҡан да эсмәй, ит еймәй,
Һис Үлемгә юл ҡуймай
Йәшәп килгән бер ил бар;
Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ
Ҡыла торған йола бар.
Уңға китһәң, юл буйы —
Илау-һыҡтау йыл буйы;
Яуызлыҡта дан алған,
Батшаһынан, башҡаһынан
Ҡайғы, этлек күреүсе,
Ҡанлы йәшен түгеүсе
Ҡатил батша иле бар;
Тау-тау кеше һөйәге,
Ҡанға батҡан ере бар».
Ҡарттан быны ишеткәс,
Юлдар серене белешкәс,
Урал, Шүлгән икәүһе
Шунан шыбаға тотошҡан,
Юл бүлергә уйлашҡан,
Үҙ араһы һөйләшкән:
Һулға китеү — Уралға,
Унға китеү — Шүлгәнгә
Шыбағалы юл булған.
Шүлгән быға күнмәгән:
Мин уҙаман әле, — тип,
Мин барамын һулға, — тип,
Үҙенә һулды һайлаған,
Үҙ тигәнсә даулаған:
Урал күнгән уң яҡҡа,
Шүлгән киткән һул яҡҡа.
Урал унға киткән һуң,
Оҙон юлға төшкән һуң,
Күп һыуҙарҙы кискән, ти,
Күп тауҙарҙы ашҡан, ти;
Бара торғас, бер тауҙың
Итәгенә еткән, ти.
Бүре талап, өҙгөләп,
Һырҙай ҡанға туҙғандай
Телгеләнгән арҡаһы,
Айырылған елкәһе;
Сүплек типкән тауыҡтай,
Ҡул-аяғы ярылған;
Тамыр ашап, ер ҡаҙып,
Ауыз-бите ҡарайған;
Ҡырау һуҡҡан үләндәй,
Йөзө-төҫө һарғайған;
Сутлап юнған ағастай,
Балтыр ите һулыған;
Бире уңалған ағастай,
Елек башы сурайған
Бер ҡарсыҡҡа һырышҡан;
Көнгә янған тәндәрен,
Шырт ҡаплаған сәстәрен,
Һуплап юнған ағастай,
Балтыр ите, беләген,
Ауҙа туйған ҡыйғырзай,
Кәпәйеп торған күкрәген,
Ҡуға аша йылмылдап
Торған күлдәй күҙҙәрен,
Бал ҡортондай ыҡтымат
Нескә һылыу билдәрен, —
Оялыпмы, ҡурҡыпмы, —
Ҡарсыҡҡа һырышып маташҡан
Бер һылыу ҡыҙыҡайға
Урал барып тап булған.
Урал яҡын барған, ти,
«Ҡурҡмағыҙ, тип әйткән, — ти.
Мин киләмен йыраҡтан,
Үҙем тыуған торлаҡтан,
Бала инем киткәндә,
Күп илдәрҙе үткәндә;
Мин кешегә теймәмен,
Уның ҡанын ҡоймаймын;
Үлем тигән яуызды
Үлтерергә уйлаймын;
Әйҙә, яҡын килегеҙ,
Ил хәлдәрен һөйләгеҙ», —
Тигәс, былар йылмайған,
Урынынан ҡуҙғалған.
Туҙған сәстәрен әбей
Ҡолағына ҡыҫтырып,
Урынынан ҡуҙғалып,
Бер аҙ күҙен ҙурайтып,
Аҙыраҡ буйын турайтып,
Былай тиеп әйткән, ти:
Йыраҡ илдән икәнһең,
Изге уйҙа килгәнһең.
Ай егетем, белһәң һин,
Беҙҙең илдә булһаң һин,
Ҡатил батша эшләгән
Эштәрене күрһәң һин;
Ауырыу-һыҙлау күрмәйсе,
Үлем башҡа килмәйсе,
Ҡатын-ҡыҙҙы, ир-атты,
Айырмаҫтан йәш-ҡартты,
Ҡул-аяғын бәйләтеп,
Арыуҙарын һайлатып,
Йыл да бер ҡат йыйҙыра,
Һарайына алдыра;
Ҡыҙы һайлай егетен,
Үҙе һайлай ҡыҙ-ҡырҡын,
Ҡалғандарын тағы ла
Ярандары ҡарайҙар,
Үҙҙәренә һайлайҙар;
Бүтәндәрен аямай,
Ҡанлы йәшкә ҡарамай,
Тереләтә, һау көйгә
Ҡыҙын күлгә һалдыра,
Ирен утҡа яндыра;
Атаһы өсөн, үҙе өсөн,
Ярандары даны өсөн,
Үҙе тыуған көнө өсөн,
Йыл да бер ҡат Тәңре өсөн
Ҡанлы ҡорбан уҙҙыра.
Бына мин дә — ун бала
Күргән әсә донъяла.
Дүртеһен һайлап алдылар,
Бишеһен һыуға һалдылар.
Ҡартым, йөрәге һыҙлағас,
Туғыҙ бала юғалғас,
Ҡарап тороп түҙмәне,
Нишләрене һиҙмәне:
Йән асыуҙан уҡталып,
Балаларын ҡыҙғанып,
Бер яранға ынтылды,
Бахырҡайым шул көндө,
Күҙ алдында үкһетеп,
Тереләй ергә күмелде.
Кинйә балам ҡалғайны,
Бер яраны килгәйне,
Алам үҙен, — тигәйне —
Бала бауыр булғанға,
Алып ҡастым урманға.
Миндәй балалы әсә,
Ҡасҡан ир-ат күп бында,
Барыһы ла ҡан илап,
Йөрөй ҡасып урманда.
Егет, изге икәнһең,
Яҡшы уйҙа килгәнһең,
Ары барма, ҡайт кире,
Ҡанлы ергә килгәнһең,
Яуыз илгә килгәнһең.
«Һыуҙар кисеп, тау ашып,
Күп йыл буйы килгәнмен,
Күп юлдарҙы уҙғанмын;
Күҙ йәшергән Үлемде
Эҙләп бында, тапмаһам,
Башын сабып өзмәһәм,
Әйткәнемә етмәһәм,
Уны ерҙән йыймаһам,
Урал булып йөрөмәмен!» —
Тигән һүҙен әйткән дә,
«Һау булығыҙ», — тигән дә,
Арыҫланына менгән дә
Ҡатил батша йортона
Урал ҡарап киткән, ти;
Бер нисә көн үткән ти,
Шундай ергә еткән ти:
Бер әсәнән тыуғандай,
Бер төҫ кейем кейгәндәй,
Барыһы ла шәп-шәрә
Төркөм халыҡ йыйылған,
Аллы-артлы теҙелгән,
Ирҙәр, ҡыҙҙар айырылып,
Урам-урам ҡуйылған.
Ярандары төрткөләп,
Тигеҙһеҙен тигеҙләп,
Ҡамсылап та һуҡҡылап
Йөрөһә лә, һүҙ әйтмәй,
Тел дә ҡыбырҙата алмай
Торған халыҡҡа барған,
Майҙанға был күҙ һалған.
Был төркөмдән ситтәрәк,
Ун биш аҙым ҡырҙараҡ,
Күҙен-башын шәмәртеп,
Йөрәктәрен һыҡтатып;
Балалары ҡурҡышып,
Ымлап ҡына һөйләшеп,
Ҡайғырышып, илашып
Торған ата-әсәләр
Янына барып туҡтаған,
Хәл-әхүәлен һораған,
Үҙ теләген һөйләгән.
Урал һүҙен барыһы
Йотоношоп тыңлаған,
Араһынан бер ҡарты
Ошолай тип һөйләгән:
«Егет, һинең төҫ-башың,
Аптырашлы ҡарашын,
Арыҫлан менеп килешең
Сит булырҙай күренә.
Беҙҙең илдә батша бар,
Яранынан түрә бар;
Бына был халыҡ эсендә
Төрлө ырыуҙан кеше бар.
Һәр йыл батша тыуған көн
Ата-әсәһе хаҡы өсөн
Батша тыуғас, һыу алып,
Йыуған ҡойоһо өсөн
Ҡорбан бирер йола бар.
Батшаның тыу биҙәге —
Ҡара ҡоҙғон ҡошо бар,
Шул ҡоштарҙы йыл һайын
Һыйлай торған көнө бар.
Ана, егет, күрәмһең,
Ул ҡоштарҙы беләмһең,
Килеп тауға ҡунғандар,
Ем булырын белгәндәр.
Ҡойоға ҡыҙҙар һалған һуң,
Ҡыҙҙар шунда үлгән һуң,
Барыһын алып ҡойонан
Ҡоҙғондарға ташлайҙар,
Улар шунда ашайҙар.
Бынау бәйле егеттәр
Һәр ырыуҙан килгәндер.
Батша ҡыҙы йыл һайын
Тәүҙә һайлай берәүһен;
Унан ҡала батша үҙе
Ҡолдар һайлай һарайға;
Унан тороп ҡалғаны —
Тәңре өсөн ҡорбанға», —
Тип һөйләп тә бөтмәгән,
Зарын әйтеп етмәгән —
Алтын тәхет өҫтөндә
Батша ҡыҙы ултырған,
Дүрт яғынан дүрт ҡоло
Тәхетене күтәргән,
Баҫмалатып артынан,
Бер яраны эйәргән,
Быныһы үҙе артынан
Ҡалғандарын эйәрткән.
Килеп еткәс, ти, былар:
«Тигеҙ, яҡшы тороғоҙ,
Батша ҡыҙы килә бит,
Яҡты йөҙлө булығыҙ!» —:
Тип берәүһе әйткән, ти.
Сафты боҙоп торғанды
Ҡамсы менән һуҡҡан, ти.
Батша ҡыҙы шул саҡта
Килеп еткән майҙанға;
Урал да рәт боҙмаған,
Баҫып торған ыңғайға;
Батша ҡыҙы, аралап,
Бер егетте һайлаған,
Араһынан оҡшарҙай
Бер егет тә тапмаған.
Аҙаҡ сиктә, яҡынлап,
Уралға килеп еткән, ти,
Туҡтап тороп шул ерҙә
Уралға күҙ теккән, ти;
Ҡулына алып бер алма
Уға бүләк иткән, ти.
Батша ҡыҙы майҙанда
Башҡа һайлап тормаған,
Уралды алып барырға
Бер яранға ымлаған.
Ҡыҙ тәхеткә ултырған,
Тағы ҡолдан күтәртеп,
Һарайына юлланған.
«Батша ҡыҙы һөйҙө бит,
Батша кейәүе булды бит!» —
Тип, барыһы шау килеп,
Ярандары зыу килеп,
Халыҡты ситкә тарҡатып:
«Әйҙә һарайға, егет,
Батша ҡыҙы көтә», — тип,
Уралға йола аңлатып,
Бер яраны шул саҡта
Юл башларға булған, ти,
«Кейәү булдың беҙгә», — тип,
Арҡаһынан һөйгән, ти.
Урал быға күнмәгән,
Һарайға ул китмәгән.
«Мин йоланы белмәйем,
Эш аҙағын күрәйем,
Аҙаҡ барһам, барырмын,
Ҡыҙҙы эҙләп табырмын», —
Тиеп Урал әйткән, ти,
Ярандарҙың һүҙҙәрен
Шулай кире ҡаҡҡан, ти;
Ә тегеләр ҡорсайып,
Ҡыҙға әйтә киткән, ти.
Күп тә ваҡыт үтмәгән,
Майҙанда шау-шыу бөтмәгән,
Алғасҡылар юл башлап,
Дүрт батырын эйәртеп,
Ҡолдан тәхет күтәртеп;
Бураланған дөйәләй,
Ҡанһыраған айыуҙай
Күҙенә ҡан һауҙырып,
Күҙ ҡабағын тойҙороп,
Ужар сәсеп, мат ҡурып,
Ҡабан сусҡа елкәле,
Филдәй йыуан балтырлы,
Ҡымыҙ тулған һабалай,
Имәнес йыуан ҡорһаҡлы,
Ужарынан халыҡтың
Башын ергә эйҙереп,
Ҡатил батша килгән, ти,
Барыһын да аралап,
Ир-ҡол һайлап үткән, ти.
«Быныһы һарайға барыр, тип, —
Быныһы ҡорбанға булыр», тип,
Ҡол һайлауын бөткән, ти.
Ҡыҙ һайлауға күскән, ти.
Ҡыҙҙар һайлап йөрөгәндә,
Бер һылыуға еткәндә,
Бер яранын саҡыртып:
«Тешен ҡара», — тигән, ти.
Алһыу йөҙөн ҡаплаған
Ҡулын ҡыҙҙың алған, ти;
Күкрәктәрен ҡапшаған,
Билен тотоп ҡараған, —
«Һарайға был ярар, тип,
Бүтәнен үҙегеҙ ҡараң, тип,
Арыуҙарын һайлағыҙ,
Кәрәгенсә алығыҙ», —
Тиеп батша әйткән, ти,
Ярандарға ҡушҡан, ти.
«Ҡалғандары әсәмдең,
Мине йыуған ҡойомдоң
Ҡорбанына ҡалыр», - тип,
Аҙаҡ һүҙен әйткән, ти.
Асыуланып, шул саҡта
Ҡыҙы килеп еткән, ти,
Урал янына үткән, ти,
Үпкә һүҙен әйткән, ти:
«Егет, һине һайланым,
Һарайыма барманың,
Алма биреп ымланым,
Мине тиңгә алманың,
Кире ҡаҡтың һүҙемде,
Бөтә ҡолдар алдында
Ҡара иттең йөҙөмдө», —
Тигән һүҙҙе ишеткәс,
Батша төшкән тәхеттән:
«Ҡайһы ырыу егеттән
Минең ҡыҙым хурланған?» —
Тип Уралға килгән, ти,
Төкөрөк сәсеп ауыҙҙан
Һүҙен һөйләп киткән, ти:
«Әй, егет, һин затымды,
Ҡатил батша атымды,
Кеше түгел, был илдә —
Мин биләгән һәр ерҙә —
Ҡошо-ҡорто, йәнлеге
Ишетеп тә, күреп тә,
Гүрендәге үлек тә,
Аңлағанын беләһең!
Ҡыҙым әйткәс бармайса,
Нимә уйлап тораһың?
Ниңә йолам боҙаһың,
Бармай ваҡыт һуҙаһың?»
«Батша тигән нәмәне,
Кеше һуйыр йоланы
Ишетеп тә, күреп тә,
Нисә йылдар йөрөп тә,
Һис бер ерҙә күрмәнем,
Барлығын да белмәнем.
Мин ят йола белмәйем,
Үлем тигән яуызды
Үлтерергә эҙләйем.
Йоланан да ҡурҡмайым,
Үлемдән дә өркмәйем,
Кеше түгел, ҡошто ла,
Үлем килә ҡалдыниһә,
Килеп ҡулын һалдыниһә,
Уны биреп Үлемгә
Ҡул ҡаушырып тормамын!
Бына, ҡарап торайым,
Бар йолаңды күрәйем,
Аҙаҡ сиктә үҙ уйым
Һиңә әйтеп бирәйем», —
Тигән һүҙен ишеткәс,
Уралдың төптө сит кеше
Икәнлегене белгәс,
Ярандар ҙа, батырҙар,
Батша яҡлы ҡарт-ҡоролар,
Батша ҡыҙын Уралдан
Уға ҡыҙҙы биреүҙән,
Уны кейәү ҡылыуҙан
Барыһы ла көнләшкән;
[Үлем көткән бары халыҡ
Мыны ишетеп ҡыуанып,
Үҙ араһы һөйләшкән.]
Батша быға шашҡан, ти:
«Бындай тинтәк һайлама,
Күҙең юҡҡа талдырып,
Юҡ кешегә ҡарама,
Ҡайтсы, ҡыҙым, ҡайт, әйҙә,
Һарайыңа кит әйҙә», —
Тип ҡыҙына әйткән, ти.
«Ҡорбандарҙы тотмағыҙ,
Ҡыҙын һыуға һалығыҙ,
Ирен утҡа атығыҙ.
Был егетте бығаулап,
Минең янға оҙатығыҙ», — тип,
Дүрт батырға ҡушҡан, ти.
Үҙе, тәхеткә ултырып,
Башҡарыуҙы көткән, ти.
Ярандары ҡыҙҙарҙы,
Ҡулы бәйле ирҙәрҙе, —
Ҡыҙын һыуға ташларға,
Ирен утҡа тапшларға
Ҡуҙғалыша башлағас,
Халыҡ сыр-сыу илашҡас,
Урал ырғып сыҡҡан, ти,
Ошо һүҙен әйткән, ти:
«Мин күренмәҫ Үлемде
Юҡ итергә сыҡҡанмын;
Ҡан ҡойоусы батшанан,
Кеше ашар дейеүҙән
Бар кешене ҡотҡарыу,
Йәншишмәнән һыу алып,
Үлгәндәрҙе терелтеү
Өсөн тыуған батырмын!»
Халыҡ илап торғанын
Күҙ алдында күргәндә,
Йәнде алыр яуыз Үлем
Кешегә ҡулын һалғанда,
Ирмен тигән ир-батыр
Шып-шым ҡарап торормо?
Яуыздарға юл ҡуйып,
Батыр ҡурҡып ҡалырмы?
Кит, ярандар, артабан,
Төш, ҙур батша, арбанан,
Ҡолдар ҡулын сисегеҙ,
Ҡыҙҙар ҡулын сисегеҙ!»
Батша быны ишеткәс,
Ҡыҙарынған, бүртенгән,
Ҡысҡырынған, екергән,
Батырҙарына ҡарап:
«Үлем эҙләп йөрөһә,
Ҡанға һыуһап тилмерһә,
Күрһәтегеҙ Үлемде,
Танытығыҙ илемде!» — тип,
Ҡаты фарман биргән, ти.
Тәне йөнтәҫ айыуҙай,
Үҙҙәре ҙур дейеүҙәй
Дүрт батыры килгән, ти,
«Алыштанмы, тартыштанмы? —
Һайла берҙе!», — тигән, ти.
«Әрәм булып ҡуймағыҙ,
Тәүҙә шуны уйлағыҙ.
Үҙегеҙҙән көслөрәк
Берәй хайуан һайлағыҙ»,
Тигәс, былар яман көлгән, ти.
«Ай-һай батыр икәнһен!» —
Тип, батша ла, бары ла
Мыҫҡыл итеп ҡуйған, ти.
Ҡатил батша асыуҙан
Ни әйтергә белмәйсе,
Уйлап-нитеп тормайсы:
«Ҡанһыраған икән был,
Йәнһерәгән икән был, —
Һарайымды күтәргән
Үгеҙемде килтерең:
Үгеҙ ҡылыр ҡылыҡты,
Һеҙ батырҙар, тик тороң», —
Тигән һүҙҙе ишеткәс,
Бары халыҡ ҡурҡҡан, ти.
Уралды бик ҡыҙғанып,
Әрәм була егет, — тип,
Халыҡ күҙ йәш түккән, ти.
Атаһына ялбарып,
Ҡыҙы ла килеп еткән, ти:
«Атаҡайым, ҡуйсәле,
Юҡҡа әрәм итмәле!
«Кейәү һайла үҙең», — тип
Миңә биргән һүҙең бар.
Был егетте һайланым,
«Кейәүем», тип уйланым,
Һөйләшергә егеттең
Һис яйына ҡуйманың.
Атаҡайым, ҡуйсәле,
Юҡҡа әрәм итмәле!» —
Тиеп ҡыҙы әйтһә лә,
Ҡанлы йәшен түкһә лә,
Ҡыҙы һүҙен алмаған,
Ҡыҙ яйына ҡуймаған.
Ерҙе тырнап, үкереп,
Шылағайын ағыҙып,
Тауҙай үгеҙ килгән, ти.
Урал алдына килеп,
Баҫып ҡарап торған да,
Муйынын аҙыраҡ борған да:
«Егет, ергә атмамын,
Сереп, туҙан булғансы,
Елгә осоп туҙғансы,
Мөгөҙөмдө һаҡлармын,
Һине шулай ҡаҡлармын!»
Тип Уралға әйткән, ти.
«Мин дә әрәм итергә,
Үгеҙ, һине тырышмам,
Яфаланып, көс түгеп,
Һинең менән сайҡашмам.
Донъяла һин кешенән
Көслө юғын танырһың, —
Үҙең түгел, тоҡомоң менән
Кешегә ҡол булырһың», —
Тигән һүҙгә был үгеҙ
Асыуланып ынтылған,
Мөгөҙөнә алырға
Уралға ул уҡталған.
Урал батыр үгеҙҙе
Мөгөҙөнән алған, ти.
Тырышҡан, ти, үгеҙ ҙә,
Тырмашҡан, ти, үгеҙ ҙә,
Ышанһа ла мөгөҙгә,
Ысҡыналмай Уралдан,
Тубығынан батҡан, ти;
Көсөргәнеп тырышҡас,
Ауыҙынан үгеҙҙен
Ҡап-ҡара ҡан аҡҡан, ти;
Өҫкө теше төшкән, ти,
Үгеҙ хәлһеҙләнгән, ти,
Сәсәп, әлһерәгән, ти.
Быны күреп Ҡатил да,
Ярандары ла, бары ла
Аптырауға ҡалған, ти.
Урал һүҙенән китмәгән,
Үгеҙҙе әрәм итмәгән,
Шаҡарып ике мөгөҙҙө,
Батҡан ерҙән үгеҙҙе
Күтәреп алып ҡуйған, ти.
Үгеҙҙең дүрт тояғы
Урталайға ярылып,
Араһына ҡом тулып,
Һырҙай ҡанға туҙған, ти.
Урал: «Ҡулым тейгән мөгөҙөң
Кәкерәйгән көйөнсә,
Тешен төшкән ауыҙың
Өҫкө тешең үҫмәйсә,
Айырылған тояғын
Һис тә берекмәйенсә,
Үҙең түгел, балаң да
Мәңге ҡалыр шул көйсә.
Кеше көсөн күрҙең һин,
Хәлһеҙлегең белдең һин,
Кешегә мөгөҙ сайҡама,
Еңермен тип, айҡанма!» —
[Тигәс, үгеҙ ҡурҡҡан, ти,
Аҡһаҡалдар, батша ла
Аптырауға ҡалған, ти.
Ҡатил серен бирмәгән.
«Бер табандан уҡтал!», — тип,
Дүрт батырға ымлаған.
Батырҙары килгән, ти.
«Йәнең сыҡһа ҡулымда,
Тәнең ҡайҙа ташлайым?
Сорғатҡансы үлмәһәң,
Ҡайһы илгә сөйәйем?» —
Тип, бер батыр Уралға,
Алып һүҙен әйткән, ти.
Урал бынан ҡурҡмаған,
Дүрт батырға ҡаршы тороп,
Алға табан атлаған.
«Дүртегеҙ ҙә килегеҙ,
Үлем эҙләп йөрөгән
Батыр көсөн белегеҙ;
Ҡулығыҙҙа йән бирһәм,
Арыҫланыма бирегеҙ;
Көсөгөҙ етһә ташларға,
Йәншишмәгә сөйөгөҙ,
Инде һеҙ ҙә әйтегеҙ:
Минең ҡулға төшһәгеҙ,
Күбәләктәй осһағыҙ,
Ҡайҙа ҡарай сөйәйем?
Дейеүҙәрҙе ҡыйратып,
Йәншишмәнән һыу алып,
Кире һеҙгә килгәндә,
Һеҙҙе эҙләп йөрөгәндә,
Он-талҡандай итегеҙҙе,
Күбәләктәй йәнегеҙҙе
Ҡайһы ерҙән табайым?» —
Тигәс Урал, көлгәндәр.
«Көсөң етһә атырға,
Һыртты ергә һалырға,
Батша менән ярандарҙың
Алдына ҡарай ташларһың», —
Тип мыҫҡыллап ҡуйғандар,
Дүрте берҙән уҡталып,
Йәбешкән, ти, батырға.
Урал тотоп береһен,
Олаҡтырған батшаға,
Ҡалған өсөһен бер юлы —
Ярандары алдына.
Ер һелкенгәндәй булған,
Ярандар ҙа, батша ла,
Олаҡтырған батыр ҙа
Он-талҡанға ҡалған, ти,
Күҙҙән ғәйеп булған, ти.
Ҡан илаған әсәләр,
Һыҡтап торған аталар,
Ҡулы бәйле балалар, —
Барыһы ла күргән, ти,
Ябырылып Уралдың
Барыһы янына килгән, ти.
Урал һарайға барған, ти,
Бар халыҡты йыйған, ти,
Ҡасҡан-боҫҡан — барына
Үҙ йортона ҡайтырға
Урал фарман биргән, ти.
Аранан баш һайлатып,
Үҙе китмәк булған, ти.
Халыҡтар йыйын ҡорған,
Урал уртала булған.
Халыҡ эсендә ин ҡарты
Былай тиеп әйткән, ти:
«Егет тә егет икәнһең,
Егет, батыр икәнһең.
Йөрәгенә таянып,
Беләгенә һыҙғанып,
Беҙҙәйҙәрҙе ҡыҙғанып,
Килгән батыр икәнһең,
Еңеп ятыр икәнһең!
Батша асыуын ҡуптарған,
Һиңә ҡаршы өскөргән,
Шул айҡанлы беҙҙәрҙе.
Шатлы азат иттергән
Батша ҡыҙы булды бит,
Ул сәбәпсе булды бит.
Һине һөйөп шаулашты,
Атаһы менән даулашты;
Батша ҡыҙын ал, егет,
Бында тороп ҡал, егет!» —
Тигән һүҙҙе ишеткәс,
Барыһы ла димләшкәс,
Урал алмаҡ булған, ти,
Ҡыҙҙы алып, туй яһап,
Бер аҙ ҡалмаҡ булған, ти.

