0%

Ҡатындар. Бер һөйгәнем өсөн... (Трилогия. Икенсе китап) Гөлнур Яҡупова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ҡатындар. Бер һөйгәнем өсөн... (Трилогия. Икенсе китап.)
автор Гөлнур ЯҠУПОВА
Ижад итеү ваҡыты: 2008-2009 йылдар. Нәшер ителгән: 2010 йыл. Сығанаҡ: "Ағиҙел" журналы, № 10-11-12


17[edit]

Алыҫ-алыҫта нимәлер гөрһөлдәне – йоҡо аралаш ишеттем дә уяныр-уянмаҫ тыңлап яттым бер арый, ҡабатланырмы тип. Ҡабатланманы. Тынысланып, таңғы татлы йоҡоға сумдым ғына тигәндә, дөмбөрҙәп күк күкрәне, гүйә. Уңарсы булмай, шарт та шорт килгән дәһшәтле тауыш тәҙрәләрҙе зыңҡылдата ҡағып үтте. Әллә өрлөгөбөҙ ишелдеме?! Йоҡом осто. Өй имен былай, ҡояштың сибек нурҙары өрлөктө күгелйем һары төҫкә мансыған. Көн яҡтыһында үҙгәреп юҡҡа сығасаҡ был сәйер төҫтө туйғансы күреп тә өлгөрмәнем, тыштан ҡартәсәйем ҡабаланып килеп инде. Инешләй үк электр лампочкаһын тоҡандырҙы. Һис тә улай ҡыланмай торғайнысы: тотоп ингән ҡомғанының ҡорһағын көлдөксәнән бер ус ҡом алып ышҡып, эсле-тышлы сайҡағас, бисмиллаһын әйтеп, яңы һыу тултырып, битен-ҡулын сайып ала ла уны түргә, теге мәрүәт эсле оло көршәк янына, мендереп ултыртып ҡуя, шунан, шымбаҫар бесәйҙәй ипле йөрөп, тәҙрә пәрҙәләрен тартып асҡас, һике ситенә намаҙлығын йәйә ғәҙәттә. Ә мин шуларҙы ишетә-тоя, доға көйөнә бәүетелеп, йоҡо ләззәтенә сумам… Әле лә шул ләззәткә тамшанып ҡарайым да, юҡ, сума алмайым, ҡалҡыуыс кеүек ҡалҡам да сығам өҫкә – һиҫкәндереп уятҡан таңға.

– Күрәнле айбарлана, боҙо ҡуҙғалған! – Ҡартәсәйем әллә һөйөнсөләй, әллә хафалана.

– Ул хәтлем һөрән һалырлыҡ нимә булған, ә? – Тороп ултырҙым, мыжып ҡына.

– Бар, тим, йүгер, боҙ киткәнен күреп ҡалырһың. Әтеү ни, төндә генә егә башланы арбаһын Күрәнле…

– Бергә барырбыҙ, ҡартәсәй, намаҙыңды тиҙ генә уҡый һал да.

– Тиҙ генә, тисе, намаҙҙың үҙ тәртибе ләһә, ҡолоҡасым. Бар, һуҙмаланма, Татар әбекәйеңә иптәш булырһың, исмаһам, ул, бисараҡай, күптән яр буйында буҙлап торалыр.

– Таң атмаҫ борон Татар әбекәйгә унда ни ҡалған, бәс?

– Кем ҡалған, тиһәңсе… Әдисәйен юҡһына Таһура еңгә…

Ҡапыл йөрәгем ярһып тибә башланысы? Һынағаным бар: тиккә түгел был. Һәләт кенә кейендем дә Күрәнле яғына ашыҡтым. Уянған Толпарлы: танауыма торбаларҙан сыҡҡан төтөн әсеһе һирпелә, ҡолағыма аҙбарҙа көнгә сығырға теләп түҙемһеҙләнгән мал мөңрәгәне салына. Ике күҙем – йылға ярында, әллә ҡайҙан шәйләп киләм унда яңғыҙ һерәйеп торған һынды. Сырамытам да: Татар әбекәй шул, көйәнтәгә оҡшап баҫҡан – ғүмер баҡый теген машинкаһы артында ултырыуынандыр, алға иңкәйеберәк ҡалған. Атылып барып уны ҡосаҡларға уҡталдым да, ҡыймай, туҡталып ҡалдым. Бер кемдә, бер ниҙә эше юҡтай, йылғала аяуһыҙ айҡашҡан боҙҙарға ҡараған да ҡатҡансы?! Эргәһендә генә байтаҡ көтөп торҙом, өндәшерме, юҡмы тип. Ләм-мим. Әйтерһең, ул – бер үҙе бер утрауҙа, утрау, тиемсе, яңғыҙы бер ҡитғала, хатта ки ғаләмдә! Шулайыраҡ итеп тойҙом халәтен…

Ҡулына йәп-йәшел ботаҡ тотоп алған: бармаҡ битендәй генә кескәй япраҡтарынан таныным – килен ағасыныҡы. Бик иртә япраҡ ярған? Татар әбекәй, әлеге ботаҡты гөлдәй күреп, күкрәк түренә терәп тотҡан килеш, ҡымшанмай тороуын белә. Әллә?! Әллә бер-бер зиһене зәғифләнгәнме? Ҡасандыр үҙенән ишетепме, ҡолағыма яғылып, хәтеремә эләгеп ҡалған һүҙ телемә килеп инде шул минутта:

– Йәнкиҫәк!

– Әү, бәгрым, Әдисәй! Әү, жаным! Монда жанкисәгең…

Шулай тип өҙөлөп өндәште лә, Татар әбекәй аҫҡа, ажғырып ятҡан йылғаға табан төшә башланы. Ярай ҙа, ары-бире тотонорға ваҡ ҡыуаҡтар – кәзә талы, суҡ тал, һары тал – һәммәһе бар Күрәнле ярында, улар таңғы өшәнестән, һөҙөшөп үрәпсегән боҙ шаҡмаҡтарынан ҡурҡып дерелдәй һымаҡ. Ә мин, ауылымдың егәрле, һөнәрле килендәренең береһе, сабый сағымдан үҙ иткән кешемдең ғүмере ҡыйылып ҡуймаһын яҙғы хәтәрҙә тип, ҡалтырап төштөм. Әлдә яр йылғаға уҡ барып убылмаған, саҡ-саҡ һөҙәгәйеп, табан терәр ер ҡалдырған, әйтәгүр. Татар әбекәйҙән бер тотам ҡалманым, шәленең осонан матҡып тотоп, ярышлап килеп баҫтым.

Бына бер яҫы ғына боҙ шаҡмағы беҙҙең аяҡ осона тиерлек килеп терәлде шул саҡ. Татар әбекәй ҡапыл алға ынтылды, йылғаға ташланамы, тип ҡотом осоп, беләгенә йәбештем. Юҡ, ташланманы, баяғы килен ағасының ботағын эйелеп боҙға һалды ла турайып баҫты. Башымды алғараҡ һоноп, йөҙөнә күҙ һалдым: һағышлы ҡараштарын һаман әлеге боҙҙан алмай тороуы (зиһене имен һымаҡ?). Ә боҙ, ана, урта төштә ағып китеп бара, уның һалҡын, зәңгәрһыу аҡ һыртында ятҡан йәшел ботаҡ, һәләк булырға дусар тере йәндәй, үҙәкте өҙә. Бәлки, таныш түгел алыҫ яҡтарҙа берәй тупраҡҡа төртөлөп, тамыр ебәреп тә ҡуйыр ул?..

Күҙем ахырҙа яҙлыҡты теге боҙ шаҡмағынан. Ҡояш тау аръяғынан яртылаш күренде, тирә-йүн күҙ сағылдырғыс яҡтыға сумды. Яр буйына, күпер тирәһенә, бала-саға эркелде, уларҙы ҡурсып килгән ололарҙың тауышы ишетелде. Беҙ арыраҡ баҫып торабыҙ. Ниһайәт, Татар әбекәй миңә табан боролдо, ҡосаҡлап уҡ алды:

– И, Нуриякәем, син икәнсең. Борчылма, акылдан язмадым. – Ҡәҙимге үҙем белгән, салт аҡыллы Татар әбекәй ине янымда.

– Йәнкиҫәк! – тинем тағы ла, шулай өндәшкем килеп тик торасы уға. – Ҡотомдо алдың…

– Аллаһының мәрхәмәте киң! Яр башынан ҡартәсәйем тауыш бирҙе, түҙмәгән, килеп еткән. – Үрмәләгеҙ өҫкә, йә-йә!

Баяғы өшөп-күшегеп дерелдәшкән талдарға йәбешеп ярға күтәрелдек, ботаҡтарында йәшәү һуты уянғанлығын айырым асыҡ һиҙҙек. Тирткән бөрөләрҙең сабыйҙарҙыҡылай саф һулышы иһә тотош һауаға таралғайны. Ҡартәсәйемә ым менән генә белгерттем дә Татар әбекәйҙе оҙата киттем. Ҡайтышлай Яңы өйгә инеп, ундағыларҙың хәлен белешеп тә сығырмын. Юҡ, ҡартәсәйемә, Атай йортона, бөтөнләй күсенеүем түгел, сығарылыш имтихандары алдынан ваҡытлыса йәшәп тороуым. Әсәйем үҙе ҡушты, игеҙәктәр башыңды ҡатыра бында, ҡәйнәмдә тыныс, иркенләп уҡы һабағыңды, тине. Татар әбекәйҙең өйөнә инеү менән, тәҙрә ҡырындағы ултырғысҡа ҡуйылған биҙрәлә күпереп япраҡ ярып ултырған йәшел ботаҡтар күҙемә салынды.

– Килен ағасымы? – тип һораған булдым, танып торһам да.

– Бүтәннәр, март житсә, тал чыбыгын суга куеп көчекләндерә, ә мин менә – үз агачымны…

– Үҙ ағасыңды?

– Акация ул. Беләсеңдер лә?

– Ҡырҙан килгән уҡытыусы Әлфиә апа бер ваҡыт аптырап әйтеп ҡуйғайны дәрестә, нишләп акацияны был яҡта килен ағасы тип йөрөтәләр ул, тип, беҙ ни, килен ағасы булғас килен ағасы инде, тинек тә ҡуйҙыҡ. Апа төпсөнөп торманы, шул көйө онотолдо.

– Кырымнан, туган жиремнән, алып килгән идем нәни генә бер үсентесен, Әдисәй жаныкаем йорт алды бакчасына утырткан иде, үсте дә китте, ә бит юлда күпме көннәр кесәмдә йөрттем, корымаган. Аңа да, миңа да шушында тамыр жибәрергә язган… Әүвәл бу тарафларда ят куак булгангамы, толпарчыкканнар аны “килен агачы” диеп атады да куйды. Бәлки, бирнәсез төшкән килен булуыма ишарә итүләре булгандыр… Бала-чагага бер мәзәк, көзләрен килен агачының кузагын сыбызгы итеп сызгыртып бер булалар ич.

– Шул бер ҡыҙығы инде уның – һыҙғыртҡысы, сәскәһе сәскәме, ташҡа үлсәйем, ваҡ һары күбәләк ҡунған кеүек, ни емеш бирмәй, исмаһам. – Килен ағасын шулай тип хурланым да ташланымсы ҡапыл, уф! Ысын шулай уйлай торғайным ауыл тултырып үҫкән был ҡыуаҡ хаҡында. Уйлау – бер, әйтеү – икенсе ләһә! Тиҙ генә йүнәтергә ашыҡтым: – Иҫтәлекле ағас икән… Иветә, Татар әбекәй?

– Истәлекле… Өстемдәге бер кат күлмәгем белән урлап качты мине Әдисәем…– Шаҡ ҡатып ҡарап тороуымды күреп, өҫтәп ҡуйҙы: – Үземнең ризалыгым белән анысы... И, балакай, бер сөйгәнем өчен алтмыш сөймәгәнне сөярмен, диләрме әле толпарчыкканнар? Нәҡь шул мәкаль әнә минем хакта…

Шунан, бик мөһим эше иҫенә төшкәндәй, ҡабаланып машинкаһы артына ултырҙы ла нимәлер тегә башланы. Һорауҙарым ифрат күп ине лә, нишләмәк, хушлашып ҡайтып китеүҙән башҡа сара ҡалманы.

«Бер һөйгәнем өсөн…» Төбөнә төшөп үк аңлай алманым, әллә шуға был һүҙҙәр ҡолағымда яңғырап тик торҙо. Бер нисә көн ошо маҙанан айырыла алмай хитланғас, түҙмәнем, ҡартәсәйемдән һораштым, ниндәй мәғәнәлә әйтелгән ул мәҡәл, тип. Һынамсыллап ҡарап торҙо ла, нимәләр уйлап йөрөүемде үтә күреп торғандай, һөйләп алып китте:

– Әдисәй ағайҙың, бынағайыш, үҙ исеме Фәсхетдин дәһә, әрмегә киткәнен әлеп-сәлеп кенә хәтерләйем, миңә биш-алты йәш кенә булғандыр ул саҡта. Шул китеүенән мең туғыҙ йөҙ егерме икенсе йылда ғына әйләнеп ҡайтты, уныһын яҡшы иҫләйем.

– Сөнки кәләш урлап алып ҡайтҡайнымы? – тип ҡыҫтыра һалдым.

– Урлағанмы ни?! Әлләсе… Ул хаҡта тәүләп һинән ишетеп торам. Бирнәһе лә юҡ, тип һөйләнде халыҡ һөйләнеүен. Ул йылды, егерме икелә, тим, илдә ҙур ваҡиға булды, оноторлоҡ түгел: СССР ойошторолдо…

– Килен ағасын алып килгән дәһә теге кәләш.

Ҡартәсәйем өнәмәне минең шулай сыпраңлап һүҙен бүлеүемде, тыңлай белмәгәс, әтеү, һорашма бүтән, тигәндәй, ҡулын һелтәне. Түрбашта эленеп торған киндер тоҡсайҙы сөйҙән алып, эсендәге ваҡ орлоҡ һуғанын батмусҡа бушатты ла кипкән-серегәнен аралап таҙартырға тотондо. Мин дә ҡатышып киттем һәм һүҙҙе икенсе яҡтаныраҡ ялғап ебәрҙем:

– Ниткән ҡушамат ул Әдисәй, әҙәм ишетмәгән?

– Ана шул әҙәм ишетмәгән әкиәт хәбәр һөйләргә әүәҫ булғаны өсөн йәбештергән дә халыҡ уға ҡушаматын. Башта Фәсхи-Әдисәй ине, тора-бара мулла ҡушҡаны бөтөнләй төшөп ҡалды. Дәү ағас ат яһап, шуның ҡорһағына ғәскәр йәшереп дошман ҡәлғәһенә индергән әллә ниндәй түпәгүҙ дейеүҙәр менән көрәшеп йөрөгән Әдисәй тигән бер батыр хаҡында әкәмәт тарихтар бәйән итер-итер ҙә: ”Мин Әдисәйҙән әҙ гиҙмәнем диңгеҙҙе!”– тип маҡтанып ҡуйыр булған үҙе. Эйе, кисмәгән түгел, кискән диңгеҙҙе. Батша әрмеһендә Ҡара диңгеҙҙә матрос булған еренән ун етенсе йылғы инҡилапҡа инеп киткән, йәмғеһе ун йыллап йөрөгән ситтә.

Күпме генә тырышһам да, тағы өндәшмәй ҡала алманым, сөнки ҡапыл ҙур сер асылды миңә:

– Бәс, беләм дәһә мин ул Әдисәйегеҙҙе!

– Нимә уйлап сығарҙың, йә? – Ҡартәсәйем башын сайҡап ҡуйҙы. – Һин түгел, атайың тыумағайны әле ул саҡ.

– Һы, һин үҙең дә тыумағанһың ул заманда, белгең килһә, беҙҙең дәүергәсә йәшәгән Одиссей хаҡында һөйләгән дәһә Әдисәй бабаҡай! Ҡара диңгеҙҙә ишетеп ҡайтҡан, моғайын… Хәйер, Одиссей Урта диңгеҙҙә йөҙгән. Бер утрауҙың батшаһы булған, атаҡлы Троя ҡалаһын яуларға тип ғәскәр әйҙәп барған еренән, төрлө мажараларға юлығып, егерме йылдан һуң ғына әйләнеп ҡайтҡан үҙ иленә. Ә ҡатыны Пенелопа уны шунса йыл көткән.

– Беҙҙең Таһура еңгә ише… – Ҡартәсәйем ауыр һулап ҡуйҙы ла баяғы мәҡәлгә килтереп терәне һүҙен: – Бер һөйгәне, берҙән-бере өсөн даръялар кисеп килеп, ят төйәктә ерегеп, сит ҡәүемгә берегеп, йәғни ҙә тағы алтмыш һөймәгәнде һөйөп, йәғни ҙә үҙ итеп, холоҡ-фиғелдәренә яраҡлашып, күнеп йәшәп китеүе еңел булған тиһеңме ни уға?! Әй,ҡатын-ҡыҙ яҙмышы… Улай икән. Бер һөйгәнең өсөн уның ата-әсәһен, нәҫел-нәсәбен, ил-йортон да һөйөү зарур, шулаймы? Бына һиңә Татар әбекәй, бына һиңә Толпарлы Пенелопаһы! “Әдисәй бабакаең турында сөйләрмен әле үзеңә, үсә төшкәчтен!”– ти торғайны ул, их! Теҙеп-теҙеп һөйләтәсәкмен хәҙер, яҙып аласаҡмын хатта.

Шулай йөрәкһенеүемә ҡартәсәйем йөпләп баш ҡағып торҙо: ул, моғайын, минең бәйәнсе булырымдан һаман да ваз кисмәгән.

«Уф, көнө бөгөн түгел, бәйәндәр көтөп торор. Аттестат алырға кәрәк, институтҡа инергә. Шунан… кейәүгә барырға…» – Ошо уйға төртөлдөм дә, үҙемә-үҙем ғәжәп итеп, ҡыҙыу атлап мәктәп ҡапҡаһынан инеп барған еремдән шып туҡтап ҡалдым. Ләкин уйымды туҡтата алманым, ул, ауыҙлығын сәйнәп өҙгән арғымыҡтай, алыҫҡа, Өфөгә үк, сабып сығып китте. Ә унда – Кәбир!!! Тап шул мәлдә зыңғырлап ҡыңғырау тауыш бирҙе, уның тантаналы һәм талапсан саҡырыуы аңымды йәһәт ысынбарлыҡҡа бороп ҡуйҙы, теге арғымаҡ тып итеп Толпарлыға ҡайтып төштө: Әмин абый класҡа өтәләнеп килеп инеүгә парта артында ултыра инем инде. Ул күҙлеген тынын өрә-өрә ҡат-ҡат һөртөп кейгәнсе, зәңгәр күҙҙәрен туп-тура миңә төбәгән Фатихҡа ҡараш һирпеп, Әсмәнең класта юҡлығына борсолоп, Мәүлиҙәнең эсенә һыймай тышына сыҡҡан һөйөнөсөн тойоп өлгөрҙөм.

Әхирәттәремдең береһе, айыуҙан да ҡурҡмаған урман ҡыҙы, бөгөн математиканан контроль эштән шөрләп килмәгән, ахырыһы, икенсеһе теге бөҙрә сәсле Дон казагы Олексийҙан хат алғандыр, моғайын. Ә бынау Фатихына ни булған, бығаса ул минең яҡҡа йәшертен генә күҙ һалғылай торғайны, хәҙер ҡайһылай ҡыйыуланған?

Уңарсы абый класс таҡтаһын аҡбур менән ҡап уртаға бүлеп, вариантлап мәсьәләләр яҙырға тотондо. Себен безелдәһә, ишетелер ине, безелдәмәй: әллә ҡышҡылыҡҡа мәрткә киткәненән терелмәгән, әллә, быларға ҡамасауламайым тип, берәй мөйөшкә боҫҡан. Шыма ҡара таҡтала аҡбур һыҙылғаны ғына ишетелә һәм, ниңәлер, тешкә тейеп зымбырлата был хәрәкәт...

Әсмә һаман уҡырға килмәне. Мәүлиҙә менән аптырашып һөйләшеп алдыҡ: сатлама һыуыҡта ла, ыжғыр буранда ла дәрес ҡалдырмаған әхирәтебеҙгә бер-бер хәл булдымы әллә? Ниһайәт, Сәкинә апа, хәҙер ул директор, дәрес барған ерҙән класҡа килеп инде лә асыҡлыҡ индерҙе: Әсмәнең атаһы ҡапыл ғына вафат булып киткән. Күмәкләп аһ итеп ҡуйҙыҡ, былай ҙа биш-алты йәшенән әсәйһеҙ ҡалып, атай тәрбиәһендә үҫеүен беләбеҙ ҙәһә синыфташыбыҙҙың.

Йәкшәмбе көндө “Беларусь” менән Әшрәф килеп туҡтаны ҡапҡа төбөнә – ауыл профтехучилищеһын тамамланы, көҙҙән бирле үҙебеҙҙең колхозда механизатор. Айыусыға ултыртып алып барам, әҙерлән, тип кистән әйтеп сыҡҡайны шул, һүҙендә торған. Кабинаһынан һонолоп ҡарай-ҡарай сигнал бирә. Уңарсы Әсмә үҙе беҙгә килеп инеп кенә тора ине. Тәҙрәне асып өйгә саҡырҙым:”Ин, ул бында!”

Әхирәтемдең күңелен Артур яулап өлгөрҙө шул, Әшрәфтең мөхәббәте яуапһыҙ ҡалды. Шулай тип көйөнөп алдым өтәләнеп килеп ингән Әшрәфкә ҡарап. Табылыр әле уға ла үҙ ише. Әммә һиҙәм: Әсмә уның өсөн меңдәр араһында берәү. Ә, бәлки, был – тәүге кисереш, ысын һөйөү алдынан була торған, йәшлектә һис кемде лә урап үтмәй торған хистер? Тәүге күкрәү, наҙлы ләйсән ямғыры… Бер билдәле ғалим-психолог гәзиттә яҙып сыҡты лаһа, кеше, имеш, үҙ ғүмерендә һигеҙ тапҡыр ғашиҡ булырға һәләтле, ә беренсе мөхәббәт күптәр өсөн мотлаҡ кисерелә һәм үтеп китә торған “сир”, мәҫәлән, ҡыҙылса кеүек, тип. Һы…

– Әйҙә, тракторҙы бушҡа ебәрмәйек, Италияны барып күрәйек! – тип һалмаһынмы шул саҡ әхирәтем. Һаташамы әллә? Ҡайғы шаяртмай ул… Әшрәф тә, шулай уйлаптыр, ағарынып киткән. Йәнен бүлеп бирер ине егет ошо минутта һөйгәненә! Ә Әсмә үҙе беҙгә ғәжәпләнеп ҡарап тора: – Бәс, белмәйһегеҙме әллә, Күрәнленең айырса үҙәнендә яңы Италия асҡандар бит?

– Кем асҡан, ҡасан?!

– Вертолетсылар асҡан. Әй, баштан һөйләйем. Беҙҙең леспромхозды ябырға уйлашалар, уныһын ишеткәнһегеҙҙер? Берәй төштә ҡырҡылмаған ағас ҡалмағанмы икән тип, вертолет менән һауанан ҡарап сыҡҡандар тотош тирә-яҡ урман-тауҙы, шунда иғтибар иткәндәр…

– Бар, тиҙәрме ағасты?

– Тауҙарҙа кәмендә бер йыл ҡырҡырлыҡ ҡайын бар, ти, тик унда техника үтерлек түгел икән. Италия хаҡында әйтергә бирмәй бынау Нурия, бүлдерә лә бүлдерәсе.

– Әй, Италия…

– Күрәнлегеҙҙең айырсаһын күргәнегеҙ бармы?

– Бар, – тине Әшрәф. – Алыҫ бит ул, Уҡтау яғында. Йылға ҡапыл бүленеп ике үҙәнгә төшөп ағып китә лә, Еҙемгә барып ҡушылырға әҙ генә ҡалғас, тағы тоташа.

– Ана шул айырса уртаһында – утрау, ти.

– Бар унда ҡоро ер, – тип йөпләне Әшрәф Әсмәне.

– Ана шул ҡоро ер тигәнең юғарынан ҡарағанда хас та итек формаһында, ти.

– Итек булғас, Италия шул! – Ҡысҡырып ебәрҙем, әйтерһең, ысынлап та географик асыш яһаным, ә ғәмәлдә әхирәтемдең һаташмағанын асыҡлап ҡыуанып тороуым. –Тик беҙҙеке – утрау, ә теге – ярымутрау…

– Киттек үҙебеҙҙең Италияға сәйәхәткә! – тине Әшрәф.

– Әйҙә?! – Әсмәнең күҙҙәренә ҡараным: һағышы төпкәрәк йәшеренгәндер, баяғыса уҡ йәл ҡиәфәттә түгел ине әхирәтем. Дөм яңғыҙ түгеллеген, иңен терәр, йыуатыр дуҫтары барлығын аңланы булыр. Ҡартәсәйем күптән беҙҙең һөйләшеүгә ҡолаҡ һалып, өндәшмәй генә сәй хәстәрләп йөрөй ине, әле килеп тауыш бирҙе: «Сәфәрегеҙ яҡын уҡ түгел, тамаҡ туйҙырып алығыҙ башта. – Шунан, миңә ҡарап алды ла өҫтәп ҡуйҙы: – Әсмә, балаҡай, уҡыуың бөткәнсе беҙҙә йәшәп торорһоң, Нурияны ла, имтиханға иркенләп әҙерләнһен тип, килен миңә ебәреп торҙо әле». Ниәт-теләгемде алдан иҫкәртеп тора ул шулай гелән, рәхмәт төшкөрө, Зирәк Рәйхана бит, ни әйтәһең.

Тиҙүк тырылдатып барып еттек Италияға. Әшрәфте тыңлап, әлдә итек кейеп алғайныҡ. Икегә айырылғас, йылға был төштә әллә ни киң дә, тәрән дә түгел, әммә яҙғы ташҡын ҡайтып уҡ бөтмәгән, ялан аяҡ кисһәң, һалҡын һыу, үткер бысаҡ кеүек, телеп аласаҡ балтырҙы. Ун аҙымлап былтырғы көҙҙән һынып йығылған ҡамыштар, һарғайып кипкән күрән өҫтөнә сыҡҡан һыуҙан атларға кәрәк – уныһы йөҙлөктән генә, артабан нисектер? Һыуы һарҡығаныраҡ күрәндәр араһынан ап-аҡ умырзаялар ҡалҡып сыҡҡан, Әшрәф уларҙы өҙөп, беҙгә тоттора һалды. Ә күк шундай аяҙ, әйтерһең, уның көмбәҙенә әле генә өр-яңы зәңгәр сатин тартып ҡуйғандар!

Әшрәф беҙҙе етәкләп алды ла утрауға (Италияға!) әйҙәне. Ҡамыштар аша үткәндә, үлеп ятҡан баҡаларға тап булып, сар-сор килеп алдыҡ.

Утрауға аяҡ терәнек, ниһайәт. Әллә ни ҙур түгел Италиябыҙ, сиктәре алыҫ китмәгән, тоҫмаллана. Ҡалҡыуыраҡ ерҙе һайлап, ҡартәсәйем тоттороп ебәргән иҫке турпышаны йәйҙек тә түңәрәкләп ултырҙыҡ. Телгә, нишләптер, бер һүҙ килмәй, күҙҙәребеҙ генә һөйләшә: Әсмәнең оло ҡайғыһын уртаҡлашыу, тормошобоҙға ярһып яҡынайған йәшлектә йәшеренгән серҙәр, беҙҙе ошо минутта үҙ ҡосағына һыйындырып үҙгәләндергән илаһи тәбиғәт – бөтәһе лә ҡараштарыбыҙға яҙылғандыр шул.

– Шымығыҙ! – Шулай тип ҡәтғи шыбырлаған Әсмәгә сәйерһенеп текләнек, былай ҙа шып-шым ултырабыҙ ҙаһа? Ул эйәге менән генә ярға ымланы: унда теҙелешеп, еҫкәнә-еҫкәнә, алты-ете бүре һыу эсеп тора! Эсеп туйҙылар, ахырыһы, уйнай башланы былар: томшоҡтарын һыуға сумырып алалар ҙа баштарын сайҡайҙар, сумырып алалар ҙа сайҡайҙар – ҡояш нурында аҫылташтай ялтыраған һыу тамсылары елкәләренә, арҡаларына сәселгәс, тотош кәүҙәләре менән һелкенеп алалар. Был ғәжәйеп күренеште әллә күпме ҡарап торор инең дә, әгәр йөрәгеңде ҡурҡыу ҡоршап алмаһа! Мин ни өсөндөр Әшрәфтең түгел, Әсмәнең беләгенә йәбештем, ул ғына ҡотҡара алыр һымаҡ анау йыртҡыстарҙан. Йөҙөндә тәүәккәллек сағыла. Мин дә тыныслана төштөм, Әшрәф иһә тирә-йүнгә күҙ йүгертә, моғайын, таяҡ йә таш-фәлән эҙләй.

Бына бер мәл бүреләр утрау яғына бер нисә аҙым яһап ҡуйҙы. Йөрәктең табанға төшөп китеүе буш һүҙ түгел икән, шуны белдем! Ярай ҙа, бая беҙҙе сарылдатҡан үлек баҡалар тәгәрәшеп ятҡан тапҡырҙа туҡтап ҡалды йыртҡыстар. Томшоҡтары, алғы тәпәйҙәре менән мәхлүктәрҙең һөрһөгән мәйеттәрен яр ситенәрәк этәрҙеләр ҙә, шуларҙың өҫтөнә ятып аунашырға тотондолар – әллә уйнауҙары, әллә аслыҡтан аҡылдан яҙыуҙары? Әсмәгә ҡараһам, ул йылмайып торасы. Тимәк, әллә ни хәтәр юҡ. Йөрәгем урынына ултырҙы һымаҡ.

Бәс, бүреләр бер мәл теге баҡаларҙы кемуҙарҙан һоғона башламаһынмы! Ҡыш буйы асҡа ҡаҡланғандыр бахырҙар… Шунан былар ҡырҡа боролдо ла, тағы теҙелешеп баҫып һыу эсеп алғас, көтөүе менән тау яғына ҡарап тоҡойҙо.

– Йыраҡҡа киттеләр микән?

– Бик йыраҡҡа түгелдер, бүреләр һыуға яҡынырыҡ төйәкләнә, ти атайым. – Шулай тине лә әхирәтем, йүнәтеп ҡуйҙы: – Ти торғайны...

– Абау, иветә, анау бүреләр, нисек ашайҙар һөрһөп ятҡан имәнес баҡаларҙы, фу! – Һүҙҙе башҡа яҡҡа шылдырырға тырышҡайным да, киреһенсә килеп сыҡты:

– Атайым урмандағы барлыҡ йыртҡыстың ҡылығын белә ине, – тип әхирәтем төпкәрәк төшөп хәтерләй башланы,– бүренең иң яратҡаны үләкһә-фәлән, шуға ла ул емтектең өҫтөнә аунай-аунай еҫкәй, ти… Ярай ҙа, шул баҡаларға юлыҡтылар, юғиһә йылғаны йөҙөп сығыу уларға бер ни тормай.

– Көн йылына төшкәс, Айыусыға зыярат ҡылырға барырбыҙ, Әсмә. Ҡартәсәйемде эйәртербеҙ, доғаларын уҡыр.

– Үҙем алып барырмын, тракторға ултыртып, – тип ҡушылды Әшрәф тә. Әсмә икебеҙгә лә алмаш-тилмәш ҡарап алды ла тәрән итеп тын алды. Мин дә уның ыңғайына һемереп яҙғы һауаны һуланым – һуңғы көндәрҙә күкрәк ситлеген ҡыҫып торған ҡулса ысҡынды, буғай.

Ҡайтырға йыйындыҡ. Яр ситендәге һыу шул арала байтаҡ сигенгән, аҡ ҡалпаҡлы умырзаялар, былай ҙа күҙ сағылдырғыс зәһәү нурға сорналған көнгә яҡтылыҡ, нәзәкәтлек өҫтәп, күгүләндә ялан аяҡ баҫып торалар. Бындай самими сафлыҡ тик яҙҙарға ғына хас кеүек…

Аллаһ Тәғәлә ошо осор өҙлөкһөҙ яуған боҙ ҡатыш өшәнес ямғырҙы 9 май алдынан ғына тымыҙып ҡуйҙы, байрам таңында күккә сағыу ҡояшты тәгәрәтеп сығарҙы. Бөйөк Еңеүгә – 20 йыл! Орден-миҙалдарын теш порошогы менән ялтыратып тағып алған фронтовиктар һуғышта һәләк булған ауылдаштар иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск янына ағылды. Көләс йөҙлө ағайҙарға күҙ һалдым: күпселеге әле ҡарт түгел, 40 – 45-тәрҙә, йәшәү дәрте, иртәгәге көнгә ышаныс бөркөлә уларҙан. Шуға ла иғтибар иттем: Сталин барельефы һуғылған миҙалдарын берәү ҙә өйҙә ҡалдырмаған (Хрущев заманы түгел), тағып килгән.

Аяҡ өҫтө тороп радионан Брежневтың тантаналы телмәрен тыңланыҡ: Сталинды хурламаны, Жуковтың хәрби батырлығын таныны һәм Бөйөк Ватан һуғышында 20 миллион совет кешеһенең һәләк булыуын әйтте. Фронтовиктар төркөмөндә йәнләнеү һиҙелде, улар устары менән бер-береһенең яурындарына шапылдатты, ҡосаҡлашты. «Элек 7 миллион тиҙәр ине, шунда ғына торамы ни илдең ҡорбандары?» – тине кемдер, ярһып, бүтәндәре теләктәшлек белдереп баш ҡаҡты. Леонид Ильичтың Мәскәү менән Киевҡа герой-ҡала исемен биреү тураһындағы һүҙҙәре алҡыштарға күмелде. Пионер бүлмәһендәге стендта элекке герой-ҡалаларҙың исемлеге бар: Ленинград, Севастополь, Одесса, Волгоград (Сталинградҡа әйләндермәнеләр барыбер), хәҙер тағы ике ҡаланы өҫтәп яҙырға кәрәк, тип үҙемдең хәтеремә киртеп ҡуйҙым.

Ҡайтҡас та оҙаҡ арына алманым Еңеү байрамы тәьҫораттарынан. «Правда» гәзитен айырым бер илтифат менән ҡулыма алып уҡып сыҡтым. «20 миллион, 20 миллион, 20 миллион...» Уның һәр юлы миңә шулай тип ҡысҡырғандай тойолдо. Кәнсәләр йыйыштырғанда, ир-аттың гәптәрен әүәҫ тыңлап йөрөгәндә ишеткәндәрем яңынан зиһенемде айҡаны: йылға булып аҡҡан ҡан, ерҙең аҫтын өҫкә аҡтарған гранаталар, пушка йәҙрәләре, бомбалар яуғанда автомат тотҡан килеш окоптарҙа тереләй күмелеп ҡалған һалдаттар... Радионы тоҡандырһам, унда ла – һуғыш ауаздары. Танкистар отрядында хеҙмәт иткән санитарка һөйләй: «... Миңә ун туғыҙ ғына йәш ине, бәләкәс буйлы сибек кенә ҡыҙ баламын. Танкыларҙың яғыулығы кәрәсин бит инде, фашистар утҡа тотһа, тоҡана ла китә. Танкистарҙың иҫән ҡалғаны, дөрләп яна-яна, ергә һикерә, мин улар янына йүгерәм, ерҙә тәгәрәтеп, утты һүндерергә тырышам. Үҙемде лә әллә нисә ҡат ялҡын ялманы... Тәнгә үтеп инһә, ҡотолоу юҡ, ит яна башлай... Шул тиклем йәл, йәп-йәш егеттәр, имәндәй ирҙәр ғазапланып йән бирә, ҡотҡарып булмай! Илайым, бүре шикелле олойом, кем ишетһен ул мәхшәрҙә...»

Уф! Радионы тымыҙҙым да район гәзитен ҡулға алдым. «Ҡурай һәм мылтыҡ» тигән мәҡәләне уҡырға тотондом. Фронтовик ауыл хәбәрсеһе яҙған. Эсенә инеп киттем мәҡәләнең, шулай тасуири ине. «...Көнбағыш баҫыуында боҫоп, атакаға приказ көтәбеҙ. Күктә фашист самолеттары өйөрөлә. Алыҫта беҙҙең зениткалар тыҡылдай... Бер тимер ҡоҙғондо бәреп төшөрҙөләр, беҙҙән алыҫ та түгел килеп ҡоланы ла шартланы. Башҡалары күпмегәлер юғалып торҙо. Күккә ҡарап һөйләшмәй-нитмәй ятабыҙ. Көн эҫе, һауа томра, түҙәбеҙ, ҡымшанмайбыҙ ҙа хатта. Шул саҡ, арыраҡ ятҡан фронтташ дуҫыма иғтибар иттем, бер көнбағыштың һабағын киҫкеләп, юнғылап-тишкеләп хитлана. Башҡорт ул, Ырымбурға сиктәш бер ауылдан. Ҡурайсымын, ти. Еҙ ҡурайы булған да, өйөндә ҡалдырған. Улым үҫә, ун дүрт йәштә, уға аманат, ти... Яҡташ булғас, ныҡ дуҫлаштыҡ, әлбиттә. Иҫән ҡайтһаҡ, ҡунаҡҡа йөрөшөрбөҙ, ҡоҙа булышырбыҙ, тип һүҙ беректерҙек: уның улы, минең ике ҡыҙым бар. Ята торғас, эҫегә мәлйерәп йоҡлап киткәнмен. Төш күрәм: сәскәле аҡланда ҡайырып бесән сабам. Ҡайҙалыр, кемдер ҡурай тарта. «Азамат»ты һыҙҙыра... Ҡурай тауышы яҡыная башланы, көсәйгәндән-көсәйҙе. Уянып китһәм, ни күрәм: яҡташым тубыҡ сәнсеп миңә һөйәнеп ултырған да ҡурай тарта. Төштә тигәнем өндә, имеш. Көнбағыш һабағының эсен нисек итеп ҡыуышлатҡандыр, үҙе генә белә. Ҡурай оҙонлоҡ итеп киҫкән дә бармаҡ уйнатырға уйымдар тишеп, һәттойоҡ көй сығара. Бар рота шым ҡалған, ҡурайҙың нимә икәнен белмәгәндәр ҙә моңға арбалған... Шул саҡ беҙҙең флангыға танкылар килеп терәлде, «Атакаға!» тигән фарман яңғыраны. Ике көн инде бер ҡалҡыулыҡты ала алмайбыҙ, ике урында немецтың таш дзоты ут сәсә...»

Артабан – ҡәҙимге һуғыш картинаһы. Атыш, ҡырылыш. Балыҡ ҡармаҡлағандай, үҙемде ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәтте генә эләктереп алдым: ҡурайсы һәләк булған, ә иҫән ҡайтҡан дуҫы уның ғаиләһен барып күргән, ебәрергә өлгөрмәгән хатын тапшырған. Һәм, бәрәкалла, ике ҡыҙын да эйәртеп алып барып, ҡурайсының егет ҡорона ингән улына күрһәткән. Береһен һайлаған егет! Атаһының еҙ ҡурайында уйнай, ти үҙе.

Тәүлектә 24 сәғәт инде – аксиома. Әммә берсә ул күҙ асып йомғансы үтеп китә, берсә йөҙ сәғәткә һуҙылып талсыҡтыра. Айырыуса төндөң оҙонлоғо төрлөсә була. Бөгәсәге төн үҙенең эсенә тотош быуатты һыйҙырған кеүек тойолдо миңә. Етмәһә, анау Ай урағы аптырашҡа һалды: Гөлбикә апайҙың мунса артында үҫкән йөҙйәшәр шыршының осона, уғына ғына, килгән дә ҡырын төшөп ятҡан! Берсә ул Ай мөнтәлгән һары ҡауын ҡыйырсығына ла оҡшап ҡуя, әйтерһең кемдер уны мәҙәк өсөн генә бейеккә атып бәргән дә, ҡабырғаһы менән шыршы энәләренә ҡаҙалып эләгеп ҡалған. Икенсе ҡараһаң, әкиәти карапҡа ла тартҡан был Ай, сихри алтын Ай…

...Диңгеҙ ярында баҫып торам. Иге лә юҡ даръяның, сиге лә юҡ, күктәр менән тоташҡан ул, йөйө лә күренмәй. Аҡсарлаҡтар балыҡ сүпләп туйған, күрәһең, – тулҡындарҙың бәллеү түштәрендә бәүелеп йоҡомһораған мәлдәре. Күҙҙәрем талғансы, йотолоп бағам ыуылйым монарҙарға. Һауаларға олғашҡан алыҫ офоҡ өнһөҙ ялбарыуыма яуап бирә һымаҡ: уф, юҡ...уф, юҡ...Сәфәренән ҡайтмай ҙа ҡайтмай һөйгәнем.

Мин – Пенелопа. Ир ҡатынымын, ул әсәһемен. Йәрем – батырҙарҙан батыр Одиссей. Утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ аҫыл йәремде оҙаҡ йылдар өмөт өҙмәй көтәм, тоғро көтәм. Тирә-яғымда ҡоҙғон кеүек өйөрөлгән димселәр, Одиссейҙың батшалығына нәфселәрен һуҙып йөрөгән ир йораттары ахырҙа хәйлә уйлап таптылар: уның ҡатынын яулап алыу өсөн ярыш ойошторҙолар. Йәнәһе, батша тәхетенең шунса ваҡыт буш тороуы ил мәнфәғәттәренә зыян итә. Нишләргә миңә?! Шарт ҡуйҙым, берҙән-бер сарам шул ине:

– Бына Одиссейҙың уҡ-һаҙағы, ана – сәптәре. Ярышығыҙ, булдыра алһағыҙ!

Һөйгәнемдең ҡоралына көстәре етмәҫенә, уҡтарын бихисап дүңгәләктәр аша үткәреп сәпкә тейҙерә алмаҫтарына иманым камил да ул, барыбер ҡурҡам, әгәр берәйһе ниндәйҙер мөғзизә менән шартты үтәй ҡалһа? Бер кейәү сыға, икенсеһе, өсөнсөһө... Саҡ ҡуҙғатып, ян керешен тартырға көсәнәләр. Ғәрлектәренә сыҙамай үрһәләнәләр. Шул саҡ һәләмә кейемле бер байғош та бәхетен һынап ҡарарға булды. Мыҫҡыллы көлөүҙәргә иғтибар ҙа итмәй, уҡ-йәйәне еңел генә күтәреп алды ла һығылдырып кереште тартты, әйтерһең дә, сиртеп кенә ебәрҙе һәм... ярабби! – һөйәк башлы осҡор уҡ дүңгәләктәр эсенән һыҙғырып үтеп сәпкә ҡаҙалды. Барыһы ла шаңҡып ҡалды, шып-шым булдылар. Шул тынлыҡта кемдер, үҙ-үҙенә ышанмай ғына: “Одиссей?!” – тип шыбырланы. Ә минең йөрәгем уны күптән танығайны.

– Одиссей! – Йәнасыҡҡа ҡысҡырҙым да, шул ыңғайға уянып киткәс, тауышымдың төштә генә шулай көслө яңғырауына ҡыуандым. Ҡартәсәйем һике түрендә тыныс ҡына йоҡлап ята. Тәҙрәгә күҙ һалдым: Ай урағы шыршы осонда юҡ, әллә ҡолап төштө микән? Ай… Төндөң күҙелер ул? Күҙе… Шул уйға эйәреп, һыңар күҙле Циклоптың ҡараңғы, әшәүәтһеҙ ҙур мәмерйәһенә барып ингәнемде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын – абау! Бер көтөү һарығы бар, имеш, ул имәнес йән эйәһенең, миңә һырығыпмы-һырығалар бисараҡайҙар, тегенән ҡурҡалар. Ҡурҡмаҫһыңмы, әле генә берәүһен ботарлап ашаны ла ер тетрәтеп ғырылдап йоҡлап китте. Нисек ҡотолорға һуң был хәлдән? Баш вата торғас, уйлап таптым: анау һарыҡтарҙың ҡорһаҡ аҫтына йәшеренеп, йөндәренә йәбешеп сығырға була лаһа мәмерйәнән! Тик тәүҙә нисек тә Циклопты һуҡырайтырға кәрәк, ә таң атҡас, һарыҡтар көтөүгә сыҡҡанда… Әһә, ана ята ул түпәгүҙҙең көтөү ҡыуа торған таяғы. Шуны алдым да осло башы менән киҙәндем тегенең маңлай түренә! Уф, тейҙерә алмайым да ҡуям! Уңарсы асыуынан үкереп уянды был, аҡшайған күҙенән, гүйә, ут сәсрәне, битем, бөтә тәнем түҙеп торғоһоҙ булып бешә ләһә!..

Баяғыса тағы мине – йоҡо, ә йоҡомдо мейемдә ҡайнашҡан уй-тәьҫораттар еңгән. Ҡартәсәйем икмәк мейесенә ут яҡҡан да, шуның ялҡыны бәрелеп, эҫегә сыҙамай уянып киттем бына.

Одиссей ғәскәренең, мәшһүр Троя ҡалаһын ҡолата алмай, ун йыл һуҙымында ҡәлғә ҡапҡаһы төбөндә серәшеүе, теге “Троя аты” арҡаһында ғына еңеүгә ирешеүе, иленә ҡайтышлай тағы ун йыл буйы, төрлө мажараларға дусар ителеп, сәйәхәт ҡылырға мәжбүр булыуы хаҡында мин, эйе, белә инем. Ҡайҙанмы? Ә, Мәүлиҙәнең өлкән апаһы арҡаһында. Ул, техникум тамамлап, Республика китапханаһында эшләй башланы, шунан беҙгә елле-елле китаптар алып ҡайтып биргеләй. Тиҙ генә уҡып сығабыҙ ҙа кире ебәрәбеҙ. Беҙҙән алда Әмин абый эләктерә һала, әлбиттә. Була бит уҡыуҙан туймаған әҙәмдәр, тип асыу килеп китә уға ҡай саҡ, оҙаҡ тоторға ярамай ҙаһа ваҡытлысаға ғына килтерелгән китапты. Бер нисә тапҡыр миңә түгел, Мәүлиҙәгә сират етмәй ҡалды, апаһы ашыҡтырып алып китте – француз әҙибе Виктор Гюгоның “Собор парижской богоматери” тигән әҫәренән шулай ҡолаҡ ҡаҡтыҡ. Унда Квазимодо исемле бөкрө егеттең һылыу сиған ҡыҙы Эсмеральдаға үлеп ғашиҡ булыуы хаҡында яҙылған, ти. Их!.. Уның ҡарауы, боронғо Грецияның бөйөк шағиры Гомерҙың “Илиада” тигән үлемһеҙ әҫәрен уҡыу, уның геройы Одиссейҙың яҙмышы менән танышыу бәхете тәтене. Теле русса, йөкмәткеһе ярайһы ҡатмарлы булһа ла, бер һыуһында уҡып сыҡтым.

Уҡығандарыңды ҡайта-ҡайта уйлай китһәң, беҙҙекеләр, толпарлыларҙы әйтәм, бик күптән, Әдисәй бабаҡайға тиклем үк, Одиссей тураһында хәбәрҙар һымаҡ? Теге Циклоп Одиссейҙан: «Һин кем?» – тип һораған бит инде, уныһы, хәйләләп: «Мин бер кем дә түгел», – тип яуаплаған. Аҙаҡ, һыңар күҙенән дә яҙып илап ултырғанында, Циклоптың ҡәрҙәштәре: «Кем һине шулай итте?» – тип һорағас, был бахыр:«Бер кем дә түгел», – тигән. Толпарлыла ла бер лаҡап бар ҙаһа. Имеш, борон заманда Ебәк юлынан урап ҡайтҡан сауҙагәр егет, һөйгәнен күҙләп, тирмә тирәһендә тапана икән дә, ҡыҙҙың атаһы шәйләп ҡалып: «Һин кем? – тип һорағас: «Бер кем дә түгел»,– тигән дә китә һалған. Күпмелер ваҡыттан һуң ҡыҙҙы һоратып килгән был. Атай кеше үткер күҙле генә түгел, йор һүҙле лә булған, күрәһең: «Бер кем дә түгел»гә тоттороп ебәрергә артыҡ ҡыҙым юҡ», – тип һатыулашып ҡыланған башта, ә үҙе эсенән харап ҡыуанған: егет булдыҡлы, бай ҙаһа.. Ҡойоп ҡуйған Одиссей хәбәре түгелме ни әлеге лаҡаптың елегендә? Миңә шуныһы ғәжәп әле…

«Һеҙгә ни бында, төпкөл ауылда…» Үҙ сәғәтен көтөп кенә торғандай, ошо йән көйҙөргөс һүҙҙәр, уларҙы әйткән кеше – атайым, гелән янымда, күҙ алдымда булмаһа ла, исеме-есеме йөрәгемә уйылған Баязит моряк – тағы аңымды биләп алды. Донъя күреп, диңгеҙ гиҙеп ҡайтҡан ғына сағы ине. «Үҙең ҡайҙанһың, бәй?!» – тип ҡаршы төшкәйне ҡартәсәйем, асырғанып. Ана, даръялар аръяғындағы Грецияла хан заманда йәшәгән Одиссей яҙмышын белә төпкөл толпарлылар, унан да былайы – үҙ Әдисәйҙәре, үҙ Пенелопалары бар!

Шул уҡ көндө ауылым һәм ауылдаштарым өсөн ғорурлыҡ тойғоһон тауҙай итеп күтәреп ҡуйған тағы бер сәбәп булды, башым күккә ашты, гүйә. География дәресендә Әлфиә апа (ул төп ошо фәнде уҡыта, өҫтәп ботаниканы ла йөкмәткәндәр) иҫ киткес яңылыҡ асты: «Толпарлы республикабыҙҙың ҡап уртаһында урынлашҡан, – тип торҙо ла артабан йомаҡ әйткән һымаҡ дауам итте, – ә Башҡортостан – Европа менән Азияны арҡа һөйәгеләй ҡуша йәбештереп тотоп торған Уралда, тимәк, планетаның ниндәйерәк төшөндә йәшәйбеҙ?» Ашҡынып ҡул күтәрҙем, башымда ҡайнашҡан яуаптарҙы барлап та сыҡмағайным, шуғалыр, тулҡынланып, ҡысҡырып әйттем: “Толпарлы – Ер кендеге!”

Уҡытыусы яуабымды кире ҡаҡманы, иҫбатламаны ла, уратыбыраҡ осланы фекерен: ”Һәр кем үҙ төйәген донъя тотҡаһы тип инанырға тейеш. Һәр ҡитға, һәр ил, һәр ауыл Ерҙең кендегенә бәйләнгән ул”. Мин шымайып ҡалған синыфташтарыма күҙ йүгертеп алдым: хатта иң шаян малайҙарыбыҙ ҙа уйға талған. Бәс, әле килеп саҡ күҙем асылдымы – класта бер малай ҙа юҡсы, тик егеттәр генә ултыра!

Хәтергә төштө, сабый саҡта, йәшеренеп Әмин абыйҙың глубосы менән уйнағанда, ул шарҙы сырмап-сырмап ураған һыҙыҡтарҙы күреп аптырағайныҡ Мәүлиҙә менән икәүләп – уртаға ғына, кендеккә генә, гүйә, барып тоташҡандар, әллә, киреһенсә, шунан сыҡҡандар. Үҫкәс белдек: меридиан икән ул һыҙыҡтар, ә кендек һымағы – Ер күсәре. (Төпкөлдә түгел, планетаның үҙәгендә беҙҙең Толпарлыбыҙ, атай, тим, ишетәһеңме?! Хәйер, һин быны белмәй түгелһеңдер...)

Башыма үҙемә күрә арыу уй килһә, шуны ҡағыҙға теркәп ҡуйырға ғәҙәтләнеп барам. Мәктәптән ҡайтып инеү менән, онотмаҫ борон тип, кәштәләге ҡалын дәфтәремде барып алдым, ундағы “Ауылым тарихы” тигән бүлеккә уҡытыусымдың һүҙҙәрен теркәнем дә, арыраҡ “Үҙебеҙҙең Одиссей” тип яҙып ҡуйҙым. Шунан тағы “Толпарлы Пенелопаһы” тигәнде өҫтәп, хәтеремде ҡабат байҡап сыҡтым, төйөндәрен төйнәп-төйнәп ҡуйҙым. Ҡасан да бер тағатырмын, сисермен дәһә?

18[edit]

Ҡулымда – өлгөргәнлек аттестаты. Ун бер синыф уҡығас, өлгөрҙөмдөр инде? Әллә шул... Дуҫтарымдың, исмаһам, иртәгәге көнгә аныҡ маҡсаттары бар: Мәүлиҙә математик булмаҡсы, Олексий ҙа бар уның теоремалары араһында, әлбиттә; Әсмә, Өфөгә барып, ашнаҡсылар курсына документтарын тапшырып та ҡуйған; Әшрәф күҙ алдында эшләп йөрөй; Әхиәр төҙөүсе-ташсы һөнәренә эйә булды, Стәрлелә бейек-бейек йорттар һала; Сабир Салауат педагогия училищеһын киләһе йыл тамамлаясаҡ; Харис менән Фатих медицина институтына инергә һүҙ ҡуйышҡандар, егеттәргә стаж кәрәкмәй икән. Кәбирме? Ә Кәбирҙең тағы ике йыл уҡыйһы бар әле. ”Бөйөк рәссамдарҙың маһирлыҡ серҙәрен отҡом килә, әммә үҙ йөҙөмдө, үҙ буяуҙарымды табыу минең хыялым; ҡулымдан, стилемдән, ҡылҡәләмдең һелтәнешенән таныһындар ине картиналарымды! – тип яҙа хаттарында һәм гелән тиерлек бер үк һорауҙы ҡабатлай: – Ә һин нисек уйлайһың, Нурия?” Баштараҡ, алдан иҫкәртмәй ҙә Өфөгә китеп барыуына үпкәләп, яуап бирмәй йөрөнөм. Ә ул барыбер яҙҙы, туҡтаманы. Ахырҙа иренем – ярата лаһа мине берәү. Шунда күңелемдең тәрән төпкөлөндә йәшеренгән, һәр хис-ҡылығымды белеп, тәфтишләп торған серле көс минән һорап ҡуйҙы: ”Ә һин үҙең уны яратаһыңмы?” “Ярат...” – тинем дә эсемдән генә, туҡтап ҡалдым, тултырып әйтә алманым: иләҫ-миләҫ хистәремә берсә ышанам, берсә юҡ. Сәмем дәһә тынғы бирмәй, игәпме игәй, бүтәндәр, ана, мөхәббәт йәһәтендә лә өлгөргән, һин генә ҡаңғыраһың, ти. Ҡаңғырам шул! Бер һөйгәнем өсөн, уның хаҡына алтмыш һөймәгәнде үҙ итергә, ҡәҙер күрһәтергә, ҡайҙа тиһә шунда эйәрергә, сит ерҙә ерегергә хатта – әҙерменме? Мәүлиҙә, мәҫәлән, әҙер: «Олексий саҡырһа, Украинаға китәм дә барам, ер сиге түгел әле”, – тип һөйләнә...

– Нурия, әү, Нурия! – Кемдер шул минутта еңемдән тартты, – шырлыҡҡа инеп аҙаштыңмы әллә? Бәс, Бүреһуҡҡан олатай, Һарыгүҙ, мин – өсәүләп Сәтләүек урманына китеп барыуыбыҙ ҙаһа. Уйға һабашып, онотолоп килеүем, ғәҙәтемсә. Олатай ошоно нығытып та ҡуйҙы:

– Үҫкәнһең, әммә әллә ни үҙгәрмәгәнһең, ҡыҙым. Үҙгәрмә лә. Һәр кемдең үҙ фиғеле. Мин дә бына лесник сағымдағы өйрәнеш иткәндәремде ташлай алмайым, кем ҡушҡан, юғиһә, ошолайтып урман ҡыҙырып йөрөргә, ҡайҙа нимә үҫкән, нимә үҫмәгән, тип тикшереп, кейек барлап. Ә һин, йәш кенә башың менән, уй-хыял урманын гиҙергә әүәҫһең, беләм. Һаҡ бул улай ҙа, ундағы сатра-сатраштарҙа юл тапмай яфаланыусылар ҙа осраштыра, тим.

Олатай элеккесә елпелдәтеп шәп атламай. Оҙон бишмәтенең төймәләрен дә яйлап ҡына эләлер – салғыйҙары салыш-малыш тормай. Әкренәйҙе ул. Ә зиһене шул көйө генә, хәтер офоҡтары иһә, үҙе әйтмешләй, асыла, яҡтыра төшкән. Бына әле лә шул офоҡтарҙы байҡап килеше:

– Йот йылында, егерме беренселә, ошо сәтләүеклек ҡотҡарып ҡалды беҙҙе аслыҡтан, ышанаһығыҙмы-юҡмы? Яҡын-тирә төбәктәрҙә үҫмәй сәтләүек ағасы, бары беҙҙә генә...(Миңә генә түгел, тағы ла кемдәргәлер төбәлгән, ахырыһы, уның был һүҙҙәре). – Сәтләүек – үҙе бер байлыҡ, әгәр эшеңде биреп йыйып, киптереп алһаң. Бер төшө бер телем икмәккә тора, туҡлыҡлы. Бигерәге, был тирәлә тейендәр үрсей, ана шул матурҡайҙар йылына ике-өс тапҡыр балалай, бишәр-унарҙы. Ите, тағы тиреһе – үҙҙәре, бәләкәй генә булһалар ҙа, файҙалары ифрат та ҙур уларҙың. Ышанаһығыҙмы-юҡмы...

– Ышанам-ышанам, һөйлә-һөйлә! – Ара-тирә олатайҙы шулай йөпләп тә алғылайым, әтеү, тауыш бирмәһәң, ярты һүҙҙә туҡтап та ҡуя торған.

– Халыҡты тыйып тотоуы, ай-һай, ауыр булды ул йотлоҡта: һунар ярамаған мәлде лә уйлап тормай бәғзеләр, ҡыра ғына кейекте, уңлы-һуллы... Ышаныслы бер нисә азаматҡа, ҡуна-төшә, урманды һаҡлап торорға ла тура килде. Әмәлгә таянғандай, тау аша ғына бөтөнләй иген сәсмәгән халыҡ асҡа бөгөлә – ҡатайҙар... Уларға ла көн күрһәттек, сәтләүек йыйырға рөхсәт иткеләнек. Үҙебеҙгә ниндәй көн килмәҫ... Толпарлылар белекле улар, йомартлыҡтары ла бар. Борондан төпләнгән бында халыҡ, быуын-быуынға йыйған аҡылына, фәһеменә таянып донъя көтә. Ояты ҡаса башлағандарҙың арт һабағын уҡытып та ҡуялар ҡай саҡ. Бер осор, әлеге аслыҡтан һуң, Николаевка урыҫтары (ошо урында мейессе Уста знакум менән Әбизәтелнә бабайҙың һөйләшкәне иҫемә төшөп, саҡ ҡысҡырып көлөп ебәрмәнем: көлкөмдө быуып өлгөрҙөм, тамағым сатнап, танауым эстән әсетеп бер булды аҙаҡ) шашып алды, күрше-тирә ялан башҡорттарын тирмәндәренә индермәй, ярты юлда бороп ебәреп ҡыландылар. “Һеҙгә мосолман автономияһы кәрәк инеме ни әле, ана шунда барығыҙ!”– тип күҫәк күтәреп торалар, ти. Шунан ни, тегеләр беҙҙең тирмәнгә йөрөнөләр, алыҫтараҡ ятһаҡ та. Көндөҙ ситтән килгән ҡәрҙәштәр он тарттыра, төнөн – үҙебеҙ.

– Шунан, теге урыҫтар? – Был йәһәттә уғата ныҡ ҡыҙыҡһыныуымды белгертеп, һорау ҡыҫтырҙым, олатайҙың телмәрен ҡыҙыулатып ебәрҙем.

– Шунан ни, ҡыш етеү менән быларға балы, йәнлек тиреһе, бурһыҡ майы, сана табаны, йүкә-фәләне кәрәк була башланы. Унан да былайы беҙҙең тимерлеккә төшә көндәре. Башҡорттан оҫта тимерсе донъяла юҡ, булат ҡоросон да беҙҙекеләр ҡойған, вәт!

– Вәт?!

– Ызнакумнарҙы арыу ғына ваҡыт инәлтеп, аҡылдарына ултырттыҡ та тағы әүәлгесә йәшәп киттек. Донъя тар түгел дәһә... Нишләйһең, ҡасандыр уларҙы ата-бабалар үҙ еребеҙгә һыйындырғас.

– Ерҙе бер әсмүшкә сәйгә һатҡандар?

– Шундай замандар булған, тоҡомоңдо һаҡлап ҡалыу зарурлығы башты ла эйҙергән. Батырша яуынан һуң ти, батша йәнәптәре аяуһыҙ үс алған, беҙҙең иң матур ҡыҙҙарыбыҙҙы тоғро ярандарына таратып биргән, шул хаслыҡҡа барып еткән. Һарыҡ бәрәсендәй итеп, белмәгән-күрмәгән, зат-ырыуы әллә кемдәргә тоттороп ебәргәндәр меңәрләгән ҡыҙ баланы. Халыҡ онотмай ундай ваҡиғаларҙы, хәтерендә, телендә һаҡлай, зыялы инсандары яҙып ҡалдыра.

– Олатай, һин һөйләгәндәрҙе мин дә...

– Сеү! – Сәтләүек урманы ауыҙына килеп индек тигәндә, ҡарт урмансы ҡапыл туҡтап ҡалды, ҡулын маңлайына ҡуйып арыраҡҡа, әллә һауаға, төбәлде. Мин дә ҡарашымды шунда йүнәлттем. – Күрәһеңме, тегендә-бында ағас баштары һелкенгеләй?

– Ел һелкетәлер.

– Һинеңсә, ел ағастарҙы һайлап йөрөп һелкетәме?

– Әлләсе...

– Әлләсе шул! Осар тейендәр ҡайтҡан сәтләүеккә, иншалла!

– Осар тейен?!

– Үҙ күҙең менән күрерһең, насип булһа.

Урмандың уртаһына барып еттек, әммә ҡанатлы тейендәр һаман күҙгә салынманы, үргә ҡарап бара торғас, муйын ауырта башланы ахырҙа. “Беҙҙе шәйләп, ҡарағайлыҡ яғына осҡандарҙыр”,– тип ҡуйҙы олатай. Ә үҙе шундай шат, ҡәнәғәт, уның ыңғайына мин дә һөйөнөп киләм, бәй.

Туҡтап, саған күләгәһендә тамаҡ ялғап алдыҡ. Олатай арҡаһын бер төмөзгә терәп серемгә китте. Мин алан-йолан ҡаранам: тирә-яҡта туҡтауһыҙ хәрәкәт барғанын тоям. Ят тынды һиҙеп, эргәләге ҡыуаҡ төбөнән пырылдап бер ҡош осоп сыҡты. Алыҫ китмәне үҙе, шул тирәлә урала, төрлө ҡыуаҡҡа барып ҡунған була, үҙенең ояһынан күҙ яҙҙыра, йәнәһе. Шул арала шым ғына былтырғы саған япрағы итәгемә килеп ятты, баш осондағы берәй ботаҡта көҙҙән эленеп ҡалған, күрәһең, – ҡыш торған, яҙ торған, әле уны, моғайын, йәш япраҡтар этеп төшөргәндер. Матур, семәрле ошо саған япрағы, бер ҡараһаң, ҡул суғына ла оҡшап ҡуя. “Һаумы!”– тинем дә уны усыма алып һыйпаным.

– Урмандың күҙе бар, ҡолағы бар, Нурия, сәләмеңде ишетеп тора,– тине Бүреһуҡҡан олатай, мине хуплағандай. Серем итеп тә алған. Шул саҡ эргәбеҙҙә һуҙылып ятҡан Һарыгүҙ башын ҡалҡытты ла өрә башланы. Олатай юғарыға ымланы: ярабби, бер түгел, өс тейен осоп бара! Аҫтан яҡшы күренә, алғы тәпәйҙәре кәүҙәләренә киң йоҡа тире менән беркетелгән, гүйә, ағастан ағасҡа һикергәндә шул тире ҡанат кеүек кирелеп китә лә, оса тейенкәй, оса!

– Былтыр сәтләүекте ялағай һуҡты бит, төшө ҡара янып сыҡты. Ризыҡ улай ҙа ҡалған икән быларға. Эргәлә генә, ана, ҡарағай урманы, осар тейендәр ҙә, ҡәҙимгеләре лә шунда ҡышлайҙар. Көҙҙән ҡыуыштарына тубырсыҡ, ҡайын алҡаһы йыялар. Сәтләүекте бигерәк ярата инде улар, ашап та, ҡышҡылыҡҡа тип ташып та бер булалар.

– Әле нишләп йөрөйҙәр икән бында, сәтләүек өлгөрмәгән дәһә?

– Разведкаға килгәндәр, бына һинең менән минең кеүек.

– Олатай, ундай тейендәр тураһында китаптан да уҡығаным юҡ ине.

– Һирәк йәнлек тәһә. Бәлки, ошо беҙҙең төбәктә генәлер әле үрсеме. Нурия, бар, берәй ҡуш ус сәтләүек йыйып килтер, төрлө ҡыуаҡтан өҙ, ҡарайыҡ.

Тиҙүк йыйҙым. Минең ҡуш усымдағы олатайҙың һыңар усына һыйҙы ла ҡуйҙы.

– Ҡулың ҡайһылай дәү,– тинем, ғәжәпләнеп. Олатай башымдан ғына һыйпап ҡуйҙы. Хәҙер ул һәр хәбәремде ялғап, аңлатып тормай, кәрәк тапҡанын һайлап ҡына һөйләй.

– Сәтләүек була быйыл, уңа,– тине, бөтә емештәрҙе лә тешләгәнен тешләп, һелкеткәнен һелкетеп, усында тәгәрәткеләп ҡарап бөткәс.

Ҡәнәғәт ҡалды олатай был сәфәрҙән. Ҡайтышлай Абдрахман олатайым тураһында һүҙ сығарҙы:

– Йәйҙе Балбабайҙарҙа уҙғарам, умарталыҡта, үҙеңә мәғлүм, шунда өс солоҡ ҡарағайы бар, өсәр быуат, ти йәштәре. Шуларҙы һинең ҡан олатаң, ысын олатайың, һайлап, күс ҡундырған икән.

– Һин дә – ысын олатайым, ып-ысын! – тип әйтмәй булдыра алманым. Бүреһуҡҡан олатай ҡандаш-тоҡомдашлыҡ тураһында сурытып торманы, ары дауам итте һүҙен:

– Абдрахман ҡурайсы бөрйәндәрҙән бит, ә улар солоҡсолоҡта – иң айбары, бик күп таһылдарға өйрәткән икән Балбабайҙарҙы, әйтәгүр, – Шулай тине лә, ерле юҡтан һорап ҡуйҙы: – Һин кемгә уҡымаҡсыһың, Нурия?

– Белмәйем,– тинем. Алдашманым. Һуңғы араларҙа уйлағаным шул: ниндәй һөнәр һайларға, ҡайҙа тапшырырға документтарымды? Берауыҡ һөйләшмәй атланыҡ. Шәмдәй төҙ ҡарағайҙар, зифа ҡайындар парлашып теҙелеп баҫҡан, өҫтәрәк өйкөм имәнлек үҫкән тау ҡыразынан бара һуҡмаҡ, шунда өсөбөҙ ҙә – олатай ҙа, мин дә, Һарыгүҙ ҙә – туҡтап, ҡолаҡ һалдыҡ: “Туҡ-туҡ, туҡ-туҡ!”– Туҡтауһыҙ бер көйгә тумыртҡа туҡылдай.

– Урмансы егеткә әйтергә кәрәк, килеп ҡараһын әле, ҡарышлауыҡ баҫҡанмы әллә урманды? Тумыртҡа бал ҡорттарын да сүпләй торған, был тирәлә күрше совхоздың түмәр умарталары бар, шуларға эйәләмәһен. Хәйер, йәй уртаһында улай ҡыланмаҫ...

– Тумыртҡа бал ҡортон ашаймы?

