100%

Әс-Ҡасас сүрәһе

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ҡөрьән
автор Мөхәммәт пәйғәмбәр
Сығанаҡ: Ҡөрьән Кәрим. Илшат Хафизи тәржемәһе.


-

Ҡөрьән Кәрим
башҡортсаға тура ғәрәп теленән Илшат Хафизи


'


28 — Ҡасас (Ҡиссалар) сүрәһе

(Ҡасас сүрәһе 88 аяттан тора. Мәккәлә ингән, бер нисәһе Мәҙинәлә ингән. «Ҡасас» — ҡисса, хикәйә, ваҡиға һүҙҙәренең күпселеген аңлата.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Та. Син. Мим. (2) Былар (хәләлде харамдан, хәҡиҡәтте ялғандан) ап-асыҡ (айырып бирә торған) Китаптың; (Ҡөръән​дең) аяттарыҙыр.

3. Иман килтергән ҡәүемдәр өсөн Муса менән Фирғәүен тураһындағы хикәйәләрҙең бер нисәһен дөрөҫө менән һиңә һөйләп бирербеҙ. (4) Дөрөҫө шул, Фирғәүен ул ерҙә (Мысырҙа) ха​ким булараҡ артығын ҡылана башланы: халҡын фирҡәләргә айырып бөтөрҙө. Уларҙың бер өлөшөн иҙеп, зәғифләндерҙе, уларҙың (йәһүдтәрҙең) улдарын һуйып, ҡыҙ балаларын ғына ҡалдыра башланы. Ул, ысындан да, боҙоҡлоҡ ҡылыусы, рәхимһеҙ хаким ине.

(«Аятта һөйләнә торған кәмһетелгән халыҡ йәһүдтәр, йәғни, Исраил улдары булыр. Берәүһе Фирғәүенгә «Исраил улдары араһынан бер ир бала донъяға килер һәм шул ир бала үҫкәстен һинең солтанатыңдың аҫтын өҫкә килтерер, тәхетеңде тартып алыр», — тип һөйләй һәм Фирғәүен исраил улдарының яңы тыуған һәр ир

балаһын һуйҙырта бара» Хәсән Чантай тәфсиренән )

5. Беҙ шул ҡыйырһытылғандарға ярҙам итергә теләнек. Уларҙан (хәйерле эштәргә) өндәүсе имамдар сығарып, уларҙы (Фирғәүен халҡының) милкенә (Мысырға) вәриҫ итергә теләнек. (6) Уларға (иҙелгәндәргә) ул ерҙә (Мысырҙа) ҡөҙрәт биреп, Фирғәүенгә, (Фирғәүендең баш вәзире) һаманға һәм уларҙың ғәскәрҙәренә лә уларҙың ҡурҡҡан нәмәләрен башта​рына килтереп күрһәтергә ихтыяр иттек.

7. Муса әсәһенең күңеленә Беҙ:

— Уны имеҙ. Уға ҡурҡыныс килеп, һин сараһыҙ ҡал​һаң, уны диңгеҙгә ташла, (батып үләр тип, балаһыҙ ҡалыр​мын, тип) ҡурҡма. Беҙ уны йәнә һиңә кире ҡайтарырбыҙ, һәм уны пәйғәмбәрҙәрҙең берһе итербеҙ, — тип бойороҡ индерҙек.

8. Ниһайәт, Фирғәүендең ғаиләһе (ҡатыны) табылдыҡ баланы йылғанан алды. Һуңынан был бала үҙҙәренә дошман һәм афәт сығанағы буласағын улар белмәй ине. Сөнки Фирғәүен менән Һаман һәм уларҙың ғәскәрҙәрендәгеләр аҙғын юлда ине.

9. Фирғәүендең ҡатыны әйтте:

— Минең өсөн дә, һинең өсөн дә күҙ ҡараһы кеүек (бер ҡыуаныс булыр). Уны үлтертмә, зинһар. Киләсәктә, бәлки, файҙа ла килтерер. Йәки уны уллыҡҡа алырбыҙ, — тине. Ләкин улар эштең асылын белеп бөтөрмәй ине әле.

10. (Балаһының рәхимһеҙ Фирғәүен һарайына эләккәнен белгәс) Муса әсәһенең күңеленә борсоу иңде (ул йоҡоһоҙ ҡалды). Әгәр ҙә уны иманлы итеп, (сабырлыҡ бирмәгән булһаҡ) ул дөрөҫлөк​тө (серҙе) асып һалған булыр ине.