3-сө бүлек.

Уралдың Зәрҡумды үлемдән алып ҡалғаны, уның менән атаһы Ҡәһҡәһә батшаға барғаны, сер һарайын асҡаны, Гөлөстанды үҙенә алғаны

Бер нисә көн булған һуң,
Ҡыҙҙың туйы уҙған һуң,
Урал тағы киткән, ти,
Күп һыуҙарҙы кискән, ти.
Бара торғас, бер ерҙә,
Бер ҡая тау битендә,
Уйпат сая эсендә
Арыҫланынан төшөп,
Ял итергә ятҡанда,
Йылан ыҫлаған тауыш
Ҡолағына салынған.
Ырғып тороп урынынан,
Тирә-яғына ҡаранған.
Йыраҡ түгел, яҡында,
Бер ҡулҡының янында:
Бейеклеген ҡараһаң, –
Арыҫлан аша күренмәҫ,
Оҙонлоғон үлҫәһәң, –
Йөҙ аҙымда түкәлмәҫ,
Ғәләмәт бер ҙур йылан
Ҡулҡы эсенән һөҙөп,
Тотоп алған бер болан.
Ай, айҡаша, ти, былар,
Һай, сайҡаша, ти, былар;
Аҙаҡ сиктә түҙалмай,
Йыланға ҡаршы торалмай,
Сәсәп, йығылған болан,
Арт һанынан боландың
Шундуҡ ҡапҡан, ти, йылан.
Урал барған йүгереп;
Йылан ҡойроғон болғап,
Дулай, ти, ағас һындырып.
Уралды ла йоторға
Ҡойроҡ менән һуҡҡан, ти,
Урал урап йыландың
Ҡойроғонан тотҡан, ти.
– Ебәр һин боланды! – тип,
Йыланға Урал әйткән, ти.
Йылан бер һүҙ әйтмәгән,
Боландың ул арт һанын
Сәйнәгән дә сәйнәгән.
Тырышҡан, ти, был йылан
Үҙ теләген итергә,
Боланды йотоп бөтөргә
Тырышһа ла, булмаған:
Ҙур мөгөҙҙә туҡтаған;
Ҡойроғо менән шаҡарған,
Унда ла мөгөҙ һынмаған;
Ергә һуҡҡан боланды –
Мөгөҙгә бер ни булмаған.
Бара-тора йыландың
Һис тәҡәте ҡалмаған;
Йотһа, мөгөҙ ебәрмәй,
Ҡоҫһа, кире тибәлмәй;
Аптыраған, алйыған,
Һис тә эше сыҡмағас,
Башҡа сара ҡалмағас,
Йылан, башын сәкәйтеп,
Уралға ҡарап ялбарған:
– Ай, егетем, ярҙам ит,
Шул булмаһын үлемем,
Ҡәһҡәһәнең улымын,
Зәрҡум тигән егетмен,
Ярҙамыңа ҡарыуға
Мин дә ярҙам итермен.
Юлымда юлдаш бул, тиһәң,
Юлыңа бергә китермен;
Ынйы-мәрйен һораһаң,
Һарайыма барырһың,
Теләгәнсә алырһың,
Ҡунаҡ булып ҡалырһың, –
Тигән һүҙҙе ишеткәс,
Урал былай тигән, ти:
– Һис тә ҡарыу ҡылмаған,
Бер йәнгә лә теймәгән,
Ҡан эсмәҫтәй боланды
Минең дошман Үлемгә
Асмарланың бахырҙы,
Миңә һөйлә серене,
Миңә әйт һин барыны,
Миңә бүләк кәрәкмәй,
Миңә һарай кәрәкмәй,
Мин сыҡҡанмын илемдән
Ҡотҡарырға кешене,
Ғәйепһеҙ болан ишене
Яуыз дошман Үлемдән.
Зәрҡум:
– Ай, егетем, әйтәйем,
Бар серемде һөйләйем:
Беҙгә яҡын бер ерҙә,
Ҡоштар торған ҙур илдә,
Самрау тигән батша бар.
Шул батшаның Ҡояштан
Тыуып төшкән ҡыҙы бар.
Мин һораным – бирмәне,
– Һин йылан, – тип, ҡыҙы ла
Мине тартып килмәне.
Мин атама ялындым,
Көнөн-кисен ялбарҙым,
– Атай, шуны ал, – тинем,
Һис булмаһа иленә
Утлы яуың ас, – тинем.
– Бөгөн ауға сыҡ, тине,
Йылан туның кей, тине;
Ун ике тарбаҡ мөгөҙлө
Болан табып эй, тине –
Шуны йотһаң, донъяла
Төрлө төҫкә керерһең,
Хәүеф белмәй йөрөрһөң;
Кешеләрҙең һылыуы,
Бер ир-егет булырһың;
Ҡош иленә барырһың,
Самрауҙың бер ҡыҙын
Үҙең һайлап алырһың, –
Тигәс, ауға сыҡҡайным,
Боланды ла йотҡайным;
Инде хәлем ҡалманы:
Ауыҙыма кипләнгән
Мөгөҙө һис һынманы,
Теләгәнем булманы.
Егет, мине хур итмә,
Бер изгелек ит, егет,
Миңә ярҙам ит, егет!
Атама бергә барайыҡ,
Ни теләһәң – алайыҡ.
Атамдан байлыҡ һорама:
Донъяла һылыу ҡыҙ бирер,
Анһына ла алданма!
Һарай тулы мал бирер,
Анһына ла алданма,
Ынйы-мәрйен – барыһын
Атам түгер алдыңа, –
Анһына ла алданма!
Аҙаҡ сиктә атайым:
– Ынйы-мәрйен һөймәгән,
Байлыҡҡа баш эймәгән,
Ай, һылыу ҡыҙ, тимәгән,
Был донъяла йөрөп тә,
Ишетеп тә, күреп тә
Һис берәүҙе тапманым,
Бирер нәмәм ҡалманы,
Инде үҙеңә туҡтаным,
Егет, әйтсе теләген,
Ҙур эшеңә бүләгем, –
Тиер һиңә атайым.
Алдан әйтеп ҡуяйым:
Аждаһа туның һал, – тирһең,
Ҡош туныңды кей, – тирһең,
Ҡош телеңде сығарып,
Ауыҙыма бир, – тирһең.
Атам һине ҡурҡытыр,
Ташҡа төкөрөп күрһәтер,
Ташты һыуҙай ҡайнатыр.
Әгәр тауға төкөрһә,
Тауы иреп, һыу булыр,
Ағып бары шул саҡта,
Бер үҙәнгә йыйылыр,
Осо-сиге күренмәҫ
Ялтыраған күл булыр.
Анһынан да ҡурҡма һин,
Һаман телен һора һин.
Атам телен үпкән һуң, –
Күңеле йомшап киткән һуң,
Ни һорайһың бүләккә? – тип,
Һиңә ҡарап әйткән һуң:
– Бер ҙур илдә батшаның
Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ
Ҡылыр эшен беләһен,
Үҙ һөйгәнең ни булһа,
Шуны миңә бирәһең, –
Тигәс, ынйы башлы таяғын
Бирһә, уны алырһың.
Ул таяҡтың даны шул:
Һыуға төшһәң, батмаҫһың,
Утҡа инһәң, янмаҫһың,
Күренмәҫкә теләһәң,
Һис бер йән дә күрәлмәҫ,
Дошман һине эҙләһә,
Бер ҡасан да табалмаҫ, –
Тиеп Зәрҡум ялбарғас,
Урал мөгөҙҙө һындырған,
Йылан, боланды йотҡас,
Шундуҡ бер егет булған.
Уйламаҫтан-нитмәҫтән,
Һүҙҙәре лә бөтмәҫтән,
Бер һыҙғырыу ишеткән,
Зәрҡумдың йөҙө шул саҡ
Ағарынып, буҙ булған.
Урал: – Ни? – тип һораған,
Зәрҡум бер ни әйтмәгән,
Унан серен йәшергән.
– Атам белде серемде,
Мин һөйләгән уйымды;
Был егеттән яҙлыҡһам,
Быны йотмай ебәрһәм,
Атам йөрәге ташыр,
Асыуынан мине аҫыр.
Йоторға көс алалмам,
Ҡойроғомдо боғалаҡ
Тағы да мин ҡылалмам.
Атама илтеп тапшырһам,
Аяғына баш орһам,
Аҙ-маҙ яза алырмын,
Үҙем иҫән ҡалырмын, –
Тигән уйҙы уйлаған,
Тик Уралға әйтмәгән,
– Атам эҙләтә икән, – тип,
Ул Уралды алдаған.
– Әйҙә, егет, барайыҡ,
Беҙҙә ҡунаҡ булайыҡ,
Атайымдан бүләккә
Мин әйткәнде һорайыҡ, –
Тип Уралды өндәгән,
Һарайына димләгән.
– Йылан илене күрәйем,
Бар серене беләйем,
Яҡшылыҡҡа яманлыҡ
Була икән донъяла,
Бергә барып күрәйем.
Егет һүҙе бер булыр,
Алға алған уй булыр,
Тартынмайса барайым.
Үлем еңер йөрәктең,
Уны йығыр беләктең
Батырлығын һынайым, –
Тиеп Урал уйлаған,
Барыу юлын һайлаған,
– Һау булһам, кире килермен,
Һинең менән булырмын.
Килмәһәм, оҙаҡ көтмәҫһең,
Ситтә ғүмер итмәҫһең,
Төҫәүелләп юлыңдан,
Илгә ҡайтып китерһең,
Минән сәләм әйтерһең, – тип,
Арыҫланына әйткән, ти,
Маңлайынан үпкән, ти,
Шунда ҡуйып киткән, ти.
Бергә киткән, ти, былар,
Күп ер үткән, ти, былар.
Күккә олғашҡан ҙур тауҙай
Ҡара күргән алдында,
Нәж(ә)ғәйҙәй ялтыраған
Ут уйнай, ти, янында.
Күк томандар ҡаплаған,
Ут һөрөмө бөркөлгән
Нәмә күргәс юлында,
Урал: – Ни? – тип һораған,
– Һарайҙарҙы һаҡлаған
Тау түгел ул, йылан, – тип,
Зәрҡум уға аңлатҡан.
Барып еткән, ти, былар,
Шунда күргән, ти, Урал:
Тимер ҡойма янында
Уралып үҙ яйына
Туғыҙ башлы бер йылан –
Һаҡсы икәнен белгән.
Зәрҡум башлап барған, ти,
Туғыҙ башлы йыланға:
– Асҡыс килтер! – тигән, ти.
Йылан шыжлап һыҙғырған,
Тау-таш ауғандай булған,
Бер саҡ тауыш ҡуҙғалған:
Алтышар башлы дүрт йылан
Асҡыс һөйрәй икән, ти,
Шул асҡыстың тауышы
Шундай шаулай икән, ти.
Шул ҙур асҡысты алып,
Һарайҙы асҡан, ти, барып.
– Әйҙә, егет, инә тор,
Мин атама барайым,
Бында алып киләйем, –
Тиеп Зәрҡум киткән, ти,
Уралды шунда япҡан, ти.
Бер саҡ һарай тирәһе:
Эреһе-вағы, төрлөһө –
Йылан килеп тулған, ти;
Төрлө һүҙҙәр булған, ти,
Урал тыңлап торған, ти.
Ун бер башлы бер йылан:
– Сират миңә ашарға –
Ун икенсе баш яһарға,
Батшаға иң яҡын бер
Вәзиренән булырға.
Туғыҙ башлы бер йылан:
– Юҡ, был кеше батшаның
Серен алды улынан,
Вәғәҙә алды ҡулынан;
Быны батша йә үҙе,
Йә булмаһа мин йотам:
Батшабыҙҙың бар серен
Үҙ башымда мин тотам.
Батша уны ашамаҫ,
Улын яҡлап ҡотҡарғас,
Ашаһа ла, баш үҫмәҫ.
Юҡҡа йыйылып тормағыҙ,
Ымһынышып йөрөмәгеҙ,
Һеҙгә теймәҫ – көтмәгеҙ, –
Тигәс, барыһы таралған.
Туғыҙ башлы ҙур йылан
Шул тирәлә уралған.
Ҡапҡаға яҡын килгән, ти,
Бер ҡыҙ төҫлө булған, ти,
Урал янына инеп,
Арбамаҡсы булған, ти,
Уралға ҡул һуҙған, ти.
Урал ҡулын ҡыҫҡан, ти, –
Бармаҡтары осонан
Ҡаны бәреп сыҡҡан, ти;
Йылан түҙмәй ҡыҫыуҙан
Ут бөркмәк булған, ти;
Урал сәсеп ғәйрәтен,
Боғаҙынан алған, ти.
– Һин бит серҙе белеүсе,
Кеше ашап ятыусы,
Баш үҫтереп йөрөүсе,
Ҡәһҡәһәнең бар серен,
Башын һаҡлап тороусы,–
Тигән һүҙҙе ишеткәс,
Аптырауға ҡалған, ти:
– Ай, тәңрем икәнһең,
Мин быны һис белмәнем,
Кешеһең, тип уйланым.
Шуға бая батшама:
– Улың серҙе кешегә,
Беҙгә дошман ишегә
Һөйләгән бит, – тигәйнем,–
Тиеп, йылан Уралдың
Аяғына йығылған,
Бил урталай һығылған.
Еҫкәнепме, һиҙепме,
Күп тә үтмәй был йылан:
– Юҡ, юҡ, тәңрем түгел һин –
Кеше еҫе аңҡыны –
Ысын кеше икәнһең!
Батша улын һөйләтеп,
Бөтә серҙе белгәнһең,
Серҙе аңлап килгәнһең,–
Тиеп ырғып торған, ти,
Ауыҙ асып, ажғырып,
Утын бөркмәк булған, ти.
Урал ҡурҡып тормаған,
Башына бер орған, ти,–
Бер башынан сылтырап,
Ергә асҡыс ҡойолған,
Һигеҙ баштан тағы ла
Һигеҙ батыр бар булған.
– Барыбыҙ ҙа кеше инек,
Илебеҙҙә ир инек,
Йылан беҙҙе ашаны,–
Үҙенә баш яһаны.
Яр йыландың йөрәген –
Алтын асҡыс табырһың
Сер һарайын асырһың,
Теләгәнең алырһың,–
Тип тегеләр әйткән, ти.
Урал йөрәген ярған, ти,–
Сер һарайын асҡан, ти:
Ынйы менән биҙәнгән,
Ебәк менән уранған,
Йөҙө-башы һарғайған
Бер һылыу ҡыҙ күренгән;
Ҡыҙ янында – бер ишек,
Шуны барып асҡан, ти;
Бер тәхеттең янында
Ынйы таяҡ күргән, ти.
– Алсы, егет, таяҡты,– тип,-
Теге кешеләр әйткән, ти.
Шул саҡ һарай ишеген
Бер аҡ йылан асҡан, ти;
– Был кем бында инеүсе,
Һис кешегә теймәҫтәй
Таяғымды алыусы?– тип,
Йылан килеп Уралға,
Йотайым тип, уҡталһа,
Урал тотоп алған, ти,
Ергә урап һалған, ти,
Ошо һүҙҙе әйткән, ти:
– Кеше юйыр Үлемде
Эҙләп сыҡҡан батырмын;
Үлем яҡлы берәүҙе
Ерҙә имен ҡуймамын;
Атым Урал булғанда,
Затым кешенән булып,
Был донъяға тыуғанда,
Кешегә ярҙам итермен,
Илем байман итермен,
Кешегә дошман булғандың
Барын тар-мар итермен.
Батша булһаң, бир фарман:
Бөтә йылан йыйылһын,
Кеше эйгән баштары
Бары ергә эйелһен, –
Барын турап бөтөрмөн,
Кире кеше итермен.
Яуыз Үлем юлдашы,
Бөтә йылан-яуызды,–
Барын тар-мар итермен! –
Тигән һүҙен ишеткәс,
Батырлығын һынағас,
Йылан да буй биргән, ти.
– Таяғым киткәс ҡулымдан –
Көсөм һиндә,– тигән, ти.
Батша фарман биргән, ти:
Бар йыланды йыйған, ти;
Кеше ашап үҫкәндең
Башын Урал ҡырҡҡан, ти, –
Баштан кешеләр сыҡҡан, ти.
Бар һарайҙы астырған,
Зиндандағы тотҡондоң
Барыһын да ҡотҡарған.
– Хәҙер улыңды тап, – тигән,
Эҙләп алып кил! – тигән.
Халыҡ иреккә сыҡҡан, ти,
Бикле ятҡан һылыу ҡыҙ –
Ул да бергә сыҡҡан, ти;
Барыһы ла килгән, ти,
Уралды һырып алған, ти:
– Тәңре бирмәҫ ярҙамды
Беҙгә, егет, атҡарҙың,
Ил ҡаплаған яуыздың
Утлы яуын аҡтарҙың.
Инде, егет, нишләйек,
Ниндәй бүләк бирәйек,
Ни тип әйтеп ҙурлайыҡ?
– Һис бер ҙурлыҡ кәрәкмәй.
Ил батыры шул булыр –
Кеше һөйөр ир булыр,
Һеҙҙең шатлыҡ – минеке,
Минең шатлыҡ – һеҙҙеке.
Илдең барын йыяйыҡ,
Күмәкләп туй ҡылайыҡ,
Арағыҙҙан берәүҙе
Башлыҡ итеп ҡуяйыҡ.
Йыланға ҡаршы яу тотҡан,
Күп йыл буйы һуғышҡан
Алғыр тигән ир булған, –
Шуны башлыҡ ҡылған, ти.
Алғыр ҡарт ҡорҙашының
Тоғро бер юлдашының
Ҡыҙы ҡалған – Гөлөстан –
Ҡәһҡәһәлә ҡол булған,
Һарайҙа бая осраған
Ошо ҡыҙҙы димләшеп,
Уралға бирмәк булғандар.
Урал халыҡтың уйҙарын –
Ҡыҙҙы алыр туйҙарын
Бер аҙ һуңлатмаҡ булған,
Әзрәҡәне еңгәнсе,
Туйҙы туҡтатмаҡ булған.
Арала иң өлкәне,
Донъяны күп күргәне:
– Һәр йыл ғүмер бер батыр
Иле өсөн яратыр.
Быуын-быуын үтер ул,
Киләсәк быуын етер ул,
Һинең даның ҡалһа ла,
Ҡулда ғәйрәт бөтөр ул.
Ир бөтһә лә, ил бөтмәҫ,
Ил батыры – батырҙан,
Батыр ирҙән тыуыр ул;
Атанан күреп, уҡ юнып,
Өлкәндән күреп, яу ҡыуып,
Ил эсендә үҫер ул,
Утын-һыуын кисер ул.
Батырҙан батыр тыуғанда,
Бер быуын тип һаналған
Илдә ғүмер үтер ул.
Батыр атанан ҡот йәйгән,
Матур әсәнән һөт имгән,
Һиңә тиңдәш булыр ҡыҙ,
Батырға әсә булыр ҡыҙ, –
Тигәс, Урал тыңлаған:
Гөлөстанды алған, ти,
Бер оло туй ҡылған, ти,
Бергә ҡунаҡ булған, ти.