– Ҡыштарын мутлаша ул, солоҡ ағасын – йә ҡарағай йә имән инде уныһы – туҡылдатырға тотона: бал ҡорттары тауышҡа сыға башлай, ә был сыҡҡан береһен эләктереп тора.

– Бәлки, үҙенә ҡыуыш соҡойҙор? Ул бит йыл һайын яңыны эшләп инә, иҫкеһенә һуҫар оялай – үҙең бер һөйләгәйнең шулай тип. Әлдә эйәрттең бөгөн, олатай, тағы әллә күпме ҡыҙыҡлы нәмәләр ишеттем һинән.

– Белмәгәндәрең бармы ни һаман? – Олатайҙың тауышы көлөмһөрәп сыҡты.

– Донъя серҙәрен күберәк асҡан һайын, белемемдең әҙ һәм һай икәненә ышана барамсы, әллә нишләп... Олатай яурыныма ҡулын һалып, бармаҡтары менән ҡыҫып ҡуйҙы, – аңлайым, тиеүе.

Күпме генә зирәк булма, тәҡдирҙе алдан белеү мөмкин түгел икән. Ҡартәсәйем әйтеп ҡуйғайны бер: “Төш юрарға өйрәтермен, һәләтең дә бар быға, ә бына киләсәкте үтә күрергә ынтылма!” Заманында уға тап шулай тип имам ҡайныһы ла ныҡытҡан. Барыбер тотмай ул бәғзе ваҡыт ҡайны һүҙен, беләмсе. Бына яңыраҡ ҡына, Фариза еңгәм сәйер бер сиргә һабышып алғас, ҡартәсәйем, шундай бәләне лә күңелем алдан һиҙҙермәнесе, ҡартайыу касафатылыр инде, тип аптыраны. Ә белгәс, хәлде яҙмыштың ыңғайына һыпырып ҡуйманы, ҡыҫылды, ҡаршы сыҡты!

Ултырмаға һирәк йыйылдыҡ уҙған ҡыш. Гуля-Гөлсөм апай ғына кис һайын тиерлек йөрөгән, ҡыҙҙарын эйәртеп. Шунда бер арала Фариза еңгәм уға сер сискән, ахырыһы, буйымда бар, тигән. Илленең өҫтөндәге ҡатын – йөклө? Гуля-Гөлсөм апай башта шикләнгән быға, аҙаҡ ышана яҙып ҡуйған: еңгәнең күңеле болғана, ерле бушҡа кәйефе ҡырылып бара, ти. Яҙға табан, бәпескә йән керер ваҡыт етәрәк, еңгә: “Тибенә, бына үҙең ҡулыңды ҡуйып ҡара!”– тип Гуля-Гөлсөмдө тамам ышандырған. Уңарсы аулаҡ өй “ябылған”, еңгә йәйләүгә йөрөп эшләй башлаған, тегеһе – сөгөлдөргә төшкән. Күпмелер ваҡыттан магазиндамы-ҡайҙа осрашһалар, Гуля-Гөлсөм ни күрә: Фариза еңгә һаман нәп-нәҙек. Әллә ауыры төшөп ҡуйҙымы икән, уф, тип уйлап, һорарға ҡыймай торһа, еңгә быны тағы шаҡ ҡатырған: ”Бишенсе айға киттек, ташмая башланым, күр, – тип, ҡорһағын кирә биреп торған була, ти.

– Фельдшерға күрендеңме? – тип һораған, Гуля-Гөлсөм, аптырағас.

– Барырым әле, декреты кәрәк тәһә...

Ана шул кисте Гуля-Гөлсөм апай ҡабаланып ҡартәсәйемә килеп инде. Һөйләшкәндәрен ишетеп ултырҙым, мейес артында картуф әрсей инем.

– Моғайын, алдаҡ гөмандыр, – тине ҡартәсәйем әллә ниндәй ҡолаҡ ишетмәгән ят телдә.– Бала хыял иткән ҡатындарҙа һирәкләп осрай ул... Йәсәле, өшкөрөп ҡарарғамы икән? Бик көслө доғалар бар-барлыҡҡа, артыҡ тәрәнгә китмәһә... Ниндәй “гөман” икән, ҡайҙа тәрәнгә китә ул? Йән тыныслығым юғалды. Юҡ йомошомдо бар итеп, ҡышын һыу менән ултырып ҡалып төбө тирткән биҙрәне алдым да шуны сүкеттерергә киттем еңгәмдәргә. Ундай эш менән тимерлеккә, Хәйрулла ағайға, барырға тейешмен дә – күрәләтә өйҙәренә йүнәлдем. Еңгәм һауындан ҡайтҡан, өҙә баҫып йорт эштәрен бөтөрөп йөрөй. Тулыланып алған саҡ ҡына, бит остары янып тора, күҙҙәре нурлы – һылыулығы арта төшкән кеүек. Ниңәлер, төшлөктәге ҡояшҡа тура ҡарағандай, күҙемде сылт-сылт йомоп алдым – шулай сағыу матур был ҡатын. Юҡ шул, ауырлы түгел еңгәкәйем, осалары түңәрәк тә, кесе йыһаны буш... “Ағайым күҙ һалһын әле, эшкиндереп булмаҫмы ошоно?”– тип һөйләндем дә биҙрәмде ҡалдырып ҡайтып киттем.

– Ҡартәсәй, еңгәм үҙен-үҙе алдап йөрөй, Гуля-Гөлсөм апай дөрөҫ шикләнә,– тип, йүгереп килеп ингән килеш хәбәр һалдым да, иларға йыйынған ерҙән, күҙ йәштәремде эскә йотоп ебәрҙем: игеҙәктәр бында ине.

– Иртәгә иртүк йәйләүгә барып әйләнербеҙ,– тине ҡартәсәйем сабыр ғына тауыш менән. Бер сама тынысланып, игеҙәктәрҙе эйәртеп, Зөлхизә өләсәйем янына Яңы өйгә йүнәлдем. Мин ике арала шулай кәлеп һалам, ике ил мөнәсәбәттәрен яйға һалыусы илсе шикелле. Улай уҡ тигәс тә, әрләшеп, дәғүәләшеп йөрөүсе юҡсы. Өләсәйем Гөлшәһүрә инәйгә әле лә барғылай, юл ыңғайы ҡартәсәйемә лә һуғыла, уныһының ныҡ күңеле була, ҡоҙағыйын ҡайҙа ултыртырға белмәй. Әммә үҙе Яңы өйгә һирәк аяҡ баҫа, берәй ҙур ваҡиға уңайы менән генә: игеҙәктәр мәктәпкә төшкәндә килгәйне һәм бына яңыраҡ, мин аттестат алған көндө.

Һөйләшкәнсә, таң һыуынан сәй ҡайнатып эскәс тә йәйләүгә тип сыҡтыҡ. Ҡартәсәйем киндер тоҡсайға дарыу үләндәре һалып алды, бер нисә төрлөнән. Бергә ойоштороп бутағас, үләндәргә күкрәк тынын сығарып ихласлап өрә-өрә, доғалар уҡыны, “шөф-шөф” тип шифалы ел ебәреп, тоҡсайҙың ауыҙын бәйләп ҡуйҙы. Йәйләүгә тура һуҡмаҡ Ҡырластау һыртынан бара, мал ҡыуа торған оло юл аҫтараҡ, урауыраҡ. Һыртлау әллә ни текә булмаһа ла, шөрләп ҡуям: ҡабырғанан бүҫелеп-бүҫелеп сыҡҡан яҫмаҡ таштар ҡубаралып килеп төшмәҫ тимә бер саҡ! Юҡ-юҡта былай ҙа ваҡ таштар аяҡ аҫтына тәгәрәп тора...

– Ҡартәсәй, хәтәр, иветә? – тим, шул таштарҙы аҫҡараҡ тәгәрәтеп ебәреп.

– Үҙен тамырҙары менән тотоп торған үлән-ҡыуаҡтар барҙа, ишелмәй ул тау, ҡурҡма.

– Нимә генә инде ул үлән остоғо, бынауындай тау ҡаршында? Ҡартәсәйем шунда нәҙек кенә бер үләнде үрелеп өҙөп алды ла миңә һондо, осонда кескәй генә аҡ сәскәләре лә бар икән.

– Күр, тау тишеп үҫеп сыҡҡан был тәүәккәл үлән, тамырҙары тәрәнгә киткән уның, тау-ташты тотоп тора. Уйлаһаң, хәҙер әйтәһең һин уның исемен.

– Таутотар үләнме? Таутишәрме әтеү?

– Таутишәр шул, тап өҫтөнә баҫтың, отҡором, ҡолоҡасым! Ана нисек оҫта нарыҡлай беҙҙең халыҡ, бәләкәс кенә ҡырағай гөлдөң дә үҙенә тейәр исеме бар.

– Әй, батыр гөл, таутишәр, һинһеҙ ҡалһа, тау нишләр? – тип һамаҡланым да ҡулымдағы сибек һабаҡты ташлы ергә сат йәбешеп үҫкән сәнскеле селек ҡыуағының күләгәһенә ипләп кенә һалып киттем. Ҡартәсәйемдең маҡтауына күңелем үҫеп китте, һуҡмаҡ шулай тар һәм текә булмаһамы, ҡолонсаҡтай һикергәләп тә алыр инем. Тик килешерме миңә, өлгөргән ҡыҙға? Беҙ барып етеүгә, еңгәм иртәнге һауынын тамамлап, биҙрәләрен йыуып түңкәреп кенә тора ине.

– Килен, мыҙыҡараҡ әхирәттәрең эшен ослағансы һөйләшеп алайыҡ әле, – тине лә ҡартәсәйем, ҡайын төбөндәге оҙон яҫы эскәмйәгә барып ултырҙы. Үҙе һынсыл итеп еңгәмдең күҙенә ҡараны, уныһы, ғәйепле кешеләй, ҡарашын ситкә алды.

– Тамсы ла ғәйебең юҡ. – Һүҙһеҙ ҙә аңлай кешене был ҡартәсәйем. – Уңғанлығыңды, тоғролоғоңдо яратам һинең, килен, шуға ла ситтән ҡарап тора алмайым был хәлеңә, – тип дауам итте ҡартәсәйем.– Кил, ултыр яныма.

Фариза еңгә, бала-сағалай, күндәм генә тыңланы. Шунан ҡартәсәйем еңгәмдең яулығын һалдырып, башын һыйпаны, доға уҡып, сәс төптәренә тынын өрҙө лә киренән бәйләп ҡуйҙы. Артабан уның балауыҙ кеүек иреп киткән һылыу кәүҙәһен тотанаҡлы ғына һыпырғылап, көйләп дауаланы: имсе бит ул, эйе, табибә. Устарын еңгәмдең ҡорһағына ҡуйып, йылытҡандай, тотоп торҙо ла, көйләп тәсбих әйтә-әйтә, етәкләп Зәңгәр шишмәгә алып китте. Ә еңгәм, әйтерһең, йоҡлаған? Күҙҙәре асыҡ былай... Ҡартәсәйем уны, галоштарын систереп, ялан аяҡ көйөнә шишмәнең уртаһына индереп баҫтырҙы (үҙе итек кейгәйне: алдан уйлаған, йәй уртаһында нишләп итек кейҙе, тиһәм?), шунан сисенеп, устарына әҙләп-әҙләп һыу алып, доға уҡый-уҡый, башынан ҡойондорорға тотондо. Зәңгәр шишмәнең һыуы һалҡын ғына, ә еңгәм шылт та итмәй түҙә. Бына бер мәлде ҡартәсәйем тауышын шәбәйтеберәк тәҡрарлай башланы: “Гөманың” тигәнен айырам...» Һәм, ниһайәт, Фариза еңгәм, гүйә, йоҡоһонан уянып, ниндәйҙер оло хәсрәте иҫенә төшкәндәй, үкһеп илап ебәрҙе. «Ысҡындырҙы, иншалла!» – тине ҡартәсәйем. Аңлап торам: еңгәм үҙенең сәйер хәстәһенән ҡотолдо. Ә мин “гөман”дың кесе йыһандағы яралғы икәнен аңғарып алдым – боронғосалыр?

Ярға сыҡтылар. Ҡартәсәйем: «Рәхмәт, Зәңгәр шишмә, ҡотоң үҙең менән!» – тине лә, кеҫәһенән тәңкә алып, һыуға һалды, ә еңгәм әллә ҡайҙарға ашығып туҡтамай йүгергән йылғыр тулҡындарға ҡараны ла: «Ағып китте...» – тип моңайып башын эйҙе.

– Ныҡ бул, Фариза килен, Хоҙай һиңә теләгәнеңде бирер! – тинесе шул минутта ҡартәсәйем, күрәҙәлек ҡылғандай? Күҙ алдында булған мөғжизәгә шаһитлыҡ ҡылдым. «Доға ҡөҙрәте, ағын һыу дарманы, ихлас теләк ғәйрәте» – ошондай ябай ҙа, ҡатмарлы ла һүҙҙәр урғылды тел осомда. Әммә өндәшмәнем, бәғзе ваҡыт уйыңды буйыңа һеңдереү хәйерлерәк икәнен беләм дәһә.

Еңгәмдең ошо араларҙа иң теләгәне бала икәнен белә тороп, ҡартәсәйем ниңә булмаҫтайҙы инселәне әле уға?! Аҙна-ун көн үттеме-юҡмы, еңгәм менән Гуля-Гөлсөм апай икәүләп килеп инделәр ҡартәсәйемә. Әсәйем менән мин дә бәрәңге баҡсаһын утап сығып, сәй эсергә инеп кенә тора инек. Беҙҙән сер йәшереп торманылар: «Бер уй беркетеп килдек әле», – тип белгертә һалдылар.

– Әй, Рамай,әй, дыуамал баш улан, һәләк итте бит үҙен, сабыйын да ҡыҙғанып торманы, – әсенеп һамаҡлап алды ҡартәсәйем, ни әйтерҙәрен алдан аңлап торғандай. – Ниәтегеҙ изге, тик...

Ул ошо урында туҡтап ҡалған арала, мин Аҡназар ағайҙың ҡолаҡ төбөнә йоҙроғон ҡундырған ағайҙы күҙ алдыма килтерҙем: башта уның йәшен утынан һәләк булған ҡатынының кәүҙәһе һалынған ылауға ҡатар бәпес күтәреп атлап килгәнен, шунан матәм митингыһындағы баш китерлек ҡылығын, шунан... – юҡ, уның кәүҙәһенең ҡарама ботағында аҫылынып торғанын күрмәнем... Йәш кенә ағай ине, буйға мыҡты, имәндәй. Ҡартәсәйем әйтмешләй, эстән йомшаҡ булғандыр... Туҡмаҡтай ғына сабыйын (ҡыҙ бала, ти) үкһеҙ йәтим итеп, олоғайып бөткән сирләшкә әсәһе ҡулына ҡалдырып китмәҫкә ине! Былтыр, теге йәшенле йәйҙән һуң күп тигәндә бер ай үткәс, булды ул фажиғәле хәл. Инде ҡыҙсыҡ атлап йөрөйҙөр. Теле лә асылғандыр? Минең телем “атай” тип асылғайны...

– Тик силсәүит нимә әйтер?– тип ослап ҡуйҙы ҡарт әсәйем.

– Сәмиғуллиным әйтә, тулы ғаиләгә, тормошо етеш кенә булһа, тәрбиәгә бала алырға закон рөхсәт итә, ти. – Гуля-Гөлсөм апай уйынса, Сәмиғуллин – торғаны бер донъя тотҡаһы.

Тулы ғаилә – ирле-бисәле, тимәк, быны беләм... Һүҙ – иң көслө ҡорал, тип белмәй әйтмәгәндәр, көтмәгәндә иң ауыртҡан ереңә килтереп бәрә ул, ҡылыстай киҫә, күҫәктәй дөмбәҫләй: беҙҙең ғаилә тулы түгел шул, атайыбыҙ бергә булмағас. Бөтәү ярам тағы асылды, тағы ҡанһыраны. Хәҙер-хәҙер, тәрән итеп тын алам да баҫам әрнеүемде.

Өлкәндәр баяғы сабыйҙың яҙмышын хәл итеү тәңгәлендә оҙон һүҙгә юлыҡтылар, ә мин Сәмиғуллин хаҡында баҫылып уйлап алып киттем. Бына бит, ят бауыр, тип әйт һин уны! Толпарсыҡҡандың иң ғәҙел, иң тоғро кешеләренең береһе ул ғәмәлдә. Һәр кемдең яҙмышын, холҡон белә, йәштәрҙе иһә үтә күрә, алдан киҫәтә яңылыштарын. Мәктәптә йыш була, әңгәмәләр уҙғара. Үҙенең “шыйыҡ” сағында, ФЗО-ла уҡығанда, ҡала шпаналарына эйәреп саҡ юлдан яҙмай ҡалыуын да йәшермәй һөйләгәнсе, 5 – 8-се синыф малайҙарын айырым йыйып алып. Ишбирҙе тиште быны ҡолаҡҡа. Уныһынан юрамал һорағайным (икеләнеүем дә бар ине), Сәмиғуллин үҙенең абруйын үҙе төшөргәнме шулай тип, көтмәгәнсә яуап бирҙе:

– Киреһенсә, хәҙер ул – минең кумир. Ун берҙе бөткәс, милиция мәктәбенә уҡырға керәм. Унда спорт ныҡ кәрәк, ти, ә миңә физрук абый “3”-тән артығын ҡуймай, дисциплинам аҡһай, имеш... Аҡһамаҫҡа тура килер, иветә?

– Бәс, һин бит шаян ғына, бөткән хулиган түгел! – Шулай тип нығытып ҡуйҙым Ишбирҙенең күңелен. Уның шуҡлыҡтары сиктән тыш булып та ҡуйғылай шул. Былтыр, мәҫәлән, дуҫ малайҙары менән Күрәнлелә йөҙөп йөрөгән ҡаҙҙарҙың береһен тотоп муйынын бороп, арлы-бирле йөнөн йолҡоп, япраҡ-фәләнгә урап тупраҡҡа күмеп, өҫтөнә ут яғып бешереп ятһалар, быларҙы Мәүлиҙә барып тапҡан. Әмин абый, белгәндәй, ҡустыңды хәҙер үк эҙләп алып ҡайт, тип бойорған икән. Әхирәтем малайҙарҙы «сволочь»тан ҡырҡып әрләгән (тимәк, ныҡ ҡыҙған, анау юлы Толпарсыҡҡанда һыу ингәндә Ишбирҙене “юғалтҡандағы” кеүек), сейле-бешле ҡаҙҙы тупраҡтан һөйрәп сығарып, шуның менән бәргесләгән өҫтәүенә теге шилмаларҙы.

Эйе, Сәмиғуллиндың әңгәмәһе арҡаһында бер Ишбирҙе генә йүнәлеп киткәндә лә – ҙур изгелек бит. Етмәһә, ул, ен ботағы, үҙ артынан унарлаған тиҫтерен эйәртергә һәләтле, бына хәҙер әйҙәһен ыңғай яҡҡа.

Рәхмәт инде Гуля-Гөлсөм апайға, шундай арыу кешене үҙенә ғашиҡ иттергәне, Толпарлыға еректергәне өсөн. Уның да ғәзиз йәнтөйәге, Стәрлебаш яҡтары бар ҙаһа – Күндерәкәй тигән йылғаһын һөйләп-һөйләп ала, ти, йыш ҡына. Сәмиғуллинға бәйле, ауылыбыҙҙың яманатлы Хәйри буры менән булған ваҡиғаларҙы берәй иҫләрмен, әле үҙебеҙҙең баштан кискән хәл хәтеремде айҡай.

...Бәғзеләр әсәйем, уға ҡушып Фариза еңгә хаҡында ла, спекуляция менән шөғөлләнә, көнбағыш, мамыҡ шәл һатып байый, ҡаланан әйбер алып ҡайтып ҡиммәткә осора, тип ғәйбәт тарата. Үткән ҡыш ул ғәйбәттең төйөнө сиселде, ниһайәт. Әсәйемдәр Стәрлегә йыйынып ҡына торалар (теге юлы Еҙемгә бата яҙғандан һуң Белоретҡа йөрөмәҫ булдылар), көнбағыш тултырып, ауыҙы тегеп ҡуйылған тоҡ ишек төбөндә ултыра, артмаҡларға тигән бауы ла эргәһендә әҙер генә ята ине. Кисен, һуң ғына, Гуля-Гөлсөм апай тәҙрә сиртте. Кемдер районға әсәйемдең өҫтөнән ялыу яҙған да, иртәгә шуның эҙенән тикшереү килергә тейеш, тисе. Бар, Гәүһәрҙе иҫкәрт, тип Сәмиғуллин ҡатынын үҙе ебәргән. Әсәйем ҡойолоп төштө. Нишләргә?! Теге тоҡто Гуля-Гөлсөм апай менән икәүләп ике ҡолағынан тотоп берсә баҙға төшөрөп йәшерҙеләр, берсә өй башына мендерҙеләр ҙә кире төшөрҙөләр – тиҙүк табасаҡтар. Ахырҙа аҙбар ҡыйығына, бесән араһына, күмделәр.

Иртәгәһенә, абау, беҙгә ысынлап та тентеү һалдылар. Мейес башын, карауат аҫтарын, соланды-кәбәркәне тотош ҡарап сыҡтылар. Баҙға уҡ төшөп торманылар. Йә Хоҙай, бер арый былар ҡыйыҡ яғына ла оҙаҡ ҡына ҡарап тапанып торҙолар, әммә күрәләтә терәп ҡуйылған баҫҡыс шик тыуҙырманы, күрәһең, унда үрмәләп торманылар. Һорау алдылар, ҡағыҙ тултырҙылар.

– Семечка сәсәһегеҙме? – тип һораны минән дә килгән ике кешенең береһе.

– Сәсәбеҙ әҙерәк, – тинем. – Ярамаймы ни?

– Үҫтерергә ярай, һатырға рөхсәт юҡ, – ти был кеше.

Сәмиғуллин шунда миңә уҫал ғына итеп ҡарап алды ла тик торғандан бер хәбәр сығарҙы:

– Аҡназар Сәйетовтың ҡыҙына һин һаттыңмы сәскә ҡаҙай торған заколканы?

– Миңзифағамы? Һатманымсы, ялтыр ҡайышҡа алмаштым, – тинем дә, һорауҙың төбөнә төшөп аңлағас, өҫтәп ҡуйҙым: – Маһибикә апай Өфөнән ундай ҡайыштарҙы күп итеп алып ҡайтҡайны. Заколкаларым берәү генә түгел дә ул, Шәрифә апайым бүләк итеп тора, ә Миңзифаның күҙе осло, иң кәттәһенә ҡыҙышты, йәл булһа ла, ҡайыш кәрәк булғас, алмаштым да ҡуйҙым. Ә Менәүәрәнең сәсенә өләсәһе иҫ киткес матур кәкре тараҡ ҡаҙаған, пенсия аҡсаһына эсбүкләмдән һатып алдым, рәйес бисәһенән, ти.

Түрәнең исеме телгә алыныу менән, теге кешеләр китә башланы. Ишектән сыҡҡанда Сәмиғуллин тура миңә боролоп ҡараны, күҙҙәренән атайҙарса бер йылылыҡ бөркөлдө.

Теге ялыуҙы көнсөл Маһый апай яҙған булып сыға? Сәмиғуллин ишара бирҙе бит. Ҡарға күҙен ҡарға суҡымаҫ, колхоз рәйесе бисәһен тикшермәҫтәр, тигәндер, беҙҙең хаҡҡа уны “һатҡандыр”. Их, Маһый апай, ҡайһылай яман икәнһең? Ҡыҙыңды ҡойоп ҡуйған спекулянтка итеп бараһың түгелме? Яңыраҡ ул мәктәп буйлап һатып йөрөгән ҡайыштар ауыл магазинына ла килеп тулды. Өсләтә осһоҙораҡ! Һиңә, машиналы түрә ҡатынына, ҡала яҡын шул, алданыраҡ өлгөрәһең. Шым ғына һинд сәйе һатып ятыуыңды ла беләм, улайға ҡалһа. Асыуымды килтерһәң әле! Үҙебеҙ үҫтергәнде аҡса иткән өсөн исем күтәрергә ни? Ҡулыңдан килһә, үҫтер, һат көнбағышты һин дә! Үҫтереүе бер – аҙаҡ эш итеүе мәшәҡәтле уны – эшләпәһен киҫеп алып, ҡояшта һурыҡтыраһың, шунан туҡмаҡ менән емешен туҡмап төшөрәһең, сүп-сарҙан аралап, көн битендә елләтәһең дә мейестә тотоп алаһың, кипкәс, һелкәүестә елгәрәһең, тағы бөртөкләп таҙартаһың. Шунан ғына тоҡҡа тултыраһың. Буштан-бушҡа һарыуың ҡайнап, ир күҙәтеп йөрөүҙән башҡа ни килә ҡулыңдан? Ай, артығын ҡыҙып киттем: йәсләлә ашнаҡсы лаһа, арыу ғына эшләй, тиҙәр. Бәс, нимәгә ҡаныҡты һуң ул минең әсәкәйемә?

Һорауыма яуап үҙ аяғы менән килде лә инде беҙҙең ихатаға көндәрҙән бер көндө – Маһибикә апай! Ярты йыллап ваҡыт уҙғайны шәт теге тентеү ғәрлегенә. Әсәйем, уны олоға һанлап, тупһаға уҡ ҡаршы алырға сыҡты. Ә ул, артынан ҡапҡа ябылыр-ябылмаҫтан, яулығын башынан һыпырып ергә бәреп тороп, сәрелдәргә тотонмаһынмы:

– Уйнашсы! Ир кәрәк булғас, үҙеңдекен эргәңдән ебәрмәҫкә ине! Бирермен мин һиңә иремде, тот! Эсбүкләм! Әсәйем аптырап ҡалды, ағарынып китте. Тегеһе уның һайын ярһый. Ҡартәсәйем анау ваҡыт Салпа Сәғүрәгә ҡаршы барған кеүек, мин дә, күкрәгемде ҡалҡан итеп, әсәйемдең алдына сығып баҫтым:

– Үҙең ул спекулянт, итәк аҫтынан һатыу итәһең, бишләтә хаҡҡа! Әбей-һәбейҙең бөтә пенсияһы һинең кеҫәңә кереп тора, бөртөклө сәйһеҙ йәшәй алмай ҙаһа улар. Райкомға яҙам! Иреңде эшенән алырҙар ҙа, өйҙә бикләп тоторһоң!

Шулай тинем дә, үҙ-үҙемде белешмәй ярһып, апайҙың туҙанда ятҡан яулығын тапап-тапап, ҡапҡа аша ырғыттым. Һаҡлыҡҡа тип, өләсәйемдең шунда һөйәүле торған таяғын ҡулға алдым: ҡоторған даһа Маһый апай, йә өҫкә ырғыр. Ырғыманы, галошын шарпылдатып һөйрәп сығып китте ҡапҡанан. Йәл дә үҙе? Көнләшеү әллә берәй сирме икән, кешене аҡылдан яҙҙыра торған?

Әлдә өләсәйем өйҙә юҡ ине, игеҙәктәр уны клубҡа колхоз ветерандарын хөрмәтләү кисәһенә алып киткәйне. Түҙмәнем, ҡартәсәйемә барып бушаттым эсемде. “Ир бирмәк – йән бирмәк”, – тип кенә ҡуйҙы ул, артығын сурытманы. Әсәйемдең гонаһһыҙ икәнен беләсе? Ир менән йән бер буламы, ир ҡайғыһы – итәктә ләһә?

Барыбер аңламайым Маһый апайҙы, үҙ күҙе менән күргәндәй ҡылана? Анау юлы, Гөлбикә апай менән әсәйемде бутап хыялый була яҙған көнөмдә, берәү ҙә шәйләмәне Аҡназар ағайҙың беҙҙең урамдан сыҡҡанын. Шәйләһә лә ти, рәйес кеше кемдең өйөнә һуғылмаҫ, бәс. Ауыл ғәҙәтен белгәс, ҡурҡышымдан улай ҙа аңдып йөрөгәйнем шул араларҙа – ләстит таралманы. Тимәк, Маһый апай иренең әсәйемә күҙе төшкәнен һиҙенгән? Ә күҙе әсәйемә төшкәс, нишләп Аҡназар ағайҙың йөнлө ҡулы Гөлбикә апайҙы ҡосаҡлаған?

Ошо урында, фекерем ҡаяға ҡаҡлығып ағымын үҙгәрткән йылғалай, ҡапыл әлеге минутта барған ваҡиғаға боролдо. Фариза еңгәм ҡартәсәйемә кәңәш итергә, фатиха алырға килгән дәһә, ана ҡайһылай мөлдөрәп ҡарап тора уға. Гуля-Гөлсөм апай ҙа, әсәйем дә сабыр ғына ҡартәсәйемдән һүҙ көтәләр. Тик минең түҙемем етмәне, телемә килгәнде ярҙым да һалдым:

– Һинән дә шәберәк әсәй табылмаясаҡ ул ҡыҙыҡайға, еңгәкәйем, алаһың үҙеңә, үҫтерәһең, олоғайған көнөңдә изгелек күреп ултыраһың!

Ҡартәсәйем ҡарашы менән шелтәләһә лә (өлкәндәр эшенә тығылдым бит), һүҙе менән йөпләп ҡуйҙы: “Нурия әйткәс, раҫ инде, тәүәккәллә, килен”.

Күрәҙәлек ҡылдыммы? Хисле асылым – еңгәм һигеҙ йәшемдә үк шулай нарыҡлағайны – фараз еткерҙеме? Күңел күҙем күрҙеме? Күңел күҙе күрмәһә, маңлай күҙе – ботаҡ тишеге, тиҙәр. Ә ҡайһы төштәрәк икән ул күңел күҙе? Ни өсөн был юҫыҡҡа ҡайырылып киттемме – әлеге лә баяғы Әмин абыйҙың һандығындағы журналдарҙың касафаты инде. “Наука и жизнь” тигәнен дә алдыра башлаған абый, шунда өсөнсө күҙ хаҡында ғәжәп фекерҙәр яҙылған. Һәр кемдең дә бар, имеш, өсөнсө күҙе, әммә бик һирәктәрҙеке генә асылған, ти. Ҡартәсәйем әйткән күңел күҙе түгел микән шул “третий глаз”? Фариза еңгәмдең ҡыҙ баланы бәпләп ултырыуы, уны мәктәпкә оҙатыуы, кейәүгә биреүе – күҙ алдымдан үтеп китте ләһә, биллаһи...

19[edit]

Әсәйем, бер һүҙ әйтмәй тороп ҡалһа ла, Маһибикә апайҙың нахаҡ һүҙҙәренә ныҡ тетрәнде – һәр күҙәнәгем менән тойҙом. Шул осор ҡартәсәйемә лә һирәк барҙым, әсәйемде ҡурсаланым. Уның һаман да бөтәшеп бөтмәгән йөрәк яраларын яңыртты лаһа яһил апай. Әллә ниңә, үҙ күҙем менән күрмәһәм дә, Рамай ағайҙың ҡарама ботағында аҫылынған кәүҙәһе хәтергә төшөп тик торҙо: әсәйем ғәрләнеп бер-бер хәл ҡылып ҡуймаһын!

Байтаҡ ваҡыт эстән көйҙө ул, шунан, аныҡ бер ҡарарға килгәндәй, башын текә итеп күтәреп ҡуйҙы ла бүтәнсә эймәне. Иҫ киткес үҙгәреш бара уның хәсиәтендә – күренеп тора. Бик сиселеп бармай шул, уйын уртаҡлашмай, уның кеүектәрҙе тешләм холоҡло, тиҙәр. Өс бала менән яңғыҙ ултырып ҡалыуы еңел булғанмы ни уға?! Кескәй саҡтарында игеҙәктәр Свердловскиҙан килгән посылка йәшниктәрен “Атай!” тип барып ҡосаҡлағанда, үҙемдең йөрәгем ярыла яҙа торғайны... Йәнем әрнеп, өҙгәләнеп йөрөгәндә, беҙгә көпә-көндөҙ бер ағай килеп инде – сырамытам һымаҡ үҙен. Йөрәгем һеркелдәп ҡуйҙы, ҡапыл күҙем (теге өсөнсө күҙ!) асылып киткәнен тойҙом: әсәйемде алып китергә уйлаша был ағай, ниәте маңлайына яҙылған!

Әсәйем, ҡаушабыраҡ ҡалһа ла, ағайҙың маҡсатын белә ине шикелле. Килеүенә риза булғанға, хатта ки шатланғанға оҡшай. “Маҡтап йөрөйһөң, Самат ағай, самауырыбыҙ ҡайнап ҡына сыҡҡайны, үтеп кит”, – тип ҡунаҡты түргә саҡырҙы. Исемен дә белә, ә бит был кеше беҙҙең ауылдыҡы түгел. Өләсәйем дә аптырап ҡалған, йәшел бәрхәт камзулынан юҡ сүпте эҙләп, һыпырғылап бер була – уны беҙ хәҙер көн дә шулай байрамса итеп кейендерәбеҙ, ҡулынан ҡаты эш төшкән инде, ҡупшыланһа ла ярай.

Сәй эскән арала белдек: ағай Таллы ауылынан икән. Мәңге онотолмаҫ йәшенле йәй фажиғәһенән һуң уҙған матәм митингыһында күргәйнем шул уны, иҫемә төштө. Тимәк... Инде шигем ҡалманы, ағай тәғәйен әсәйемде һоратырға килгән. Тол ир... Парһыҙ көн итеүгә күнер йәштә түгел, әсәйемдән саҡ ҡына өлкәнерәктер.

Күңелемдә, тәрәндә-тәрәндә ятҡан хис-тойғолар боларырға тотондо: был кешегә минең әсәйемдән башҡа яңғыҙ ҡатын бөткәнме ни донъяла, алһын, ана, Ҡарағаш Мәсрүрәне, уның малайы ла атай менән үҫер! Хәйер, ҡырҡҡа етеп тапҡан бер бөртөгөн үгәй атайға һыйындырмаҫ уныһы. Бәс, беҙ ҙә был ағайға үгәй булабыҙ ҙаһа... Үҙ атайыбыҙ иҫән була тороп... Ә ҡайҙа һуң ул – атай?! Әсәйем ғүмерлеккә нахаҡ һүҙ бысағынан язаланырға дусар ителһенме? Ысвикла бисәләре араһында төрлөһөн ишетеп йөрөгәс, беләм: иң асыуы килгән ҡатындарҙы «ир рәхәте күрмәгере» тип ҡарғайҙар... Уф! Әйтерһең, минең асылымда прокурор менән адвокат алыша. Кем еңер? Ғәмәлдә икеһе лә – үҙем инде. Ысынсы, миндә ул «үҙем»дәр әллә нисәү, йыуашы ла, уҫалы ла, бәғзе мәлдә салпаһы ла тауыш биреп ҡуя. Илағы ла бар, әҙәм ғәрлеге. Мине бер бөтөн итеп, нисектер һыйышып йәшәй «үҙем»дәр...

Игеҙәктәр уйнарға сығып китте, әсәйем уларҙы туҡтатманы. Ә мине, Мәүлиҙәгә барып килергә йыйынғас, күҙ ҡарашы менән генә тыйып ҡуйҙы. Һөйләшәһе һүҙҙә мине лә ҡатнаштырырға уйлайҙар икән, хуп, тыңларға кәрәк. Ағай бер өләсәйемә, бер миңә ҡарап алды ла һүҙ башланы:

– Зөлхизә инәй, Нурия һеңлекәш, оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы: мин Гәүһәргә өйләнер инем, әгәр һеҙҙең яҡтан да ризалыҡ булһа? Әтеү, минең дә ризалығымды һорағас, был ағайҙы бороп сығарып ебәрә алам? Нишләргә?! Бындай ҙа яуаплы бурыс торғаны юҡ ине әле алдымда бығаса. Әсәйемә утыҙ ете генә йәш, беҙ тип ултыра, ҡыуарған гөлдәй. Ҡыуармағансы, сәскәһен дә ҡоймаған әле! Атайым өйләнде...

– Мин риза,– тинем өҙөп кенә. Бәғеремдә бер нескә еп ныҡ итеп киерелде, ауыртты, ләкин өнөмдө тышҡа сығарманым, күҙемдә сағылғандыр шул, әсәйем, хәлемде күреп, “аһ” тип ҡуйҙы.

Ошо һүҙҙе әйтер өсөн икһеҙ-сикһеҙ кисерештәр даръяһын йөҙөп сыҡҡанымды әсәйем, уңған, һылыу, үҙенсә сәмле лә, хисле лә әсәкәйем, барыбер аңлап етмәгәндер һымаҡ. Ул халәттә ҡартәсәйем генә тоя мине. Эйе, Таллы ағайының әсәйемде үҙ йортона алып китерен, өләсәйемдең дә, игеҙәктәрҙең дә минең итәгемә йәбешеп ҡалырҙарын, ҡартәсәйемдең хәсрәттәрен – бөтәһен дә уратып уйлап сыҡтым. Быйыл (ә, бәлки, бер ҡасан да) институтҡа уҡырға бара алмаҫымды ап-асыҡ аңлап, тағы нығытып ҡуйҙым бая әйткәнемде:

– Ризамын. Әммә, ағай, һүҙҙең тураһы кәрәк: әсәйемде рәнйетһәң, уны яҡлар кеше бар – бына мин!

– Ун өс йәшлек улым, ун йәшлек ҡыҙым үҫә. Ғаян менән Лира. Әсәйҙәре... теге йәшенле йәйҙә... – тине лә ир кеше, һүҙен тоҡос ҡына итеп ослап ҡуйҙы: – Эйе.

Ышаныслы, аҡыллы күренде ул миңә. Шул саҡ ҡартәсәйемдең, төйөнсөгөн күтәреп үҙ нигеҙенә ҡайтырға йыйынғанда, “килендең дә йәшлеге зая үтә, мин уның юлын бикләп ятҡас, мүкләнгән таш кеүек...” тигәне иҫемә төштө...

Мәүлиҙә менән Толпарсыҡҡан яғына барып әйләнергә һүҙ ҡуйышҡайныҡ. Көн салт аяҙ. Йүкәлек яғынан йылы ел иҫә, шипкерт кенә бал еҫтәре һирпелә ул елдән. Әле тап бал ҡыуа торған осор.

Ана, әхирәтем миңә ҡул болғаны ла йүгерә-атлай Толпарсыҡҡан һуҡмағына ыңғайланы. Моғайын, әлеге Ишбирҙенән эҙ яҙҙырыуы. Икәү-ара ғына серләшергә итәме? Күр-күр, ҡайһылай оҙон аҙымлай, ҡулдарын ҡырҡа һелтәй, бара торғас, үҙен үҙе йүпләгәндәй, башын ҡағып ала – ниндәйҙер ҡарарға килгән бит был?

Әхирәтем биләндең уртаһында, билендә генә, туҡтап мине көтөп алды ла, беләгемдән һелкетә тотоп, алға әйҙәне:

– Тиҙ бул, әйҙә, һинең Шаһимаран түмәләсенә, тоғролоғоңа һынау бар! – ти. Теге юлы үҙебеҙҙең Италияға эйәртмәгәнгә үпкәләгәс, Мәүлиҙәгә күл ҡырындығы үҙем генә белгән кескенә ҡалҡыулыҡ хаҡында һөйләп, берәй күрһәтермен, тип аҡланғайным, шуны онотмаған. Ниндәй һынау икән ул тағы?! Тоғролоҡҡа, тисе? Ауыҙымды асырға ла бирмәй, әхирәтем дауам итте: – Нурия, мин Олексий эргәһенә китәм!

– Ҡасып китәһеңме?– Шаҡ ҡатһам да, Мәүлиҙәнең хәбәре мине аяҡтан йыҡманы, киреһенсә, юрағаным юш килгәндәй, ирәйеп киттем. – Шулай булырын һиҙгәйнем, ҡыҙый...

– Хат яҙыштыҡ, уртансы апайым район үҙәгендә больницала санитарка бит, беләһең, медицинскийға инер өсөн уға ике йыл стаж кәрәк, шуны эшләй, уның аша хәбәрләштек. Украинанан хаттар бында яуа башлаһамы – үҙең уйлап ҡара! Әлдә тәүгеһе һиңә юлыҡҡан, Нурия!

– Йә, тиҙ генә минең тоғролоҡҡа һынау үткәрә һал да, өйҙә эш күп,– тинем. Әллә нимәгә ҡапыл йән көйҙөсө?

– Һыу инмәйбеҙме ни, Толпарсыҡҡанға килеп етеп тә, унда йөҙмәй ҡайтҡан юҡсы?

Мәүлиҙә тиҙүк тота ялғанды. Кәзәләнеүемдең сәбәбен дә аңғарған:

– Бәхеттерме, бәхетһеҙлектерме – ашҡынам шул сит яҡҡа,– тип төшөнкө генә тауыш менән өҫтәп ҡуйҙы. Яҡшы белә холҡомдо, миңә кешене йәлләргә генә ҡуш, утҡа-һыуға инеп ярҙам итерҙәй булам да китәм.

– Унда нишләрһең һуң? Кейәүгә...

– Юҡ-юҡ, кейәүгә барырға ырғып тормайым, ышан, Нурия, ә Олексийҙы бик күрәһем килә, төштәремә керә бөҙрәләре суҡынғандың!

– Бәс, суҡынғандыр ул ысынлап та?– Уф, телемдән осто ла сыҡты был хәбәр. Әхирәтем үҙе лә бик ҡаты уйланған, күрәһең, тап ошо хаҡта, өҙөп кенә яуапланы:

– Хоҙай – берәү!

Шылдым был теманан:

– Мәүлиҙә, шул һәләтеңде әрәм итеп, уҡымай ҡалырһыңмы? Әмин абый күҙ терәп тора лаһа, биш йәшеңдән синус-косинустары менән сихырлап ҡуйғайны үҙеңде, хәтереңдәме?

– Әтеү. Олексий яҙа, Донецкиҙа быйыл ғына университет асылды, унда математика факультеты ла бар, тип. Шунда инәм!

– Бер генә күрҙең дәһә шул сәсрәмәгер хохолды, уныһы ла бәләкәй генә сағыңда?– тип әйтмәй булдыра алманым.– Шуны шулай яратаһыңмы?!

– Шулай яратам шул! Бер күҙ ташлау менән йөрәгем ҡабынды... Ҡабынды ла һүнмәне лә ҡуйҙы.

– Әсмә, исмаһам, Артуры менән үбешеп ҡалған, ә һин?

– Уныһы булманы! Булһа, һин белер инең тип нисә әйттем, һаман ышанмайсы.

– Хаттарын да уҡытҡыланың, йәшермәнең. Күҙҙәреңә ғашиҡ булдым, ти ҙә яҙа ул казак, иветә? Олена... Күҙҙәрең матур шул, ысын, ҡыҙый, керпектәрең ҡуйы, оҙон, ҡоралайҙыҡы кеүек... Ә шулай ҙа, Алеша һине нисек ғашиҡ итте үҙенә, әйт әле?

– Шундай итеп ҡараны ул миңә, Нурия, йөрәгемә үтеп инде ҡарашы, тием дәһә, тағы ҡайһылай аңлатайым?

– Шунан?

– Хушлашҡанда, баҫыуҙа, ҡолағыма шыбырланы: “Коханна!” Ҡайнар тынына яңағым янып сыҡты. Тотош тәнем дерелдәп китте, ҡурҡтым хатта...

– Ҡараны, тиһең, беҙҙең Фатих әҙ күҙләнеме ни һине үҙенең матур зәңгәр күҙҙәре менән? Партаһын да һине күреп ултырырлыҡ итеп һайлай торғайны.

– Миңә ҡарап ултырҙымы Фатих? Уф, һаташма! Һиңә ғашиҡ булған ул, мин – албырғатҡыс ҡына, белгең килһә.

– Юрамал әйтәһеңме? Бер Сабиры ла еткән... Уның, исмаһам, һиҙелә ине миңә күҙе төшкәне. Әлдә, ана, училищеһында бер ҡыҙға ғашиҡ булған, үҙе һөйләне: ”Баштараҡ бик ғазапланғайным, һин миңә иғтибар ҙа итмәгәс,– ти,– һимеҙлегемде яратмайҙыр, тип спорт менән шөғөлләнә башланым... Ҡыҫҡаһы, мөхәббәтем мине училищела көткән! Ә тәүге хистәрем, һине Кәбирҙән көнләшеүемә сыҙамай хаслыҡ эшләп йөрөүҙәрем, иҫеңдәме, киптерергә ҡуйған кирбестәреңә кемдер “Н+К” тип соҡоп яҙып сыҡҡайны – мин ул, шулар барыһы ла үҫмер ашҡыныуҙары, ысын мөхәббәткә репетиция булған, күрәһең...”

– Репетиция, тиме, шул Сабир әйтәме?– Әхирәтем ышанмайыраҡ торҙо бер арый. Шунан баяғы һүҙен өҫкә сығарып ҡуйҙы: – Ә Фатихтың һине яратыуына шикләнмәйем, бына күрерһең!

Был йәһәттә хәбәрҙе ошонда туҡтаттыҡ та һәр ҡайһыбыҙ үҙ асылыбыҙға сумдыҡ. Ғашиҡ булыу өсөн бер ауылда үҫеү, бер синыфта уҡыу һис кенә лә мотлаҡ түгел – күптән аңланым, Фариза еңгә менән Хәйрулла ағай яҙмышынан уҡ. Татар әбекәй менән Әдисәй бабаҡай һуң?! Ана, атайым ҡырҙа тапты ишен... Уйымды ошонда уҡ шарт өҙҙөм. Етер ҙәһә ғүмер буйы һыҡтарға атай тип. Уҙған аҙнала хаты килде ҡартәсәйемә: “Әсәй, һинең менән уртаҡлашмай буламмы был шатлыҡты – ҡыҙыбыҙ тыуҙы, Майя (беҙҙеңсә Мәйсәрә) тип исем ҡуштыҡ. Киленең башҡорт милләтенән, ҡалала тыуып-үҫкәнгәлер, урыҫлашҡан, телде онотҡан тиерлек, әммә Майяны өйрәтәсәкмен туған телендә һөйләшергә. Әҙерәк үҫә төшһөн дә, алып ҡайтып күрһәтермен һиңә, таныштырырмын апайҙары, ағаһы менән. Баш иҫән булһа...”

Ҡайт, атай, ҡайт, тип үсекләштем шунда эстән генә, әсәңә, бындағы балаларыңа үҙеңде лә күрһәт! Ә теге Майя (ата бер туғаным даһа) кемгә оҡшаған икән? Барыбер Камил кеүек аҡыллы, Камила кеүек һылыу түгелдер! Йәпле, ҡыҙ бала тыуған, Камил – берҙән-бер Ҡарамырҙин. Хәйер, ул да – Аҡсурин, минең һымаҡ. Ә Майя, моғайын, атайым фамилияһын йөрөтәлер?

– Нурия, һин миңә сер һандығы бул,– тине Мәүлиҙә, урау уйҙарымдан ҡайтарып. Фекеремде әммә төйнәп өлгөрҙөм: әсәйемде, Самат ағайҙан бала тап, тип өгөтләйәсәкмен!

– Ҡайҙа киткәнемде тик һиңә генә әйтәм. Апайҙарым атайымдан йәшерә алмаясаҡ, Ишбирҙе иҫәп тә түгел, әсәйемде беләһең – ебеп төшәсәк. Уҡырға ингәс, хәбәр итермен өйгә: институт тигәндә, атайыма барыбер, ҡайҙа уҡыһам да.

– Әйтеп кит, шулай булғас?

– Алдан әйтһәң, Башҡортостанда бөткәнме ни институт, тиәсәк, бармаҡ бөгөп һанарға тотонасаҡ: Өфө, Стәрле, Бөрө... Ә Донецкиҙа уҡырға индем, конкурс беҙҙәгенән икеләтә ҙур ине, тип тә ебәрһәм, ғорурланып китәсәк хатта.

– Ә инә алмаһаң уҡырға?

– Инәм!– тине Мәүлиҙә, икеләнеп тә торманы.

Мин дә икеләнмәйем быға, һораным инде, тәртип өсөн генә.

– Бер кемгә лә әйтмәй шылһаң булмаймы?

– Юҡ, улай әллә нисек, хыянат кеүек. Атайым алдында аҙаҡтан аҡланырға кәрәк тәһә, Нурияға әйтеп киттем, тиермен.

– Таптың дәү дәлил, Әмин абый мине әрләйәсәк, ер һелкетеп ҡысҡырасаҡ.

– Ҡысҡырыр ҙа аҙаҡ маҡтар, тоғро дуҫ икәнһең, тип. Ә һин үҙең документтарыңды ҡайҙа тапшыраһың, Өфөгәме, Стәрлегәме?– Ниһайәт, миңә күсте иғтибар.

– Быйыл бер ҡайҙа ла бармайым.

Мәүлиҙә быны тыныс ҡына ҡабул итте:

– Гәүһәр апай Таллыға күсһә, һиңә ҡала инде ике ҡарсыҡ, игеҙәктәрең... Стаж эшләрһең дә, педвузға бер йыл да етә, ти, ситтән тороп уҡырға керерһең. – Үтә күреп тора мине әхирәтем... Әсәйем хаҡында ла ишеткән (ауыл белә, тимәк), әллә ошо Толпарлының кешене керпек тә ҡаҡмай күҙәтеп торған “өсөнсө күҙе” бар?

– Шулай ҙа уйлап ҡуям... Әле килеп, һин дә әйткәс, нығындым: заочно уҡыу минең өсөн иң ҡулайы булыр.

– Ҡыҙый, әтеү һиңә институтҡа тип Баязит ағай һалған аҡсаңды үтескә биреп тор, алыҫ юл бит – Украина... Миңә Өфөлөк кенә тотторҙолар.

– Атайым илле һум ебәргәйне, ҡартәсәйем бирҙе биш тәңкә – байыттылар. Ярар, күпме кәрәк һиңә?

– Ун һум бирһәң...

– Кискә инеп сыҡ, утыҙ итеп бирермен. Сит яҡта аҡсаһыҙ тилмереп йөрөмәҫһең.

Ҡапыл ҡосаҡлашып илап ебәрҙек. Хәсрәттән түгел. Шатлыҡтанмы? Әлләсе.

Толпарсыҡҡанда һыу ҡойоноп алғас, тыштан да, эстән дә таҙарғандай тойҙом үҙемде. Мәүлиҙәгә ҡарап һоҡландым: һомғолланып киткән, сәстәре ҡуйырған, элек үрмес ҡушып нәҙек кенә бер толом үрә ине, хәҙер – тос ике толом. Ә керпектәре?! Мәүлиҙәнең бөгөлөп торған, ҡуйы, бәрхәттәй күренгән керпектәренә күҙе ҡыҙмаған ҡыҙ һирәктер. Белгәндәй, шундай оҫта итеп елпелдәтә ул шул матур керпектәрен. Үҙгәргән әхирәтем (миңә генәме ни әйләнгән һайын үҙгәрергә?), осҡон сәсеп торған һоро күҙҙәрендә тәүәккәл саялыҡ бар. Саян йондоҙлоғо уға ныҡ йоғонто яһай башланы, ахырыһы. Әлеге төҫ-башын күрһәме, йығылып китәсәк теге Дон казагы, биллаһи.

Етәкләшеп алдыҡ та биләндән йүгереп төштөк. Түбәнгә йүгерһәк тә, ниндәйҙер бейеклеккә үрләгәндәй булдыҡсы? Алда торған маҡсаттарҙы самалаған күңел халәтелер был, моғайын...

Ҡайтышлай атай йортона һуғылырға булдым. Ҡартәсәйем теге хәбәрҙе, Таллы ағайының әсәйемде һоратыуын, беләлер, күҙендә шул яҙылғандыр? Ярар, барғас күрермен. Әлегә тарҡауыраҡ булған уй-тәьҫораттарымды барланым. Мәүлиҙәнең ниндәй оҫта мутлашыуына хайран ҡалдым бит: алдамай ҙа, ҡапылда дөрөҫөн дә әйтмәй тора. Шәп ҡатын сығасаҡ унан. Ә минән? Әллә... Донъя көткәндә кәрәк ҡайһы бер таһылдар, холоҡ һығылмалылығы, мәҫәлән, етмәй миндә. Бының тулы ғаиләлә үҫмәүем, ир-ат булмышына яраҡлаша белеү мәктәбен үтмәүем арҡаһында икәнен аңлайым.

Ҡапҡа асыуыма, болдорона сығып ҡаршылап торған ҡартәсәйем мине тәү ҡарашҡа ваҡ хәбәр менән таң ҡалдырҙы: – Камиланы төшөр Биксәнәй юлына, ҡолоҡасым, бәләкәй көйәнтә-биҙрәләрең соланда тора, шул көйөнсә генә, хәҙер ул ташыр миңә эсәр һыуҙы. Күрәнле яҡын, тотонорға һыуҙы шунан Камил да йүгертеп килтереп ҡуя, ике ҡулына ике биҙрә тота ла. Бер кәзәм дә ун тауығым...

Мин ҡапылда әсәйем хаҡында өндәшмәйерәк торҙом. Инде һүҙ сыҡмаҫмы тиһәм, сыҡты барыбер:

– Игеҙәктәрҙе әкренләп эшкә күндер, тим, улар йәшендә үҙеңдең белмәгәнең юҡ ине. Ике донъяны бер үҙең көтә алмайһың даһа?! Бына ҡайҙа барып олғашты теге ваҡ һүҙҙең осо. Ҡартәсәйем тауышын күтәрә биреп ҡуйҙы ла уң ҡулы менән һул яҡ түшен һыйпап алды. Йөрәгенә тейгән теге хәбәр, теймәҫлекме һуң? Миңә лә еңел түгел, әсәң һынлы әсәңде ят кеше алып китһенсәле. Былтыр орғасы башмаҡты Әнкәләр осондағы берәүҙәргә тоттороп ебәрҙек, юҡһынып ҡалдыҡ артынан. Башмаҡ түгел дәһә, әсәйебеҙ сығып китәсәк был юлы урамыбыҙҙан. – Көсөм барҙа, – тип дауам итте ҡартәсәйем, – таян миңә, ҡурҡма, ҡолоҡасым. Беҙ, дүрт ҡатын (өләсәйем менән Камиланы ла иҫәпкә алды), бирешмәҫбеҙ. Баязитты көтмәне түгел, көттө, йөҙҙө ҡыҙартманы мир алдында. Үпкәм юҡ. Саматулланың нәҫелен беләм, арыу, эшсән улар. Уңып китер әсәйең.

– Иншалла, ҡартәсәй. Минең әсәйемә лә ир рәхәте күрергә яҙһын,– тинем дә телемде тешләнем. Тиҙ генә икенсе яҡҡа, үҙем дә көтмәгән яҡҡа, борҙом хәбәр тәртәһен: – Һин бигерәк йәшләй ҡалғанһың ҡартатайымдан, тағы ла тормошланырға башыңа инеп сыҡманымы? Әй, бер һорағайным шикелле, бәләкәй саҡта.

– Инмәне. Инмәгәс, сыҡманы ла, – тип көлөмһөрәгәндәй булды ла баяғыны үҙенсә һығымталап ҡуйҙы ҡартәсәйем: – Утын-бесән тип ҡайғырмаҫ килен, нахаҡ һүҙ күтәрмәҫ. Ирленеке – замана ул һәр дәүерҙә лә.

Бына тағы бер фәлсәфә: ирленеке – замана?

Әсәйемде Таллыға күсереп алып ҡайтып китте Самат ағай. Улын-ҡыҙын эйәртеп, арбаһына ҡупшы балаҫ йәйеп, ат егеп килгән. Ризалығын белдереп, ҡартәсәйем уны оҙатырға килде, әсәйемдең йөҙөнә шулай нур ҡундырҙы, рәхмәт төшкөрө. Самат ағайҙың ҡыҙы игеҙәктәр менән бергә уҡый икән. Улының – һонторайып үҫмер ҡорона инеп барған малайҙың – күҙендә тәрән моңһоулыҡ бар, һайығыр микән бер саҡ? Тиҙ генә үтә тиме ни ғәзиз кешеңде юғалтыу хәсрәте. Үҙемдән беләм: атайым ҡырға сығып киткәс, күпме һығылдым, һаман да эстән әрнейем... Ә был балаларҙың әсәйҙәре ҡайтмаҫҡа, мәңгелеккә киткән.

Кисен Мәүлиҙә килеп китте, усына аҡса йомдорҙом, иҫтәлеккә сәсемдән алып ҡаптырма бүләк иттем – көмөш төҫөндә ялтыраған шул биҙәүескә күҙе ҡыҙа ине гелән. Әхирәтем топ-тойоҡтан һорап ҡуйҙы:

– Ҡыҙый, һинең ҡоралайҙы күргәнең бармы ни?

– Юҡ әлегә, ә ниңә һорайһың?

– Үҙең дәһә, керпектәрең ҡоралайҙыҡына оҡшаған, тинең...

– Ә-ә... Әсмә һөйләгәйне ҡоралай тураһында, ул күргән, атаһы менән һунарға барғанда. Ҡаршыларына килгән дә баҫҡан бер ҡоралай! Атаһы йәһәт кенә мылтығын төҙәгән – реакция, Бүреһуҡҡан олатай әйтмешләй. Бәләкәй генә сатаҡ мөгөҙлө, оҙон нәҙек аяҡлы, һомғол кәүҙәле кейек, ти. Атаһы: “Был һаҡ, сапсан хайуанҡай нишләп улай күрәләтә аҡланға, кеше барлығын белә тороп, сабып сыҡты әле?”– тип аптыраған да мылтығын ергә һалған. Ә теге ҡоралайҙың күҙҙәрендә мөлдөрәмә йәш, ти... Шунда иғтибар иткән Әсмә, керпектәре шундай оҙон, төҙ, ти.

– Атҡандармы шул матурҡайҙы?!

– Юҡсы, атмағандар. Ҡоралайҙың имсәгенән һөтө сөрләп ағып киткәнен күргәс, Әсмәнең атаһы аңлап алған: бының балаһына бер-бер хәл булған, моғайын. Ысынлап та, киренән урманға инеп киткән ҡоралай артынан эйәреп барһалар, бәләкәсе ҡапҡанға эләккән, ти! Ысҡындырып, яралы аяғын бинт менән бәйләп киткәндәр.

– Һунарсының ни, дарыу-фәләне үҙе менән икән, ни хәл ҡупмаҫ урманда, иветә, ҡыҙый. –Теорема иҫбатлағандай, шулай нығытып ҡуйҙы ла, Мәүлиҙә һүҙҙе башҡа юҫыҡҡа борҙо: – Айыусыны ысынлап та бөтөрәләр, ти бит. Ярты халҡы район үҙәгенә барып төпләнгән инде, унда башҡорт мәктәбе асыласаҡ икән. Тағы бер нисә урман ҡасабаһынан да, булған делянкаларҙы ҡырҡып бөткәс, кешеләр шунда уҡ күсенәсәк, ти. Район үҙәгендә башҡорттар арта инде, әтеү, иветә?

– Әсмә, бер үҙем тороп ҡалһам ҡалам, Артурҙы көтөп алмайынса Айыусынан китмәйем, ти. Уҡыуы бер йыллыҡ ҡына бит уның, киләһе майға тиклем. Артуры: ”Жди, Асенька, жди, моя лесная фея, первым делом к тебе приеду!” – ти ҙә яҙа. Ә Суфия апайҙарҙы теге Тубыл ҡалаһындағы ҡыҙҙары килеп алып киткәйне былтыр уҡ.

– Уф, ҡыҙый, ниндәй яҙмыштар көтәлер инде беҙҙе киләсәктә! – Бер тауыштан шулай оран һалдыҡ та оҙаҡ итеп бер-беребеҙгә ҡарашып торҙоҡ. Күңелемә килгәнде фараз иттем:

– Һин бик оҙаҡҡа китәһең Толпарлынан. Әммә әйләнеп ҡайтасаһың, бик күп йылдарҙан һуң...

Мәүлиҙә яуап бирмәне. Күренеп тора: әле уға китеү мөһим, ҡайтыу тураһында уйламай. Ике көндән ул райондан Өфөгә үтешләй ауыл осонда туҡтай торған автобусҡа ултырып китеп тә барҙы. Әхирәтемдең ҡайҙа юл тотҡанын донъяла мин генә белә инем. Хәйер, тағы берәү, миңә әҙәбиәт аша ғына таныш Дон йылғаһы аҡҡан тарафтарҙа үҫкән егет, моғайын, беләлер. Көтәлер?!

Тауыҡтарҙың йәшереп һалған йомортҡаларын эҙләп алайым тип аҙбар башына менеп барышлай, баҫҡыстан тирә-яҡты байҡап торғанда, Әнкәләр осонда бер һыбайлы күҙгә салынды. Әллә Кәбир?! Ул ғына елә шулай: кәүҙәһен төп-төҙ көйөнсә саҡ ҡына алға иңкәйтеп, эйәренән ҡалҡынып-ҡалҡынып. Хәйер, башҡа берәүҙең нисегерәк елгәнен иғтибарлап ҡарап торғаным да юҡ. Төймәләрен ысҡындырғандыр – күлдәге елкән кеүек елферҙәп бара. Ә артынан, бер тотам ҡалмай, бөҙрәләнеп саң күтәрелә – эргәһендә тормаһаң, саң бағанаһы ла матур күренә, имеш.

Кәбир әле каникулда. Көн дә тиерлек күрә-күрә йөрөйөм. Юҡ-юҡ тигәндә лә осрашабыҙ, һөйләшәбеҙ һәм... осрашҡан һайын бер-беребеҙҙән алыҫлашабыҙ кеүек. Уға нисектер, миңә шулай тойола. Ул инде ҡала егете, кейенеүе, һөйләшеүе лә бүтәнсәрәк. Беҙҙең ише «анта - мынта»лап ҡатырып һалмай, әҙәби телдә «унда, бында» тип еренә еткереп һөйләй. Йыш ҡына Ҡарауылтауға үрләгәнен күрәм, яурынына ниндәйҙер дүрткел нәмә аҫып алған була. Моғайын, һүрәт төшөрәлер. Иҫемә төштө: аҫып алғаны мольберт тип атала. Ҡарауылтауҙан ауыл, сөгөлдөр баҫыуы, Һыҙа буйҙары ус төбөндәгеләй күренеп ята. Артабан – иген баҫыуҙары, унан да арыраҡ – машиналар зыйлап торған Оло юл. Шул юлды сәғәттәр буйы күҙәтеп торғаным булды бала саҡта. Атайымды алып китте лә ҡайтарманы... Әй, юл ике яҡҡа ла тигеҙ ята лаһа: теләһәң – кит, теләһәң – ҡайт! Юлға ни барыбер, уның үҙ бурысы был тормошта.

Һәр таңды Биксәнәй һуҡмағындамын. Аяҡтарыма ошонан да алыҫыраҡ юл төшмәй тора әлегә. Уның ҡарауы, оҙон-оҙон уйҙарым бар, улар тап ошо һуҡмаҡта һәлмәк итеп, сейәләнмәй генә берсә тағатыла, берсә йомғаҡҡа ҡабат йомарлана. Ул йомғаҡта хәтерҙән юймаҫҡа тип төйнәлгән төйөндәр күбәйгәндән-күбәйә.

– Матурһың, Нурия!

Ғәҙәтемсә, биҙрәләремде мөлдөрәмә тултырып, көйәнтәмде яурыныма ҡуйҙым да, Биксәнәй көҙгөһөнә текләп, буй-һынымды бағып тороуым ине. Боролоп ҡарамай торҙом ҡапылда. Кәбир тиһәм, ҡалын ирҙәр тауышы сыҡты. Барыбер беләм, һәр күҙәнәгем: “Ул, ул – Кәбир!” – тип ҡысҡыра.

– Тәү тапҡыр ишетәм, имеш тә, матурмын? – тип шаяртҡан булдым.

– Мин беренсе булып әйтергә тейешмен дә һиңә был хаҡта!

“Нишләп, тап – һин?”– тиһәм, “Сөнки – яратам!”– тип яуапларын ап-асыҡ тоям, хатта йөрәгенең ярһыу һөрәнен ишетәмдәй. “Мин дә яратам!”– Быныһын минең йөрәк өндәшә, дөрөҫөрәге – шулай өндәшергә әҙер генә тора. Юҡ, миңә Кәбирҙән ул һүҙҙәрҙе әйттерергә ярамай!

– Әй, алдашам, өләсәйем, ҡартәсәйем, әсәйем – йөҙ әйткәндәрҙер әле, уларса мин донъя сибәре булып та китәм, һы...

– Нурия, был юлы һинең менән асығын һөйләшмәй китмәйем.– Кәбирҙең тауышы ҡалтыранды, һүҙен шаяртыуға борорға тырышыуыма иғтибар ҙа итмәне. – Арабыҙҙа күҙгә күренмәҫ кәртә тора, аңламайым, нилектән? Кил бөгөн кискә Әнкәләр осона.

– Үгеҙ йөҙөк уйнаған ергәме?

– Эйе.

Башымды ғына ҡаҡтым да юрғаланым Биксәнәйҙең бер кешелек кенә тар һуҡмағынан. Кәбир шым ғына көйләп һыҙғырып ҡалды. Таныш көй: «... Килмәй ҡалма, Нурия!» Хәйрулла ағайҙың йыры. Йөрәгем күкрәк ситлегенән һикереп сығып, утлы күмерҙәргә барып төшкәндәй булды! Ярар һуң, үҙең әйтмешләй, асығын һөйләшербеҙ һуң, Кәбир... Ошо уй, әйтерһең, ҡуҙҙа ятҡан йөрәгемде һалҡын һыуға сумырып алды. Хәйрулла ағай ҡыҙған тимерҙе һыуға һалғас, шажлап быу сыҡҡайны, тимерлек эсен, гүйә, томан баҫҡайны бер мәлгә – мин дә әле ҡапыл томан эсендә шаңҡып ҡалғандай булдым, әммә туҡтаманым, аяҡтарым өйрәнгән һуҡмаҡтан яҙлыҡманы, юрғаланым да юрғаланым...

Ҡайтып, биҙрәләремде күрәләтә ҡыйыҡтан аҡҡан ямғыр һыуына тип улаҡ аҫтына ҡуйылған мискәгә бушаттым да тағы барҙым Биксәнәйгә. Кәбирҙең эҙҙәрен эҙләне күҙҙәрем, тик эҙҙәр үлән араһында юғалған, юйылған ине инде. Июлдә үлән ныҡ, көслө, һығылмалы була – баҫып та үтәһең, турайып та өлгөрә. Кәбир, дуҫҡайым һинең әле йәш, йәшел үлән кеүек сағың, һынмаҫһың, мөхәббәтемде ҡабул итмәне берәү, тип ни. Аңлаһаңсы, үҙемде лә аямаясаҡмын, шытып ҡына килгән нескә хистәремде лә.

Ҡартәсәйем баяғы ҡылығымды әлдә күрмәй ҡалған. Икенсе тапҡыр алып ҡайтҡан һыуҙы теге ап-аҡ эсле көршәккә ҡойғас, унда ошо минуттағы үҙемде күргем килеп оҙаҡ ҡарап торҙом. Юҡ, мине күрһәтмәне көршәк, үҙенең саф аҡ булмышын ғына иҫбатлап тик торҙо: һыуы шулай үтә күренә.

Соландағы ҡупшы көйәнтәне, бәләкәй биҙрәләрҙе ҡул осона сығарып ҡуйҙым: иртәгә Камиланы Биксәнәйгә эйәртәм. Ҡартәсәйем урынына ҡунаҡлаған, тәҙрәнән баш ҡағып ҡалды, хуплай, йәғни, эш-көшөмдө.

Урамға сығыуыма, Гөлбикә апайҙың ҡапҡаһындағы аҡҡоштар талпынғандай итте лә, Менәүәрә йүгереп килеп сыҡты тышҡа.

– Нурия апай, тороп тор, йомошом бар! – тип ҡысҡыра. – Гөлбикә инәй һинән дә яҡшы кәңәшсе булмаҫ, ти, бына йәпле осраттым, мә!

Бәс, ҡулыма дәфтәр килтереп тотторҙо был. Асып күҙ һалһам, әллә шиғырҙар? Ым менән генә һорайым: кемдеке? Бармағы менән үҙенә төртөп күрһәтте лә йылт итеп баяғы ҡапҡанан инде-китте ҡыҙыҡай. Бынағайыш...