11. Әсәһе Мусаның апаһына әйтте:

— Муса артынан ҡалма, — тине. Ул, Фирғәүен ғаиләһе һиҙенмәһен, тип, һиҙҙермәй генә, йыраҡтан күҙәтте.

12. Беҙ әүүәл имеҙеүсе һөт әсәләренең һөтөн харам иттек (Муса сит имсәктәрҙе ауыҙына алманы). Шул саҡ апаһы әйтте:

— Уны һеҙҙең өсөн бик яҡшы тәрбиә итәсәк, үҙегеҙ ҙә унан ҡәнәғәт ҡалырлыҡ бер ғаилә табып бирәйемме һеҙгә? - тине.

13. Шулай итеп, уны әсәһенә ҡайтарҙыҡ. Күҙе-йөҙө яҡ​тырһын тип, ҡайғырмаһын, тип. Аллаһтың вәғәҙәһенә шик белдермәһен, хаҡ икәнен белһен, тип. Ләкин уларҙың күбеһе Хаҡты белмәй.

14. Егетлек сағына килеп еткәндә, Беҙ Мусаға хикмәт (аҡыл) һәм ғилем бирҙек. Бына, Беҙ изгелек ҡылғандарҙы шулай бүләкләйбеҙ.

(«Хүкм» һүҙенән килеп сыҡҡан «хикмәт» һүҙе тәфсирҙәрҙә йыш ҡына «пәйғәмбәрлек ҡылыу» мәғәнәһендә ҡулланыла». Ибраһим Дөнмәз тәфсиренән )

15. Бер уаҡыт (Муса) бер кемгә лә хәбәр бирмәйенсә бер шәһәргә килеп керҙе. Был шәһәрҙең халҡы вайымһыҙ ғына ял итеп (йәшәп) ята ине. Һәм ул ике кешенең һуғышҡанын күрҙе. Уларҙың берһе үҙенең (йәһүд) тоҡомонан, икенсеһе иһә дош​ман (Фирғәүендең ҡыптый) ҡәүеменән ине. Милләттәше унан ярҙам һорап ҡысҡырҙы. (Муса) йоҙроғо менән (ҡыптыйға) килтереп бәрҙе лә, үлтерҙе лә. (Был ҡылмышына аптырап, Муса):

— Был — шайтан эше булып сыҡты. Ул, ысындан да, аҙҙы​рыусы, ҡотортоусы ап-асыҡ бер дошман, — тине.

(«Был ваҡытта Муса ғәҙеллекте яҡлаусы булып етешкән ине инде. Ҡыптыйҙар Исраил улдарын ҡыйырһыта башлай, уларҙы талай​ҙар, өйҙәрен туҙҙыралар. Бына Муса шул ғәҙелһеҙлеккә шаһит була һәм түҙеп тора алмайынса меҫкенде яҡларға алына һәм яңылыш (теләмәҫтән) кеше үлтерә. «Был — шайтан эше булып сыҡты», тигән һүҙен ике мәғәнәлә шәрехләргә була. Рәхимһеҙ ҡыптыйҙың меҫкен йәһүдтне йәберләүе тураһында әйтелгән һүҙ тип тә, артыҡ ҡыҙып, әҙәм үлтергәнен гөнаһ һанап, үҙенә ҡарата әйткәндер, тип тә анларға була».

Ибраһим Дөнмәз тәфсиренән.)

16. Муса:

— Йә, Раббым, ысындан да, мин яҙыҡ ҡылдым. Ярлыҡа мине, — тип ялбарҙы. Һәм Аллаһ уны ярлыҡаны. Ярлыҡау​сы һәм сикһеҙ миһырбанлы бары тик бер Аллаһ ҡына.

17. Муса әйтте:

— Раббым, миңә биргән ниғмәт (һәм ғәфү) хаҡы өсөн енәйәтселәргә бер ҡасан да ярҙамсы булмам, инша'аллаһ, - тине.