4-се бүлек

Уңдан киткән Шүлгән дә
Осраған, ти, бер ҡартҡа.
Ни эҙләүен был яҡта,
Килгән саҡта юлында
Осрағанын бер ҡартҡа, —
Барын һөйләп биргәс тә,
«Был ҡарт тағы Шүлгәнгә,
Сер йәшермәй, эс тартмай,
Былай тиеп әйткән, ти:
«Һин осраған ул бабай —
Минең ҡустым булыр ул,
Минең менән бер илдә
Тыуып үҫкән ине ул;
Уның йөҙө хәҙер ҙә —
Ап-аҡ һаҡал, сал ҡарттыр,
Саҡ йәнене аҫырарҙай,
Үҙе ҡаҡшау, ябыҡтыр.
Бына мине күрәһең —
Бер егеттәй тиерһең,
Уны «ҡустым» тигәнгә,
«Был ҡарт алдай», — тиерһең.
Уның сере шул, егет,
Шуны яҡшы бел, егет:
Беҙҙең илдә бар кеше лә —
Өлкәне йәнә йәше лә —
Барыһы ла туғандай,
Бер әсәнән тыуғандай;
Илде талап йөрөмәҫкә,
Кеше ҡанын ҡоймаҫҡа;
Ил ынйыһын йәшереп,
Ергә күмеп ҡуймаҫҡа;
Тапҡан-таянған бары
Һис айырым булмаҫҡа;
Көслөнөкө — байман, тип,
Еҫерҙе сит күрмәҫкә;
Ҡыҙға әсә булғанды
Хур әсә, тип кәмһетеп,
Балаларын һыуға атып,
Ундай йола ҡылмаҫҡа,—
Тигән илдең анты бар.
Ҡустым шуны тотманы,
Көсө еткән йәндәрҙең
Барын ҡырҙы, туҡманы,
Ҡыйратты, ашаны;
Үлем тигән яуызға
Дуҫ, дошманын табырға,
Илдә күп ҡан ҡойорға
Йола таба башланы.
Шуға уны был илдән,
Тыуып үҫкән еренән
Бөтәһе лә берлектә
Ситкә ҡыуып ташланы.
Хәҙер илдән йыраҡта
Үҙе йәшәй тарлыҡта,
Ғүмере үтә зарлыҡта;
Шуға уның төҫ-башын
Үлем, ҡартлыҡ ҡапланы», —
Тиеп, был ҡарт һөйләгәс,
Шүлгән эште аңлаған,
Шул илде барып күрергә,
Ни барыны белергә
Ҡарттан юлын һораған,
Ҡарт йәшермәй һөйләгән.
Ай киткән, ти, йыл киткән,
Күп йылға, тауҙар үткән.
Ҡайҙа ғына төн булһа,
Шунда ятып йоҡлаған.
Барып сыҡҡан бер ергә,
Осраған бер күлгә,
Ситен ҡуға уратҡан,
Томбойоҡтар япрайып,
Тик ағастай, сәскә атҡан;
Һаҙмыт түгел, ҡырсын төп,
Өйрәк, аҡҡош, ҡыр ҡаҙы
Йөҙөп йөрөй — шундай күп.
Күлдә ятҡан балығы,
Ялтүш, сабаҡ, суртаны
Бергә йөҙөп уйнайҙар,
Бер-береһенә теймәйҙәр.
Быны күргәс, туҡтаған,
Арыҫлан ҡылыны алып,
Мәскәү яһамаҡ булған,
Балыҡ ауламаҡ булған.
Мәскәүенә һап эҙләп,
Ҡуйы таллыҡҡа ҡарап,
Атлап алға киткәндә,
Тал төбөнә еткәндә:
Талда һайрап ултырған,
Һандуғасты ҡушарлап,
Әберсендәр теҙелгән;
Яғылбай ҙа, ҡарсыға,
Тағы турғай күренгән.
Тау битенә күҙ һалһа,—
Ҡуй-һарыҡ та, бүре лә,
Әтәс, тауыҡ, төлкө лә
Бер тирәгә йыйылған.
Шүлгән күреп, туҡтаған,
Ҡарт һүҙене иҫләгән:
«Тәү батшаға барайым,
Һарай серен беләйем,
Ҡайтыуҙа юл ыңғайы
Барын аулап ҡарайым»,—
Тиеп Шүлгән уйлаған,
Арыҫланына менгән дә,
Үҙ юлына ыҡлаған.
Китеп барған сағында,
Ҡасып ултырған Зәрҡумға
Шүлгән килеп тап булған.
Зәрҡум бынан һорашҡан,
Шүлгән танмай һөйләшкән.
Зәрҡум үҙен Әзрәҡә —
Дейеү батша улы тип,
Сер йәшереп алдашҡан.
Әзрәҡәгә барырға,
Күп бүләктәр бирергә,
Бергә алып китергә;
Йәншишмәнән һыу алып,
Теләгәнсә бирергә
Зәрҡум уны димләгән;
Шүлгән серҙе белмәгән.
Былар бергә киткән, ти,
Былар күп ер үткән, ти;
Бер саҡ ергә тоташҡан,
Үҙе күккә олғашҡан
Ҡара нәмә күренгән.
Болот микән, тау микән?
Тау тир инең — ҡайнай, ти,
Болот тиһәң — шаулай, ти,
Шүлгән быға аптырап,
Юлдашынан һорай, ти.
Зәрҡум уға былай ти:
«Ул күренгән ҡарасҡы —
Һарайҙы һаҡлап тороусы,
Беҙҙе күреп килеүсе
Ҙур дейеүҙең берәүһе.
Туҡта, һин аҙ көтөп тор,
Ошо урында тороп тор,
Мин тәү барып әйтәйем,
Ҡунаҡ килде, тиәйем, —
Беҙҙе килеп алыр ул,
Һарайға алып барыр ул»,—
Тип, Шүлгәнде ҡалдырған.
Үҙе дейеүгә барған,
Юлдашымды, үҙемде
Һарайға илт, тип һораған.
Дейеү хәбәр иткән, ти,
Батша серҙе һиҙгән, ти,
Дейеүҙәргә ҡушҡан, ти.
Ике толпар етәкләп,
Батыр ирҙәй олпатлап,
Ҙур ҡунаҡтай йүпәтләп,
Бер ҙур дейеү килгән, ти,
Шүлгән менән Зәрҡумды
Һарайға алып киткән, ти.
Һарайға барып еткән һуң,
Шүлгәнде Зәрҡум ҡалдырып,
Хәбәр итеүен белдереп,
Үҙе һарайға ингән, ти,
Батшаға ҡул биргән, ти,
Әзрәҡәнең янында
Атаһыны күргән, ти.
Ҡәһҡәһә менән Әзрәҡә
Урал турында уйлашып,
Икәү-ара һөйләшеп,
Аптырашып, алъяшып
Ултырған саҡ икән, ти.
Һынсы дейеүҙәр килеп,
Бер ҡарт дейеү бик белеп:
«Анау саҡта, ай, батшам,
Бер йәш бала тыуғанда,
Шуның тауышы килгәндә,
Күктә осҡан дейеүҙәр
Бары ҡолап төшкәйне.
Баланы урлап алырға,
Үлтереп юҡ ҡылырға
Барған дейеү, ендәрҙең,
Бала текләп ҡарағас,
Тоторға тип уҡталғас,
Барған бере ҡурҡыуҙан
Йөрәге ҡубып үлгәйне.
Шул баланың сыҡҡанын,
Илгә яҡынлашҡанын,
«Алам» тигән уйының
Йәншишмәгә төшөүҙән
«Шишмә ҡурҡып ҡайнауын,
Яртылаш һыуы ҡайтыуын
Хәбәр итеп алғайның —
Ҙур ҡайғыға ҡалғайның.
Батшам, сара эҙләйек,
Ҡул ҡаушырып тормайыҡ;
Берәй кеше табайыҡ,
Самрау ҡоштоң Аҡбуҙын
Кеше аша алайыҡ,
Һис булмаһа — урлайыҡ».
Әзрәҡә: «Аҡбуҙатты алырға,
Уға эйәр һалырға
Йә булмаһа, ул атты
Был донъянан юйырға
Ете дейеү ебәрҙем.
Күктә торған буҙ аттың
Урынын үҙем күргәҙҙем.
Улар барып баҫтырҙы,
Тота алмағас яҡшылап,
Ат уларға килмәне,
Дейеүҙәрем ғәрлектән
Кире илемә инмәне:
Күктә ҡалды хур булып,
«Етегән» тигән исемдә
Мәңге ҡалды ут булып.
«Һис булмаһа һары атын
Алайым», тип уйланым.
Айҙан тыуған ҡыҙы бар,—
Шуны урлап ҡараным.
Ҡыҙы тотҡон булһа ла,
Аты бүләк булһа ла,—
Ул ат һаман килмәне,
Һис теләгем булманы.
Хәҙер беҙгә шул кәрәк:
Кеше булған ир кәрәк,
Ҡояш ҡыҙы Һомайҙы
Арбай алыр ир булһын,
Был донъяла бер булһын.
Ҡыҙ, яратып егетте,
Аҡбуҙ менән булатты
Бүләк итерҙәй булһын.
Буҙ ат менер ир тапһаҡ,
Ҡыҙ теләһә, ҡыҙ биреп,
Мал теләһә, мал биреп,
Баш булам тип ымһынһа,
Берәй илгә баш ҡылып,
Ул егетте арбаһаҡ,—
Беҙ Уралды еңербеҙ,
Ер өҫтөндә кешенән
Тарлыҡ-маҙар күрмәбеҙ,
Теләгәнебеҙ итербеҙ, '
Барын ҡулда тоторбоҙ!» —
Тигән һуң Әзрәҡә,
Зәрҡум, алға сыҡҡан да,
Батшаға баш эйгән дә,
«Мин Уралдың ағаһын
Алып килдем»,— тигән, ти
Үҙ хәйләһен аңлатып,
Теҙеп һөйләп биргән, ти.
Барыһы ла шатланған,
Зәрҡум батша алдында
Маҡтау алып, данланған.
Шүлгән һарайға ингәс,
Әзрәҡә урын күрһәткән,
Бик йүпәтләп, олпатлап,
Таҡ янына ултыртҡан,
Зәрҡумды ул — улым, тип,
Ҡәһҡәһәне — дуҫым, тип,
Алдап-йолдап танытҡан.
Ни теләһә, шул әҙер,—
Ҙур ҡунаҡтай һыйлатҡан,
Бар байлығын күрһәткән;
Һарай ҡыҙҙарын йыйып,
Һылыуҙарын күҙләткән
Төркөм-төркөм ҡыҙҙары —
Барыһы һайлап ҡуйғандай,
Күҙҙең яуын алырҙай,
Күргәндәр таң ҡалырҙай.
Күмәк ҡыҙ уртаһында:
Буҙ таштар араһында
Айырым бөртөк ынйылай,
Күктә балҡып йәмләнгән
Йондоҙҙарҙың айындай;
Һылыуҙарҙың битендә
Айырым торған миңендәй,
Типһән-туғай үләне
Йәмләп торған гөлөндәй —
Һылыуҙарҙың һылыуы
Айһылыуҙы күргәс тә,
Шүлгән күҙен текәгән,
Түҙемлеген юғалтып,
Зәрҡумғә быны һөйләгән.
Зәрҡум уны «һеңлем», тип,
Кейәү итәм һине»,—тип,
Шүлгәнде ул алдаған,
Шүлгән быға йән атҡан;
«Атама хәҙер әйтәм», тип,
Зәрҡум уны йыуатҡан.
Әзрәҡә эште аңлаған,
Алап һалып, Ҡот тауға
Бар дейеүҙе йыйнаған.
Айһылыуҙы саҡырып,
Аулаҡ ергә алдырып,
Урланған ҡыҙ икәнен
Шүлгәнгә һис әйтмәҫкә,
Һарайҙан сығып йөрөмәҫкә,
«Мин әйткәнде тотмаһаң,
Башың өҙөп ашармын,
Кәүҙәң утҡа ташлармын»,—
Тигән һүҙен аңлатҡан,
Айһылыуҙы ҡурҡытҡан.
Данлы туйын ҡорған һуң,
Шүлгән кейәү булған һуң,
Ҡыҙ ҙа һылыу булғанға,
Егетте лә һөйгәнгә,
Шүлгән шуға мауығып
Был һарайға йотолған,
Бөтә эше онотолған.
Берҙән-бер көн Әзрәҡә
Зәрҡум менән Шүлгәнгә
Самрау батшаның ҡыҙын,
Булат ҡылыс, Аҡбуҙын
Ала торған йоланы,
«Аҡбуҙатҡа менгән ир,
Булат ҡылыс тотҡан ир —
Бөтә донъя йөҙөндә
Ин ҙур батыр булыуҙы,
Барын баш эйҙереүҙе
Теҙеп һөйләп аңлатҡан», —
Төрлө яҡлап самалап,
Ҡул тамырыны тартҡан.
Шүлгәнгә быны аңлатҡас,
Һомайҙы ил маҡтағас,
Яуға ҡалһа, аҙағы
Дейеү ҙә бирәм тигәс,
Шүлгән бармаҡ булған, ти,
Һомайҙы алмаҡ булған, ти.
Зәрҡум, Шүлгән икәүһе
Үҙ-араһы һөйләшеп,
Бер дейеүгә менгәшеп,
Самрау батша иленә
Икәү бергә киткән, ти,
Күҙ асып, күҙ йомғансы
Барыр ергә еткән, ти.
Былар дейеүҙән төшкәндәр,
Шунда кәңәш ҡорғандар,
Һүҙ ыңғайы килгәндә,
Зәрҡум һөйләп киткәндә,
Урал турында һүҙ асып,
Былай тиеп, әйткән, ти:
«Бынан бик йыраҡ түгел
Аждаһа-йылан иле бар,
Ҡәһҡәһә тигән батша бар.
Шул батшаның ҡулында
Яуға ҡаршы ут булыр,
Теләгәндә — һыу булыр,
Ел-дауылдар ҡуптарыр
Бер хикмәтле таяҡ бар.
Анғармаҫтан-нитмәҫтән,
Берәүһе лә көтмәҫтән,
Бер батыр ир килгән дә,
Урлапмылыр, нисектер,
Шул таяҡты алған да —
Батшаһын да һөргән, ти,
Бөтә илен алған, ти;
Урал батыр булам мин, тип,
Үҙе батша булған, ти», —
Тиеп Зәрҡум Шүлгәнгә
Барын һөйләп биргән, ти.
Шүлгән Урал һаулығына,
Бер яғынан, шатланған,
«Урал өҫтөн булыр, тип,
«Мин йөрөнөм, ил гиҙҙем,
Илдә батыр танылдым», —
Тиеп, Урал маҡтаныр,
Илгә ҡайтҡас һөйләнер,
Барына яҡшы күренер»,
Тиеп, Шүлгән Уралдан,
Бер яғынан, көнләшкән.
«Аҡбуҙатҡа менгәндә,
Булат ҡулда булғанда,
Бер ни ҡаршы киләлмәҫ, — тип,
Зәрҡум, Шүлгән һөйләшкән.
Зәрҡум, бергә килһә лә,
Серҙәш булып йөрөһә лә:
«Һомайҙы Шүлгән алыр ҙа,
Аҡбуҙатҡа менер ҙә,
Булат ҡылыс тотор ҙа,
Беҙҙән өҫтөн булыр, тип, —
Ул да эстән көнләшкән.
Шүлгән менән бер булайым,
Батырлығын һынайым,
Йә үлтереп Уралды,
Таяғымды алайым,
Теләгемде ҡылайым,
Барынан үс алайым», —
Тиеп Зәрҡум уйлаған;
Шуға маҡтап таяҡты
Шүлгәнгә ул һөйләгән.
Былар килеп ҡалғандар,
Һарайға күҙ һалғандар,
Һарай алды туп тулы
Ап-аҡ ҡоштар күргәндәр.
Ҡош тубынан берәүһе,
Был икәүҙе күргән дә,
Ситкә айырылып сыҡҡан,
Ҡош тубына ҡарата
Оран биргәндәй булған, —
Күҙ асып, күҙ йомғансы
Барлыҡ ҡоштар таралған.
Айырылған яңғыҙ ҡош
Быларға күҙ һалған, ти,
Күҙәтепме торған, ти;
Былар яҡын барған, ти,
Һомайҙы атап һорағас,
«Өйҙә юҡ ул»,— тигән, ти.
Былар һорашып бөтмәгән,
Оҙаҡ ваҡыт үтмәгән
Ҡош туптары барыһы
Ҡош тундарын һалған да —
Һылыу ҡыҙға әйләнгән.
Шүлгән барыһын күҙләгән,
Айырыуса берәүһен.
Ни тиергә белмәгән:
Үҙе үҫеп, ил гиҙеп,
Бындай һылыу күрмәгән!
Йөҙө айҙай балҡыған,
Күкрәктәре ҡабарып,
Һылыу булып ҡалҡыған.
Тирә-яғы, бар ҡыҙ ҙа,
Һарай алды, бер ер ҙә
Шул һылыуҙан йәм алған,
Бары шунан йәнләнгән
Һымаҡ төҫлө тойолған,
Әйтерһең дә, бар донъя
Уға ҡарап эйелгән,
«Һомай тигән ошолор»,—
Тиеп эстән уйлаған.
Ҡыҙҙар серҙе бирмәгән,
Шикләнгәнен ҡыҙҙарҙың
Был икәү ҙә һиҙмәгән;
Аралағы яңғыҙы,
Алға сығып бер үҙе,
Күс башлығы — инәләй,
Ҡунаҡ көткән эйәләй:
«Ил аралап йөрөгәнһеҙ,
Һомай ҡыҙҙы белгәнһеҙ,
Уға төбәп килгәнһеҙ,—
Әйҙә, һарайға үтегеҙ,
Һомай ҡайтыр — көтөгөҙ»,—
Тип быларҙы өндәгән,
Һарай ишеген асып,
Ҡунаҡтарҙы ымлаған;
Һомай үҙен танытмаған,
Былар һүҙ ҡуҙғатмаған.
Былар һарайға ингән, ти,
Ҙур ҡунаҡтай кәпәйеп,
Түргә табан уҙған, ти.
Аҙ-маҙ ип-һип иткәс тә,
Һарайҙы томан баҫып,
Быларҙың һушы ҡасып,
Һарайҙа шау-шыу ҡубып,
Ике уртаға ярылып,
Шүлгән, Зәрҡум икеһе
Ер аҫтына осҡан, ти,
Ямға ҡолап төшкән, ти.
Тирә-яҡты һәрмәгәс,
Бер-берене тапмағас,
Быларҙа ҡурҡыу тыуған, ти.
Икеһе лә иҫ йыйғас,
Арлы-бирле йөрөгөләп,
Тирә-яҡты ҡармалап,
Һис сер белмәй алъяғас,
Шүлгән аптырап ултырған.
Зәрҡум уйлап тормаған,
Бер йыланға әйләнеп,
Ярыҡ-маҙар юҡмы, тип,
Сығырға юл эҙләгән,
Һомай белгән был серҙе,
Саҡырып алған бер ҡыҙҙы;
Ямды һыуҙан баҫтырған,
Һалҡын һыуҙы таштырған,
Зәрҡумды һыуҙа йөҙҙөрөп,
Аптырауға ҡалдырған.
Зәрҡум көшөл булған, ти,
Һыуҙа йөҙөп йөрөгән, ти.
Һомай быны башҡарғас,
Шүлгән янына барған, ти,
Һүҙен әйтә һалған, ти:
«Ҡараңғыға осҡан һуң,
Күңелең ҡурҡыу алдымы?
Миңә бысаҡ ҡайраған
Сағың алға килдеме?
Ҡурҡыуыма — ҡурҡыуың
Ҡарыу булһын, егетем;
Ҡан көҫәгән, йәш түккән,
Күптәр башына еткән,
Ҡан эсергә уҡталған
Уҫал йөрәгең бөтһөн,
Бәғерле йөрәк үҫһен.
Йөрәк майың иреһен,
Бөтә йәнде үҙеңдәй
Һөйөр бер күңел тыуһын;
Ҡыҙғаныусан йәш йөрәк
Уйыңа башсы булһын.
Шуға саҡлы был ерҙә,
Тере көйө шул гүрҙә
Башың ҡаңғырып ятһын.
Үҙенә юлдаш һайларлыҡ,
Яҡшы юлды табырлыҡ,
Илдә даны ҡалырлыҡ
Яңы кеше булырһың;
Яҡшыға юлдаш булырһың,
Йыландарҙан ҡасырһың,
Уны дошман белерһең»,—
Тигән һүҙен әйткән дә
Һомай сығып киткән, ти.