Атай йортона ҡабат боролдом. Уҡытҡыһы, фекер ишеткеһе килә ләһә берәүҙең. Байрам-фәләнгә, стена гәзитенә шиғыр-миғыр яҙғаным бар, шуға бирҙелер Менәүәрә был дәфтәрҙе миңә.

Алғы бүлмәгә инеп ултырҙым, тәүге битте астым, уҡыным. Шунан тағы, тағы... Ун ике битлек кенә дәфтәргә күпме хис һыйған! ” Ярабби, шағирә бит был Менәүәрә! “ – Һикелә миңә күҙ һалғылап, өндәшмәй генә еп ойоҡ һүтеп ултырған ҡартәсәйемә әйттем, эсемә һыймай ҙаһа һоҡланыуым. Ике-өс шиғырын уҡып та ишеттерҙем:

Әлдә һин бар, бәғрем-Аҡбейек,

Яратыуым һине хаҡ, бөйөк!

Аҡ ҡаяңды һөйгән бөркөт кеүек,

Тоғролоғом һиңә, Аҡбейек...

...Йөрәгемде сәптәй күреп аттың.

“Һин ғәйепле!”– тиеп әйтеүҙәрең

Уҡтай ҡаҙала бит...

Мин түҙермен,

Еңеләйһә, әсәй, әрнеүҙәрең.

– Аҡбейеккә, бәғрем, ти, яратыуым хаҡ, ти, бөйөк, ти... Мин дә яратам Аҡбейекте, ә ошолайтып әйтә белмәйем?! Әсәһенә арналғанын иламай уҡып булмай!

– Шик юҡ, сәсәниә ул бала, – тине ҡартәсәйем.– Ғазапты иртә татыу эҙһеҙ ҡалмай – тән яраһы нимә, йәне яралы Менәүәрәнең, Аҡбейеккә һыйына...

– Минең ул “Һаумы, Яңы йыл! Яуһын ҡарҙарың, ап-аҡ юрғанға төр һин ҡырҙарҙы” кеүек шиғырҙарым таҡмаҡ икән дәһә? Әй, үҙемде шағирәгә һанағаным да юҡсы.

– Һин – бәйәнсе, тинем дәһә бер?

– Әй, бәйәнем дә, ҡағыҙға төшмәгән әле... Өләсәйем матур һөйләй бит, теҙеп, бәйнә-бәйнә һүрәтләп, уға эйәреп маташам инде бәғзе берҙә. Ә нишләп икән, ҡартәсәй, бик һирәк ваҡиғалар, айырым кешеләр генә йоға хәтергә,башҡалары онотола ?

– Йоғоп ҡалғанын юйма, ҡолонсағым. Хәтер үҙе шулай һайлай, тос орлоҡтарҙы кәбәктән айырған кеүек. Күкрәк түреңә бер инеп ятҡас, ҡасан да ғәмәлгә сыға ул хис-тойғо. Ә ҡоҙағыйҙың йырсылығы ла бар, һүҙҙе лә ҡойоп ҡуя, эйе. Тыңлап йөрө уны, яҙа китмәҫ.

Менәүәрәнең дәфтәре һушымды алды. Кәбир хаҡында әҙгә генә онотоп ҡуйғанмын хатта. Һүҙ тәьҫирен, һүҙ көсөн белмәйем түгел дәһә – былай уҡ хаттин ашып әҫәрләнгәнем юҡсы? Яман һүҙҙе Салпанан, көнсөл Маһыйҙан ишетеп ғәрләнеп үлә яҙыуым, Нәркәс менән Һәүбән хаҡында уҡып хыялланып йөрөүҙәрем булды... Ә был ҡыҙыҡай, әллә эргәлә үҫкән ябай берәү булғанға, хайран ҡалдырҙы. Юҡ шул, ябай түгел ҡыҙсыҡ, – шағирә! Әлүктән шулай яҙа, артабан белеме ҡалыная, аҡылы үҫә төшкәс, ниҙәр күстәрер?

Шуға күңелем булды тағы, Менәүәрәгә тамсы ла көнләшмәнем. Хоҙай биргән уға һәләтте, сумырып биргән. Ә Хоҙай биргәнгә көнләшеүҙән ни фәтүә?

Ҡайтырға сығыуыма Менәүәрә тышта көтөп тора, күҙемә төбәлгән дә ҡатҡан:

– Нисек?

– Шәп! Әйҙә, күсереп яҙ ҙа, “Ленинсы” гәзитенә һалып ебәрәйек. Баҫасаҡтар! Мин уны уҡып барам, һинеке кеүек шәп шиғырҙар бигүк йыш осрамай.

– Исмаһам, район гәзитенә йә “Пионер” журналына, тиең, Нурия апай.

– Юҡ, һин “Пионер”ҙан уҙғанһың, мотлаҡ “Ленинсы”ға! Ә район гәзитенә, эйе, һалайыҡ хат менән. Үҙебеҙҙекеләр ҙә таныһын йәш шағирәләрен.

– Ысын әйтәһеңме?!

– Бәс, алдап тораммы, әтеү! Кит, йәнде көйҙөрөп... Бар, тим, хәҙер үк күсереп ҡуй матур итеп, ә быныһын һаҡлыҡҡа Гөлбикә апайҙа тот,юғалмаһын. Хис бит ул ағым һыу кеүек, һәр тулҡыны тик бер генә ҡаға, аҙаҡ – тот ҡойроғон. Минең башҡа яңыраҡ елле генә бер шиғыр килгәйне, әй, онотмаҫмын әле, тип яҙып ҡуйманым – аҙаҡ иҫләп ҡараным да, ҡайҙа, ти, ул – осҡан.

– Мин дә әллә нисә ҡат шулай йышылдым, – тине Менәүәрә (маҡтанғанымды әлдә һиҙмәгән), – хәҙер шундуҡ дәфтәргә теркәйем. Анау күгәрсендәр хаҡында бер шиғыр тыуып килә әле күңелдә. – Менәүәрә ҡапҡалағы теге аҡҡоштарға ымланы.

– Күгәрсенме ни, мин, аҡҡошмо, ҡаҙмы, тип баш ватам.

– Кем нисек күрә, – тип кенә ҡуйҙы ҡыҙыҡай. Һы...

Кәбир менән осрашыуға тыныс күңел менән барҙым. Хоҙай ярҙамы булдылыр был Менәүәрәнең юлыма сығыуы. Үҙемдең әлегәсә икеле-микеле уйҙарымдың дөрөҫ икәненә инандым да ҡуйҙым. Эйе, еңел булмаҫ миңә күңел түремдә бөрөләнеп кенә килгән һөйөү гөлөн үҙ ихтыярым менән һәләк итеү... Әммә әрнеү-ғазаптарҙың сыныҡтырғыс илаһи көсөн күрһәтте түгелме миңә Хоҙайым?

Ана, беҙ теҙелеп ултырып үгеҙ йөҙөк уйнаған йыуан имән бүрәнә, уға ямғыр ҙа, ҡар ҙа ҡурҡыныс түгел, бешегеп ҡоростай нығынып алған да ята бирә. Нисә быуын үҫкәндер ошонда фантиктар менән уйнап? Хатта бүрәнә осондағы кесерткән дә – мәңгелек, мин Кәбирҙе үпкәндә балтырымды сағып алғайны, яһиллашып. Тапайҙар, йолҡалар, әрләйҙәр ул кесерткәнде, ә барыбер, яҙ һайын баш ҡалҡыта, сөнки тамыры шунда... Кәбир, ултырып сыҙаймы инде, бүрәнә тирәһендә туҡтауһыҙ йөрөп тора – Кәйҙеремлеген ташламаған. Ҡыҫҡа еңле аҡ футболка кейгән, ҡояшта янған беләктәренән көс-ҡеүәт бәреп тора, гүйә. Ихтыяр ҡуйһам, шул беләктәр мине ҡаҙ мамығындай еп-еңел итеп күтәреп алыр ине?! Тәнемдән эҫеле-һыуыҡлы зымбыр үтеп китте. Әллә ҡайҙан бәйләнде миңә ошо осор шул халәт?

Кәбир, түҙмәй, ҡаршыма атланы, етәкләргә ынтылды. Ток һуҡҡандай, ҡулымды ҡапыл тартып алдым. Ошонда беҙ әҙ йөрөнөкмө етәкләшеп, хыялдарыбыҙҙы уртаҡлашып?! Бала саҡта, үҫмер саҡта...

Бүрәнәгә барып ултырҙыҡ. Шыма, үҙе йылы ул, һыйпап ҡараһаң,– өләсәйемдең усы кеүек. Эйе, нимә хаҡында уйлаһам уйлайым, тик хәҙер буласаҡ һөйләшеүҙе башыма индермәҫкә ҡарышам.

– Ун беренсене бөткәс барып булмай инеме ни училищеға?– тип һораным Кәбирҙән, унан ишетәсәк һөйөү һүҙҙәрен кире ҡағыр өсөн сәбәп эҙләүем үҙемсә,– йә туғыҙҙан һуң китер инең. Понимаешь, Искәндәр әйтмешләй, – ни алтары, ни палтары... Кәбир ул ҡылығын ентекләп аңлатты. Бөркөтсөләр тураһында яҙырға килгән Өфө журналисы уның йәштәр ижады конкурсында еңгән бер нисә һүрәтен бик абруйлы рәссамға күрһәткән дә, уныһы училище директорына шылтыратҡан, яңы талант астым, тип. Икәүләп кәңәшләшеп, РОНО аша юллап, Кәбирҙе уҡырға саҡырғандар. Икенсе курсҡа алғандар, тәүге йыл училищела һөнәри дәрестәр күп түгел икән, ә мотлаҡ кәрәк темаларҙы айырым уҡытҡандар, дәрестән һуң ҡалдырып. (Тимәк, Кәбирҙең киләсәгенә унда айырым өмөт бағлайҙар?)

– Ыласынды осормаҫ элек үк булған хәл икән... Фотоларығыҙ өлкә гәзитендә баҫылғайны.

– Баштуҡ һиңә әйтергә торҙом да, алдан ҡысҡырмайым, тип кире уйланым. Саҡырыу килгәс ни атайым да дәртләнеп китте, нәҫелдән, исмаһам, берәү уҡыһын, тигәндер. Бүреһуҡҡан бабай фатиха бирҙе. Ә һин, нисәмә уҡталдым аңлатырға, тыңламаның да ҡуйҙың, үпкәләнең...

– Бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына, ти ҡартәсәйем. Һиңә лә Хоҙай үҙе юл асҡан, Кәбир, шул форсатты кире ҡаҡһаң, гонаһ булыр ине.

– Нурия, нимә һин йөҙ йәшлек ҡарсыҡ кеүек һөйләнәһең, юрамалмы? Мине, хыялый малай, тимәксеһеңме?

– Хыялый түгел, ә хыяллы! – Бүреһуҡҡан олатай шулай тигәйне һинең картиналарыңды тәү күргән көндө.

– Күрҙеңме ни? Өндәшмәнеңсе.

– Кәбир, мин шунда уҡ һинең һәләтеңде самалағайным. Ысын сәнғәтте наҙан да таныйҙыр. Үҙемә күрә зауығым да барҙыр, моғайын, Әмин абый алдырған журналдарҙы алып тороп уҡыйым,ҡарайым – унда бөтә донъя художниктары тураһында ла яҙалар, Лувр, Эрмитаж музейҙарында, Третьяков галереяһында ҡуйылған картиналарҙың репродукцияларын баҫалар.

– Эйе, Париж, Ленинград, Мәскәү... – Кәбир тәьҫоратҡа бирелеп, ҡарашын алыҫҡа, тонйорап ҡояш байып барған офоҡҡа төбәне. Ә мин уның күҙҙәрендә шул серле офоҡтарҙың һүрәтен күрҙем. Йыраҡта-йыраҡта ине дуҫымдың хыялдары, был минутта ул мине онотҡайны, Толпарлы сиктәренән ашып, серле ижад күгендә талпына ине уның күңел ҡанаттары.

Раббым, әлдә төшөндөрҙөң Кәбирҙең хәсиәтен, әлдә күрһәттең миңә уның офоҡтарын! Юғиһә ҡанаттарына таш булып тағылыуым да ихтимал ине. Ул мине ярата, йөрәгем менән тоям. Тик... Үҙемдең шәхсән бурыстарымдың әлегә ошо ауылға, хатта ки Әнкәләр осондағы ошо бүрәнәгә (игеҙәктәр уйнай хәҙер бында) бәйләнгәнен дә ап-асыҡ аңлайым. Ә Кәбир? Осһон ул, осһон минең бөркөтөм!

– Һин – ирекле, ос! – тип ҡысҡырып әйтеп торам, имеш, уйымдағын. Ҡулдарымды күккә һуҙғанмын, әйтерһең дә, ситлектәге ҡыйғыр ҡошто юғарыға сөйгәнмен.

– Һөйөүемде кире ҡаҡма, Нурия! – тине Кәбир, йөрәкһенеп, – ысын мөхәббәт ғүмергә бер генә осрай.

– Беләм, меңгә берәү генә татый уны,– тинем дә ниңәлер өҫтәп ҡуйҙым:– Ҡартәсәйем әйтә. – Ниңәлер, тиеп танмайым әле, аңлы рәүештә, махсус өҫтәнем, сөнки Зирәк Рәйхананың фиҙакәр рухына таяныу миңә әлеге минутта ифрат та кәрәк ине.

– Беҙ шул меңгә берәүҙәр рәтендә, тоймайһыңмы ни?.. Тояһың! Һин бит минең тиңем, хисле, фантазиялы ишем! – Кәбирҙең дөп-дөрөҫ әйткәнен белһәм дә, үҙ уйҙарымды үҙем кино итеп күҙаллап, хәтер сәсмәүерендә ҡиссалар үреп йөрөһәм дә, “эйе” тимәнем. Ә ул һаман ныҡышты, бөгөн һәм аныҡ яуап кәрәк уға:

– Әйт, Нурия, хат яҙырһыңмы?

– Хат? Яҙырмын, бәс...

– Мөхәббәт хаттары?!

– Бала саҡтан бергә үҫкән дуҫымамы?

– Үтте бит бала саҡ, Нурия, ас күҙеңде, йәшлек килде, һөйөү килде!

– Ә миңә килмәне!

Уф, ҡотолдом артабан яуап биреүҙән. Ниндәй ауыр икән ул алдашыу, күрәләтә тәүге хистәреңдән баш тартыу?! Ә мин шулай хәл иттем. Күңелемдәге үлсәүҙәрҙә алдан уҡ үлсәп ҡуйғайным инде барыһын да...

– Һин үҙеңде генә яратаһың! – Кәбир минең хаҡта шулай уйлай икән? Бәлки, беҙ икебеҙ ҙә, теге ғалим фараз иткәнсә, “беренсе мөхәббәт ҡыҙылсаһы” менән генә сирлелер? Үтер-китер... Йәшәй-йәшәй, асыҡланыр әле барыһы ла. Ә хәҙер бәғерҙе өҙгән ғазаплы әрнеүгә түҙергә генә кәрәк.

Ғәжәп итәм: шулай ныҡышырға ҡайҙан алған был Кәбир сабырлыҡты, ул бит күптән өҙә һуғып боролоп ҡайтып китергә тейеш, мин белгән Кәйҙерем булһа. Бүрәнәнән, эйе, ут ҡапҡандай үрһәләнеп, күптән һикереп торҙо, әммә сигенмәй, һаман дәғүәләшә:

– Сабирҙы һайланыңмы?

– Нишләп?

– Ул да һиңә ғашиҡ. Фатих та...

– Сабир уҡыған ерендә тапҡан мөхәббәтен, үҙе әйтте,– тинем дә, шулай аҡланып тороуыма асыуым килепме, өҫтәп ҡуйҙым: – Һөйөү, мөхәббәт, ғишыҡ – ул өсәүҙе кем күргән?!

– Мин күрҙем, һөйөүем дә, мөхәббәтем дә, ғишҡым да – һин, Нурия!

Шулай тине лә Кәбир, көтмәгәндә, мине ҡыҫып ҡосаҡлап алды. Йөрәге дөп-дөп тибә, тәне көсөргәнгән әллә нисек – саҡ ҡотолдом был ҡоршауҙан. Барыбер һаман иңдәремдән тотоп тора егет, йотлоғоп күҙемә баҡҡан үҙе. Бер мәлгә генә Кәбиргә һыйынғым, уны күҙ нурҙарыма ҡойондорғом килде. Тир бәреп сыҡҡан маңлайына усымды ҡуяһы, тулҡынлы ҡара сәстәренән һыйпап йыуатаһы ине: абау, әллә миндә уға ҡарата әсәлек тойғоһо ла бармы?!

Күпме генә үҙемде бала-саға кеүек ҡыланмаҫҡа тип ныҡытып килһәм дә, һынаттым шул: ҡапыл Фариза еңгәмдәр яғына йүгереп киттем дә барҙым. Кәбир бер-ике аҙым атланы ла туҡтап ҡалды, ҡулымдан тотоп өлгөргәйне лә, йомшаҡ ҡына итеп ысҡындырҙы...

Иртәгәһенә таң һарыһынан, көтөү ҡуҙғалмаҫ борон уҡ, уяндым да күтәрмәгә сығып баҫтым. Кисә кистән башыма, йөрәгемә уралған уй-хистәр шул көйөнсә генә ойошоп урынында ята. Был минутта минең кеүек тә болоҡһоған әҙәм юҡтыр. Бар икән, ана ул, Ҡарауылтау үрендәге таш һикәлтәлә баҫып тора – Кәбир!

Тағы ике аҙна уны көн дә шул һикәлтәлә күрҙем. Тиккә йөрөмәй, беләм, һүрәт төшөрә. Хатта шаулап ямғыр яуғанда ла! Баш осона кескәй генә лапаҫ ишараты ҡороп ҡуйған да туҡтамай эшләй. Бәлки, ямғыр һүрәтен дә төшөрәлер? Ә бер көндө, эре күҙле ҡыя ямғыр ҡойғанда, иҫ киткес киң, сағыу йәйғор дуғаһы Кәбир баҫып торған яҡтан һуҙылып минең аяҡ остарыма килеп терәлде. Шул күперҙән йүгереп барырҙай булдым янына! Тулҡын-тулҡын булып яурынына төшә яҙып торған бөҙрәләре күҙ алдыма килеп тик торҙо. Элек, гел ҡыҫҡартып-киҫтереп торғанғалыр, ул бөҙрәләр күҙгә салынмаған. Ә хәҙер – иҫтән сыҡмай йөҙәтәләр.

Таңдарҙан бер таңды Ҡарауылдың һикәлтәһендә таныш һынды шәйләмәнем... Яңағымдан йымырлап тәгәрләгән күҙ йәштәремде һөртмәнем дә – ҡайнарлығы менән өтөп, әсе тоҙо менән әрнетеп язалаһын мине улар!

20[edit]

Бер көндө, кеше күҙенән йәшеренеп кенә, ҡара күҙле остоҡай ҡыҙсыҡ менән алты малай ҡасандыр сорлауыҡ уйнаған әрәмәлеккә барып әйләндем. Дегәнәк араһына боҫоп ултырҙым да, шым ғына сорлап ҡараным хатта. Үҙемде шаян, телдәр кескәй ҡыҙыҡаймын тип алдарға иткәйнем дә, оялдым тура һүҙле бәләкәс Нуриянан: ул ошолай ебеп төшөр инеме?! Мине генә көтөп торғандай, Күрәнле бөгөлөндә мөншөгөр өңкөлдәп үкереп ҡуйҙы. Ошолай күҙ көйөгө булып ултырыуым бындағы тереклеккә ҡамасаулай, өркөтә, әлбиттә. Ҡайтырға ҡуҙғалдым. Хәл иткес аҙым эшләргә йыйынғандай, тәрән итеп тын алдым. Һаҙанаҡ сәскә атҡандыр, әскелтем хуш еҫе әллә ҡайҙан, Толпарсыҡҡан яғынан, килеп танауға бәрелде. Ә бында өйкөм генә ҡыҙыл бәшмәк үҫкән, элек күҙгә салынмай инесе. Юл ыңғайы, мәҙәк өсөн, шул бәшмәктәрҙең эшләпәһенә йыйылған ямғыр һыуын усыма алып, түгеп-түгеп киттем. Күҙҙәрем иһә, иләҫләнеп китеп, бала саҡ эҙҙәрен эҙләне,әммә тапманы... Әрәмәлектән туп-тура Әмин абыйға юл тоттом. Мәүлиҙә тураһында һорашып ҡуйыр тип, уның күҙенә салынмаҫҡа тырышҡайным бығаса. Кәңәш кәрәк миңә, бәлки, арыу ғына итеп әрләп тә алыр – тик ярҙам ғына итһен әлеге бошонҡо халәтемдән арынырға.

– Эш таптым һиңә, Нурия, тап һин эшләй торғанды таптым! – Әмин абый шулай тип ҡаршы алды. – Ситтән тороп уҡырға булғанһың икән?

– Бәс, абый, ниндәйерәк эш ул?

– Пионервожатый апайың декретта, алмаштырып торорһоң. Артабан күҙ күрер. Китапханасы ҡатынҡай ҙа кейәүгә сығырға йөрөй, тегенеһе килеүгә, быныһы китер оҙайлы отпускыға, бисә-сәсә күп булған коллективта шул инде... Уңарсы уҡып та бөтөрһөң институтыңды. Ризаһыңмы?

– Әлбиттә, абый, рәхмәт инде.

– Бара һал директорға, мин уның ҡолағына төшөрөп ҡуйҙым, көтөр. РОНО-ға хәбәр итеп, тарификацияға инеп ҡалырға кәрәк. Бәпесләмәҫ элек пионервожатый апайың да арлы-бирле эш тәртибен өйрәтеп өлгөрһөн, бүлмәһенән асҡысты бирһен. Асҡыс тигәндәй, унда ваҡ-төйәк әйбер күп кенә ул, борғо, барабан-фәләндәр, күҙҙән һанап ал, ҡултамға менән актлап, йәме.

– Уныһын әлдә әйттең, абый.

Хоҙайҙың һөйгән һөйәгемен улай ҙа! Бына нисек ыңғай хәл ителде яҙмышым. Сөгөлдөргә барырмынмы, тип эстән ҡалтырап йөрөй инем. Миңә бит уҡырға кәрәк, әлегә бер ысвикла бисәһенең дә контроль эштәр эшләп, ҡалаға имтихандарға барып йөрөгәнен күргән юҡ. Хәйер, мин беренсе булыр инем, барыбер уҡымай ҡалмаҫҡа үҙемә һүҙ биргәнмен дәһә.

– Ә, Нурия, ни бит әле... – Әмин абый, нимәнелер әйтергә икеләнеп ҡалһа, елкәһен тырнай башлай, ҡолағын ыуалай – ғәҙәтен беләм, әле лә шулай итә.

– Абый, әйт тә ҡуй,– тинем ахырҙа.

– Эйе шул... Нурия, һин хәҙер балалар тәрбиәсеһе булып китәсәкһең, иҫеңдә тот...

– Әйтеп бөтөр, абый?

– Совет мәктәбендә Аллаһы Тәғәләне телеңә алма, эсеңдә генә тот. Рәйхана апай үҙенең ейәнсәренә дин тәғлимәтен һеңдермәй ҡалмағандыр, әммә уҡыусылар араһында – ләм-мим! Атеистар үҫтерәбеҙ бит, әттәгенәһе. (Гуля-Гөлсөмдөң Сәмиғуллинға татарса әйткән берҙән-бер һүҙе ауылдың теленә ингән.)

– Аңлайым... Ярар, ҡолағыма кирттем.

Әлдә әхирәтем хаҡында һүҙ сыҡманы, тиһәм, абый үҙе башланы: «Мәүлиҙәнән хат килде,– ти,– Өфөлә документын алмағандар, пландары тулған икән. Бигерәк тә медалистар күп, имеш. Бер ҡыҙ менән Донецкиға сыҡҡандар ҙа киткәндәр, шунда тапшырасаҡтар имтиханды. Шау русса һөйләргә бит инде. Керә алыр микән? Һиңә әйтеп киткән дәһә, институтҡа инмәй ҡайтмайым, Мәскәүгә барып етһәм етәм, тип?»

– Мәүлиҙә керә алмаған институт була, тиме, – тип тәтелдәп алып киттем, һуңғы һөйләменән тиҙерәк албырғатыр өсөн,– тотош Украинаны шаҡ ҡатырасаҡ әле әхирәтем, нимә улар, кукуруз баштар... – Абыйҙың һынап ҡарап тороуын һиҙеп, шып туҡтаным да тая һалдым янынан.

Харис менән Фатих мединститутҡа инә алмай ҡайттылар. Әллә ни эстәре бошмаған һымаҡ, армиянан һуң беҙгә конкурс булмай, уҡырбыҙ әле, тиҙәр. Көҙгө призывта китерҙәр инде. Әшрәф һалдатҡа алынмай, унда «плоскостопие» тапҡандар. Комиссиянан ҡайтҡас, егеттәр уны үҙ-ара «яҫы табан» тип үсекләп йөрөнө, ахырҙа тынысландылар. Атлауында бар шул бер ғиллә, аяҡтарын ҡалтағай кейгән кеүегерәк йөрөтә. Әсмәне оҙата барырға теләгән икән бер мәл, уныһы: «Айыусы урманында һинән башҡа ла алпан-толпан тайыш табандар туп-тулы» – тип биҙҙергән. Әй, Әшрәфкә был ғына кәмселектең (сир түгел дәһә) бер зыяны ла юҡ, ана, тракторын да, комбайнын да зыйлатып йөрөтә. Кәбир ҙә армиянан ҡала икән быйылға, уҡыған еренән юллағандар, училищены тамамлаһын тип. Харистар уны барып күргән: уҡыу башланмаҫ элек үк саҡырып алып, бер остазы шәхсән уның менән оҫтаханала шөғөлләнә, ти. «Егеттәр, һеҙҙең дә Кәбир һымаҡ маһирлығығыҙ юҡмы?”– тип һораған шул остаз. Рәссамдарҙы беҙҙә сәсеп үҫтерәләрҙер шул... Әхиәрҙән әлегә хәбәр юҡ, эштән башы сыҡмайҙыр ул төҙөүсенең. Аҡназар ағайға, Ҡырластауҙан таш ташытып ҡуйһағыҙ, отпускыға ҡайтҡан арала берәй келәт һалып бирәм колхозға, тимер тешле сысҡан да тишеп инә алмаҫлыҡты, тип хат яҙғанын ишеттек, шул хәбәр түгелме ни? Сабирға повестканы, училищеһын тамамлағас ебәрерҙәр, моғайын.

Ә Харис менән Фатихтың химиянан имтиханды насар биреүҙәре ғәжәп тә түгел. Беҙҙе был фәндән уҡытҡан абый хаҡында, дипломды һатып алған, тигән имеш-мимештәр йөрөп алды. Егеттәребеҙ конкурсҡа ла барып етмәҫ, тип һиҙенгәйнем дә. Хәйер һиҙемдең бында ҡыҫылышы юҡтыр – логикалыр. Әлеге Әмин абый Мәүлиҙә менән мине логик фекерләргә өйрәтеп бер булды, бына – һөҙөмтә, ҡайһы бер хәлдәрҙе ап-аныҡ төҫмөрләйем дә ҡуям. Мәүлиҙәлә иһә – логиканың логикаһы, һәр нәмәне нигеҙләп, иҫбатлап ҡуя. Барыбер, Олексий-Алешаға шулай мөкиббән ышаныуының логикаһын күрмәйем – саҡ-саҡ ҡына танышлыҡтары бар, шуны мөхәббәт ти бит әхирәтем. Әллә мин ул хисте аҡыл үлсәүҙәренә һалып, уңын да, тиҫкәреһен дә тикшереп ҡарағым килеп, яңылышамдыр?

Август уртаһында мәктәпкә эшкә сыҡтым. Шул арала Мәүлиҙәнән өйҙәренә ”Уҡырға индем, дөйөм ятаҡта урын бирәләр”, тип телеграмма килде. Аҙна тигәндә миңә лә хаты килеп төштө. Өс табаҡ дәфтәр битен тултырғансы яҙған. Ике табағы – Олексийҙың бөҙрә сәстәре, үҙенең “коханна” булыуы хаҡында. Армия хеҙмәтен тултырғас, егет техникумға ингән, шахтала инженер-техник буласаҡ икән. Әхирәтемдең хатын мендәр аҫтына һалып йоҡланым. Әллә шуға шат йөҙлө студенттар Күрәнленең арғы ярында миңә ҡул болғайҙар, ҡағыҙ күгәрсен осоралар, имеш, тип төш күрҙем. Студент тормошон минең ситтән генә, башҡа ярҙа баҫып күҙәтеремә, хыялдарымдың, ҡағыҙ ҡоштар кеүек, алыҫҡа оса алмаҫына ишарамы? Мәктәптә был осорҙа эш күп түгел, төштән һуң – өйҙәмен. Бер арала өләсәйемде хәтер урманында гиҙҙереп алдым. Толпарлы Әдисәйе хаҡында күңелемдә яҙыла ятҡан бәйәнгә мәғлүмәт йүнләүем инде һаман да.

– Сөкөрҙәшәйек, тиһеңме? Боронғоно юллатырға итәһеңдер, һинең шул булыр. Йә һуң, һораша башла, әләйһәң, – тип ихлас ҡына ризалашты ул.

– Әйҙә, анау эскәмйәгә барып ултырайыҡ та...

– Семетә баҫып йөрөүҙәре һаман күҙ алдында ғына әле ул килендең, – тип тағатып ебәрҙе хәтер йомғағын өләсәйем, Татар әбекәй хаҡында ҡыҙыҡһыныуымды белгәс тә. Әлбиттә, уның йомғағына үҙенең яҙмышы ла уралған, бергә һүтелә, шуға ла мин яңы мәғлүмәтте генә һөҙөп ултырам. Бына әле лә өләсәйем: – Зәйнуллам тыуған йыл ине… – тигәс тә: ”Әдисәй бабаҡай алыҫ яҡтан кәләш етәкләп ҡайтҡан”, – тиеберәк фекерен һаплап ҡуйҙым. – Ы-ы шул, матрос булып хеҙмәт иткән еренән. Тилнәшкә кейгәйне…Әй…Ул замандарҙа кейем юҡ, аслыҡ тырнағынан саҡ йолоноп тора инек, шул тилнәшкәһенән сыҡманы ул Әдисәй ҡәйнеш.

– Ҡәйнеш, тисе? Әй, өләсәй, һиңә был ауылда үҙеңдән йәшерәк бөтә ир-ат ҡәйнеш инде, бабайыңдың нәҫеле ләһә, ҡайҙа ҡарама.

– Бәс, Толпарлыла лаһа хәҙер минең тоҡомом, тамырым ошонда... Мына һин, һапам... – Тик торғандан тамаҡ ҡырып алдым. Өләсәйем һүҙен кәрәкле яҡҡа борҙо: – Әдисәйҙең атаһы япон һуғышында һәләк булғайны, мин килен булып төшкәйнем инде, шуңа беләм. Ҡур ауылдың ни, байтаҡ яугиры әйләнеп ҡайтманы, ҡайтҡандары – йә аяҡһыҙ, йә ҡулһыҙ. Японнар аяуһыҙ туп атҡаннар, ти бит...

– «Порт-Артур» тигән йыр бар ҙаһа,– тип ҡушылдым өләсәйемә һәм көйләмәй генә ҡабатлап ҡуйҙым, иҫтә булғанын: “Порт-Артур тигән таш ҡала, күп ҡалаға баш ҡала... Япондар туп аталар, ҡайһы аяҡһыҙ, ҡайһы ҡулһыҙ тилмерешеп яталар...” Шунан, был тирәһен һөйләп торма, уларын беләм, тигәнде аңлатырға була, әйтә һалдым: – Анау килен ағасы икән Татар әбекәйҙең берҙән-бер бирнәһе.

– Бар инесе бирнәһе... Теген машинкаһы һуң? Ул саҡта ауылда юҡ ине әле ундай әйбер. Ситтән төшкәнде кәпкәкләргә тиһәң...

Артабан тәгәрләне йомғаҡ. Етмеш нисә йыл буйына йомарланған хәтер-ядлауҙары лаһа, ниндәй генә ҡыҙыҡтар, хәсрәттәр, аяныслы хәлдәр – ғәмәлдә тормош фәһемдәре уралмаған уға! Йомғаҡ йор ғына тәгәрләй ҙә әҙгә генә туҡтап ҡала, шул арауыҡта мин һүтелгән тарихты күҙаллайым.

...Әдисәй бабаҡайҙың диңгеҙ кисеп ҡайтыуын әсәһе лә көтөп ала алмаған икән, бисара, йот осоронда вафат булып ҡуйған. Ҡарауһыҙ тороп сүгә, ҡыйшая башлаған өйҙөң тәҙрәһенә арҡыс-торҡос ҡағылған таҡталарҙы һурып алып, әҙәм буйы булып үҫкән кесерткәнде сабып, эскә инә йәштәр. Килен тупһа аша атлағанда уға мендәр һалып, ауыҙына бал да май ҡаптырып теләк теләп тороусы ла булмай. Берҙән, хәбәрһеҙ килеп төшкәндәр, икенсенән, кешеләр ауыр йылдар эҙемтәһенән саҡ баш күтәреп тора...

– Тиҙүк терәкләнеп киттеләр,– тип дауам итә өләсәйем. Минең уйҙы тотоп ала ҡай саҡ шулай. – Әдисәй балта эшенә оҫтарған икән әрмис хеҙмәтендә, әй шул матрослығында, ә Таһура килен тегенселеге менән аҡса эшләне. Аҡсаһынан бигерәк, быларға нәҫелгә ҡош-ҡортмо, һарыҡ бәрәсеме бирәләр инте, һауыт-һабамы, – ҡыҫҡаһы, донъя кәрәге. Әдисәй яңы йорт һалырға тотонғас, тотош ауыл ярҙам итте: киленгә көнө төшмәгән кеше юҡ таһа! Ана шул машинкаһы һаман бар, гел тегенеп ултырып, бөксәйҙе ахырҙа. Күңел йыуанысы лаһа, аҡса ла бик алмай, тиҙәр... Әдисәйеме? – Өләсәйем минең күҙемдәге һорауҙы уҡып тора. –Татыу булды улар, көпә-көнтөҙ етәкләшеп йөрөрҙәр ине... Төрттөрөүсе табыла инде лә, кеше һүҙенә төшә торған ир Әдисәй түгел. Минең бабайым менән харап дуҫ булдылар, береһе – балыҡсы, икенсеһе – форсат сыҡҡан һайын һыу буйында. Диңгеҙҙе һағынам, тиер булған. Һыу алып китте лә уны...

– Күрәнлеме?

– Күрәнле. Әүәле киң, үҙе тәрән ине ул, боҙ киткәндә хәтәр ҡурҡыныс була торғайны... Яҙ мәлендә ташыулап, хәҙер ҙә ғәйрәтен ыраҫлап алғылай ҙаһа.

Эйе, ғәйрәтле ул Күрәнле. Әйтәгүр... Күптән түгел күҙ алдымда булған хикмәтле хәл ҡайтанан тетрәндерҙе: үрәпсеп ағып киткән боҙ шаҡмаҡтары, килен ағасының нәни ботағы, Татар әбекәйҙең: ”Әдисәй, жаным!”– тип өҙгәләнеүҙәре ҡабаттан иҫемә төштө. Шул тәьҫоратҡа бауланып, өләсәйемдең бәйән иткәндәре мине үҙ артынан эйәртеп алып китте.

...Күрәнле ярында халыҡ геүләшә, боҙ китеүен тамаша ҡылырға йыйынғандар.Тора-бара кешеләр шымып ҡалды: һәр кем тәбиғәт ҡөҙрәте алдында үҙен көсһөҙ, кескәй йән эйәһе итеп тойоп алдымы, аҡтарылған боҙҙарға, улар менән ағып киткән сүп-сарға ҡарап уҙған ғүмере хаҡында уйландымы, шул сүп-сар кеүек һыуға ағып китһен ине бар хәсрәт, бар үкенесле ҡылыҡтар, тип юранымы – бер Хоҙай белә. Шул мәл кемдеңдер әсе тауышы һауа ярҙы:

– Ҡотҡарығыҙ! Бата!.. Улым!..

Ярҙағы төркөмдән айырылып сығып, йылға ағышы ыңғайына бер ҡатын йүгерә. Башынан сисеп алып шәлен болғай, һаман ҡысҡыра, һаман йүгерә. Бына ул ҡапыл ярҙан йүгереп төшә башланы. Уны бер ир ҡыуып етеп туҡтатты, үҙе, күҙен сағыу ҡояштан кәртәләптер, ҡулын маңлайына ҡуйып, йылғала айҡашҡан боҙҙарҙы байҡап алды: ана ул тыңлауһыҙ шуҡ малай, ҡото осҡандыр, өнөн дә сығармай боҙ шаҡмағында йөҙөп килә. Тап шул тирәлә боҙҙар тығылышты, инде бер береһен вата-емерә алға ырғылалар, ирек даулайҙар. Малай баҫып торған яҫы ғына боҙ шартлап уртаға сатнаны. Теге ҡатын тағы һөрән һалды, тағы һауа ярылды... Ярҙағы халыҡ Күрәнленең ҡырыҫлығын белә, уның менән алышырға йөрьәт итеүсе бик юҡ. Уф, улай ҙа табылды берәү! Баяғы ир, көпөһөн һалып ҡатынға тотторҙо ла иң ситкә килеп терәлгән боҙға һикерҙе. Тельняшка кейгән, кем булһын – Әдисәй матрос. Халыҡ тын да алмай күҙәтә: бына ул урта төштә һөҙөшкән боҙ шаҡмаҡтарына барып етте, ниһайәт, иҫенә килеп шайылдап илап ебәргән малайҙы ҡултығына ҡыҫтырып күтәреп алды ла, боҙҙан боҙға һикерә-атлай, кирегә йүнәлде. Бына-бына ярға килеп етәсәк, бына-бына ҡаҡ ергә... Тик... Көтмәгәндә аҫтан урғылып һыу бағанаһы күтәрелде, аяҡ терәгән боҙҙары түңкәрелде лә, быларҙы батырып, өҫтән ҡапланы ҡуйҙы. Тағы ҡысҡырҙы теге ҡатын. Тағы шаңҡыны һауа... Шул минутта боҙҙар араһынан малайҙы өҫкә күтәргән ике ҡул күренде лә, ярабби, яр яғына киҫкен һелтәнде, биленән йылға ситендәге һыуға кереп баҫҡан әсәһе малайҙы эләктереп өлгөрҙө...

– Ана шул малай ҙаһа әле Саҡмайылғала йәшәгән Сәғәҙәт, Фариза килендең әхирәте Хәтимәнең ире, тим. Ерле юҡҡамы ни, Татар киленгә ярҙам итә, һаман һыйырынан яҙҙырмай, бесәнде урамына килтереп өйөп ҡуя. Улынан күрмәй бәғзеләр ундай игелекте. Шунда ныҡ ҡурҡыуынандыр, ул бала ара-тирә бите тартышып, күҙен сылт-сылт йомор булып ҡалды, әрмегә алынманы.

– Әдисәй бабаҡай шулай һәләк булған икән... – тинем, мине бөгөнгөгә ҡайтарып баҫтырған был һүҙҙәрҙе ҡапылда башҡаса ялғап алып китә алманым.

– Яҙмыштан уҙмыш юҡ. – Өләсәйем ауыр һулап ҡуйҙы: – Диңгеҙ кискән, батша ғәлийәнәптәрен ҡолатҡан, яу утында янмай, даръя һыуында батмай, тыуған иленә ҡайтҡан, ә Күрәнленең боҙо алып китте. Кәүҙәһен бер бөгөлөндә ярға сығарып һалған йылға, тәүҙә тилнәшкәһе табылған – тал ботағына эләгеп тора, ти, һыпырылып ҡалған инде. Исмаһам, балалары булманы, байтаҡ ҡына йәшәнеләр ҙәһә?.. – Өләсәйем арып китте, күрәһең, ошонда туҡтаны. Күп һорауҙарым һауала эленеп ҡалһа ла, ҡуйып торҙом. Әллә ни кәрәге булмаһа ла, көйәнтә аҫып Күрәнлегә һыуға киттем. Ярҙан юрғалап аҫҡа төшәм дә йылғаның уртаһына тиклем кисеп, көйәнтәмдән туғармай ғына һирпеп таҙа һыу алам ғәҙәттә, шунан, Гөлбикә апай өйрәткәнсә, осаларымды һәлмәк кенә бәүелдереп юрғалайым. Бөгөн дә шулай итермен, әлбиттә. Әлегә ярҙа туҡталып баҫып торам, Күрәнленең йор тулҡындарына ҡарап Әдисәй бабаҡайҙың яҙмышын – белгән хәтлемен – ҡайтанан күҙаллайым, белмәгәнен фаразлайым һәм күңелемдә һоҡланғыс та, тетрәндергес тә ҡисса үрелә башлағанын һиҙемләп тулҡынланам. Татар әбекәйҙең Ҡырымға ҡайтып китмәүе ғәжәпләндерә, унда туған-ырыуы ҡалған даһа?.. Эйе, асыҡлайһы әйберҙәр бар был тәңгәлдә. Үҙемде тағы теге ваҡыттағы, Зөлхизә ҡиссаһын ижад иткәндәге кеүек, оя ҡорорға йыйынған ҡош халәтендә тойҙом: суҡышыма йәнә ниндәй йүрмә эләгер?

21[edit]

Әсәйем Таллыға күскәне бирле ҡартәсәйемә һирәгерәк бара башланым. Һыуҙы уға Биксәнәйҙән хәҙер Камила ташый, кәзәһен Камил көтөшә. Игеҙәктәр әсәйемдең яңы ғаиләһендә ҡунаҡта саҡта көн дә инеп сығам, әлбиттә. Бына бөгөн дә… Солан ишеген астым да туҡтап ҡалдым: тыуған тупһам, атай тупһаһы! Ҡартәсәйем тауыш биргәнсе тип, йылт ҡына кәбәркәгә индем, теге «Казбек» ҡумтаһын табып, ҡулыма алдым. Йөрәкһенеп ҡапҡасын астым, хатта әҙгә генә күҙемде йомоп торҙом, әйтерһең, унда затлы аҫылташтар ята һәм улар, ҡапыл ялтлап, күҙ ҡоросомдо сағылдырасаҡ. Башта бармаҡтарым менән һыйпаным: наҙлы, йомшаҡ – әкиәти Шаһимаран булып хыялымды биләгән аҡ таҫмам даһа! Шунан, һағындырған, атайымды тәү тапҡыр күргән көнөмдөң бер төҫмөрө булып ҡалған еҫтең нығыраҡ аңҡыуын көҫәп, ҡумтаны танауыма уҡ терәнем, ләкин ул шәйләнмәне – осоп юҡҡа сыҡҡандыр. Ҡомартҡы ҡумтам да бына-бына иҙрәп саңға әйләнер… Былай ҙа ун ике йыл түҙә – ун ике көн түгел дәһә!

Атайым тураһындағы уйҙарым, һағыштарым ғына туҙмай, киреһенсә – яңыра ғына. Һәм үҙгәрә… Бала саҡтағыса уҡ әрнеүле түгел улар, ә күңелемдә түкмәй-сәсмәй яҙылып барған хәтер дәфтәренең асылмышы, уҡылмышы, гүйә. Әммә, баҫылһа ла, сабый йөрәгемдең өҙгәләнеүҙәре эҙһеҙ юғалмаған, улар үҙ аҡылым юллаған фәлсәфәгә, тормош һабаҡтарына әүерелә бара. Атайым менән әсәйемдең, ғәмәлдә һәр ҡайһыһы матур, мөхәббәтле, бәхеткә лайыҡ ғәзиз кешеләремдең, яҙмышын ҡабатламаҫ өсөн мин ошо һабаҡтарҙы онотмаҫҡа тейешмен. Бурыслымын! Балаларымды атай тупһаһында, атай йортонда, атай икмәге ашатып үҫтерәсәкмен! (Әсәй тапҡан икмәктең ниндәй әсе икәнен беләм дәһә, сөнки уға күҙ йәштәре, нахаҡ һүҙ үте, йоҡоһоҙ төндәр зары ҡушылған…) Ә бының өсөн миңә атайым кеүек ситкә сителәсәк кешегә ғашиҡ булырға ярамай. Киләсәгемдең ҡапҡаларына ошо һабаҡтарҙы ҙур хәрефтәр менән яҙып ҡуйҙым мин, эстән генә үҙемә үҙем ант бирҙем. Һәм ошо антымды боҙҙорорға һәләтле иң етди ҡаршылыҡты еңдем: Кәбирҙең мөхәббәтен кире ҡаҡтым. Минме аңламайым уның юлы ҡайҙарҙа ятҡанын – ижад мөхитендә, дан мөхитендә. Ул да, атайым һымаҡ, “Мин ҡала тормошо өсөн тыуғанмын, ауылда миңә иш юҡ” тип әйтәсәк бер мәлде. Кәрәкме миңә әсәйем кисергән хәсрәттәр аша үтеү? Кәрәкмәй! Теләйемме ғәзиз баламдың атайлы – арҡалыларға ҡарап ынйыуҙарын? Теләмәйем! Тимәк, дөрөҫ хәл иттем, дөрөҫ систем К+Н = ? тигән мәсьәләне: К+Н = тиң түгел! Юҡ, барыбер икеләнәмсе, ”тиң түгел”де һыҙып ырғытып, һорау билдәһен әлегә, бәлки, ҡалдырып торорға кәрәктер?

Ишек шығырланы, ҡартәсәйем, көтөп көтөк булған да өйҙән сығып килә. Уға ҡаршы атылып барҙым да битемде түшенә терәнем, бәләкәй саҡтағылай. Тик хәҙер, башым тап уның күкрәк тәңгәленә тура килһен өсөн, миңә ныҡ ҡына бөгөлөргә кәрәк, ҡартәсәйем күпкә тәпәшәгерәк.

– Күңелең үҙгәләнгән, ҡолоҡасым? – тине ҡартәсәйем, тын алышымдан һиҙеп торалыр.

– Ҡартәсәй, мин үҙемде яратҡан, ғаиләһе хаҡына бар нәмәнән баш тартырға һәләтле кешегә генә кейәүгә сығасаҡмын! – Уға шау дөрөҫөн һөйләп өйрәнгәнмен бәләкәйҙән, әле лә нисәмә көн мейемдә уралған ҡарарымды әйттем дә һалдым.

– Кейәүгә?! – Ҡартәсәйем сайҡалып китте, шулай тетрәнде.

– Әлүк түгел дәһә, берәй ваҡыт...

– Ай, Аллам! Үҙен аңлар, күркәм холоҡло йәр насип ит ошо балаға! – тип теләк теләгәс, ҡәтғи генә өҫтәп ҡуйҙы: – “бар нәмәнән баш тартырға” тигәнеңде өнәмәйем, башыңдан сығар уныһын...Улай уҡ ирекһеҙләргә ярамай ир-атты... ҡатын-ҡыҙҙы ла, бәс! – Шунан оҫта ғына итеп һүҙҙе икенсе яҡҡа шылдырҙы: – Менәүәрә балаҡай ниҙәр күстәрә? – Күреп торам, башҡа хәбәргә әүрәргә тырышһа ла, төн йоҡламай уйланасаҡ ул минең «кейәү» хаҡында.

Ә Менәүәрәнең тормошонда яңыраҡ бер мәҙәк булған, үҙе һөйләне. Өлкән синыфтар мәктәп ихатаһын йыйыштырырға барған, шунда уның кеҫәһенә ус иңеләй ҡайын туҙы һалып ҡуйғандар. Футболка өҫтөнән кейгән кофтаһын кәртәгә элеп торған икән, шул арала өлгөргәндәрҙер. Саҡырып, Әлфирә әхирәтенә күрһәтәйем генә тиһә, Маһый апайҙың ҡыҙы Миңзифа ҡарсығалай атылып килеп, теге туҙ киҫәген ҡулынан тартып алған да ҡасҡан. Эштән туҡтап, көлөшөп торған башҡа ҡыҙҙар араһына инеп, һөрән һалған: «Хат таптым, ғишыҡ хаты!» Ысынлап та, туҙҙың ап-аҡ ҡына битенә «Яратам. М». тип яҙылған, ти. Хәҙер киткән сутырҙашыу – кем яҙған, кемгә?

– Менәүәрәгә! Мөдәрис яҙған! – тип һикерәнләп торған Миңзифаны күмәкләп уратып алғандар, теге туҙ остоғон ҡулдан-ҡулға йөрөтөп ҡарайҙар икән. Дәррәү эш менән мәшғүл малайҙар ҙа ҡыҙығып килеп еткән, Мөдәрис кенә бер ситтә баҫып ҡалған. Тиҙ генә хәлде аңлап алған Әлфирә: “Мин бөтәгеҙҙең дә почеркын таныйым, бирегеҙ әле! – тип туҙға яҙған хатты ҡулына төшөргән дә юрамал иғлан иткән: – Был бит Миңзифаның яҙыуы, “М” хәрефе – уныҡы! Үҙе яҙған да Мөдәрискә, бүтәнгә япһара.” Хәҙер инде күмәкләшеп Миңзифаға бармаҡ төртөп күрһәтеп, көйләп-көйләп көлөшөргә тотонғандар: “Мөдәристе ярата, ах, Миңзифа, Миңзифа!..”

– Хаяһыҙ ҡыланмаһын, әсәһенә оҡшап ни...– тине ҡартәсәйем, ошоларҙы ишеткәс. – Туҙға яҙған хат, тиһең ә? Әтеү ысынлап та Мөдәристе уйлай булып сығамы ул Миңзифа ?

– Юҡсы, башҡаға күҙе төшкән уның – Әшрәфкә.

– Менәүәрәгә ниңә көнләшә әтеү?

– Яҡшы уҡығаны, синыфташтары менән татыу булғаны өсөн...– Сәбәп түгелме ни?

– Әстәғәфирулла...

Анау Мөдәрисен әйт, Фатихтың ҡустыһы бит әле, нимәгә башы еткән?! Фатих Мәүлиҙәгә (әллә миңә?) нисәмә синыф буйы ҡарап ултырҙы зәңгәр күҙҙәре менән, туҙға хат яҙырға булдыра алманы. Ә ҡыҙыҡ булыр ине?! Мөдәрисенең дә күҙҙәре ағаһыныҡы кеүек, тик ҡуйыраҡ зәңгәр, ҡарашы ҡыйыуыраҡ.

– Вәт мәлғүн малай, ә? – тигән булдым. Ҡартәсәйемә был хәбәрҙең ҡыҙығы бөткән, һүҙемә бәйләнеп алды:

– Әҙәм балаһына улай тимә, мәлғүн тип Иблис ғәләйһи Ләғәнәгә генә әйтергә була. – Ҡылт итеп иҫкә килеп төштө: Аҡназар ағай һымаҡҡамы? Өндәшмәнем, уйлап ҡына ҡуйҙым.

Ҡартәсәйемде бер сама күреп туйғас, Яңы өйгә ашыҡтым. Унда – мин донъя тотҡаһы хәҙер. Үҙем ашығам, үҙем Менәүәрәләрҙең мажараһын тағы күҙ алдына килтерәм. Бала-саға ниҙәр күстәрә, күр әле? Ромео менән Джульетта булып уйнайҙар, саҡ һигеҙенсегә төшкән баштары менән. Бәс, уйлап ҡараһаң, Ромео – етенсе, Джульетта бишенсе синыфта ғына уҡыр йәштә булған, һәм уларҙың мөхәббәте шул дәрәжәлә ысын, донъя әҙәбиәтендә ҡалырлыҡ бөйөк тәһә! Шәп-шәп атлап барған еремдән туҡтап ҡалдым хатта, бынағайыш, бөгөн генә беләм түгел дәһә ул ғашиҡтарҙың йәшен-тарихын, ә төпсөп илтифат итмәгәнмен. Мөдәристең туҙға яҙған хаты асты был юлы күңел күҙемде.

Ә күптән түгел пионер линейкаһында Муса исемле бер малайға шелтә бирҙек. Хеҙмәт дәресендә синыфташ ҡыҙыҡайының һыңар толомон ҡайсы менән ҡырҡҡан да ҡуйғансы, иҫәүән. Етмәһә, алып ҡасып, ул толомдо ҡайҙалыр йәшергән, кире килтереп тә бирмәй. Һөйләшеп тә ҡарағайным, ыҡҡа килмәй: «Тиремде тунаһағыҙ ҙа бирмәйем, йәшерҙем, бер кем дә таба алмаясаҡ»,– ти. Кем уның тиреһен тунарға тора, хулиган! Әллә ул да, алтыла уҡыған малай, ғашиҡ булған теге ҡыҙыҡайға?! Ошо осор һәр тарафта мөхәббәт тынын тоям. Фәсхи-Әдисәй менән Татар килен Таһура ҡиссаһы өҙөк-мөҙөк хәтирәләрҙән йүрмәлеп тыуып килә башымда – Менәүәрәләр, Мусалар, баштары йәш, көтөп торһондар әле... Тик йыш күрешеп булмай Татар әбекәй менән, эштән бушамайым. Шулай ҙа һуғылдым бер арала уға.

– И Нуриякәем, сөбханалла, бигрәк чибәрсең лә үзең! – тип ҡаршы алды Татар әбекәй, татлы теле менән арбап. – Менә, Гадилә каенсеңелнең Купшыкаена бәрхет муеынчак теккән идем, мәржәен басып, алып барып житкерә алмыйм, аяклар да сызлаштыра, өйдән чыгып булмый азапланам. Тапшырырсың, юл уңай?

– Матур ҡайһылай! – Ихлас һоҡландым ҡара бәрхәткә аҡ мәрйендән сәскәләр нағышланған муйынсаҡҡа – үҙемдең муйыныма тағып алырҙай булдым, шундай нәзәкәтле. Ғәҙилә инәй ҡыуаныр инде, бесәйе уның берҙән-бер йыуанысы, өйҙәше, һаҡсыһы. Йәйен-ҡышын икәүләп ҡапҡа төбөндә сәғәттәр буйына баҫып торалар, һуғыштан ҡайтмаған Рәшит ағайҙы көтөп...

– Олыгаям, балакай, ялгызыма авыр да. Килен булып төшеп, ияләнеп кенә киткән идем бу жиргә, Әдисәй бабакаең ташлап та китте... Һич югы төсе булып баласы калса икән?! Күрәнле суы тартып ҡайтарған аны (тыуған тупраҡ һымаҡ, һыу ҙа тарта микән?). Кара диңгезне аркылыга-буйга кичкән иде дә минем матросым-жаныкаем, кечкенә елганы кичеп чыга алмады...

Очрашканда аңарга егерме жиде яшь иде, миңа – унтугыз. Исмем белән дәшмәде ул, Жанкисәк дип кенә йөртте. Төнлә төшемә керде. Ул боз өстендә йөзеп бара, матрос киемендә, ә мин яр буйлап, имеш, йөгерәм. Чакыра, Жанкисәк, курыкма, сикер минем яныма, ди. Сикердем, әй... Кочагына алды. Шунан ни, киттек йөзеп боз өстендә, авыл ераклаша бара, ераклаша бара... Көтә бабакаең мине, Нуриякаем, юксына. Болай да озак көтте ич...

– Татар әбекәй, ә нишләп Ҡырымыңа ҡайтып китмәнең икән?

– Төшемне юрап куйдыңмы, Рәйхана оныкачы? Тәүге никахың белән кавышалар ди анда, өске доньяда, ә Фәсхетдин бәгрым минем бердән берем! Нигә кайтып китмәдемме? Ул фәжигәне кат-кат сөйлисе түгел, авылда андый вакыйгаларны әлдән-әле исләп, хәтердә яңартып торалар, бер булмаса бер ишеткәнсеңдер? – Яуабымды көтөп тә торманы, һөйләп алып китте: – ...Куркып йөрәге алынган кечкенә малай шакмак-шакмак бозлар актарылып аккан елгага ничек барып кергән, берәү күрмәгән. Бала-чагалар жыелып киткәннәр дә чарасыз калып карап торалар икән. Аңарчы, йөрәге сизгәндерме, теге малайның әнисе елгага йөгереп килгән, яр башында өзгәләнеп кычкыра, ди, мескенкәем... Фәсхетдиннең болай да, боз китә бугай, Күрәнле үкерә, дип, киенеп чыгып баруы иде, колакка теге хатынның жан тетрәткеч сөрәне чалынгач, мине дә көтеп тормый, ашыгып чыгып китте. Күреп калган да теге бичара баланы, сикергән бозга. Баланы әнисенә тоттырып өлгергән... Мин барып житкәндә язмыш галижәнаплары шул хәлне аткара иде: Әдисәем ташкын су астына төшеп югалды да, икенче бер төштән калкып чыгып, кычкырып өлгерде: «Жанкисәк!» диеп...

Ташлап китмәдем, каберен тәрбияләп тордым. Авылыгызны да үз иттем, халык яхшы монда. Кырымда әнкәм исән, абыем гаиләсе белән яшәп калган иде. Әтиебез, кечкенә чакта әле, бер корабка утырып китте дә кайтмады. Күрше маржа апа аркасында жан асрап калдык, тормышы хәлле иде, үзе мәрхәмәтле булды. Аннары... базарда йөргәндә, Фәсхетдин жаныкаем очрады. Порт калачыгында анда матрослар адым саен очрый, ә бу – язмышым булган, күрәсең...

Татар әбекәй ни йомош менән килеүемде төпсөнмәне. Йомошом юҡ та ине, Әдисәй рухы әйҙәгәндер, инеп сыҡ минең Йәнкиҫәгем янына, тип эшкәрткәндер? И, ҡәҙерлеләрем, Толпарлы Әдисәйе, уның тоғро Пенелопаһы, һеҙҙең мөхәббәтегеҙҙең тарихын бәйнә-бәйнә тергеҙәсәкмен! Саҡ ҡына өҫтәп, күпертем ебәрһәм дә, үпкәләмәҫһегеҙ, йәме? Әлегә әбекәйҙең төшөн үҙем теләгәнсә бороп юрап ҡуйҙым: өс көндән дә түгел, өс йылдан да түгел, утыҙ йылдан һуң килер бойомо! Мин был төштөң тәүге юраусыһы, тап минең юрауым юш килһен, тип ырымланым.

Сөгөлдөр майҙандарын беҙҙең колхоз кәметмәй, арттырһа арттыра. Дөрөҫтөр уныһы, татлы тамыр беҙҙең яҡтарҙа уңа, яҡшы табыш бирә, эш тә байтаҡ еңеләйҙе. Рәт араларын сүптән таҙартыуҙы, хатта бер сама һирәкләүҙе лә техника атҡара (әммә еренә еткереп тәпкеләп, ҡул менән берәмләп һирәкләмәй ҙә булмай барыбер). Былтыр көҙ шундай тракторҙар килде: тағылма ҡулайламалары татлы тамырҙарҙы күтәртеп кенә ҡалмай, ә бер ыңғайҙа яртылаш таҙартып, өйөп тә китә. Артабан ҡырҡылмай ҡалған япраҡтарҙы киҫеп, дүрт-биш өйөмдө берәү итергә генә ҡала. ”Генә“ тиһәң дә, барыбер ауыр ысвикла бисәләренә. Быйыл көҙгә тейәгес техника ла килә, тип торалар тороуын. Көҙгө батҡаҡҡа уныһы ла батып ултырһа? Әйткәндәй, һалдаттар башҡаса беҙгә килмәне. Көткәйнек...

Теге оло фажиғә колхоз етәкселәренә бер сама аҡыл булды: һәр звено тапҡырына таҡта будка эшләп ултыртылды. Ары-бире бәҙрәфтәр ҙә күренә. Ултыртып тамаҡ ялғарға баҫыу ситендә оҙон өҫтәл, эскәмйәләр ҡуйылған. Бөтә хужалыҡтарҙа ла сөгөлдөрсөләргә уңайлы эш шарттары булдырырға, тип райондан ғына түгел, Өфөнән күрһәтмә бирелгән хатта. Ә Аҡназар ағай рәйеслегенән ҡолаҡ ҡаҡманы, шелтә алып ҡына ҡотолдо. Халыҡ та уға әллә ни ҡаныҡманы, күктән төшкән бәлә бит, тип аҡланылар.

Әле килеп, тағы толпарлыларҙы үҙенә ҡаршы ҡуйҙы хужа: иген баҫыуҙарын көтөүлектәр иҫәбенә киңәйтергә тотондо. Юғарынан бойороҡ килгән, ти. Шәкетауға еткәнсе һөрөп ташланылар ерҙе. Әүмер буйы йылҡы тибене өсөн тотолған яландарға, ҡуян-төлкө һымаҡ кейектәр үрсегән, ҡоралайҙар елгән Ҡырластау битләүҙәренә ниңә тейергә? Ололар, шул иҫәптән Бүреһуҡҡан олатай ҙа, әйтеп ҡарағандар, был тупраҡта бойҙай түгел арыш та үҫмәйәсәк, заманында Малик бай әҙ генә сәсеп һынап ҡарағайны, тип. Тәбиғәт тә риза булмаҫ, рәнйеше төшөр, тип тә киҫәткәндәр. Оло һүҙен тыңламаған – оронған да бәрелгән, тигән мәҡәл бойомға килмәһенме берҙән-бер көндө! Башта Шәкетау бүреләре үс алды: һарыҡ фермаһына һөжүм иттеләр. Сентябрь аҙағында улар ас йөрөймө ни көтөүе менән килеп, ялан кәртәләге малды боғаҙлап китергә?

Аҡназар ағай умарталыҡтан Бүреһуҡҡан олатайҙы саҡыртып алған, бүреләрҙе ҡырырға кәрәк, ҡоторғандар, тип әйткән. Олатай үҙе инеп сыҡты бер арала пионер бүлмәһенә. Мине, оло кешегә һанап, хәл белергә. Рәйестең хаслығын, Шәкетау бүреләрен дә һөйләне бер ыңғайҙан.

– Ваҡ ҡыуаҡлыҡтар, уймаҡ-уймаҡ һаҙлыҡтар – тотош аҡтарып тигеҙләнгән, Рамай ҡарамаһы ғына һерәйеп ултырып ҡалған: тракторсының ҡулы бармағандыр, ҡәберҙәге ядкәрташ кеүек иҫтәлекле ағас ул хәҙер ауыл өсөн, – тип әсенде. – Рамай аҫылынған ботағы ҡороған икән бахыр ҡараманың. Ағастың теле генә юҡ, тере ул, аңлай ул... Аҡназар ҡусты алйотлоҡ эшләне ул яланға тейеп, борон-борондан андыҙлыҡ ине унда.

Бүреһуҡҡан олатай яҡшы белә шул бүреләрҙең холоҡ-фиғелен. Нисек һунар итергә, нисек сигендерергә кеше йәшәгән төйәктән – өйрәткән, ҡотҡарған ауылды ҡорбан көҫәгән йыртҡыстарҙан. Әйтерен әйтмәй ҡалмаған рәйескә лә, әйткән, тәүҙә әҙәм ҡотора, шунан ғына – йыртҡыс, тип.

– Кәрәккән-кәрәкмәгәнгә ҡан ҡойошҡа бара торған януар түгел бүре, зитына тейһәң генә ҡон ҡайтармай ҡалмаҫ,– тип минең ҡолаҡҡа ла киртте бер ыңғайҙа, – ныҡ ас булғанда ла ҡапыл йәбешмәй ҡорбанына, оҙаҡ баҫтыра. Кәрен самалай, артта ҡалып, хәлһеҙ йығылғанын ғына тамаҡлай. Урман санитары тип юҡҡа атамағандар. Ә был юлы, эйе, күҙҙәрен ҡан баҫҡан йыртҡыстарҙың, арт һабаҡтарын уҡытмай яраманы.

Олатай һәүетемсә генә тасуирлай нисек бүреләрҙе аулағандарын, ә минең хәтер таҫмама был хикәйәт үҙенән-үҙе яҙыла бара. Әйтерһең, магнитофон таҫмаһы. Хәйер, магнитофондағын юйып, өҫтөнә бүтәнде яҙҙырып та була, ә кеше хәтере – ғүмерлек, быуындан быуынға аманат итеп тапшырылһа – мәңгелек.

...Шәкетау итәгенә етәрәк, йыш-йыш итеп, эстә борғаҡлап-борғаҡлап тар ғына һуҡмаҡ ҡалдырып, бағаналар ҡатып, аҙаштырғыс (лабиринт инде торғаны) ҡороп, шунда ҡапҡандар һалып, арыраҡ бер мөйөштә кәзә бәрәсен бәйләп, бүреләрҙе әүрәтәләр. Бигүк алыҫта түгел мылтыҡ тоҫҡап һунарсылар ҙа әҙер тора. Бына бер мәл урман ауыҙынан ашҡынып бүре өйөрө килеп сыға. Теге көндәге һуйыштан һуң күҙҙәре аларған, тағы ҡан көҫәйҙәр. Һаҡ, таһыллы, күҙәтеүсән януар ҙа кешенән аҡыллыраҡ түгел – теге аҙаштырғысҡа алданып барып инәләр. Бисара кәзә бәрәсе лә үҙенең ролен яҡшы үтәй, мәэлдәпме мәэлдәй... Бүреләр тар, ҡатмарлы лабиринтта ҡапҡанға эләгә, улай ҙа иреккә килеп сыҡҡан состарын дүрт тарафтан мылтыҡ сәпкә алып тора.

– Береһе лә ысҡына алманы! – Олатайҙың күтәренке тауышы күҙ алдына килеп баҫҡан күренештәрҙе өркөттө. – Йорт тирәһен ҡараштырам да тағы умарталыҡҡа китәм. Бәрәңгене баҡсама Мөхәрләм бүләре Ильяс ултыртты. Һай, егәрле егет ул. Миңә ни, ҡышҡылыҡҡа ашарлыҡ ғөшөрөн бирһә... Ана шул Ильяс та, Аҡназар ағай андыҙлыҡты һәләк иткән, андыҙ барҙа ат үлмәй, тигәнде белмәй микән, тип асыулана. Ат йәнле бала икән, тоҡомдары менән шундай улар. Улай ҙа андыҙҙы күпмелер төп ҡаҙып алып, Зәңгәр шишмә үҙәненә күсереп ултыртып ҡараған егет, ерегеп китһә… Тамыры ҡеүәтле бит уның, тарбайланып тәрәндә ята, ҡаҙғанда ныҡ зәғифләнмәһә, мандып та ҡуйыр. Ул тирәлә, шишмә үргә, Дөйә үркәсенә аҡҡан урындан алыҫ түгел, һирәкләп эре юшан да үҫкәнен беләм, уны ла ат яратып юшай. Иншалла, ул ике үлән бергәләшеп үрсеп тә китер. – Шулай тине лә миңә текләне олатай.

– Икенсе йылға ситтән тороп уҡырға инәм, стажһыҙ алмайҙар документты,– тинем, күҙендәге һорауҙы күреп, аңлап торғанымды белдереп.

– Ярар, тынысландырҙың күңелде, әләйһәң. Һин наҙан ҡалырға тейеш түгелһең. Диплом кәрәк, тиеүем, ул булмаһа, зирәклегең нисшут!

Көлөп ебәрҙем, Бүреһуҡҡан олатай әүәлдән шулай урыҫ һүҙен ҡыҫтырып ебәрә ҡай саҡта. Иң яратҡаны әлеге “нисшут”, командирынан ҡалған “реакция” һәм “любой дүрәк” була торғайны. Ул да булмай, өҫтәп тә ҡуйҙы: – Кеҫәһендә диплом ятһа, башында тауыҡ сүпләрлек белеме булмаған любой дүрәк тә әллә кем булып йөрөй. Ниндәй аҡыллы егеттәр шундайҙар арҡаһында уҡырға инә алмай ҡалды, Харис менән Фатихты әйтәм.

– Армиянан ҡайтҡас, барыбер уҡыйбыҙ, ти улар.

– Донъялар ошолай ғына торһа, иншалла, уҡырҙар. Һуғыш ҡына булмаһын. Америка шаша бит, ҡораллана ла ҡораллана. Беҙҙекеләр ҙә тик ятмай ҙа, күпме аҡса китә ул аждаһаның тамағына – һуғыш аждаһаһының, тим. – Шул минутта ҡотһоҙ дәү ауыҙын ерҙән күккәсә асып, тоҡ-тоҡ аҡсаларҙы, тау-тау ризыҡтарҙы ғөддәһенә йотоп торған аждаһа күҙ алдыма килеп, ҡалтыранып ҡуйҙым.