18. (Икенсе көндө иртәнсәк ул) ҡурҡа-ҡурҡа ғына, һаҡланып ҡына ҡарана-ҡарана шәһәргә сыҡты. Ни күҙҙәре менән күрһен, кисә үҙенән ярҙам һорап ҡысҡырған кешене тағын осрат​ты. (Ул тағын бер ҡыптый менән һуғышып ята ине) тағын ярҙам һорап ҡысҡырҙы. Шунда Муса әйтте:

— Һин үҙең ғауғасы икән, — тине.

19. Муса икеһенең дә дошманы булған ҡыптыйҙы һуғыш​тан тыйырға теләгән ине лә, тегеһе әйтте:

— Әй, Муса, һин кисә бер йәнде ҡыйған инең инде, мине лә үлтерергә теләйһеңме? — тине. — Тимәк, һин бында тәртип урынлаштырырға (изгелек ҡылырға) түгел, (кеше үлтереп) залим бер хаким булырға килгәнһең, ахрыһы.

20. Шәһәрҙең икенсе башынан килеп, берәүһе ашығып әйтте:

— Әй, Муса, һарайҙағылар һине үлтерергә теләй. Тиҙ бул, һин сығып ҡас. Был минең һиңә булған изгелекле кәңәшем, -тине. (21) Муса ҡурҡа-ҡурҡа, һаҡланып ҡына ҡарана-ҡарана шәһәрҙән сығып китте.

— Раббым, мине залимдар өйөрөнән ҡотҡар, — тип ял​барҙы.

22. Мәдйәнгә туп-туры барғанда ул:

— Раббым мине тура юлға күндерер тип ышанам, — тине.

23. Муса Мәдйән шәһәре тирәһендәге һыу улаҡтары яны​на килгәндә хайуандарына һыу эсереүсе бик күп кешеләрҙе күреп алды. Уларҙан бер аҙ ситтәрәк хайуандарын һыуға яҡын ебәрмәҫкә тырышыусы ике ҡыҙҙы ла күрҙе. Уларға:

— Һеҙ ни өсөн малдарығыҙға һыу эсермәйһегеҙ? — тине. Ошо яуапты алды:

— Көтөүселәр үҙ малдарын эсереп бөтөрмәйенсә, беҙ малдары​быҙҙы эсертә алмайбыҙ. Атайыбыҙ иһә бик оло йәштә (малдарға һыу эсерерлек хәлдә түгел).

24. Шунан һуң Муса уларҙың малдарын эсерҙе. Һуңынан күләгәгә керҙе һәм:

- Йә, Раббым, хаҡтыр, индереләсәк һәр ниғмәтеңә мохтажмын, — тип доға ҡылды.

25. Шунан һуң теге ике ҡыҙҙың берһе тарһынып ҡына уның янына килде:

— Атайым хайуандарыбыҙҙы эсергәнеңә күрә, рәхмәт йөҙөнән, бүләктәр өсөн һине үҙ янына саҡыра, — тине. Ҡарт (хәҙрәти Шөғәйеп) янына килеп, Муса башынан кискәндәр​ҙе уға һөйләп бирҙе. Ҡарт әйтте:

— Ҡурҡма, һин инде шул ғәҙелһеҙ халыҡтан ҡотолдоң - тине.

26. Ҡыҙҙарның берһе әйтте:

— Атаҡайым, һин уны эшләгәненә хаҡ биреп, сабан итеп ал. Түләп эшләтәсәк был изгелекле егет — көслө һәм ышаныс​лы кеше, — тине.

27. (Шөғәйеп) әйтте:

— Һигеҙ йыл миңә хеҙмәт иткәндән һуң, мин һиңә ошо ике ҡыҙымдың берһен никахлармын. Ун йыл эшләргә теләһәң — ихтыярың. Мин һине ирекһеҙләмәйем. Инша'аллаһ, һин мине һәр саҡ изгелекле кеше булараҡ белерһең, — тине.

28. Муса былай тине:

- Был һинең менән минең аралағы (килешеү) булыр. Был ике шарттың ҡайһыһын ғына үтәһәм дә, миңә ҡаршы үпкә-ризаһыҙлыҡ (ирекһеҙләү) булмаҫҡа тейеш. Һөйләшкәнебеҙгә Аллаһ -шаһиттыр.

29. Килешенгән хеҙмәт ваҡытын тултырып, ғаиләһе менәән юлға сыҡҡас, Муса Тур тарафында бер ут күреп, ғаиләһенә:

— Һеҙ ошонда тороп тороғоҙ: мин йыраҡта бер ут күрҙем, бәлки, унан берәй хәбәр йәки йылыныр өсөн утлы киҫәү алып килермен, — тине.