5-се бүлек

Бер ҡыҙ йүгереп килгән, ти,
Берәү килде, тигән, ти;
Һомай шундуҡ таныған:
Ул килгән Урал булған,
Тик Уралға әйтмәгән;
Урал, ҡыҙҙы күрһә лә,
Һомайҙыр тип белмәгән,
Һомай яҡынлаған һуң,
Урал күҙен һалған, ти:
Уның усма шәлкемдәй,
Енсегене ҡапларҙай,
Кәйтән менән биҙәлгән.
Сәс толомо һалынған;
Оҙон керпеге үтә
Ҡара күҙе текәлгән;
Уйнап торған ҡыйғас ҡаш
Күҙ өҫтөндә йылмайған;
Тертәйешкән ҡалҡыу түш
Күҙ алдында тулҡынған;
Бал ҡортондай нәҙек бил.
Борғоланып уйнаған;
Гүйә күптәнге танышы,
Көмөштәй саф тауышлы;
Уйнап-көлөп һүҙ ҡушҡан,
Ҡыҙҙы күргәс, Урал да,
Ни әйтергә белмәгән,
Үҙе күргән — Һомай тип,
Уйына ла килмәгән.
Был ҡыҙ оҙаҡ тормаған,
Уралды үҙ артынан
Һарайына ымлаған.
Урал һарайға ингәс,
Иҫән-һаулыҡ һорағас,
Йәнә ҡайҙа булғанын,
Юлда ниҙәр күргәнен
Барын теҙеп һөйләгәс,
Уралға күҙ ташлаған,
Былай тип һүҙ башлаған:
«Йә, егетем, төҫ-башың
Алыҫ илдән күренә,
Беҙҙең яҡҡа килеүҙән
Теләгең барлыҡ беленә,
Һүҙең һөйлә, тыңлайым,
Ҡулдан килһә, йомошоңа
Ярҙамсыңдан булайым».
Урал: «Үҙем йәп-йәш булһам да,
Биш ил барын белдем мин:
Береһендә үҙем тыуҙым,
Икеһен йөрөп күрҙем мин,
Ҡалған тағы икәүһен
Күрергә тип сыҡтым мин.
Ҡайҙа ғына барһаң да,
Кемде генә күрһәң дә,
Береһе үҙен баш, тиә,
Икенсеһе баш эйә,
Көслө көсһөҙҙө ейә,
Теләгәнсә ҡан ҡоя.
Исеме бар донъяла,
Үҙе күҙгә күренмәҫ;
Берәү уға кәр ҡылмаҫ,
Аяғы-ҡулы һис уның
Балға тотоп йонсомаҫ;
Арыслан менән һунарҙа
Үҙе йәнлек юлламаҫ;
Үҙ теләген табырға
Бер ҙә юлдаш эҙләмәҫ —
Шундай яуыз Үлем бар,
Шунан алыр ҡоном бар;
Үлемде табып үлтереп,
Ил ҡотҡарыр уйым бар.
Һунарлаған сағымда,
Ҡулға төшкән бер ҡоштан,
Һеҙҙең илдә Үлемдән
Ҡотолорға юл бар, тип,
Ишеткәйнем мин йәштән».
Һомай: «Был донъяла үлмәҫкә,
Ҡара ергә кермәҫкә —
Минең илдә булмаған,
Үҙен берәү күрмәгән
Дейеү батша биләгән
Йәншишмәнең һыуы бар.
Уны барып алырға,
Һиңә ярҙам бирергә,
Теләгең бар ҡылырға
Минең һиңә шартым бар
Ҡайҙа булһа барырһың,
Үҙең уйлап бағырһың;
Йылан илен үткән ир,
Уңдан һулға сыҡҡан ир,
Үҙең юлын табырһың.
Минең илдә булмаған,
Ишетеп тә күрмәгән,
Бөтә донъя ҡош төҫөн
Үҙ өҫтөндә биҙәгән
Бер ҡош эҙләп тапһаң һин,
Шуны алып ҡайтһаң һин,
Минән ярҙам күрерһең
Шишмәнән һыу алырһың,
Теләгәнең табырһың»
Урал: «Мин алыҫтан ил йөрөп,
Яман-яҡшыны күреп,
Үлемде табып үлтереп,
Ҡотҡарырға кешене,
Тындырырға барыны
Уйлап сыҡҡан батырмын,
Һиңә ҡошон табайым,
Үҙеңдән ярҙам алайым,
Бүләгеңә шарт итеп,
Мин дә бер һүҙ әйтәйем:
Алтын һалыр йөгөм юҡ,
Ынйы тағыр кемем юҡ,
Яҡшынан бүтән уйым юҡ;
Үлемдән бүтән берәүҙән
Юллай торған дауым юҡ.
Ил теләген алырға,
Илде байман ҡылырға,
Үлемгә ҡаршы барырға,
Уны тар-мар итергә;
Серәшеп яу асҡанда,
Үлем юлын баҫҡанда,
Ҡан илаған кешенең
Күҙ йәшене һөртөрҙәй,
Миңә юлдаш булырҙай,
Яуҙа ҡорҙаш булырҙай
Бүләк бир, тип һорайым.
Ул бүләгең ни булыр? —
Әйтсе, белеп торайым».
Һомай: «Утҡа төшһә, янмаҫтай,
Һыуға төшһә, батмаҫтай,
Ел дә ҡыуып етмәҫтәй,
Тауҙан-таштан өркмәҫтәй,
Ир-егеттән бүтәнде
Үҙеңә тиң күрмәҫтәй;
Типһә, тау-таш сорғотоп,
Сапһа, дингеҙ ярырҙай,
Ауырлыҡта, тарлыҡта
Һиңә юлдаш булырҙай,
Күктә тыуып, күктә үҫеп,
Ерҙә тоҡом йәймәгән,
Әзрәҡәнең дейеүе
Мең йыл ҡыуып тотмаған,
Әсәйемдән бирелгән,
Үҙем һөйгән егеткә
Бирә торған бүләгем —
Аҡбуҙ толпар бирәйем.
Йөҙөн һис тут алмаҫтай,
Һис берәү кәр ҡылмаҫтай,
Утҡа ҡаршы — ут булыр,
Һыуға ҡаршы — һыу булыр,
Ен-дейеүҙең барыһын
Үлемендәй ҡурҡытыр,
Ҡуй-һарыҡтай өркөтөр
Булат ҡылыс бирәйем», —
Тигәс, Урал күнгән, ти,
Ҡыҙ теләген эҙләргә
Сығып китмәк булған, ти.
Урал ҡунаҡ булған, ти,
Бер нисә көн торған, ти;
Һомай үҙен әйтмәгән
Шүлгән бикле тимәгән,
Урал тағы һиҙмәгән.
Урал торған, ти, таң менән,
Битен йыуған, ти, һыу менән,
Бер табында ултырып,
Тамаҡланған, ти, ҡыҙ менән.
Урал юлға сыҡҡан, ти,
Таяғын ат иткән, ти.
Бик күп көндәр киткән, ти.
Бара торғас, бер саҡта
Тау уратҡан бер яҡта:
Һайыҫҡан да, ҡоҙғон да
Йән барлығын һиҙмәгән,
Һис бер кеше булмаған,
Дейеүе лә ул ергә
Килеп аяҡ баҫмаған
Үркәс-үркәс ҡаяһы,
Башына күҙең һалһаң,
Юғары торор болоттан,
Бөтә йәмде үҙендә
Һаҡлар элек-электән —
Шундай бер тау күргән, ти;
Болот ярып, үрмәләп,
Тау башына менгән, ти.
Тирә-яҡҡа күҙ һалып,
Оҙаҡ ҡарап торған, ти:
Алыҫтан күҙгә салынған,
Йондоҙҙай булып сағылған
Бер яҡтылыҡ күргән,ти,
Шуға тоҫҡап киткән, ти.
Барып етеп ҡараһа,
Әйләндереп күҙ һалһа:
Таш урынына көмөштән
Сите, төбө биҙәлгән,
Буйындағы сәскә лә
Ҡаты елгә борсолмай,
Шаҙраланып өҫтәре,
Күҙ сағылыр төҫтәре,
Ел дә тейеп тулҡынмай,
Ҡояш нуры төшкәндә,
Ем-ем иткән ынйылай
Бер һылыу күл күргән, ти.
Ошо күлдең өҫтөндә
Тирәләй ҡош йыйналған,
Бөтә төҫкә биҙәлгән
Бер һылыу ҡош йөҙгәнен
Урал айыра күргән, ти.
Ҡош һиҙмәҫтән шул ерҙә
Ҡош янына барған,ти.
Төҫөн-башын ҡараған,
Таяғы менән арбаған,
Һомай әйткән ҡош был, тип,
Урал шундуҡ уйлаған.
Ҡош Уралдан шикләнмәй,
Осорға ла уҡталмай,
Уға ҡарай килгән, ти;
Урал, йола белмәгәс,
Ҡошҡа туры уҡталғас,
Ҡош Уралдан һиҫкәнгән,
Осмаҡ булып ынтылған.
Урал барып тотҡан һуң,
Тотоп ҡулға алған һуң,
Тағы тапты дошман, тип,
Ҡош ҡайғырып уйланған.
Урал, ҡошто күтәреп,
Ҡырға сығып барғанда,
Теләгем булды тигәндә,
Ҡошо телгә килгән дә:
«Ай, егетем, туҡта әле,
Миңә ысынын әйт әле:
Дейеүме һин, енме һин?
Кешеме һин, кем һуң һин?»—
Тигән һүҙҙе ишеткәс,
Ҡош кешеләй һөйләшкәс,
Урал таңға ҡалған,ти.
Бер аҙ барғас бер ерҙә,
Шишмә буйы туғайҙа,
Ҡоштоң затын кемлеген
Урал һорай башлаған.
Ҡош та бер аҙ уйланып,
Үҙ алдына һөйләнеп,
Текләп ҡарап торған да:
«Күҙең йомоп, күрмәй тор,
Ҡулың алып ҡанаттан,
Һис еремдән тотмай тор»,—
Тигәс, Урал уйланған:
«Был ҡош осһа, артынан
Ҡарсыға булып ҡыуырһың,
Һыуға сумһа, артынан
Суртан булып сумырһың»,—
Тип таяҡҡа ымлаған,
Ҡош әйткәнде тыңлаған.
«Егет, күҙең ас инде,
Әйтер һүҙең әйт инде»,—
Тигәс, Урал ҡараһа:
Ҡуңыр һылыу, ҡыйғас ҡаш,
Эйәк-бите уйылған,
Һул битенең уртаһы
Күҙ ҡаралай миңләнгән;
Йүрмә-йүрмә ишелеп,
Ике яҡлап-сикәләп
Тамсы гөлдәй елберәр,
Иң башынан һалыныр
Оҙон сәсен матурлап,
Өсмә яһап төшөргән;
Оҙон керпектәре аша
Ҡара күҙен йылмайтып;
Бит уймағын уйнатып,
Көләс йөҙөн көлдөрөп,
Дертләп торған күкрәген
Уралғараҡ ыҡлатып,
Һөйләп киткән шулай тип:
«Ай, егетем, һин былай
Килеп нисек юлыҡтың?
Бында килеп сығырға
Ни бәләгә тарыҡтың?
Ай, егетем, бел шуны:
Ҡарап көлгән йөҙөм дә,
Әйтеп торған һүҙем дә —
Сер сисеү ул, егетем.
Быға саҡлы мин былай
Һиндәй егет күрмәнем,
Дейеү килмәҫ урынға
Һин килер тип белмәнем,
Һыуҙа балыҡ булырҙай,
Күктә йондоҙ булырҙай
Ҡулда көсөм бар ине,
Китер юлым бар ине.
Һине күргәс, бар уйым, —
Ел таратҡан болоттай,
Ҡаса торған бар юлым,—
Йүгереп бөткән һуҡмаҡтай,
Күҙ алдымдан киттеләр,
Юйылышып бөттөләр.
Мин бер саҡта ҡыҙ инем,
Иркә үҫкән буҙ инем, —
Дейеү мине урланы,
Кейәүгә биреп ҙурланы.
Кейәүем егет-ир ине,
Бергә оҙаҡ торманы:
Көтмәгәндә юғалды,
Йөрәгемде ҡайғы алды.
Дейеүҙәрҙән ҡастым мин;
Илгә ҡайтһам, атама,
Бөтә тыуған илемә
Яу килер, тип ҡурҡтым мин.
Дейеү килеп алыр тип,
Тағы ҡайғы һалыр тип,
Һис донъяла булмаған,
Кеше төҫөн белмәгән
Бер ҡош булып остом мин;
Һис бер кеше тапмаҫлыҡ,
Килеп аяҡ баҫмаҫлыҡ
Ошо күлгә төштөм мин», —
Тигән һүҙен ишеткәс,
Ҡыҙҙың серен төшөнгәс,
Урал уйын һөйләгән,
Тик бер ҡыҙға ҡош эҙләп
Сыҡҡан уйын әйтмәгән.
«Юлымдан, ахыры, уңманым:
Эҙләп килгән ҡошомдо
Был күлдә лә тапманым»,—
Тиеп Урал уйлаған.
Тағы ары китергә,
Мораҙына етергә,
Ҡыҙға ярҙам итергә
Теләгәнен һөйләгән.
«Егет, тыңла, һүҙемде,
Асыҡ күрҙең йөҙөмдө,
Айһылыу тигән атым бар.
Илде тотҡан атам бар,
Күктең Айы — әсәм бар,
Һөйгәнемә бирерҙәй
Һарысай тигән атым бар, —
Һыу теләһәң, һыу табыр,
Яуҙа юлдашың булыр.
Егет, һүҙем тыңласы,
Һүҙем ҡырын һалмасы:
Һин эҙләгән ул ҡошто
Был тирәнән тапмаҫһың.
Атайым ил гиҙгән ул,
Күк йөҙөндә осҡан ул,
Бөтә ерҙә булған ул,
Бар ҡоштарҙы күргән ул.
Атайымдан һорайыҡ —
Беҙҙең илгә барайыҡ,
Һин теләгән ул ҡошто
Шунда табып алайыҡ;
Мине дейеүҙән ҡотҡарһаң,
Теләгең үтәр атайым.
Беҙҙең илде хуп күрһәң,
Мине үҙеңә тиң күрһәң,
Әйҙә, беҙгә барайыҡ,
Икәү бергә булайыҡ,
Бергә ғүмер һөрәйек» —
«Ай, һылыу ҡыҙ, һылыу ҡыҙ,
Бүләгеңде алмайым,
Илеңә мин бармайым,
Ысынлап та ҡош булһаң,
Ҡыҙға юрый әйләнһәң,
Һине алып ҡайтайым,
Үҙем белгән һарайға
Һине илтеп бирәйем.
Унда барғас, һөйләрһең,
Үҙ теләгең әйтерһең:
Теләһәң, ҡош булырһың,
Теләһәң, ҡыҙ булырһың;
Һине улар хурлаһа,
Теләгәнеңде бирмәһә,
Ул саҡ һине яҡлармын,
Үҙ илеңә илтермен», —
Урал шулай тигән, ти,
Ҡыҙ ҙа быға күнгән, ти,
Яҡшылығын Уралдың
Тел төбөнән белгән, ти.
Ҡыҙ ҡош тунын кейгән дә,
Бергә китмәк булған, ти.
Теге таяҡҡа менгәндәр,
Юлға сығып киткәндәр,
Тауҙар ашып үткәндәр,
Күҙ асып, күҙ йомғансы
Былар ҡайтып еткәндәр.
Ҡыҙҙар ҡаршы килгәндәр,
Ҡошто бары ҡосаҡлап,
«Айһылыу!» — тип алғандар.
Урал быны ишеткәс,
Аптыраған, таң ҡалған,
Айһылыу ҡош тунын һалған.
«Әйҙә, егет, керәйек,
Һинең ҡайтҡан һарайың,
Минең ҡайтыр һарайым,
Икеһе лә бер икән», —
Тип Уралға әйткән, ти.
Урал тағы нығыраҡ
Хайран булып ҡалған, ти.
«һай, егетем, егетем,
Батыр-алып икәнһен,
Мин һораған ҡошомдо
Дейеүҙән алып килгәнһең», —
Тигәс, Урал аптырап
Бөтә серҙе һөйләгән.
«Уны алған ул күлдә
Дейеү-маҙар күрмәнем,
Барған-йөрөгән юлымда
Һис ауырлыҡ тойманым.
Нисек унда икәнен,
Ҡош тунында йөрөгәнен,
Ҡайҙан аны белдең һин,
Миңә: «Эҙлә», тинең һин?» —
Тиеп Урал һораған.
«Дейеү нисек белмәне,
Киткәнеңде күрмәне?» —
Тип, Һомай Айһылыуға
Аптыраулы һүҙ ҡушҡас,
Айһылыу шунда һиҙгән, ти,
Апаһының яңылыш
Уйлағанын белгән, ти.
Дейеүҙәрҙән үҙенең
Ҡасып күлдә ятҡанын,
Урал барып шул күлдән
Уны эҙләп тапҡанын,
Барын теҙеп һөйләгән.
Атаһының һарайынан
Уны берәү белмәгән,
Һомай быны ишеткәс,
Уралдан сер тартмаған:
Үҙе Һомай икәнен,
Уралды яҡшы белгәнен
Барын һөйләп аңлатҡан,
Һомай шунда атаһын
Бүлмәһенә саҡыртҡан.
Самрау килеп ингән дә,
Айһылыуға күрешкән,
Күҙ йәш түгеп ҡыҙынан
Бөтә хәлен һорашҡан.
Айһылыу атаһына
Хәлен һөйләп танытҡан.
Самрау тыңлап торған да,
Серҙе аңлап белгән дә,
Уртаға һалып үҙ уйын
Ҡалдырмайынса төйөн:
«Айһылыуҙың ҡайтҡанын,
Дейеүҙәрҙән ҡасҡанын,
Берәүгә лә әйтмәгеҙ,
Хәҙергә сер тотоғоҙ.
Дейеү белһә, яу асыр,
Һис уйламаҫ, ил басыр;
Айһылыу ҙа йонсоған,
Күп ҡайғынан борсолған,
Әсәһен дә һағынған.
Айға барһын ҡунаҡҡа,
Байман тапһын аулаҡта,
Саҡырырбыҙ кәрәктә», —
Тиеп һүҙен әйткән, ти,
Атаһының һүҙенә
Ҡыҙҙары ла күнгән, ти.
Һарайҙа ял иткәс тә,
Бер нисә көн үткәс тә,
Атаһы менән апаһы
Әсәһенән бирелгән
Айһылыуҙың бүләге —
Һары атын саҡыртҡан,
Айһылыуҙы бер төндә
Былар айға оҙатҡан.