– Реакцияң яҡшы,– тине Бүреһуҡҡан олатай һәм хушлашып китеп тә барҙы. Тормошта үҙенең кәрәклегенә, тәжрибә-таһылдарының кешеләргә ярап ҡалыуына ҡәнәғәт булыуы олатайҙың атлауына сыҡҡайны. Иҫемә төшөп, артынан ҡысҡырып һорашып ҡалдым:

– Әй, олатай, теге ҡалҡыулыҡҡа, Дөйә үркәсенә, тим, Зәңгәр шишмә нисек аға икән ул, йылғалар үргә аҡмай ҙаһа, аға алмай...– Байтаҡ атлап өлгөрһә лә, ишетте, туҡтамай, башын бороп ҡына яуап ташлап китте:

– Ә нишләһен, аҡмай сараһы юҡ!

Үргә аҡҡан йылғалар... Ана ниндәй үрнәктәр күрһәтә тәбиғәт, күҙеңә төртөп күрһәтә!

Бүреһуҡҡан олатай менән аралашыу бер ҡасан да эҙһеҙ үтмәй минең өсөн. Инде үҫтем, өлгөрөп еттем тигәндә лә. Аҡһаҡалдың артынан алыҫлашҡансы ҡарап ҡалдым. Осланмаған эштәре, әйтелмәгән һүҙҙәре уны шулай дәртләндереп, йәүкәләп йөрөтә был донъяла, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүҙән ҡурсалай. Татар әбекәйгә лә эс бошоуҙан ҡотолдорорлоҡ берәй мәшәҡәт өйөргә ине? Бәс, уйлап та таптым!

“Пионер” журналындағы фотола күреп ҡалғайным: ҡала ҡыҙҙарының формалары бигерәк тә матур икән. Аҡ кофтаһы, ҡыҙыл галстугы, ярай, беҙҙекеләрҙең дә бер иш, район универмагынан һатып алалар. Ә бына тегеләрҙең юбкаларына күҙ ҡыҙҙы: ҡуйы зәңгәр төҫтәге тауарҙан складкалап тегелгән. Ҡыҙҙарға күрһәтһәм?

Юл ыңғай магазинға һуғылдым. Кеҫәмдә – өләсәйемдең пенсияһы, үҙем әле аҡса алып өлгөрмәнем. Беҙҙең магазинда сәйе-кәнфите лә, шырпыһы-тоҙо ла, кейем-һалымы ла бергә һатыла. Уҡыу кәрәк-яраҡтары ла шунда уҡ. Тауар төргәктәрен ҡуҙғатҡылап ҡараным: миңә кәрәклеһе лә ята!

– Шевиот, яҡшы тауар, тик беҙҙә уны кем алһын, ҡиммәтле,– тип ҡуйҙы һатыусы Сәхи ағай, кемгәлер крәндил үлсәп торған еренән.– Сәмиғуллин әйтә, бындай тауарҙан офицерҙарға китель тегәләр, ти.

– Киңлеге күпме?

– Киңлеге – мул, метр ҙа ҡырҡмы, иллеме...

– Миңә етмеш сантиметр етәлер, итәккә?

– Етә-етә,– тип эргәмә килде Сәхи ағай. Ул ғүмер буйы ошонда эшләй, кемдең тәҙрәһенә нисә метр селтәр кәрәклегенә тиклем белә.

Аҡсамды самаланым да киҫтереп алдым. Иртәгәнән дә ҡалмай, Йәнкиҫәк Татар әбекәйгә теге журналды күрһәтеп, заказ бирәйем.

Магазинда халыҡ дәррәү шул хаҡта гәпләшә ине: ауылыбыҙҙың атаҡлы Хәйри буры иреккә сыҡҡан. Ниҙәр күргәндер уның дыуамал башҡайы төрмәлә, бөтөнләй аяҡтан яҙып ҡайтҡан, ти. Аяҡтары бар ҙа, быуынһыҙ, ти, баҫа алмай. Электән дә, бала сағынан, полиартрит булыпмы, ай буйы ныҡ ауырып, иҫе инерле-сығырлы һаташып ятып, һылтыҡлап ҡалған булған, шунлыҡтан һуғышҡа алынмаған икән.

Толпарсыҡҡандың ғәҙәте – бурын да, иҫәрен дә үҙенеке итеп таный, йәлләй. Ҡур ауылдың яҡшыһы ла, яманы ла бәләкәй ауылдыҡына ҡарағанда күберәк була, тип әллә аҡланалар, әллә аҡлайҙар?

Ҡайтып инһәм, Яңы өйҙә лә шул уҡ хәбәр: Гөлшәһүрә инәй менән өләсәйем Хәйри бурҙың малай сағын иҫләп ултыралар.

– Солтанай сәсәниә әйткән, ти бит, Хәйривараның әсәһенә, алдан ал, насар ғәҙәте бар баланың, тип. Хәстәле ул, өшкөрт, тигән. Тыңламаған инде, мына лаһа...– Бер тауыштан шулай сөкөрҙәшә ике көндәш һин дә мин.

Ауыл яңылыҡтары бер килке баҫылып тора ла, күпмелер ваҡыт үткәс, тағы урғып ҡалҡып сыға. Хәйри бурҙы ла, берсә әрләп, берсә ҡыҙғанып, онотоп торғайныҡ, күпмелер ваҡыттан үҙен тағы иҫкә төшөрҙө. Һуғым мәле еткәйне: ҡаҙ өмәләре үткән, хәҙер эре мал һуялар – һарығын, башмағын, йылҡыһын... Хәйри бурҙың ҡатыны Ғилмиә апай иртүк күршеһенең ҡапҡа тышына үҙҙәренең һарыҡ тәкәһен алып барып бәйләгән, бер ыңғай салып бирегеҙсе, тип. Өйҙәрендә – ике еткән ҡыҙ ҙа аяҡһыҙ ир бит инде. Ул ҡыҙҙар сөгөлдөр эшләй, кейәүгә сыға алмайҙар һаман, шул атайҙарының алама даны һирпеләлер, күрәһең. Ҡыҫҡаһы, Хәйри бур күршеһенең бағанаһына бәйле һарыҡты һағалап, ахырҙа урлап алып ҡайтҡан: “Берәйһен саҡырып, тиҙ генә һуйҙыр!”– тип әйтә икән бисәһенә. Уныһының һушы киткән иренең туңғаҡ ерҙән имгәкләп барып, урлашып йөрөүенә. Үҙҙәренең малы икән тип белмәй, танымай ҙаһа... Дөрөҫөн әйткәс, илаған, мин урлашмай тора алмайым, тип. Төрмәлә үҙенең әйберен үҙе урлап бер булған: кейем-фәләненме, кеҫәһенә йәшереп алып ҡалған икмәк киҫәгенме камералашының матрас аҫтына үҙе йәшерә лә аҙаҡ үҙе урлай... Сирле тип Солтанай сәсәниә дөрөҫ әйткән.

Быны ишеткән халыҡ оторо ҡыҙғанды үҙенең атаҡлы бурын. Һуғышта ике аяғын ҡалдырған Йәнсура бабайҙың (мин бәләкәй саҡта уҡ вафат булды) тәгәрмәсле арбаһын килтереп биргәндәр, өйҙә төңкәлеп зарыҡмаһын, йәнәһе. Ул арбала йәйен-ҡышын йөрөргә була – ултырырға ярҙам итһәләр, тәгәрмәсен ҡул менән әйләндерәһең дә... Ғилмиә апайҙың ҡото осҡан: тағы урлашырға тотонасаҡ таһа Хәйри, былайтып “аяҡланғас”! Уныһы Йәнсура бабай арбаһында зыйлатып ауылды көнөнә өс урай, ти.

Күп тә үтмәй, Ғилмиә апайҙы Сәмиғуллин саҡыртып алған.

– Ҡойолоп төшмә улай, ҡурҡма, кәңәшләшергә тип кенә өндәштем, Хәйривара алдында һөйләшә торған һүҙ түгел,– тигән Сәмиғуллин.– Уны ҡабат төрмәгә япһаң, шул китеүенән иҫән ҡайтмаясаҡ, аңлайһыңмы?

– Инвалидҡа төрмә була тиме? Әҙәмдән оят, шуныһы ҡыйын...

– Йәмғиәткә зыяны булһа, инвалид та яуап тота.

– Сәмиғуллин ағай (үҙенән ололар ҙа уға шулай өндәшә), зинһар, төрмәлә серемәһен инде бахырҡайымдың башҡайы!..

– Теге юлы ул колхоздың бер өйөр йылҡыһын ҡыуып алып китеп, икенсе бер эрерәк бурға тапшырып торғанда тотолдо. Өйөрҙә Күк юрға тоҡомо ла бар ине, ә ул үҙе генә лә – машина хаҡы. Оҙаҡҡа ултырҙы. Ә унда зэктар, заключенныйҙар инде, ауыл мужигын шундуҡ бөгөп ала, үҙең күрәһең һөҙөмтәһен.

– Нишләйем һуң?!

– Мин һиңә бер кәңәш бирәм, берәүгә лә әйтмәҫкә һүҙ бирһәң.

Килешкәндәр. Кәңәш шунан ғибәрәт икән: ире нимә генә урлап алып ҡайтһа ла, тотонмаҫҡа, шундуҡ Сәмиғуллиндың үҙенә хәбәр итергә. Ул килеп протокол төҙөй ҙә урланғанды хужаһына тапшыра, уныһы ҡаршы ғариза биреп тормаһа.

– Урлаша ла, шундуҡ үкенә бит ул, үҙе лә кире ҡайтарыр ине,– тип илап ебәргән Әилмиә апай.

– Ҡайһы бер осраҡта, әйҙә, кире ҡайтарһын, көтөңкөрәп торорбоҙ. Ауылдан сығып китеп, тирә-яҡта урлашып, колхоз мөлкәтенә тейеп йөрөй алмай ҙа инде ул хәҙер?

– Ошо хәлендә ҡайҙа, ти, улай йөрөү... Бәлки, ташлар ҙа уғрылығын, тим. Һуғыш ваҡытында урлашманы, башын баҫып эшләне фермала.

Ғилмиә апай был һөйләшеүҙе, бәлки, бер генә кешегә һөйләгәндер, сер итеп. Утыҙ ике теш араһынан сыҡҡас инде, тотош ауыл белгән. Һәм һәр кем ризалашҡан Сәмиғуллиндың аҡыллы кәңәше менән. Унан да бигерәк кәрәкмәгәнерәк ваҡ-төйәкте кәртәгә элеп тә киткеләйҙәр хәҙер, Хәйри бур күрһен, тип. Тағы шуны һынағандар: нимәлер урлағандан һуң, ул өс-дүрт айға “боҫа” икән, бер нәмәгә лә теймәй. Эйе, ауылдың күҙе үткер, ҡолағы сос,– хәҙер нисәнсегә шуға инанам. Ә Сәмиғуллинға ихтирамым артҡандан-арта. Шундай кешеләрҙе атайҙарҙыр ҙа “ысын коммунист” тип, ошо һүҙ гәзиттәрҙә йыш күҙгә салына. Аптырап та ҡуям, айырым кешеләргә ҡарата ғына шулай әйтелгәс, кеҫәһендә партбилет йөрөткән бәғзе коммунистар ысын уҡ түгелме, улайһа?

22[edit]

Тиҫтерҙәремә армияға сират етте. Харис менән Фатих, Әхиәр хеҙмәткә алынды. Бер сәғәт эсендә егеттәребеҙҙе, хәрби марш музыкаһын яңғыратып, машинаға тейәп алып та киттеләр. Бөтәһе һигеҙ призывник. Уларҙы оҙата сыҡҡан кешеләргә иғтибарлап ҡарап сыҡтым. И, илаһыҡайым, Ғәҙилә инәй тора бер ситтәрәк, Ҡупшыҡайын ҡосаҡлап. Рәшитен иҫләйҙер инде. Балбабай менән Бүреһуҡҡан олатай ҙа бында. Татар әбекәй ҙә бар, күҙҙәрен яулыҡ осо менән һөрткөләп ала. Арбаһына ултырып Хәйри бур ҙа килгән. Һалдатҡа киткәндәрҙең ата-әсәләре, туған-тыумасалары, дуҫтары – кәнсәләр алдындағы майҙан халыҡ менән тулған. Бәс, Сабир менән Кәбирҙең атайҙары ла күренә, улдарының дуҫтарын оҙата сыҡҡандарҙыр. Әшрәф бойоғобораҡ баҫып тора, уның эргәһендә Миңзифа һырпалана.Тап шул минутта Айыусынан Әсмә килеп етте: «Уф, ҡыҙый, өлгөрмәнем!» – тип беләгемдән ҡултыҡлап алды. Әшрәф беҙҙең яҡҡа талпынды, Миңзифа уның юлына арҡыры төшөп албырғатты. Шул арала ҡустыһы Әшрәфкә гармун килтереп тотторҙо, ул, башын саҡ ҡына ҡырын һалып, уйнап ебәрҙе – Толпарлы һауаһына таныш түгел моңло көй урғылды. Үҙе сығарғандыр был көйҙө. Әсмәгә булған мөхәббәте унан, мәктәптә йыр дәресенән саҡ-саҡ өлгөргән, нотаны ҡолағына ла элмәгән малайҙан, һуңғы бер-ике йыл эсендә гармунсы яһаны. Көйө лә уға – йөрәген башҡаға биргән урман ҡыҙына бағышланалыр? Ошо минутта күңелем төпкөлөнән сәмем тауыш бирҙе: һине лә берәү картинаһына төшөргәйне, һин дә берәүҙе рәссам булырға ҡанатландырғайның! Әммә Әшрәфтең моңо был тауышты тиҙ баҫты, шул дәрәжәлә илаһи ине ул сөнки.

Татар әбекәйҙе, Бүреһуҡҡан олатай менән Балбабайҙы ҡартәсәйем сәйгә саҡырҙы. Әсмә менән мин дә эйәрҙек, бер ыңғайҙан серләшеп тә алырбыҙ, тип ҡыуаныштыҡ. Ғәҙилә инәйгә лә өндәшкәйне, ул: «Әрәхмәт, Әрәйхана күршем, ашығам, Әрәшитем ҡайтып төшһә, өйҙә булайым», – тип өйөнә ашыҡты.

Олатай менән Балбабай сәйҙән һуң умарталыҡҡа юл тотто. Әсмә лә ҡайта һалып китте, ауылында хәҙер ҡарт-ҡоро ғына йәшәп ҡалған, шуларға ярҙамлаша, ҡышҡылыҡҡа утыны ла юҡ икән бер ҡарсыҡтың. Мин Татар әбекәйҙе оҙатып ҡуйҙым, теге тауарҙан итәк тегеү тураһында килештем бер ыңғайҙа.

Ә ҡолағымда, гүйә, баяғы хәрби марш шаңдауы яңғырай: мейемде борсоулы уй быраулап, йәнемде хәүеф ҡоршағайны. СССР үҙенең киң ҡанаты аҫтына Төньяҡ Вьетнамды алды, Көньяғын АҠШ ҡурсалай. Тағы, меңдәрсә саҡрымдарҙа ятҡан ил сәйәсәте өсөн Америка менән Советтар Союзы һуғыша. Американдар бомба яуҙыра, беҙҙең зениткалар самолеттарын бәреп төшөрә... Немец фашистарын еңгән быуынға һаман йән тыныслығы юҡ – уларҙың улдарын һәм ейәндәрен Вьетнам һуғышы көтәме?!

Ауылға көҙгө туҡлыҡ, һиллек килде. Ашлыҡ – бураларҙа, бәрәңге – баҙҙа, сөгөлдөр – шәкәр заводында, мал-тыуар – ҡурала. Атайымдың бер һүҙе иҫемә төштө: штиль. Диңгеҙҙең шып-шым, шып-шыма торған сағы икән ул – штиль. Ә елләй, дауыллай башлаһа, тулҡындарҙы үрә баҫтырып, шторм ҡотора... Дауыл уҡ ҡупмаһа ла, тормоштағы тынлыҡ-тымыҡлыҡ оҙаҡҡа бармай. Был юлы шомло елдәр беҙҙең ике донъябыҙға бер ыңғай килеп бәрелде – Яңы өйгә лә, Атай йортона ла. Ҡар төшөр алдынан ғына Шәрифә апайым ҡайтып әйләнде. Ике көн генә торҙо. Етеп килгән ҡыштың һалҡынлығын алданыраҡ ҡалдырып китте ул беҙгә... «Нәҫелдә булмағанды». Апайымды оҙатҡанда ла, аҙаҡ та ҡартәсәйем ошо һүҙҙе ҡабатланы ла йөрөнө. Әлтәф еҙнә малай ғына көйөнсә ФЗО-ға сығып киткән дә, шул булған ҡалала тороп ҡалыуы. Ҡупшы кейенеп, апайымды һоратырға килеүен онотмағанмын, миңә ялтыр ептәр менән ҡайылған үтә күренмәле яулыҡ бүләк иткәйне. Әле лә иҫтәлекле әйберҙәр араһында һандыҡта ята ул яулыҡ, әрһеҙләп туҙҙырманым, матур булғас. Шул йәй отпускыһын ауылда үткәреп, апайымдың башын әйләндерҙе: туйын үткәрә һалып, ЗАГС-лап алып та китте Өфөгә. “Әүрәтте баланы... Баязитымдың армиянан ҡайтҡанын да көтөп торманыларсы...”– тип үртәлеп йөрөп, саҡ баҫылды ҡартәсәйем.

Ә мине: «Ҡыҙ баланың ваҡытында кейәүгә барыуы һәйбәт, ҡартайып-фәлән ултырып та ҡалыр, егермеһе тулған даһа инде»,– тип ышандырғайны, апайымды һағынып илағас. Бүтәнсә иламаным. Миңә, ун бармаҡлыҡ һандың ғына осона сыға алған өс йәшлек ҡыҙсыҡҡа, егермене тултырыу – ҡартлыҡ башланыу ине.

Йыл тигәндә, апайымдарҙың малайҙары тыуҙы. «Әллә ниндәй Рубес тигән исем ҡушҡандар сабыйға,– әлеге ҡартәсәйем тағы әсенеп һөйләнде. – Исем атау – яҙмышыңа фатиха менән бер ҙәһә»... Күп тә үтмәне, Әлтәф еҙнә машина менән ҡайтып, әсәһен – Орҡоя ҡоҙағыйҙы ҡалаға күсереп алып китте. Ҡартәсәйем, йортон һатма, кейәү, йәйҙәрен ҡоҙағый ҡайтып торор, исмаһам, тип ҡарағайны ла, тыңламаны. Һәм бына оло кешенең һүҙен йығыуҙың һөҙөмтәһе! Сит кешегә ҡағылһа, бәлки, шулай тип нотоҡлап та алыр инең ҡапылда, тик үҙебеҙгә ҡаҡлыға бит был юлы. Рубестары насар юлға баҫҡан! Ете йәшкә тиклем берҙән-бер бала булып, иркәнән шашып үҫкәс ни... Икенсе улдары Русландың (иҫкесә – Арыҫлан тип, ҡартәсәйем был юлы риза булды) алтыһы тулған, ағаһына – ун өс йәш. Милицияға учетҡа алғандар, ти, шул әле алтынсыла ғына уҡып йөрөгән малайҙы. “Берәй йәшкә өлкәнерәк булһа, ултыртып та ҡуйырҙар ине”,– тип үкһеп иланы Шәрифә апайым.

Өс үҫмер ҡала буйлап бала-сағаның велосипедтарын тартып алып, кеҫәләрендә булһа, ваҡ тиндәрен дә һыпырып, ҡурҡытып йөрөгәндәр.

– Өйҙә ике велосипед тора: “Пионер” тигәнен Русланға ҡалдырҙыҡ, өлкәненә өр-яңы ҡиммәтле спорт моделен алдыҡ, нимә етмәйҙер?!

Апайымдың был һорауына ҡартәсәйем ҡаты ғына итеп яуапланы:

– Ҡайыш етмәй!

– Атаһы һыҙырып та ҡараны, ысҡынып сығып китте лә шул төндө өйҙә ҡунманы... Хәҙер ҡот осоп тора, бөтөнләй юлдан яҙмаһын, тип. Подвалдарҙа эскеселәр, наркомандар тулып ята. Ҙур ҡалала кешене эҙләп табырлыҡмы? Уф, әсәй!

– Кәңәшемде тотманығыҙ, тип кәпкәкләп тормайым инде... Үҙем дә ғәйепле, Баязиттың балаларын ғына бала күрҙем, атайһыҙ үҫтеләр бит. Ҡайыштың билгә быуа торғанын әйтмәйем, ә ата ихтыяры, әсә күҙе, ҡара тирҙе сығарған эш ҡайышы, тим, етмәгән. Бер ҡарсыҡҡа һалышып ни. Ҡоҙағый үҙе лә Әлтәфенә баш була алманы, йомшаҡай. Уныһы әлдә һөнәр алды, эшкә бирелде. Ирең аҡса тапҡан, малайҙарға ваҡыт тапмаған, ә үҙең ни ҡараның?! – Ҡартәсәйем, ҡулын һул яҡ түшенә ҡуйып, үҙенең йөрәк ҡағышын тыңлағандай, бер арауыҡ өндәшмәй торҙо ла өҙөп-өҙөп әйтте: – Арыҫланды бында килтерегеҙ, уҡырға төшкәнсе торһон ауылда, Камил ағаһы ыңғайына аҡылға ултырыр, эшкә лә таһылланыр. Арҡа һөйәген нығытырбыҙ. – Шунан, апайыма һынсыл ҡарап, өҫтәп ҡуйҙы: – Өлкән баланы яҡшы тәрбиәләһәң, бәләкәйерәктәрен ул эйәртә лә бит, аһ, уйлап еткермәгәнһегеҙ. Әйткәндәй, ҡоҙағыйҙы ла алып килегеҙ, бергә ҡыштырҙарбыҙ ошонда. Ә һеҙ, кейәү менән икегеҙ, бөтә уйығыҙ-хәсрәтегеҙ Рубеста булһын, ишетһен ҡолағығыҙ! Күҙ яҙҙырмағыҙ! Ошо мәлдә, эҫе мәлендә, айырып алмаһағыҙ яман юлдан, һуң булыр!

– Мәктәбен алмаштырайыҡмы, тип аптырап торабыҙ.

– Алмаштырығыҙ. Исемен дә алмаштырығыҙ! Өфөлә оло мәсет бар, муллалар бар, әҙәмсә ататығыҙ баланың атын.

– Ишеткәс, Әмин абый үсекләгәйне: «Ребус тиһәләр, ҡолаҡҡа ятышлыраҡ булыр ине», – тип.

Мин тик торғандан шул һүҙҙе ҡыҫтырып ҡуйҙымсы?

– Ребус булды ла инде ул беҙгә, Нурия туғаным.

– Шәрифә апай, Ребусты, әй, Рубесты ла йәйге каникулға килтерегеҙ Толпарлыға, мин уны колхоздың пионер лагерына алып барырмын, Толпарсыҡҡан күлен, Сәтләүек урманындағы осар тейендәрҙе, тау үренә аҡҡан шишмәне күрһәтермен. (Үҙебеҙҙең Италия, Шаһимаран түмәләсе тураһында әйтеп торманым, апайымдың былай ҙа ҡатҡан башын бутап ни.) Ә ул беҙҙең пионерҙарҙы русса һөйләшергә өйрәтер.

– Эйе шул. – Апайымдың тауышында өмөт һиҙелде.

– Кейәү нимә тиер әле? – Ҡартәсәйем апайыма тағы һынап күҙ һалды.

– Риза булыр. Булмай ҡараһын, донъяла мин дә бар әле! Гелән уның яйына ҡуйҙым бығаса, хәҙер улай булмаясаҡ, хулиганлыҡтан йолҡоп аласаҡмын улымды!

– Иншалла, балам, бергәләп тотонһаҡ, бер малайлыҡ ҡына булырбыҙ.

Шәрифә апайым, ике-өс аҙнанан Руслан менән ҡәйнәмде алып килербеҙ, тип Өфөһөнә ҡайтып китте. Ә беҙгә ул ҡалдырған хәүефле хәбәрҙән оҙаҡ ҡына өшәнес булып торҙо.

Ошо арала ғына күпме кисерештәр һуғарҙы күңелемде: Менәүәрәнең шиғырҙары “Ленинсы” ла баҫылып сыҡты, Әлфиә апаның “Ботаника мөйөшө” район мәктәптәренә үрнәк итеп ҡуйылды, беҙҙә уҡытыусылар кәңәшмәһе уҙғарылды. Әшрәфтең ҡустыһы Илдар шахмат буйынса үҫмерҙәр араһында район чемпионы булды. Ағаһының түбәһе күккә тейгәнен күреү үҙе ни тора: Илдар бит уның нәҫелендә лә уҡыуға зирәктәр барлығын иҫбатланы!

– Институтта уҡытасаҡмын ул Ботвинникты!.. – тине Әшрәф, ауыҙы ҡолағына етеп. Әммә шул арала етдиләнде, хатта моңһоуланды.

– Әсмә хат яҙамы? – тип һораны, күҙемә туп-тура ҡарап.

– Яҙа. Бөтә белгән-күргәндәргә сәләм әйтә. – Әшрәф һаман ниндәйҙер һүҙ көтә. Өҫтәйем, күптән ишеткәнемде: – Кулинарныйҙа бәрәңгенән егермеләп блюдо әҙерләргә өйрәтәләр икән. Бер йыллыҡ, ти, уҡыуҙары.– Юҡ, егет минән күҙен алмай, әхирәтем хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт өмөт итә. Нишләмәк, күңелен яраламай ҡалып булманы, асыҡлыҡ индерҙем: – Артур армиянан ҡайтыуға уҡып бөтәсәк.

Әшрәфтең артынан бойоғоп ҡарап ҡалдым. Бынау Әсмәһен әйтер инем, ошондай ҙа эшсән, баҫалҡы егетте һанламай, әллә ҡайҙан килгән Артурға ғашиҡ булды, иҫәүән! Нисек ҡабынып китһәм, шулай тиҙ һүндем: мөхәббәт ҡошо үҙе генә беләлер ҡайһы күктә ҡанат ҡағырын, моғайын. Үҙем дәһә иҫәүәндең дә иҫәүәне – ситлегемә үҙ ирке менән инергә теләп торған бөркөттө осороп ебәрҙем. Хаҡлымынмы, түгелме?!

Ошо һорауға берәй төрлө яуап килерме-юҡмы тип, бер нисә көн төпкөл аңымды, асылымды күндәм генә тыңлап йөрөнөм. Юҡ, үҙемә үҙем яуап бирә алманым... Асыл тигәндәй, ҡартәсәйем әсәйемә төбәп бер әйтеп ҡуйғайны лаһа: «Баязитым аса алманы уның асылын...» – тип. Бына шуға дәлил таптым. Шәрифә апайымды күрергә әсәйем менән Самат ағай килеп, киске сәғәттә оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙылар. Мәктәптән ҡайтышлай мин тағы инә һалып сыҡтым улар янына. Шунда әсәйем йырланы. Самат ағай гармунын тотоп килгән, уйнай икән.

Тәҙрә төбөм ҡаты бал,

Ашайһың килһә, ватып ал...

...Әсәйем тәҙрәнән ҡарап йырлап тора. Уның ҡулдарына беҙ – мин, игеҙәктәр, өләсәйемдәр, сат йәбешкәнебеҙ. Аяҡтарын тышаулағанбыҙ. Ҡанат остарына (ҡанаттары бар икән!) таш таҡҡанбыҙ. Ул иреккә ынтыла, күктә кәйелеп осҡан аҡ күгәрсендәрҙе күҙәтә, түгелеп илай. Күгәрсен тигәнем атайымдың хаттары, имеш. Бер мәлде ҡартәсәйем ысҡындырҙы әсәйемдең ҡулын, шунан – мин... Шул саҡ берәү тәҙрә төбөндә гармун тартты!

Һөйөүҙәрең ысын булһа...

Тәҙрәңдән тартып ал!

– Тартып алдың инде... – Ҡартәсәйемдең шулай мығырҙағанын мин генә ишеттем. Әммә әсәйемде ҡыҙғанманым Самат ағайҙан: бәхетле иткән, асылын асҡан бит, рәхмәт!

– Тағы берҙе, еңгәкәйем, беҙҙекен, йырла инде! – тине Шәрифә апайым. Әсәйем инәлтеп торманы, “Шахта”ны башланы:

Китә ҡаҙҙар, китә ҡаҙҙар,

Китә ҡаҙҙар Донбасҡа,

Мин дә уйлап торам әле

Шул ҡаҙҙарҙан ҡалмаҫҡа...

Бына тағы бер ғәжәп: әсәйем элек был көйҙө бошонҡо итеп көйләй торғайны, ә әле күтәренке кәйеф менән өҙҙөрөп һалды. Ә минсе, йөҙ тыңлаған һүҙҙәрҙе “Китә ҡыҙҙар, китә ҡыҙҙар, китә ҡыҙҙар Донбасҡа...” – тип эсемдән үҙгәртеп ултырам. “Шахта” ниңәлер атайымды түгел, ә Донбасс яҡтарындағы Мәүлиҙә исемле ҡыҙҙы хәтерләттесе?

– Төн сыҡҡансы сумырып ҡар яуған. – Әллә һөйөнөп, әллә көйөнөп, шулай һөйләнде лә өләсәйем бер төйөнсөк килтереп тотторҙо: – Ошо йомғаҡтарҙы эшеңә барышлай ҡоҙағыйға индереп сыҡ. – Үҙе хәҙер бейәләй-фәлән бәйләй алмай шул, бармаҡтары кәкрәйгән, һарыҡ йөнөн тетеп, иләп-сирата ла ҡартәсәйемә тапшыра. Икеһе бер кешелек булалар . Тыҡрыҡтан минән алда бер-ике кеше генә уҙған, ҡарҙы саҡ йырып сыҡтым. Ҡартәсәйемә боролор алдынан Гөлбикә апайҙың күгәрсенле ҡапҡаларына, Ғәҙилә инәйҙең өйөнә лә күҙ һалып өлгөрҙөм. Атаҡ... Ғәҙилә инәй өй алдындағы эскәмйәһенә таң менән сығып ултырған? Ҡупшыҡайы аяҡ осонда һуҙылып ята, инәй уны ҡосағынан сығармай торғайнысы? Ҡартәсәйемә йомғаҡтарҙы тотторҙом да, әлеге күргәнемде һөйләй һалып, эшкә ашыҡтым.

– Хәҙер үҙем сығып беләм күршекәйемдең хәлен, һин тотҡарланма! – тип ҡалды ҡартәсәйем. – Икеһе бергә китеп барҙылармы икән, бисаралар? Йәсәле...

“Китеп барҙылар?” Ғәҙилә инәй менән Ҡупшыҡайҙы әйтәме? Аһ! Икеһе бергә?! Аңланым...

Яңғыҙ тигәс тә, олоғара ауыл эсендә бөтөнләй үк әҙәм күҙенән төшөп ҡалмай инде ул берәү ҙә. Ғәҙилә инәйгә лә күрше-күләне, Байҙар урамында йәшәгән ике туған ҡустыһы Һөйөнгән Зәйет бабай ингеләп йөрөй. Байҙар урамының атамаһы миңә “Зөлхизә вә Абдрахман” ҡиссаһынан уҡ таныш – Малик бай урамы. Әле лә унда нәҫел-нәсәбе йәшәп ята, улар, әлбиттә, башҡаларҙан байыраҡ түгел, әммә халыҡ телендә тарихтары тере әле. Ә бына Һөйөнгән тигән ҡушамат Зәйет бабайға тиктән генә йәбешмәгәндер ?

Әй, Ғәҙилә инәй... Күптән түгел мин дә тимурсылар менән барып сыҡҡайным уға ярҙамға. Хыялыйлығы күңелендә генәлер, донъяһы бөхтә, тәҙрәләрендә бәйләм селтәрҙәр, мейесе ағартылған. Бала-сағаны ҡоймаҡ ҡойоп һыйлап ҡайтарҙы. Улай ҙа бер малайҙы: «Мин мәшәҡәтләнгән арала күпер яғын ҡараштыр, Әрәшитем ҡайтып төшмәҫме», – тип ҡапҡа алдына сығарып баҫтырып ҡуйҙы... Бысып ярылған утыны ята ине, малайҙар шуны соланына индереп өйҙө. Ҡыҙҙар һыу килтерҙе, иҙән йыуҙы.

– Хөкүмәт ҡарай, Аллаға шөкөр, – тине инәй,– утын-бесәнен килтертә. Кәзәм бар ҙаһа, бына Ҡупшыҡайым менән икебеҙгә һөтө етеп тора. Туғаныма рәхмәт инде, Зәйетемә, ул йөрөй сатан аяғын аямай миңә ярҙам һорап, кәнсәләр тупһаһын йөҙ тапап...

Мин әлеге Зәйет бабай хаҡында уйландым, ә бер малай бөтөнләй башҡа һүҙгә иғтибар иткән: “Хөкүмәт менән Алла бабай бер кәнсәләрҙә ултыра, был әбейсә, “ – тип бөтәһен дә көлдөрҙө. Бәйләнмәнем уға, дөрөҫөрәге, төплө генә итеп ни әйтергә белмәнем. Әмин абыйҙың киҫәтеүе лә иҫемдә: атеистар тәрбиәләй мәктәп.

Әй, Ғәҙилә инәй... Бәхил бул, исмаһам, ысын донъя рәхәтен күр, ғәзиз балаңдың нурлы рухы менән осраш – яуҙа шәһит үткәндәр сират күперенән атлап түгел, осоп ҡына уҙа ла тура ожмахҡа эләгә, ти. Һин дә, инәй, ожмах түрендә ултырырһың – кемгә зыяның тейгән был фани донъяла?!

Бәғзе ҡалын нәҫелле бәндәне лә шулай күмәкләшеп оҙатмайҙар һуңғы юлға, Ғәҙилә инәйҙе оҙатҡан ише. Һуғыштан ҡайтмаған улын көтөп һарғайған, тоғроларҙан-тоғро әсәләрҙең үрнәге бит ул. Ҡупшыҡайға ла хөрмәт күрһәтелде: уны ауыл осондағы мал зыяратын уратып алған ҡайынлыҡҡа күмделәр.

– Ҡупшыҡайым ауырый, ошо арала ике тапҡыр ташлап ҡараны ла, мине йәлләп, кире ҡайтты, тип торғайны Ғәҙилә күрше яңыраҡ. Бесәй өйөнән китеп юғалып үлә бит, ғәҙәттә. Кистән сығып ултырғандар микән? Ҡупшыҡайы алдан йән биргәндер, юғиһә, итәгенән тешләп тартып өйөнә индерер ине. Мәхлүк, бесәйен әйтәм, хужабикәһенең аяҡ осонда тәгәрәп ята. Төнгө һалҡында ни, туңмаҫлыҡмы, ҡапыл шаҡрайтты лаһа... – Мәрхүмәнең өсөн уҡытып ҡайтҡан ҡартәсәйем шулай тип әсенде.

– Колхозда эшләнеме Ғәҙилә инәй берәй ваҡыт? – Хәсрәтен еңеләйтмәк, уны һорауға күмә башланым.

– Эшләмәй ни! Ҡайҙа ҡушһалар, шунда эшләне. Ун биш-ун алты йыллап барҙыр – өйҙә. Зиһене ҡаҡшаны бахырҙың тамам, Рәшитенең ҡайғыһынан арына алманы ла ҡуйҙы.

Зөлхизә өләсәйемде күҙ уңында тотоп, икешәр улын юғалтҡан кешеләр ҙә бар, тиергә уйланым да, Абдрахман олатайымды, әсәйемде иҫләп, өндәшмәнем. Башҡа миҫал килтерҙем.

– Таллы ауылындағы Мөхлисә инәйҙең өс улы һуғышта ятып ҡалған, ти, ул бирешмәгән?

– Һәр кемдең дә йөрәк көсө, зиһен ҡеүәһе бер иш кенә түгел, ҡолоҡасым. –Ҡартәсәйем Ғәҙилә инәйҙәр яғына ҡараған тәҙрә янына барып баҫты ла. – Һүнде... – тип ҡуйҙы.

– Ҡартәсәй, анау Һөйөнгән Зәйет бабайҙың ҡушаматы ҡайҙан килеп сыҡҡан, һөйлә әле?

– Һы... Һиңә ҡыҙыҡ булһа, һөйләйем һуң, хәтереңә теркәп ҡуй, әләйһәң.

– Ҡыҙыҡ, ныҡ ҡыҙығам!

– Һуғыштан һуң ир-аттың күпселеге әйләнеп ҡайтманы, ҡайтҡаны ла – ғәрип-ғөрәбә, имен-һауҙары бик әҙ. Ағзалары теүәленең дә күңеле имгәнгән инде ул... – Ҡартәсәйем шулай алыҫтан башланы. Уны йәүкәләп ҡуйҙым:

– Сулаҡ Мансур ағай, ике аяҡһыҙ ҡайтҡан Йәнсура бабай мәрхүм... (Кәнсәләр йыйыштырған осорҙа халыҡты тотош танып бөттөм тиерлек). Ә был Һөйөнгән Зәйетте бик белмәйем?

– Уның эштән башы сыҡмай, гәп һатып йөрөргә ваҡыты юҡ. Ә ҡушаматымы? Һуғыштан ҡырҡ икенсенең башында уҡ яраланып ҡайтты: һыңар аяғы бәкәленән өҙөлгән, уң ҡулының ике бармағы юҡ. Сатанмын тип торманы ул, ағас аяҡ яһатып кейҙе лә колхоз эшенән ҡалманы. Ә ҡушаматы ҡайтыу менән тағылды, гел бер үк хәбәрҙе һөйләүе арҡаһында. Мин дә бер ишетеп торҙом, һүҙмә-һүҙ тигеләй иҫтә ҡалған, тыңла, тап уныңса бәйән итәм:

– Беҙҙе штрафбаттыҡылар артынан күтәрәләр ине атакаға, ә уларҙы фронттың иң ҡурҡыныс урынына тығалар. Мин яраланған көндө лә... Өс көн, өс төн туҡтауһыҙ алыш барҙы. Пушкалар ата, гранаталар шартлай, миналар ярыла, автоматтар тырылдай – әллә нимес үлемесле ут яуҙыра, әллә үҙебеҙҙекеләр, айырып алырлыҡ түгел. Шул саҡ мина ярсығы прикладтағы ике бармағымды, баш бармаҡ менән һуҡ бармаҡты, ҡыйып үтте, һиҙмәй ҙә ҡалдым, хатта ауыртманы ла кеүек. Бер ҡарағанда бармаҡтарым ерҙә ҡыймырлап ята ине, икенсе ҡараһам – тупраҡ баҫҡан. Ҡулымдың тотош һулҡылдап һыҙлай башлауына, аяғыма пуля килеп тейҙе, итегем тиҙүк ҡанға тулды... Күҙемде асһам, һул аяғымды киҫкәндәр, гангренанан ҡурҡытып. Уң ҡулда ике бармаҡ юҡ,уныһы ярай инде... Аяҡһыҙ нишләрмен! Эргәлә ятҡан яралы урыҫ һалдаты, өҙгәләнеүемде күрептер, әйтеп ҡуйҙы: «Бармаҡһыҙ ғына ҡалһаң, браток, трибуналға эләгер инең. “Үҙенә үҙе атып, аяҡ-ҡул бармаҡтарынан яҙыусылар бар икән, уларҙы дезертирҙан яман хөкөм итәләр, ти, шуны белдем. Эй, һөйөндөм, әлдә аяғыма тейгән пуля, тип. Ысын һөйөндөм...

Ҡартәсәйем теге көн мин индереп сыҡҡан йомғаҡтарҙы һикегә тәгәрәтте, хәҙер урам яҡ тәҙрә янына менеп ултырып, көн яҡтыһында ойоҡбаш бәйләйәсәк. Ә миңә Яңы өйгә йүгерергә кәрәк. Йүгерҙем. Өләсәйем Ғәҙилә инәйҙе оҙатырға бара алманы. Көн һыуытһа, аяҡһыҙ булып ултыра ул, фермала алған “ырматизы” ҡуҙғала. Ҡултыҡлап ишек алдына сығарып ҡараным, юҡ, ары атлай алманы. Көн дә аяҡтарын камфора менән ыуып, һарыҡ тиреһенә урап ултыра торғас, әкренләп ысҡындыра торған ул сир...

Кисләтеп кенә Татар әбекәйгә юл тоттом. Журналымды, тауарымды ҡалдырып, тиҙ генә инеп сығарырмын, тиһәм, Татар әбекәй тотҡарланы:

– Үлчәмеңе алыйм, Нуриякәем.

– Бар ҙа инде һиндә?

– Әллә кайчангы бит ул үлчәмнәр, син хәзер үскән кыз ич, тотып кияүгә бирерлек.

– Кейәүең үҙеңә булһын, Йәнкиҫәк! – Шулай тип әйттем дә ҡуйҙымсы. Көтмәгәндә.

– Ә-ә, бигүк алыс китмәгәнсең әле теге кечкенә кызчык Нуриядән. Жанкисәк дигәнеңә рәхмәт алай да. Кил әле, билеңне үлчик!

– Бик оҙон итмәйек, хәҙер ҡыҫҡараҡ итәк модала.

– Бәрәч, иелгәндә оятың күренерлек булмасын. Тоташ складкаларга житми, алдан икәүне, арттан икәүне салабыз да, – тип һөйләнде Татар әбекәй һәм тауарҙы маҡтап ҡуйҙы: – Бу бөтәрләнми, бер үтүкләсәң, тора инде. Затлы әйбер затлы инде ул, югыйсә, толпарчыканнар әйтмешли, “очсызлының чулпасы татсыз”...

Бер генә буш минут юҡ – шыршы байрамына әҙерләнәбеҙ: мәктәптә лә, өй эсендә лә. Камила маскарадҡа ҡупшыланып мәш килә. Принцесса булғыһы килә уның. Индианка итеп кейендерергә өгөтләп ҡарайым да – яҡын да килмәй, ситсанан сари кейәләрме, затлы тауар бирегеҙ, әтеү, ти. Әйткәндәй, мин үҙем шаршауҙы ла сари итеп кейә инем, маңлайыма буяу төртәм дә... Уф, яңыраҡ ҡына белдем: ул буяу “тика” тип атала икән, ирле ҡатын булыуға ишара, имеш. Абау, әлдә бер кем шуға иғтибар итмәгән, көлмәгән минән. Бына әле үҙемдән үҙем көлөп торам, аңһыҙҙан хур булыуы оҙаҡ түгел, юғиһә. Бәс, теләй икән, принцесса булһын минең һеңлем! Тик принцессаға кәттәһе кәрәк тәһә кейемдең? Әмәлен тапҡан ҡыҙыҡай: тәҙрә селтәренән, мендәр япҡысынан, һандыҡ төбөндә ятҡан теге ялтыр епле үтә күренмәле яулыҡтан, киҫмәй-тураҡламай ғына, килештереп күлдәк теккән. Аҙаҡ һүтеп бирәм, ти. Сәй ҡурғашынан таж да яһап кейҙе башына. Әсәйемдең ҡыҙыл быяла мунсағын теҙеп йәбештергәйне, оҡшай яҙҙы ысын тажға. “Кәртинкәһең инде, батша ҡыҙынан да матурыраҡһың”! – Өләсәйем шулай тип тә ебәргәс, Камила бер-ике көн маҡтанып йөрөнө, бөтә ҡиәфәте менән беҙҙең ише ябай әҙәмдәр араһында йөрөгән аҡһөйәк икәнлеген күрһәтте. Торғаны артистка! Һөнәре кем булыр, әммә хәҙерҙән үк ун ике йәшлек кенә был ҡыҙыҡайҙың киләсәктә шәп ҡатын булыры төҫмөрләнә. Үҙенең затын әлүктән аңлай һәм һанлай белә. Камилдың иһә бер бәләһе юҡ, мыштым ғына ҡушҡанды эшләп тик йөрөй. Ана, әле лә әсәйемдең иҫке яһалма тунынан Татар әбекәйҙән тектереп алған айыу костюмын кейергә риза, еңен-балағын оҙонайтып бирәһе генә. Өс йыл кейә инде шуны, һис мыжымай. Шуларҙы әйтһәң, Камила: «Малай кешегә бара ул», – тип кенә ҡуя. Әллә маҡтауы, әллә түбәнһетеүе? Һуңғы осор һеңлем минең иғтибарҙы ныҡ тарта башланы. Мыжыҡлығы менән теңкәгә теймәй хәҙер, киреһенсә, ҡыҫылмаған эше юҡ, бөтәһен бер юлы белергә теләй. Самат ағай Ғаян менән Камилды Толпарсыҡҡанға быраулап уйылған кескәй мәкеләрҙән балыҡ ҡармаҡларға алып барғайны, шунан ҡайтып сәй эсеп ултырғанда, өләсәйемдең быларҙы йүпәтләп: “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ” – тип әйтеүенә Камила: “Ә ҡатын-ҡыҙға етмеш ете төрлө һөнәр ҙә әҙ – етмешен ул тыуғанда уҡ белеп тыуа!” – тип сирттерҙе. Малайҙар, уны ишетмәгәндәй, һаман балыҡ емләү, балыҡ ҡарпытыу хаҡында һөйләште. Самат ағай иһә миңә күҙҙәрен ялтыратып ҡарап ҡуйҙы, һин нисек уйлайһың, тигәндәй. Өндәшмәнем. Сөнки был тәңгәлдә тәғәйен фекер йөрөтөп ҡарағаным юҡ ине әлегә. Ә Камила уйланған... Ошо һөйләшеүҙән һуң һеңлем уғата сәмләнеп китте. Өләсәйемдең ай-вайына ҡуймай, йөн иләргә, сиратырға өйрәнде. Йомғаҡ йомарлау етмәгәнме – ошоғаса шул ине шөғөлө. Ҡышҡы каникулда Татар әбекәйҙән кейем бесергә, тегергә өйрәнергә иҫәбе бар, етмәһә. Әсәйем бер барғанында Белореттан иҫке генә “Зингер” машинкаһын һатып алып ҡайтҡайны, баштараҡ, игеҙәктәр бәләкәй саҡта, әҙ-мәҙ тегенеп маташты ла ташлап ҡуйҙы, текелдәүе эсемде бошора, тип. Татар әбекәй, машинканың тауышы йәнемде тынысландыра, тисе? Шул онотолған “Зингер”ҙы Камила бер мөйөштә ябыулы торған еренән алып, энәһен күҙәүләп ҡуйҙы. Ысын тегенсе кеүек ҡылана ҡыҙыҡай...

Өй эсендәге кескәй донъяла ла, эйе, туҡтауһыҙ үҙгәрештәр бара, тормош ҡаҙаны ҡайнай. Ул ҡаҙан тотош ауылда сағыштырһыҙ дәүерәк һәм урғылып- ташып тора. Ҡур донъяла – илдә, ғөмүмән Ер шарында (һәм Оло йыһанда) барған хәл-ваҡиғаларҙан да ситтә ҡалмайбыҙ. Бөйөк Ватан һуғышы, Хиросима фажиғәләре, Гималай тауҙарындағы ҡар кешеһе Йети, джунглиҙа бүре өйөрөндә тәрбиәләнеп үҫкән малай Маугли – был турала радио һөйләп тора, бер нисә йортта телевизор бар хатта, гәзит-журналдар хаҡында әйтеп тә тораһы юҡ. Ә элек? Томана булған халыҡ... Бәс, минең ауылымда белмәгәндәрме ни һуғыш афәтен – беҙҙекеләр ҙә унда баш һалған, Хиросима ҡайғыһына беҙме битараф – үҙебеҙҙәге Ҡыштым шул хәлдә. Ҡар кешеһенең эҙен, ана, Айыусы һунарсылары үҙ күҙҙәре менән күргән дә хатта. Урал урмандарында инә бүре имеҙеп үҫтергән малай тураһындағы риүәйәтте ҡайһы башҡорт хәтерләмәй? Һәр йәһәттән хәбәрҙарбыҙ. Сөнки Толпарлы борон-борондан дүрт тарафҡа илткән юлдар менән бәйле.

Миңә ҡалһа, ауыл – донъя кендеге ул. Шул кендек бөтә ғәләмде ризыҡ менән туйындыра, мәңге юйылмаҫ ҡан хәтере, тел байлығы, рухиәт менән һуғара һәм, моғайын, тап ошо бәйләнеш аша ҡайтарыла уға ғаләм шаңдауҙары. (Кеше өсөн әсә ҡарыны кесе йыһан булһа, кешелектең кесе йыһаны – ауылдыр.)

Башымды тағы эшкә сумырҙым. Татар әбекәй тиҙүк тегеп биргән итәгемде кейеп барҙым да отряд вожатыйҙарына мода күрһәттем, ныҡ оҡшаттылар. Өлкән синыф ҡыҙҙарына шыбырлағыҙ, пионер бүлмәһенә килеп күрһендәр яңы фасонды, тинем, көтөүе менән йөрөмәһендәр, икешәр-өсәрләп кенә.

Ул көндө ишек ябылманы. Иртәгәһенә Сәхи ағайҙың йыуан төргәк тауарын алып та бөткәндәр, ҡиммәтле тип тормағандар. Шунан ни, билдәле, Татар әбекәйҙе баштан-аяҡ заказға күмгәндәр. Бөтәһенә лә тиҙ кәрәк! “Йөз юбканы ничек тегеп өлгертим сезгә, жен карчыгымы мин әллә!” – тип әйтә, ти, тегенсе. Һанап сыҡҡандар, йөҙ үк түгел, егерме ете генә, ти. “Менә чиратыгыз, килгән берегезне, үлчәме-исеме белән, язып бардым дәфтәргә – каникулдан соңга килеп алырсыз, аннан да алда булмый!” – шулай ҡырт киҫкәс, үҙемдекеләр, йәғни пионеркалар, менән ныҡлап һөйләшеп ҡуйҙым: заказдарын ашыҡтырмаҫҡа, Совет Армияһы көнөнә дружина сборына яңы форма менән килергә. Комсомолкалар нишләр, үҙҙәре ҡараһын.

Бер арала инеп, Татар әбекәйҙе лә тынысландырҙым: “Күҙеңде бөтөрөп, көнө-төнө тегенеп ултырма, Йәнкиҫәк, 23 февралгә тиклем өлгөртһәң, таман булыр”.

– Әл дә искәрттең, Нуриякәем, гажиз булып утыра идем... – тип еңел һулап ҡуйҙы тегенсе, ике айлап ваҡыт барлығын белгәс.

Ауыл үҙенең тел тирмәнендә тартып алғандыр ул ҡиммәткә төшкән фасонлы итәктәрҙе лә. Бер-ике көн әйләндерә-тулғандыра ла ул бындай хәбәрҙе, онота, елгә осороп ебәрә. Туҡтауһыҙ эшләп тора тирмәне... Мәҫәләнме? Хәйри бурға тип шул тирәләге кәртәгә элеп ҡуйылған күн бейәләйҙе бер малай күреп ҡалған да эйәһенә алып барып биргән. Теге химия уҡытҡан абыйҙыҡы икән, ундай һирәк әйбер таныулы була инде ул. Абый үҙенсә йәлләгәндер Хәйривара ағайҙы: ҡышҡы һалҡында тәгәрмәсте ҡулы менән әйләндереп йөрөгән кешегә күн бейәләй ҡулайыраҡ таһа. Бына геүләп алды ауыл, теге малайҙы маҡтап, “белеме һай булһа ла, эсе тар түгел икән” тип, абыйҙы хуплап.

Торараҡ, яңы ваҡиға иғтибарын яуланы Толпарлының. Закир Мөслөйөнә ике яҡтан алимент аҡсалары яуа башланы. Почталағылар, алимент ул тәртиптә ебәрелмәй, тип ҡараһалар ҙа, хатта ки был аҡсаларҙың кемдән һәм ҡайҙан икәнлеген белһәләр ҙә, ауылдың үҙ тәфтише – һалдаттар сөгөлдөр ташыған мәлде ҡайтанан иҫкә төшөрөргә, полковниктан малай тапҡан Ҡарағашты, самогонсы Сәмәй ҡарсыҡты ла ҡалдырмай, йәшенле йәй фажиғәһен дә ҡуҙғатып, хәтер барлап сығырға форсат тыуҙы.

...Теге юлы, Мөслимә апайҙың хәрби частан килгән хаттарҙы йыртып ырғытып тороуын почтальонка Зөмәрә апай аша белгәс, Мәүлиҙә менән икәүләп Олексийҙан сер тартып ҡарарға булдыҡ: кем менән осрашып йөрөнө икән ул беҙҙең Сафура һылыуыбыҙ? Алданып, хур булды бит, тыума бала күтәреп ултыра. Ундайҙарҙың хәҙер тетмәһен тетәләр ауылда, һуғыштан һуңғы ир-атҡа ҡытлыҡ заман түгел дәһә, тиңдәштәре тубыҡ тиңенән – табыр ине кейәүҙе үҙебеҙҙә лә, бәс.

Ә ҡыҙ, ысынлап та, һылыу ине, аҡ йөҙлө, ҡыйғас ҡашлы, һомғол буйлы. Етмәһә, ифрат оҫта бейеүсе, анау тансаларға йөрөп кенә һәләк иткәндер үҙен? Ниһайәт, Олексийҙың яуабы әлеге апаһы аша Мәүлиҙә ҡулына килеп инде. Күрәнле буйына самауыр йыуырға тип барҙыҡ та шунда аулаҡта уҡыныҡ хатты.

– Шул Ҡандра татарылыр, тип уйлағайным да! Урыҫ-мурыҫ менән йөрөргә Сафура улай уҡ үткер, аҙғын ҡыҙға оҡшамаған. Татар барҙа – хәтәр бар! – Ҡыҙып киткән еремдән шып туҡтаным. Мәүлиҙәнең мине ҡултыҡлап торған ҡулы ағас кеүек ҡатты ла ҡуйҙысы? Абау, эргәмдә урыҫ һыңары украинды һөйгән әхирәтем тора лаһа, уны үпкәләтәм дәһә. – Әй, мөхәббәткә маңҡа мешать итмәй инде, нимәгә ярһыйым, – тинем дә махсус өҫтәп ебәрҙем: – Үҙемә береһе лә ҡарамағас, көнләшеп киттемсе.

– Һин бәләкәс булып ҡалдың, быйыл булһа, үҙеңде урлап ҡасырҙар ине әле, – тип хәлемде еңеләйтте Мәүлиҙә. – Мин Олексийға кейәүгә барғас, йыл буйына һөйләрҙәр, атайымдың бәрейе ҡубыр инде, ә, Нурия?

– Ҡубыр ҙа... Ҡайғырма, Әмин абый тиҙ тыныслана ул. Бөгөн барырға тормайһың да кейәүгә? Алам, тиме ни?

– Юҡсы. Ике-өс хат алышып ҡына... Ул алмаһа, Нурия, бел, башҡа берәүгә лә бармайым, ирһеҙ ҡартайһам ҡартаям!

– Белдем...

Шуны ла белдем: атай менән үҫкән ҡыҙҙар “кейәү”, “ир” тигән һүҙҙе теленә алыуҙы бер ни күрмәй. Моғайын, был төшөнсәләр улар өсөн тәбиғиҙер.

Сафураның үҙенә алдан өндәшмәй торҙоҡ, Мөслимә апайҙың хаслығын да, Олексийҙың хатын да әлегә сер итеп тоттоҡ. Апайыраҡ та беҙгә, мәктәпте ун йыллыҡ сағында бөтөп ҡотолдо – йә әрләп ташлар. Унан килеп, теге һалдат тауыш бирерме, юҡмы әле. Алеша, уға дөрөҫөн яҙҙым, ҡыҙҙың хәлен аңлаттым, тигән дә ул...

Беҙ Сафураның күңелен аяп йөрөгән арала, ауыл зыҡ ҡупты: Ҡандра егете хат-фәлән яҙып маташмаған, үҙе килгән дә төшкән! Ваҡыт тиҙ үтә шул, һалдат армиянан ҡайтҡан, өйләнеп тә өлгөргән. Ҡандра үҙебеҙҙә – Башҡортостанда ла бит... Тик... Яҡын араларҙы ла барып етә алмаҫлыҡ итеп алыҫайта торған сәбәптәр була икән. Сафураны килен итеп төшөрә алмай Ҡандра ере.

Хәбәр бер сама иләктән иләнеп, ләстит кәбәге осоп китеп, хәҡиҡәт тосо күренгәс, шулар асыҡланды: егет бик ныҡ үкенгән, Сафура мине көтһә, килеп алыу ине ниәтем, ә ул хаттарыма яуап бирмәне, тип өҙгәләнгән. Беҙҙең яҡта һылыуҙарыбыҙҙы рисуай иткәндәрҙең арт һабағын уҡытырға ла күп һорамайҙар, әммә Ҡандра егетен битәрләп ҡалманы Толпарлы. Сабыйын күкрәгенә ҡыҫып яратҡан да Сафураға әйткән, ти бит: «Малай минеке, минем күзләр... Жаным, гафу ит! Теләсәң, алиментка бир, баш тартмыйм. Үзара ризалык белән булса, яхшырак булыр иде, даими ярдәм итәргә әзермен. Шикләнмә, жаным... Нигә соң хатларыма жавап язмадың? Загслап ала идем сине, анттыр менә, жаным!» Ҡандра кейәүенең (ауыл уны кейәү тип таныны хәҙер) был һүҙҙәрен әлеге почтальонка Зөмәрә апай ишетеп торған, бер-бер бәхәс килеп сыҡһа, Сафураны яҡлашырға тип өйҙәренә махсус барған, ти. Уның ҡолағына ингән хәбәр халыҡҡа тиҙ барып етә, билдәле. Ахырҙа, телдән-телгә тирбәлдереп, өҫтәп-ҡабартып йөрөтә торғас, Толпарлы был ваҡиғанан “Кейәү жаным” тигәнде генә йолҡоп алып ҡалды. Имеш, Мөслимә апай Ҡандра егетенә, юхаланып, шулай тип өндәшкән. Закир ағай тап шул көндө йомош менән Стәрлегә киткән булған, төртмә телдәрҙән ҡотолған, әйтәгүр. Ә Закир Мөслөйөнә килгәндә, юхаландырырһың уны, әллә ниндәй үҙ һүҙле апай ул, кире сигенәһе башы юҡ. «Яратһаң, армияңдан тура бында килер инең, өйләнеп ятмаҫ инең,– тип шартлатып әйтеп тора, ти, егеткә, – ҡыҙ яуап бирмәгән, имеш, кеше может үлгәндер йә ауырып киткәндер – бел тәүҙә!» Ошоноһона ышанам: сөгөлдөрҙә эшләгәндә мин уның холҡон һынаным, һындырырлыҡ түгел. Ана шунан һуң баяғы аҡсалар килеп керҙе лә инде Мөслимә апайҙарға. Бер яҡтан «Кейәү жаным» ебәргән, икенсе яҡтан – Сафура үҙе. «Мә, һинең арҡала етем ҡалды был бала!» – тип малайын әсәһенә тотторған да Себергә, Надым ҡалаһына, эшкә сыҡҡан да киткән дәһә, шунан һалған алиментты. Бәс, һүҙҙең дөрөҫө кәрәк, балаңды ҡараған өсөн бирелгән аҡсаны тағы ҡайһылай атарға? Хәйер түгел дәһә. Ә Закир Мөслөйө почтала уҡ алименттарҙы кассаға һалып ҡуйған, ейәнемә үҫкәс кәрәк булыр, тип. Әйтәм дәһә шундай ныҡ апай ул, үҙ туҡһаны туҡһан. Сафураһы малайын бөтөнләй ташлап ҡуйһа ла, өләсәһе һау булһын, кеше итәсәк ейәнен.

Толпарлыла ла, бар Ер йөҙөндәге кеүек, кешенең ниндәйе генә юҡ: яҡшыһы – яманы, иманлыһы – иманһыҙы, матуры – йәмһеҙе. Иң иманһыҙы Хәйри бурҙыр, тиһәм, түгел икән? Сәмәй ҡортҡаға рәнйей халыҡ, ир-атты эскесегә әйләндереп бөтә ләһә шул самогонкаһы менән, тип. Тотанаҡһыҙыраҡ ҡатын-ҡыҙ ҙа әүрәп бара ул шайтан эсемлегенә. Ярай инде, һуғыштан тән яраһы алып, ғәрипләнеп ҡайтҡан ағайҙар, һыҙланыуҙарын баҫыр өсөн эскеләй, уларҙың нервылары ла ҡаҡшаған. Ә шап-шаҡтай ике ир эсеп үлгәс (колхоздың иҫке силос соҡоронда аунап ятҡан ерҙәренән тапҡандар), ауылдың түҙеме сигенә етте! Унлаған ҡатын Сәмәйҙе «хөкөм итергә» барған. Ҡапҡаһын эстән бикләп, ҡасып ҡотолған. Өй ишегендә лә йоҙаҡ эленеп тора, ти. Моғайын, кемдер иҫкәрткән ҡортҡаны. Ҡатындар самогонсыны эт ишетмәгән яман һүҙҙәр менән әрләп, тәҙрәләренә таш бәргесләп, үстәрен ҡайтарған бер сама. «Йәшенеп өлгөргән, ҡулға эләкһәме, сәсен йолҡор инек албаҫтының, шашты бит, үҙ башына булғыры!» – тип ҡырсыналар, ти.

Халыҡты былай сығырынан сығарғас, Сәмәйҙең көнө бөттө Толпарсыҡҡанда. Бәс, Сәмиғуллин ҡайҙа ҡарай? Ошо арала ғына ике килеп тикшергән, самогон аппаратын тартып алырға тип. Закон юҡ тиктомалға кеше өйөнә тентеү һалырға, тип ҡаршылашҡан әле Сәмәй, етмәһә. Мин үҙем – закон, тигән дә Сәмиғуллин, бының донъяһына овчаркаһын индереп ебәргән. Эт бер ерҙе ҡалдырмай еҫкәп сыҡҡан, әммә теге аппараттың эҙенә төшмәгән. Иң ғәжәбе – тамсы ла самогон юҡ, ти, өйҙә, исмаһам. Тотош ихатаны еҫкәп сыҡҡан овчарка, Сәмәйгә яза бирҙертерлек дәлилдәр, гүйә, елгә осҡан? Шунан ни, нишләһен, үҙен аҡлаптыр, Сәмиғуллин: «Минең Вулканға (этенә инде) санкция кәрәкмәй!» – тигән. Уның менән килгән Сәкинә апа – ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе лә – «Ай, әттәгенәһе!» тип бот сапҡан. Һис аптырап бармаған, үҙе хаҡында үҙе гелән, мин – математик, мин – конкрет кеше, мине тишек шүмәнгә ултыртыуы ҡыйын, тигән апаны ла һемәйткән был Сәмәй ҡортҡа. Шүмән тигәненә ултырып шыуғандар икән әүәле: ҡабыҡтан йәки туңған мал тиҙәгенән яһалған «сана» икән дәһә. Ҡаты тиҙәкте йомро ҡулса эсенә тултырып, өҫтөнә һыу ҡойоп туңдыраһың да, ҡуптарып алаһың – шүмәнең әҙер. Мәрәкәлер ул тауҙан туп-тура түгел, ә өйрөлөп-өйрөлөп, зыр-зыр шыуып төшөүҙәре?

Сәмиғуллин да, Сәкинә апа ла мәсьәләнең төбөнә төшмәй ҡала торғандарҙан түгел. Тентеү һөҙөмтә бирмәгәс, береһе эскелек менән мауыҡмаған ир-атты йыйып кәңәш ҡорған, икенсеһе бисә-сәсәне ойошторған: нисек тә Сәмәйҙе фашларға! Ҡортҡаның өйөндә самогон юҡ, магазинға ла араҡы килтерелмәне шул арала, ә эскәндәр эсеүенән туҡтамайҙар. Ҡайҙан алып эсәләр? Сәкинә апа миңә лә комсомол, пионер активын эҙәрмәнлеккә йәлеп итергә ҡушты.

Ниһайәт, тотолдо Сәмәй! Ысын албаҫты икән шул: төн йөҙөндә, кеше аяғы һил булғас, йылт ҡына өйөнән сыға ла юҡ була, ти. Күршегә лә инмәй, үҙенә лә ҡайтмай... Шул тирәлә осрашып йөрөгән ике ғашиҡ иғтибар иткән: артынан һепертке менән эҙен һепереп бара, әллә ен ҡарсығы микән,тип ҡурҡҡандар ҙа һөйләгәндәр кемгәлер. Сигнал тиҙүк Сәмиғуллинға барып еткән. Баҡса артлаш күршеләренең ташландыҡ иҫке мунсаһында ҡыуа, имеш, ҡортҡа самогонын. Күршеләре күҙ ҙә йоммай танған, белмәмеш тә күрмәмеш ҡыланалар, ти. Яңы мунсаны яғабыҙ, иҫкеһенә аяҡ та баҫҡаныбыҙ юҡ, һүтеп ташларға ҡул етмәй тора, тигәндәр. Кем белә, бәлки, алдамайҙарҙыр? Сәмәй тотош утыныбыҙҙы яғып бөтөргән, тип бәлә яғалар, ти бит . Шунан ни ҡалғаны ла асыҡланды. Төндә ҡыуып, шешәгә тултырып, ҡайтышлай уҡ теге силос соҡорона, шунда сереп, һаҫып ятҡан ҡалдыҡ силос араһына тығып йәшереп китә икән. Алдан уҡ аҡсаһын биреп ҡуйған ағайҙар кистән шунда “ҡыйыш тейәргә” баралар... Баяғы мәрхүмдәр, береһе Мәҡсүт ағай (ҡатыны Кәшифә апай менән сөгөлдөрҙә эшләгәйнек, баҫыу өҫтөндә сирләп йығылғайны), шешәләрен өҫкә алып менеп тә тормай, соҡор төбөндә эскәндәр...

Сәмиғуллиндың Вулканы силос араһынан ун буш шешә, өс тулы шешә соҡоп сығарған. Экспертизаға биргәс, Сәмәйҙең самогонға тауыҡ тиҙәге ҡушҡаны асыҡланған. Шулай итһәң, эсемлек зәһәрерәк, ғәйрәтлерәк була, тиме. Ахырҙа Сәмәй ҡортҡаны район үҙәгенә алып киттеләр – енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әммә ауылдың үҙ ҡануниәте лә бар. Әллә нисә йыйылышта тикшерҙеләр был фажиғәне. Ике кеше үлеп ҡалды, ауыр йылдарҙа ла, хатта йот осоронда ла йөҙөн ҡарайтмай, күрше-тирә халыҡҡа ла терәк була алған, атаҡлы муллалары булған, мәғрифәт, мәҙәниәт нуры таратҡан мәшһүр Толпарлыбыҙға хурлыҡ яғылды лаһа. Миңә ҡатын-ҡыҙҙар ултырышында ҡатнашырға тура килде, Сәкинә апа саҡырҙы, тыңлап ултыр, район гәзитенә яҙырһың, тип. Унан хәбәрсе килеп, үҙенсә тасуирлап, ауылыбыҙҙы донъяға рисуай иткәйне инде итеүен. Ярар, мин үҙ күҙлегемдән ҡарап яҙырмын, ғүмер буйы намыҫ менән йәшәгән Бүреһуҡҡан олатай, алтын ҡуллы Хәйрулла ағай, Күк юрға тоҡомон һаҡлап ҡалған егәрле Мөхәрләм нәҫеле хаҡында иҫкәртермен, ҡырҙан төшкән килендәрҙе лә ситкә тибәрмәгән илгәҙәк кешеләребеҙ хаҡында һөйләрмен. Орденлы Зөлхизә өләсәйемде лә телгә алырмын, бәс! Белһендәр Толпарлының лайыҡлы кешеләрен, бер Сәмәй өсөн бәҫебеҙҙе төшөрөп ташламаһындар әле!