30. Шунда барғас, шул мөбәрәк үҙәндең уң тарафынан, ҡыуаҡлыҡтар эсенән бер өн ишетелде:

— Әй, Муса, һин белеп тор, бөтөн ғаләмдәрҙең Раббыһы ул — Мин буламын — Аллаһ Тәғәләң!

31. — Ҡарышҡыңды (таяғыңды) ырғыт, — тигән тауыш ишетелде. Муса таяғын ергә ташланы, таяҡ йыланға әүерелде, Муса артына ла боролоп ҡарарға ҡурҡып, ҡаса башланы. Тағын әйтелде:

— Әй, Муса, кире борол. Ҡурҡма. Һин именлеккә ирешкәндәрҙәнһең.

32. — Ҡулыңды ҡуйыныңа тыҡ, ул зыян күрмәйенсә, ап-аҡ булып сығасаҡ. Ҡурҡыуҙан йәйелгән ҡулдарыңды кәүҙәңә ҡыҫ. Бына был ике ғәләмәт (йыланға әүерелгән таяҡ менән ялтырауыҡлы ҡул) Фирғәүен һәм уның әҙәмдәре алдында Раббың тарафынан ебәрелгән һәм инҡар ителмәҫтәй ике дәлилдер. Улар юлдан яҙған боҙоҡ халыҡ булып сыҡты.

33. Муса әйтте:

— Раббым, мин уларҙың бер кешеһен үлтергән инем, мине үлтермәҫтәрме, тип ҡурҡам, — тине. (34) — Ҡәрҙәшем Һарун минән матурыраҡ һөйләй. Хаҡлы икәнемде раҫлаусы ярҙамсым итеп уны ла минең менән бергә юлла. Улар миңә (ялғансы ҡушаматы тағырҙар тип), тип ҡурҡам.

35. Аллаһ бойорҙо:

— Туғаның һиңә ышаныслы терәк булыр, һәм мин һеҙгә шундай бер ҡөҙрәт бирәсәкмен, аяттарыбыҙ (мөғжизәлә​ребеҙ) мәсьәләһендә улар һеҙҙе еңәлмәҫ. Һеҙ һәм һеҙгә эйәргән иманлылар өҫтөн сығасаҡһығыҙ, — тине.

36. Муса уларға ап-асыҡ аяттарыбыҙҙы килтергәс, улар:

— Был — күҙ буяу сихырылыр. Ата-бабанан был турала ишеткә​небеҙ булманы, — тинеләр. (37) Муса әйтте:

— Тура юлға өндәүсе итеп кемде күндергәнен һәм ахыр​ҙа кемдең Сәғәҙәткә ирешәсәген иң яҡшы белеүсе — Раббым Үҙелер. Хаҡтыр, залимдарға ҡотолоу (йәннәт) булмаҫ.

38. Фирғәүен әйтте:

— Әй, ярандарым, һеҙҙең өсөн минән башҡа Илаһ бар​лығын мин белмәйем. Әй, Һаман, һин усаҡ яҡ, балсыҡ ян​дыр. Миңә бейек манара яһа. Мин Мусаның Тәңреһе яны​на менергә булам. Әммә ул ялған һөйләй, тип уйлайым мин, — тине.

39. Фирғәүен һәм уның буйһонғандары (ярандары) урынһыҙға ғорурландылар һәм Беҙҙең хозурыбыҙға ҡайтарыла торған саҡтарын инҡар иттеләр. (40) Беҙ уны һәм ғәскәрҙәрен то​топ алдыҡ та, диңгеҙгә ташланыҡ. Күр, залимдарҙың яҙ​мышы нисек булып бөттө.

41. Беҙ уларҙы утҡа (тамуҡҡа) саҡырыусы етәкселәр ит​тек. Ҡиәмәт көнөндә улар ярҙам күрмәйәсәк. (42) Был донъяла Беҙ уларға ләғнәт ебәрҙек. Ҡиәмәт көнөндә лә улар ләғнәтләнгән һәм меҫкен хәлдә булыр.