Бер нисә көн Урал да
Бәҫле ҡунаҡ булған да,
Берҙән-бер көн таң менән
Йоҡоһонан торған да,
Һомайҙы саҡырып алған, ти,
Әйтерен әйтә һалған, ти:
«Мин әле бик йәш саҡта,
Атам һине атҡанда,
Барыбыҙ ҙа һунар тип,
Һине һырып алғанда,
Муйыныңа ырмау һалғанда,
Йәнең алҡымға килгәндә,
Ысынлап та белепме,
Йән асыуҙан ҡурҡыпмы,
Һин телеңә килгәйнең,
Ҡотолорға Үлемдән
Йәншишмә бар тигәйнең,
Һинән шуны ишеткәс,
Үлемде тапһаҡ, тоторға,
Илдән башын юйырға,
Шишмәнән һыу алырға,
Мәңге йәшәһен донъя, тип,
Илгә һыуын бирергә
Тигән уйға килгәйнек,
Икәү юлға сыҡҡайныҡ.
Күп ер китеп, сер белгәс,
Юлды икәү бүлгәйнек,
Юл буйында ни барын
Һорашып та белгәйнек.
Ағам китте һул яҡҡа,
Мин тайпылып уң яҡҡа,
Айырылып киткәйнек.
Күп йыл йөрөнөм, ил күрҙем,
Әйткән һүҙең онотмай,
Һеҙҙең илгә боролдом, —
Илең аша уҙманым,
Бармайым, тип торманым,
Һарайығыҙ алдына
Арыҫланымды бәйләнем,
Һарайыңа ингәндә,
Уйым һөйләп үткәндә,
Арала һүҙ киткәндә,
Үҙ бауырың эҙләргә
Миңә йомош ҡушҡанда,
Һин бер бүләк әйткәйнең.
Мин эҙләгән Үлемдән
Һин әйткәйнең телеңдән:
«Ҡотолорға юл табып
Мин бирермен», — тигәйнең,
Аҙаҡ һүҙең әйт, һылыу,
Ни әйтерһен, — көтәйем,
Мин ишетеп китәйем», —
Тигән һүҙен ишеткәс,
Атаһына барған, ти,
Йәшермәйсе бер ниҙе,
Теҙеп әйтеп һалған, ти.
«Һөйһәң, ҡыҙым, барырһың,
Аҡбуҙатың бирерһең;
Яҡты донъя йөҙөндә
Рәхәт торорһоң, балам,
Уралдай уҡ батырға
Әсә булырһың, балам.
Урал батыр хаҡына
Шүлгәнде лә сығар һин,
Бөтә илде саҡыр һин,
Батыр ирҙе туйла һин,
Һис берәү ҙә ҡалмаһын —
Барын йыйып һыйла һин», —
Тигән һүҙен тыңлаған.
Атаһы уйын аңлаған,
Шүлгәнде лә сығарған,
Бөтә илде йыйнаған,
Алҡындырып һыйлаған.
Шүлгән, Урал — икәүһе,
Берен-бере табышҡас,
Көтмәгәндә осрашҡас,
Ике туған шатлығын,
Юлда күргән барыһын
Урал теҙеп һөйләгән.
Шүлгән тыңлап ултырған,
Барын уйлап уҙҙырған:
«Урал былай дан алһа,
Атама данлы ҡайтһа,
Батыр булып маҡталыр,
Бар эштә лә өҫ булыр,
Минең һүҙҙәр аҫ ҡалыр»,—
Тип, эсенән көнләшкән.
Шуға күрә Уралға
Бар серен сисмәгән.
Әзрәҡәлә булғанын,
Бында ниңә килгәнен—
Береһен дә әйтмәгән.
Ул Уралды үлтереп,
Үҙе данлы ир булып,
Һомайҙы ла үҙе алып,
Аҡбуҙатҡа атланып,
Булат ҡылыс ҡулланып,
Дан алыуҙы уйлаған.
Шүлгән асыулы булғанын,
Һәр саҡ һалҡын йөрөгәнен,
Уның шомо барлығын
Урал ҙурға ҡуймаған:
«Тик ябыулы ятҡанға,
Уңайһыҙға ҡалғанға», —
Тиеп кенә уйлаған.
Бер саҡ Урал Шүлгәндең
Ҡомһарылып, ҡаш төйөп,
Ултырғанын күргән дә:
«Батыр иргә арыҫ та,
[Донъялағы ҡырыҫ та,]
Икәү бергә менгәшеп,
Бер-берене күҙләшеп,
Күләгәләй йөрөрҙәр,
Баҫмалатып килерҙәр,
Алмашлап тап булырҙар.
Батыр булған ир-егет
Еңмәҫ нәмә булырмы?
Батырмын тигән ир-егет
Яуызға юл ҡуйырмы?
Утҡа ҡаршы һыу булыр ул,
Яуға ҡаршы тау булыр;
Үҙенә түгел, барына
Ауырлыҡта юл булыр;
Батырҙан ил тарыҡмаҫ,
Батыр һис бер зарыҡмаҫ,
Яҡшылыҡтан ялыҡмаҫ,
Яуҙан да һис талыҡмаҫ.
Күккә менер баҫҡысһыҙ,
Ерҙе аҫыр асҡысһыҙ,
Яҡшынан эскәне — һыу булыр,
Ямандан эскәне — ыу булыр»,—
Тигән Урал Шүлгәнгә,
Һомай, һаман ышанмай,
Ысын сергә төшөнмәй,
Ағай-эне икәүҙең
Ҡыланышын күҙәткән.
Алмаш-тилмәш улар мән
Һомай һәр саҡ һөйләшкән.
Бар йолаһын уларҙың
Һомай төпсөп һорашҡан.
Уралды Һомай күргәс тә,
Батырлығын белгәс тә,
Яҡшылығын һиҙгәс тә,
Уға күңел бәйләгән,
Ул Уралды һайлаған.
Шүлгән ҡомһоу йөрөгәнгә,
Һаман шиге булғанға,
Ике туған һөйләшеп,
Икәү-ара серләшеп
Ултырғанда, Шүлгәндең
Һытыҡ йөҙөн күргәнгә,
Һомай унан шикләнгән.
Урал ятһа йоҡларға,
Биш көн тотош йоҡлағас,
Шүлгәндән ҡыҙ шикләнгәс,
Ҡыҙҙар ҡуйған һаҡларға.
Шүлгән ятҡан бер яҡта,
Айырымланған торлаҡта.
Шүлгән уйы сыҡмаған:
Һомай һис юл ҡуймаған.
Шүлгән: «Һин күп ерҙә булғанһың,
Бик күп нәмә күргәнһең.
Батыр булып, дан алып,
Инде бында килгәнһең,
Самрауҙың иленә
Килеп аяҡ баҫҡанһың.
Инде нимә уйлайһың?
Беҙҙең теләк ошонда
Икәнен асыҡ белмәйһең.
Самрауға яу асайыҡ,
Аҡбуҙатын алайыҡ,
Беребеҙ таяҡ тотайыҡ,
Беребеҙ Аҡбуҙ менәйек,
Бөтә илдә баш булып,
Барыһыны мат ҡурып,
Көслө батша булайыҡ.
Һин таяғың бир миңә, —
Ошо илде ҡырайым,
Самрау ҡоштоң ҡыҙыны
Үҙемә тартып алайым,
Аҡбуҙатын менәйем;
Мин бит — туған ағайың,
Мин дә данлы булайым!»
Урал: «Былар һис тә кешегә
Бер яуызлыҡ итмәгән,
Үлтереп, ҡан ҡоймаған,
Кешегә дошман булмаған.
Беҙ икәүләп барайыҡ,
Дейеү илен алайыҡ,
Унда тотҡон булғандың
Барына юл асайыҡ.
Ҡыҙ алырға уйлаһаң,
Аҡбуҙатын һайлаһаң,
Ҡыҙы һөйһә, ҡыҙын ал,
Бүләк итһә, Буҙын ал.
Ҡыҙ алам, тип яу асып,
Үлемгә беҙ юл ҡуйып,
Бер ҙә юҡҡа ҡан ҡойоп,
Яуыз исем таҡмайыҡ,
Ҡан ҡойоусы даны алып,
Илгә яман ҡайтмайыҡ.
Әзрәҡәне еңәйек,
Шишмәнән һыу алайыҡ,
Үлгәнгә йән бирәйек,
Кешеләрҙе донъяла
Үлмәҫ йәндәр ҡылайыҡ», —
Тигәс, Шүлгән уйланған,
Төрлө юлдар һайлаған.

6-сы бүлек

Берҙән-бер көн аулаҡта,
Һомай булған торлаҡта,
Шүлгән барған янына,
Ҡулын һалған яурынына.
Шунда һүҙен асҡан, ти,
Һөйөү уйын әйткән, ти:
«Донъялағы донъяла
Ҡайтты», — тинең һин үҙең;
Арабыҙҙа яман уй,
Ҡанға батыр яман туй
Арабыҙҙа булмаҫ ул, —
Тип уйлайым мин үҙем,
Һиңә әйтәм был һүҙем.
Дуҫлыҡҡа күнел береккән,
Айырылмаҫтай ереккән,
Беҙ ҙә илдә ҙур батыр,
Йөрәгебеҙ сыныҡҡан,
Һин тыңлаһаң, әйтәйем,
Бер серем бар, һөйләйем,
Тел өҫтөнә тел ҡуймай,
Яуабыңды көтәйем.
Инде һүҙем алмаһаң,
Асыҡ яуап бирмәһәң,
Үҙ ярағым күрәйем,
Үҙ юлымда булайым,
Һарайыңа килгәс тә,
Күҙ алдымда күргәс тә,
Күңелемде арбаның,
Күҙең миңә һалманың.
Мине әллә таныпмы,
Ужарымды иҫкә алып,
Шуға минән ҡурҡыпмы,
Әллә мине һынапмы, —
Ҡараңғыға бикләнең,
Һөйләшкән һуң, һөйөпмө,
Әллә Урал килепме,
Ҡараңғынан сығарҙың,
Һарайыңа саҡырҙың.
Асыҡ йөҙөң күргәс тә,
Барын хәҙер оноттом;
Һиндәй һылыу булмаҫ, тип,
Эҙләп һис кем тапмаҫ, тип;
Миңә ҡулын бирерме,
Үҙе һөйөп килерме, —
Тип, күңелем елкеттем;
Теләһәң, бергә булайым,
Һөйһәң, һине алайым,
Ҡарыулашһаң, тағы ла
Үҙ уйымды ҡылайым»,
Һомай: «Егет, һүҙең тыңланым,
Эс сереңде аңланым,
Шулайҙыр тип уйланым;
Мин бер батша ҡыҙымын,
Ҡыҙҙарының ҙурымын.
Егет, уйың уй булһын,
Бер ҙур майҙан ҡорайым,
Батырлығың һынайым,
Шунда даның күрәйем.
Буҙ атым бар йыраҡта,
Әсәм биргән бүләккә,
Майҙаныма шул килер,
Батыр булһаң, ул белер.
Майҙанымда буҙ атты
Ҡулыңа алып менәлһәң,
Эйәренең ҡашынан
Булат ҡылысын алалһаң,
Шундай батыр булалһаң—
Буҙым бүләк ҡылайым;
Атама әйтеп туй яһап,
Үҙеңә йәр булайым»,—
Тип яуабын биргән, ти,
Шүлгән быға күнгән, ти.
Һомай майҙан йыйған, ти,
Аҡбуҙын саҡырған, ти.
Күк күкрәп, шау килеп,
Ерҙә дауыл ҡуптарып,
Тау-таш, ҡая аҡтарып,
Бөтә йәнгә шом һалып,
Йондоҙ һымаҡ атылып,
Аҡбуҙ толпар атлығып,
Күктән килеп төшкән, ти,
Һомай һылыу алдына
Килеп, башын эйгән, ти.
Аҡбуҙ шунда туҡтаған,
Бөтә майҙан һоҡланған:
Һыртына эйәр һалынған, ти,
Эйәренең башына
Алмас ҡылыс тағылған;
Йүгәненең ҡашы алтын,
Йүгәненең башы алтын;
Ҡолағын беҙҙәй ҡаҙаған,
Ялын ҡыҙҙай тараған;
Башкүнәктәй танаулы,
Һарымһаҡтай аҫаулы;
Ҡарсыға түш, тар бөйөр,
Еңел, текә тояҡлы;
Ҡуян күҙле, баҡыр күҙ,
Ҡыҫыр йылан тамаҡлы;
Урайы ҡуш, яңағы ас,
Муйындары бер ҡолас,
Ҡыйғыр бөркөт ҡабаҡлы;
Текә баҫып, баш ташлап,
Йылғыр атлап бышҡырыр;
Ҡолаҡтарын ҡайсылап,
Алан-йолан ҡараныр;
Алғыр бүре күҙендәй,
Күҙ бәбәген сылатыр,
Ауыҙлыҡ сәйнәп, ярһыуҙан
Ауыҙҙарын күпсетер;
Елгә, ҡоштай елпенеп,
Артында саң уйнатыр;
Осраған бер кешене
Хайран итер, уйлатыр, —
Бына ошондай Аҡбуҙ ул,
Күҙ күрмәгән ят буҙ ул.
Һөйөп алғас Аҡбуҙын,
Һомай әйткән хаҡ һүҙен:
«Күктә торҙоң йондоҙҙай,
Батыр көтөп, зарығып.
Кеше ҡаны булмаған
Батырҙарҙы ырғытып;
Мин һайлаған батырҙың
Береһен һанға алманың,
Үҙеңһайлап батырың,
Миңә табып бирмәнең.
Бына килде батырҙар,
Һине көтөп ятырҙар.
Батырлығын һайлапмы,
Матурлығын һайлапмы,
Береһен үҙең алаһың,
Үҙеңә юлдаш ҡылаһың, —
Һиңә иптәш ир булыр,
Минә һөйгән йәр булыр».
«Матур миңә дан булмаҫ,
Өҫтөмдә йөрөр йән булмаҫ.
Шаулап болот ҡалҡҡанда,
Ҡойон-дауыл сыҡҡанда,
Күктә ҡош та оса алыр,
Ҡамғаҡ осһа, яр табып,
Уҙа елдән баҫа алыр.
Мин сапҡанда — ел ҡубыр,
Таш та ятып түҙәлмәҫ,
Һыу тулҡыныр-ҡайнашыр,
Һыуҙа балыҡ йөҙәлмәҫ.
Ҡаф тауына типһәм мин,
Он-талҡандай ыуалыр,
Тирә-яҡта йән булһа,
Береһе ҡалмай ҡыйралыр.
Эйәремдең ҡашында
Булат-алмас ҡылысым —
Күп йыл уны һуғарған
Үҙ янында ҡояшым —
Бөтә донъя ирерлек
Утҡа һалһаң,— иремәҫ.
Донъялағы бер нигә
Йөҙө тейеп тупармаҫ,
Етмеш батман ауырлыҡ
Күтәреп күккә сөймәгән,
Өс бармағы осонда
Төшөрмәйсә тотмаған
Кеше — батыр ир булмаҫ,
Ҡылыс һелтәп сабалмас.
Шундай батыр булмаһа,
Миңә юлдаш булалмаҫ.
Мин сапҡанда, ул батыр
Миндә ултырып түҙәлмәҫ.
Батыр булам тигән ир,
Мине алам тигән ир,
Көсөн шулай һынаһын,
Унан мине менергә
Баҙнат итеп ҡараһын», —
Аҡбуҙ шулай тигән һуң,
Бары эште белгән һуң,
Тау битенә барғандар,
Етмеш батман ауырлыҡ
Бер ҙур ташты тапҡандар,
Ҡуптарырға булғандар.
Ай тартҡандар, ти, былар,
Йыл тартҡандар, ти, былар, —
Таш урындан ҡупмаған,
Көс-хәлдәре етмәгән,
Һомай Шүлгәнгә ҡарап:
«Алып ташла!» — тигән, ти;
Шүлгән барып уҡталған,
Тирә-яҡлап һәрмәнгән,
Ҡутарырға серәнгән,
Көсөргәнеп маташҡан,
Көсөн һалып айҡашҡан.
Баҫҡан ерҙә тубыҡтан
Шүлгән ергә батҡан, ти.
Ай айҡашҡан, ти, Шүлгән,
Йыл айҡашҡан, ти, Шүлгән, —
Ташы һис ҡуҙғалмаған,
Шүлгән, сәсәп, алйыған,
Күтәрәлмәй, ташлаған,
Һомай Уралға ҡарап:
«Күтәреп ҡара!» — тигән, ти.
Урал ташҡа барған, ти,
Ағаһы хурға ҡалғанға
Урал асыуланған, ти,
Йоҙороҡлап һуҡҡан, ти, —
Таш тәгәрәп киткән, ти.
Шунан алған ҡулына,
Ташты атҡан һауаға, —
Таш киткән, ти, атылып,
Күрер күҙҙән юғалып;
Барыһы күккә баҡҡан, ти,
Таш төшөрөн көткән, ти.
Иртә ине, төш булған,
Төш тә ауып, кис булған, —
Күктә тауыш шаулаған,
Таш килгәнде күргәнгә,
Төшһә, вайран булғанға,
Бөтә ҡош-ҡорт илаған.
«Зинһар, ергә төшмәһен, тип,
Илде харап итмәһен», — тип,
Барыһы ла Уралдан
Ялбарышып һораған,
Һыңар ҡулын һуҙған, ти, —
Урал ташты тотҡан, ти;
«Ҡайһы яҡта Әзрәҡә?» —
Тип һорашып алған, ти;
Әзрәҡәнең иленә
Урал ташты атҡан, ти.
Бөтәһе лә ҡарашҡан,
Аптырашып уйлашҡан,
Ҡайҙа барып төшөр, тип,
Үҙ-араһы һөйләшкән.
Буҙ ат килеп, шунан һуң,
Уралға баш эйгән, ти,
Мин һинеке, батыр, тип,
Уға буйын биргән, ти.
Самрау батша шул саҡта
Үҙе килеп сыҡҡан, ти,
Уралға ҡул биргән, ти,
«Кейәүем бул», — тигән, ти.
Бөтә илде йыйғандар,
Былар ҙур туй ҡорғандар,
«Ил батыры бул һин», — тип,
Уралға дан биргәндәр.
Шүлгән быны күргән һуң,
Урал ҙур дан алған һуң,
Шүлгән быға түҙмәгән,
Эсенән бик һыҙланған.
Урал уны ҡыҙғанған.
Айһылыуҙы димләргә,
Шүлгәнгә уны бирергә
Һомай, Урал уйлашҡан,
Самрауға аңлатып,
Өсәү-ара һөйләшкән.
Айһылыуҙы ҡайтартып,
Тағы илде саҡыртып,
Айһылыуҙы бирергә,
Шүлгәнгә туй яһарға
Самрау ҙа күнгән, ти;
«Башҡарайыҡ был туйҙы,
Аман булыр»,— тигән, ти.
Һомай туйы барғанда,
Уйын-көлкө булғанда,
Ер тетрәп киткән, ти,
Бары аптырап киткән, ти.
Төрлө уйға сумғандар,
«Был ни булыр?» — тигәндәр.
Ҡараһалар: күк йөҙөн
Ҡып-ҡыҙыл ут алған, ти;
Барыһы да күккә ҡарап,
Аптырауға ҡалған, ти.
Һис кем быны аңламай,
Ни тип әйтергә белмәй,
Шулай алйып торғанда,
«Дейеү микән был?» — тиеп,
Барыһы шомға ҡалғанда,
Күктән сыр-сыу, илаулап,
Ниҙер төшөп килә, ти,
Бары ҡарап тора, ти.
Ҡара көйгән ялҡынды,
Күктәге ут — тулҡынды
Тотоп алған, ти, Урал.
Ҡарағандар, ти, былар:
Айһылыу ҡыҙ булған, ти,
Ҡайтып килгән сағында
Ялҡын сырмап алған, ти,
Ут эсендә ҡалған, ти.
«һауаға таш атҡанын
Ҡарап торҙом күктә мин,
Ташты буйға атҡанын
Йәнә күрҙем күптән мин.
Ул таш дингеҙ ашаға,
Сорғап китте йыраҡҡа,
Әзрәҡәнең иленә
Барып төштө бер саҡта.
Ерҙе ярҙы уртаға,
Ялҡын сыҡты һауаға;
Ялҡын мине ялманы,
Һис тәҡәтем ҡалманы, —
Һушым китеп йығылдым.
Саҡ-саҡ йыйып һушымды,
Былай таба боролдом», —
Тигәндән һуң Айһылыу
Барыһы быға таң ҡалған;
«Әзрәҡәгә шау һалды» —
Тип, Самрау бик шатланған.
Шүлгән быны белгән, ти,
Серене төшөнгән, ти:
Әзрәҡәнең Шүлгәнгә
«Ҡыҙым ул» тип кәләшкә
Биргән ҡыҙы Айһылыу
Икәнен һиҙенгән, ти.
Дейеү ҡыҙым тигәне,
Үҙ ҡыҙым, тип биргәне
Барыһы ла буш икән, —
Тиеп Шүлгән уйлаған.
«Дейеү мине япты, тип,
Мин дә унан ҡастым», — тип,
Шүлгән барын алдаған,
Айһылыу быға ышанған,
Һомай күргәс Шүлгәнде,
Йылан менән килгәнде,
Үҙен йылан: «Алам», — тип,
Һәр саҡ һорап йөрөгәнде
Һомай белгәс, һиҫкәнгән,
Һомай бынан шикләнгән.
«Ике батыр кейәүем
Ил өҫтөндә терәүем
Булыр»,— тиеп Самрау
Үҙ эсенән шатланған.

