0%

Үгәй инә япрағы(әкиәт). Фирҙәүес Бәширова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Үгәй инә япрағы(әкиәт) (әкиәт)
автор Фирҙәүес Бәширова
Ижад итеү ваҡыты: Ижад итеү датаһы, билдәле булһа. Нәшер ителгән: 2002 йыл. Сығанаҡ: "Аҡбуҙат" журналы № 8


Үгәй инә япрағы


Бик күптән булған, ти, был хәл. Ҙур булмаған ауылда Ҡапылбикә исемле бер уҫал ҡатын йәшәгән. Уның Шәһрикамал һәм Шәһринур исемле ҡыҙҙары булған. Шәһрикамал — кесерәге — үҙ ҡыҙы, Шәһринуры үгәй икән.
Йәйҙең йәмле бер көнөндә ауыл ҡатындары йыйылып еләккә киткән. Юлдары бик уңған. Төш ауыуға, тырыздарын тултырып, ҡайтыр юлға сыҡҡандар.
Ауылға етәрәк йылға буйында туҡтап ял иткәндәр, еләктәренең өҫтөн ярҙа түшәлеп үҫкән бесәй табаны һымағыраҡ эре ҡалын япраҡтар менән ҡаплағандар. Баҫыу янынан үткәндә Ҡапылбикә бер ус зәңгәр сәскәләр өҙгән, ҡайтып кереү менән ҡыҙына тотторор, йәнәһе. Шәһринурҙың барлығын да онотҡан ул.
      Әсәй-өләсәйҙәрен көтөп талсыҡҡан бала-саға еләкселәрҙе йән-фарман йүгереп килеп ҡаршы алған. Ихатаға ингәндә Ҡапылбикә ҡәнәферҙәрҙе ҡыҙына тотторған, күҙен мөлдөрәтеп ҡарап ҡуйған үгәй ҡыҙына, бер ҙә иҫе китмәйенсә генә, еләктәр өҫтөндәге япраҡтарҙы алып биргән:
— Былары һиңә, һыуға ҡуйһаң, терелер, — тигән.
Шәһрикамал сәскәләрен тәҙрә төбөнә ултыртҡан. Шәһринур ҙа шиңеп бөткән япраҡтарын һыулы һауытҡа ҡуйған.
Бына кис тә еткән. Ҡапылбикә ҡайҙалыр сығып киткән. Йомошҡа күрше ҡарсыҡ килеп кергән.
— Абау, бигерәк матур сәскәләр инде, — тигән күрше, һоҡланып.
— Минеке улар. Әсәйем миңә алып ҡайтты, — тип эре генә яуаплаған Шәһрикамал.
— Ә был япраҡтар кемдеке? Өйҙө биҙәп ултыралар.
   Уларын әсәйем миңә буләк итте. Терелделәр инде, юғиһә, бөтөнләй һулығандар ине... — тип, үгәй ҡыҙ япраҡтарға һөйөнөп ҡарап ҡуйған.
Күршеһенең холҡон һәйбәт белгән әбей барыһын да аңлаған, әлбиттә.
Әбей Ҡапылбикәнең үгәй ҡыҙына ниндәй япраҡ биргәнен иҫләп ҡалған да был үләнгә үгәй инә япрағы тип исем ҡушҡан.
Шәһрикамалдың ҡәнәферҙәре уңып, тиҙ үк ҡойолоп бөткән. Ә Шәһринур үгәй инә япраҡтарына шиңмәһендәр тип һыу бөркөп, һауытына яңы шишмә һыуы һалып торған. «Япраҡтарым киберҙәр инде...» — тип ҡайғырған ул. Уйлана торғас, япраҡтарҙы һаҡлау юлын тапҡан ҡыҙ. Уларҙың йомшаҡ биттәрен һыйпап-һөйөп, сәй ҡурғаштары араһына тигеҙләп киптерергә һалған. «Шул үләнгә лә иҫе китер икән», — тип эсенән асыуланған Ҡапылбикә.
Көндәрҙән бер көндә Шәһринур бик ҡаты һалҡын тейҙереп ауырый башлаған. Ҡапылбикә үгәй ҡыҙының сырсаулауына эсенән генә бик һөйөнгән, үлһә ярар ине, тип теләгән. Ә бер көн, ҡурғаштарға күҙе төшөп, шулар араһында ятҡан япраҡтарҙы алған да Шәһринурға сәй урынына шул үләнде бешереп эсерә башлаған. Ҡапылбикә ҡыҙҙың насарланыуын көтә икән. Ә ҡыҙға хәл керә башлаған, һәм ул тиҙҙән бөтөнләй һауыҡҡан. «Шәһринурҙың күңел йылыһы, хоҙайым, үгәй инә япрағын да шифаға әйләндергән икән», — тигән һүҙ таралған халыҡта.
Шулай итеп, ер йөҙөндә тағы бер үлән исем генә алып ҡалмаған, уның изгелекле яғы ла асылған, имеш...


2002 йыл