43. Хаҡтыр, әүүәлге (Нух, Һуд, Салих, Лут) халыҡта​рын Беҙ һәләк иттек, (һәләк булғандарҙың фажиғәһе тураһында уйлай-уйлай) өгөт-нәсихәт алһындар тип, кешеләргә ап-асыҡ дәлилдәр, тура юлға йүнәлтеүсе һәм рәхмәтебеҙ булараҡ, ул Китапты (Тәүрәтты) Мусаға бирҙек.

44. (Ий, Мөхәммәд) Мусаға әмеребеҙҙе күндергәндә, һин тауҙың Көнбайыш яғында түгел инең, ул ваҡиғаны күреп торманың. (45) Әммә Беҙ (Мусанан) һуң бик күп халыҡтар​ҙы яралттыҡ, улар оҙон ғүмерле булды. Һин Мәдйән халҡы араһына кереп, уларға аяттарыбыҙҙы уҡыманың, ләкин Беҙ (булып уҙғандарҙың хәбәрен — Ҡөръәнде) һиңә күндерҙек. (46) Муса менән (уахи аша) һөйләшкәнебеҙ ваҡытында һин Тур тауы янында түгел инең. Ләкин һинән алда үҙҙәренә киҫә​теүсе (пәйғәмбәр) килмәгән бер ҡәүемде киҫәтер өсөн, Раббыңдан бер рәхмәт булараҡ, һине һайланыҡ. Бәлки, улар уйлап, өгөт алыр!

47. Әгәр ҙә үҙҙәре ҡылған (гөнаһтары) арҡаһында башта​рына бәлә төшһә, улар:

— Раббыбыҙ, әгәр ҙә һин беҙгә пәйғәмбәр ебәргән булһаң, беҙ аяттарыңа эйәргән булыр инек тә, иман килтергән булыр инек, — тип әйтәсәктәрен белмәһәк, һине күндермәгән булыр инек.

48. Беҙҙең тарафтан уларға Хәҡиҡәт (менән Пәйғәмбәр) килгәс, әйттеләр:

— Мусаға бирелгән кеүек уға ла мөғжизәләр бирелергә тейеш түгел инеме ни? — тинеләр. Ярай, унан байтаҡ элек Мусаға бирелгәнде инҡар итмәнеләрме ни?

— Бер-берһен тулыландырыусы ике сихыр(сы), — тинеләр.— Һәм шуныһы хаҡтыр: беҙ уларға ышанмайбыҙ.

49. (Эй, Мөхәммәд) әйт:

— Әгәр ҙә һеҙ хаҡлы икәнһегеҙ, Аллаһ янынан был ике Китаптан да (Тәүрат менән Ҡөъәндән дә) яҡшыраҡ һәм дөрөҫөрәк бер китап килтерегеҙ һәм мин уға эйәрермен, — тип. (50) Әгәр ҙә улар һиңә эйәрмәһә, белеп тор, тимәк улар нәфселәренә (кирелектәренә) күрә генә эш йөрөтәләр. Аллаһтан тура юл күрһәтелмәгән килеш, бары тик үҙ нәфсеһенсә генә эш йөрөтөүсенән дә аҙғыныраҡ башҡа берәү буламы икән? Әлбиттә, Аллаһ аҙғындарҙы тура юлға күндермәҫ.

51. Хаҡтыр, уйлап өгөт алһындар тип, һүҙебеҙҙе (Ҡөръәндән аяттарын) берһе артынан икенсеһен өҙлөкһөҙ төшөрә торҙоҡ. (52) Унан (Ҡөръәндән) элек китаплы бул​ғандар (йәһүдтәр, христиандар) ҙа иман килтерҙе. (53) (Ҡөръән) уғығанда, улар:

— Уға иман килтерҙек. Сөнки ул Раббыбыҙҙан килгән Хәҡиҡәт. Ысынлыҡта беҙ инде әллә ҡасан Аллаһты бер тип таныусылар инек, - тинеләр.

54. Сабыр иткәндәре һәм итәғәттәре өсөн уларға ике тапҡыр әжер бирелер (ике китапҡа ла ышанғандары өсөн). Былар яҡшылыҡ эшләп, яманлыҡты ҡыуыусылар. Улар үҙҙәре​нә беҙ күндергән ризыҡтан хәйер биреүселәр. (55) Улар буш һүҙ (ғәйбәт) һөйләүселәр янында тормаҫ:

— Беҙҙең эшебеҙ бар, һеҙҙең дә үҙ эшегеҙ. Һеҙгә сәләмдәр булһын. Беҙ жәһилдәр (наҙандар) менән аралашырға теләмәйбеҙ, — тип китеп барырҙар.