7-се бүлек

Һарайға Һомай ҡайтҡас,
Зәрҡум янына төшкәс,
Шүлгән бынан шомланған;
Зәрҡум серҙе асыр, тип,
Миңә бәлә тағыр, тип;
Нисек булһа, юл табып,
Урал таяғын алып,
Барыһын һыуҙан баҫтырып,
Ҡыран-яран итергә;
Аҡбуҙатҡа менергә,
Һомайҙы ла алырға,
Әзрәҡәгә китергә,—
Тиеп Шүлгән уйлаған.
Шул урында Уралға
Былай тип ул һөйләгән:
«Мин дә бер дан табайым,
Әзрәҡәгә барайым,
Илен баҫып алайым»,—
Тип, таяғын һораған.
«Икәү бергә барайыҡ,
Бергә йөрөп ҡарайыҡ»,—
Тигән Урал Шүлгәнгә.
Шүлгән быға күнмәгән,
Урал таяҡты биргән,
Һомай ямдан сыҡҡансы,
Зәрҡум менән һөйләшеп,
Бөтә серҙе белгәнсе,
Шүлгән таяҡ алғас та,
Һомайҙы ла көтмәйсе,
Айһылыуҙы күрмәйсе,
Самрауға әйтмәйсе,
Бер яҡ ҡырға сыҡҡан да,
Таяҡты бер һуҡҡан да,
Барыһын һыуҙан баҫтырған,
Һәләкәткә ҡалдырған.
Зәрҡум быны күргәс тә,
Ҙур бер балыҡ булған да,
Янына барған Һомайҙы
Шул урында ҡарпыған.
Зәрҡум ҡыҙҙы ҡарпығас,
Күктә ҡояш тотолған,
Быны Аҡбуҙ белдергән,
Аҡбуҙ даръяға сумған,
Даръя гөрләп ҡайнаған,
Һомайҙың да юҡлығын
Барыһы ла анлаған.
Аҡбуҙ даръяны быуғас,
Зәрҡумға юл булмағас,
Һомайҙы ул ебәргән,
Зәрҡум үҙе тотолмай,
Ҡаса һалып өлгөргән,
Һомай кире ҡайтҡан һуң,
Бөтә серҙе әйткән һуң,
Урал эште аңлаған,
Дошман булды ағам, тип,
Үҙ эсенән уйлаған.
Бөрккән һыуы ҡороғас,
Зәрҡум барып ҡушылғас,
Аҡбуҙатҡа ҡаршы
Таяҡ көсө етмәгәс,
Зәрҡум, Шүлгән киткән, ти,
Әзрәҡәгә еткән, ти,
Бөтә серҙе әйткән, ти.
Әзрәҡә бик ҡайғырған,
Дейеүҙәрен йыйҙырған,
Һарайға һаҡ ҡуйҙырған.
Ҡәһҡәһә менән Шүлгәнде,
Зәрҡум, дурт-биш дейеүҙе
Ғәскәренә баш ҡылған.
Күктә ҡоштар осмаҫлыҡ,
Ерҙә кеше йөрөмәҫлек,
Ерҙе һыу менән ҡапларға,
Күкте ут менән ялмарға
Бар дейеүгә бойорған.
Берҙән-бер көн бар ерҙә
Күк-күмгәк һыу эркелгән,
Күк йөҙөндә ҡып-ҡыҙыл
Ялҡынлы ут бөркөлгән.
Күктә ҡош-ҡорт осалмай,
Ерҙә бер йән торалмай,
Аптыраған, алъяған;
Ҡошо-ҡорто, йәнлеге
Йылан батша ерендә
Бары бергә йыйылған,
Уралға килеп ялбарған.
Урал ҡаушап ҡалмаған,
Ерҙе баҫҡан һыуҙан да,
Күк ҡаплаған уттан да
Бер ҙә ҡурҡып тормаған, —
Менеп алған Буҙ атын,
Ҡулына тотҡан булатын,
Дейеү батшаға ҡаршы
Ҡанлы һуғыш, яу асҡан.
Ай һуғышҡан, ти, Урал,
Йыл һуғышҡан, ти, Урал,
Утҡа етергә бирмәгән,—
Ҡайыҡ яһап, бар кеше
Һыуға батып үлмәгән.
Урал аяуһыҙ һуғышып,
Дейеүҙәрҙе ҡырған, ти;
Шул саҡлы улар үлгән, ти, —
Киң дингеҙҙең өҫтөндә
Тау барлыҡҡа килгән, ти.
Аҡбуҙ һыуҙы йырған, ти,
Юлы ҡалҡып ҡалған, ти;
Урал ярған юлдарҙан
Халыҡ эйәреп барған, ти.
Көн һуғышҡан, ти, Урал,
Төн һуғышҡан, ти, Урал.
Ҡаты яуы барғанда,
Дейеүҙәрҙе ҡырғанда,
Әзрәҡәгә тап булып,
Икәүһе ҡаршы тороп,
Ҡылысҡа ҡылыс килеп,
Һуғышҡандар, ти, былар,
Алышҡандар, ти, былар.
Әзрәҡә сабып ҡараған,
Ут та бөркөп ҡараған;
Уралды ул сапҡанда,
Күк күкрәп торған, ти;
Уралға ут бөрккәндә,
Һыуҙар ҡайнап торған, ти,
Ерҙәр тетрәп торған, ти.
Урал ҡаушап ҡалмаған,
Һушынан да таймаған, —
Булат ҡылысын алған да,
Әзрәҡәне өҙә сапҡан да,
Тураҡлаған, онтаған,
Ҡылысы диңгеҙгә сумған,
Ер һелкенгәндәй булған:
Әзрәҡә йәнһеҙ йығылған,
Имәнес ҙур кәүҙәһе
Һыуҙы урталай бүлгән;
Халыҡҡа менеп йөрөргә,
Йәйрәп хәл йыйырға
Ҙур бер яман тау булған.
Урал алға сапҡан, ти,
Аты диңгеҙ ярған, ти;
Аҡбуҙ барған урында,
Һыу алмаҫлыҡ юл булып,
Ҙур тау ҡалҡа барған, ти;
Һыу эсенән бар халыҡ
Шунда сыға барған, ти.
Урал күп йыл һуғышҡан,
Күп дейеүҙәрҙе ҡырған,
Күп тау барлыҡҡа килгән;
Урал яуға сыҡҡанда
Яңы тыуған балалар
Ат менерҙәй ир булған.
Урал барған ер буйлап,
Һыҙылып ятҡан тау буйлап
Яҡшы толпар атланған,
Яу батырҙай ҡораллы
Дүрт йәш батыр килгән, ти;
Улар артынса дүртәү
Ҡалышмайсы елгән, ти,
Килеп сәләм биргән, ти.
Беренсеһе:
«Ҡатил батша ҡыҙынан
Һинән тыуған улыңмын;
Һигеҙ йәштә ат мендем,
Ил аралап күп йөрөнөм,
Ҡыуам һинең юлыңды, ти.
Бер ерҙә бер ҡан күрҙем —
Үҙе ергә һеңмәйҙер,
Үҙен ҡоҙғон эсмәйҙер;
Йыртҡыс, ҡоҙғон йыйылып,
Көн дә килеп еҫкәйҙер.
Әсәмә ҡайтып һөйләнем,
Бар серене һораным;
Әсәм миңә әйтмәне,
Ултырып үкһеп иланы,
Ни әйтергә белмәнем,
Аптыраным-алъяным,
Серенә төшөнмәнем.
Ил аралап күп йөрөнөм,
Күп кешеләрҙе күрҙем,
Йәшен-ҡартын осраттым,
Ҡан турында һораштым.
Береһе асыҡ әйтмәне,
Былай тиеп һөйләне:
«Атаң беҙгә тәңреләй
Ярҙам итте, балаҡай,
Атаң хаҡын һаҡлайбыҙ,
Әсәң хәтерен ҡаҡмайбыҙ,
Һин — атаңдан ҡот йыйған,
Һин — әсәңдән һөт имгән,
Уларға уртаҡ бала һин,
Беҙгә дана бала һин.
Әсәңдән үтеп, балаға
Уртаҡ серен әйтмәбеҙ:
Атаң ҡәҙере хаҡына
Әсәңә ант иткәнбеҙ.
Бар, балаҡай, ҡайт, бала,
Әсәңдән һорап күр, дана,
Әсәң әйтһә бар серен,
Үҙең уйлап бел, бала,» —
Тигәс, ҡайттым өйөмә,
Тағы баҡтым әсәмә,
Әсәм һис тә әйтмәне,
Минән серен йәлләне.
Мин ултырып иланым,—
Ул һаман да әйтмәне,
Урын һалып ятҡырҙы,
Йоҡлатырға бәпләне.
Мин дә һүҙен тыңланым,
Мин йоҡлаған булайым,
Ни һөйләр тип уйланым.
Мине йоҡлай типмелер,
Әллә онотопмолор,—
Әсәм үкһеп иланы,
Башын баҫып уйланды,
Ошолай тип һөйләнде:
«Уралым китте — юғалды,
Ҡабат ҡайтып килмәйҙер;
Улы етте — ат менде,
Уны атаһы белмәйҙер.
Атаһындай тыуғандыр,
Йөрәге ҡуш булғандыр.
Яуыз атам ҡандары
Әле шиңмәй яталыр,
Бала, күреп ҡайта ла,
Һорашып ҡаңғырталыр.
Инде нисек итәйем,
Әйтмәй нисек түҙәйем?
Әйтһәм, серҙе белер ул,
Атаһыны эҙләр ул,
Башын ситкә аҙҙырыр,
Мине яңғыҙ ҡалдырыр»,—
Тип, әсәйем зарланғас,
Мин дә торҙом, таң атҡас.
Ҡан янына барҙым мин,
Ҡанды урап йөрөнөм мин:
«Әй, һеҙ ҡандар — ҡан икән,
Атам ҡойған ҡан икән;
Атам Урал тигәнгә,
Яу асҡандар һеҙ икән,
Батыр ҡулы тейгәнгә
Һыуынмаймы ҡанығыҙ,
Шуға тынмаймы йәнегеҙ?
Ҡанығыҙ бысраҡ булғанға,
Ҡоҙғон да эсмәй, ер йотмай,
Күпсеп ята ҡанығыҙ,
Йонсоп ята йәнегеҙ», —
Тигән һүҙем әйткәйнем,
Ҡанлы был күл ҡайнаны;
Ҡан күленән ситтәрәк
Бер аҡ ташҡа сәсрәгәс,
Ҡан ҡыймылдай башланы,
Серҙе һөйләп ташланы:
«Оло бабаң Ҡатилдың
Ҡоллап алған дүрт батыр,
Бабаң ҡушҡас, яу астыҡ,
Яуыз ҡанға олғаштыҡ.
Ер ҙә эсмәй ҡаныбыҙ,
Көн киптермәй ҡаныбыҙ,
Ҡоҙғондарҙы һорайбыҙ,
Улар ҙа эсмәй ҡаныбыҙ,
Өҙгөләнә йәнебеҙ.
Урал атаңа бар әле,
Беҙҙең зарҙы әйт әле:
Сара тапһын, терелтһен,
Уҙенә юлдаш булырлыҡ
Яуға сабыр ир итһен», —
Тигәс, серҙе белдем мин,
Әсәмә һөйләп бирҙем мин.
Әсәм уйлап торҙо ла,
Тауға ҡарай барҙы ла,
Ҡоҙғондарҙы йыйҙы ла,
Бер ҡоҙғондо оҙатты,
Һәр көн сығып күҙәтте.
Бер талай көн уҙғас та,
Ҡоҙғоно килде шау менән,
Ауыҙы тулы һыу менән.
Әсәм ҡанға төкөрттө, —
Барыһын да терелтте.
Дүрт батырға ҡарата:
«Атамда хур булһағыҙ,
Унан этлек күрһәгеҙ,
Уралға дуҫ булһағыҙ,
Атайымдың дуҫтарын
Донъянан юҡ итегеҙ;
Улым менән Уралды
Эҙләп бергә китегеҙ,
Барып сәләм әйтегеҙ».
Дүрт батырҙы эйәртеп,
«Атам — Урал икән, тип,
Урал улы — Яйыҡ», тип,
Һиңә юлдаш булайыҡ, тип,
Алыҫтан эҙләп килдем мин,
Һиңә ярҙам итергә
Билем биштән быуҙым мин,
Һинең юлды ҡыуҙым мин».
Икенсеһе:
«Минең әсәм — Гөлөстан,
Мин алтыға еткәндә,
Йылан, Шүлгән ҡабатлап
Илде талай килгәндә,
Бар кешенең ҡото осоп,
Илдән ҡасып киткәндә,
Әсәм һине уйлаған,
Шул ҡайғынан ҡалғыған.
Аяғына баҫалмай,
Урынында ятҡанда,
Илдә йылан яу аҫты,
Бөтә ерҙе һыу баҫты.
Балаһына, ҡартына
Ҡайыҡ яһап барыһына.
Барын тейәп ҡайыҡҡа,
Яңғыҙ үҙем яу астым.
Яуҙа илде бирмәгәс,
Һыуҙа берәү батмағас,
Үҙем йәш бер балалай
Күҙҙәренә сағылғас,
Зәрҡум килеп туҡталды,
Ҡылыс алып уҡталды.
Мин да ҡарап торманым,
Балаһынып ҡалманым:
Ҡылыс алып айҡаштым,
Уға һис көс бирмәнем,
Ул һуҡҡанда йығылмай,
Батырҙарҙай сайҡаштым.
Зәрҡум бик ужарланғас,
Уны яҡлап дейеүҙәр
Тағы өҫтәлеп уҡталғас,
Унда ла көс бирмәнем,
Дейеүен да, Зәрҡумды ла
Быуын-быуын тураным.
Хәлһеҙләнгән көйө тороп,
Әсәм килеп ҡул һалды,
Йәшләндереп күҙҙәрен
Былай тиеп һөйләнде:
«Атаң — Урал батырым,
Унан тыуған Нөгөшөм,
Батыр булып тыуғанһың,
Атаңа ҡулдаш булғанһың.
Мен толпарға һин, балам,
Атаңа юлдаш бул, балам!» —
Тиеп әсәм, һөйҙө лә,
Толпар тотоп бирҙе лә,
Миңә юлды өйрәтте,
Мине яуға оҙатты».
Өсөнсөһө:
«Минең әсәм —Һомайҙыр,
Көндә күккә менә лә,
Нимәнелер тыңлайҙыр.
«Ай Уралым, нишләйһең?
Мин янамын - белмәйһең;
Дейеү-ендәр тупланды,
Бары бергә йопланды, —
Ил ҡаплаған диңгеҙҙе
Нисек йөҙөп сығырһың?
Ҡан дулаған дейеүҙе
Нисек еңеп сығырһың?» —
Тип, аһ ороп ялбарҙы,
Үҙ алдына зарланды.
Миңә текләп торҙо ла,
Бер көрһөнөп алды ла:
«Һай, иртәрәк тыуһаңсы,
Ат менерлек булһаңсы,
Күп йыл яуҙа йонсоған
Атаңа терәк булһаңсы», —
Тиеп мине бәпләйҙер,
Үҙе һыҡтап илайҙыр;
Мине бала типмелер,
Бер ҙә серен әйтмәйҙер.
Төндә икәү ята инек,
Берәү ишеккә һуҡты,
Ишек селпәрәмә килде, —
Өйгә бер дейеү керҙе,
Әсәйемә ҡул һуҙҙы.
«Илгә ҡыран һалғандың,
Илде тар-мар ҡылғандың,
Таш аттырып ҡая тауға,
Дейеүгә ут һалғандың
Йән һөйгәне Һомаймы?
Уралға Буҙат биреп,
Тау ярҙырған Һомаймы?
Булат ҡылыс тоттороп,
Бар дейеүҙе ҡырҙырып,
Байман тапҡан Һомаймы?
Әйт тиҙерәк, шулаймы?
Хәҙер башың киҫәмен,
Кисеп ҡаның эсәмен;
Кәүҙәң утҡа атамын,
Башың ташлап Уралға,
Уны һалып ҡайғыға
Ярты көсөн аламын», —
Тип, әсәмә уҡталды.
Мине күргәс, туҡталды:
«Урал ҡотонан тыуған
Батыр бала түгелме?» —
Тиеп, үҙе һөйләнде;
Әсәм бер һүҙ әйтәлмәй,
Шомға ҡалып уйланды,
Йәшләндереп күҙҙәрен,
Бигерәк мине ҡыҙғанды.
Үҙем бала тимәнем,
Һис ни уйлап торманым,
Дейеүгә мин ташландым,—
Бер башынан ут сәсте,
Бер башынан ыу сәсте.
Ул бер алды, мин — алдым,
Өҫтөнә менеп атландым.
Ҡулымда һуҡҡы юҡ ине,
Тас яланғас ҡул ине;
Шулай ҙа көс бирмәнем,
Дейеүгә юл ҡуйманым,
Тубарлата башланым.
Ҡыҫып алдым муйынынан,
Ҡан бөркөттөм ауыҙынан,
Тағы өҫтәп бер һуҡтым, —
Албырланы, ҡаҡшаны,
Баҫыр хәле ҡалманы.
Тағы ынтылып бер һуҡтым, —
Тау ҡолатҡандай иттем.
Дейеү ятып йән бирҙе,
Һарай эсе ҡан булды;
Әсәм билдән ҡан кисеп,
Һыуһаның, тип, һыу бирҙе,
Йөҙөнә шатлыҡ тулды.
«Батырҙан батыр тыуғанһың,
Атаңдай батыр булғанһың;
Кәүҙәң бала булһа ла,
Йөрәгең йәш булһа ла,
Инде үҫеп еткәнһең,
Атаң янғыҙ тилмерә,
Ауыр көндәр кисерә,
Атаң янғыҙ булмаһын.
Дошман яуы еңмәһен,
Бар атаңа, юлдаш бул», —
Тип, әсәм димләгән,
Атаһыны эҙләгән
Иҙел тигән улың мин,
Һиңә төбәп килдем мин».
Дүртенсеһе:
«Минең әсәм — Айһылыу,
Атам Шүлгән булғандыр,
Шүлгән һиңә туғандыр,
Дейеүҙәр менән киткәндер,
Аҙаҡ күп ҡан ҡойғандыр;
Яҡшыға дошман булғандыр,
Әсәм барып хур булған,
Ҡайғыһынан һары алған.
Әсәм оҙаҡ түҙмәне,
Мине саҡырып янына
Былай тиеп һөйләне:
«Ҡаранғы төн яҡтыртҡан
Айҙан тыуған бала инем,
Әсәм һөйгән дана инем;
Шүлгәнде кейәү иткәнгә
Әсәм бер йөҙ ҡапланы:
Ҡайғы баҫты йөҙөнө,
Миңдәр баҫты битене.
Көндә йөҙө үҙгәрә,
Нуры кәмеп, хурлана;
Элек көндәш булһа ла,
Ҡояштан ул нурлана.
Атайым да хурланды,
Шүлгәнгә биреп алданды,
Ҡайғыһынан китепме, —
Хәҙер күҙҙән юғалды.
Кейәүгә тигән бүләгем —
Һары толпар бирәйем;
Балам, атҡа мен, тине,
Иҙел менән кит, тине.
Урал атаң юлынан,
Балам, яуға сап, тине,
Һаҡмар батыр бул, тине,
Атаңды эҙләп тап», — тине.