Ҡатын-ҡыҙҙар советында Сәмәйҙең ысын исеме яңғыраны – Хәлисә. Самогонсылығынан Сәмәйгә әйләнгәнлеген күптән белһәм дә, тағы бер ғәжәп иттем: ҡушаматты оҫта тағалар беҙҙә, әйтәгүр. Абай булайым үҙем дә, йәбешһә лә арыуы йәбешһен, тим, ҡушаматтың. Әлегәсә Нуриямын, шөкөр, Баязит ҡыҙы тип үҙәгемде өҙөп алалар ара-тирә… Атайым хаҡындағы уйыма эйәреп әллә ҡайҙа китә алманым, самогонға яһалған экспертиза тәңгәлендә һүҙ сығыуға, Мәҡсүт Кәшфийе үкһеп илап ебәрҙе:

– Әйтәм, күҙенә күренеп йонсоно бахырымдың, айбалта күтәреп батша һаҡсылары баҫтыра, ти ҙә ҡайҙа кереп боҫорға белмәй сәбәләнергә тотона. Карауат аҫтына ла инеп китә… Ниндәй батша, ниткән айбалта? Аптырашымдан Әүхәт ағайҙы ла саҡырғайным бер көндө, бсих булған, тисе.

– Психикаһы боҙолған, эсеүҙән, белая горячка йәғни. – Фельдшер ағай тыныс ҡына тауыш менән йүнәтеп ҡуйҙы, ултырышҡа уны ла өндәшкәйнеләр. – Ана шул тауыҡ тиҙәге галлюцинация биргән дә инде, йәғни күҙенә күренгән. Әүхәт ағайҙың һүҙ ыңғайы “йәғни”һен ҡалдырмай, медицина телен аңғартып ҡуя торған шәп ғәҙәте бар. Мәктәптә йыш ҡына лекциялар менән сығыш яһай ул. Бала-сағаға ҡыҙыҡ түгел бит уның төрлө сирҙән һаҡланыу, дауаланыу тураһындағы хәбәрҙәре, шуға күрә теләһә ниндәй һорауҙар биреп албырғатырға әүәҫтәр. Бер шулай, алтынсы синыфта инек шикелле, беҙгә лә килгәйне. «Инфаркт миокарда, йәғни йөрәк инфаркты, тәмәке тартҡандарҙа йыш осрай», – тип кенә башлағайны, Айыусы ҡыҙҙары ултырған яҡтан ҡысҡыра һалдылар: «Үҙең тартаһың бит, ағай!» Шунан ни фельдшер һуғышта ҡатнашыуын, хәрби госпиталдә көнө-төнө операция өҫтәле артында баҫып тороуын,аяҡ өҫтө йоҡлап китмәҫ өсөн тәмәке тартырға мәжбүр булыуын һөйләп алды. Әҙерләнеп килгән темаһына тағы һүҙ ялғағайны, Әшрәф һорау бирҙе: «Кешенең йөрәге йоҙроғо дәүмәллек була, тиҙәр, шул ысынмы?» Әүхәт ағай әйтеүенсә, ысын икән: йөрәк – бер йоҙроҡ, ә баш мейеһе ике йоҙроҡ ҙурлыҡта, ти. Уңарсы звонок шылтыраны, малайҙар кемуҙарҙан йоҙроҡтарын үлсәшә, үсекләшә-төртөшә башланы…

Ултырышта ишеткәндәрҙе яҙып барам, ыңғайында бала саҡтағы хәлдәр ҙә хәтер офоғонда ялтлап алғылай шулай. Сәмәй ҡортҡа йәшлеге һуғыш йылдарына тап килеп, кейәү сыҡмай ҡыуарған ҡарт ҡыҙҙарҙың береһе икән. Ҡырҡ алтыла ғына, имеш, үҙе, ә “ҡортҡа” рәтендә йөрөй, ҡотһоҙ үҙе килеп. Баҫыуҙа аңһыҙҙан лобогрейка ҡанаты аҫтына кереп китеп ҡазаланған да, уң ҡулы терһәгенән бөгөлмәй ҡалған, шуға колхоз эшенә сығарып бармайҙар уны. Самогон ҡайнатырға бер ҙә ҡамасау түгел зәғифлеге? Ана шул аламалығы арҡаһында һөймәлеге лә юҡтыр уның: эсе йәмһеҙҙең тышы йәмһеҙ.

Анау “биләмә”ләренә лә индермәнеләр ирҙәр ошо Хәлисәне, исмаһам, һарыуы ҡайнап боҙолдо ул, тип йәлләп тә ҡуялар ине ҡайһы берҙә. Әлегәсә һаман ярлыҡау эҙләне ауыл... Ә хәҙер уны яҡлаусы, ҡыҙғаныусы юҡ! Күрәләтә тыйылған сикте ашатлап үтте ләһә: бисә-сәсә күпме инәлде, өгөтләне, әрләне-ҡарғаны – туҡтаманы, ҡомһоҙлоғона баш булманы. Ала бына хәҙер язаһын.

Нишләптер, суд ҡарары көтөлгәнсә ҡаты булманы, шартлы рәүештә генә хөкөм ителде Сәмәй. Ә бына язаның Күктән төшөрөлгәне һәр кемде тетрәндерҙе: көпә-көндөҙ ҡортҡаның йорто нигеҙе-нийе менән баҙына убырылып төшөп китеп ҡыйралған, абау! Күргән кеше лә бар, ти: ҡыйығына һауанан ҙур суҡмар һуҙылып килеп төшкән дә, өй ҡапыл юҡ булған. Күҙ асып йомғансы. Бурама аласығы, әбрәкәйе генә һерәйеп ултырып ҡалған. Өйҙә булһа, үҙен ер йотор ине микән? Хаҡ Тәғәлә хөкөмөмө был, ярабби?! Мәктәп китапханаһында төрлө журналдар өйөлөп ята, шуларҙың береһенән уҡығайным. «Ҡарғыш төшә» тигәнде мистикаға һанаған фән үҙенсә аңлата: һәр кемдең ҡеүәтле энергетик көсө бар һәм шул көс, бигерәк тә күп кешенең тупланма энергетикаһы, бер нөктәгә йүнәлтелһә, шул нөктәне яндырып, емереп юҡ итеүе лә ихтимал. Тимәк, халыҡтың энергетик ҡеүәте бергә ойошоп, Сәмәйҙең өйөнә барып төшкән? Ә ул ҡеүәтте әҙәм балаһына кем биргән? Аллаһ таһа! Хәйри бурҙың (уның ише бәғзеләрҙең) сирле икәнлеген дәлилләгән мәҡәләгә лә юлыҡтым һәм ғалим фекеренә мөкиббән ышандым: клептомания тигән уғрылыҡ сире бар икән шул. Уның менән ауырыған кеше урлашмайса түҙә алмай, ә ваҡытында дауалаһаң, үтеүе ихтимал, имеш. Хәйривара ағайҙы кем врачҡа, етмәһә психологҡа, алып барып йөрөһөн инде әүәл замандарҙа. Хәҙер һуңдыр, ауырыуы шашҡан, уҙынғандыр... Шул ыңғайҙа нишләптер бер һорау тыуҙы башымда: әгәр Хәйривара ағай түгел, ә Ғилмиә апай шул хәстәгә тарыһа, төрмәгә эләкһә – ҡатынын йәлләр, түҙемлек менән көтөп алыр, ҡәҙер күрһәтер инеме икән уға ир кеше?

23[edit]

Ҡартәсәйем бар ихласлығын хәҙер намаҙ уҡыуға, дарыу үләндәре йыйыуға һәм Атай йортона тамам эйәләшеп алған Камилаға үҙенең холоҡ-фиғелен «йоҡтороу»ға бирә. Төш юрауын, ҡот ҡойоуын да ташлап ҡуймаған, унан тоҙ өшкөртөп, шифалы төнәтмәләр яһатып алыусылар ҙа етерлек. Бала таба алмай яфаланған биҙәү ҡатындар хатта тирә-яҡ ауылдарҙан килеп эсен һыйпата... Әлдә генә һөнәре күп ҡартәсәйемдең, ҡул ҡаушырып, уфтанып ултырырға ваҡыты юҡ. Һеңлемдә үҙемдең бала сағымды төҫмөрләйем. Торғаны мин түгел, әлбиттә, уның хыялдары әллә ҡайҙарға олғашып осоп йөрөмәй, ә яҡындараҡ, тормошсаныраҡ кеүек. Хәйер, тотош беләм Камиланың хәсиәтен, тип әйтә алмайым, эсенә инеп сыҡмағаным даһа.

– Шәрифә апайымдар өй эсе менән килеп төштөләр! – Быны шул осҡор Камилабыҙ килеп әйтте. Ҡышҡы каникул мәле, ике малайы ла килде микән? Бәләкәсе – Русланы йәйгә тиклем ҡалырға тейеш ине, теге юлы килешкәнсә. Ҡоҙағыйҙы ла эйәрткәндәрҙер?

Камил шундуҡ йүгерҙе ҡартәсәйемдәргә. Мин мал-тыуарҙы тәрбиәләп, аҙбарҙы ябып индем – көн кискә тартҡан, ҡояш сыуағы һүрелгән сәғәт. Мәшәҡәтле булһа ла, һыйырҙан яҙмауыбыҙға һөйөнөп бөтә алмайбыҙ, өҫтәлебеҙгә һөт-ҡатыҡ килеп ултырған һайын Самат ағайға эстән рәхмәт уҡыйбыҙ, бесән мәсьәләһендә ул ышандырмаһа, оло малды аҫырай алыр инекме ни? Ике һарығыбыҙ, тауыҡ-ҡаҙыбыҙ бар тағы. Ҡаҙ ҡарау, бигерәк тә күкәй баҫтырыу, себеш сығартыу минең ҡулдан килмәй, өләсәйемдең бурысы уныһы. Яҙ етә башлаһа, уйы-хәсрәте шул. Ана, әлүктән ҡайғырта башлаған: ”Нурия, ҡаҙҙарҙың аҫтына ла һалам ырғытҡыла, ата ҡаҙыбыҙ өшөп, эшкинмәй ҡуймаһын!”– тип иҫкәртеп ултыра.

Атай йортона өләсәйемде лә эйәрттем, ырматизы баҫылып тора ошо осор. Шәрифә апайымдарҙың эс бошорғос хәлдәрен ул да белә, борсола лаһа. Беҙҙең ике донъя (әсәйемдәрҙеке менән өсәү инде хәҙер) араһында, шөкөр, һүҙ йәшереү юҡ. Бызмырлап барып етеүебеҙгә, түңәрәкләп ултырып сәй эсергә йыйыналар ине. Әлтәф еҙнәм үҙе лә килгән шул, ҡоҙағый ҙа ҡунаҡлаған түргә – өй эстәре менән килгәндәр, тип Камила дөрөҫ әйткән. Сәй эскән арала ҡоҙағый зарланып алды:

– Ҡалала ни, тышҡа балкондан ҡарап, ситлектәге ҡош кеүек ултырам. Үткән-һүткәндең осо-ҡырыйы юҡ та, исмаһам, бер таныш әҙәм күҙгә салынһа икән...– Шуны ғына көткәндәй, ҡартәсәйем әйтә һалды:

– Йәй һайын ҡайт, ҡоҙағый, бына лаһа арандай өй, көңгөр-ҡаңғыр көн итербеҙ икәүләп. Уландар ҙа унда саң йотоп, бушты бушҡа ауҙарып йөрөмәһен. Ял итерҙәр, Күрәнлене, Толпарсыҡҡанды бер итеп һыу инерҙәр, балыҡ тоторҙар. Ҡулдарынан килерлек эше лә табылыр, донъя көтөп ятҡан булабыҙ ҙаһа. Күптән әйтәм дә, тыңламайһығыҙ... Үҙҙәренең баҡсаһына таш төшкәнен һиҙеп, Әлтәф еҙнә тамаҡ ҡырып алды, әммә ҡайтарып бер һүҙ ҙә әйтмәне, Шәрифә апайым һауыт-һаба йыуырға тотондо.

Камил малайҙар менән шундуҡ уртаҡ тел тапты, илгәҙәк бит ул. Тегеләр ҙә ҡырыҫ уҡ түгелдәр, буғай. ”Тегеләр” тип уйлауымдан үҙемә ҡыйын булып китте: ҡатышмаһаң, туғаның да ситкә әйләнә. Ә бит был малайҙар, Рубес менән Руслан, яҡын, бик яҡын туған миңә – дихаят түгел.

Рубес Камилдан өлкәнерәк. Шуны белгерткеһе килепме, үҙенсә ҡыланып алды. Сумкаһынан шаҡтырлатып шахматтарын килтереп сығарҙы ла: «Уйнайыҡмы?» – тине. Камил баш ҡаҡты, риза йәғни.

– Беҙҙең мәктәптә шахмат-шашка түңәрәге бар,– тине ҡустым, үҙ бәҫен төшөрмәй генә. – Ғаян ағайым менән дә уйнайбыҙ ул... – Эсем көтөрҙәп ҡуйҙы: үгәй атаның балаһын «ағай» ти. Ә кем тиһен, бәс.

Малайҙар шахмат менән мәшғүл, Камила ла шунда урала. Ә беҙ, өлкәндәр, төкөтмәлә әңгәмә ҡорҙоҡ. Шәрифә апайым башта минең дә араға инеп ултырыуыма аптырағандай ҡарап алды ла йылмайып ҡуйҙы, тиң хоҡуғымды таныны, тимәк.

– Ҡәйнәм, Рубесты анау урам хулигандарынан йолоп алырға ине, юлдан яҙып бара бит! – тип һүҙ башланы Әлтәф еҙнә, тамағын ҡырғылап ултыра торғас. – Каникулдан һуң бүтән мәктәпкә бирәбеҙ, фатирҙы ла шул тирәгә алмаштырабыҙ, ҡаланың икенсе осона. Мәктәбен белештек, барып күрҙек, оҡшаны. Математика көслө уҡытыла икән, шуғалыр, малай ҡаршылашманы, шул фәнгә һәләте бар уның. Ана, шахматҡа ла тартыла.

– Еҙнә, беҙҙең бер малай – шахмат буйынса район чемпионы. Һүҙгә йәпле генә ҡушылып киттем мин дә, – хәҙер баш ҡалала көсөн һынап ҡарамаҡсы.

– Шул бала менән таныштырырға, сәмләндерергә ине Рубесты! – Минең фекерҙе еҙнәм шундуҡ элеп алды.

– Мотлаҡ эшләйбеҙ уны, пионер бүлмәһендә тотам да шахмат турниры ойошторам. Каникулда ла балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ, мәктәптә төрлө саралар ойоштороғоҙ, тигәйне директор былай ҙа.

Байтаҡ нәмәләр хаҡында уртаға һалып һөйләштек.Ҡартәсәйем әлеге лә баяғы Рубес тигән ҡолаҡҡа ятмаған исем юҫығында һүҙ ҡуҙғатты. Динислам тип ҡушайыҡ, тигән тәҡдим индерҙе.

Ул арала малайҙар шахмат уйнап туҡтаны. «Слабак әле»,– тине Рубес, Камил яғына ымлап. Кәйефе шәп икәнлеген күрә-тора, быға әллә исем мәсьәләһен әйтеп ҡарарғамы, тип елкенеп ҡуйҙым. Ҡартәсәйем күҙ ҡарашы менән генә ниәтемде хуплап ултырғандай? Ярҙым да һалдым хәбәрҙе, «реакция» тиер ине тағы Бүреһуҡҡан олатай, ишетеп торһа:

– Рубес туғаным, һин алдаҡсы егеткә оҡшамағанһың, дөрөҫөн генә әйт: тиҫтерҙәрең үсектереп бер буламы исемең арҡаһында?

– Еще как! – тип ихлас яуап бирҙе Рубес, «егет» тигән йүкә шына ярап ҡалды быға. – Надоели уже!

– Ә ниңә алмаштырмайһың уны берәй модный исемгә?

– Беҙҙең класта бар ул современный исемдәр: Ники, Серж, Дани, Алекс.

– Николай, Сергей, Данил, Алексеймы?

– Нияз, Сергей, Данияр, Алексей .

Шунда зиһенемдә бер фекер ойошто ла ап-асыҡ итеп ҡартәсәйем теләгәндең бойомо күҙалланды, шатланып телемә лә сығарҙым уны:

– Дэн тигән исем оҡшаймы һиңә? Тулыһынса Динис, Динислам була инде.

– Дэн? Клевый исем, оҡшай! Динис – бара...

– Әтеү, әйҙә, бөгөндән Динис тип йөрөтә башлайбыҙ һине, ауылда әлегә Рубесты белеүсе юҡ таһа.

– Ҡайтҡас, исем ҡағыҙыңды алмаштырырбыҙ,– тип күтәреп алды минең һүҙҙе Әлтәф еҙнә. – Һөйләшә белһәң, тиҙүк эшләп бирәләр уны. Яңы мәктәбеңә яңы исем менән барырһың да ултырырһың.

– Эйе шул,– тип килеште Рубес менән минең диалогты тын да алмай, ҡыҫылмай тыңлап ултырған ҡор.

– Мөғәллимә ләһә! – Ҡартәсәйем ифрат та риза булған, мине шулай ҙурҙан һалып маҡтап ҡуйҙы.

Камила баянан бирле баҫҡан ерендә сыҙай алмай нимәлер әйтергә уҡтала ине, ниһайәт, ауыҙын асты:

– Ә һин бая хәрәмләштең, хәрәмләштең! – Шулай тип һикерәңләне лә өҫтәп ҡуйҙы: – Дэн! Шәп булғас, беҙҙең Толпарлы Ботвиннигы менән ярыш! – Игеҙәге өсөн ҡайһылай сәмләнгән минең сая һеңлем.

– Давай! – тине Рубес, әй Динис тәһә хәҙер. Күҙҙәре янып тора малайҙың.– Иртәгә үк!

Бының ҡыҙыҡҡан, ылыҡҡан шөғөлө бар, ҡайҙа барып бәрелергә белмәй йөрөгән хулигандарҙан айырырға мөмкиндер әле... Шулай уйлап, еңел һулап ҡуйҙым.

Иртәгәһенә тәүге эшем шул булды: Әшрәфтәргә барып, уның ҡустыһы Илдар менән шахмат турниры уҙғарыу тураһында һүҙ беркеттем.

– Апа, мин яңы ход өйрәндем, шуны һынап ҡарайым ул ҡала малайы менән, – тип дәртләнеп риза булды беҙҙең чемпион. ”Апа”. Һы... Апа шул мин хәҙер.

Быйыл, 1966-ла, беренсе тапҡыр 8 Март күнегелгән матур байрам ғына түгел, ә ял көнө лә – Указ сыҡты. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн бөтә ил айырыуса ҙур күтәренкелек менән билдәләй – барлыҡ гәзиттәр ҙә шулай тип яҙҙы, уларҙың биттәре “Әсә – ғорур яңғырай”, “Дан һеҙгә, әсәләр”, “Ҡатын-ҡыҙ – донъя күрке” кеүек яңғырауыҡлы һүҙҙәр менән күҙҙе ҡамаштырҙы, йөрәкте йылытты. Ирҙәр менән тиң хоҡуҡа эйә совет ҡатын-ҡыҙҙарының коммунизм төҙөүҙәге баһалап бөткөһөҙ роле тәмле итеп сурытылды, гүзәл затҡа көн буйы мәҙхиә йырланды.

Мәктәптә кисә уҙғарҙыҡ, уҡыусылар концерт ҡуйҙы. Аҙаҡтан уҡытыусылар йыйылышып, сәй эстек. Әҙерәк эс бошто шунда: егерме дүрт (мине иҫәпләһәк, 25 инде) уҡытыусының бишәүһе генә ир-ат: Әмин абый, тарихсы, химик, физкультурник һәм хеҙмәт дәресен алып барыусы балта оҫтаһы Мәүлит ағай. Бәғзе малайҙарҙың өйҙә лә атайһыҙ, олатайһыҙ үҫеүен иҫкә алһаң, эс бошоу ғына түгел, илағы килә. Бөтә балаға ла минең Бүреһуҡҡан олатайым кеүек кеше табылып тормай ҙаһа. Юҡ, был уйымды тәрәнгә ебәреп, тантана кәйефен ҡыйратмайым әле...

Байрам алдынан Мәүлиҙәгә тигән бүләгемде – үҙем бәйләгән мамыҡ башлыҡты, посылкағыҙға бергә ҡыҫтырып ебәрерһегеҙ тип, Әмин абыйҙарға инеп сыҡҡайным. Рабиға апай өйҙә юҡ, абый, фекер алышырға кеше тапҡанына һөйөнгәндәй, баш ҡағып ҡына иҫәнләште лә, ҙур бүлмәләренең уртаһына баҫып, ярһып һөйләргә тотондо:

– Белеп булмай, ҡайһылайыраҡ боролоп китер донъялар – ил бит, ҙур ил. Һәр кимәлдә лә тартыш бара, Нурия! Ана, беҙҙең мәктәптә сәғәтте, йәғни эш хаҡын күберәк алырға, звание-фәлән тип ҡыйышалар, ә унда, юғарыла, – власть өсөн баш етмәҫлек интригалар, хыянаттар, баш ашауҙар …– Шулай тигәс, абый, һуҡ бармағын өрлөккә табан күтәреп, оҙаҡ ҡына өндәшмәй торҙо һәм, ҡапыл тауышын баҫып, ҡулын һелтәне: – Сәйер халыҡ бит беҙ, бер ҡараһаң – бөйөк, икенсе ҡараһаң… Мына һинең пионерҙарың “Куба – любовь моя!” тип йырлап йөрөймө? Халыҡтар дуҫлығы, әттәгенәһе. Башта, ана, Шәкетау битләүен ҡотҡар райкомдың һайт тигәненә тайт тип торған Аҡназар кеүек әпкәләйҙәрҙән, төйәгенә хаслыҡ эшләүселәрҙән. Тыуған ереңде, илеңде, халҡыңды ҡурсала, шунан инде мәйлең – ярат Кубаны ла… Үҙ балаңдың ауыҙынан тартып алып, үҙ кәреңде бөтөрөп, һуңғы ҡабымыңды ситкә ебәреү – һантыйлыҡ, минеңсә. Артығын, эйе, бир, бүлеш, ә ҡасан беҙҙең ул тиклем муллыҡта йәшәгән бар? Хыялда, коммунизм тигән әкиәттә…

– Абый, коммунизмға мин ышанамсы?!

– Ышан, кем ҡуша ышанмаҫҡа. Башта, исмаһам, берәй төбәктә төҙөп күрһәтһендәр отдельный коммунизмды, барып ҡарарбыҙ. Әйткәндәй, колхозға зоотехник булып Таллынан Әхмәт исемле кешенең улы ҡайтасаҡ, тип ишеттем әле, шул алдан уҡ хәбәр ебәргән ауылына, коммунизмда йәшәтәсәкмен мин һеҙҙе, туғандар, тип. Ҡыланып ҡараясаҡ, ул шундай нәҫелдән. Атаһы ла авантюраға әүәҫ ине, бер мәлде, 102 йәшлек олатаһының инерле-сығырлы аҡылына ышанып, шул тирәләге ҡалҡыулыҡтарҙы ҡаҙып-аҡтарып бөттө шул Зәхмәт, ҡушаматы мас ҡына үҙенә. Имеш тә, шул түбәләстәрҙең береһенә Сыңғыҙ хан үҙенең бик яҡын күргән бер сардарын, ғәскәр башлығын йәғни, ерләгән. Яуҙа алған яраларынан миктәп ҡалып, күтәрелә алмай донъя ҡуйған ул сардар, кәүҙәмде атайсалыма – Таллы тупрағына алып ҡайтып тапшырығыҙ, тип васыят әйткән, ти. Башҡорт булған, тимәк. Сардар ҡәберенә бер йөк алтын-көмөш, уның булат ҡылысы, аҫылташтар менән биҙәлгән көмөш ҡыны, затлы ҡәмәре һәм башҡа шәхси монаяты ла ҡуша күмелгән, ти.

– Бәс?! – Ауыҙымды астым да йома һалдым, түҙмәй, ҡулдарымды сәбәләндерҙем, әммә, абыйҙы бүлдергәнем өсөн ныҡ оялып, башымды эйҙем. Бала-саға кеүек ҡыланамсы, уф.

– Йә-йә, ни әйтерһең, телеңде тешләмә!

– Бәс… Солтанай сәсәниә йырлаған даһа, өләсәйем хәтерләй…

– Нимә тип?

– «Ағарып та торған аҡ ташына Аҡташ хандыр ҡылыс ҡаҙаған…” тигәне иҫтә ҡалған, “Зөлхизә вә Абдрахман” ҡиссаһынан. Аҡбейектең аҡ ташына микән, тим? Әлеге сардар шул Аҡташ хан түгел микән, тим?

– Микән, микән… Кем яҙған ул ҡиссаны?

– Яҙмаған әле, яҙыр.

– Аҡташ хан, тәк-тәк, Аҡташ хан, – тип устарын ыуып алды абый, нимә менәндер бик ҡыҙыҡһынып китһә, ул гелән шулай итә,– ҡайҙандыр уҡығайным, ҡасандыр. Ҡыҙыҡайға әйтәйем әле, ул боронғо ҡулъяҙмалар бүлегендә эшләй ҙәһә, ҡараштырһын. Сыңғыҙхандың ғәскәр башлығы булған микән, Аҡташ хан башҡорт микән, ысын микән?!

– Ә теге Зәхмәт тапҡанмы берәй нәмә?

– Таба һиңә… Ауыл малайҙарын ҡоторта, баштарын бутай, тип халыҡ ғауғалай башлағас, ҡалаға һыпыртҡан, үҙе менән Таллының иң сибәр ҡыҙын алып. Минән өлкәнерәк ул, әле иҫән микән? Һуғыштан ҡайтҡан, донъя күргән, йәше лә утыҙға етеп барған ир шул ҡомартҡы тип зәхмәтләнеп йөрөгән, ә? – Абый тағы устарын ыуып алды ла өҫтәп ҡуйҙы: – Вәт, шуның улы, атаһының балаһы түгел, тимә уға, әйтәгүр, отдельный коммунизм яһарға ҡырсына, ти, Таллыла.

Күрәнле быйыл да боҙ китеү тамашаһын йәшермәне, көпә-көндөҙ күрһәтте. Йәкшәмбе ине. Шуғалыр бар бала-саға, уларҙы ҡурсалап килгән өлкәндәр яр буйында геүләште. Татар әбекәйҙе етәкләп, мин дә барҙым. Игеҙәктәр, ай-вайына ҡуймай, өләсәйемде, юл ыңғайы ҡартәсәйемде лә ҡуҙғатып алып китте, беҙҙән алда уҡ.

Йылғамы – йылға, боҙмо – боҙ, китәме – китә. Бер уйлаһаң, ғәҙәти күренеш. Әммә толпарлылар унан ниндәйҙер ғәм, яңы тамаша таба. Үҙҙәре, элек ине ул йылғаның айбарлы сағы, хәҙер ни – кәре ҡайтты, һайыҡты, тип һөйләнә… Татар әбекәй менән халыҡ ҡуйы урындан саҡ ҡына арыраҡ барып баҫтыҡ. Көн шундай сыуаҡ. Ҡояштың йылы ипкене йылға өҫтөндә монар булып дерелдәй. Боҙ шаҡмаҡтары аяғүрә баҫып һөҙөшөп, ҡапыл гөрҫ итеп ауа ла, тирә-яҡҡа һыу бағаналары күтәрелә, тамсылар гәүһәрҙәй ялтырап күҙҙең яуын ала. Шундай бер мәлде әбекәйҙең беләгемә йәбешеп торған уң ҡулы алға һонолдо ла ҡатып ҡалды. Үҙенә ҡараным – өндәшмәй, һонолған ҡулы йүнәлешенә төбәлгән дә телһеҙ ҡалған. Мин дә шул яҡҡа баҡтым: ярабби, унда, яҙғы монарҙа, ниҙер бар!

– Әдисәй… – тине шым ғына, ышаныр-ышанмаҫ хәлдә Татар әбекәй. – Әллә уның һүҙе, әллә хәтеремдә йөрөгән матрос бабаҡай образы фантазиямды уҙындырып ебәрҙе – күрҙем: тельняшка кейгән ир һыны?! Күҙ асып йомғансы ғына пәйҙә булған ул һын ҡапыл, ватылып ҡойолған гәлсәр кеүек, юҡҡа сыҡты. Әйтерһең, һаташыу ғына булды. Татар әбекәйҙең алға һонолған ҡулы ихтыярһыҙ һәленеп төштө, үҙе миңә ҡараған да ҡатҡан. Күҙҙәрендәге һорауҙы һүҙмә-һүҙ уҡыйым: “Күрҙеңме? Ысын булдымы?..”

– Күрҙем, Йәнкиҫәк,– тинем, алдаманым. Йәнкиҫәктең битендәге йыйырсыҡ бураҙналары буйлап күҙ йәштәре тәгәрәне. Минең йәштәрем туп-тура муйыныма ағып төштө. Быны мин аңлата алам һиңә, физика дәресендә үткәйнек, ныҡ иҫтә ҡалған.

– Аңлат, Нуриякәем, аңлат, зинһар!

– Мираж тип атала ундай күренештәр, башҡортса – һағым инде, дөрөҫөрәге – сағымдыр әле, сағыла бит. Һыу өҫтөндә йышыраҡ күренә, ти, сағымдар. Моряктарҙың, мәҫәлән, әллә ҡасан батҡан караптарҙы, палуба тулы матростары менән бергә, күреп шаҡ ҡатҡаны бар икән. Сүллектәрҙә, селлә томраһында, боронғо ҡалалар, хозур баҡсалар пәйҙә була ла, каруандар шунда боролоп аҙашып та ҡуя, ти.

– Аңлат, Нуриякаем, аңлат, зинһар!

– Тәбиғәт мөғжизәһе инде. Һауалармы, һыуҙармылыр, ҡасандыр, нимәнеңдер, кемдеңдер күсермәһен алып ҡала ла ҡайһылыр бер сәғәттә шуны күрһәтә. Фотоға төшөргән кеүек микән, үҙем дә аптырайым. Яңыраҡ гәзиттә уҡыным: бер ботаник, Курск ҡалаһынан алыҫ түгел, шикелле, аҡландағы сәскәләрҙе, ҡыуаҡтарҙы фотоға төшөрөп йөрөгән дә, ҡайтып, пленкаһын эшкәртеп, ҡағыҙға сығарып ҡараһа, үҙ күҙенә үҙе ышанмай торған: ҡайһы бер фотоһүрәттәрҙә автомат тотоп йүгергән һалдаттар төшкән, ти. Бер фотола – кәүҙәһе яртылаш тупраҡҡа күмелгән санитар яралы һалдаттың башына бинт урай,ти…

– Ярабби!

– Теге ботаник та шулай тип ҡысҡырып ебәргәндер, тим, Татар әбекәй. Ғәжәп хәл дәһә. Ул аҡланда совет һалдаттары немец фашистары менән үлемесле алышҡа ингән. «Курск дуғаһы» тигәнде ишеткәнебеҙ бар ҙаһа – тотош һуғышҡа һынылыш яһалған унда, беҙҙекеләр еңгән. Аҡландың хәтерендә ҡалған… Ғалимдар, төрлө белгестәр, әлеге фотоларҙы күргәс, ботаникты эйәртеп теге урынға барып йөрөгәндәр: шул уҡ аҡлан, шул уҡ сәскәләр, ти, ә фотолағы күренештәрҙең эҙе лә юҡ – гүйә был ерҙә бер ҡасан да туптар шартламаған, пулялар һыҙғырмаған.

– И Ходаем, адәмнәрең хәтерен жуймасын өчен нинди генә могжизалар күрсәтмисең! И Аллам!

– Эйе шул! – Татар әбекәй әйткәнгә мин дә инанып ҡушылдым.

24[edit]

Толпарлының йөрәгенең антеннаһы барҙыр. Телевизорҙыҡы, радионыҡы һымаҡ. Хәйер, көслөрәктер, һиҙгерерәктер – тотош илдең, хатта ки планетаның тын алышын тоя, тотоп ала был антенна. Апрель аҙағында ауылыбыҙҙы алыҫтағы фажиғә тетрәтте, йөрәгебеҙгә килеп ҡағылды ул.

Ташкентта ҡот осҡос ер тетрәү булған, Урта Азияның беҙгә борондан таныш, туғандаш ҡалаһының өстән бер өлөшө харабаға әйләнгән. Бөйөк, гүзәл, ҡунаҡсыл Ташкент! Ауылыбыҙҙың нәҫелдәше ләһә Үзбәкстан, унда Толпарлы ҡыҙҙары килен булып төшкөләгән, уларға үзбәк кейәүҙәр «Севимли» (һөйөклөм) тигән. Унан беҙгә һуғыш йылдарында Үзбәшкә Рухия апай әйләнеп ҡайтҡан, Харьковтан эвакуацияланған ике мәрйә ҡыҙын эйәртеп... Был – күңелгә иң беренсе булып ҡағылған тойғо, ҡандаш туғанлыҡ ауазы. Ә бит, ихластыр ки, толпарлылар СССР тигән оло Ватаныбыҙҙың һәр мөйөшөн ғәзиз итеп, үҙ итеп ҡабул иткән. Ауыл тигәс тә, ул үҙенең айырым бер утрауҙа, бәйләнешһеҙ яңғыҙлыҡта йәшәмәгәнен, ә Ер шарында, Йыһанда бар ителгәнлеген ап-асыҡ аңлай, кендек берлеген тойоп йәшәй ҙәһә!

Эйе, иң башта Азияға (ул яҡты шулай дөйөмләп әйтергә күнеккәнбеҙ) киткән туған-ырыу барлап сығылды, кемдең ҡайһы төштәрәк көн итеүе күҙалланды. Артабан иғтибар Ташкентҡа ябырылған ҡазанан ҡотолоу өсөн хөкүмәттең ниндәй саралар күреүенә, партия етәкселәренең телмәрҙәренә күсте. «Ташкентты ҡайтанан төҙөргә» тигән ҡарарҙы толпарлылар һағайып ҡабул итте: ҡала әллә тотош һәләк булғанмы? Һуңғараҡ, ул тарафтарҙан хаттар килеп, Башҡортостандан барған төҙөүселәр аша хәбәрҙәр ишетелеп, хәлдең ундай уҡ кимәлдә булмауы асыҡланды, әммә «өстән бер өлөшө» тигән һүҙ дөрөҫ икән – аһ...

Барлыҡ ил көсө менән тергеҙелде Үзбәкстандың баш ҡалаһы. Мәскәү, Ленинград кеүек ҡалалар – тотош урамдар, союздаш республикалар ҙур-ҙур биҫтәләр төҙөгән, автономиялар йөҙәрләгән йорттар һалған. Әллә беҙ, толпарлылар, ситтә ҡалдыҡмы? Колхоз үҙенсә ҡатышҡандыр, ите-майы, шәкәре менән – шигем юҡ, ә мәктәп балалары Ташкент өсөн мискә-мискә ҡайын һуты йыйып тапшырҙы, әҙме-күпме, кейелгәнерәктәрен дә ҡушып, кейем-һалым да ебәрҙек – урамда ҡалған кешеләргә тәү мәлдә ярап ҡалыр ҙаһа. Татар әбекәй оҙон салғыйлы бишмәт тегеп килтергәс, хихылдарға тотонһаҡ, үзбәктәр эҫе көндә лә һырма сәкмән кейеп, йөрөй, шулай ҡояш үтмәй, тигәс, аптырап ҡалдыҡ. Аҙаҡ барыбер эс тырнап көлдөк: көйҙөргөс эҫелә бишмәт кейеп кәтмән менән ер эшкәртеп йөрөгән үзбәк ирекәйен күҙ алдына килтерәбеҙ ҙә…

Ә бер көндө, пионерҙарҙың йәйге каникулын ойоштороу планын төҙөп ултырғанда, ҡылт итеп иҫкә төштө: аулаҡта селтәр энәһе менән сүре ебенән теүәтәй бәйләргә өйрәнгәйнек. Үҙем бәйләгәнде Бүреһуҡҡан олатайға бүләк иткәйнем, ул, ҡалай йәпле, йәй кейерем, эҫе ҡабып бара хәҙер башыма, тип һөйөнгәйне. Рәхәт кенә, тиҙ генә ундай теүәтәйҙе бәйләүе. Пионеркаларымды өйрәтәйем дә, үзбәк ағайҙарға посылка һалайыҡ әле! Шул минутта ҡыңғырау шылтыраны. Уйымды директорға еткерәйем тип коридорға сыҡтым. Уҡыусыларҙың ҡамап алғанын һиҙмәй ҙә ҡалдым. Улар менән бергә, ташҡынға эләккән юнысҡылай, зыр өйрөлгәндә, ташҡын ҡапыл икегә айырылды – Сәкинә апа үҙе ҡаршыға килә ята икән, тымып ҡалған бала-саға араһынан йолҡоп алды ла мине кабинетына әйҙәне.

Уф, ошо апаға мәңге ир сыҡмаҫ! Тиктомалдан шундай уй индесе башыма? Әйтерһең, ул минән ир таптыра. Таптырһа ла, артыҡ берәү ҙә юҡ ауылда. Булғаны ла – йә бабай-һабай, йә ҡалаға ҡасып киткән ҡыҙҙарын һағынып, машина-тракторының кабинаһына Софи Лорен һымаҡ һылыу актрисаларҙың портретын йәбештереп ҡуйып йыуаныусы йәш егеттәр. Ул һүрәттәрҙе «ҡағыҙ кәләштәр» тип атап та ҡуйҙылар инде ауылда.

Киҫкен хәрәкәттәр яһап, ҡулдарын өҙә һелтәп, ниндәйҙер ҡаршылыҡты, мәҫәлән, көслө елде, буйһондорғандай, күкрәген ҡалҡандай итеп ҡуйып, башын текә тотоп атлай Сәкинә апа. Тауышы баҙыҡ, талапсан. Өҫтөндә һәр саҡ ирҙәр пинжәге, төймәһе генә уңға ҡайтарып баҫылған. Ҡатын-ҡыҙҙа нескәлек, нәзәкәтлек көҫәгән ир-атты юрамал биҙҙерергә иткәндәй уның килеш-килбәте, холоҡ-фиғеле. Ә бит беләм: эстән йомшаҡ күңелле үҙе. Күрәм дәһә, уҡыусыларға ҡәтғи мөғәләмәлә булһа ла, һәр ҡайһыһы өсөн борсола, хәстәрле әсәләй ҡурсалай. Бына әле лә шул йәһәттә уйланған икән:

– Нурия, әллә Менәүәрәне педучилищеға ебәрәйекме быйыл, һигеҙҙән һуң?

– Салпаның ҡәйнәһе вафат булған, үҙенең әсәһен Таллыға күсереп алып ҡайтмаҡсы, тип ишеткәйнем…

– Ә Менәүәрә унда ҡабат бармаясаҡ, шулаймы? Ҡыҙ баланы бында ла, яңғыҙын бер өйҙә, ҡалдырып булмай, шулаймы?

– Уның бер әтнәкәһе бар, апа…

– Математика уның әтнәкәһе, беләм. Күҙемде йомам да «бишле» ҡуям, әгәр училищеға барһа. Шулай итһәк, һигеҙенсене шау «бишле»гә бөтөрөп, Грамота аласаҡ һәм имтиханһыҙ уҡырға инәсәк.

– Ахыр сиктә барыбер филфакка барасаҡ, нимәгә уға математика? – Әйттем дә, шым булдым: уйындағын хәбәргә әйләндергәнсе мейеһе аша ике ҡат уратырға кәрәк минең ишегә! Ярай ҙа ярҙамсы фекер тиҙ килә үҙемә: – Хәйер, Әмин абый, математика – шиғырҙың формулаһы, ти… –Шулайыраҡ шымартып ҡуйҙым.

– Һәр хәлдә высший математика уға кәрәкмәҫ. Ә бына әҙәп һәр саҡ, һәр кемгә мотлаҡ, Нурия! Нишләп әле һин әсәң йәшендәге кешене ҡушаматы менән йөрөтәһең?

– Салпа апайҙымы?

– Әтеү. Исмаһам, “апай”ын ҡушып әйт шулай. Ниндәй үрнәк алыр һинән пионерҙарың, ә?

Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ – өндәшмәнем. Салпаға ла мөнәсәбәтем үҙгәрә төшкәйне. Менәүәрәһенең шиғырҙары гәзиттәрҙә сыға, ауыл клубында һәр концертта уға “йәш шағирәбеҙ” тип һүҙ бирелә башлағаны бирле, ысвикла бисәләренән ишетеүемсә, йөҙөнә нур ҡунған, тиктомалға ирешеп йөрөмәй, ти ҙәһә.

Сәкинә апа, ошоноң менән һүҙ бөттө тигәнде аңлатып, өҫтәл артына инеп ултырҙы ла, алдына ниндәйҙер бер журналды асып һалып, шуға текәлде. Мин дә теге уйымды әлегә әйтмәй торорға булдым, башта бәйләргә кәрәк тәһә теүәтәйҙәрҙе, бәс.

Дәрес менән тәнәфес араһындағы һиллектән файҙаланып, пионер бүлмәһен эстән бикләп алдым да уйға баттым. Салпа үҙгәргән? Кеше нисә ҡат һәм ни сәбәпле үҙен үҙе үҙгәртә ала икән? Алтылағы – алтмышта, тигәне лә бар. Бәй, кем әйткән әле алты йәшендә үк ул, Сәғүрә апай, Салпа булған, тип? Тәүге мөхәббәтен юғалтыу аянысынан әйләнгәнме Салпаға? Шулайҙыр. Етмәһә, ире уҫал тура килгән. Ҡәйнәһе лә… Һәм бына, ниһайәт, был ҡатындың күңел күгендә йондоҙ ҡалҡҡан – Менәүәрә! Һөйгәнем ташланы, тип ултырып ҡалһа, иргә бармаһа, табыр инеме ни шул һәләтле баланы? Ана, кеселәре лә апайҙарына ҡарап тартыла, яҡшыраҡ уҡырға тырыша. Кем балалары – Сәғүрәнеке. Әсәлек ғорурлығы уянды, тормошта тоталҡаһын тапты ул.

Ә мин барыбер яратмаған кешегә кейәүгә бармам… Асылымдағы “үҙем”дәрҙең бөтәһе лә ҡаршы быға – хатта иң күндәм, иң йыуаш “үҙем” дә. Ана, Сәкинә апа кемдән кәм? Үлмәгән дәһә ирһеҙ?! Шул саҡ тағы ҡыңғырау шылтыраны, мәктәп иҙәне, барабанға оҡшап, дөңгөрлөгөн килде. Уйҙарым тырым-тырағай таралды.

Әкиәт батыры алдында өс юл торған, ти: уңға барһаң, уңырһың; һулға барһаң, уңмаҫһың; алға барһаң, һәләк булырһың – шулай шикелле. Мин дә үҙемде юл сатында торғандай хис итәмсе. Туҡтауһыҙ нимәнелер хәл итергә, һайларға, яуап табырға тейешмен. Әсәйемдең яҙмышы мине һынаманымы ни? Ә Кәбир?! Тормош гелән генә берәй әтнәкәһен тыуҙырып тик тора. Әйткәндәй, «әтнәкә» беҙҙә колхозда ветеринар булып эшләп киткән урыҫ Никитиндан ҡалған. Малһаҡ кеше булған, тиҙәр, мал йәнле, тимәк. Берәй малҡай ҡазаланһа, бәғзе белгес һымаҡ, «ит комбинатына!» тип ҡул һелтәп ҡуймаған, ә дауалау яғын ҡараған. Тоҡомло малға бигерәк тә һаҡсыл булған, операция яһап хитланһа хитланған – ҡотҡарып ҡалырға тырышҡан. Күк юрға тоҡомонан һайҙаҡ ҡолон бәләгә юлыҡҡан бер мәл – ялан кәртә аша һикергәндә бәкәлсәй һөйәген имгәткән. Никитин ҡолонҡайҙы оҙаҡ ҡына тикшергән: бәкәленә күҙ һалғас та хәлен аңлаған инде, ә һаман ҡолаҡтарын һыйпап, муйынын һыпырып иркәләп, ялын-ҡойроғон һелкетеп, яңаҡтарын тотҡолап бер була икән. Үҙе “однако” ти ҙә ҡабатлай, тел сартлата, һоҡланыуын белдерә, ти. Шунан ҡолоҡайҙы яҫы ҡайыштар менән ҡорһағынан уратып алып, аҙбар өрлөгөнә аҫып ҡуйырға ҡушҡан да, бәкәленә ике яҡлап ҡабыҡ ҡуйып, сепрәк менән бәйләгән. Күпмелер ваҡыт Күк юрға тоҡомо шулай аҫралған, йәрәхәтен борсомағас ни, тиҙүк йүнәлгән...

Эйе, әтнәкәләре күбәйҙе минең өсөн тормоштоң. Бәләкәй саҡта уларҙы өлкәндәр елкәһенә өйөп тик торғаным икән. Ә хәҙер, өлгөрөп еткәсем, үҙемә ҡала килеп тыуған һәр хәлде яйлау. Һуңғы арауыҡта мейемдә үтә лә сетерекле мәсьәлә уралды, шуның сиселешен таба алмай ыҙаландым. Һөнәр һайлау мәсьәләһе. Ололар һүҙенә ҡолаҡ һалһаң, яратҡан һөнәреңде табыу тормош юлдашыңды дөрөҫ һайлауға бәрәбәр, ти. Һөнәрен ғаиләһенән, һөйөклө ҡатынынан, алма кеүек балаларынан да өҫтөнөрәк ҡуйған кешеләр ҙә бар икәнен беләм әле мин – атайым шулай итмәнеме ни?! Ярай инде... Мәктәптә бер йыл эшләп, үҙемде самалап ҡараным даһа – уҡытыусылыҡ ҡулымдан килер һымаҡ. Ниндәй фәнгә туҡталырға, тип аптырайым. Хыялсан асылым әҙәбиәткә өндәй ҙә, Менәүәрәнең шиғырҙарын уҡығандан һуң ғәйрәтем сигеп торасы. Хәйер, тел һәм әҙәбиәт уҡытҡан һәр кемгә шағир булырға тимәгәндер? Тарих фәне бәләкәйҙән ылыҡтыра, тик үҫкән һайын уға дәғүәләрем арта: алдаҡсылығы килә лә сыға. Тарих үҙе ғәйепле түгел, ғәмәлдә ул үҙгәрмәй ҙәһә, уны китапҡа яҙыусылар алдаша. Әммә балаларға күрәләтә бушты һөйләп тороу минән булмаҫ. Биология, ботаника ҡыҙыҡһындыра ла, әлеге химиянан имтихан бар икән ул факультетта. Әтнәкә... Моғайын, географияны һайлармын. – Уҡыусыларымды глобус буйлап та донъя гиҙҙерермен – хыялдарын беҙҙең Аҡбейектән дә текәрәк Гималай түбәләренә үрләтермен, диңгеҙҙәрҙә йөҙҙөрөрмөн! Үҙ илебеҙҙә баш ҡалабыҙҙы һуғарған данлы Ағиҙелдән тыш тағы ике ҙур йылға аҡҡанын да йүнләп белмәй ултырғанбыҙ, әлдә Әлфиә апа килеп юлыҡты мәктәбебеҙгә, Ҡариҙел, Күгиҙел (Дим) хаҡында һөйләне. Әллә ҡайҙағы Нил йылғаһының Аҡ Нил, Зәңгәр Нил тигән ҡушылдыҡтары бар, тип өйрәнәбеҙ, ә үҙ Иҙелдәребеҙ хаҡында бигүк хәбәрҙар түгелбеҙ, имеш.

Ауылымдың кендеге Оло йыһанға бәйләнгәнлеген, уның айырылғыһыҙ бер өлөшсәһе икәнлеген күҙаллап, зиһенемде сәмләндергән, күңелемде ымһындырған сикһеҙ тарафтарҙы байҡап сығырҙай булып ҡанатландым да һайланым: география! Оҙаҡҡа һуҙмай, документтарымды Башҡорт дәүләт университетының ситтән тороп уҡыу бүлегенә алып барып та тапшырҙым.

Мин Өфө урамдарын тапағанда Толпарлымда әллә күпме ваҡиғалар күстәрелгән. Телдән төшмәгәне, иң мауыҡтырғысы шул: Әнкәләр осоноң тарихын яңыртып, һуғыш осоронда беҙҙә йәшәп киткән мәрйә апайҙар ҡунаҡҡа килеп сыҡҡан. Берәүһе егет ҡорона кергән улын да эйәрткән, ти. Их, ҡайтып өлгөрмәнем! Әүәл үҙҙәре йәшәгән оста булғанғалыр, Фариза еңгәмдәргә төшөп, бер тәүлек кенә тороп киткәндәр. Ә күпме хәтирәләр аҡтарылған, серҙәр асылған! Был апайҙарҙы белгән һәр кем нимәнелер иҫләй, өҫтәй, тулыландыра, мин, ғәҙәтемсә, берәй ҡасан яҙылыр бәйәнгә тип, һаплап алған ебемә теҙә барам уларҙы, теҙә барам.

...1943-төң ҡара туңғағында ауылға, ике ҡыҙ баланы эйәртеп, илле йәштәр самаһындағы ҡатын килеп инә. Аяҡтарында – башы тишек, үксәһе асыҡ сандали, өҫтәрендә – ялтыры беленмәҫлек булып иҫкергән атлас күлдәк өҫтөнән камзул һымағыраҡ еңһеҙ кофта, баштарында – яулыҡ, ҡулдарында – төйөнсөк, ти. Оло ҡапҡа яғындағы Келәт тыҡрығындағы тәүге өйгә ишек ҡағалар. Индерәләр. Өйҙәгеләр быларҙың кейем-һалымына, көнгә тутланып янған биттәренә ҡарап, үзбәктәргә оҡшатып ҡарап торған арала, ҡатын: “Танымайһығыҙҙыр шул, мин дәһә”, – тип сеңләп ебәргән. Бынан егерме биш йылдар элек Үзбәкстанға кейәүгә сығып киткән ауылдаштары, имеш, – Үзбәшкә Рухия. Шул осор Ташкенттан килеп, бер нисә ҡыҙҙы кәләшлеккә алып киткән булған үзбәк егеттәре. Шунан бирле ул тарафтарға юл бикләнмәй, әйтәгүр. Юҡ-юҡ тигәндә лә кемдер яусылап килеп, ҡыҙҙарыбыҙҙы әүрәткеләп эйәртеп тора Азияға.

Рухия менән ҡыҙыҡайҙарҙың аяғына йөн ойоҡ кейҙереп, иңдәренә мамыҡ шәл ябып, ҡайнар сәй эсерәләр, мунса яғып индерәләр. Улар йылы яҡтан килгән бит инде, өҫ-баштары бик йоҡаҡ. Күрше-тирә хәстәрләгән: кем төпләнгән быйма, кем бишмәт биргән – ҡыш еткән дәһә. Шунан Рухияның арғы остағы, инде вафат ата-әсәһенән ҡалған өйөн барып ҡарағандар: байтаҡ эйәһеҙ тороп ҡотһоҙланған, ҡаралтылары туҙған, әммә, ары-бире йүнәлткеләһәң, мейесенең торбаһын һылап алһаң, йәшәрлек, ти. Кешенең урам-ҡаралтыһына тейеп бармайҙар беҙҙә. Ауыр ваҡыт булһа ла, толпарлылар был өс йәнде аяп, ҡышҡылыҡ утын хәстәрләп, шул өйгә урынлаштыра. Ҡыҙыҡайҙар Үзбәкстанға ҡырҡ беренселә үк Харьковтан эвакуацияланып, Рухияға фатирға индерелгән мәрйәнең балалары икән. Юлда уҡ сиргә һабышҡан әсәйҙәре ай ҙа үтмәй донъя ҡуйғас, хужабикәнең күҙенә ҡарап ҡалғандар. Толпарлыға килеүгә, ҡыҙҙарҙың өлкәне Анькаға – ун ете, кесеһе Фроськаға (тулы исеме – Ефросинья) ун биш йәш тулған. Беҙҙекеләр, әлбиттә, уларҙың исемен шундуҡ үҙҙәренсә йәпләштереп үҙгәртә: Әнкә менән Фрүзкә.

Ана шул ҡыҙҙар сәбәпсе булған әүәлге Арғы остоң «Әнкәләр осо» тип аталып китеүенә. Белеүен белә инем был хаҡта, шундай сәйер атаманы төпсөнмәй ҡаламмы ни, әммә тулыраҡ мәғлүмәт бына хәҙер генә өҫтәлде минең хәтер тоҡсайыма.

Рухия инәйҙең, Ташкенттың үҙендә үк булмаһа ла, шунан алыҫ түгел ҡышлаҡта ярайһы бөтөн донъяһы булған. Алма, хөрмә, өрөк ағастары уртаһында, яҙ етһә – сәскәгә, көҙ етһә, емешкә күмелеп ултыра ине йортобоҙ, тип һөйләгән. Ире ҡырҡҡа ла етмәҫтән вафат булған. Ҡыҙын Ҡырғыҙстандың Ош ҡалаһында йәшәгән үзбәк егетенә кейәүгә биреп ебәргәс, улы менән көн күргән. Уныһы мединститутта уҡып йөрөгән еренән һуғышҡа алынған, ялан госпиталендә хеҙмәт иткән. Фашистар госпиталде белә күрә бомбаға тотҡан... Ҡара ҡағыҙ килгәс, инәй иленә ҡайтырға хәл иткән, әлеге ҡыҙыҡайҙар ҙа эйәргән. Ике йыллап бергә йәшәгәс, эҫенгәндәр инде бер-береһенә. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рухия инәй тыуған төйәгендә рәхәт сигә алмай, шул ҡышты уҡ үпкә сиренә тарып донъя ҡуя. Йылы яҡҡа ҡулайлашҡан булғандыр, юлда уҡ көҙгө һыуыҡ елегенә үткәндер. Әнкә менән Фрүзкә бирешмәгән, йәшлек һерелеге һаҡлағандыр. Улар шул өйҙә йәшәп ҡалған, колхоз эшенә йөрөгән, апаруҡ башҡортса һөйләшергә оҫтарған. Килгәндә үк телде әҙ-мәҙ белгән улар, Рухия инәй ҙә өйрәткәндер, әйтәгүр, үзбәктәрҙең лөғәте лә беҙҙекенә яҡын.

Ҡырҡ өсөнсөнөң ҡышы үткән, йәйе еткән. Әнкә менән Фрүзкәне тауҙағы сабынлыҡҡа эшкә ебәргәндәр. Ун алты-ун ете йәшлек бер төркөм үҫмер, биш-алты ҡатын һәм шул ике ҡыҙ ҙа, уларға салғы яныуҙан башлап кәбән ҡойоуға тиклем эш мәнеһен өйрәтергә тейеш таһыллы ике ҡарт – колхоз малына бесән әҙерләргә тәғәйенләнгән бригада шуларҙан ғибәрәт.

Тап шул йәйҙә Фрүзкә Фәйрүзәгә әйләнә. Ошо хаҡта күңелемдә ҡисса яҙыла...

... – Көмөш кенә йөҙөк Фәйрүзә ҡаш... – тип көйләп ҡуйҙы егет, һуңғы ҡосаҡ бесәнде һәнәгенә сәнсеп алып кәбән башына һелтәгәс. Өҫтә кәбәнде ослап бөтөрөп кенә торған ҡыҙ, исеменә ауаздаш һүҙҙе аңғарып, үҙенсә йүнәтте:

– Фроська, Фрүзкә...

– Күҙҙәрең фәйрүзә ташы кеүек зәңгәр...

– Фәйрүзә?

– Эйе, шундай аҫыл таш бар.

– Мин – Фәйрүзә? Мин – аҫыл таш?! Драгоценный камень? Голубой… Бирюза, что ли?

– Бирюзаһын не знаю, Фәйрүзәһен – знаю! Һин, Фәйрүзәм, зәңгәр күҙем, аҫыл ташым!

Аһ, был йәшлектең ашҡыныулы тиҙлектәре – атылған уҡтан осҡорораҡ, ҡапыл ялтлаған йәшендән етеҙерәк. Фәйрүзә, ҡайҙа барып төшөрөн уйлап-самалап та тормай, шыуып төшөп китте кәбән түбәһенән һәм… туп-тура егеттең ҡосағына барып инде. Табаны аҫтынан ер ҡайҙалыр шыуып киткәндәй тойолдо… Әле генә эш сәмендә янған йәш тәндәрҙән бәреп сыҡҡан тир тыны, сәскәле аҡлан һулышын юғалтып өлгөрмәгән бесәндең хуш еҫенә ҡушылып, башты әйләндерҙе… Тәҡәтен юйған ирендәр ҡауышты – гүйә, аң юйылды…

– Ирендәреңдән бешкән еләк тәме килә, Фәйрүзәм!

– Аҡман…

– Ғашиҡ булдым һиңә, аҫыл ташым… Яратам… Люблю!

– Аҡман… Ә ниңә һине Аҡман Ҡара тип дразнить итәләр?

– Ҡарасман булғанға. Сәсем ҡара ыҫмала кеүек, битем – үҙең күрәһең, сөгөн ҡара – как чугун.

– Уф, улям! Смола, чугун – уф, со смеху улям!

Аҡман менән Фәйрүзәнең көлөүе яҡындағы әрәмәлектә һайрашҡан ҡоштарҙы һиҫкәндерҙе: бер мәлгә шымып ҡалдылар ҙа, хәүеф юҡлығын шәйләп, тағы ла дәртлерәк сутылдашырға тотондолар…

Әнкә, һеңлеһен күпме генә ҡурсалаһа ла, уның күңеленә мөхәббәт ҡошо оялағанын һиҙмәй ҙә ҡала. Бурҙы күҙәтсе еңмәй, тиҙәрме әле? Юҡ, улай әйтеү гонаһ булыр ине Фәйрүзәләр тәңгәлендә. Һөйөүҙәрен кеше күҙенән йәшерергә тырышһалар ҙа, бер кемдән дә урламағандар ҙаһа ул илаһи хисте! Ун етеһе саҡ тулып килгән егет, ун алтыһына киткән ҡыҙ – йәшергәндәр шул, асыҡтан-асыҡ ғишыҡ тотошор хәлдәләрме? Фәйрүзә, ни генә тимә, сит милләт балаһы, йәше лә етмәгән кәләш булырға.

Ғишыҡ уты, бер ялмап алһа, йәшеңде һорап тормай шул! Бесән артынан ураҡ өҫтө етә. Эштә арманһыҙ булһалар ҙа, осрашырға ваҡыттары табыла, дәрттәре һүнмәй. Ярты төн уртаһында, арып-талып йоҡлаған ауылдың ҡолағына Әнкәнең: “Фроська, кайт, Фроська!”– тип асырғанып ҡысҡырған тауышы килеп ингеләй…

Фрүзкә күҙгә күренеп йыуаная башлағас ҡына халыҡтың иҫенә төшә Әнкәнең һөрәнләүҙәре. Кем тейҙе икән был балаға, тип аптырашалар ҙа күнәләр – нишләһендәр, нишләтһендәр? Малай тыуа. Еңеү көнө айҡанлы байрамға, кәнсәләр алдындағы майҙанға Фрүзкә малайын күтәреп бара. Әлбиттә, көн ниндәй генә бөйөк, ҡайһылай ғына тантаналы булмаһын, уны ла күҙгә элмәй ҡалмайҙар: кемгә тартҡан? “Һуйған да ҡаплаған сиған балаһы”,– ти кемдер. Был һүҙгә кинәнеп ышаналар, үҙҙәренекенән сүп оса сөнки. Ә сиғандар, арбаларына тейәлеп, ысынлап та Толпарлы аша үткеләй һәр заманда ла. Айыусы һыртында аҙналап туҡтап та киткеләйҙәр. Ат кешнәүе, тимер сүкелгән һандал тыңҡылдауы, усаҡ төтөнө ауылды тертләтеп алһа ла, сиғандар әйбер сәлдереп, күҙ бәйләп йөрөмәй-йөрөүен. Толпарлыларҙың иң ҡурҡҡаны – балаларҙы урлап алып китмәһен былар, шул яҡлап алама дандары сыҡҡан бит – әллә хаҡ, әллә нахаҡ. Бәс, ана, Фрүзкәгә үҙҙәре бала ҡалдырып ҡасҡан?!

Ике йылдан, сиған арбаһынан төшөп ҡалған ҡара бөҙрә сәсле малай Толпарлы урамдарын бер итеп йүгереп йөрөй башлағанда, Әнкә менән Фрүзкәне һуғыштан иҫән ҡайтҡан атайҙары – ялтас башлы, ерән һаҡаллы урыҫ Харьковҡа алып ҡайтып китә: эҙләгән, Үзбәкстанды ҡыҙырып йөрөп сыҡҡан, беҙгә килеп тапҡан.

Һәм бына, күпме ғүмерҙәр үткәс, Әнкәләр тағы килгән беҙҙең ауылға. Һағынғандарҙыр, рәхмәт әйтеп, баш эйеп киткеләре килгәндер ауыр йылдарҙа һыйындырған был төйәккә – үҙҙәре лә шулай аңлатҡан сәфәрҙәренең сәбәбен. Тағы ла бер мөһим әтнәкәне лә был юлы ауыл төшөнмәй ҡалмаған: Фрүзкәнең улы Арсен тас ҡына һигеҙ ҡыҙлы Аҡман Ҡара ағайҙың йәш сағына оҡшаған, ти. “Бына кемдең арбаһынан төшөп ҡалған икән был егет!”– тип толпарлылар бот сапҡан. Аҡман Ҡара ағайҙың Фариза еңгәмдәргә барып, ыҫмала ҡара сәсле улын, зәңгәр күҙле Фәйрүзәһен күрергә баҙнаты етмәгән, бәлки, хәләл ҡатынының күңелен яраларға теләмәгәндер. Әммә Әшрәфтең мотоциклына ултырып Оло юлға сығыуы, туҡталышта Өфөгә үтә торған автобусты көтөп торған ғәзиз кешеләре менән күрешеп, әҙме-күпме һөйләшеп ҡалыуы минең өсөн сер түгел. Башҡа берәүгә лә был хаҡта әйтмәҫкә тип Әшрәф менән һүҙ бирештек. Тик… был хәбәр ауылға барыбер таралды. Беҙҙән сыҡманы лаһа? Әлеге лә баяғы – Толпарлының өсөнсө күҙе асылған сағы булғандыр…

– Аҡман Ҡара ағай автобус артынан әллә күпме йүгерҙе лә юл ситендәге үләнгә тәгәрәп иланы, – тине Әшрәф.

– Беләм унда ниндәй үлән үҫкәнен – саңға туҙған кесерткән дә сәнскәк… Уларҙың сағыуын да, сәнсеүен дә тоймағандыр шул ағаҡай.

– Мин дә иланым, уның ыңғайына. Һөйгәнеңдән айырылыуҙан да ғазаплыраҡ хәл юҡ…

Әшрәфтең һүҙҙәре йөрәгемә шырауҙай ҡаҙалды. И, дуҫҡайым, был донъяла һине минән дә яҡшыраҡ аңлаған тағы кем бар икән?!

Фәйрүзә – Ефросиньяның яҙмышы минең тәьҫораттарыма ғына түгел, ә Урал армыттары итәгендә ятҡан башҡорт ауылы Толпарлының тарихына мәңгелеккә үрелде. Ҡасан да бер тағы аяҡ баҫырмы ул беҙҙең тупраҡҡа, юҡмы – Хоҙай Тәғәлә генә белә. Оло юлда хушлашҡанда, Арсен Аҡман Ҡара ағайға ҡул биргән дә «атай» тип әйткән… Бер генә һүҙ. Бәлки, башҡортса аңлаған, ҡанына һеңгән берҙән-бер һүҙелер был уның? Ә ниндәй бөйөк, ҡөҙрәтле, рухыңа терәк булырлыҡ көскә эйә ул һүҙ!

Ата менән ул, моғайын, хатлашыр ҙа был осрашыуҙан һуң, осрашыуҙары ла ихтимал: Харьков ни үҙебеҙҙең Советтар Союзы лаһа. Эйе, алыҫ-алыҫтарҙа, картанан ҡарап ҡына күҙалларлыҡ ул ҡалала беҙҙең нәҫел особоҙ бар хәҙер: Толпарлының кендеге ҡайҙарға ғына берекмәгән дә, кемдәрҙе генә үҙенең ҡайнар ҡаны менән һуғармаған!

Мәүлиҙә – йәйге каникулда, унан тынғылыҡ юҡ ошо осор. Толпарлының һәр урамын урап сыҡтыҡ, Әнкәләр осондағы бүрәнәлә, усыбыҙға үгеҙ йөҙөк йомоп, шып-шым ғына Ҡарауылтауға ҡарап ултырҙыҡ, Күрәнлене кистек, күрән ҡыяҡтарына балтырҙарыбыҙ сыйылып бөттө. Толпарсыҡҡанда һыу индек. Берсә көлөп, берсә һағышланып, сорлауыҡ уйнап үҫкән бала саҡты, иҫәр Әсәндең әүлиәлеген, йәшенле йәйҙә һәләк булған ете апайҙы, Артурҙың хатын – бөтәһен-бөтәһен ҡат-ҡат иҫләп тергеҙҙек. Ниндәй ҙур бәхет икән ул тоғро әхирәтең булыу, уға йөрәк төпкөлөңә йәшереп, бикләп ҡуйған серҙәреңде лә шикләнмәй, тартынмай асып һалыу! Беҙ, гүйә, бер-беребеҙҙең күңел баҡсаларына экскурсияға йөрөйбөҙ: улар оҡшашҡан, әммә һәр ҡайһыһы үҙенсә – ҡабатларлыҡ, күсермәһен алырлыҡ түгел. Мәүлиҙәнең баҡсаһында атаҡлы Дон, Донец йылғалары тулҡындары шаулай, “Киевская Русь, князь Игорь” тигән тарихи орандар шаңдауы килеп-килеп аңды һиҫкәндерә, яугир ҡыпсаҡ рухы һирпелә… «Тарихтың «половцы» тигәне ҡыпсаҡтар икән дә ул, ҡыҙый», – ти Мәүлиҙә. Һәм беҙ, уҡыған-белгән хәлебеҙсә, ҡаһарман ҡәрҙәштәребеҙҙең донъяла ҡалдырған эҙҙәрен байҡап, шул хаҡта һөйләшеп китәбеҙ ҙә зиһенебеҙ әлегә аса алмаған ишектәр алдында сараһыҙҙан туҡтап ҡалабыҙ… Татар әбекәйҙең: «Әтиемнең нәселе кыпчаклардан, күп гасырлар әүвәл алар, бер төркем дала кыпчаклары, Кырымга килеп юлыккан да шунда тамыр жәйгән. Телебездә һаман сакланган кайбер жөмләләр…» – тип һөйләгәне хәтерҙә ҡыймырлап ҡуя ошо йәһәттә. Бәғзе мәлде уның «жок-жок», «жакыным» тип ҡаҙаҡсараҡ әйтеп һалыуы ҡыпсаҡтар мираҫы микән? Бәс, ул төптө башҡорт буламы әтеү?!

Мәүлиҙәнең баҡсаһында иң батыры, иң матуры, әлбиттә, ул – Олексий. Уныҡындай ебәк бөҙрәләр башҡа берәүҙә лә юҡ, ә ҡулдары шундай наҙлы икән… Ә тауышы, ти, йөрәккә берсә ҡайнар ут булып, берсә татлы бал булып яғыла…

– Армияға оҙатҡанда Фатих минән күҙен алманы. Ниңә шулай ҡыланды икән? – тип әхирәтемә еткерҙем иләҫ-миләҫ һиҙемемде.

– Һин үҙең ҡыланаһың, Нурия! Белмәмешкә һалышаһың!

– Беләм дә, белмәйем дә. Һөйәм дә, һөймәйем дә...

– Кит, ҡыҙый, юҡҡа өҙгөләнмә, ысын мөхәббәт килһә, белмәй ҡалмаҫһың!

– Ә килмәһә?

– Абау! Олексийҙы осратмаһам, нишләр инем?!

– Башҡаны осратыр инең.

– Башҡаны? Ауыҙыңдан ел алһын, тәүбә-тәүбә!

– Шул тиклем дә инанып әйтәһең? Көтмәгәндә бер-берәү табылып, уны Олексийҙан да нығыраҡ яратып ҡуйһаң?

– Бушты һөйләмә!

– Уф, ҡыҙый, Әсмә менән һиңә килде лә ул мөхәббәт, мин генә өлөшһөҙ ҡалдым әллә?

– Донъяла һәр кемдең үҙ тиңе, бер бөтөн булып берегер яртыһы бар, ти.

– Өлөшөңә төшөр көмөшмө? Баҡыр булһа?