56. Хаҡтыр, (ий, Мөхәммәд) һин үҙең яратҡан кешеләр​ҙе тура юлға күндерә алмаҫһың. Үҙе ихтыяр иткәндәрҙе фәҡәт Аллаһ тура юлға күндерер. Кем тура юлға керәсәкте Ул бик яҡшы белеп тора.

57. Улар (Ҡурайш мөшриктәре) әйтте:

— Һиңә эйәреп, иман килтергән булһаҡ, беҙ йортһоҙ-ерһеҙ, ватанһыҙ ҡалған булыр инек (беҙҙе иманһыҙҙар ҡыуған бу​лыр ине), — тинеләр.

Беҙ уларҙы үҙ тарафыбыҙҙан күндерелгән һәр төрлө емештәре мул булған хөрмәтле һәм имен урынға (Мәккә​гә) урынлаштырманыҡмы ни? Ләкин уларҙың күбеһе быны белмәй.

58. Беҙ (муллыҡ эсендә) йәшәүҙәре менән маҡтаныусы ни тиклем ҡәүемдәрҙе һәләк иттек. Ана, уларҙан һуң ҡалған ул буш урындарға бик аҙҙары килеп урынлашты. Уларҙың малдарына Беҙ вәриҫ булып ҡалдыҡ. (59) Халыҡ күп йәшәй торған шәһәр​ҙәргә аяттарҙы уҡып бирә торған пәйғәмбәрҙәрен алдан ебәрмәйенсә тороп, Раббың ул шәһәр халыҡтарын һәләк итмәне. Беҙ халыҡтары залим булған шәһәрҙәрҙән башҡалар​ҙы һәләк итеүсе булманыҡ.

60. Һеҙгә бирелгән һәр нәмә (мал, байлыҡ, ләззәт) фани донъяла алдаусы биҙәк һәм тиҙ үтеп китеүсеҙер. Аллаһ хозурындағылар иһә (йәннәт) тағын да хәйерлерәк һәм тағын да ғүмерлерәк. Бынан һуң да аҡылығыҙға килмәҫһегеҙме ни?

61. Гүзәл һүҙҙәр менән (Аллаһтан) вәғәҙә алған һәм Уның менән (Аллаһ һәм йәннәт менән) ҡауышҡан кешеләр (бар); фани донъяла уаҡытлыса ғына бирелгән байлыҡ һәм рәхәтенән файҙаланып та, Ҡиәмәт көнөндә (яза өсөн) хозурыбыҙға китереләсәк кешеләр бар. Шулар икеһе бер тигеҙ булырмы?

62. Ул Көндө уларҙы саҡырып әйтер:

— Уйлап сығарған һәм Аллаһҡа тиң һаналған уртаҡла​рығыҙ ҡайҙа?

63. Улар(ҙың йәһәннәмгә керәсәктәре) тураһында әйтелгән һүҙ ғәмәлгә ашҡандан һуң:

— Йә, Раббыбыҙ, бына быларҙы беҙ аҙҙырҙыҡ. Үҙебеҙ нисек аҙған булһаҡ, уларҙы ла шулай аҙҙырҙыҡ. Уларҙан йыраҡ​лаштыҡ. Һиңә баш эйҙек. Улар беҙгә табынманылар (үҙ нәфселәренә, енси ихтыяждарына табындылар), — тип әйтерҙәр.

64. Уларға әйтерҙәр:

— (Аллаһҡа) тиңдәштәрҙе саҡырығыҙ, — тип. Саҡы​рырҙар. Ләкин уларҙан (һындарҙан, таштарҙан, быҙауҙан) яуап булмаҫ. Бына шунда улар язаһын алыр. Их, улар иман килтергән булһа (был ғазаптарҙы күрмәҫ ине).

65. Ул Көндө (Хаҡ Тәғәлә) уларға әйтер: — Пәйғәмбәр​ҙәремә һеҙ нисек яуап биргән инегеҙ? — тип һорар. (66) Ул Көндө уларға барлыҡ хәбәрҙәр ҙә шомло булыр. Үҙ-ара хәл һораштырырға ла самалары булмаҫ. (67) Әммә тәүбә итеп, иман килтереп, изгелек ҡылғандар мораҙҙарына (Сәғәҙәткә) ирешкәндәр араһында булыр.