8-се бүлек

Дүрт егеттең был һүҙен
Урал батыр ишеткәс,
Балалары үҫкәнен,
Батыр булып еткәнен
Үҙ күҙе менән күргәс,
Урал батыр ҡыуанған,
Ғәйрәте тағы артып,
Аҡбуҙатҡа атланған,
[Аталы-уллы биш батыр,
Бер-береһенә иш батыр,
Йәнә баяғы дүрт батыр]
Дейеүгә яу башлаған,
Ҡыйратып ташлаған.
Ай һуғышҡан, ти, былар,
Йыл һуғышҡан, ти, былар
Ҡаты яуҙың береһендә
Ҡәһҡәһәне ҡолатҡан —
Диңгеҙ ярып, дулатҡан,
Асы тауыш сығартҡан,
Күк күкрәтеп, олотҡан,
Кәүҙәһен өйөп, диңгеҙҙә
Тағы бер тау яһатҡан.
Тылсымлы Шүлгән диңгеҙе
Ҡап урталай быуылған,
Һыуҙа йөҙгән дейеүҙәр
Ике яҡҡа бүленгән.
Шүлгән йүнгә килмәгән,
Ни эшләргә белмәгән,
Үҙ яғында ҡалғандың
Барыһын бергә йыйнаған,
Урал тағы юл сапҡан,
Дейеүҙәргә яу асҡан.
Ҡаты яуҙар барғанда,
Күктә уттар бөркөлөп,
Диңгеҙ һыуы эркелеп,
Һыуҙар ҡайнап торғанда,
Шүлгән, Урал икәүһе
Бер-береһенә тап булған
Икәү-ара яҫҡышып,
Төрлө яҡлап алышҡан.
Таяғы менән Уралға
Шүлгән яман уҡталған —
Утҡа өтмәксе булған,
Башына етмәксе булған.
Урал һис тайшанмаған,
Булат ҡылысын алып,
Ҡаты айбарын һалып,
Серле таяҡҡа сапҡан, —
Таяҡ киткән сәсрәп,
Күктә тауыш күкрәп,
Дингеҙ бөтөп, күл булған
Һыуһыҙ ҡалып дейеүҙәр,
Кәре китеп хур булған.
Урал тотҡан Шүлгәнде,
Аҡбуҙаты, улдары
Ҡырған дейеү, бүтәнде.
Көсө менән Шүлгән дә
Уралға кәр ҡылмаған,
Алышһа ла, түҙәлмәй,
Шунда ергә ҡолаған,
Һаҡмар килеп Шүлгәнгә
Ҡылыс менән уҡталған;
Урал тыйғас, Һаҡмар ҙа
Сапмайынса, туҡталған.
Урал халыҡты йыйған,
Шүлгәнде уртаға ҡуйған.
«Йәштән яуыз үҫтең һин,
Урлап ҡан да эстең һин -
Атам һүҙен тотманың,
Яуызлыҡҡа ыҡланың,
Яҡшылыҡты ташланың.
Ҡанда йөҙҙөң яуың менән,
Ил ҡапланың һыуын менән
Ил үртәнең утың менән.
Дейеүҙәрҙе дуҫ иттең,
Кешеләрҙе үс иттең;
Яуызлығың ат иттең,
Йөрәгеңде таш иттең,
Атам йөҙөн ят иттең,
Әсәм һөтөн ыу иттең.
Юлда юлдаш булдым мин,
Яуҙа ҡулдаш тинем мин;
Ҡыҙ һайланың — буй ҡуйҙым,
Ат һайланың — яй ҡуйҙым;
Дан эҙләргә теләнең —
Теләгеңә юл ҡуйҙым.
Ҡулыңа таяҡ тотторҙом, —
Яҡшылыҡтан күҙ йомдоң,
Ҡан ҡойорға ынтылдың;
Илде утта ҡалдырҙың,
Күпте һыуға батырҙың,
Дейеүҙәргә алданып,
Кеше ҡаны түктерҙең,
Һөттәй таҙа берәүҙең —
Күҙ ҡаралай икәүҙең
Берен димләп бирҙерҙем,
Йөрәген аҡ булыр, тип,
Һине маҡтап һөйҙөрҙөм,
Һин һүҙеңдә торманың,
Яҡшыға юл борманың,
Атам һүҙен тотманың,
Әсәм һүҙе йоҡманы.
Бөтә илде һыу иттең,
Кеше ҡанын ҡойорға
Дейеүҙәрҙе өҫкөттөң;
Ер өҫтөн дә эркеттең,
Тигеҙ ятҡан ер йөҙөн
Онҡар-шоңҡар иттерҙең.
Яманлыҡты яҡшылыҡ
Еңгәнен хәҙер белдеңме?
Кешеләрҙең донъяла
Өҫтөнлөгөн күрҙеңме?
Инде бөтә дейеүең
Йәнлеккә төйәк тау булыр,
Ҡәһҡәһәнең яуҙары —
Аяҡһыҙ ҡалған яу булыр.
Ер үбеп ант итмәһәң,
Кеше алдында баш эйеп,
Аҡ һүҙеңде бирмәһәң,
Кешеләрҙең күҙ йәшен
Үҙ өҫтөңә алмаһаң,
Атам менән күрешкәндә,
«Ғәйеплемен», — тимәһәң, —
Башын сарҙай сорғотоп,
Он-талҡандай итермен;
Күбәләктәй йәнеңде
Төнгө томан ҡылырмын;
Ҡаныңа буяп кәүҙәңде,
Әзрәҡәнән бар булған,
Ямантау тип аталған
Тауға илтеп күмермен.
Башыңа йән килмәҫтәй,
Килеп хәлең белмәҫтәй,
Яҡшылап телгә алмаҫтай,
Бер үлән-зат үҫмәҫтәй,
Бите көнгә ярылған,
Ҡасҡан-боҫҡан йыланға,
Яуыз уйлы бөркөткә,
Ҡан көҫәгән ҡоҙғонға
Ҡунып, йәнлек аңдырға
Яуыз тағы булырҙай
Ҡара ҡая итермен», —
Тигән һүҙен Уралдың
Шүлгән тыңлап торған да,
Урал ҡуймаҫ, үлтерер, —
Тип, йөрәге ҡурыҡҡан да:
— Үҙ тылсымым яһаған
Диңгеҙемдең ҡалдығы,
Уҫаллығым шомлоғо
Күлдән битем йыуайым;
Һис яуызлыҡ ҡылмаҫҡа,
Йоланан баш тартмаҫҡа,
Һинең менән берлектә,
Кешеләр менән дуҫлыҡта
Ил батыры булырға,
Илдә тыныс ҡалырға,
Урал, юлың үбәйем;
Ысын туған булайым,
Бергә торлаҡ ҡорайым,
Атам-әсәм күрәйем,
Уларға һүҙ бирәйем.
— Ҡандан үҫкән бит итең
Күлдә йыуып таҙармаҫ,
Ҡанһыраған йөрәгең
Яҡшылыҡҡа баҫалмаҫ;
Ҡанда йөҙөп, ут йотҡан
Кеше һине ишкә алмаҫ;
Кешегә асыу тарҡыған,
Ҡәһәрҙә таштай ҡатырған,
Яҡшыға ҡаршы ут булған,
Бәғерлектең тоҡомо
Тыумыштан уҡ юҡ булған
Һинең ыулы йөрәгең,
Таш иреһә лә, иремәҫ,
Якшылыҡты тиңһенмәҫ,
Кешеләрҙе ишһенмәҫ.
Кешеләрҙе һөйһәң һин,
Бергә йәшәп, ил ҡороп,
Батыр булам, тиһәң һин,
Кешеләргә дошманды
Үҙеңә ҡаршы яу һана,
Дошман ҡанын күл итеп,
Битен йыуыр һыу һана.
Кешеләргә яу асып,
Буштан-бушҡа ҡан ҡойоп,
Яуызлыҡты дан һанап,
Яҡшылыҡты хур яһап,
Олпатланып, маһайып,
Кәперәйгән тәнеңде,
Ҡарайып бөткән ҡаныңды, —
Үткәнеңде уйлатып,
Йөрәгеңде һыҙлатып,
Тәнең һыҙлап ҡағайһын,
Йәнең һыҙлап ағарһын,
Йөрәгендәге ҡара ҡан
Кибеп, ҡабат ҡыҙарһын, —
Шунда кеше булырһың,
Илдә бергә ҡалырһың,
Яуҙа батыр булырһың», —
Урал шулай тигән һуң,
Шүлгән ҡабат һораған,
Үҙ теләген һөйләгән:
«Һыбай йөрөгән арыҫланым
Ике һөрөнөп абынды,
Ике тапҡыр һуғылды,
Тәнендә ҡандар күренде,
Күҙенә уттар сағылды, —
Аяғыма йығылды.
Өсөнсө тапҡыр һөрөндө —
Миңә ҡарап үкенде,
Ҡабат инде һөрөнмәм,
Тип, арыҫланым елкенде.
Мин да ҡабат һуҡманым,
Телем менән һүкмәнем.
Ағаң булған Шүлгән дә
Ике тапҡыр юғалды,
Һөрөнгән арыҫландай,
Күңелеңә шом һалды.
Өсөнсөгә — китәйем,
Дейеүҙе тар-мар итәйем;
Ҡара йөҙөм йыуайым,
Аҡ йөҙ менән алдыңа
Килеп, ерҙе үбәйем,
Кешеләргә иш булып,
Бергә торлаҡ ҡорайым».
[Урал тынламаҡ булған,
Һуңғы ҡат һынамаҡ булған:]
«Намыҫ тапар ир булһа,
Өмөтө булмаҫ көнөнән;
Ил быуынын һанаған
Көнөн айырмаҫ төнөнән:
Йыртҡыс булған йәндәргә
Ҡара төнө көн булыр,
Күҙе ҡалғыр байғошто
Төндә аулап, шат булыр.
Кешеләргә төн ине,
Һиңә яҡты көн ине.
Ҡалғып торған кешене
Ҡырып, ҙур дан дауланың,
Кешегә дошман дейеүҙе
Үҙеңә дуҫ һайланың;
Кешенең ҡара төнөндә
Айы ҡалҡыр тимәнең,
Айы батһа, таң атып,
Көн балҡырын белмәнең.
Инде күрҙек күҙ менән
Кешегә көн килгәнен,
Дейеүең менән үҙеңә
Ҡара төндөң килгәнен;
Дейеү йөҙгән диңгеҙҙең
Ергә әйләнеп ҡалғанын,
Әзрәҡә тигән батшаңдың
Ҡаялы тау булғанын;
Уҫал да менән аҡ ҡыҙҙан
Һаҡмар батыр тыуғанын;
Йылан ейгән ирҙәрҙең,
Унда бикле ҡыҙҙарҙың
Көләс йөҙлө булғанын,
Алдыңа килеп тыуғанын
Инде күреп, ышанһаң;
Кешегә ҡаршы сайҡашып,
Яуызлыҡтан яу асып,
Мәңге еңәлмәҫеңде,
Бер туҡталып уйлаһаң,
Уҫаллығыңа баш булып,
Кешелекте һайлаһаң,
Үҙ арыҫланың һүҙенән
Өлгө алырлыҡ булһаң, —
Мин дә бер юл ҡуяйым,
Һинән яҡшылыҡ көтәйем.
Атамдың хаҡы өсөн,
Әсәмдең хәтере өсөн,
Тағы ла бер һынайым,
Теләгеңде бирәйем».
Шүлгәнде шулай оҙатҡас,
Урал халыҡты йыйҙыртҡан да:
«Күҙгә күренер Үлемде
Илдән ҡыуып юҡ иттек,
Ҡан эсеүсе дейеүҙең
Барын ҡырып тау иттек.
Йәншишмәнең бар һыуын
Һоҫоп алып киләйек.
Бар кешегә бирәйек.
Күҙгә күренмәҫ Үлемдән —
Килер ауырыу-сырхауҙан,
Ауыртыныу-һызлауҙан
Кешеләрҙе ҡотҡарып,
Барыһыны шат ҡылып,
Мәңге үлмәҫ ҡылайыҡ»,—
Тип, Урал һүҙ асҡанда,
Аһ-ваһ итеп зарланып,
Үлем саҡырып-ялбарып,
Бар һөйәге ҡаҡшаған,
Тәнендә ит ҡалмаған,
Ата-әсә, берен дә
Кем булғанын белмәгән
Бер ҡарт килеп еткән, ти,
Ошо һүҙен әйткән, ти:
«Бик күп быуын күрҙем мин,
Бик күп ерҙә булдым мин,
Һис нәмәне тоймаған,
Бер нәмәнән ҡурҡмаған,
Бала — атаһын белмәгән,
Ата — балам тимәгән
Осорҙо ла күрҙем мин;
Кешеләр бергә тупланып,
Үҙ-араһы йопланып,
Көслө ырыуҙар көсһөҙҙө
Талауын да күрҙем мин;
Йылан, дейеү, батшалар,
Кеше затын эҙәрләп,
Тапҡан ерҙә берәмләп
Ашап башын үҫтереп,
Ҡайныһын ҡол иттереп,
Ил өҫтөндә түш киреп,
Кешеләрҙе буҫығытып,
Ҡан илатҡан осорҙа
Егет тә булып үҫтем мин.
Үлемде лә белмәнем,
Етемде лә күрмәнем,
Дейеү илде ҡаплағас,
Йылан күпте ялмағас,
Үлем күҙгә сағылғас,
«Миңә лә көн килер, тип;
Минең ҡулдан килмәһә,
Илгә бер ир тыуыр, тип;
Дейеүҙәр менән йыланға
Бер көн ҡыраң һалыр, тип,
Кешеләрҙең шул көндө
Шатлыҡ туйы булыр, тип,
Һыҡтап йөрәге һыҙған,
Ҡан илап күҙе тонған
Кешеләрем йылмайып,
Рәхәт һулыш алыр, тип,
Ерҙә байман ҡорор», — тип, —
Шуны өҙөлөп көттөм мин.
Үлемгә йән бирмәҫкә,
Туйҙан тороп ҡалмаҫҡа,
Йәншишмәнән эстем мин.
Үлем күп саҡ осраны,
Өҫкә ҡандар сәсрәне,
Үңәсемдән күп алды,
Боғаҙға бысаҡ күп һалды,
Ҡандарымды арҡытты,
Һөйәгемде ҡыйратты, —
Шунда ла буй бирмәнем,
«Йәнемде ал!» — тимәнем,
Йәнем бирмәй серәштем,
Үлем менән көрәштем,
Инде туйҙы күрҙем мин,
Шуға бында килдем мин,
Һеҙгә сәләм бирҙем мин;
Кешеләрҙең көләс йөҙөн
Күҙ алдымда күрҙем мин;
Кеше, кеше тигәндең
Батырлығын һиҙҙем мин.
Инде үлһәм дә, ҡайғым юҡ:
Ҡалҡып ятҡан ҙур юлың
Кешегә төйәк булырлыҡ;
Дейеүҙән өйгән тауҙарың
Кейеккә торлаҡ булырлыҡ,
Һәр ҡайһыһы йәйерәп
Йопланып түл йәйерлек;
Быуын-быуын үрсешеп,
Бергә уйнап-көлөшөп,
Байман табып ерләшеп,
Үткәндәрен йырлашып,
Көн итерҙәй ил булып,
Торасағын белдем мин.
Егетем, батыр икәнһең,
Күҙ ҡарамдай һаналған
Илгә ҡашҡа икәнһен;
Быуын-быуын буйына
Маҡталырлыҡ икәнһең.
Ил ырыҫын табырға
Атаң һиңә ҡот биргән,
Әсәң һиңә һөт биргән;
Дошманға таш йөрәкле,
Дуҫыңа аш йөрәкле
Батыр итеп үҫтергән,
Тәү арыҫлан мендергән.
Яҡшылыҡҡа ынтылған
Йөҙө көндәй һылыуға,
Һыны тиңһеҙ һылыуға —
Һомайға тап булғанһың.
Утҡа ҡаршы ут булыр,
Һыуға ҡаршы һыу булыр,
Елгә ҡаршы тау булыр,
Яуға ҡаршы яу булыр
Аҡбуҙатҡа атланып,
Дейеүҙәргә яу асҡан;
Ерҙән диңгеҙ киптергән,
Ергә ырыҫ сәстергән,
Илгә байман килтергән
Һине ҡашҡа тип белдем,
Һинең алдыңа килдем.
Күбәләктәй йәнем бар,
Бер йотомдай ҡаным бар,
Әлберәгән тәнем бар;
Һөйәк-һаяҡ ҡыйралған,
Тик тарҡалмаҫ һыным бар,
Хәҙер уйым тарҡалды,
Йәшәр хәлем ҡалманы;
Үлем саҡырып ҡараным,
Буй бирергә уйланым.
«Йәншишмәнән һыу эстең —
Миңә ҡаршы көс иттең,
Мәңге йәнең алалмам,
Һине үлек итәлмәм;
Көсөң бөтөр — ҡалырһың,
Үл(ә)алмай ҡаңғырырһың;
Тәнең сереп, ҡорт ашар,
Шунда ла һин үлмәҫһең,
Һис донъянан китмәҫһең,
Мине бушҡа көтөрһөң,
Алйып-ҡанғып бөтөрһөн», —
Тип, йәнемде алманы,
Үлем баҙнат ҡылманы.
Егет, һиңә килдем мин,
Килеп хәлем әйттем мин.
Ҡолаҡ һалһаң һүҙемә,
Әйтә торған һүҙем бар;
Илгә йола булырҙай,
Һынап белгән заңым бар:
Донъяла мәңге ҡалам, тип,
Донъялай ғүмер һөрәм, тип,
Үлемгә буй бирмәҫкә,
Уны бер заң итмәҫкә
Йәншишмәнән эсмәгеҙ,
Миндәй хурлыҡ күрмәгеҙ.
Донъя ул бер бағ икән,
Йән эйәһе шул бағта
Донъя быуынын һанаған,
Ҡайһы быуын аҡлаған,
Ҡайһы уны таплаған,
Төрлө төҫкә биҙәгән,
Бары — үҫемлек, гөл икән;
Беҙ Үлем тип һанаған,
Яуыз ул тип ҡараған —
Бағтың туҙған үҫмерен
Йәки көнө тулғанын
Сүпләп, бағты бушатҡан,
Унан донъя ташлатҡан
Бөтмәй торған йола икән.
Мәңге ҡалам тимәгеҙ,
Йәншишмәнән эсмәгеҙ.
Донъяла мәңге ҡалыр эш —
Донъяны матур төҙөгән,
Бағты мәңге биҙәгән —
Ул да булһа яҡшылыҡ.
Күккә лә осор — яҡшылыҡ,
Һыуға ла батмаҫ — яҡшылыҡ,
Утҡа ла янмаҫ — яҡшылыҡ,
Телдән дә төшмәҫ — яҡшылыҡ.
Бары эшкә баш булыр,
Үҙеңә лә, кешегә
Мәңге йәшәр аш булыр», —
Тигән һүҙен ишеткәс,
Бөтә серҙе анлағас,
Бар халыҡты эйәртеп,
Урал юлға сыҡҡан, ти,
Йәншишмәгә барған, ти,
Һыуын уртлап алған, ти;
Үҙе сапҡан юлына,
Дейеүҙән өйгән тауына
Һыуҙы шунда бөрккән, ти.
«Тау-урмандар йәшәрһен,
Мәңге үлмәҫ төҫ алһын,
Ҡошо һайрап маҡтаһын,
Халҡы йырлап хуплаһын,
Ерҙән ҡасҡан дошмандар
Бары күреп һоҡланһын,
Ил һөйөргә ил булып,
Ер һөйәргә бағ булып,
Дошман күҙен ҡыҙҙырып,
Балҡып торор ер булһын!» —
Тигән һүҙен әйткән, ти.
Һыу күп һипкән еренән
Ҡарағай, шыршы үҫкән, ти,
Һыуыҡҡа төҫ ҡоймаҫлыҡ,
Эҫегә лә кипмәҫлек,
Ҡорт, мыр-мазар төшмәҫлек,
Яп(ы)рағы төрөлөп,
Беҙәнәктәй булған, ти,
Мәңге йәшел ҡалған, ти.
Шүлгән быны ишеткәс:
«Хәҙер мине яҡлаусы,
Кешене аранан сүпләүсе,
Бара-бара аҙ-маҙлап,
Донъянан юҡ ҡылыусы
Үлем тигән яу ҡалды,
Уға иркенлек булды, —
Миңә ярҙам итер ул,
Кешене тар-мар итер ул», —
Тиеп уйлап ҡыуанған,
Дейеү-йыланды йыйнаған,
Барыһына һөйләгән.
Уралға баш эймәҫкә,
Кешегә һыу бирмәҫкә
Бар дейеүгә ҡушҡан, ти.