– Ә алтын булһа?!

Шулай берсә етди, берсә еңел-елпе хәбәрҙәр һөйләшеп йөрөп, әсәйҙәребеҙгә сөгөлдөр эшләшеп, башҡа донъя мәшәҡәттәренә сорналып, йәйҙең үткәнен дә белмәй ҡалдыҡ. Әлдә Әсмә янына барып әйләнергә өлгөрҙөк. Ул ашнаҡсылыҡҡа уҡып сыҡты-сығыуын, әммә эшкә урынлашмай тора, армиянан ҡайтасаҡ Артурҙы көтә. Урманда ҡалмаҫтар, моғайын, ҡайҙалыр барып урынлашырҙар – Себергә, Тубыл ҡалаһына, китеүҙәре лә ихтимал. Айыусыла кеше әҙ ҡалған хәҙер, әбейле-бабайлы бер ғаилә, яңғыҙ ҡарсыҡ һәм Әсмә. Магазинға ла Саҡмайылғаға йөрөйҙәр, унда колхоз малы үрсене, ултыраҡланып йәшәүселәр артты. Туранан өс саҡрымлап барҙыр, алыҫ түгел, тик атларға уңайһыҙ – юлдың бер өлөшө, был тирәлә һаҡланып ҡалған затлы ҡарағастарҙы тиктәҫкә киҫмәҫ өсөндөр, ҡороған йылға үҙәненән һалынған, ташлы-тошло. Ауылға атама биргән йылғаның матур исеме лә саҡма таштары ғына ҡалған шул хәҙер…

Айыусыға Әшрәф беҙҙе мотоциклына ултыртып алып барҙы. Ул тәгәрмәсле тырылдаҡтың да үҙ тарихы бар. Сәмиғуллинға эшенән яңы мотоцикл биргәндәр, иҫкеһен, йөрөрлөгө ҡалмаған, тимерлеккә ырғытһаң да рөхсәт, тигәстәрен, Әшрәфкә биргән: “Ошо металлоломды эш итеп ала алһаң, һинеке”, – тип. Ҡулынан килгән Әшрәфтең: йөрөп ята мотоциклы, кеше ултыртырға, ваҡ-төйәк әйбер һалып ташырға йәшниге лә бар. Колхоз тракторын үҙ йомошоңа ҡыуып һүҙ ишеткәнсе ни, ярап ҡалды, тип ҡыуана дуҫыбыҙ. Барышлай туҡталып, Әшрәф ҡороған йылға тирәһенән, һайлап йөрөп, бер нисә таш йыйып алды. Мәүлиҙә менән бер-беребеҙгә аптырашып ҡарашҡанды күреп, кәрәк таштың ауырлығы юҡ, тип кенә ҡуйҙы. Ысынлап та, барып төшөү менән кәрәге тейҙе: ауылдағы моторлы электр станцияһын һүтеп алып киткәндәр, шырпылары бөткән дә ни ут яға, ни шәм яҡтырта алмай ултырғандар.

Әшрәф, теге саҡма таштарҙы бер-береһенә бәргесләп, һыҙа һуғып, осҡон сығарҙы ла сыра тоҡандырҙы, усаҡ терелтте. Торбанан сыҡҡан төтөндө шәйләптер, ике ҡарсыҡ һоҫҡо тотоп килеп етте – ут алырға. Ә беҙ дуҫыбыҙ өсөн ғорурландыҡ, уға арҡаланып, уның егетлеген танып, нимә әйтһә лә, күндәм генә баш ҡағып торҙоҡ.

Күңелем болоҡһоно, башыма «Бер һөйгәнем өсөн…» тигән һүҙҙәр инде лә сыҡмай йөҙәтте. Ҡатын-ҡыҙға ғына ҡағылмайҙыр ҙаһа ул мәҡәл? Ана нисек өлтөрәй Әшрәф, бер һөйгәне өсөн таштан хатта ут саға.

«Бер һөйгәнем өсөн… Бер һөйгәнем өсөн…» Мөхәббәт шулай түләтәме икән ни гелән?! Ниңә шарт ҡуймай ғына, ҡорбан һорамай ғына бәхетле итеп ҡуймай һуң ул? Шартын да, ярай, үтәр инең, әгәр һөйгәнең үҙеңә яҙһа. Әшрәф бит ут сағыу ғына түгел, таштан йүкә лә һуйыр ине, биллаһи, Әсмә хаҡына, тик – өмөтө буш…

Тиҫтер ҡыҙҙарҙан ауылда бер яңғыҙым тороп ҡалдым. Нисек шулай килеп сыҡтылыр? Мәктәпте ун дүрт ҡыҙ, туғыҙ егет тамамланыҡ, Әшрәф тә мин һерәйеп йөрөйбөҙ. Егеттәр, ярай, армияла, ә ҡыҙҙар һуң? Кемдәрелер уҡырға инде, кемдәрелер, ысвикла бисәһе булмайым тип, ҡалаға олаҡты. Беҙҙән алдағылар ҙа шулай иткән – һөҙөмтәлә ауыл тулы буйҙаҡ егеттәр, ә ҡыҙҙар юҡ, ҡара эштән ҡурҡып ҡасҡандар. Ир-атҡа, исмаһам, шофер, механизатор һымаҡ ауыл ерендә мәртәбәле һөнәрҙәр бар, ҡатын-ҡыҙға иһә – ферма ла сөгөлдөр баҫыуы. Күпме генә еңелләшһә лә, сөгөлдөрҙәге эш, көҙгө бысраҡ етһә, һине барыбер бисураға әйләндерә. Сәскә кеүек йәш сағында кемдең бисура булғыһы килһен?

Осалар ҡыҙҙар, ҡалаға осалар… Унда, йәнәһе, уларҙы аҡ ҡалас көтә. Ә ҡалғаны, мөһимерәге, мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙ бәхете – ғаилә, ҡотло донъя көтәме? Бик көтөп тормай икән шул. Үҙемдән өлкәнерәктәрҙе барлап сыҡтым: дөйөм ятаҡта йәшәйҙәр, кейәүгә сыға алмайҙар, йыйған мөлкәттәре – бер сумаҙан сепрәк. Бәс, ҡала егеттәренә ҡала ҡыҙҙары бөткәнме? Беҙҙекеләр ултырып ҡала ҡыуарып… Ә бит әлеге көндә – һанап сыҡтым – Толпарлыла бына тигән егермеләгән егет кәләш тапмай яфалана. Һөнәрҙәре бар, күптәре нәҫел-нәсәбенә таянып, өмә яһап йорт та күтәрткән, ә күҙләргә йәр юҡ. Йөрөйҙәр ҡағыҙ кәләштәргә ҡарап йыуанып. Һуңғы биш-алты йыл эсендә генә олоғара бәлә хасил булған даһа ауылда. Яңы ғаиләләр ҡоролмағас, балалар тыумаҫ, быуындар алмашынмаҫ… Мәктәптә кем уҡыр?

Башыма ут ҡапты ошо уйҙан. Бығаса иғтибарламағанмын, һуҡыр, һаңрау булғанмын, гүйә, – дөрөҫөрәге, ошо хәлдәрҙе күреү, аңлау халәтенә өлгөрөп етмәгәнмен! Үҙемде, аҡыллы, вайымлы, тип йыуанып йөрөгән булам, мөхәббәт көҫәп бәргеләнәм, ә кешелектең кесе йыһаны, кендеге тип аңғарған төбәгемә ниндәй ҙур бәлә янай!

Мин-мин – ҡыңғырау, Дэн-Дэн – һаңғырау…

Мин-мин – ғашиҡмы? Дэн-Дэн – ашыҡма!

Мәктәпкә ремонттан һуң пионер бүлмәһен йыйыштырырға тип китеп барам – ике көндән 1 сентябрь. Эргәмдә һикерә-атлай, үҙенсә ниҙер мығырҙап Менәүәрә килә, ярҙамлашам, тигәс, эйәрткәйнем. Уның шулай көйләберәк, ярым шыбырлап, шиғырына рифма эҙләп хитланыуы миңә һис сәйер түгел, хыялға бирелеп китһәм, үҙем дә уның һыңарымын. “Ғашиҡмын … Дэн-Дэн”… тигәненә ҡолағым улай ҙа ҡарп итеп ҡалды: минең Динис туғаным даһа ул Дэн?! Әллә уға күҙе төшкәнме Менәүәрәнең? Һы… Ҡапыл башымда борхоп тиҫкәрелек бураны туҙғыны: ә тиңме әле ҡыҙ беҙҙең егеткә, төҫ бирерме нәҫелебеҙгә?! Ихтыяр көсөм менән тиҙ генә баҫтым был туҙанды, әлбиттә. Әммә үҙемә үҙем хайран ҡалдым. Әйтерһең, килен төшөрөргә торған һынсыл ҡәйнәмен… Менәүәрә һымаҡ илгәҙәк, һәләтле ҡыҙыҡай эләкһә әле Динисҡа, тиәһе урынға.

– Һин-һин – ашыҡма! – тинем дә, серен сискәнемде аңлатып, Менәүәрәгә мут ҡараш ташланым.

– Нурия апай! Әллә беренсе мөхәббәт уты ҡапты миңә? – Эскерһеҙлеге менән арбай ҙа ҡуя мине ошо ҡыҙыҡай.

– Ә Мөдәрис? Туҙға яҙған һөйөү хаты?

– Эйе… Тик ул минең ике ятып бер төшөмә лә кермәй, ололар әйтмешләй. Дуҫ малаймы – дуҫ малай, йөрөй шунда әллә нимәләр уйлап сығарып. Ә Дэн… Дэн! Каникул һайын Толпарлыға килерме икән? Әллә берәй ҡала ҡыҙына әүрәрме? Уф, Нурия апай, башымдан сыҡмай шул һонтор.

– Муйынына аҫылынырға йәпле, һин уның ҡултыҡ аҫтынан ғына.

– Йүгереп барып муйынына аҫылынырҙай булып китәм, ысын. Ярамағанын беләмсе. Ояты ни торор, шулай ашҡынһаң? Абау…

– Ә һин хистәреңде шиғырға түк, Менәүәрә. Әллә ысын, әллә юрый әле тәүге мөхәббәт тигәнең, ул үтер-китер – шиғырың ҡалыр.

– Үтер микән? Һинеке үттеме?

– Белмәйем…

– Әлеге көндә нишләй икән ул битломан, Динисты әйтәм?

– Уҡырға төшөргә әҙерләнәлер, нишләһен.

Оҙаҡ ҡына һөйләшмәй барҙыҡ. Менәүәрә ни хаҡында уйлағандыр, минең уйым океан аръяғына сығып китте был юлы.

Динис йәйге каникулда американдарҙың “Битлз” тигән ансамбленең йырҙары яҙылған пластинка килтергәйне.

– Өфөлә – битломания, – тип аңлатты. – Ошоно итәк аҫтынан һаталар, 25 һумға алдым, атайым нисек тотторҙо ул аҡсаны – үҙем дә аптырайым. Өйҙә генә тыңлайһың, урамда эт һуғарып йөрөмәйһең, тип строго-настрого әйтте. Вот так, шундай алтын пластинка был.

– Бәс, беҙҙә сыҡҡан даһа, ниңә йәшереп ҡыланалар? – тинем, пластинканың тышындағы яҙыуҙы күргәс: өҫтәрәк “Музыкальный колейдоскоп”, аҫтараҡ “Девушка”, музыка и слова народные, квартет “Битлз” тип яҙылған. Йырҙың ҡыҫҡаса русса тәржемәһе лә бирелгән, бер егетте мөхәббәте менән арбаған ғорур ҡыҙ тураһында икән… Уф, тиҙерәк тыңлағы килә быларҙы – Дэн фотоларын да килтергән: өс егет гитарала уйнай, дүртенсеһе арттараҡ барабан ҡаға. Өйҙә пластинка ҡуйып уйнатҡыс юҡ, пионер бүлмәһенән проигрывателде алып торҙом. Әллә ниндәй тыйылған сер ҡоршап алды лаһа күңелде, бәй…

Тыңланыҡ. Мәүлиҙәне, Менәүәрәне, Гөл менән Әлде саҡырғайным. Игеҙәктәр ҙә шунда инде, өләсәйем дә – ҡайҙа сығып китһендәр. Даң-доң, зың-зыр музыкаға ҡапылда һиҫкәнһәк тә, ҡолаҡ тиҙ өйрәнде, сәйер тойолған моңло тауыштар һәр күҙәнәккә үтеп инде, һәм сит телдә яңғыраған йыр, үҙ ҡосағына алып, өйөрөлтә башланы. Камила менән Әл иҙән уртаһына төшөп, бер-береһенә тотоношмай ғына, музыка ритмына һелкенеп бейей, Гөл яурындарын һелкетә, Менәүәрә хыялға сумған, Камилдың йәшел күҙҙәрендә йәйғорло осҡондар уйнай, өләсәйем шул тиклем дә шәп тауышҡа ыжламай йоҡлап ултыра, яҫтығына арҡа терәп. Ә мин… Ә мин һуштан яҙыр сиктәмен. Әллә ниндәй таныш түгел ҡөҙрәте бар был сит моңдоң! Эйе, тетрәндергес “Зөлхизә” лә, аяныслы “Ашҡаҙар” ҙа, ирҙәрҙе илатырлыҡ “Буранбай” ҙа түгел; эйе, тауышы Ҡур Иҙелдәй (Волгалай) ҡөҙрәтле, тәрән һәм оҙон тынлы Зыкина, моңо менән дә, һыны менән дә хайран итер Магомаев, үҙебеҙҙең мәшһүр Мәғәфүр ағайыбыҙ бар, ә “Битлз” егеттәре барыбер әҫәрләндерҙе, иләҫләндерҙе. Һәр кемде үҙенсә бер халәткә индерҙе, үҙенсә йоғонто яһаны. Ғәжәп… Күрәһең, моңдарҙың тәьҫири көсөндә уртаҡлыҡ бар, уларҙың тамырҙары ҡайҙалыр тәрәндә, бер сығанаҡталыр.

Динис ҡайтып киткәс, атайыма хат яҙҙым. Үҙ ғүмеремдә тәү тапҡыр әйбер һораным: “Битлз” пластинкаһын. Бөтә СССР “битластар” тип атала башлаған яңы музыка менән һаташа икән, толпарлылар кемдән кәм?! Бигерәк тә Джон Леннон менән Пол Маккартниҙы яҡын күрҙек. Төҫ-баштары менән улар дүртеһе лә игеҙәктәр кеүек – ҡара костюм, аҡ күлдәк, ҡара галстук, еткән сәс – тауыштарынан айырабыҙ. Битластарҙы ауылға “индергәнем” өсөн эләкмәй ҡалманы миңә, әлбиттә. Сәкинә апа өйгә килеп, өҫтәл төйөп әрләне, әйтерһең, мин – дошман шпионына юл асҡан һатлыҡ йән. Үҙем дә шөрләп ҡуйҙым: кем белә ул капиталистарҙы…

Ике аҙна уҡығас, өлкән синыфтарҙы, ғәҙәт иткәнсә, сөгөлдөрсөләргә ярҙамға сығарҙылар. Шуны аңғарҙыҡ әле: колхоз, планда күрһәтмәй генә, сөгөлдөрҙө артығыраҡ сәсә икән. Звеноларға тигеҙ итеп өҫтәп бүленгән, ти, ул майҙан, әммә көҙ етһә, һәр кем үҙенекен ҡайғырта, татлы тамырҙарҙы ҡар күҙе төшкәнсе шәкәр заводына оҙатып ҡалырға тырыша. Артығына иһә ҡул етһә – тотонорҙар. Шуны аңлап, Аҡназар ағай йылдың-йылы мәктәпкә көс төшөрә.

Баҫыуҙың иң арғы осонда ул майҙан, тикшереү-фәлән килһә, күҙгә салынып бармайҙыр. Беҙҙе, ярай ҙа, машина менән алып баралар, алып ҡайталар. Будка бар, эсендә оҙон өҫтәл, эскәмйәләр хәстәрләнгән, бер мөйөштә – гәзит өйөмө. Сәғәт ун икеләрҙә төшкө аш килтереп ашаталар, өстәрҙә эш тә бөтә. “Тырышып эшләгеҙ, понимаете ли, былай ҙа төш башынан һыпыртаһығыҙ!”– тип мыжып, Искәндәр ағай килеп киткеләй эргәбеҙгә. Беҙҙең ыңғайға тамаҡ туйҙырып ала ҡай саҡта. Ысвикла бисәләре ризыҡты әүәлгесә үҙҙәре менән йөрөтә, төркөм-төркөм булып, гәп һата-һата сәй эсәләр. Бер үҙе бер арый көйшәп ултырыусылар ҙа юҡ түгел. Иң башта беҙҙең остағы татлы тамырҙарҙы күтәрттереп өйҙөрәләр. Ярым-йорто булһа ла таҙартылғанды еренә еткереп эшкәртергә лә машинаға тейәп оҙатырға ҡала. “Производственный травманан һаҡлағыҙ балаларҙы, башты Себер ебәрерҙәр, елки-палки! – тип уҡытыусыларҙы киҫәтеп кенә тора әлеге Искәндәр ағай. – Бергә яуап бирербеҙ, если что, понимаете ли…”

Төштән һуң мәктәп йыйыштырыусылары, ауыл Советы, почта хеҙмәткәрҙәре эшкә килә әлеге артыҡ майҙанға. Улар, бала-саға менән ҡушмағыҙ, айырым өлөш бүлеп бирегеҙ, тип ныҡышҡас, шулай иткәндәр. Сәмәй ҡортҡа ла сыҡҡан сөгөлдөргә. Теге хәлдәрҙән һуң ул милиция участкаһында эшләй. Иҙән йыуыусы ла, Сәмиғуллин саҡыртҡан кешеләргә фарман ташыусы ла, ул юҡта (әллә нисә ауылға бер участковый бит) телефон төбөндә ултырыусы ла – бер үҙе. Хәтәр эре йөрөй башлаған, минең блат көслө, бәйләнеп ҡарағыҙ, мин власть кешеһе, тип фәстерә, ти, элекке гонаһтарын иҫенә төшөрә башлаһалар.

Әйткәндәй, Гөлбикә апай ҙа шул планға инмәгән сөгөлдөрҙө сығара. Аҡназар ағай уны ҡартәсәйем урынына эшкә алды. Теге әшәке ҡылығы өсөн ғәфү үтенеүе микән? Ни тиһәң дә, аҡсалы, сәғәтле эш.

Әшрәф менән һөйләшеп алабыҙ бер арала, уның “Беларусы” иртәнән кискәсә баҫыуҙан сыҡмай. Һуңғы тапҡыр күрешкәндә Әсмә яғынан килгән хәбәрҙе еткерҙем: Артур дембель алдынан ғына хәрби госпиталгә эләккән. Һынап ҡараным – йөҙөнә кинәнеү ғәләмәте сыҡманы, киреһенсә, борсолоп китте кеүек.

– Йәй башында уҡ ҡайтырға тейеш ине шул, – тине дуҫым. – Әйтәм, тотҡарланды…

Үҙемә оят булып китте: нимәгә уны һынап маташам, эскерһеҙ икәнен әллә белмәйемме?! Ҡатындарҙың эсе ҡат-ҡат, ҡырҡмаһа ҡырҡ ҡат, тигән ҡатмарлыҡ йоҡҡан, ахырыһы, миңә лә?

Әсәйем быйыл үҙҙәре бер звено булып ойошҡан Таллы апайҙары араһына инде. Дөрөҫ тә, ылыҡһын уларға, ситкә тибәрелмәһен. Хәйер, таллылар беҙҙекеләрҙе үҙ итә ул, ҡоҙа-ҡоҙағый булышып йәшәйҙәр әүәлдән, туғанлашып бөткәндәр. Көн дә булмаһа ла, төштән һуң әсәйемә ярҙамлашам. Бер нәмәгә иғтибар иттем әле: әсәйемдең йөҙө йонсоуыраҡ, кәүҙәһе тулыланыбыраҡ киткәндәй. Самат ағай ҙа кис һайын ат һалдырып уны алырға килә, арбаһына ипләберәк, йомшағыраҡ урынға ултыртырға өтәләнеп тора. Кеше ыңғайында машина кузовында ҡайтһа ла була инде, бигерәк бынау әсәйем, ирем бар, тигәс тә. “Ир” тигән һүҙгә фекерем эләкте лә, башым эшләп китте: йөклө бит әсәкәйем, бөтә ҡиәфәте шуны әйтеп тора!

Өләсәйемә еткерҙем был яңылыҡты иң башта. «Һапамды…» – тине лә шымып ҡалды. Моғайын, үҙенең хәтер урманына инеп китте. Унда, таныш һуҡмаҡтарҙа, күптән вафат Төхвәтулла бабайы, һуғышта башын һалған уландары, Абдрахманы осрайҙыр... Ниһайәт, иҫе бөгөнгөгә ҡайтҡас, мин ятлап бөткән тәҡрар ҡабатланды: «Әлдә тапҡаным Гәүһәремде, ырыуҙан ҡалмаҫ борон, мына лаһа уның үҙенән генә түгел, балаларынан изгелек күреп ултырам олоғайған көнөмдә». Өләсәйемдең тауышында һөйөнгәне, өнәгәне ап-асыҡ һиҙелде. Ҡартәсәйемә лә белгерттем әлеге хәлде – ғәҙәти ваҡиға тип ҡабул итте. Уның күңеле һуңғы араларҙа тынысланып тора, сөнки Шәрифә апайымдың малайҙары тәртәгә ингәндәй, атайымдан да хат-хәбәр өҙөлмәй. Киләһе йәй килеп сығыр Баязитым, ти. Ҡайтыр, тимәй. Өс-дүрт йылға бер күренеп киткеләй атайым улай ҙа. Ә ул ебәргән посылка йәшниктәренән күпме сыйырсыҡ оялары, ҡоштарға ем тағараҡтары эшләнгәндер ауылда – кем һанаған?

Донъя шундай итеп ҡоролған: туҡтауһыҙ хәрәкәт бара, тыуым менән үлем нисбәтенең тигеҙлеге атҡарыла, миҙгелдәр үҙ сиратынан яҙлыҡмай алмашына. Һәм был, әлбиттә, һис шикһеҙ, Юғары аң тарафынан даһи камиллыҡта уйланылған, яйға һалынған, ҡанун дәрәжәһенә еткерелгән. Ә шул донъяны көтөү, уға яраҡлашыу, көнкүреш тәңгәлендә нимәнелер яйлау, үҙгәртеү, уйлап табыу әҙәм балаһының иркенә тапшырылған. Һәр көндөң үҙ төҫө, үҙ хәстәре, үҙ мәшәҡәте бар. Бөгөн, мәҫәлән, бәшмәк көнө. Аҡбейек аръяғындағы уҫаҡлыҡта һылыу бәшмәк дәррәү үҫә, ҡышҡылыҡҡа тоҙлаһаң, бәлеш эслегенә шәп була, ит тәме килә бит унан. Билмән эшләп тә ашайбыҙ, бәрәңге ҡушып табала ла ҡурабыҙ – ризыҡ инде, нитһәң дә. Шуны белгәс, мәле етеү менән, халыҡ уҫаҡлыҡҡа эркелә. Мин дә, игеҙәктәрҙе өгөтләп, тоҡ тотоп, бысаҡ алып, шунда йүнәлдем. Тауға күтәрелгәс, ауылыбыҙға шым ғына ҡарап торҙоҡ: йорттары бынан бәләкәс кенә булып күренә.

– Ана Таллы, әсәйемдәрҙең өйө… – тип ҡуйҙы шул саҡ Камил төшөнкөрәк тауыш менән. Ошо балаларҙың өс өйө бар хәҙер – яҡшымы был хәл, түгелме? Бер ҡатлы ғына яуап биреп булмай… Шунан, ауылға арҡа ҡуйып, уҫаҡлыҡ яғына боролоп баҫтыҡ та өсәүләп “аһ” иттек: тау итәгенә оло балаҫ йәйгәндәрме ни – шау алтын ул балаҫ, төшлөккә үрләгән ҡояш нурында йылҡылдап ята – уҫаҡтар һары тәңкә-япраҡтарын ҡоя ғына башлаған мәл. Аҡбейектең был яҡ һырты һөҙәгерәк, йүгерешеп төшөп киттек алтын балаҫҡа табан. Ике көн элек кенә еңелсә ямғыр яуып үткәйне, шунан һуңдыр – бәшмәктәр тыптырлашып үҫкән, ояһы-ояһы менән ултыралар.

– Иң һылыуҙарын, бәләкәстәрен генә киҫегеҙ! – тип бойорҙо ла Камила эшкә лә тотондо. – Ҡарт бәшмәк ҡортло, серегән була. Ә тәтәй генәләрен тоҙлаһаң, банка быялаһы аша шундай матур булып күренәсәктәр.

– Өлгөр инде, белекле инде, и туғанымды! – Маҡтау май булып бата уға. Камил, йәшкелт күҙҙәрен йылмайтып, ҡолағына киртеп йөрөй беҙҙең һүҙҙе. Бәшмәкте тап-таҙа итеп, бер тигеҙен генә һайлап йыя ул, ҡайтҡас берәмекләп барлап тораһы ла түгел.

– Бәшмәктең күплеге! Иртәгә лә киләйек, Лираны ла эйәртәйек, – тине Камила, эшен туҡтатмай ғына: ҡулындағы бысағы ялт-йолт итеп тора, күҙ ҙә эйәрмәй.

– Ғаян ағайымды ла, – тип өҫтәне Камил һәм, турайып баҫып, маңлайына ҡулын ҡуйып, минут һайын ҡайнарлана барған ҡояшҡа ҡараны: – Йәйге селлә тиерһең. – Ғәжәп иттем, туғанымдың күҙҙәре ошо минутта әллә ҡояш нурынан, әллә алтынға мансылған ошо мөхиттән гәрәбә төҫөнә ингәйне.

Ҡапыл атайым иҫемә төштө, шәүләһе өрлөктә сағылған сейә япраҡтарын уның күҙҙәренә оҡшатып, һағыныуымдан һаташыр сиккә етеүҙәрем, тауҙарҙан шаңдып әйләнеп ҡайтҡан ҡайтауаздай, йөрәгемде тетрәндерҙе. «Күпме мөмкин, күпме шулай мөмкин һыҙланырға!» – шулай тип ҡысҡырғым килде. Ҡысҡырһам, һауа һелкенер, уҫаҡтарҙа саҡ-саҡ эленеп торған алтын тәңкәләр шауҙырлап ҡойолоп төшөр ине.

Юҡсы, ҡысҡырмайым, күңелем һөрәнен генә ишетәм. Үҙем генә ишетәм… Ә уҫаҡ япраҡтары баҫалҡы ғына иҫкән елгә лә, хатта шыбырлап һөйләшкән тауышҡа ла өҙөлөп төшөп тора, төшөп тора. Шул мәл, ҡотто осороп, Камила сайылдап ебәрҙе: уф, ни булды?!

– Ҡыуаҡ артынан ҡапыл бер терпе килеп сыҡты, үҙе әллә ниндәй тауыш сығара, бышҡырған кеүек, – тип һеңлем эргәмә йүгереп килде.

– Терпе эңерҙәрәк сыға сысҡан ауларға, ти торғайны Бүреһуҡҡан олатай, быныһы һинән шөрләп бышҡырғандыр,– тинем дә ергә тәгәрәп көлөргә керештем. Игеҙәктәр ҙә ҡушылды: беҙҙең яңғыратып көлөшөүгә, өҫтөбөҙгә алтын тәңкәләр яуҙы. Эйе, көҙҙөң матурлығы бәллүрҙәй нескә, ҡоралайҙай өркәк был мәлдә.

Был ниндәй көн булды?! Илаһи ҙа, һағышлы ла, уйлы-моңло ла. Ҡартәсәйемә лә биҙрәгә тултырып бәшмәк алып барғайным, ул тиктомалға: «Ҡатын ҡырҡтан уҙған, уҡаһы ҡойолған…» – тип һөйләнеп йөрөйсө? «Уҡа»ға сибәрлек, йәшлек мәғәнәһе һалынғанын белһәм дә, юрамал һораған булдым: «Кемдең уҡаһы ҡойолған, йыйып алһын да кире баҫып ҡуйһын, бәс». Өҫтәлгә күҙ һалғас, аңланым: ҡартәсәйем фотолар ҡарап ултырған, ана, йәшел бәрхәт тышлы альбом асылған көйө ята. Шул асыҡ битенә күҙ һалдым: фотола атайым менән әсәйем баҫып тора, ҡартәсәйем артлы ултырғыста ултыра, яулығын сөйөп ябынған, иҙеүенә ваҡ-ваҡ аҡ төймәләр теҙелгән күлдәк кейгән, аяғында үзбәк галошы. Атайым армияға китер алдынан ғына төшкәндәр, беләм. Әсәйемдең күлдәге ҡорһаҡ тирәһендә ҡабарыбыраҡ тора: кесе йыһандағы миңә дүрт ай самаһылыр… Үҙенең шул саҡтағы төҫ-башына ҡарап әйткәндер ҡартәсәйем, уҡа ҡойолған, тип? Фоторәсемдә уға теп-теүәл ҡырҡ йәш, минең иҫәбемсә. Һылыу йөҙ, ғорур һын-ҡиәфәт, төҙ танау, яҡты маңлай… Үҙ баһамды яҡшы беләм, тип әйтә һымаҡ уның һәр һыҙаты.

– Әлдә Аллаһ Тәғәлә шул бәхетте инселәгән беҙ ҡатындарға, уҡаң ҡойолһа ла, әрәм булмай, ҡыҙ балаңа, ҡыҙың булмаһа, ейәнсәреңә мираҫ булып күсә. Бына лаһа, ҡолоҡасым, һиндә – минең маңлайым, танауың да ҡырласланды – беҙҙең нәҫел мисәте, ә күҙҙәремдең төҫө – Камилала.

– Бөгөн көн нишләптер моңһоуыраҡсы, ҡартәсәй, гелән ғүмер хаҡында уйландыра ла тора?

– Көҙ, ҡолоҡасым, көҙ… Уның һағышы һарыла күңелгә…

25[edit]

Эштән ҡайтып килә инем, Зөмәрә апай бер ыңғай өс конверт, бер открытка килтереп тотторҙо! Мәүлиҙә әхирәтемдең хатын уҡығас, әллә нисә сәғәт йоҙроғомдо йомарлап йөрөнөм. Берәй нәмә тотайым йә эшләйем тиһәм, – йоҙроғомдо саҡ яҙып алам, шулай көсөргәнәм. Әхирәтемде унда рәнйетәләр икән, битәрләйҙәр! Олексий бер ялында уны ҙур ғына ҡасабала йәшәгән ата-әсәһенә ҡунаҡҡа алып ҡайтҡан да, шунда…

«Атаһы Алешаға оҡшаған, мыҡты кәүҙәле, алсаҡ сырайлы ағай, – тип яҙа Мәүлиҙә. – Әсәһе һылыу йөҙлө, беҙҙең Әсмә һымағыраҡ эре һөйәкле казачка, үткерлеге күҙенә, тәкәбберлеге йөҙөнә сыҡҡан. Уның эргәһендә минең әсәйем күшеккән тауыҡ инде… Северный Донец тигән йылға аға ул тирәлә, шуны барып ҡараныҡ, ай-һай, ҙур һыу. Дондан ҡайтышыраҡ, тиҙәр. Был яҡтарҙа, ҡыҙый, ҡайҙа күҙ ташлама, шунда шахта, шахтерҙар поселогы, күмер тейәгән вагондар йөрөгән тимер юлдары. Ерҙән дә, һауанан да, кешеләрҙән дә күмер еҫе килә… – Ошо урында минең танауыма ла шул еҫ бәрелгәндәй булды, сөскөрөп ҡуйҙым хатта. Шулай ул мин, уҡығанымды кисереп алам да китәм. Аҙаҡтан ғына өҫтәп ҡуйған әхирәтем теге мине йоҙроҡландырған хәбәрҙе. – Ҡыҙый, һиңә генә әйтәм, – тигән, – ҡайтҡас, бер көн уҡыуымды ҡалдырып, бүлмәмдә шаңҡып яттым, башыма һуҡҡандай булды Алешаның әсәһенең һүҙе. Милләтемде һорағас, әйткәйнем, башҡорт, тип, ултыра төштө лә: «Басурманка, дикарка!» – тине. Ҡысҡырманы ла, ҡыуманы ла, ә тәбиғи бер тауыш менән әйтте, бармаҡ төртөп.

– Дарья, басурманы канули в лету, – тине ире, үҙенсә мине яҡланы, шикелле. Әйткәндәй, ул украин түгел, урыҫ икән, Куйбышевтан килгән бында, шахтаға. – Башҡортостанды беләм, Өфөлә булғаным бар, унда башҡорттар, татарҙар йәшәй, урыҫтар ҙа күп, – тигәйне, ҡатыны тағы өҫтәне:

– Татары-монголы – те еще басурманы!

Алеша әсәһен үҙенсә тынысландырырға тырыштымы, атайымдың уҡытыусы булып эшләүен әйтте. Апай үҙе бухгалтер икән.

Нурия! Беҙҙе шулай бер-беребеҙҙән биҙҙереп ҡуйыр микән ул һылыу казачка?! Бирешмәйәсәкмен! Көрәшәсәкмен, белеп ҡуйһын, иветә?»

– Иветә! – Хатты уҡып бөткәс, шулай тип ҡысҡырҙым йөҙҙәрсә саҡрымдағы әхирәтемә, йоҙроҡтарымды төйнәп һикереп торҙом…

Открыткаһы Динистан ине, һуңлабыраҡ булһа ла тыуған көнөм менән ҡотлаған. «Ҡышҡы каникулда киләм, Илдарҙы «на лопатки положу, – тигән. Еңә, йәнәһе. Еңһәсе – миңә лә дан, туғаным даһа. – Нурка, салям Варьке», – тип ҡуйғансы иң һуңында. Нуркаһы, ярай, мин, ти (бына ағас тел малай!), ә Варькаһы кем һуң? Баш ватылды шуны уйлап. Ниһайәт, таптым һымаҡ: әллә Менәүәрәме? Мунавара – Варька?

Сит илдән килгән хат – Сабирҙан, ул армияға быйыл алынды, ГДР-ҙа хеҙмәт итә. Иҫе китеп тасуирлаған ундағы халыҡтың бөтмөрлөгөн, урамдарҙағы таҙалыҡ-тәртипте – Берлинды күрһәтеп йөрөткәндәр икән. Ғәжәп, ти, ул ҡала: таш стена менән икегә бүленгән, теге яҡта – капиталистар. Һы, ҡайҙа ла шул уҡ немецтарҙыр инде, беҙҙең илебеҙгә баҫып ингән фашист тоҡомдары?

Таныш түгел ҡул менән яҙылған конвертты кис еткәс кенә астым, уның эсендә ниндәйҙер шомло хәбәр ятҡанын һиҙенгәндәй. Асһам – «Артур исеменән яҙам» тип, миңә бер шәфҡәт туташы сәләм күндергән. Әллә ул егет, минең әхирәтемде ташлап, башҡаға күҙ һалғанмы? Ҡарһаланып күҙ йүгертә һалып сыҡтым хатҡа. Ҡойолоп төштөм. Һүҙ хыянат хаҡында ғына барһа, еңелерәк булыр ине… Артурҙың хәле бик аяныс икән. Һаман госпиталдә ята. Теге медсестра ара-тирә үҙенең һүҙҙәрен дә ҡыҫтырып ебәргән: “Армияла төрлөсә була, был егет һымаҡ инвалидҡа әйләнеп ҡайтыусылар бар, – тигән. – Бөтә ағзаһы теүәл, тик хәрәкәт итә алмай, бәлки, әкренләп аяҡҡа баҫыр, мөғжизәләр юҡ түгел дәһә…”

Артур исеменән яҙылған өлөш ҡыҫҡа ғына: “Асенька, цветочек мой лесной, нашим мечтам не суждено сбыться. Не судьба… Я – инвалид. Еще родителям не сообщил, боюсь, у мамы слабое сердце. Но придется сказать правду, они меня, наверное, заберут. Не знаю, как смириться с тем, что стану обузой моим родным. Прощай, любимая. Прости”.

Үҙемә яҙылғандай ауыр ҡабул иттем был хатты. Төн йоҡламай сыҡтым. Әсмә ошо ауылда йәшәһә, түҙмәй, йүгереп барып етер инем янына. Иртәгә, берәй сәбәп табып, эштән һорап китермен микән Айыусыға? Әллә хатты бирмәҫкә лә ҡуйырға? Яҡындары барып алыр, Әсмә, көтөр-көтөр ҙә төңөлөр егетенән? Юҡ, мәңге төңөлмәйәсәк! Бер һөйгәне өсөн йәнен бирерҙәй ҡыҙ бит ул. Эҙләр, табыр, аманатҡа хыянат иткәнемде белер. Артур ҙа бит тоғро әхирәтлегемә ышанып яҙҙырған хатын, Әсмәгә ҡапыл бәрелмәһен ҡурҡыныс хәбәр, типтер, мине ҡалҡан иткән. Тимәк, Әсмәнең уға ҡул һуҙырына өмөтләнә? Уф, Хоҙайым! Ҡайһылай ҙа ауыр һынау алдына баҫтырҙың мине... көтмәгәндә!

Таң менән, мал-тыуарҙы тәрбиәләрҙән алда уҡ, Әшрәфтәргә йүнәлдем: ул эшкә иртә йөрөй, тотоп ҡалырға кәрәк. Ҡапҡаһынан сығып та килә ине шул, колхоз гаражына табан ҡушар атланым. Хатты уҡыттым. Ҡулдары дерелдәп китте.

– Әллә тапшырмаҫҡа быны? – Эсемде тишеп килгән ошо һорауҙы уға ла бирҙем. Юҡ, уны һынар өсөн түгел, ә үҙ фекеремде аныҡларға теләп.

– Нурия, хәҙер минең бөтөнләй өмөтөм ҡалманы, – тине Әшрәф. – Артур һау-сәләмәт ҡайтһа, мөхәббәтем өсөн көрәшергә әҙер йөрөй инем, ә хәҙер – юҡ… Әсмә унан баш тартмаясаҡ. Мин дә нисек алышайым шул хәлдәге егет менән?

– Хатты Әсмәгә бирмәҫ тә ҡуйырым… – Тауышым шым ғына сыҡты, улай итмәҫемә ныҡлап ышандым даһа. Әшрәф был һүҙемде иғтибарһыҙ ҡалдырҙы (ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙың бәғзе хәбәрен ишетмәй ҙә ҡуя ул).

– Төшкө ашҡа ҡайтам, шунда Айыусыға барып әйләнербеҙ, тиҙ генә. Зәп бара, эш тығын, – тип ҡырҡа ғына әйтте лә шәп-шәп атлап китте лә барҙы дуҫым, мине ташлап. Һы…

Мәктәптә ике-өс сәғәт ҡыялдым да, Сәкинә апанан рөхсәт һорап, Айыусыға йыйындым. Сәбәп уйлап сығарып торманым, өләсәйем сирләп тора, тиһәм дә булыр ине – тимәнем, йә көфөр булырмын, апаға дөрөҫөн әйттем. «Ай, бисура…» – тип ихластан борсолоп алды. Ә мин Әсмә әхирәтемдең Яңы йыл кисәһендәге мажараһын иҫемә төшөрҙөм, әммә көлөп ебәрә алманым… Апаны әйтәм, таныған икән теге юлы “бисура”ны?

Мәктәптән ҡайтышлай магазинға һуғылдым. Сәхи ағайҙан, Айыусыға барам, донъя кәрәк-ярағы, күстәнәскә нимәлер бирегеҙсе, тип дөйөм генә әйткәйнем, шүрлеккә теҙеп һалды: сәй, шәкәр, ярма, тоҙ, шырпы, һабын (быныһын онотор инем әле), ике ҡап ҡаҙаҡ – шунан башҡаһын тотош алдым. “Кәрәсин-фәләнен Әшрәф үҙе алып барыр, механизаторҙарға иген дә биргәндәр…” – тип мине аптыратып та ҡуйҙы һатыусы. Белә инде бөтәһен, Әшрәфтең Әсмәне яратыуын да – кешеләр магазиндан тауар ала, алмашҡа, аҡсаға ҡушып, мәғлүмәт тә ҡалдырып китә. Ғәҙәт…

Әсмәгә барғас, теге ҡаҙаҡтарҙы алмауыма үкендем: бик кәрәк икән бында. Айыусыны күп тигәндә өс айҙыр күрмәүемә, шул арала бында, әйтерһең, ғәрәсәт булып уҙған. Иң арыу өйҙәрҙе хужалары йә һүтеп һатып ебәргән, йә үҙҙәре яңы ергә күсереп алып киткән. Был төбәктәге ҡаралтылар яҡшы ағастан: ҡарағайҙан да йүкәнән һалынғанын алыҫыраҡ ауылдарҙа ла беләләр, тиҙүк ташып бөткәндәр. Мейестәре генә һерәйеп ҡалған, уларының да кирбесен алғылағандар. Бәғзе нигеҙҙә ваҡ-төйәк әйберҙәр, ватыҡ уйынсыҡтар ҙа ята. Һуғыш харабалары тиерһең, абау. Бер нисә иҫке барак ҡалған да теге әбей-бабайҙарҙың өйҙәре һәм Әсмәнең атаһы һалған алты мөйөшлө мөһабәт йорт. Ҡураһында һыйыры-башмағы, башҡа ваҡ мал-тыуары мөңрәшә, ялан аҙбарҙа быуаҙ бейә аяҡ өҫтө йоҡомһорап тора…

Сәй эскәс, Әшрәф, тирә-яҡты байҡап киләм тип, урамға сыҡты. Әсмә менән мин күҙгә-күҙ бағышып ултырып ҡалдыҡ.

– Артур һаман юҡ, һалдаттар ҡайтышып бөтөп бара бит инде. – Үҙе башланы һүҙҙе.

– Госпиталдә тип хаты килде, тигәйнең дәһә, шуға тотҡарланғандыр. Үҙе яҙғайнымы ?

– Үҙе түгел, командиры. Ә ниңә улай һорайһың?– Әсмә һағайҙы.

– Әллә ҡаты сирләп киткән микән егетең?

– Нурия, һин нимәгә ыңғайлайһың, бер-бер хәбәр килдеме, уф!? Төшөм дә бутала ине ошо осор… Анау барактарҙың тәҙрәләрен арҡыс-торҡос таҡта менән ҡаҙаҡлап ҡаплап йөрөйөм, имеш, тип күрҙем.

– Уйлап йөрөгәнһеңдер, ҡапларға кәрәк тәһә.

– Эйе, кәрәк, ҡаҙаҡ юҡ… – Әсмә ошо урында шып туҡтаны ла иңемдән тотоп һелкетте: – Әйт, Нурия! Эш ташлап, тиктомалға ниңә килдең?!

– Һындыраһың бит һөйәгемде, бынау Әсмә! Буштан-бушҡа йөрөмәйем инде… Борсолма, Артурың иҫән. Тик… Мә, хатты уҡығас, үҙең аңларһың.

Әхирәтем бер уҡып сыҡты хатты, ике уҡыны, өс… Шунан таш булып ҡатты, гүйә. Өндәшергә баҙмай ултырам эргәһендә. Ундай мәлдә башҡа рәтле фекер ҙә инмәй икән. «Сәкинә апанан һорап киттем, теге маскарадта бисура булып кейенгәнеңдә һине таныған, шуны иҫкә төшөрҙө…» – тигән булдым ахырҙа.

Әсмәнең көсөргәнеше саҡ ҡына ысҡындырҙы, буғай, бармаҡтары йомшарып, хат иҙәнгә төшөп китте. Артурҙың Толпарсыҡҡан ярында уҡылған тәүге хаты йөрәкте әрнетеп хәтергә төштө. Усаҡтағы ут эсенән тартып алғайны уны әхирәтем. Ана, уң ҡулының һыртында һаман эҙ бар, ныҡ бешкән урынында үргән яңы тиреһе ялтырабыраҡ тора.

– Ҡыҙый, алып ҡайтам Артурымды Айыусыға! – тине әхирәтем. Бер кем дә кире ҡаға алмаҫлыҡ итеп әйтте. – Бөгөн үк һеҙҙең менән Толпарлыға сығам, иртәгә – Оло юлға. Госпиталдең адресы бар, аҡса төйнәгәнем – яңы ғына туса һыйырҙы һаттым, картуфты тапшырҙым – йыйып йөрөнөләр.

– Алыҫ ҡына, Тажиҡстанда…

– Ер сиге булһа ла барып етермен. Хәйер, ил сиге инде, пограничник таһа.

– Атаһы алданыраҡ өлгөрһә, Себергә апҡайтһа?

– Уларға хәбәр итмәгән әлегә Артур, тимәк, мине көтә. – Әсмә, уйын минең менән уртаҡлаша-уртаҡлаша, ашығып юлға йыйына башланы. – Күршеләргә ҡалдырып торам инде донъяны, утын-бесән бар, ризыҡ етерлек, өсөһө бер кешеләй булырҙар әле. Бейәне иҫән-һау ҡолонлата алһалар… Мылтыҡты ла ҡалдырам, бер-бер хәл булһа…

– Бәс, беҙ ҙә килгеләрбеҙ, булышырбыҙ, – тинем, Әшрәфкә арҡаландым инде.

– Эйе, Әшрәф ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫ. – Әсмә лә мине ҡеүәтләп ҡуйҙы. Ярата ул Әшрәфте, тик дуҫ күреп ярата, бүтәнсә түгел… – Ҡыҙый, Артурымды туҡмағандарҙыр, тип шикләнәм. Дедовщина тигән нәмә хәтәр тиҙәр бит армияла.

– Ул үҙе “дед” таһа, дембель?

– Әгәр белһәм кем туҡмағанын, сәсрәтә һуғыр инем шуны! Әхирәтемдең көслө, әммә һомғол кәүҙәһенә, йылғыр хәрәкәттәренә былай ҙа һоҡланып ҡарап ултыра инем, нимә әйткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым:

– Үлтергәнсе!

Асыу, ҡәҙерле кешең өсөн үс алыу тойғоһо аңыңды тиҙ яулай шул, аҡылыңа килеп өлгөргәнсе эшләп тә ҡуйыуың ихтимал. Кисә генә бер тапҡыр ҙа күрмәгән казачка апайға йоҙроҡ төйнәп йөрөнөм, бөгөн – билдәһеҙ берәүҙе үлтерергә әҙермен? Хис-тойғо – даръя бит ул, ти ҙәһә ҡартәсәйем, ауыҙлыҡларға көсөң етмәһә, ташҡынында үҙең батаһың…

Әсмә, ниһайәт, Тажиҡстандан урап ҡайтты. Артур менән ҡайтты. Уларҙы һәр ҡайҙа хәрбиҙәр оҙатып йөрөгән. Өфөлә Башвоенкомат вәкиле ҡаршы алып, районға оҙатҡан, бындағылар – Айыусыға килтереп ҡалдырған. «Ниндәйҙер ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйҙым, «Секретно» тип мисәтләнгәндәре лә бар ине, төпсөп уҡып торорға теләгем булманы» – тип һөйләне әхирәтем аҙаҡ. Баяғы шәфҡәт туташын күрергә форсат төшкән, уныһы ҡолағына шыбырлаған: «Учениелар ваҡытында ниҙер булған, «приближенные к боевым действиям» итеп уҙғарылған улары. Хәҙер бит сик буйында ниндәй генә ҡоралға һынау үткәрмәйҙәр. Мин хәбәр ебәргәндә, ул тотлоғоп булһа ла әҙ-мәҙ һөйләшә ине, хатын үҙе әйтеп тороп яҙҙырғайны. Ә хәҙер, үҙең күрәһең… Артабан ни булыр? Алға китеүе лә бар, кирегә китеүе лә ихтимал…»

Диагнозы бик ҡатмарлылыр, ябай күҙ менән танып уҡырлыҡ та түгел, ҡағыҙын Әсмәгә биргәндәр. «Для дальнейшего лечения направляется по месту жительства» тигәне генә аныҡ яҙылған. Икенсе көнөнә үк, военкомат хәбәр иткәндер, райондан килеп еткән ике врач: «…позвоночника, так… головного мозга, так-так, …нервной системы…» – тип диагноздың йә башын, йә аҙағын ғына уҡып, шым ғына һөйләшкәндәр ҙә Әсмәгә улар менән бәйләнеш тоторға, ауырыуҙың хәлендә үҙгәреш була ҡалһа, хәбәр итергә ҡушҡандар, башҡаса бер нисек тә ярҙам итә алмауҙарын аңлатып, баш сайҡағандар. Берәүһе, ҡара урман эсендәге, электр яҡтыһы, телефон да булмаған, бөткән ауылда ошондай ауыр һынауға тарыған ҡыҙ баланы ҡыҙғаныптыр: «Дочка, будет разумнее, если ты сдашь солдатика под опеку государства», – тип тә әйткән. Улар менән бергә барған фельдшер Әүхәт ағай ҙа үҙенең шулайыраҡ фекерҙә икәнлеген белдергән.

Врачтар, Артурҙы үҙҙәре менән тейәп килтергән коляскаға ултыртып, дарыу-фәлән ҡалдырып, ҡайтып киткән. Әсмә, яурынына ятҡан йөктөң ауырлығын тойоп, яҙмышына ябырылған фажиғәнең күҙенә ҡарап бер яңғыҙы тороп ҡалған.

Районға кире әйләнгән «Тиҙ ярҙам» машинаһы ҡаршыбыҙға осраны. Туҡтамай үтеп китте. Туҡтаһа ла, ни фәтүә? Тәҙрәнән ҡарап ултырған Әүхәт ағайҙың күҙҙәрендәге өмөтһөҙлөктө күреп ҡалыу ҙа күпте аңлатты беҙгә – Әшрәф менән миңә…

Аҙна араһында барып сыҡҡыланыҡ башта. Әшрәф йышыраҡ йөрөнө, төнгөлөккә ҡалып, эшенә иртәгәһенә иртән килгән осраҡтары йыш булды. Бәғзеләрҙең ләститенә лә иҫе китмәне дуҫыбыҙҙың. Хәйер, күпселек уны хупланы, ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә, кәңәш бирергә тырышты. Татар әбекәй, кейҙерергә уңайлы тип, Артурға еңенә лә, балағына ла замок ҡуйып комбинезон һымаҡ ике кейем тегеп бирҙе: йәйгелеккә – йоҡағын, ҡышҡылыҡҡа – ҡаҙ мамығы ҡуйып һырығанын. Үҙе уйлап сығарған! Сәхи ағай «сысҡан тишкән» тип һылтап списать иткән ике тоҡто – әлеге һөйөклө Кубабыҙҙан шәкәр менән килә улар – Хәйрулла ағайға «шылдырған», ә уныһы тимерҙән бер ҡоролма эшләгән дә, тоҡтарҙы һүтеп, йәпләштереп, шуның сатырына тарттырған – ҙур зонтик хасил булған. Әсмә ул ҡоролманы ишек алдына баҫтырып ҡуя ла, үҙе эш эшләй, Артуры – коляскала, әлеге көндә ямғырҙан, епшек ҡарҙан һаҡлана, йәй мәлендә ҡояштан күләгә лә буласаҡ. Хикмәтле ул зонтик, күрҙем: күсереп йөрөтөрлөк, сатыры ысҡындырыла, еңел генә ҡаушырыла, таяғын ҡуя торған өс таған һымаҡ ҡулайламаһы алына.

– Ялан-ҡырға ла сығырға мөмкин – Артур һауа һулар, күҙ уңында булыр, – ти Әсмә. – Кем белә, бер матур көндө үҙ аяғы менән атлап та китер минең һөйөклөм… – Шул хыялы әхирәтемә көс бирәлер, сыҙап ҡына ла торорлоҡ түгел дәһә, юғиһә, уның хәлдәре!

– Әлдә Әшрәф бар, – тине бер килгәнемдә әхирәтем. – Рәхмәтем төшһөн, бәхетле булһын инде. Ана, болдорҙан колясканы төшөрөргә-мендерергә уңайлы һикәлтә һалып бирҙе, ҡапҡам ауғайны, уны баҫтырып ҡуйҙы. Өйҙәге бүлмә ишегенең тупһаларын алып ташланы, колясканы төкөтмәнән оло яҡҡа сығара алмай яфаланмайым хәҙер. Ауыр бит ул тәгәрмәсле нәмә, тимер ҙәһә, Артурҙың үҙен еңел генә күтәрәм дә ул…

Иламаҫҡа тип урттарымды тешләп ҡанатып бөтәм, Әсмәгә барһам. Артурҙың армияға киткәнсе ҡиәфәтен күрмәһәм, бер хәл – ниндәй матур, буйсан егет ине. Боттарына һылашып торған салбар, ҡыҫҡа еңле сылт ҡыҙыл күлдәк кейеп бер килгәйне Толпарлыға, Әсмәгә эйәреп. Иҫтә ҡалған. Иҫтә ҡалырлыҡ егет. Әсмә уның янында бер ҙә әзмәүер кәүҙәле булып күренмәй – бер-береһенә тап-тамандар, шуға ла иғтибар иткәйнем. Ә бөгөн… Әхирәтемдең көнө Артурҙы түшәктән күтәреп алып, мейес ҡырына Әшрәф яһап биргән тар һикегә һалып ҡуйып битен-ҡулын сайыуҙан, тәһәрәтләндереүҙән башлана. Шунан кейендерә. Ашата. Коляскаға күтәреп ултырта. Ҡыл да ҡыймырлата алмай ҙаһа егет. Исмаһам, һөйләшһә – теле лә юҡ! Госпиталдә һөйләшкән дәһә, ауырлыҡ менән булһа ла... Алға бармай хәле, кирегә китәме? Уф… Ишетә һымаҡ? Күҙендә зиһен шәүләһе шәйләнеп ҡала – һирәк, бик һирәк…

Әсмә килеп төшкәс, хәрби частан Тубылға шылтыратҡандар: мин Артурҙың кәләшемен, тип, Башҡортостандан бер ҡыҙ килгән, алып ҡайтырға даулаша, ризаһығыҙмы, тип белешкәндәр. Тоттороп ҡына ебәрергә һалдат посылка түгел дәһә. Аптырап ҡалһалар ҙа, егеттең ата-әсәһе риза булған, Айыусы Тажиҡстандан яҡыныраҡ таһа, шунан барып алырҙар – шулай уйлағандар микән? Улдарының, госпиталдә ятҡас, сирләгәнен белгәндәр, әлбиттә, әммә, Өфөгәсә оҙатып ҡуясаҡтарын ишеткәс, кеше көнлө икәнен аңлап, Суфия апай һуштан яҙып йығылған.

Аҙналап ваҡыт үтеүгә, Рауил ағай үҙе генә килеп ингән Әсмәләргә, ҡатыны теге йығылғанынан саҡ күтәрелеп килә, ти, бисараҡай. «Пес инте пуровик түгел, мынта, Себердә, пескә ни калган», – тип әйтеүе ҡолағыма салына хатта: өҙөлөп һағынғандыр улыҡайын, йөрәк тауышы ел менән килеп етәлер Айыусыға, ишетәм, гүйә! Рауил ағай, ир кеше әле, Артурының хәлен күргәс, урманға сығып илаған. Ярай ҙа Суфияны эйәртмәгәнем, бик ныҡыша ине, врачтар тотоп ҡалды әлдә, тигән, бер ни тиклем тынысланғас. Бындай ҡайғыны ҡабул итергә, күнергә ата-әсәгә ниндәй сабырлыҡ кәрәктер, белмәйем, кисереп ҡарамағас. Кисермәһәм дә ине, Раббым! «Дуҫыңа түгел, дошманыңа бирмәһен» тигән хәсрәттер был.

Әбейҙәр сыуағынан һуң да байтаҡ ваҡыт көҙҙөң йөҙө ялтыратып йыуылған еҙ батмус кеүек көлөп торҙо. Шунан әҙ-мәҙ боҙло ямғыр күҙе төшкөләне лә, күктең иләге ондай итеп күпертеп ҡар иләргә тотондо. Иләне лә иләне. Ниһайәт, бар мөхитте ап-аҡ итте – сираттағы ҡыш килде. Шулай ҡупшы ғына көйөнсә, ҡаршылыҡһыҙ килде, ҡәҙерле ҡунаҡтай, үҙ һөймәлеге менән.

Каникулға тура килтерелгән сессияға барып ҡайттым. Шәрифә апайымдарҙа ятып уҡыным. Динис ауылға һыпыртты, унда уны ике кеше тарта: Толпарлы Ботвиннигы Илдар һәм Толпарлы шағирәһе Менәүәрә, уныңса – Варька. Ҡайһыһы нығыраҡ тарталыр? Варька булырға торамылыр әле беҙҙең ҡыҙыҡайыбыҙ? Былары күп тә үтмәй асыҡланды: сессиям бөтөргә ике көн ҡалды тигәндә, Динис ауылдан әйләнеп ҡайтты. Танауы төшкән егеттең. Илдарҙы еңдем, ти үҙе. Тимәк, Менәүәрә менән бутҡаһы бешмәгән. Һүҙ йолҡоп ҡарағайным, өндәшмәй. Ахырҙа юрамал һораным: «Варька миңә сәләм ебәрмәнеме?» «Толпарлыла ундай исемле ҡыҙ юҡ», – тине лә Динис ҡып-ҡыҙыл булды. Әллә ныҡ ғәрләндергән быны теге ҡыҙыҡай? Үҙе тағы ошо хулиганды уйлап йөрөй. Бәс, хулиганлығы бөткәнсе минең туғанымдың. «Уҡыуына һабышты, математика класында – беренсе, тьфү-тьфү, күҙ генә теймәһен, – тип тирә-яғына төкөрөнөп ала Шәрифә апайым. Ҡартәсәйемдең диндарлығы апайыма ла күсә башлаған һымаҡ, ә миңә? Аллаһ Тәғәләгә һис бер икеләнеүһеҙ инаныуым ҡаҡшамаҫ – донъя-ғаләмде яҡынданыраҡ белгән һайын, уның кеше зиһене айҡап алмаҫлыҡ ҡатмарлы һәм серле, кеше ҡулы ҡора алмаҫлыҡ камил икәнлеген яҡшыраҡ аңлайым. Ҡартәсәйем өйрәткән доғаларҙы ихлас уҡыйым, ҡөҙрәтле көсөн тоям. Тик, ниңәлер, уларҙы ауыр минуттарҙа, хәсрәт килгәндә генә тиҙ иҫемә төшөрәм…

Ауылға ҡайтып китер алдынан бер тапҡыр Кәбирҙең ятағына шылтыраттым, үҙемдең Өфөлә икәнлегемде белгерттем. Ә нимәгә тексәйеп йөрөйөм, мине хур итеп ташлап китмәгән дәһә ул. Әсмәләрҙең яҙмышы тетрәндереп кенә ҡалманы, ҡаты итеп аҡылға ла ултыртты: бер генә дуҫым да – туғандарымды әйтеп тә тораһы юҡ – артыҡ түгел, кенә тотоп ҡыланырға. Свердловскиҙа үҫеп ятҡан Мәйсәрә һеңлемде лә ситкә тибәрмәйәсәкмен, тип үҙемде ныҡытып ҡуйҙым әле.

Кәбир менән баш ҡалалағы музейҙарға йөрөнөк. Яҡташ художниктарыбыҙ: Нестеров, Дәүләткилдиев, Лотфуллин, Домашниковтарҙың картиналарын ҡараныҡ. Уҡыған еренә лә тиҙ генә инеп сыҡтыҡ. Ғәжәп, башҡа студенттар ауылға ҡайтырға, ҡалала ҡалһа, тансы тип ашҡынып тора, ә бындағылар – оҫтаханала, кешегә күтәрелеп тә ҡарамай, һүрәт төшөрөү менән мәшғүл. Бер бүлмәләге бикле шкафтан асып алып, Кәбир яңы эштәрен өҫтәлгә теҙеп һалды. Гелән бер үк нәмәләр төшөрөлгән кеүексе: тибендәге аттар, малайҙар. Алты малай… Саҡ ҡына арыраҡ – тирмәләр, уларҙың уҡтары күккә олғашҡан, гүйә – боронғоноң сағылышылыр. Һыбай егеттәр… Офоҡ сигендә – уҡ-һаҙаҡ аҫҡан, башына торҡа кейгән яугирҙар, мираж әллә?.. Усаҡ тирәләп ултырышҡан олпат ирҙәр, уртала – ҡурайсы, алыҫтараҡ йылҡы көтөүе юшай… Бер ситтә – хәрбиҙәр, танкылар, күктә – самолеттар… Ҡорҙан йыраҡ түгел үҫкән тарбай имән япраҡтарына ырыу атамалары, тамғалары төшөрөлгән… Бәс! Йөҙ һыҙаттары оҡшаш һымаҡ таһа был төрлө быуын ир-егеттәренең? Аттар ҙа бер төҫтәрәк, ахырыһы, Толпарсыҡҡан күленән сыҡҡан Ҡола бейә тоҡомдары, араларында Күк юрға айырылып күҙгә ташлана! Кәбир миңә ҡарап-ҡарап торҙо ла, шатланып, көлөп ебәрҙе.

– Таныныңмы? Алты малай – беҙ ҙәһә: Сабир, Фатих, Әшрәф, Әхиәр, Харис һәм мин.

– Ә былары? – Рәссам дуҫымдың идеяһын аңлаһам да, һораған булдым – аңлатһын, күңеле булһын.

– Былары ла – беҙ, беҙҙең, ир-аттың, образы. Башҡорттар образы… Триптих яҙырға хыял итәм, уртаҡ сюжетҡа ҡоролған өс полотно йәғни.

– Аңлашыла. Дәртеңә – дарман, Кәбир. Ә мин ауылымдың, дан ауылдаштарымдың образдарын бәйән итергә уҡталам. Берәй ҡасан… – Мах бирмәйем үҙемсә, миңә лә ижад ят түгел, мин дә – хыяллы асыл, йәнәһе.

– Ҡағыҙға төшөрә бар. Тәьҫоратты сағыу сағында һынландырырға кәрәк, төҫө уңмаҫ борон.

– Мин художник түгел дәһә, уй-хис, киреһенсә, эсеңдә йөрөтөңкөрәһәң, баҙыҡлана һымаҡ. Әлләсе… Был юлы Кәбир үҙен тыныс тотто, Әнкәләр осонда осрашҡандағы кеүек ашҡынманы. Күҙҙәрендә илаһи сатҡылар балҡый ине, төшөндөм: ижад ялҡыны тоҡанған дуҫымдың йөрәгендә, буласаҡ триптих биләгән уның уй-хисен. Минең һынап ҡарап тороуымды һиҙеп, Кәбир, ғәйепле кешеләй, әйтеп ҡуйҙы: «Сублимация энергии, тип атай педагогыбыҙ бер тойғоноң, мәҫәлән, мөхәббәттең, икенсе, шундай уҡ көслө тойғоға, мәҫәлән, ижад ҡомарына әүерелеүен…»

Ҡышҡы сессия ҡыҫҡа ғына – ун көн. Шул ғына арала ла өҙөлөп һағындым тыуған яғымды. Оло юлда, автобустан төшкәс, ауылыма йөрәкһенеп ҡарап торҙом бер арый. Ҡылт итеп уйыма килде: батша әрмеһендә сирек быуат хеҙмәт иткән олатайҙар, илен-ерен һөйгән өсөн яуға күтәрелгән, йәнтөйәгенән ел дә килеп иҫмәҫ, ҡош та осоп етмәҫ тарафтарға һөргөндә башын һалған Салауаттар, үҙем ишетеп белгән Әдисәй бабай, күреп белгән Гөлбикә апайҙар нисек кенә сыҙаны икән юҡһыныу һағыштарына?! Мин әле әҙгә генә айырылып торғанмын, ә күкрәгемдә ҡайнаған хистәргә сәсәп йығылырҙаймын.

Ана, сөгөлдөр баҫыуы, көмөш еп менән нағышланған аҡ юрған ябынғандай, ҡышҡы сағыу ҡояш нурында ем-ем килеп балҡып ята. Әйтерһең, унда бер ҡасан да тир ҙә, ҡан да түгелмәгән, иреш-талаш булмаған, социалистик йөкләмәне үтәү өсөн көрәш уты янмаған, йәшенле йәйҙә йәндәр фиҙа ҡылынмаған. Фәрештә ҡанаты ғына ҡағылған был ергә, гүйә… Ә ниңә һуң күҙ алдыма ямғырҙа күшеккән, ирендәре күгәргән, батҡаҡҡа буялған «бисура»лар килә, ҡолағыма: «Бызмырламағыҙ, матур көндә эшләп ҡалығыҙ, понимаешь, бисәләр! Ҡар аҫтынан соҡорға итәһегеҙме ни свеклағыҙҙы, черт возьми!» – тигән ауаз сағыла? Күргәс ни, ишеткәс ни… Уф, ҡыуанысым баллы ғына ине, әрем тәме ҡушылды. Хәйер, был – тәбиғи, гелән һөйөнөп-көлөп, шаталаҡланып ғүмер кисерергә әҙерләнеп, шуға ышанып йөрөгән кеше мин түгел. Тормош ҡатмарлы, нисек кенә уны оторға, үҙеңсә борорға тырышма, ул үҙе һине бер килеп һемәйтәсәк – ололар шулай ти ҙәһә. Әлеге лә баяғы, тишек шоманға ултыртасаҡ, тип тә ебәрәләр. Өйрөлтөп, зыр әйләндереп тау түбәненә төшөрөп ырғытыуы етмәгән, тишек булғас, тағы нишләтә икән уныһы?!

Толпарлы ҡышҡы һиллектә ойоп-наҙланып ятҡан кеүек күренһә лә, донъя уны үҙенең ҡуласаһында әйләндереүҙән туҡтамаған, әлбиттә. Сафура һылыуыбыҙ Надымдағы бер нефтсегә кейәүгә сыҡҡан, үҙебеҙҙең яҡтыҡы, ти, Күгәрсен районынан. Ҡыҙ яғындағы туйҙа, имеш, был кейәүенә «күгәрсенем» тип әйткән Мөслимә апай, “кейәү жаным”ды онотҡан, йәнәһе. Уйлап сығарғандар инде, ҡыҙыҡ өсөн, апайҙың йомшаҡ телле түгеллегенә кинәйәләүҙәре. Биғәйбә. Тағы әллә күпме эреле-ваҡлы ваҡиғалар күстәрелгән шул ике арала. Аҡман Ҡара ағайҙың ҡатыны игеҙ малай тапҡан. Ете айлыҡ булып тыуғандар, мандып ҡына китһендәрсе. Ағайҙың түбәһе күккә тейгәндер. «Бер арба бумала баш тейәп бесәнгә китте берәү. Кем ул?» – тип йомаҡ әйтешә ине әтеү бала-саға. Кемдән ишетәләр – ололарҙан. Аҡман Ҡара – үҙе лә ҡушамат, “Һигеҙ ҡыҙлы Аҡман Ҡара” тип тә өҫтәп ебәрәләр. Уныһын, Фәйрүзә улын күрһәтеп киткәс, ҡуйып торғайнылар. Һәм бына – собханалла – ике малай! Арсены менән – өсәү, өс таған. Ысын булһа, йөклө сағында Аҡман Ҡараның ҡатыны әйткән, ти: малай тыуһа, теге урыҫ улыңды ла таныйым, беҙҙекенә ағай кәрәк тәһә, тип. Әй, был Толпарлының теле, телеп һала. Үҙенсә ауылдың Арсенды үҙ итеүе, һыйындырырға теләүелер.

26[edit]

Әсмә ниҙәр күстәрә, Артуры ни хәлдәлер? Рауил ағай Тубылға ҡайтып киткән, Суфия апай һаман күтәрелә алмай икән – ҡыҙҙары телеграмма һуҡҡан. Әшрәф МТС-та ремонт эшендә булған, ике аҙна бармаған Айыусыға. Минең ҡайтҡанды ишетеп, үҙе инеп сыҡты, иртәгә таң менән Саҡмайылғаға юлды таҙартам, бер ыңғайҙа Әсмәләргә лә һуғылам, эйәрәһеңме, ти. Иртәнән һуңға – мәктәпкә, шул арала барып ҡалайым тип, уның тәҡдименә һөйөнөп риза булдым.