68. Раббың теләгәнен эшләй, ни теләһә, шуны һайлап ала. Уларҙың (мөшриктәрҙең) һайлау хоҡуғы юҡ. Аллаһ (улар Аллаһҡа тиң, тип инанған уйҙырма тәңреләренән) паҡ һәм өҫтөн. (69) Күңелдәренә нимә йәшергән булһалар, нәмәне асыҡ эшләһәләр — барыһын да Раббың белеп тора. (70) Аллаһ ул шундай: унан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) Тәңре булыр​ҙай һис бер кем юҡ. Донъяла ла, Әхирәттә лә бөтөн маҡтау Уға ғына. Хөкөм дә Аллаһта ғына. Барығыҙ ҙа Уға ҡайтарыласаҡһығыҙ.

71. Әйт:

— Әгәр Аллаһ Ҡиәмәт көнөнә саҡлы өҫтөгөҙҙә төн ҡа​раңғылығын тота ҡалһа, Аллаһтан тыш һеҙгә яҡтылыҡ килтерәсәк башҡа тәңре булырмы? (Булһа, күрһәтегеҙ.) Әле шунан һуң да һеҙ ҡолаҡ һалмайһығыҙмы? — тип. (72) Әйт:

— Әгәр Аллаһ Ҡиәмәткә ҡәҙәр өҫтөгөҙҙә яҡтылыҡ тота ҡалһа, истирәхәт (ял, йоҡо) өсөн төндө Аллаһтан башҡа кем килтерәсәк? (Булһа, күрһәтегеҙ.) Әле шунан һуң да (Хәҡиҡәтте) күрмәҫһегеҙме? — тип. (73) Рәхмәте менән, Ул һеҙ ты​ныслап ял итһен өсөн, истирәхәт ҡылыр өсөн төндө, ниғ​мәттәр ҡаҙаныр өсөн көндө яралтты. Моғайын, шөкөр итерһегеҙ!

74. Ул Көндө (Аллаһ) уларға әйтер:

— Уйлап сығарған, Миңә тиң һанаған уртаҡларығыҙ ҡай​ҙа? — тип һорар. (75) Һәр халыҡтан берәй шаһит (үҙ пәйғәмбә​рен) саҡырырбыҙ ҙа:

— Дәлилдәрегеҙҙе килтерегеҙ, — тип әйтербеҙ. Улар шунда бе​лер, Хәҡиҡәт Аллаһ янында. Табынған нәмәләре лә уларҙы ташлап, юҡ булыр.

76. Хаҡтыр, Ҡарун - Муса ҡәүеменән ине. Ләкин ул (халҡына) ҡаршы ғәҙелһеҙлек ҡылды. Беҙ уға шундай бай​лыҡ бирҙек, (уның хазина һаҡлана торған амбарҙарының) асҡыстарын хатта ҡеүәтле баһадирҙар ҙа көскә күтәреп йөрөр ине. Шул ваҡыт ҡәүемдәштәре уға әйтте:

— Маһайма (байлығың менән)! Аллаһ маҡтансыҡтарҙы яратмаҫ, — тине.

(«Ҡарун хәҙрәти Мусаның туғандан туған энеһе ине. Башта ул Мусаға эйәреп иман килтерҙе. Ләкин хирыслығы, һаранлығы, көнсөллөгө арҡаһында монафиҡ булды. Исраил улдарының башында Фирғәүен хаким булып торғанда, Ҡарун уның ярҙамсыларынан берһе булды, йәғни залимлыҡ яғына күсте. Байлығы, дәрәжәһе менән маҡтана башланы. Имеш, Тәүрәтты иң яҡшы уҡый белеүсе Ҡарун ғына. Химия һәм сауҙа эштәрендә ғалим булған кеше. Ләкин ахыр​ҙа ғалимлеге лә, байлығы ла уға ярҙам итмәй, Ҡарун һәләк була. Бөтөн байлығы менән уны Ер йота». Ибраһим Дөнмәз тәфсиренән.)

77. — Аллаһтың һиңә биргән мөлкәтенән (хәйер, саҙаҡа, зәкәт) биреп, Әхирәт көнөнә әҙерлән. Донъялағы өлөшөңдө лә онотма. Аллаһ һиңә бәрәкәт биргән кеүек, һин дә (ке​шеләргә саҙаҡа биреп) йомарт бул. Ер йөҙөнә боҙоҡлоҡ та​ратма. Аллаһ боҙоҡтарҙы яратмаҫ.