9-сы бүлек

Айҙар, көндәр уҙған, ти,
Кешеләр торлаҡ ҡорған, ти;
Бер-беренә йөрөшөп,
Уйнап бергә, көлөшөп,
Ҡоҙа-ҡоҙағый булышып,
Йәше-ҡарты йоплашып,
Ҡанлы яуҙан тынышып,
Байман табып, тын алып,
Рәхәтләнеп ҡалған, ти.
Бына бер саҡ тағы ла
Һыуға барған ҡыҙҙарҙы,
Юлға сыҡҡан ирҙәрҙе
Дейеүҙәр аңдып ятҡан, ти,
Һыуға барһа, йотҡан, ти,
Йығып, ҡанын һурған, ти,
Йөрәгене алған, ти;
Ҡаяла ҡалған йыландар
Кешеләрҙе саҡҡан, ти.
Кешеләр бынан зарланып,
Ҡурҡынышып, ялбарып,
Уралға бары килгәндәр,
Уралға һөйләп биргәндәр.
Урал халыҡты туплаған;
Дейеүҙәрҙән һаҡлаған;
Дейеүҙәр, быны белгәс тә
Ер йөҙөнә сыҡмаған.
Урал ҡарап тормаған:
Иҙел, Яйыҡ, Нөгөштө,
Һаҡмар, бүтән батырҙы
Яуҙарына баш ҡылған;
Булат ҡылысын алып,
Үҙе Аҡбуҙын менгән.
Айбарланып, шау һалып,
Аҡбуҙатын дулатып,
Ерҙә дауыл ҡуптарып,
Һыуҙа тулҡын ҡайнатып,
Шүлгән күленә барған.
«Күлен уртлап бөтөрәм,
Һыу ҡалдырмай ҡоротам,
Кешегә тынлыҡ бирмәгән
Ҡалған-боҫҡан дейеүҙән,
Яу булыусы Шүлгәндән
Бар халыҡты ҡотолтам!» —
Тиеп, күлде уртлаған,
Күл һыуы ҡайнай башлаған.
Дейеүҙәр ҡурҡып шаулаған,
Шүлгән барын туплаған.
Урал күлде һура, ти,—
Дейеүҙәр эскә тула, ти,
Берәм-берәм Уралдың
Йөрәк-бауырын телә, ти.
Дейеү бик күп тулған һун,
Йөрәгене телгән һуң,
Урал күлде бөрккән, ти,
Ҡырға сыҡҡан дейеүҙе
Батырҙары тотҡан, ти.
Аяғына баҫалмай,
Ҡабат яуын асалмай
Урал шунда йығылған,
Бөтә кеше йыйылған,
«Ил бәхете ине»,—тип,
Бары һыҡтап илаған.
Урал: «Күрҙегеҙ барын күҙ менән
Һыу уртлаған ауыҙыма
Дейеүҙәр тулды яу менән.
Йөрәгемде телделәр,
Ҡулдан көстө алдылар.
Халҡым, һеҙгә шуны әйтәм,
Уландарым, һеҙгә әйтәм:
Уйым-уйым күлдәрҙең
Барында дейеү буласаҡ,
Уҫаллығын ҡыласаҡ,
Эсегеҙгә керәсәк.
Дейеүҙәрҙең ҡоһоро
Барығыҙға тейәсәк,
Шунан барың үләсәк.
Күлдең һыуын эсмәгеҙ,
Хараплыҡҡа төшмәгеҙ,
Дейеүҙәргә буй биреп,
Ҡул ҡаушырып тормағыҙ —
Дейеүҙәргә яу асып,
Диңгеҙҙе дейеүҙән әрсеп,
Ерҙә торлаҡ табыштым,
Кешеләрҙе яуыздан
Ҡотҡарырға тырыштым.
Менһәм Буҙат бар ине,
Ҡулда булат бар ине;
Яу тупларлыҡ еремдә
Талай илем бар ине;
Ҡулдаш булыр илемдә
Батыр ирҙәр бар ине.
Шулар ҡәҙерен белмәнем,
Батырлыҡҡа маһайып,
Кәңәш ҡороп торманым,
Яңғыҙ башым уйланым,
Уңмаҫ юлды һайланым.
Улдарым, тыңлаң, һеҙгә әйтәм,
Тыңла, илем, һиңә әйтәм:
Ир-арыҫлан булһаң да,
Батыр беләкле тыуһаң да,
Илдә йөрөп, ил күрмәй,
Тубығыңдан ҡан кисмәй,
Йөрәгең батыр булалмаҫ.
Яуызға юлдаш булмағыҙ,
Кәңәшһеҙ эш ҡылмағыҙ,
Уландарым, һеҙгә әйтәм:
Мин әрсегән ерҙәрҙә
Кешегә байман табығыҙ;
Яуҙа булһа, баш булып,
Кешегә ил ҡороғоҙ,
Данлы батыр булығыҙ.
Олоно оло итегеҙ, —
Кәңәш алып йөрөгөҙ;
Кесене кесе итегеҙ, —
Кәңәш биреп йөрөгөҙ.
Күҙенә сүп төшөрҙәй,
Күҙһеҙ булып ҡалырҙай
Еҫерҙәрҙең алдында
Күҙенә керпек булығыҙ.
Аҡбуҙатым, булатым
Илдә тороп ҡалыр ул, —
Өҫтөнә менеп сабырҙай,
Яуҙа ҡылыс һелтәрҙәй
Батырға менәр ат булыр,
Батыр булмаҫ ирҙәргә
Менер атым ят булыр.
Әсәгеҙгә әйтегеҙ:
Минән риза булһындар,
«Ирем, хуш бул!» — тиһендәр.
Барығыҙға шуны әйтәм:
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ;
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ!» —
Тигән һүҙҙе әйткән дә,
Урал батыр үлгән, ти.
Ҡайғырышып, барыһы
Башын түбән эйгән, ти;
Күктән йондоҙ атылып,
Һомайға оран биргән, ти.
Һомай, ҡош тунын кейеп,
Шундуҡ осоп килгән, ти,
Үле ятҡан Уралдың
Ауыҙынан үпкән, ти.
«Ай Уралым, Уралым,
Йәнеңә килеп етмәнем,
Аҙаҡ һүҙен ишетеп,
Күңелемде баҫманым,
Һиңә йәшләй осорап,
Шатлығымдан ҡыҙ булып,
Ҡош тунымды һалғайным;
Яуыздарға яу асып,
Яҡшылыҡҡа юл асып,
Аҡбуҙатҡа менгәнгә,
Булат ҡылыс тотҡанға
Иң бәхетле бер булып,
Мин оҙатып ҡалғайным.
Йәнеңә килеп етмәнем,
Ауыҙымдан үпмәнең,
Ни әйтерең белмәнем,
Инде хәҙер нишләйем? —
Ни әйтергә белмәйем.
Ҡыҙ булып, кемгә ҡарайым?
Һомай исемем ҡалһа ла,
Кешеләр ҡыҙ тиһә лә,
Ҡош тунымды һалмайым,
Ситтәр күҙен алырлыҡ
Ҡабат һылыу булмайым,
Һиндәй батыр табалмам,
Батырға әсә булалмам,
Аҡбуҙатың, булатҡа
Батыр һайлап бирәлмәм,
Ҡош көйөмә ҡалырмын,
Тыу йомортҡа һалырмын;
Балам булһа, ҡош булыр,
Һинең керһеҙ уйыңдан
Төҫө булһа, аҡ булыр.
Инде нисек итәйем?
Үҙең сапҡан юлыңа,
Һыҙылып килгән тауыңа
Гүрен ҡаҙып күмәйем,
Изге теләк теләйем.
Үҙең сапҡан зур юлың
Билен һис һыу ҡырҡалмаҫ.
Һинән ҡалған зур тауың
Үҙ ҡуйынына алыр ул,
Һинең менән берлектә
Мәңге ерҙә ҡалыр ул.
Өҫтөн астың диңгеҙҙең,
Өҫтөндә батыр булдың һин,
Буйына ил ҡорҙоң һин;
Ҙур тауыңдың ҡуйынында
Илгә затлы булырҙай,
Кешегә татлы булырҙай,
Йәндәй һанап йөрөрҙәй
Тағы ла затлы булырһың,
Юғалмаҫ алтын булырҙай,
Кешегә данлы һаналып,
Донъяға батыр булырһың», —
Тигән һүҙен әйткән дә,
Уралды тауға күмгән, ти,
Һомай осоп киткән, ти,
Илдән ғәйеп булған, ти;
Урал юлы — бейек тау,
Урал гүре — данлы тау —
Урал булып ҡалған, ти.
Байтаҡ йылдар уҙған һуң,
Һомай Уралын һағынған:
Уның юлы буйынан
Осоп йөрөп, талпынған,
Тауға килеп, ҡаяла
Уралды уйлап, моң сәскән,
Аҡҡош булып түл йәйеп,
Аҡҡош тыуын үрсеткән.
Быны бары белгән, ти,
Һомай тоҡомо ҡоштар, тип,
Бер туғандай күрешеп,
Ау аулауҙан тыйышып,
Аҡҡош тотоп еймәҫкә, тип,
Үҙ-ара һүҙ ҡуйышып, —
Аҡҡош үрсеп киткән, ти;
Аҡҡош ите кешегә
Шуға харам икән, ти.
Һомай түҙмәй осҡан, ти,
Бер килгән, ти, киткән, ти;
Тыныс ил, тип, берәмләп,
Ҡош-ҡорттарҙы эйәртеп,
Үҙ артынан эркелтеп,
Тағы Уралға килгән, ти;
Шуға эйәреп Уралда
Ҡош-ҡорт, йәнлек тулған, ти.
Ҡоштар киткәнен белгәс,
Тыныс ил тип ишеткәс,
Ҡатил үгеҙе, тоҡомон
Үҙе башлап эйәртеп,
Данлы Урал буйында,
Йәмле Урал ҡуйынында
Бергә ғүмер һөрәм, тип,
Урал буйына килгән, ти,
Кешегә буй биргән, ти.
Аҡбуҙат та ил гиҙеп,
Йылҡы тоҡомон йыйып,
Бар йылҡыға баш булып,
Барын алып килгән, ти.
Кешеләргә ылығып,
Менәренә ат булып,
Йылҡы ла түлләп киткән, ти.
Ай, көн һайын Уралға
Төрлө йәнлек тулған, ти,
Шул йәнлектәр, ҡош-ҡорттар
Килеү көнө кешегә
Ай, йыл һанап белеүгә
Исем булып киткән, ти.
Урал батыр улгән һуң,
Гүрендә ерһеп бөткән һуң,
Гүре балҡып торған, ти,
Быны күргән кешеләр
Йыйылышып барған, ти,
Бер ус тупраҡ алған, ти,
Бары данлап һалған, ти,
Бара-бара ул ерҙә
Алтын булып киткән, ти.
Ҡош-ҡорт, йәнлек күбәйгәс,
Шишмә һыуы етмәгәс,
Күлдән ҡурҡып әсмәгәс,
Иҙел батыр, Яйыҡҡа,
Нөгөш батыр, Һаҡмарға
Халыҡ йыйылып килгән, ти,
«Нишләйбеҙ?» — тип, барыһы
Аптырашып әйткән, ти.
Иҙел уйға ҡалған, ти,
Атаһының булатын
Үҙ ҡулына алған, ти;
Аҡбуҙатҡа менгән дә,
Бөтә халыҡты йыйған да:
«Эсә торған һыуҙа ла,
Йәшәп килгән донъяла
Яуыз бөтмәй, йән тыумаҫ,
Тыуһа ла, тыныс йәшәмәҫ,
Шүлгәнгә яу асайыҡ,
Барын тар-мар яһайыҡ, —
Һыу ҙа булыр кеше өсөн,
Тыныс булыр ил өсөн», —
Тиеп һүҙен бөткәндә,
Яу асырға торғанда,
Һомай килеп еткән, ти,
Былай тиеп әйткән, ти:
«Батырҙан тыуған ир-егет
Аптырауҙа ҡалырмы?
Донъяла тыуған бер йәндең
Уйлап башы етмәгән,
Күңеленә килмәгән
Диңгеҙенә юл һалыр,
Дейеүҙәрен тау ҡылыр,
Бөтә диңгеҙ ҡоротоп,
Йөрөгән юлын ил ҡылыр, —
Тип кем генә уйлаған?
Атаң үҙе үлһә лә,
Булаты ҡалды ҡулында,
Буҙ аты ҡалды янында.
Атаң дейеүҙән тау өйһә,
Сапҡан ерен юл итһә,
Яман һыуҙы бөтөрһә,
Илде бергә туплаһа, —
Һеҙгә аҙаҡ атағыҙ:
«Күлдең һыуын эсмәгеҙ,
Эсеп әрәм булмағыҙ», —
Тип әйткәйне түгелме?
Шүлгәнгә яу асһаң да,
Уны тар-мар итһәң дә,
Күленән ил мандымаҫ,
Әсә һөтөндәй булып,
Илде мәңге һуғармаҫ!»
Һомай һүҙен ишеткәс,
Иҙел уйға ҡалған, ти;
Аҡбуҙаттан төшкән, ти,
Атаһының булатын
Ҡулына тотоп алған, ти,
Бейек тауға менгән дә,
Ирәмәлләп торған, ти.
«Атайымдың ҡулында
Булат дейеү тураны;
Уралдан тыуған ул булып,
Халыҡты һыуһыҙ ҡаңғыртып,
Батыр исеме күтәреп,
Һыу табалмай тилмереп
Тороу ирлек буламы?» —
Тигән дә Иҙел ирәйеп,
Тауҙы яра сапҡан, ти,
Көмөштәй бер аҡ йылға
Шылтырап шундуҡ аҡҡан, ти;
Тауҙы буйлап киткән, ти,
Әзрәҡәнән бар булған
Ямантауға еткән, ти.
Тау йылғаны быуған, ти,
Иҙел килеп уҡталып,
Билен өҙә сапҡан, ти, —
Йылға ары аҡҡан, ти;
Иҙел баҫып торған тау,
Ирәмәлләп сапҡан тау,
Йылға сығып аҡҡан тау —
«Ирәмәл» булып ҡалған, ти.
Йылға быуған зур тауы,
Ҡырҡа сапҡан урыны —
«Ҡыр(ы)ҡты» булып ҡалған, ти.
Иҙел батыр тапҡан һыу,
Шылтырап матур аҡҡан һыу
Иҙел булып ҡалған, ти.
Бары килеп эскән, ти,
Һыу аҡҡанын күҙәтеп,
Бөтәһе лә ҡыуанып,
Былай тиеп әйткән, ти:
«Иҙел батыр тапҡан, ай, Аҡ йылға
Шылтырап та аға ла үҙәндән.
Тәмле Иҙелкәй һыуҙары ла
Бөтөрәлер һыу көҫәгән уйҙарҙы,
Ҡыуандыра ҡан илаған илдәрҙе.
Ғүмерҙәр үк теләп ил йырланы
Батыр тыуған, тип үк Уралдан.
Тәмле Иҙел һыуҙары ла
Бөтөрәлер һыу көҫәгән уйҙарҙы,
Ҡыуандыра ҡан илаған илдәрҙе» .
Шулай барыһы маҡтаған,
Ҡан илауҙан туҡтаған.
Бар халыҡ эркелеп,
Бер Иҙелдең буйында
Йәмле туғай-уйында
Торлаҡ ҡора башлағас,
Ай-йыл һанап түлләгәс,
Илдә кеше күбәйгән,
Иҙел буйы тарайған.
Дүрт батыр ул йыйылып,
Бергә ултырып уйлаған;
Яйыҡ, Нөгөш, Һаҡмарҙар,
Яңы йылға эҙләгән.
Иҙел һымаҡ, былар ҙа
Алмашлашып, бер-бере
Булат менән сапҡан ти, —
Уларҙан да өс йылға
Шылтырашып аҡҡан, ти.
Былар халыҡты йыйғандар,
Дүрт батырға бүлгәндәр;
Дүрт йылғаны буйлатып,
Торлаҡ ҡороп таралып,
Айырым донъя ҡорғандар.
Дүрт батырҙың исеме
Дүрт йылғаға ат булған,
Онотолмаҫ зат булып,
Быуын-быуын ҡалғандар.

Аңлатма

(1910 йылда элекке Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (Башҡортостандың хәҙерге Баймаҡ районы) Комсомол ауылында йәшәгән ҡурайсы-сәсән Ғәбит Арғынбаев (1856-1921) менән шул уҡ өйәҙҙең 2-се Этҡол ауылы сәсәне Хәмит Әлмөхәмәтовтан Мөхәмәтша Буранғолов яҙып алған) /Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең архивы. Ф.З. Оп.12. Д. 233. Ал. 1-144.