Аҙна буйы ҡутарып ҡар яуған. Саҡмайылға юлын көрт баҫҡан, ат егеп тә үтерлек түгел, малҡай ҡорһағынан батып йонсоясаҡ. Бер эҙ юҡ, Әшрәфте көткәндәр. Һәм бына киләбеҙ, океанда боҙ ярып барған карап шикелле (әйтерһең, күргәнмен ул ледоколды). Ярай ҙа юл күтәртеп һалынған, ҡар ике яҡҡа аҫҡа ишелеп төшөп тора, бер урында ғына, соҡорораҡ ерҙә, алдыбыҙға ҡабат өйөлөп бер итте. Әле алға ынтылып, әле артҡа сигенеп хитлана торғас, саҡ йырып сыҡтыҡ.

Саҡмайылғала Хәтимә апайҙарға инеп хәл белешеп сыҡтыҡ. Әсмә бында кисә төштән һуң килеп киткән икән, килмәй сараһы булмағандыр. Лавканан күп итеп шырпы, мылтыҡ яһауы, бер нисә ҡапҡан алған. Айыусы яғына ашыҡтыҡ. Күңелгә шом һарылдысы?

– Кеше әҙәйгәс, ауылға йыртҡыстар йылыша башлаған микән? – Минең дә уйлап торғанды әйтте Әшрәф. – Күр, бәләкәй сана эҙе!

Әхирәтем бата-сума атлаған. Нишләп ҡалтағай кеймәгән? Килгән эҙенә генә баҫып ҡайтҡан, урман ҡыҙы бит, ҡағиҙәне белә: шулай итһә, атлауы еңелерәк, аҙашмай ҙа. Бульдозер көрәге, шул эҙҙәрҙе умырып алып, ҡарҙы ике яҡҡа осороп бара. Мин тәҙрәнән тирә-яҡҡа ҡарап һоҡланып киләм. Трактор ҡапыл туҡтағас, һиҫкәнеп ҡуйҙым.

Сана юлы юҡҡа сыҡҡан? Аптырап, ҡурҡынып, икебеҙ ҙә кабинанан һикереп төштөк. Төштөк тә билдән ҡарға сумдыҡ. Әшрәф Әсмәнең эҙҙәренә, үлсәгәндәй, аяғын тығып ҡараны ла: «Санаһын арҡаһына артмаҡлаған: ҡар тәрәнгәрәк өңөлгән, йөк күтәреп атлағас»,– тине.

Яңынан ҡуҙғалдыҡ. Ауылға күп булһа ярты саҡрымлап ҡалғандыр, эҙҙәренә әллә нимә булды – бер урында өйөрөлгәнме әхирәтем, ятып аунағанмы әллә?! Тракторҙы туҡтатып, был юлы моторын да һүндереп, тағы ҡарға һикерҙек. Тирә-яҡҡа ҡолаҡ һалдыҡ – тып-тын. Әшрәф муйынын борғолап ҡына ҡаранып тора ине, ҡапыл бөтә кәүҙәһе менән һул яҡҡа боролдо ла ике ҡулын алға һондо, йөҙө ағарынып китте. Йә, Хоҙай! Унда, йыуан ҡороған ағас төбөндә, күбәләй булып бер ҙур, ялбыр януар ята. Айыу! Эргә-тирәһенә ҡан сәсрәгән, кәүҙәһенең аҫтындағы ҡар, йылы ҡанғалыр, ирегән дә ҡабат ҡатҡан, киртләсләнеп ҡыҙарып ҡатҡан. Үлгән, ахырыһы, йыртҡыс. Әшрәф менән ымлашып ҡына һөйләшәбеҙ: урманды шомло тынлыҡ солғаған, тауыш бирһәң, һил тертләр ҙә өҫтөңә ҡолар кеүек. Айыуҙың янына уҡ барып тыңланыҡ – тыны юҡ. Бер тәпәйенә нимәлер эләккән – ҡапҡан даһа. Ҡайҙа ҡарама, һындырылған ҡоро ботаҡтар күренә, ҡайһылары яртылаш утта яндырылған кеүек. Бәс, ағас төбөндә, ҡапылда иғтибар итмәгәнбеҙ, бәләкәй сана ла тәгәрәп ята. Йөгө юҡ. Ағастың олонон кемдер умырып-умырып һыҙырған. Кем булһын, бынау айыуҙыр. Был ағас ҡарағай, буғай? Һөйләшеп ҡуйғандай, Әшрәф менән икебеҙ ҙә, башыбыҙҙы күтәреп, өҫкә ҡараныҡ. Ҡараныҡ та бағаналай ҡаттыҡ та ҡалдыҡ. Әсмәбеҙ ошо ғәләмәт бейек ағастың урта төшөндә, аяҡтарын һәлендереп, иҫ белмәй ултыра! Әллә йоҡлап киткән, әллә... Үҙен ултырған ботағына ҡуша бау менән уратып бәйләгән дә.

– Әсмә! – тип өндәштем шым ғына. – Ҡымшанмай ҙа. – Аська, ҡыҙый, үлдеңме әллә?! – тип ҡысҡырып илап ебәрҙем ахырҙа.

– Үлмәнемсе! Төн буйы ағас башында, айыу кире терелмәҫме, тип аңдып ултырҙым, ҡурҡып… – Ул арала Әшрәф маймыл йәһәтлеге менән Әсмә эргәһенә үрмәләп менеп тә китте.

Ағастан төшкәс, Әсмәне һәрмәп-ҡапшап ҡарайбыҙ: туңмаған да, имгәнмәгән дә. Кейеме тотош йәнлек тиреһенән тегелгән бит уның, шул һаҡлағандыр. Унан, ҡымшанмай тик кенә ултырмаған, айыуҙы өркөтәм тип, буйы еткән ваҡ ботаҡтарҙы һындырғанын һындырып, һынмағанын билендәге ыҡсым ғына балтаһы менән сабып алып, шырпы һыҙып яндырып булашҡан. Таң атып, ҡояш йылына башлағас, мәлйерәп йоҡлап киткән.

Күҙ алдыма хәтәр, үлемесле алыш килеп баҫа… Ҡалын ҡарҙан аяҡтарын көскә тартып сығарып атлап, сана һөйрәп Әсмә килә. Юлдың бер яғы киҫелгән делянка урынына ҡалҡҡан ваҡ ҡыуаҡлыҡтар менән ҡапланған, икенсе яғында – ҡара урман. Урман ауыҙында – һирәк-һаяҡ ҡарағай, ярыш ҡына яҫы энәле ике аҡ шыршы ултыра, оҙонса тубырсыҡтары менән күҙҙе әүрәтеп; урта төштә ҡороған ағас һерәйеп ҡалҡҡан; артабан – шау ҡайынлыҡ. Бына бер мәл ҡыуаҡлыҡ яғынан иҙә баҫып килгән эре йыртҡысты шәйләп ҡалды ҡыҙҙың сос ҡолағы. Ҡараһа, ҡыуаҡтарҙы аймап, дәү айыу яҡынлаша, бына-бына юлға килеп сығасаҡ. Ҡыҙ яҡындараҡ торған ҡороған ағас яғына ашыҡты, санаһын елкәһенән төшөрөп, ҡапҡандарҙы ҡороп, алғараҡ ырғытҡыланы ла, һунар бысағын тотоп, йыртҡысҡа ҡаршы торорға әҙерләнде. Ҡасып ҡотола алмаясаҡ таһа. Уныһы, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, ҡарҙы гөрөп, һаман алға ынтыла. Һыуҙа йөҙгәндәй, ҡорһағы менән ятып, аяҡтары менән ишеп, юлды аша сыҡҡан да инде. Шул саҡ бер ҡапҡан алғы тәпәйен ҡаптырып та алды. Айыу ыңғырашып, сүкәйеп ултырҙы ла яралы тәпәйен яларға тотондо… Әсмә белеп тора: хәҙер тайыш табан ер йыртып үкереп ебәрәсәк тә үс алырға ташланасаҡ. Шуға әле, януар һыҙланыуҙан шаңҡып ҡалған бер минутлыҡ арауыҡта, үҙенә һөжүм итергә кәрәк! Һәм ул һеләүһен етеҙлеге менән айыуҙың арҡаһына һикерҙе, уң ҡулы менән елкәһенән матҡып йәбеште лә, һул ҡулына ҡыҫып тотҡан бысаҡты ҡырҡа һелтәп, тегенең ҡалаҡ һөйәге аҫтына батырҙы – йөрәгенә генә. Бына ҡасан кәрәкте уға атаһы менән һунар йөрөү, таһыл отоу, урман хикәйәттәрен тыңлау.

– Эйе, – тине Әсмә, минең күҙаллап кисереп торған урындан ғына тотоп алып. – Әлдә атайым эйәртеп йөрөткән үҙе менән, юҡһа һәләк итер ине бынау шатун. Ҡышын айыуҙар табан майын имеп өңөндә йоҡлап ята лаһа, быны, моғайын, берәйһе мәлһеҙ ҡужғытҡан, уятҡан. Әллә ҡайҙарҙан килеп сыға беҙҙең урманға мылтыҡ аҫҡан кешеләр, яңыраҡ та йөрөгәндәр, күрше бабайҙарҙа ҡунып киткәндәр. Айыу тиреһе юҡмы һеҙҙә, тип белешкәндәр. Береһе һораған, айыу ҡасан балалай, тип. Бабай һунарсы бит инде, әйткән: ҡуҙғатмағыҙ, әле улар балаламаған, тайлаҡтары менән бер өңдә йоҡлап яталар, тигән…

– Тайлаҡтары?

Бер йәшлек балалары инде, йәй еткәс, уларын айыралар. – Әсмә үҙе, бысағын ялт-йолт килтереп, айыуҙың тиреһен тунай, үҙе шулай теҙеп һөйләй. Уға ярҙамлашып мәж килгән Әшрәфтең дә ара-тирә тауышы сыға:

– Нишләп һуң сыҡтың юлға, хәүефле бит? Ҡалтағайың ҡайҙа?

– Һынды бит ҡалтағайым, аҙна элек кенә, яңыһын эшләтергә өлгөрмәнем. Ҡайтып етә инем, бынау мөстән юлымды бүлде.

– Түшкәһен алайыҡмы?

– Юҡ, кәрәкмәй. Таң атҡансы ыңғырашты меҫкен, яңыраҡ ҡына йән бирҙе, шикелле, һыуынып та өлгөрмәгән, күрәһең дәһә, тиреһе еңел тунала. Уның итен нисек ашамаҡ?

– Ярар.

Әшрәфтең тауышы ҡәҙимгесә яңғыраны был юлы. Шул тиклем тетрәнгән, Әсмә өсөн борсолған, саҡ тынысланып килә егет. Уларҙың килешле генә итеп эш башҡарыуын ҡарап торҙом да тағы үкенеп алдым: бер-береһенә иш булырға ине лә ошо икәүгә, их.

Ниһайәт, Айыусыға барып еттек. Әсмәнең иҫән ҡайтыуыналыр, әбекәйҙәр илашып алды. Бабай айыу тиреһен ҡараштырҙы. Артур иһә коляскаһында битараф ҡиәфәтендә ултыра бирҙе...

– Трофей эләктергәнһегеҙ, малатса, – тине ҡарт һунарсы. – Бик әйбәт туналмаған, иләп булыр микән? Туңғандыр шул, төн былай үтә һыуыҡ булманы, ана, әбейҙәрем дә өшөмәне, таң атҡансы ҡапҡа төбөндә Саҡмайылға юлын күҙәтеп баҫып торҙоҡ. Ауыл осона сығып аңдығайным, һин һуңға ҡалғас, ҡыҙым. Эңерҙә әллә ниндәй ут осҡондарын да күргәндәй булдым. Мылтыҡ аттым даһа, ишетмәнеңме? Бүре-фәләнгә юлыҡһаң, өркөтәйем тигәйнем.

– Ишеттем, олатай, бүре түгел, айыу баҫты юлымды, шатун айыу. Әбейҙәрем, тиһеңме?

– Ике әбейле булдым һин ҡайтҡансы. Үҙемдеке, ҡышҡылыҡҡа беҙгә күс, утын бөтөрөп ултырма, тип күрше ҡарсыҡты етәкләгән дә килтергән. Күк мунсағым кемдәлер, минең күңелем шундалыр, тип йөрөйөммө хәҙер һеҙҙең арағыҙҙа, тиһәм, йылмайышҡан булалар.

– Ниндәй күк мунсаҡ ул? – Ҡыҙыҡһынып китеүемә бабай, кеткелдәп көлә-көлә, сәй артында һөйләрмен, тип кисектереп ҡуйҙы. Аҙағыраҡ, алдыбыҙға ҡыш уртаһында танһыҡ мәтрүшкә еҫтәре бөркөп торған ҡайнар сәй яһалған сынаяҡтар, әле генә майлы табала шажылдаған ҡоймаҡтар ҡуйылғас, вәғәҙәһен иҫләп, бәйән итеп тә ҡуйҙы:

– Борон бер байҙың – мулламы, сауҙагәрме шунда – өсмө, бишме ҡатыны булған, ти. Никах шарты буйынса, ир кеше ҡатындарын тиң күрергә, һәр ҡайһыһының һәр яҡлап күңелен күрергә бурыслы: ризыҡҡа, кейем-һалымға мохтажлыҡ кисертмәҫкә, сиратты боҙмаҫҡа.

– Сиратты?! – Әсмә менән икәүебеҙ бер юлы һорап ҡуйҙыҡ. Әшрәф мут ҡына көлөмһөрәп алды.

– Эйе, сират. Һәр ҡатындың тәғәйенле төнө билдәләнә, ире менән бергә уҙғарырға. Әммә ҡатын-ҡыҙ иркәләүгә һис туймай, үҙе генә берҙән-бер булырға теләй. Теге бай мут булған, күрәһең, яйын тапҡан ҡатындарын нисек бәхәсләштереп йөрөтмәҫкә. Бөтәһенә лә бер иштән күк төймәле матур мунсаҡ бүләк итә лә һәр ҡайһыһына: “Был тик һиңә генә, көндәштәрең күрмәһен-белмәһен, мин яныңа килгәндә генә, минең өсөн генә таҡ уны, бәғрем!”– тип юхалай. Тегеләр шулай итә лә. Ә бай, хәйләкәр, көндөҙҙәрен, барыһы ла бергә саҡта, көйләп алғылай икән: «Күк мунсағым кемдәлер, минең күңелем шундалыр…»

Был мәрәкәлә ҙур ғына фәһем ятҡанын һиҙемләмәнем түгел, әммә туҡталып уйланырға форсат булмағас, оҙонайғандан-оҙоная барған хәтер ебенә төйөн төйнәп ҡуйыу менән сикләндем. Әсмә күршеләренә бөгәсә төндә башынан үткәндәрҙе мәғлүм итте. Әллә ҡабаттан ишеткәнгә, үтә лә ҡот осҡос тойолманы әхирәтемдең шатун айыу менән алышы. Уның урынында мин булһам, иҫән ҡала алмаҫ инем... Ҡалтыранып ҡуйҙым...

– Уйлағайным да, бер-бер бәләгә тарығандыр был бала, тип. – Бабай һүҙен бөгөнгөгә күсерҙе. – Саҡмайылғала ҡуна ҡалаһың юҡ, уны ҡалдырып, – тигән ыңғайына коляскалағы Артур яғына ымланы. Ярабби! Егеттең яңағынан йылтырап йәш тәгәрәй. Әллә аңлап ултыра? Инерле-сығырлы булғас, бер ингәнендә кире сығып китмәҫ тә ҡуйыр, бәлки, зиһене? Тик…Үҙ хәленә төшөнһә, йөрәге күтәрерме?!

Эйе, зырлап әйләнә донъя ҡуласаһы. Әллә, мин үҫкәс, тиҙлектәр үҙгәрҙе, шәбәйҙе? Хәҙер гәзиттәр ҙә һәр күрһәткесте әллә ҡасанғы, беҙҙең быуын күреп белмәгән 1913 йыл менән сағыштыралар ҙа һушты алалар: комбайн етештереү әлеге көндә 60-лаған тапҡырға артҡан, ти. Ул саҡта булмаған даһа комбайндар? Ҡләсәйемдәр шыбағас менән һуҡҡансы игенде.

Һуғыш осоронда «һатлыҡ йән халыҡтар» иҫәбендә Ҡаҙағстанға, Уралға, Себергә һөрөлгән Ҡырым татарҙарына иленә ҡайтырға рөхсәт ителгән икән, шуны Татар әбекәй ишетеп ҡалған, радиоһын, ғәҙәтенсә, көнөн-төнөн туҡтатмай бит ул. Мең хәбәр араһынан ҡолағы үҙенә ҡағылғанын тотоп ҡалған, йә, Ватаны лаһа, йәнтөйәге. Минең янға, мәктәпкә үк, килеп еткән, шул яңылыҡҡа йөрәге сыҙамай. «Юк, кайтмыйм, хәзер анда кемем бар… Әдисәемне ташлап китмим», – ти, үҙе моңһоу.

Ә күңелгә иң хуп килгәне – армиялағы хеҙмәттең ике йылға ҡалдырылыуы. Их, минең тиҫтерҙәремә эләкмәне был. Ярай инде, иҫән йөрөһөндәр, киләһе көҙгә ҡайтып та төшәсәктәр.

Шәхси тормошомда булған ваҡиғалар шул арауыҡта йылт-йылт итеп үтеп тора. Таллыла һеңлем тыуҙы – әсә бер, ата башҡа. Исемен Наҙгөл тип ататтылар – мәғәнәһе үҙенән үҙе аңлашыла. Свердловскиҙа тыуған Мәйсәрә туғанымды ла күрҙем – ата бер, әсә башҡа.

Пионер бүлмәһенә үҙгәрештәр индерҙем. Брежневтың портреты күптән, миңәсә үк элеп ҡуйылғайны, тик бәләкәйерәк ине: «Герой пионерҙар» тигән стендтағы һүрәттәр уныҡынан ҙурыраҡ – килешмәй ҙәһә. Район китап магазинында Леонид Ильичтың ялтырап торған олпат һүрәтен һатып алғайным. Шуны иң түргә элеп ҡуйҙым. Герой пионерҙар араһындағы Павлик Морозовҡа – беҙҙең дружина уның исемен йөрөтә – оҙаҡ ҡарап торҙом. Шул баланы йәлләйем ниңәлер. Атаңды ла дошман күреп булалыр шул?

Шыйыҡмын әле, йомшаҡмын. Тарихты тәрәнерәк буйларға тыным-тәжрибәм етмәй. Мөхәббәт офоҡтарына осорға талпынған ҡанаттарым бәйле-бығаулы. Мөхәббәт ҡанаттары… ихтыярым менән бығаулайым бит уларҙы. Ниңә?! Ниңә мин, Әсмә йә Мәүлиҙә кеүек, бер күреүҙән ғашиҡ була алмайым? Бер һөйгәнем өсөн, Әсмә кеүек, ғүмеремде бөткән ауылға, бөлгән егеткә бағышларға, Мәүлиҙә кеүек, сит республикаға сығып китергә йөрьәт иттерә алырлыҡ фиҙакәр хис мине лә урап үтмәһен ине! Мәүлиҙәһе – Мәүлиҙә инде, уның хәле түҙерлек, минең дә ҡулымдан килерҙәй, бер ҡараһаң. Ә бына Әсмә була алмауым – хаҡтыр. Әхирәтемдең халәтен үҙ ҡәлбемә индереп ҡарайым да, сыҙамай, илап ебәрәм. Ул сыҙай. Шулай ҡаһарман йөрәкле Әсмә, шулай тоғро, шулай берәгәй! Асылымда уяулығын юғалтмаған “үҙемдәр”ҙең береһе (адвокаты) шундуҡ баш күтәрә. Нурияның күңеле лә саф, хыянатсыл түгел, ваҡсыл ниәттәр менән сыбарланмаған, ти. Йәнгә рәхәт булып китә.

Һирәкләп минең янға Әмин абый инеп сыға, Мәүлиҙәне һағынам, һине күрһәм, уны күргәндәй булам, ти. Бер ингәнендә абый әлеге лә баяғы сәйәсәт хаҡында һорау биреп йөҙәтте:

– “Правда”ны алдыраһығыҙмы һаман?

– Өләсәйемә яҙҙыралар ҙаһа,– тинем.

– Уҡыйһыңмы һуң?

– Уҡыйымсы. Үҙем “Ленинсе”не алдырам.

– Йә, нимәләр белдең, һөйләп ебәр?

Тыңлаусан уҡыусылай, уҡытыусыма яуап бирә башланым:

– Мамай курганындағы “Родина-мать” мемориаль комплексы хаҡында йыш яҙалар, фотоһын баҫалар. Шунда пионерҙарҙы экскурсияға алып барырға ине, Сәкинә апа ни тиер? Нью-Йорктағы Азатлыҡ статуяһынан ике ярым тапҡырға бейегерәк икән беҙҙең һәйкәл – ҡылыс тотоп торған Әсә һыны. Бейеклеге 52 метр, ҡылысының оҙонлоғо ғына 33 метр. Күҙ алдына килтереп ҡарағайным: Шәрифә апайым йәшәгән 5 ҡатлы йорттоң бейеклеге яҡынса 13-14 метр, ти, тимәк, һәйкәл шунан дүртләтә бейегерәк!

– “Ватан-Әсә” тип әйт әле, башҡортсалап. – Абый шулай тине лә өҫтәп ҡуйҙы: – Вучетич һәйкәлдәрҙе иҫ киткес итеп ҡоя инде ул. Волга – Дон каналындағы Сталин һәйкәленә, кителенең погонына, «Москвич» машинаһын мендереп ултыртып булыр ине, тип һөйләй торғайны күргән кешеләр. ГДР-ҙа, Трептов-парк тигән урында, совет һалдатына ҡуйылған һәйкәл дә – шул скульпторҙың эше.

– Һүрәтен күргәнем бар: һалдаттың бер ҡулында – дәү ҡылыс, икенсеһендә – ҡыҙ бала.

– Ул һәйкәлде барып күреүең шикле, ә “Ватан-Әсә” янына, моғайын, барырһың. РОНО-нан фарман килгән уҡыу алдынғылары исемлеген бирергә, шунда экскурсия ойоштороласаҡ икән.

– Трептов-паркты Сабир күргән, хатында яҙғайны.

– Берлин стенаһы тураһында әйткәнме?

– Әйткән.

– Бер халыҡты икегә айырған стена… Урталай сабып өҙҙөләр йыландың кәүҙәһен, бер уйлаһаң. Ә икенсе уйлаһаң, унда ла әҙәм балалары яҙмышы… Йә, тағы нимәләр яҙа “Правда?”

– Абый, үҙең дә уҡыйһың инде?

– Уҡыйым, мин бит – агитатор, әттәгенәһе. Һинең йәш башыңда нимәләр урала икән, шуны белгем килә әле. Йә?

– Ҡалаларҙа биш көнлөк эш аҙнаһына күсеүҙе йыш телгә алалар, уныһын беҙҙең гәзиттәр ҙә сурыта. Төҫлө телевизорҙар сыҡҡан, беҙ күрмәгәс тә…

– Ә КГБ, Андропов тураһында төптө дөрөҫөн яҙмайҙар! – Абый йәне көйөп һөйләргә тотондо. – Андроповты Политбюро ағзаһы иттеләр, Сталин заманындағы Берия һымаҡ. Брежнев үҙе матур итеп йылмайып ҡына ултыра ла ул… – Ручкаһы ҡулында булған икән, шул тәгәрәп иҙән ярығынан баҙға төшөп китте: – Сволочь! – тине абый. – Тап хәҙер ул ручканы!

– Мәүлиҙәнән хат киләме? – тигән булдым, һүҙ юҡта һүҙ итеп.

– Уныһын, ана, Рабиға апайыңдан һора ,– тине лә китеп барҙы. – Математика олимпиадаһы тора алда, хыт шул яҡшылығы бар был осорҙоң,– тигәне коридорҙан ишетелде.

Эштән һуң тура ҡартәсәйемә йүнәлдем, күңелем болоҡһоһа, уны күрмәй түҙмәйем. Барып еткәнсе әллә күпме уйҙар уралып өлгөрҙө башымда: әлдә ошо Әмин абый тарих уҡытмай, балаларҙың мейеһен бутап бөтөрөр ине микән? Бына лаһа, илдәге хәлдәр тәңгәлендә ҡаршылыҡлы фекерҙәр төйнәп китеп барам. Артабан күрермен: хаҡлымы абый, юҡмы – мейемә ойотҡо һалынды бит.

Һәр төбәктә беҙҙең Әмин абый кеүек кешеләр барҙыр, моғайын, тигән һығымтаға килдем ахырҙа. Тап шундайҙар арҡаһында, улар йоғонтоһонда халыҡтың күҙе асыҡ, ҡолағы тишек, танауы еҫ һиҙәлер? Ышанмайыраҡ тыңлаһалар ҙа, хәтерҙәренә киртеп ҡуялар, аңдарын йоҡлатмайҙар.

Килеремде алдан белгәндәй, ҡартәсәйем түр һикеһендә тәҙрәнән ҡарап ҡына ултыра икән, зыңҡылдатып быялаға сиртте. Ингәс тә күҙемә салынды: өҫтәлдә асылған посылка йәшниге тора.

– Атайың һалған, асып ҡара әле, ҡолоҡасым, һиңә лә әйбер бар, – тине ҡартәсәйем. Үҙе, бара һалып, электр сәйнүген тоҡандырҙы. – Рәхмәт төшкөрө, Баязитым килтергәйне ошоно, анау юлы, рәхәтен күрәм дәһә, тиҙүк шажлатып ҡайнатып бирә сәйҙе, – тип һамаҡланы. Ә мин шул «анау юлы» тәүләп күргән һеңлем Мәйсәрәне иҫләнем: ҡараҡай ғына остоҡай ҡыҙыҡай, ике йәштә генә, белмәгәне юҡ үҙенең. «Ап-пай, Нур-ра ап-пай!» – тине лә, йүгереп килеп, итәгемә йәбеште. Йөрәкһенеп күтәреп алдым туғанымды! Ҡара күҙле, йәмшек танаулы – минең бәләкәй сағым инде торғаны. (Танауы төҙәйер, ә күҙенең төҫө үҙгәрмәҫ – бер Камилға ғына күскән атайымдың күрән япрағылай ҡарағусҡыл- йәшел күҙҙәренең төҫө.) Күкрәгемә ҡыҫтым Мәйсәрәне, сәстәрен танһыҡлап еҫкәнем. Ҡыланманым, йөрәгем ҡушҡанға буйһондом. Һәм бына – ҡартәсәйем атайымдың исемен телгә алыу менән, иң тәүҙә шул сабый күҙ алдыма килде, һағыныу тойғоһо үҙен ап-асыҡ белдерҙе. Һағыныуҙың ни икәнен генә айырам… Атайым һирәк булһа ла ҡайтҡылап йөрөгәс, унда әллә ни үҙгәреш күрмәнем, күҙҙәрендә әүәл шәйләнгән бойоҡ ҡараш юғалғайны – шул ғына. Ә теге апай, Мәйсәрәнең әсәһе, иҫтә лә ҡалмаған. Буйсан ғына, ҡуңыр йөҙлө ине шикелле. Хәйер, кем ул миңә – хәтергә һеңдереп торорға?!

Посылка йәшниген асып ҡараным да аһ иттем: арыш араһында үҫкән зәңгәр сәскә төҫөндәге костюм даһа, тап минең үлсәм. Кримплин тигән иң кәттә тауарҙан тегелгән. Кейеп ҡарағайным – тап-таман. И, атаҡайым, ҡайһылай ҡыуандырҙың мине, бындай затлы кейем ауылда бер үҙемдә генә хәҙер. Ҡалала эшләгән ҡыҙҙар былтырлы-быйыллы кейеп ҡайтҡыланылар ундай күлдәк-фәләнде, улар ни килделәр ҙә киттеләр. Ә Толпарлыла – мин беренсе! Кримплинды үтекләйһе түгел, йыуып эләһең дә, кипкәс, кейеп тә алаһың. Үҙенең матурлығы, килешеүе, уф! Яңы өйгә ҡайта һалып, өләсәйемдең ҙур көҙгөһөнән ҡарай һалайым!

Ишекте асмаҫ элек үк ишетеп киләм: Яңы өйҙә Камила пластинка уйната, үҙе ҡушылып йырлай: «Черный кот за углом…» Ара-тирә башҡортсалап та ебәрә: “Ҡап-ҡара, бес-бесәй…” – тип. Танса тиһәң, уны ҡуш. Эйе шул, манма тиргә батып бейеп йөрөй. Твисты һалдыра, чарлстонды ла килештерә. Тау араһында ятҡан Толпарлыға ла һайт тигәнсе килеп етә шул модаһы ла… Пластинка уйнатҡысы ла булған радиоалғысты бер ҡайтҡанында атайым алып биргәйне, ә пластинкаһы, әлбиттә, Динис туғанымдың сослоғо арҡаһында – әлеге лә баяғы “итәк аҫтынан” эләктергән. Ул ниндәй итәктер – бөтә дефицит әйбер: кейеме лә, пластинкаһы ла, хатта йорт йыһазы менән һауыт-һаба ла шуның аҫтында?

Фариза еңгәмдең улы килеп китте Ҡаҙағстандан. Тәүләп килде, бер үҙе генә. Әсәһенең матур йәшәүен күреп һөйөнгән, икенсе юлы ғаиләмде лә эйәртәм, киленеңде, ейәнеңде күрһәтәм, тигән. Ошоғаса сителеп йөрөүен нисек аңлатҡандыр? Хат яҙыуын яҙа ине ул, беләм уныһын. Тик нисек түҙмәк әсәңде шунса ғүмерҙәр күрмәйенсә?! Сит-ят иргә бауланып, сит-ят ергә сығып китте, мине ҡартайған өләсәйемә ташлап, тип үпкә тотоп йөрөгәнме? Хәҙер, аҡыл кергәс, донъяның әсеһен-сөсөһөн татығас, аңларға, ғәфү итергә көс тапҡан микән үҙендә?

Менәүәрә менән Динис ҡышҡы каникулда бөтә ауылдың күҙ алдында урам буйлап ҡултыҡлашып йөрөнөләр. Аҡназар ағайҙың ҡыҙы Миңзифа, былтыр мәктәпте тамамлап, Әсмә уҡыған кулинария курсына ингәйне, үҙебеҙгә эшкә ҡайтасаҡ, ти. (Мәктәп эргәһендә интернат, унда ашхана асылды – күрше ауылдарҙан йөрөп түгел, ә «ятып уҡыйҙар» хәҙер, Шырмый Ихсан ағай әйтмешләй.) Шул Миңзифа үҙенең Әшрәфкә күҙе төшөүен юрамал фаш итте, халыҡ быларҙы «кейәү менән кәләш» тип һөйләп сығарҙы ахырҙа. Мәктәптә уҡығанында уҡ баҫыуға барып етә ине хатта, егетте күрергә тип. Хәҙер ҙә аҙна һайын ҡайта, ҡайтҡан һайын Әшрәфтән бер тотам ҡалмай, ҡыш уныһы гараж тирәһендә, ремонтта бит инде – шунда урала. Улай ҙа әрһеҙ ҡыҙ булыр икән. Әшрәфтең күҙен дә астырмайҙар, «рәйес кейәүе» тип үсектерәләр. Дуҫымдың ҡылын тартып ҡарағайным: «Бәйләнде бит, дегәнәк кеүек йәбеште, үлтерәйемме ни?!» – тисе…

Әйләнә ҡуласа, әйләнә... Сабир ГДР-ҙан хәрби хеҙмәттән комиссияланып ҡайтып төштө. Яраланған икән, тигән хәбәр таралды башта ауылда. Ҡот осто, һуғыш тауышы ишетелмәй ҙәһә? Баҡһаң, ошолай булған ысыны: өс хеҙмәттәше менән увольнениеға сыҡҡан, шунда, бер магазин янынан үтешләй, күреп ҡалғандар: юлдан юғары тиҙлектә машина елә, ә бер кескәй ҡыҙсыҡ тротуарҙан төшөп бара. Атаһы ҡайҙа, әсәһе ни ҡарай, тип уйлап торорға ваҡыт юҡ – Сабир баланы ҡотҡарырға атылған, иптәштәре ҡаушап торған арала. Шундай бит ул беҙҙең Сабир! Ҡыҙсыҡтың беләгенән тотоп алып, тротуарға сығарып өлгөргән, тик үҙен теге машина бәреп үткән, уң аяғына тейгән. Әлдә генә врачтары көслө икән, аяғын киҫмәй, йолоп ҡалғандар – тубығынан бөгөлмәй, ти, әммә үҙенеке, протез түгел. Күпмелер ваҡыттан бөтөнләй йүнәлеп тә китер, бәлки, медицина алға бара лаһа. Егет үҙе һыр бирмәй әлдә. Педучилищела уға, башланғыс синыфтар уҡытыуҙан тыш, физкультура, йыр һәм музыка, рәсем дәрестәре алып барырға таныҡлыҡ та биргәндәр, иң теләгәнен – физкультураны уҡыта алмай мәгәр хәҙер. Сәкинә апа әйткән, йыр, рәсем буйынса белгес юҡ, кем тура килһә, шуға өҫтәп йәбештерә инек дәрестәрҙе, хәҙер һин уҡытырһың, тип. Баянда шәп уйнай Сабир. Балаларҙы нота грамотаһына өйрәтәсәкмен, тип дәртләнә.

Герой булып ҡайтҡан егетебеҙ, бер ҡараһаң. Район гәзитендә генә түгел, өлкә матбуғатында ла уның хаҡында яҙып сыҡтылар. Трептов паркындағы теге мөһабәт һәйкәл фонында төшкән фотоһын баҫтылар, бөгөнгө тыныс тормошта немец ҡыҙыҡайын үлемдән ҡотҡарған совет һалдатын данланылар. Тик… уланының тыныс хеҙмәттән ғәрипләнеп ҡайтыуы барыбер эсен бошорҙо Толпарлының.

Ул да булмай, тотош илде илатҡан фажиғә хаҡында ишеттек: беренсе космонавыбыҙ Юрий Гагарин ғәҙәти уҡыу-күнекмә осошонда һәләк булған. Самолеты ҡайынлыҡҡа барып төшөп шартлаған. Эргәбеҙҙә йәшәгән, күреп-белгән ғәзиз кешебеҙҙе юғалтҡандай хәсрәтләндек.

Ә ҡәҙимге “йүкә телефон” ошо осор анекдот таратыуға кәлепләшеп алды. Кемдер туҡтауһыҙ лаҡап уйлап сығарып ултыра ҡайҙалыр… Ишеткән берен үҙенсә эшкәртеп, тоҙлап-борослап ебәреүселәр иһә етерлек – Шырмый Иҡсан үҙе генә лә ни тора! Яңыраҡ бер малай, пионер бүлмәһенә инеп, миңә Чапаев тураһында яңы анекдот һөйләп сыҡты. Имеш, комдив, ординарецы Петя, пулеметсы Анка... Һөйләйемме, апа, тигәс, һөйлә, тинем дә ҡуйҙым шул, бер ҡатлы бала-саға хәбәрелер, тиһәм. Малай дәртләнеп, ролгә инеп үк һөйләргә тотондо:

– Чапаев эргәһенә Петька йүгереп килеп ингән дә һөрән һалған: «Василий Иваныч, Анка бәпесләгән, игеҙ бала тапҡан!»

– Тапһасы? – тигән комдив, иҫе китмәй генә.

– Мин үҙемдекен барып күрҙем, һин дә…

Һөйләп бөтөр-бөтмәҫтән эсен тотоп көлөргә тотондо малай, шунан йәһәт кенә сығып шылды. Аңлап етә микән үҙе нимә хаҡында һүҙ барғанын? Бынан әллә 30 йыл элек төшөрөлгән, йәшерәк быуын күрмәгән “Чапаев” фильмын ямап-ялғап, Совет Армияһының 50 йыллығына яңынан экранға сығарғайнылар, шуның эҙемтәһелер бындай аяуһыҙ ҡуйырып киткән анекдоттар.

Ғөмүмән, киноның йоғонтоһо ифрат көслө, бигерәк тә фантазияһы урғылып торған үҫмерҙәргә. Бер көндө ике малай ауыл осонда яңғыҙ ғына йәшәгән бер инәйгә баштарына ҡара капрон ойоҡ кейеп барып ингәндәр ҙә: «Фантомас ҡоторҙо!» – тип ҡысҡырғандар. (Аҙна элек кенә “Фантомас разбушевался” тигән кино күрһәткәйнеләр клубта.) Инәй һуштан яҙып йығылғас, ярай ҙа ҡурҡып ҡасмағандар, ойоҡтарын сисә һалып йәшергәндәр ҙә, битенә һыу бөркөп, иҫенә килтергәндәр, шилмалар. Эйе, әйләнә ҡуласа...

27[edit]

Аҡман-тоҡман бурандары үтеп китеп, яҙ елдәре уйнаҡлай, ҡуйынға уҡ тығылып ҡытыҡлаша башлаған бер мәлдә: «Нурия, клубҡа сыҡ бөгөн, нимә ултыраһың сепей баҫҡан ҡаҙ шикелле, «апа» булдым тигәс тә?!» – тип ишекте шарран асып, ябыр-япмаҫтан һөйләнеп, Әшрәф дуҫым килеп инде. Аптыраным, иҫерек кешеләй ҡыланасы? Араҡы-мараҡыны ауыҙына ла алмай үҙе.

– Яба һал ишекте, өйгә һыуыҡ индерәһең! – Быймаһын аяғынан һелкеп кенә сисеп, минең янға, өҫтәл артына, килеп ултырҙы ла иңдәремдән тотоп һелкетергә тотондосо – ни булған быға?

– Фатих ҡайтты! – ти һалды Әшрәф, мин асыуланып ҡарағас.

– Отпускығамы? – тауышым ниңәлер ҡалтырабыраҡ сыҡты. Әллә тулҡынланам? Юҡсы, шатланам ғына, алты дуҫ егеттең береһе ләһә, күптән күрмәгәнем дәһә.

– Яҡшы хеҙмәт иткәндәргә генә бирәләр отпускыны, белгең килһә. – И, ошо Әшрәф, былай ҙа керһеҙ күңелле булыр икән, ҡайһылай ғорурланған Фатих өсөн.

– Әхиәр, стройбатта хеҙмәт иткәнгә микән, ике тапҡыр ҡайта һалып китте,– тинем. Йәнәһе, бер Фатих ҡына түгел минең уйымда. Бәс, кем шулайға һапларға тора әле? Һы…

– Ярар, Фатих, Сабир, мин өсәүләп килеп алабыҙ һине, берәй сәғәттән. Әҙерлән! – Шулай тине лә Әшрәф ашығып ҡайтып китте. Тәҙрәнән ҡарап ҡалдым: ҡалтағай кейгән кеүегерәк атлауына тағы иғтибар иттем. Әсмәнең уны тайыш табанға оҡшатып мәрәкәләүен иҫләнем, күҙҙәремә йәш эркелде. Их, дуҫҡайҙарым, белһәгеҙ ине, нисек өҙөлә йөрәгем һеҙҙең өсөн! Айыусыға йыш йөрөй алмайым, берҙән – ҡыш, юл өҙөк, икенсенән, Рауил ағай менән Суфия апай күсенеп килде Тубылдан, Әсмә япа-яңғыҙы түгел. Фатихтың, моғайын, уны күргеһе килер?

Бер уйға килеп инһә, әхирәтем тиҙ генә сыҡмай инде. Клубҡа әҙерләнәм: сәсемде бер үрәм, бер тағатам, ни кейергә белмәй ҡыялам, үҙем Айыусылағы хәлдәрҙе күҙ алдына килтерәм. Бер барғанда Суфия апай һөйләп алды, кейәүе бик алама икән. «Холоҡһоҙ кешегә тура килде, нишләһен, балалары бар, йәшәй инде ҡыҙым, түҙә… Ҡатын-ҡыҙҙың яҙмышы», – тип иланы. Берсә йәнем көйөп ҡуя: шулайтып тоталар ҙа миңә сер сисәләрсе. Аҙаҡ, әйҙә, үҙемә ҡыйын була. Артур менән Әсмәне Тубылға алып ҡайтһағыҙ була лаһа, ҡалала, ни генә тимә, врачтар, көнкүреш уңайлыҡтары – урман түгел дәһә, тиеберәк әйтергә лә уҡталғайным. Әлдә ауыҙымды асып өлгөрмәнем… «Фәрештә был бала»,– тине Суфия апай, Артуры тирәһендә бөтөрөлгән Әсмә яғына ымлап. Мин дә уның һүҙен хуплап баш ҡаҡҡан ыңғайыма: «Бер һөйгәне өсөн…» – тип әйткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.

Бер һөйгәне өсөн әхирәтем ҡара урманда йәшәргә, сатнама һыуыҡтарҙа ҡойоһонда һыу туңғанда ҡар иретеп көн күрергә, мейес ҡоромона буялырға ла риза. Эй, уныһына ғына кем дә сыҙай алыр, ә һыу һөлөгөндәй егетеңде әлегеләй йәл ҡиәфәттә күреү, уны көнөнә нисәмә тапҡырҙар ҡулыңа алып күтәреү, ҡалаҡтан ашатыу?! Һөйөп, һөйөлөр генә сағыңда… Кем сыҙар, кем күнер быға?! Ғишыҡ уты, ғашиҡлыҡ ҡына ундай һынауҙарҙы еңә алмайҙыр, ысын мөхәббәт кәрәктер! Мөхәббәт үҙе генә лә әҙҙер, ә рух ныҡлығы, намыҫсан тоғролоҡ һәм башҡа бик күп күркәм сифаттар бергә ҡушылғанда ғына Әсмә булып булалыр?

Зәңгәр кримплен костюмымды кейәйем әле. Тәүләп. Сәсемде берҙән үрҙем дә, осон ғына ялпылдатып тағатып, ялтыр ҡаптырма менән беркетеп ҡуйҙым. Кәбир тота ла толомома үрелә торғайны, «үрер ҙә һүтер инем, һүтер ҙә үрер инем» ти ҙә… Уның таҡмағы. Уф, нишләп Кәбирҙе иҫләп иҫәңгерәп торам, ана, өс дуҫым килә ята, һалдат формаһы кейгәнен уртаға алғандар. Шул егет Фатихмы? Буйға үҫкән, тегеләрҙән бейегерәк. Мыҡтыланған да. «Күреп торам һеҙҙе, хәҙер сығам», тигәнде аңлатып, тәҙрә сирттем. Минән күҙ ҙә алмай күҙәтеп, эргәмдә буталған Камила топ-тойоҡтан һораны: «Һалдат ағаймы һинеке?» Бына иҫәүән ҡыҙыҡай. Шуны ишеткән Камил да, йотлоғоп уҡып ултырған китабын ҡуйып тороп, тәҙрәгә ҡапланды. Быларҙың ҡыймырлашыуына өләсәйем дә, теремекләнеп китеп: “Нурия, тим, мал-тыуарҙы бикләнеңме аҙбарға?” – тип тауыш бирҙе.

Урамға сығырға кәрәк тәһә тиҙерәк, клубта кино күрһәтеп бөтәләр был ваҡытта, бына-бына танса башланасаҡ. Сыҡтым. Күкрәгем алҡына, усым менән йөрәк яғын баҫып торҙом күпмелер минут. Тыныслана төштөм. Ә нимәгә шулай ашҡынып тибә был йөрәгем? Һы…

Фатих миңә табан бер-ике аҙым атланы ла туҡтап ҡалды. Һаман ҡыйыуһыҙлығы бар икән? Шул уй, ахырыһы, миңә батырлыҡ өҫтәне, элекке, ул белгән Нурияға әйләндем.

– Һаумы, һалдат!– тинем дә ике ҡулым менән ныҡ итеп яурындарына ҡағылдым, дөрөҫөрәге – шапылдата һуҡтым. Бәс, Фатих быны көтмәгәндер шул, әллә уңайһыҙыраҡ баҫып торған – гөрҫ итеп артына йығылды ла китте. Ҡар өҫтөнә. Әшрәф, дуҫының хәлен аңлай һалып, эргәһенә ауҙы, шаяра, йәнәһе. Сабиры мине ипләп кенә этеп ебәрҙе лә үҙе лә һуҙылып ятты. Ғәйебемде юйыр өсөн нишләргә белмәй тора инем, рәхмәт төшкөрө. Шунан көлә-көлә аяҡҡа баҫтыҡ, өҫтөбөҙҙө ҡағыштыҡ та клубҡа йүнәлдек. Мурт апрель ҡарында дүрт һындың мисәте оҙатып ҡалды беҙҙе.

Барып инеү менән ҡолаҡҡа әлеге лә баяғы “Ҡара бесәй” ритмы һарылды, күҙгә, ишек төбөндә үк, урынында баҫып сыҙамай үрһәләнгән Миңзифа салынды: Әшрәфтең беләгенә килеп тә аҫылынды. Беҙҙең килерҙе алдан уҡ белгән, тимәк. Кем әйткән? Әшрәф клубҡа бөтөнләй тиерлек йөрөмәй, һирәкләп, һинд киноһы килтерһәләр йә колхоз йыйылышы булһа ғына бара. Уныһы ярай инде, бынау Гөл аптыратты әле мине: арлы-бирле өҫтөмдө йүнәткеләп, сәсемде һыпырғылағансы Фатихты етәкләп алды ла киттесе бер мөйөшкә?! Ҡапыл сикәмә ут бәрелде, гүйә, ҡолаҡ япраҡтарым ҡыҙып беште. Бынағайыш… Әллә көнләшәм? Ул арала тубыҡтарым дерелдәй башланы, кримплен костюмыма күҙҙәре ҡыҙып ҡарап-ҡарап алған ҡыҙҙар күрәлер ҙәһә итәгемдең елберҙәгәнен? Тансаға төшә һалып киттем, хәлемде белгертмәҫ өсөн. Твистың шуныһы әйбәт: парһыҙ ҙа бейейһең. Ритм иркенә бирелеп, тынысландым. Эстән генә үҙемде әрләнем дә яңғыҙы ғына һерәйеп баҫып торған Сабир янына атланым. Юлымды Гөлфирә киҫте. Бер ни булмағандай, һырпаланып, ҡолағыма шыбырланы: «Харис ағайҙы һораштым, улар дуҫ бит, иветә, моғайын, хат алышаларҙыр, тинем дә…»

– Нимә ти?

– Хат яҙышабыҙ, ти, сәләм әйтәйемме, тип күҙ ҡыҫа,– тине лә үҙен көтөп торған Әл эргәһенә ашыҡты. Бергә генә йөрөй улар, апалы-һеңлеле. Фатих Гөлгә күҙ ҡыҫҡан?! Тағы битем ҡыҙа башланы. Юҡ, былай ярамай, үҙемде ҡулға алырға кәрәк. Харисты һорашҡан, тимәк, башҡа менән ҡыҙыҡһынған, Фатих түгел был ҡыҙҙың уйында.

Кемдер артыма килеп баҫты, йомшаҡ итеп иңдәремә ҡағылды:

– Нурия, әйҙә вальсҡа! – Фатих, уның тауышы. Уның ҡулдары…

Өндәшмәй генә боролдом да туп-тура күҙҙәренә ҡараным. Уф, дыуамал мин, ниңә баҡтым шул зәңгәр күҙҙәргә?! Сумдым бит! Әллә ниндәй сихри көскә эйә Фатихтың күҙҙәре, электән тоя инем, ҡарашымды ҡасыра инем. Шөрләй инем…

Башым әйләнгәндәй булды. Ҡаршымдағы һомғол егеттең синыфташым Фатих икәненә бер ышанам, бер юҡ. Ихтыярһыҙ, һушһыҙ һымаҡ тик торам. Фатих бер ҡулымды үҙенең иңенә ҡуйҙы, икенсеһен усына алды ла көй ыңғайына ылыҡтырҙы. Әле осам, әле йөҙәм. Осҡанымда ҡолатып, йөҙгәнемдә батырып ҡуймаһын, тип ҡурҡмайым. Мине бер-берәүҙең көслө лә, наҙлы ла ҡулдары ҡурсалай. Мин – улар иркендә…

Ниһайәт, ҡолағым, күҙем асылды. Таныш моң, таныш һүҙҙәр яңыса, көтмәгәнсә яңғырап, йөрәгемә һарылды:

Сәстәрең ҡара ебәктәй,

Ебәк бирәм үрергә;

Бик һағынғас, бик һарғайғас, Нурия,

Килдем һине күрергә…

Сабир уйнай гармунда, өҙҙөрөп уйнай. Үҙе йырлай, шундай ҙа моңло икән тауышы, бығаса белмәй инем. Пионер, комсомол марштарын хор менән йырлап үҫтек бит беҙ уҡығанда, тауыш айырмай…

Һыу буйына төшкән инем,

Һыу өҫтө күбек кенә;

Һин бит минең яҡын дуҫым, Нурия,

Күҙ нурым кеүек кенә…

Аңланым Сабирҙы, барып етте минең туң башыма: Фатихтың күңелен күрмәк, уның хистәрен миңә еткермәк булып йырлаһа ла был йырҙы, үҙенең мөхәббәтен, Баймаҡ һылыуын һағынып теленәлер уның бәғере. Ә уныһы ҡайҙа йөрөй, әллә минең ошо моңло дуҫымды әҙәмгә һанамай ҡыланамы? Ғәрипләнеп ҡайтҡан, тип?! Мотлаҡ быны асыҡлаясаҡмын! Тик әлегә… әлегә мин бар донъяға урғылған серле көй ихтыярында, йәнемде-тәнемде әсир иткән ҡулдар ихтыярында…

Бөгөлә ҡайын, бөгөлә ҡайын,

Матур бөгөлмәһә лә;

Һинең өсөн өҙөләм, бәғерем, Нурия,

Һиңә һиҙелмәһә лә…

Был һүҙҙәр тамам өҙҙө үҙәгемде! Фатихтың бармаҡтары һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә дерелдәне. Уның ҡайнар усындағы бармаҡтарым (мин ҡушмаһам да!) яуап бирҙе: “Һиҙәм!”

Сабирҙан гармун Әшрәфкә күсте. Ул бейеү көйҙәрен һыҙҙыртты. Миңзифаның табандары нисек түҙәлер – тыпырҙатты ғына. Оҫта бейей, һүҙ ҙә юҡ. Кәүҙәһе матур, кейеме затлы, килешле. Дәрте баш осона сыҡҡан ҡыҙҙың. Ике күҙе Әшрәфтә, тик тегеһе башын ҡырын һалған да ҡараштарын тәҙрәгә төбәгән: шул яҡта, клуб тәҙрәһе уйылған яҡта, – Айыусы, унда – Әсмә…

– Ошо Нурияға хат ташып ҡына уҙа бит йәш ғүмерем, ә?! – тип һөйләнә-һөйләнә килеп инә беҙҙең урамға Зөмәрә апай, ғәҙәттә. Был юлы ла, өйгә үк инеп, ауыр йөгөн шап иттереп бер ултырғысҡа ҡуйғас, уфылдап, икенсеһенә барып ултырҙы. Әҙерәк тын алғас, гәзиттәр, хаттар менән лыҡа тулы сумкаһын асып, аҡтарына башланы: – Мына бер хат, мына тағы икәү, мына… ҡайҙа булған уныһы? Баймаҡтан ине, точно хәтерләйем, бар ине… Уф, ҡана, айран туғып бир әле, Зөлхизә инәйҙең әсе ҡатығы юҡ түгелдер.

– Йәйге селләлер шул тышта… – тип әйтеп һалһа ла, Камила, минән алда өлгөрөп, айранды килтереп тә тотторҙо почтальонкаға.

– Ҡана, үҙем эҙләйем, улайһа?– тинем, Зөмәрә апайҙы йәлләп.

– Эҙлә, тап! Һеҙҙең өсөн йөрөйөм тапанып, таштай ауыр йөк аҫып. Ысын, күтәреп ҡарағаным бар, яман ауыр уның сумкаһы. Гәзиттәрҙе бер арый айырып һалдым да хаттарҙы ҡарарға тотондом. Табылһа ярар ине – Сабирҙан һөйгән ҡыҙының ҡайҙа эшләгәнен һораған булып, белешеп, үҙем башлап хәбәр ебәргәйнем, моғайын, яуап яҙғандыр. Тыуған районындағы бер урта мәктәптә уҡыта икән. Тоттом да шунда ебәрҙем хатты, «Учительнице Загире» тип. Исемен белә инем, фамилияһын, егет һиҙенер тип, төпсөнмәнем. Ауылда ни ҡырҡ уҡытыусы Заһира юҡтыр әле. Атаҡ! Саҡ шулай тип ҡысҡырып ебәрмәнем: Харистың почеркы – Гөлфирәгә адресланған. Кемеһе беренсе булып яҙҙы икән хатты? Ҡаҙына торғас, эҙләгәнемде таптым

– Баймаҡтан шул.

– Ҡалмаған Хабаровскийы ла, Украинаһы ла... Ер шарының бөтә мөйөшөнән почта килә был ҡыҙыҡайға. – Шулай тип әллә хуплап, әллә әрләп, Зөмәрә апай китергә ҡуҙғалды, ә мин төпкө бүлмәгә инеп хат уҡырға керештем. Иң тәүҙә Баймаҡтан килгәнен астым. Фатихтыҡы көтөп торор… Мәүлиҙә лә үпкәләмәҫ… Ә был хатта, бәлки, Сабир дуҫыбыҙҙың яҙмышы хәл ителгәндер.

Егетенең бәләгә тарығанын белмәй, араны үҙе башлап өҙҙө, тип аптырауға ҡалған сағы икән Заһираның. Минең хистәремә ышанмаған, шуға йәнем көйә хәҙер, тигән. Уҡыу бөтөү менән ауылығыҙға барам, Нурия, һиңә төшөрмөн инде, тип рөхсәт һораған. Иң һуңында, бөгөн үк күргем килә лә, осор ҡанатым юҡ, һеҙ алыҫ бит, тигән һүҙҙәре менән һағыныуын да, яратыуын да белдергән. Үҙен күрмәҫ элек үк тойҙом Заһираның хәсиәтен, тағы бер әхирәтемде тапҡандай булдым. Тоттом да шул хатты Сәкинә апаға уҡыттымсы. Бер ҡараһаң, аманат инде – ярамай, икенсе ҡараһаң, унда ниндәй сер бар? Апаға мин ныҡ эҫенгәйнем, уҫаллығының тик яҡшыға, тәртипкә генә икәнлеген беләм. Йәшерен уйым да юҡ түгел, танмайым: башланғыс синыфтарҙы уҡытҡан апаларҙың береһе быйыл пенсияға китә – эш табылһа, Заһира Толпарлыла тороп ҡалыр һымаҡ, яҙғандары ихластан булһа? Сәкинә апа хатты уҡый башлағанда директор ине, уҡып бөткәс, тиңдәш бер серҙәшкә әйләнде лә ҡуйҙы. Бына бит ул һүҙ көсө, әттәгенәһе!

– Мәсьәлә хәҙер Сабирҙа тора,– тине апа,– ҡыҙҙы кәләш итеп алһа, бында төпләнергә күндерһә, эш әҙер: беренсе синыфтарҙы уҡытып ала ла китә Заһира. Салауат педучилищеһы шәп белгестәр әҙерләй, ана, Рәйлә апағыҙ – республикала танылған уҡытыусы. Һин дә уның класында уҡыныңмы?

– Эйе. Сабир үҙенең физик кәмселегенә күнә алмай аҙаплана, шул ғына ҡамасау булмаһа?

Сәкинә апа тағы директорға әйләнде:

– Ә һеҙ, дуҫтары, ни өсөн? Күтәрегеҙ рухын, сәмләндерегеҙ! Бар, был һиңә – комсомол поручениеһы. Үтә!

– Һәр ваҡыт әҙер! – Пионер сборындағы кеүек салют биргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.

Заһира июнь баштарында килеп тә төштө Толпарлыға. Күҙгә күренеп тормаһа ла, ҡанаттары бар был ҡыҙҙың – шулай фаразланы күңелем. Алдан хәбәр иткәйне – Әшрәф менән икәүләп Оло юлдан барып ҡаршы алдыҡ. Үҙенән ҙур сумаҙан тотҡан, уныһы килеп ауыр – әллә бирнәһен тейәп килгән? Ярай ҙа беҙ мотоциклда, йөк күтәреп атларға түгел. Келәт тыҡрығынан, кеше күҙенә әллә ни эләкмәй генә, Яңы өйгә бара һалып индек. Сабир белмәй әле…

– Абау, был апайҙың сумаҙаны үҙе дәү, үҙе ауыр, килен һандығы тиерһең! – Камила тик тормай, минең бәләкәй саҡтағы телдәрлегем уға күскән.

– Бәлки, тороп та ҡалырым һеҙҙә… – тип ҡуйҙы Заһира. – Бер ҡатлы икән, Әсмә әхирәтем кеүегерәк. Үҙем ҡатмарлыраҡ булһам да, асыҡ кешеләрҙе яратам – ауыҙым йырылып китте, шулай ныҡ оҡшаны был ҡыҙ миңә. Уф, ысын, әллә нишләп, бала сағымдан алыҫлашҡан һайын, ҡатлана ла ҡатлана һымаҡ асылым? Барыбер туғансыллыҡ, дуҫлыҡҡа тоғролоҡ кеүек матур тойғоларым иң өҫтә ята, төпкә боҫмаған – шуға ҡыуанам. Йондоҙнамәм шулай ҡушамы – үлсәргә, ҡат-ҡат уйлап самаларға әүәҫмен әммә.

Заһираның ярты сумаҙаны китап менән тулған, имеш. Өфөлә, БДУ-лағы филфактың икенсе курсында, ситтән тороп уҡый икән, бер ыңғай шунда ла йыйынған. Ата-әсәһенә, егет менән осрашырға барам, тип әйтһенме ни, тота килеп. Бәрәкәт, бер үк уҡыу йортонда, бер үк баҫҡыстарҙан менеп-төшөп йөрөгәнбеҙ ҙәһә!

– Кискә ауыл осона тансаға сығабыҙ, таҡырға, шунда күрербеҙ Сабирҙы, – тинем, ҡыҙҙың үҙенә урын тапмай яфаланыуын күреп. – Күҙен маңлайына мендерербеҙ!

– “Топтогон”мы ул таҡыр? Салауатта, ҡала ситендә, бар ине, унда башҡорт-татар йәштәре милли уйындарға йыйыла торғайны.

– Сабир ҙа, әйтәм, топтогон, ти ҙә һөйләй.

– Бейей алмайҙыр инде?

– Баянда һыҙҙыра, вальсҡа ла төшкөләй.

– Кем менән?!

– Минең менән, бәс.

– Бәс?! Һеҙҙең яҡта ҡыҙыҡ һүҙҙәр күп…

– Һеҙҙә “ҡыҙый” тип әйтеү бармы?

– Юҡ. Әйтерем, бәс, мин дә, йәме, Нурия, ҡыҙый. – Отҡор икән үҙе.

Кейенеп-яһандыҡ та киттек топтогонға. Тәпәш кенә сәхнә ишаратына таҡта йәйелгән – унда кемдер үҙе көйләп, беҙҙеңсә әйткәндә, “быҙыбытҡа” тыпылдатып бейей. Баянсы килеп етмәгән микән? Сәхнә уратып, бейей-бейей таҡырайтылған, асфальт һымаҡ ҡатҡан ер – таҡыр ята. Беҙ барып етәрәк, кемдер баян күректәрен кирҙе. Көйгә үрелеп йыр ағылды, көслө лә, наҙлы ла ирҙәр тауышы һәлмәк моңға арбаны.

– Сабир!– тине Заһира, әҫәрләнеп. Тәүге нотанан уҡ, әле тауышы көйгә ҡушылмаҫ элек танып алды һөйгәнен, бармаҡтарын баян төймәләренә тейҙергәс тә.

…Ник осраның, минең тормошомдоң

Ҡур юлында юлдаш булмағас,

Ник күҙемә ҡарап һөйәм тинең,

Күңелең башҡаларҙы уйлағас…

Һин онотма, дуҫтар кәрәк булһа,

Тәүге мөхәббәттең ялҡынын

Тап төшөрмәй һаҡлап йөрөтөүсе

Саф күңелле берәү барлығын.

Тын да алмай, туҡтап тороп тыңланыҡ йырҙы.

– Һин дә онотма! – тине ахырҙа Заһира.

Күпме генә дауам итә йыр – 3-4 минуттыр, шул ғына арала бихисап кисерештәр дауылы ҡубара ул… “Мин әле һинең тәүге мөхәббәтең, һинең “ҡыҙылсаң” тип ҡуйҙы асылымдағы “үҙем”дәрҙең береһе… Аҡылым башҡа яҡҡа бороп ебәрҙе: Кәбиргә булған хистәрең түгел микән шул ҡыҙылса? Һөйөү көтөү, йөрәкһенеү… Үҙеңде үҙең ышанғың килгәнгә ышандырыу... “Алдаҡ гөман” кеүекме? Абау, әллә нимәгә барып тоташа ошо уйҙар. Заһира сая ҡыҙ икән. Барҙы ла баҫты Сабирҙың алдына, уныһының, мин көткәнсә, күҙҙәре маңлайына менде! Баяны-нийе менән ултырғыстан һикереп торҙо, көй ҡапыл туҡтағас, бөтәһе лә уның яғына ҡараны ла ҡатты. Әшрәф серҙе сисмәгән, әммә үҙе шул тирәлә йөрөй икән: килә һалып, дуҫының баянын һалдырып алды. Ҡулдары бушағас, Сабир ҡыҙға ҡосағын йәйҙе, ә уныһы егеттең муйынына бауланды. Баянда Әшрәф уйнай башланы – үҙенең иң яратҡан көйөн. Һүҙҙәрен эстән генә ҡабатлайҙыр:

…Белһәң икән башҡа һис кемдең дә

Йөрәгемә яҡын түгелен.

Ниңә генә, иркәм,

Һиндә генә икән,

Һиндә генә икән күңелем?..

Әхирәттәрем берәм-берәм кейәүгә сыға башланы. Иң тәүҙә – Әсмә. Уф, теленә йөрәгем уның өсөн, телем-телем теленә. ЗАГС-ҡа барманылар... Уның ҡайғыһымы? Айыусыла йәшәп ҡалған теге ике әбейле һунарсы ҡарт (уға «Хан-солтан» тип ҡушамат та таға һалды толпарлылар, йәнәһе, гарем эйәһе булған), ғилеме бар икән, Әсмә менән Артурға никах уҡыған-уҡыуын. Гарем тигәндән, башҡортса «хәрәм йорто» тигәнде аңлата, имеш. Бәс, ундарса, хатта ки йөҙҙәрсә кәнизәк тотҡан хан-солтандарҙың ҡылығы хәрәм булмай ни булһын? Әй, беҙҙең ауыл халҡы өсөн бер ҡыҙыҡ инде ул ҡушамат йәбештереү, тел сарлау.

Әсмәнең Артур менән йәшәүенә йыл ярым уҙып киткәндер. Һәр көнө генә түгел, һәр сәғәте, һәр минуты ғазап бит! Хоҙай түҙемдәр бирһен һиңә, әхирәткәйем. Зәңгәр шишмә һыуылай изге, таҙа күңелле, Саҡмайылғаның шырпың ебегәндә ут һыҙып бирер саҡматашылай ышаныслы һин.

Яңы әхирәтем Заһира ла Толпарлыға килен булып төштө. Уның яҙмышына минең ҡыҫылышым ныҡ булды. Ураҡтан алда Сабир атаһы менән Баймаҡ яҡтарына ҡыҙ һоратырға барҙы. Мине лә эйәрттеләр.

Әшрәфтең “Иж-Планета” тигән өр-яңы коляскалы мотоциклына ултырып сығып киттек ҡыҙ яғына. Уға был затлы әйберҙе былтырғы йыл һөҙөмтәләре буйынса механизаторҙар араһында район чемпионы булғаны өсөн бүләк иткәйнеләр. «Ике цилиндрлы, 18 ат көсө бар был толпарҙа!» – тип ҡыуанып туймай шуға. Дуҫы тигәс тә, нисек ҡыҙғанмай тотторған Сабирға «толпар»ын Әшрәф? Быйыл ғинуар аҙағында ғына килтереп бирҙеләр, үҙе лә кинәнеп йөрөп өлгөрмәгән… Әшрәфтең кем икәнен белмәһәм, аптырар ҙа инем, белгәс, уның өсөн тәбиғи ҡылыҡ тип ҡабул иттем.

Еләбеҙ генә! Тирә-яҡ йылт-йылт итеп кенә күҙгә эләгеп шәйләнә. Машина үтеп китһә, саңға күмелеп ҡалабыҙ ҡалыуын, уныһы беҙгә, ауыл кешеһенә, нисшут, тупраҡ еҫкәп өйрәнгән баш. Алыҫ та икән шул – Белорет юлынан ғына күпме барырға кәрәк. Сермәндән Әбйәлил яғына боролғас, туҡтап ял итеп , Инйәргә төшөп бит-ҡулыбыҙҙы йыуып, ризыҡланып алдыҡ. Сабир Заһира яҙып-һыҙып биргән ҡағыҙҙы алдына йәйеп һалып, карта һымаҡ итеп өйрәнеп ултырҙы күпмелер ваҡыт: беренсе барыуы Баймаҡҡа. «Амангилде, Асҡар… Ауылдар уң ҡулда ҡала, – тип һөйләнде ул. – Шунан – Тубинка, Түбә инде, Рәмиевтарҙың алтын сығартҡан ерҙәре… – Ҡолаҡ ҡарп итеп ҡалды был һүҙҙәргә: «Шағирҙың алтын приискыларында», тимәк? (Башҡорт сәнәғәтсеһе Рәмиевтың Дәрдмәнд тигән псевдоним алған шағир икәнлеген беләм.) Сабирға ярышлап ултырып, «карта»ны ҡарай башланым. – Түбәнең уртаһынан үтеп китәсәкбеҙ,– тип дауам итте Сабир. – Ә бына был, ялғаш һымаҡ итеп төшөрөлгәне – Талҡаҫ күле».

– Шунда, буласаҡ ҡоҙасаларҙа, туҡтап ҡуна ҡаласаҡбыҙ, иветә, улым? – Баҫылып ҡына уйға батып ултырған атаһы, ниһайәт, һүҙ ҡатты.

– Эйе. Таңдан Заһираларға юлға сығырбыҙ. Күп ҡалмай, 20 – 25 саҡрым. Көтөү ҡыуып, ары-бире итеүҙәренә барып та төшөрбөҙ. – Сабирҙың тауышындағы дәрткә, алҡынып торған өмөткә иғтибар иттем. Бер һөйгәнең өсөн ике көн саң йотоп, елгә һуғылып, мотоциклда ҡағылып-һелкенеп килеү нимә, ул ҡәҙәрем яҡты тойғолар саҡырғанда?! Ә эсемдән, ҡатын-ҡыҙ асылымдағы «үҙем»дәрҙең береһенән, быға яуап ебәрелде: «Заһираны уйла, тыуып-үҫкән төйәген ҡалдырып, ата-әсәһен, нәҫел-нәсәбенән айырылып китәсәк Толпарлыға, сит кешеләр, ят холоҡ-ғәҙәттәр араһына?!» Ул яуапты икенсе «үҙем» әллә хуплап, әллә битәрләп ҡуйҙы: «Тыуған ерҙән төшкән ер яҡын! Бер һөйгәне өсөн (әгәр һөйһә) алтмыш һөймәгәнде һөйөрмөн – үҙ итермен, күнермен, тимәгәнме ҡатындарҙың тоғроһо?!»

Ул эске тауыштар менән бәхәсләшеп ултырыр мәлме – иҫ киткес гүзәл күл буйлап китеп барабыҙ. Сабир әллә ни ҡыумай мотоциклын, ҡысҡырышып фекер алышабыҙ: күҙҙе арбаны, һушты алды Талҡаҫ. Спидометрынан ҡарап бара дуҫым, өс километрҙан аша бының оҙонлоғо, ти. Ниңәлер, бер киножурналда күргән Байкал, уның хаҡында уҡығандар иҫкә килеп төштө. Талҡаҫ уның ише булып төҫмөрләнде: саф, тәрән һәм серле.

Кисен, ҡоҙасалар менән танышып, сәй эсеп алғас, улар беҙҙе күл буйына әйҙәне. Ҡунаҡтарҙы Талҡаҫҡа күрһәтмәй ярамай – йолабыҙ шундай, тинеләр. Беҙҙә лә бар ундай изге йола, тинек, Толпарсыҡҡан күленә барып баш эйеүҙе күҙҙә тотоп.