78. (Ҡарун) әйтте:— Был байлыҡ миңә бары тик ғилемем арҡаһында ғына (үҙ тырышлығыма күрә) килде, — тине. Үҙенән әүәл килгән, унан да ҡеүәтле-бай, өҫтөн булғандарҙы Аллаһ һәләк иткә​нен белмәйме ни ул? Гөнаһлыларҙан һорау алып торолмаҫ (улар туп-тура йәһәннәмгә ябылыр).

79. Шулай кейенеп, яһанып (Ҡарун) халыҡ ҡаршыһына сыҡты. Донъя артынан ҡыуыусылар әйтте:

— Их, Ҡарун кеүек бай булһаң ине. Ул ысындан да, донъялағы иң насип (бәхетле) кеше, — тинеләр.

80. (Донъяны аңлаған) белемле кешеләр әйтте:

— Ҡайғы булыр һеҙгә. Аллаһтың сауабын туплау, иман килтереү — изгелек ҡылыусылар өсөн (ул байлыҡтар​ҙан) сикһеҙ хәйерле. Ләкин сабыр иткәндәр, (Аллаһ юлында) сыҙам булғандарҙан башҡаһы (Сәғәдәткә) ирешмәҫ, — тинеләр.

81. Ниһайәт, Беҙ уны, зиннәтле һарайҙары менән бергә, ергә йотторҙоҡ. Аллаһ ҡаршыһында яҡларлыҡ уның бер ​кеме лә юҡ ине. Ул үҙен-үҙе яҡларлыҡ хәлдә лә түгел ине.

82. Кисә уның урынында булырға теләгән көнсөлдәр иртәнсәк әйттеләр:

— Ай-һай ҙа, Аллаһ ҡолдарының берһенә ризыҡты мул итеп бирә, икенсеһенә иһә тар итә. Аллаһ беҙгә мәрхәмәтле булмаһа, беҙҙе лә йотторор ине. Тимәк, Хәҡиҡәт шулдыр: (ҡомһоҙҙар, ғәҙелһеҙҙәр) кәферҙәр Сәғәдәткә ирешмәҫ,— тинеләр.

83. Әхирәт йорто шул булыр. Беҙ уны Ер йөҙөндә тәкәбменәннмәгән, байлыҡ артынан ҡыумаған, аҙғынлыҡ таратмаған кешеләргә бирербеҙ. Иң яҡшы нәтижә саф мосолмандарҙыҡы булыр.

84. Кем изгелек ҡылған, уның өсөн шунан да (ҡылған изгелектәренән дә) мул хәйер аласаҡ; кем яманлыҡ ҡылған, ҡылғандарынан артыҡ язаланмаҫ.

85. (Эй, Мөхәммәд) Ҡөръәнде (уҡыу, аңлатыу, уға эйәртеүҙе) һиңә фарыз ҡылған Аллаһ, әлбиттә, һине ҡайтарылырға тейеш ергә ҡайтарасаҡ. Әйт:

— Кем тура юлдан бара, кем тура юлдан яҙа — барыһын да Аллаһ бик яҡшы белеп тора, — тип.

86. Һин был Китапты үҙеңә төшөрөлөүен көтмәгән инең. Ул бары тик Раббыңдың рәхмәте менән индерелде. Тик, аң бул, кәферҙәргә дуҫ булма. (87) Аллаһтың аяттары һиңә индерелгәс, һаҡ бул, улар һине аяттарҙан биҙҙерергә тырышыр. Кешеләрҙе Аллаһ юлына саҡыр. (Ярҙам кәрәк булһа) Аллаһҡа ялбар. Ләкин мөшрик була күрмә (ярҙамға башҡа уйҙырма Илаһтарҙы саҡырма). (88) Аллаһҡа тиңләп, башҡа бер ялған Илаһҡа табына күрмә. Аллаһтан башҡа (Илаһи ҡөҙ​рәткә эйә һәм) Тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Унан башҡа​лар барыһы ла һәләк буласаҡ. Хөкөм Уның хозурында һәм һеҙ бары тик Уның хозурына ҡайтарыласаҡһығыҙ.