– Киленгә һыу юлын да шунда башларғамы?– тип һораны ҡоҙаса. Заһираның өлкән апаһы икән, түңәрәк битле, үткер ҡарашлы йәш ҡатын.

– Юҡ, Толпарсыҡҡан ауылдан алыҫ ҡына ул, ике саҡрымлап барҙыр,– тинем. – Килендәргә Биксәнәйгә юл башлайбыҙ, ҡойо һыуына.

Шул мәлде беҙ ултырған яланғас ярҙан саҡ ҡына һулдараҡ тирбәлгән ҡамыштар араһынан, ҡупшы муйындарын бөгөп, ап-аҡ ҡаурыйлы ике аҡҡош талғын ғына йөҙөп килеп сыҡты. Улар беҙҙе күрмәй микән: күҙҙәре – күлдә, үҙ һындарына һоҡланғандай, томшоҡтарын һыуға терәп тиерлек йөҙәләр. Пар аҡҡоштарҙың артынан, епкә теҙелгән уйынсыҡтарҙай, бәпкәләре эйәргән. Өнһөҙ-тынһыҙ ултырһаҡ та, ата аҡҡош һиҙеп ҡалды, “ыш-ыш-ш…” тигәнерәк ауаз сығарҙы, ғәзиздәрен ҡурсалай, йәнәһе.

– Ышылдыҡ аҡҡоштар, – тине ҡоҙаса, йылмайып. – Йыл да киләләр хәҙер. Брагин яуыз осоронда биҙгән булғандар…

– Кем ул Брагин?

– Әле иҫкә төшөргө килмәй, берәй ҡасан һөйләрбеҙ .

– Ҡояш байый!– тип тауыш бирҙе ҡоҙа ла, ниһайәт. Һүҙгә һараныраҡ, ахырыһы. Уҫал кешегә оҡшамаған, күҙҙәре көлөп кенә тора. Ана нисек һоҡланып баҡҡан күл өҫтөнә ул ағай. Бәс, унда ысын мөғжизә пәйҙә ләһә! Бурҙат ҡыҙыл төҫкә ингән Ҡояш һуңғы нурҙарын офоҡтан йыйып алды ла күлгә ырғытты. Талҡаҫ, гүйә, уртаға киҫелде. Әйтерһең, ут эсенән һурып ҡына алынған ҡыҙыл ҡылыс күл есемен икегә айырҙы (ә шажлап боҫ күтәрелмәне!). Әкренләп, һыу өҫтөндә күпмелер ҡыҙарып ятҡас, ҡылыс йөҙө һүрәнәйҙе, сағыу төҫөн юйҙы һәм күл төбөнә сумды…

Тирә-яҡтағы тауҙарға күҙ ташланым. Ҡайһыныһы Ирәндек икән? Йырҙарҙа йырланған, әкиәттәрҙә һөйләнгән тау…

– Ана ул! – тип ҡулын иҙәне ҡоҙа, офоҡҡа олғашып, түбәһе ағарып торған тауға. «Алыҫтарҙан, ай, күренгән Ирәндеккәй тауҙың аҡ ташы.

Ҡайҙа бармай, ниҙәр күрмәй ир-егеткәй менән ат башы…” Бер тауға, бер Сабирға ҡараным да илап ебәрә яҙҙым. Уф, әллә нимә уйлап ҡуйыр ҙаһа бынау буласаҡ ҡоҙа-ҡоҙасалар? Шулай, ерле юҡтан йөрәкһенеп китә торған холҡом барын белмәйҙәр ҙәһә улар.

– Бөркөт оялар тауҙарығыҙ бар, иҫ киткес күлдәрегеҙ! – тинем. Ә Аҡбейектең Ирәндектән текәрәк, Толпарсыҡҡандың Талҡаҫтан тәрәнерәк икәнен (өйөрө менән толпар сыҡҡан даһа!) әйтеп торманым. Бүреһуҡҡан олатай ҡулында ҡанат нығытып, Уҡтау ҡаяларына осҡан Ирәндек бөркөтө хаҡында иһә торараҡ берәй бәйән итермен әле баймаҡтарға.

Таң һарыһы менән Заһираның ауылына юл тоттоҡ. Бер урында Ҡыҙыл йылғаһы аша сыҡтыҡ. «Ҡыҙыл буйҡайҙары ҡыҙырым ҡырсын» тигән йырмы-шиғырмы иҫкә төштө… Күҙ был яҡтарға хас ҡырыҫ матурлыҡҡа күнә килә, сикәне дала еле киҫә, танауға әрем еҫе бәрелә. Тау һырттарында һандыҡ таштар үрә баҫҡан, әйтерһең, ер ҡыртышын йыртып үҫеп сыҡҡандар. Ҡайҙа ҡарама, аҡ сәстәрен ялбырлатып ҡылған сайҡала: мин – сал дала, күпте күрҙем, күпте хәтерләйем, ти һымаҡ бындағы һәр тотам ер. Үҙебеҙҙең Ҡырластау һыртындағы кеүек селек тә үҫә икән, өйкөм-өйкөм ҡарағусҡыл йәшел ҡыуаҡлыҡты ла таныным – артыш!

Беҙ, яусылап барыусылар, һүҙебеҙҙе һүҙ итеп ҡайттыҡ, ҡыҙҙың ата-әсәһен күндерҙек. Сабирҙың, тубығы бөгөлмәгәс, һыңар аяғын саҡ ҡына һөйрәберәк атлауына иғтибар биреүсе булманы ла. Заһираға мәктәптә эш буласағын да әйткәс, ҡоҙалар никахты ҡыҙыулатып ебәрҙе: ҡыҙ яғында туйҙы – август башында, ә беҙҙә бер аҙна үткәс тә уҙғарырға һүҙ ҡуйыштылар. Ысын, нимәгә һуғым ваҡытын көтөп ятырға, элекке заманмы ни? Заһираны Мәүлиҙә, Менәүәрә менән яҡынайтып өлгөрҙөм, улар уҡырға киткәнсе. Сөгөлдөр баҫыуына ла бармай сараһы юҡ, барҙы, эшләне. Тәү ҡарашта ғорур килеш-килбәте, киҫкенерәк хәрәкәттәре, баймаҡтарса башын текә йөрөтөүе менән шөбһәләндерһә лә, килендең уңғанлығын, тәкәббер булмауын толпарлылар тиҙүк аңланы һәм үҙ тупрағына ихлас ҡабул итте.

28[edit]

Тәбиғәттең тағы яҙы бөрөләнде, сәскә атты, емешкә уҙҙы, ә йәйе, шул емешкә ем бирәм тип, бар йылыһын, наҙын, һутын бирҙе лә төҫ ташланы, көҙгә юл ҡуйҙы. Тап шул мәлдә, әбейҙәр сыуағында, яңғыҙым ғына Толпарсыҡҡанға барып, уймаҡ түмәләстән донъяны байҡап, уйға тарып ултырҙым. Тынлыҡты күлдә сума-йөҙә кинәнгән өйрәктәр генә һиҫкәндерә – йылы яҡҡа йыйыныуҙары… Ҡағараҡ тигәненең ҡанаты шаҡмаҡлы, шахмат таҡтаһы кеүек. «Ҡағараҡ, ҡағараҡ, йөҙөп килсе ярғараҡ, ҡанатыңды йәй ҙә, сатраш уйнайыҡ, әйҙә!» – тип саҡырғы килә уны. Мәрйенгүҙ өйрәктәр ҙә суҡылдашып йөҙөп йөрөй, суҡыштары күгелйем ҡара, күҙҙәре мәрйен һымаҡ. Был гүзәллек менән хушлаштым да туп-тура мәктәпкә йүнәлдем.

Һәм ундағы «суматоха»ға сумдым. Был – Заһираның һүҙе. Педучилищеның дөйөм ятағының коменданты теленән төшөрмәгән һүҙ икән. Көн дә мыжып, бүлмә һайын инеп, тикшереп йөрөй, өҫтәл-тумбочкала ваҡ-төйәк әйберҙе, килештермәйерәк йыйыштырылған урын-ерҙе күреп ҡалһа, пыран-заран килтереп, өҫтәп туҙҙырып бөтә лә: “Что за суматоха!”– тип сығырынан сыға, ти. Бығаса хәрби училище ятағында комендант булған, имеш.

Әлеге көндә иң ҙур суматоха – комсомолдың 50 йыллығына әҙерләнеү. Мәскәү комсомолы уйлап сығарған ҡайһы бер инициативалар Толпарлыға ла килеп юлыға. Мәҫәлән, улар 2018 йылда йәшәйәсәк быуынға бөгөнгөләр исеменән мөрәжәғәттәр, нәсихәттәр, шәхси хаттар яҙып шешәләргә һалыу һәм уларҙы, иҫтәлекле ярлыҡтар тағып, билдәле урынға күмеү йәки һыуға ағыҙыу менән мәшғүл икән. Беҙ ҙә мауығып алдыҡ ошо эш менән: тағы ярты быуаттан, ВЛКСМ-дың 100 йыллыҡ юбилейында табып алып уҡыһалар беҙ яҙғанды, ҡыҙыҡ таһа?! Мин ике хат яҙҙым. Береһен, ҡалай һауытҡа һалып, ергә күмдем, икенсеһен, шешәгә тығып, Күрәнлегә ағыҙҙым – Иҙелгә, шунан Камаға барып етер, бәлки, Волга тулҡындарында бәүелер, кемдер, ҡасандыр тотоп алыр, асып уҡыр ҙа эс серҙәремде белер (русса яҙҙым). Адресымды ла ҡуйҙым, яуап алырмын һымаҡ тойолдо. Шешәләге хатҡа сисә алмаған йомаҡты ла яҙып ебәргәйнем: Кәбирҙе яратаммы, әллә Фатихтымы?! Йөҙ, ә, бәлки, мең йылдан берәү асып уҡыһа, шаҡ ҡатыр. Ул заманда мөхәббәт әллә булмаҫ та? Нисек булмаһын?! Унһыҙ тормош та бөтәсәк тәһә? Ана, тәүтормошта йәшәгән боронғо ҡәрҙәш Уҡтау мәмерйәһенең таш ҡабырғаһына дәү мамонт, ҡурҡыныс аждаһа йылан, ҡанатлы толпар һәм сәскә һүрәтен төшөргән – тимәк, тәүтормошта уҡ булған ул мөхәббәт. Эйе, мамонтты – көс, йәшәү сығанағы, аждаһаны – яуызлыҡ, ҡурҡыу тойғоһо, толпарҙы хыял образы тип ҡабул итһәң, сәскә – һөйөү символылыр, моғайын? Әлмисаҡтан мөхәббәтте белгән, уның хаҡына ожмахтан ваз кискән Әҙәм вә Һауа тоҡомдары тағы йөҙ йылдан ғына нишләп ул илаһи хистән мәхрүм булһын?!

Күҙ асып ҡына йомған арауыҡ бит ул тарих өсөн йөҙ йыл: кемдер, ниҙер бар булыр был донъяла, кемдер, ниҙер юҡ булыр... Ә хис – мәңгелектер. Кеше заты һаман да мөхәббәт тигән тәү хистән тармаҡланып, мең сүрәткә кергән яҡшылыҡ һәм яманлыҡ, тоғролоҡ һәм хыянат кеүек ҡылыҡтар ҡамауында йәшәр кеүек? Һөйөү, моғайын, һәр заманда ла кеше өсөн иң ғәзиз, зарури тойғо булып ҡалыр, сөнки фанилыҡ һынауҙары аша үтеп, ысын донъяға күскәс тә Әҙәм вә Һауаның Аллаһ алдында аҡланыр сәбәбе лә тик мөхәббәттер – ошо хис арҡаһында лаһа … Яңылыш уйлаһам, Раббым, зинһар, ярлыҡа, зиһен ҡеүәһен миңә лә (уйлар өсөн!) Үҙең биргәнһеңсе.

Шулай, йәшәйештең үҙем уйлап тапҡан һәм ҡапылда үҙем дә сисә алмаған йомаҡтары менән ҡыялып йөрөп ятҡанда, ысынбарлыҡ мине ҡаты иттереп ҡаҡҡа баҫтырып ҡуйҙы ла күҙенә ҡаратты. Саҡмайылғанан Хәтимә апай мәктәпкә шылтыратты. Унда былтырҙан бирле телефон бар, рация шикелле. “Әсмә килеп әйләнгәйне, Нурия, нисек тә ваҡыт табып, мине күрһен әле, мотлаҡ күрһен, тип ныҡытты. Үҙең менән һөйләшергә бик теләгәйне, шул көндө элемтә насар булды, тота алманыҡ…” – Хәтимә апай тағы нимәлер әйттеме, рация сыйылдап һыҙғырып ебәрҙе лә, ҡолаҡты шаулатып, туҡтап та ҡуйҙы.

Ни булды икән? Көҙгө каникулға тиклем аҙналап ваҡыт бар ҙа, әхирәтем ныҡытҡан бит, мотлаҡ, тигән. Йәкшәмбе көндө иртүк сыҡтым да киттем Айыусыға. Бер үҙем. Саҡмайылғаға иртәнге һауымды алырға барған машинаға ултырып барҙым, ул яҡҡа сослоҡ бар, шофер ағай менән кистән үк һөйләшеп ҡуйҙым. Әшрәфте бимазалап торманым.

Түҙеп торғоһоҙ сере барҙыр Әсмәнең. Хәсрәтен уртаҡлашыр, эс бошоуын баҫыр өсөн генә саҡырмаҫ эш өҫтөндәге кешене – холҡон беләм әхирәтемдең.

Саҡмайылғанан йәйәү атланым. Көн аяҙ, сыуаҡ ҡына. Урман юлынан һәләт кенә атлап барған ерҙән шатун айыу, бәләкәй сана эҙе, бысаҡ менән беҙҙең яҡтарҙағы иң көслө йыртҡысҡа ташланған урман ҡыҙы күҙ алдыма килеп баҫты, сөнки Әсмәне ҡотҡарып ҡалған ҡороған ҡарағай тапҡырына барып еткәйнем. Туҡтап, тирә-яҡты байҡап алдым. Тығыҙ үҫкән ҡайындар араһынан көн яҡтыһы төшә: япраҡтарын ҡойғас, улар һирәгәйгән кеүек күренә. Барыбер шомло, олондарға бәрелеп-һуғылып ел олой, ул, моғайын, юрамал шулай ҡылана, мине шомландырыр өсөн. Ашыға төштөм, ауыл бынан алыҫ түгел, мөрйәләрҙән сыҡҡан төтөн еҫен танауым шәйләй. Ике генә мөрйә унда: ике әбейле Хан-солтан бабайҙыҡы ла, Әсмәләрҙеке. Уңарсы эт өргәне ишетелде. Һунарсы ҡарттың Юлбарыҫы – һирәк кенә, ҡарлыҡҡан, ялҡау тауыш менән, ә Әсмәнең атаһынан ҡалған Аҡҡолағы дәртле өрә, уның, кәртәгә алғы тәпәйҙәрен һалып, урман ауыҙынан килеп сығырымды көтөүен дә беләм, сос томшоғона минең еҫем күптән барып эләккәндер – бер-беребеҙҙе беләбеҙ ҙәһә.

Әсмә йүгереп ҡаршыма сыҡты, ҡыҫып ҡосаҡланы – ҡабырғаларым мыйт итеп бөгөлөп ҡуйҙы, шикелле. Шунан, бейек ярҙан сөңгөлгә һикерергә йыйынғандай, тәрән итеп тын алды ла күҙемә ҡараны. Ярабби! Әхирәтемдең ҡарашында бөтәһе бер юлы сағыла: ҡурҡыу, оялыу, икеләнеү, ғажиз булыу… Нимә булған минең сая дуҫыма?! Ниндәй бәләгә тарыған?

– Әйҙә, әлморон йыйып киләйек. – Әсмә мине Сәтләүек урманы яғына әйҙәне, ҡулыма талсыбыҡтан үрелгән кәрзин тотторҙо. Үҙе лә үрә ундай кәрзиндәрҙе, айыусыларҙың боронғо кәсебе ләһә. Һалабаш һалырға, йүкә һуйырға, септә һуғырға, арҡан ишергә – уларҙы ғына ҡуш ине...

– Ҡыҙый, яҙылышы сәтләүек булһа ла, беҙҙә сәртләүек тиҙәр, иветә? – тине Әсмә. – Быйыл күп итеп йыйҙыҡ, һиңә лә биреп ҡайтарырмын.

– Сәртләп ярылып тороуына ишаралаһаң, сәртләүек тиеү дөрөҫөрәктер ҙә әле, – тинем дә туҡтап, туп-тура һораным: – Албырғатып маташма, ни булды, ҡыҙый, һөйлә!

– Ауырға ҡалғанмын! – Быныһына сайҡалып ҡына ҡуйғайным, аптырауымдан. – Әшрәфтән! – тигәс, ултыра төштөм, ярай ҙа ауып китмәнем.

– ?! – Һорауымды өн итә алманым. Әсмә аңлап тора барыбер. Әҙерләнгәндер был һөйләшеүгә, йәшермәй теҙеп әйтте:

– Ете йәнбеҙ ҙәһә (бабай менән әбекәйҙәрҙе лә хисаплай), аҡтан да яҙһаҡ, нишләрбеҙ? Ике баш йылҡы, һыйырыбыҙ бар, һарыҡ-кәзә… Бесәнде күп итеп әҙерләгәйнек, Рауил ағай сабышты. Йыйырға әбейҙәр ҙә эшкинде. Ә бына ташып алыуы – бер бәлә. Ат менән дә хитланыр инек тә, сабынлыҡ алыҫыраҡ. Ямғырға китһә, анау Серек күл, һалабаш күле инде, беләһең, шуның аръяғындағы соҡор аша үтермен тимә. Сана юлы төшкәнсе көтмәй хәлең юҡ, улайһа. Малың күтәртеп ятһа, яман даһа. Әшрәф, туңға һөрөүгә төшкәнсе ташып ҡуям бесәнегеҙҙе, тигәс ни, һөйөнөп риза булдыҡ. Шунда… Ике кәбән ине, елле кәбәндәр, бабаҡайҙы осҡа ҡуйып, аҫтан үҙем һелтәп тороп ҡойғайныҡ. Өс трактор арбаһы булды ла ҡуйҙы. Һуңғыһына Әшрәф менән икәүләп кенә килдек, Рауил ағай Артурҙы тәрбиәләргә ҡалды, ҡуҙғатмай оҙаҡ ултыртһаң, тиҙүк тәне сейләнә башлай… Шунда… Бесәнде тейәп бөткәс, яҡында ғына сөбөрләп ағып ятҡан шишмәгә төшөп бит-ҡулыбыҙҙы йыуып, өҫ-башыбыҙға йәбешкән үлән ҡабығын ҡаҡҡылап алдыҡ та ҡайтырға йыйындыҡ. Әллә нимәгә эләгеп, һөрөнөп йығылдым да киттемсе. Үҙемә ҡыҙыҡ булды, һикерә һалып тораһы урынға, ятҡан еремдән һыным ҡатып көлөргә тотондом. Гонаһ шомлоғо… Әшрәф ҡул бирә, ә мин һаман шарҡылдайым. Уға ла йоҡто кәйефем: көлә-көлә эргәмә, һарғайған япраҡтар араһынан ҡурпылаған йәшел үләнгә сүкәйҙе. Шунан… Уның күҙ ҡараштары үҙгәрҙе, тәүәккәлләндеме-нишләне, әйтә алмайым – үҙгәрҙе инде. Ҡапыл ҡулымдан тартып аяҡҡа баҫтырҙы ла ҡосаҡлап алды. Көслө икән, ҡара эштә бит… Беләктәре ҡорос кеүек, ҡосағында үҙемде ҡупшы ҡурсаҡтай хис иттем. Эре һөйәкле әзмәүер Әсмә урынына… иренем дә ҡуйҙым. Балауыҙҙай… Шунан… Әшрәф мине шашып үбергә тотондо. Үҙе туҡтауһыҙ “аҡҡошом” тип ҡабатлай. Нурия, ҡыҙый, бик ныҡ, бик-бик ныҡ аҡҡош булғым килде шул минутта, хатта әйләндем дә аҡҡошҡа, биллаһи! Ҡулдарым ҡанатҡа әүерелде лә үҙемде наҙлаған затты һөйҙө һәм, һуштан яҙҙырып, күккә осороп алып китте… Иҫемә килгәндә, әле генә көләс күктең ҡашы төйөлгән, ҡара болоттар ҡуйырған, ә ҡанаттарым, ҡәҙимге ҡулдарым булып, көҙгө аҡлан һалҡынына күшеккәйне... Шунан… Әшрәф менән, бер-беребеҙгә күҙебеҙҙе лә күтәреп ҡарамай, ҡайттыҡ, бесәнде бушаттыҡ. Ул, сәй эсеп тә тормай, Толпарлыға ашыҡты. Артынан ҡапҡаны ябырға сыҡҡанымда, кабинаһынан һикереп төшөп яныма килде лә: “Хуш, аҡҡошом, ғәфү ит!”– тине. “Хуш,– тинем мин дә, – үҙем ғәйепле.”

– Ә ул беләме һинең был хәлеңде? – Ниһайәт, телемде бикләгән йоҙаҡ асылды.

– Күрешкәнебеҙ юҡсы. Ҡайҙан белһен. Белмәһен дә! Ҡыҙый, ант ит: әйтмә уға!

– Ант итмәйем-итеүен, әммә әйтмәм, һин тыйғас.

– Нишләйем икән, ҡыҙый? Башымды ташҡа орорҙаймын. Ҡалдырһам, эсем ташмайғас, нисек күҙенә ҡарармын Артурымдың? Һуңғы арала ул ниҙер һиҙенә һымаҡ, шулай тойола ғына микән, үҙем шөрләп йөрөгәс? Кешеләр нимә тиер? Ғәрлеге ни тора, уф! Суфия апай көн дә башымдан һыйпап ала: «Фәрештә бит син, Әсмә балакай», – тип. Бөгөн, шул һүҙен әйткәс, уны ҡосаҡлап үкһеп илап ебәрҙем. Ауырымды төшөртөүҙән, абортҡа барыуҙан башҡа сарам юҡтыр, ҡыҙый?!

– Аборт! – Был ҡурҡыныс һүҙҙе ҡабатлап ҡуйҙым, ҙур, имәнес бер ғифритте күргәндәй ҡалтырандым үҙем.

– Нишләйем һуң?!

Әхирәтемдең халәтен аңларға тырышып, үҙемде уның урынына ҡуйып, уратып-уратып уйланым, ләкин яуап тапманым. Улай ҙа әйттем:

– Тап та ҡуй!

Гонаһымдың тере шаһиты булып үҫерме ул бала?!

– Бәлки, гонаһ түгел, ә Хоҙай иземелер был, Артурҙан бала таба алмаясаҡһың бит, Әсмә?

– Ул үҙе сабый хөкөмөндә. Уны бағыр урынға, тыума бала ҡарармынмы? Юҡ, ҡыҙый, хәл иттем: төшөртәм! (Ошо һүҙҙе ишеткәс, яралғы рәүешемдә кисергән ҡурҡыуым алыҫтан, ҡан хәтере шаңдауынан килеп, тағы тетрәндерҙе.)

– Мине лә кесе йыһанда сағымда әсәйем саҡ һәләк итмәне… Тик уның сәбәбе һинекеләй үк аяныслы түгел ине, – тип ҡуйҙым. Әсмә башҡа нәмә хаҡында ишетерлек, уйларлыҡ халәттәме, – мәгәр һүҙен дауам итте:

– Районда бер медсестраны беләм, таныш врачы юҡ түгелдер, ярҙам итер. Аяғына йығылһам, ашаҡлап үтмәҫ әле. Ҡыҙый, һине саҡырыуым да шунан: минең менән бер-бер хәл булһа – аборттан үлгән ҡатындар бар, ти ул – минекеләрҙе ташлама, зинһар.

– Тәүбә, тиең!

– Тәүбә-тәүбә!

Көҙгө каникулда район үҙәгенә Әсмә менән икәүләп почта машинаһына ултырып барҙыҡ. Шундай кисерештәр ҡамауында нисек яңғыҙын ҡалдырайым? Һылтауын таптыҡ: миңә китаптар кәрәк булды, уға – дарыу-фәлән. Теге медсестра ярҙам итте. Таныш гинекологының дежурына үҙенекен дә тап килтереп, Әсмәне кистән үҙе менән эйәртте лә, иртүк етәкләп алып ҡайтып, миңә тапшырып китте. Эш хаҡы әҙ булғас, икешәр смена эшләй икән. “Температураһын үлсәп тор, хәл алһын берәй көн, шунан ҡайтырһығыҙ, – тип киҫәтте, – әтеү ул бөгөн үк юлға сығырға ашҡына”.

Шунда, кем менән килеп инде был медсестра апай, тиһәм, Әсмә ләһә, йөҙө һурылған, ҡаны ҡасҡан, ҡулдары һәленеп тора. Ә күҙҙәре, ҡурҡҡан кейектекеләй, йәл итеп ҡарай. Һүҙһеҙ генә ҡосаҡлаштыҡ та оҙаҡ ҡына баҫып торҙоҡ ишек төбөндә…

Сәғәттән ашыу ваҡыт үткәс кенә, карауатта күҙен йомоп ята торғас, ниһайәт, телгә килде Әсмә:

– Мин хәҙер үлемдең ни икәнен беләм, ҡыҙый, – тине. – Һунар иткәндә ҡулым ҡалтырамаған, кейектәрҙе атҡанмын, бер ни аңламағанмын. Бүтәнсә атмам. Бүреләр ҡоторһа йә үҙемә шатун айыу ташланһа ғына. Нурия, тим! Ҡарынымдағы яралғының ғүмере өҙөлдө. Үҙем ихтыяр иттем… Операция тиҙәр абортты, үлтереү тимәйҙәр. Ҡыҙый! Һуңғы минутта сабыйымды үлтермәҫкә, ҡотҡарырға уйлап, операция өҫтәленән тороп китергә уҡталдым да йәнемдән йән киҫелгән тауышҡа иҫемде юғалттым. Аяуһыҙ тимер ҡайсы… Аҡ халатлылар: «Ҡан… Укол… Ҡан баҫымы…» – тип һөйләнәләр, минең өсөн борсолалар. Ә бит мин – енәйәтсе, йән ҡыйыусы, ысыны шулай.

– Өҙгөләнмә ул тиклем, Әсмә! – Тағы ни тип йыуатайым һуң әхирәтемде был мәлдә? Уның кисергәндәрен күҙаллап, үҙемдең дә эсем киҫеп-киҫеп ауыртасы. Унда, бала яраласаҡ кесе йыһаныма, шөбһә үтеп инде – шул һыҙландыра. Ә әхирәтемдең әрнеүҙәре унлата, йөҙләтә әсерәктер.

Медсестра апайға рәхмәт инде: Артурҙы тәрбиәләргә кәрәгер тип, эшенән ярты шешә спирт, бинттар килтерҙе, аспирин, анальгин, валидол һымаҡ дарыуҙар тотторҙо, кәңәштәр бирҙе. Оҙаҡ түшәктә ятыуҙан тән тишелә башлай, шунан һаҡлағыҙ, тип иҫкәртте. Был турала ҡартәсәйем дә әйткәйне, «ятыу зәле» икән ул хәлдең халыҡта аталышы, Әсмәне үлән төнәтмәләре әҙерләргә өйрәткәйне.

Район үҙәгенән Өфөгә барған автобусҡа ултырып ҡайттыҡ. Әлеге почта машинаһы ултыртыр ине лә, Әсмәне кузовта нисек алып ҡайтаһың: йә ел бәрер, йә өҙлөгөп ҡуйыр. Бәхеткә күрә, таныш-тонош осраманы. Ауылға теймәһә лә, Оло юл аша уҙа бит, ә унан – бер саҡрым да юҡ.

– Ҡыҙый, Саҡмайылғаға барған молоковозға һуңланыҡ, уның шоферын Айыусыға алып барып еткертергә лә өгөтләп булыр ине, юғиһә. Әшрәфкә өндәшәйекме әллә? – Шулай тиеремде көтөп кенә торған, ахырыһы, әхирәтем:

– Өндәшәйек, – ти һалды. – Бөгөн дә ҡайтмаһам, Артур асыуланыр. – Уға һынап ҡарап ҡуйғанымды һиҙгәс, төҙәткән булды: – Йә үпкәләр…

Уф, асыуланыу түгел, һикереп тороп осора һуҡһа ла бер һүҙ әйтмәҫ инем ул бисара егеткә! Юҡ шул, уның тән кәре лә, зиһен ҡеүәһе лә кәмей генә бара.

Әшрәф, тракторын баҫыу ситендә ҡалдырып, мотоциклы менән тамаҡ ялғарға тип ҡайтып ҡына тора инеме, мине алыҫтан уҡ күреп, ҡаршыма төштө. Моторы тырылдап туҡтамаҫ борон уҡ һөрәнләне:

– Һөйөнсө! – Мин өндәшмәгәс, эргәмә килеп, шыбырлап тигәндәй әйтте: – Фатих ҡайтты, тим дәһә. Бөгөн йомош менән Өфөгә китте. Һөйөнсөһөнә нимә бирәһең?!

– Уң ҡолағың үҙеңә булһын. Ә Харис? Ул ҡайтмағанмы ни?

– Ул сверхсрочник булып ҡалған, ти.

– Һы…

– Нурия, һиңә нимә булды?– Әшрәф текләп күҙемә ҡараны ла ҡабатланы: – Ни булды, йәшермәй әйт!

– Миңә бер ни ҙә булманы. Әсмә…

– Әсмә?!

– Айыусыға алып барып ҡуя алырһыңмы Әсмәне? Килгәйне… йомошҡа.

– Әйҙә. Тиҙ генә әйләнергә кәрәк, бригадир һиҙеп ҡалһа, кәрәкте бирер. «Чемпион булдым тигәс тә» ти ҙә бәйләнә.

Үҙем дә ултырып барып, әхирәтемде күҙҙән ҡалдырып киттем яҡындары янында. Шундуҡ, Әшрәфтән тороп ҡалмаҫтан, кире әйләндем. «Ҡапылда Артурҙы бер үҙең күтәрмәй тор! – тип шыбырланым Әсмәгә, хушлашҡанда. – Әтеү, үҙең беләһең ни булырын.– Медсестра апай ҡат-ҡат киҫәткәйне, ауыр эшкә йоғонмай торһон, ҡанһырап үлеп ҡуйыр, тип. Абау, ҡаты итеп әйтә лә ҡуя шул медиктар.

Ҡайтып еткәнсе, байтаҡ ҡына ер бит, уйламаған уй ҡалманы. Тормош шулай көтмәгәндә икенең берен һайлау алдына килтерә лә баҫтыра: йә уңаһың, йә туңаһың. Әсмәне ул бигерәк аяуһыҙ һынаны, берәү булһа, һыныр ҙа ине әле. Аллаһ үҙенең яратҡан ҡолона донъялыҡта ауырлыҡтар бирер, әммә бәндә күтәрә алмаҫлығын бирмәҫ, тигәнде ишеткән бар ҙа... Күтәрер әхирәтем, көслө бит ул. Беләгендә генә түгел, йөрәгендә лә ныҡлыҡ һиҙелә уның, иншалла. Ә бит мин Әсмәне, эсендәге тышында булып, тәбиғилек хозурында ирәүәнләп үҫкән бошонмаҫыраҡ бер ҡыҙ итеп күҙаллай инем элек. Һуңғы аралағы ваҡиғалар, йәш иңдәренә килеп өйөлгән хәсрәт-хәстәрҙәр ныҡ үҙгәртте уны. Ауырға ҡалыуын миңә асҡансы күпме уйланғандыр, үҙен төрлө ҡалыптарға индереп, намыҫ ҡыҫаларына ҡыҫып, алға, киләсәккә, күҙ ташлап та ҡарағандыр. Башҡаса бала тапмаҫын, ғүмергә имгәк булып ҡаласаҡ кешене тәрбиәләп, урман төпкөлөндә ҡартаясағын да төҫмөрләп алғандыр: халыҡ күп урынға күсенмәйәсәк, Артурын, үҙен йәлләгән һүҙҙәрҙән, күҙҙәрҙән азат ул Айыусыла.

29[edit]

Алда тағы ни көткәнен белһәм икән шул борсолоуҙар менән солғанғанда! Ҡайҙа булған минең һиҙгерлегем, бәғзе мәлдәрҙә асылып алғылаған өсөнсө күҙем ни ҡараған?! Арығайны шул күңелем, арығайны башым, шуға һиңмайланып йөрөгәнмендер.

Теге ваҡиғаларҙан – аборттан (был һүҙ мәңгегә уйҙан сыҡмаҫ, уйлаған һайын күҙ алдыма йән киҫеүсе өрәк булып килеп баҫыр, ахырыһы) һуң аҙналап көн үтте. Мәктәптәге бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәр мине әүәлге Нурия халәтенә ҡайтара башланы. Ваҡыт дауалай, тигәнде ишеткән бар ҙа, ысынлап та шулай, күрәһең. Әсмәнең хәсрәте лә баҫылһынсы инде – шулай юраным да пионер бүлмәһендә ихластан доға уҡып алдым. Уф, туп-тура Брежнев портретына текләп ултырғанмын, имеш, аңғармаҫтан. Тәре түгел дәһә! Тәре булғанда ла, мин – мосолман өммәтенән. Тәҙрә яғына боролоп яңырттым доғамды.

Ә мин бер нисек тә һиҙенмәгән фажиғә һаман яҡынлашҡан…

Мәктәптән ҡайтышлай Әшрәф осраны, колхоз кәнсәләренең тупһаһынан төшөп килә ине. Күпмелер бергә атланыҡ. Дуҫымдың йөҙө шат һымаҡ. Айыусы яғында бер эш ҡушҡандар, шуға ҡыуанған икән.

– Лесник ағай рәйестән трактор һораған, Саҡмайылға һәм Айыусы тирәһендә Һигеҙбөгөл аша һалынған күперҙең ике башынан да бураҙна ярып ҡуйырға кәрәк, ти. Янғындан һаҡланыр өсөн.

– Һиңә ҡуштылармы?

– Нәсих ағайға әйткәндәр ҙә, ул арҡырылашҡас, миңә ҡалды.

– Һигеҙбөгөлдө өс тапҡыр аша сыҡҡаным булды Бүреһуҡҡан олатай менән, элек мине йыш эйәртә ине ул урман-ҡырға. Бер үттек баҫма аша, ике үттек, бара торғас, тағы һаман шул бер йылға – Һигеҙбөгөл. Саҡрым һайын алға килә лә ята. Ысын һигеҙ ти бит бөгөлө, бишәүһе – тау аръяғында, унда барып еткән юҡ әлегә.

– Әйтәм, беҙҙең механизаторҙар ул йылғаны «радиатор» тип әрләп ҡуя. Бер бөгөлө Малик бай баҫыуының уртаһында ята, ярлауы хәтәр, аша сыҡҡанда тракторҙар батып ултырғылай. Ҡайһылыр бер йылды Нәсих ағай ауған шул ярлауҙан, убылды ла төштө, ти. Шуға, ҡапыл аумағанға, иҫән ҡалғандыр инде.

– Малик байҙы беләм мин… – тип һалдым. Әшрәфтә уның ҡайғыһы юҡ ине. Мин генә ул, әллә ҡасанғыны хәтерләйем дә торам. Яңыраҡ ҡына шул олатайҙы уйлап бер булдым. Баҡса һымаҡ ҡына итеп кәртәләп, сортлы бойҙай үҫтергәнен ололар иҫләй. Хәлле крәҫтиәндәрҙе кулак тип Себергә һөрә башлағас, һайланма орлоғон Таллы ауылындағы заманына күрә зыялы, һыу тирмәне тотҡан бик бөтмөр бер кешенән йәшерткән, ти. Һөйләүҙәренсә, теге Зәхмәт Әхмәт ағайҙың йөҙйәшәр атаһы булып сыға ул бөтмөр. Аманатҡа хыянат иткән, ҡайҙа йәшергәнемде оноттом, тип һылтаулап, Малик ҡартҡа кире ҡайтарып бирмәгән орлоғон. Әллә ысынлап онотҡан. Кем белә. Үҙе лә сәсмәгән, ти ҙәһә теге бойҙайҙы. Шул хәбәрҙәр яңыраҡ дөрөҫкә сыҡты: Мөхәрләм бүләре Ильяс менән бер нисә ир, Аҡназар ағай һөрҙөрөп ташлатҡан ерҙәрҙә берәм-һәрәм иҫән ҡалған андыҙ тамырҙарын Зәңгәр шишмә яғына күсереп ҡарамаҡ ҡаҙынып йөрөгәндә, бәләкәс кенә ағас һандыҡ тапҡандар, эсендә ҡайын туҙынан эшләнгән ҡумта ята, ә унда – гәрәбәләй орлоҡ, ти. («Ағас башында һандыҡ, һандыҡ эсендә өйрәк, өйрәк эсендә йомортҡа, йомортҡа эсендә…» – Бер әкиәттәге ошондай һүҙҙәр иҫкә төштө.) Туңмаған да, бурһымаған да, теп-тере орлоҡ! Районға шалтырата һалғандар, унан килгән баш агроном алтын тапҡандай һөйөнгән, Өфөгә, селекционер ғалимдарға, ебәрәм, тигән. Берәй заман “Толпарлы бойҙайы” тигән сорт донъяға таралһа, ә?! Иманым камил, Мөхәрләм бүләре бер нисә бөртөктө йоммай ҡалмағандыр усына. Хәләл, икенсе остан – Малик бай бүләре лә бит, үҙ мираҫын йомған, бәс. Сәсеп ҡарар, беҙҙең баҫыуҙар барыбер мәхрүм ҡалмаҫ ул, бойҙайҙан...

Әшрәф иртүк Айыусы тарафына юлланғандыр, мин, Әлфиә апаның йәш ботаниктарына эйәреп,Ҡарауылтау үренә гербарий йыйырға барҙым. Ноябрь бөтөп килә, ағастар шәп-шәрә, ә япраҡтары тап-таҙа, ҡоп-ҡоро булып ерҙә ҡыштырҙашып ята. Саған япрағының төрлөһөнән гөлләмә йыйҙым: һарыһынан, сыт ҡыҙылынан, бурҙат ҡыҙылынан, йәшел көйө өҙөлөп төшкәненән. Берәй һауытҡа ҡуйып, ҡағылмай ғына һаҡлаһаң, ҡыш буйы өйҙө йәмләп торасаҡ. Ләкин… Мине ифрат дәрәжәлә тетрәндергән күренеш арҡаһында саған япраҡтары ҡосағымдан һыпырылып төштө лә, устарын йәйеп, бармаҡтарын тарбайтып, ҡабат ергә түшәлеп ятты. «Өнһөҙ ҡалдым» тигән халәтте аңланым шул минутта, ҡараным да ҡаттым: Айыусы тапҡырында ут бағанаһы күтәрелгән! Уттың эҫе тынын ел шул арала Ҡарауылтауға килтереп тә еткерҙе. Балалар ҙа күреп ҡалды: «Пожар! Урман яна!» – тип һөрәнләп, беҙҙән рөхсәт тә һорамай, ҡайтыр яҡҡа һыпырттылар. Бынан Толпарлы ус төбөндәгеләй күренеп ята, Айыусы улай уҡ яҡын түгел, әммә ҡайһы төштә икәнлеге шәйләнә. Шик юҡ, тап шунда ҡотора янғын. Ҡасандыр мольберт ҡуйып Кәбир торған таш һикәлтәгә баҫып, ауылыма уның күҙе менән ҡарарға, тигән ниәтем бар ине лә, бойомға ашманы – мәле ул түгел. Аптырап ҡалған Әлфиә апаға ҡулым менән Айыусы яғына ишараланым да Ҡарауылтау биленән ҡыялап ятҡан юлға табан йүгерҙем. Унан тураға төшкәс, Ҡырластау ҡабырғаһындағы тар ғына һуҡмаҡтан үтәһең дә Зәңгәр шишмәгә, артабан Һигеҙбөгөлгә барып сығаһың, шунан күпер аша – Айыусы. Физкультура уҡытыусыһы спидометр тотоп үлсәп торһа, моғайын, кәмендә мәктәп чемпионы булыр инем, һәләк шәп йүгерҙем. Хатта яҡынайған һайын ҡайнар ипкене нығыраҡ һирпелгән янғын уты минең тыныма ла ҡабынды кеүек бер килке. Ҡырластауҙан ҡолай яҙҙым, селеккә йәбешеп кенә ҡотолдом. Усымды, бармаҡтарымды сыйҙы-сыйыуын: ҡаным сыҡты, һыҙландым, ә барыбер рәхмәт селеккә – әлдә ул булды. Ҡурҡыу тойғоһо аңыма уяулыҡ өҫтәне, йәнемде аяп, яйыраҡ, ипләберәк сыҡтым был хәтәр һуҡмаҡтың ҡойроғона. Шунан тағы Зәңгәр шишмәгә тиклем спринтер тиҙлеге менән саптым. Һигеҙбөгөлгә барып еткәс, туҡтап ҡалдым: күпер алды яңы ғына, бөгөн генә кәҫ ҡайтарып һөрөлгән, шул һөрөнтөгә еткән дә сигенгән янғын. Әгәр ошо бураҙналар юлын бүлмәһә, аяуһыҙ ут, күпер аша үтеп, ары ташланыр ине. Ә ары – ҡарағас урманы! Алтмыш гектар, ти, Бүреһуҡҡан олатай әйткәйне. Йәше етмәгән, тип уға хатта леспромхоз бысҡылары ла теймәне. Урман хужалығы министрлығы ҡушыуы менән, ҡарағаслыҡты уратып, ике йыл һайын янғындан һаҡлау бураҙналары яралар икән. Быйыл килеп тикшергәндәр ҙә күперҙәр тирәһендәге ерҙең һөрөлмәүенә иғтибар иткәндәр. Аллаһ үҙе һаҡлаған бит беҙҙең ҡарағастарҙы, уларҙың тирә-яҡ мөхитен! Ана бит, бөгөн генә тракторы менән янғындан аралап ҡуйған Әшрәф тәбиғәтебеҙҙе. Ярты саҡрым тирәһе ҡалды Айыусыға. Бигүк бейек булмаған ҡалҡыулыҡ аръяғында ул, өйҙәре бынан күренмәй. Ҡырластауҙа сағымда ауыл яна ине әле. Ике мөрйәнән генә төтөн сығарып көн итһәләр ҙә, унда эйәһеҙ тороп ҡалған ҡаралтылар, кәртә-ҡуралар әҙ түгел. Әбрәкәйең янһа ла йәл дәһә… Шулайтып, фекеремде төрлө яҡҡа ебәреп аҙаштырырға маташам, Әсмәләрҙең үҙҙәре хаҡында уйламаҫ өсөн. Уф! Әсмә, ҡыҙый, иҫәнме һин?! Күҙ алдыма ҡот осҡос күренештәр килеп баҫа… Ниһайәт, ҡалҡыулыҡтың түбәһенә менеп еттем дә күрҙем: Айыусы юҡ, уның урынында өңрәйеп, төтөн ҡатыш боҫ сығарып уһылдаған ҡурҡыныс баҙ хасил булған.

…Һалҡынса көҙгө иртә. Ҡояш күктән тап-таҙа итеп йыуылған быяла аша ҡарай, гүйә, йәйге кеүек ҡайнар, сағыу түгел. Тирә-яҡта илаһи тынлыҡ, ошо халәткә күндәм ризалыҡ хөкөм һөрә. Ҡышҡа әҙерлек тамамланған. Урмандағы тереклек өңөнә, ҡыуышына ризыҡ йыйған, әле шул сырсаһын сарыфламаҫ өсөн ҡырҙа йөрөп туҡлана. Ҡырмыҫҡалар иләү ишектәрен тотош бикләп бөтмәгән, көн сыуағына сығып ҡыҙыналар ҙа шул йылыны эскә ташыйҙар. Үрмәкселәр ау үрә лә ау үрә, меҫкен бөжәктәр уларға тыз-быз килеп эләгеп тора. Япраҡтар ҡойолғас, был нескә ауҙар ҙа күҙгә салына һәм, тейә ҡалһаң, улар сыңлатып, иң юғары ноталарҙы алып уйнап ебәрерҙәр һымаҡ.

Рәссам ҡылҡәләменә лайыҡ ошо гүзәл мәлдә, Айыусы яғына ашҡынып, бер ҡыҙ тәпәйләй. Аяҡ аҫтындағы таш-тошҡа эләгеп-һөрлөгөп тә ала, әммә, күҙе тонғандай, бер нигә иғтибар итмәй атлай бирә. Йөҙөндә көсөргәнешле, асыулы ҡиәфәт ҡатып ҡалған, ирендәре ҡыҫылған. Эсендә үс ҡайнай уның, көнсөллөк зәһәре, үт булып һытылып, бауырын талай, мин-минлеге тынын ҡыҫа. Кем һуң был бисара ҡыҙ бала? Миңзифа?!

Әшрәф Айыусыға һирәкләгәс, Артурҙың ата-әсәһе лә хәҙер унда булғас, йөрәге тынысланып ҡалғайны уның. Айҙан ашыу инде егет – тик Миңзифаныҡы ғына! Әшрәф уға иғтибар бирмәһә лә, вәғәҙәле ҡараштар бүләк итмәһә лә, ҡыҙ шулай уйлай, шуға ышанырға тырыша. Һирәк-һаяҡ клубҡа килеп, бер кемгә һүҙ ҡатмай гармун тартҡан егеттең кемде һөйгәнен белеп торһа ла, ул барыбер минеке буласаҡ, тип ҡырҡыша Миңзифа, Әсмәнән үлеп көнләшә. Тамағына аш бармай, һарғайып бөттө ҡыҙ. Әсәһе, Көнсөл Маһый, һиҙә, көнләшеү ғазабын аңлап, ҡыҙын йәлләй. Апайҙың был ҡушаматы миңә генә мәғлүм, сөнки үҙем таҡтым, анау юлы бинахаҡҡа әсәйемде рәнйеткәне өсөн.

Яуапһыҙ мөхәббәткә тарырға яҙмаһын икән. Салпа апайҙы, ана, ни хәлгә төшөргән?! Тарыһаң да, шул әрнеүҙе күтәрергә, үткәреп ебәрергә көс бирһен Хоҙай! Икең дә бер-береңде һөйөп тә ҡауыша алмау бар – ҡәһәрле һуғыш күпме йәш йөрәктәрҙе һәләк иткән, мәңгелеккә айырған. Тыныс тормошта, исмаһам, һөйөүеңде бер-берәү кире ҡаҡҡанда ла, уны юҡ-юҡта юлдарыңда осратып, күргеләп тороу бәхете насип.

Миңзифаның әхирәте лә юҡ шул. Түрә ҡыҙымын типме, үҙен бәләкәйҙән эре тотто, тиңдәштәрен биҙҙерҙе. Әсәһе уға кәңәш бирерлекме? Өләсәһе лә кесе улында йәшәй, күрше районда. Татар әбекәй әйтмешләй, мине генә ул ике яғымда ике фәрештә ҡурсалап тора. Көнләшеү – иң алама ғәҙәт, сир менән бер, Ҡөрьән дә тыя ул гонаһтан, ти ҙәһә ҡартәсәйем. Өләсәйем көндәше Гөлшәһүрә инәй менән ҡунаҡҡа барышып йөрөй. Шуларҙы ишетеп-күреп үҫкән минең күңелемә көнсөллөк сире йоғонмаҫтыр, шәт .

Әшрәфтең тағы Айыусыға киткәнен ишеткәс, Миңзифа, алҡымынан алып быуа башлаған ғәрлектән, тыны ҡыҫылып йығыла яҙҙы. Әйтерһең, ағыу йотторҙолар. Ул ағыу ҡанына, бөтә күҙәнәктәренә таралды, аңын томаланы. Әсмәнән генә түгел, Әшрәфтән дә, хатта бар донъянан үс алғыһы килде. Атаһының гаражына инеп, элек, электр яҡтыһы юҡ саҡта, кәрәсин һалып тота торған һауытты сөйҙә эленеп торған еренән алды ла мискәнән бензин һоҫоп тултырҙы. Боронғо һауыт ул – ауылда берәүҙер, еҙ ҡалайынан сүкелгән, йәпле генә тотҡаһы, ҡапҡасы бар. Ҡасандыр уны ризыҡ өсөн тотонғандарҙыр әле. Ҡартатайымдан ҡалған ҡомартҡы, ти атаһы… Шуны, бер нисә ҡап шырпыны сепрәк сумкаға тыҡты ла юлға сыҡты – уның башынан көлөп йөрөүселәр яғына. Әлбиттә, Миңзифа белмәй Әсмә менән Әшрәф араһында аңһыҙҙан килеп сыҡҡан енси яҡынлыҡ тураһында. Аборт хаҡында ла ишетмәгән, ишетһә, минуты менән килеп минең битемә лә йәбешергә, әллә ниндәй әшәке һүҙҙәр ырғытырға күп һорамаҫ ине – теле яман бит уның. Бер уйлаһаң, Маһый апай йыуаш икән әле. Иренең йөрөмтәллеген белә-күрә, бик һирәк сығырынан сыға. Уны аңлап та була, ир бирмәк – йән бирмәк, тиҙәр. Ә был Миңзифаға Әшрәф кем? Үҙе йөрөй ҙәһә, тикмәгә…

Төрлөһө буламы мөхәббәттең? Миңзифаның һөйөүенә шигем юҡ та, яраталыр Әшрәфте, тик ниңә шул дәрәжәлә үҙеңде түбәнһетергә, һағыҙҙай йәбешергә, уф. Әсмәнән генә лә ҡыҙғанмай әле ул, бер көндө Менәүәрәне әрләп киткән, шиғыр яҙып, егеттәрҙе әүрәтәһең, нишана, тип. Менәүәрәме нишана?! Унан һылыу ҡыҙ ауылда юҡ. Сафура бар ине, хәҙер ул ҡырҙа. Ҡалала уҡый башлағас, бигерәк матурайҙы шағирә ҡыҙыбыҙ. Оҙон бөҙрә сәстәре генә ни тора! Әсәһенеке шундай булғандыр йәш сағында, теге Балсыҡлы егетен ғашиҡ иткәндә? Миңзифа Саҡмайылғаны урап үтте, киҫелгән урман аша һалынған йәйәүле һуҡмаҡтан барып сыҡты Айыусыға. Туҡтап, һағайып ҡаранып та торманы – тура Әсмәләр яғына атланы: кеше йәшәгән йорттоң ҡото тышына сығып тора бит инде.

Был мәлдә, ҡояш төшлөккә үрләй генә башлағанда, Рауил ағай улын һауа һулатып индереп, тамаҡ ашатып алғас, дарыуҙарын эсереп, серем итергә карауатҡа күсереп һала. Суфия апай ҙа ял итә. Әсмә ошо арауыҡта кәбәркәлә һутлыраҡ булып ҡыҙарып бешеп ятһын өсөн турпыша менән ҡаплап баҫырылған баланды баулай, оло мейестә муйыл киптерә, бәшмәк тоҙлай, сәтләүек таҙарта – урмандағы кейектәр шикелле, ҡышҡылыҡҡа сырса хәстәрләй. Тап шул сәғәттә Миңзифа ихатаға барып инде. Әмәлгә таянғандай, Хан-солтан ҡарт Айыусылағы ике һунар этен дә – үҙенең Юлбарыҫы менән Әсмәләрҙең Аҡҡолағын – эйәртеп урманға, үҙе әйткәнсә, ревизияға киткәйне: ҡайҙараҡ ниндәйерәк йәнлек төйәкләнгән, үрсегәнме, китмәгәнме бүтән яҡҡа, тип аңдырға. Әбейҙәр ни, өшөмтәлгә әүерелгәндәр, өйҙән бик сығып та бармайҙар: төҫ ташламаған еңгәләй, көлөп-ялтырап торһа ла, көҙ әле тышта, көҙ.

Әшрәфтең тракторын да күрмәгәс, ғашиҡтар парлашып берәй ҡайын төбөндә һөйөшәләрҙер, тип фаразлап, Миңзифаның тамам зиһене буталды. Өйҙөң бер генә тәҙрә уйылған артҡы яғына сығып, шешәләге бензинды сайыры тышҡа сығып мөлдөрәп ҡатҡан ҡарағай бүрәнәләргә һипте лә, шул тирәлә һерәйеп ҡороған бейек үләндәрҙе көлтәләп йолҡоп, шырпы һыҙҙы. Гөлт итеп тоҡанған ут бармаҡтарын өтөп алғас та аҡылына килмәне, дөрләп янған көлтәне бүрәнәләргә һелтәне. Ялҡын теле шундуҡ ялмап алды өйҙөң ҡабырғаһын, ә эстәгеләр һаман бер ни һиҙмәне…

Трактор тауышын шәйләп, Миңзифа аҙбар ышығына тайшанды. Әшрәфтең, Һигеҙбөгөл күперен бураҙналар менән ҡамап бөтөп, ҡалҡыулыҡты артылған ғына сағы ине. Әсмәләрҙең өйөнә үрт ҡапҡанын күреп йөрәге ҡупты, тракторын бар ҡеүәтенә ебәреп, Айыусы яғына ҡыуҙы. Килеп етеүгә ут тотош өйҙө ялмап алғайны. Ялҡын күккә олғашып бара. Күҙ ҡырыйы менән генә күреп ҡалды: ике ҡарсыҡ бирегә тәнтерәкләй. Тупһала Суфия апайҙы етәкләгән Әсмә күренде лә, уны ҡалдырып, тағы өйгә инеп китте. Әшрәф тә шунда, ут эсенә, атылды. Ҡур бүлмә эстән янмай ине әле, ҡолас етмәҫ эре бүрәнәләр тыштан дөрләй икән. Әсмә менән Рауил ағай коляскала ултырған Артурҙы алып сығырға хитлана. Ҡапыл иң ситтәге өрлөк ишелде, түбәнең шул өлөшө шарт та шорт килеп ҡубарылып төштө. Рауил ағайҙың башына таҡта тейҙе шикелле, ыңғырашып иҙәнгә ауҙы. Әшрәф Артурҙы коляскаһы-нийе менән күтәреп, тышҡа ашыҡты. Әсмә һаман Рауил ағайҙы аяҡҡа баҫтырырға тырышты. Ул арала тағы бер өрлөк ауҙы. Әсмә ялтанып өлгөрҙө, Рауил ағайҙың кәүҙәһе таҡталар, улар өҫтөнә түшәлгән тупраҡ менән күмелде. Бына-бына түшәм тотош ишеләсәк, өйҙөң тыштан янып өңөлгән бүрәнәләре ауасаҡ! Ошо хәл иткес мәлдә Әшрәф ҡайтанан төтөнһөҙ-ниһеҙ шартлап янып ултырған өй эсенә ташланды. Ут иһә рамдары көл булып, быялалары ҡойолоп төшкән тәҙрәләрҙән ҡыҙыл телен генә түгел, бөтә кәүҙәһен һоноп эскә ынтыла. Әсмә Рауил ағайҙы тупраҡ ҡатыш таҡта араһынан әрсергә серәшә, үҙен үҙе онотоп… Әшрәф менән икәүләп, ниһайәт, ағайҙың һушһыҙ кәүҙәһен һөйрәп сығарҙылар, ишеккә табан ыңғайланылар. Соланды ла ут баҫҡан, тура ишек алдына сыға торған тупһа аша үтерлек түгел. Әшрәфтең иҫенә төштө: үҙ ҡулы менән кәбәркәнән баҡса яғына ишек ҡуйып биргәйне ләһә, Әсмәгә уңайлы булһын тип. Шунда боролдо. Уларҙың сығырын башҡа яҡтан көтөп торған әбейҙәрҙең береһе, соландың таҡта ишек-фәләне янып йығылғас, иҫен юйып ҡоланы. Ошоларҙы күҙенән үткәреп, аҡылдан яҙыр сиктә, бесәне-нийе менән осҡон сәсрәп яна башлаған аҙбар янында, инде бер кемдән дә йәшенмәй баҫып торған Миңзифа иһә: «Әшрәф!» – тип йәнасыҡҡа ҡысҡырҙы ла янғын ҡосағына ташланды. Ҡыҙҙың асырғанышлы һуңғы ауазын дүрт ҡабырғаһы ла бер юлы таралып төшкән йорттоң гөрһөлдәүе йотто…

Күктәр ошо фажиғәгә шаһит булды ла, сырайын һытып, илап ебәрҙе. Тик һуң ине, янғын үрте үҙенең яуыз ғәмәлен атҡарып өлгөргәйне. Уттың убыр теле ел ыңғайына Һигеҙбөгөл яғына ла һуҙылды, яңы ғына һөрөлгән ҡара ергә барып терәлгәс кенә ғәйрәте тонсоҡто.

Баҫтырып килгән уттан ҡасып сигенә торғас, кешеләр бәрәңге баҡсаһының ыҙанына барып төңкәлделәр. Әлдә мал-тыуар аҙбарҙа бикле түгел мәл – иректәләр. Тик ике генә ҡаралтыға үтеп инә алманы янғын – Айыусы клубына һәм балалар йәсләһенә. Тимер башлы был мөһабәт биналар торлаҡтарҙан ярайһы алыҫта урынлашҡайны, шуғалыр.

Ямғыр яуып үтеүгә, район үҙәгенән янғын һүндереү машинаһы килеп етте. Саҡмайылғанан рация аша хәбәр иттеләр микән? Толпарлылар ҙа шылтыратҡандыр, Әлфиә апалар ҡайтып әйтһә...

Мин ахмалға төшөп барып еткәндә, Рауил ағай аңына килгән, ә Суфия апай коляскала ултырған Артурҙың башын күкрәгенә һалып, көй көйләй ине – бәпес бәүеткәндәй. Сирле генә йөрәге нисек күтәрә бынса ҡайғыларҙы, и, Аллам. Сабырлыҡтар бирсе шул апайға, зинһар. Әсмә, береһе: «Самауырым, еҙ самауырым!» – тип, икенсеһе: «Кәртешкәләре лә һәләк булды улыҡайҙарымдың», – тип өҙгәләнгән әбекәйҙәрҙе йыуата. Әшрәф пожарниктар менән һөйләшә. Тәфтишселәр ҙә килер инде, кеше һынлы кеше янғын ҡорбаны булған даһа.

Әсмәгә ҡарап ғажиз булдым: йонсоу, ҡатып ҡалған сырайлы был ят ҡатын... ул түгел! Күҙҙәренә баҡтым – уларҙа өнһөҙ һорау: “Ни өсөн, ниндәй ғәйептәрем өсөн был язалар?!” Күккә күтәрелеп ҡараным, эсемдән ялбарҙым: «Әсә наҙынан иртә мәхрүм ҡалған, ҡырағай йәнлектәр менән ҡатар көн итеп, йәшәйештең ҡатҡыл ҡанундарын тойоп-кисереп үҫһә лә, йомшаҡ күңелле, игелекле зат булған әхирәтемдең бер үҙенә шунса һынауҙар ебәрҙең, Раббым, етер ҙәһә!» Атаһын юғалтҡас та бөгөлмәне, тыуым барҙа үлем барын ул, тәбиғәт һәм тәбиғилек мөхитендә тәрбиәләнгән урман ҡыҙы, күнеп ҡабул итә белә. Һөйгән егетенең аяныслы яҙмышын да иңдәренә күтәрҙе. Әсәлек бәхетенән ваз кисте. Инде килеп, тыуған нигеҙе көлгә ҡалды…

Әхирәтемде ҡосағыма һыйындырҙым, исмаһам, яртыһын булһа ла үҙ йөрәгемә бүлеп алғым килде уның ғазаптарының. Тик алып буламы – ҡайғыны уртаҡлашыу бар, әммә кеше үҙ хәсрәтен тик үҙе генә еңә алалыр. Эргәңдә аңлар яҡындарың булһа, еңелерәктер барыбер.

Беҙҙең янға Әшрәф килеп баҫты. Әсмә уның күкрәгенә башын һалды. Бер минутҡа ғына. Шунан, ярамаған эш ҡылғандай, ҡапыл сителеп, Артур эргәһенә китеп барҙы…

Уф! Әҙәм балаларына һерелекте лә биргән Аллаһ, күпмелер ваҡыт шаңҡып торғас, ҡыймылдай башланылар. Әбейҙәр, нимәлер булһа ла ҡалғандыр, бәлки, ул ҡәһәрле уттан, тип һуҡрана-һуҡрана, үҙ нигеҙҙәренең харабаларына табан ыңғайланы, күҙ алдында ҡапыл сауығып киткән һунарсы бабай арттарынан эйәрҙе. Артабан һуҙылды ла һуҙылды был көн, үтеп китмәҫтәй булды. Үтеп, таң атһа, бөгөн күргән-кисергәндәр, бәлки, төш булып сығыр?!

Әсмәләрҙе өй эсе менән бөтәһен дә район үҙәгенә дауаханаға алып киттеләр. Суфия апайҙың йөрәге былай ҙа саҡ тора, Рауил ағайҙың башы яраланған, ҡул-аяғы имгәнгән, Әхирәтемдең әллә нисә урында тәне ныҡ итеп бешкән. Бер Артурға ғына ут ҡағылмаған – йөҙөндә ҡан әҫәре юҡ, әммә күҙҙәре ҡурҡынған. Бәс, әллә зиһене уяндымы, хәтәрҙе аңғарған, ҡурҡҡан даһа?

Уғаса Әшрәф менән һунарсы бабайҙан, әбекәйҙәрҙән шаһитлыҡ һорауы алдылар – төрлө форма кейгән кешеләр килеп тә еткәйне, араларында Сәмиғуллин да бар. Беҙҙән рөхсәт алмайынса ҡуҙғалмаҫҡа тейеш ине тип, “Тиҙ ярҙам” машинаһын әрләнеләр. Енәйәт ҡылынған булһа, хәҙер ғәйепленең эҙенә төшөү ҡатмарлы буласаҡ, имеш. Әшрәф тә, бабай ҙа, сәбәбен белмәйбеҙ, беҙ килеп еткәндә өйҙө тыш яҡлап тотош ут ялмағайны, тинеләр. Ә минең, янғынды Ҡарауылтауҙан күреп ҡалып, туранан йүгереп килеүемде белгәс, тыңлап та бөтмәй, ҡул һелтәнеләр. Тап шул мәлдә формалыларҙың береһе бабайға ҡоромланған бер тимер һауыт килтереп күрһәтте, хужаларҙыҡымы был әйбер, тип төпсөндө. Бабай, күргән нәмәм түгел, тине.

– Ә миңә таныш был һауыт! – Шулай тигәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ниңә телемде тешләмәнем, тип үкенмәнем. Алдашайыммы ни?

– Хужаларҙыҡымы?

– Юҡ, Аҡназар ағайҙыҡы. Колхоз рәйесенеке. Ҡартәсәйем идарала йыйыштырыусы булып эшләгәйне, электр юҡ саҡта әле, рәйес ошо һауытҡа кәрәсин тултырып килтерә торғайны.

– Шунан?

– Кәрәсинен шәменә һала ла, бушағас, һауытын өйөнә алып ҡайтып китә ине, олатайымдан ҡалған ҡомартҡы тип. Еҙ һауыт ул, алтын кеүек ялтырай торғайны таҙа сағында…

– Янып үлгән ҡыҙҙы ла беләһең, тимәк?

– Бер ауылдан даһа, бәс…

– Килеп еткәндә ауыл янып бөткәйне, тигәйнең дәһә, күрмәгәс, кем янып һәләк булғанын ҡайҙан беләһең? Әбекәйҙәр күргән – тәҙрәнән, танығандар, атаһы менән йыл да килә торғайны, солоҡ балы, йәнлек тиреһе артынан, тиҙәр. Бәс…

– Һинең «бәс»еңде протоколға индереп булмай, “эйе” йәки “юҡ” тип әйт.

– Эйе. Миңзифалыр…Үҙ күҙем менән күрмәнем дәһә…

– Тағы кемегеҙ белә ине уны? Ә һин, абзый кеше, ни әйтерһең?

– Дөрләп янып ултырған өйгә инеп киткәнен, эйе, күрҙем ул баланың. Сырамытып та ҡалдым, Аҡназар энекәштең ҡыҙына оҡшатып. Урманда инем, ҡайтып етеүемә тап шул хәлгә шаһит булдым: балаҡай аҙбар яғынан, өй артынан, ҡапыл килеп сыҡты ла ишеге янып ауған соланға инде лә китте, туп-тура ялҡын эсенә.

– Тағы кем күрҙе быны?

– Күрмәнем,– тине Әшрәф. – Ул мәлдә ике кешене кәбәркә яҡ ишектән саҡ сығарып өлгөрҙөм.

– Сәмиғуллин, быларҙан свидетельский показание яҙҙырып алырһың,– тип бойорҙо (әллә прокурор үҙе?) бер олпат ҡына ир. – Ауылдарынан пока сыҡмай торһондар.

– Хәҙер уларға ҡайтырға булалыр?– Сәмиғуллин үҙ бәҫен төшөрмәй торған тыныс тауыш менән һораны. – Береһе – механизатор, икенсеһе – уҡытыусы, сәғәтле эштә. – Шунан, яуап көтөп тә тормай, беҙгә: – Барығыҙ, – тине, – беҙ ҡалабыҙ әле. – Һуңғы хәбәрен минең ҡолаҡҡа тиште, аңлап торам, Гуля-Гөлсөмөнә әйтергә ҡуша. Бисара Миңзифаның мәйетен торомбаштар араһынан табып, кеше күҙенә күрһәтмәҫтән, ҙур тоҡҡа һалып районға – экспертизаға алып киттеләр…

Бына ошо рәүештә ғүмергә хәтеремә һеңеп ҡалды Айыусылағы ҡот осҡос янғындың тарихы – үҙ күҙем менән күргәндәрҙе барлап, күрмәгәндәремде шаһиттарҙың һөйләүенә таянып фаразлап, күҙаллап, фекер остарын ялғап, тойомлап, ахырҙа тәфтишселәр асыҡлап халыҡҡа еткергәндәрҙе лә ҡушып ойошто ул аяныслы тарих.

Бер һөйгәнем өсөн… Шул әйтемде әйләндереп-тулғандырып уйлап тик йөрөйөм. Бер һөйгәнем өсөн утҡа-һыуға инермен, тип тә бороп ебәрәләр уны. Йәнемде фиҙа итермен, тигәнен дә ишеткән бар. Ишеттем генә түгел, күрҙем дә. Әй, Миңзифа!

Мин, ололар һүҙен тыңлап үҫкән ҡыҙ, башҡа кешенең ғүмеренә генә түгел, үҙ-үҙеңә ҡул һалыуҙың да ислам динендә оло гонаһ һаналғанын беләм. Әй, Миңзифа… Хоҙайҙың миһырбаны киң дә ул… Әҙәм менән Һауаны ожмах хозурынан Ергә һөргәндә лә аҡылынан мәхрүм итмәгән, рух бөтөнлөгөн юғалтмауҙы үҙҙәренә ҡайтарып ҡалдырған даһа. Әй…

Мөхәббәтең ысын булған, инде кем ышанмаҫ. Ә ниңә Әшрәфтең хистәренең дә, күрә һәм белә тороп, ихласлығын ҡабул итә, көнләшеүеңде еңә алманың?! Ғәфү ит, мин дә һине ситкә тибәрҙем, һөйләшеп ҡараһам, бәлки, сигенер инең, күнер инең? Танмайым, минең асылымда ла туҡтауһыҙ көрәш бара – “үҙем”дәр араһында – мин-минлек менән сабырлыҡ, аҡыл менән дыуамаллыҡ, саялыҡ менән әҙәп көрәшә. Сәмсел ғорурлығымды саҡ ауыҙлыҡлап алам ҡай саҡта… Үҙемде үҙем генә еңә алмаһам, ҡартәсәйем, өләсәйем бар ярҙам ҡулы һуҙырға, әсәйем бар, ауылымдың Гуля-Гөлсөм кеүек ебәк телле, Рабиға кеүек баҫалҡы, Фариза кеүек алсаҡ ҡатындары бар. Тоғролоҡло Татар әбекәй, хатта яһил Салпа, уйынсаҡ Ҡарағаш Мәсрүрә, диуанараҡ Гөлбикә апайҙарҙан да нимәгәлер өйрәнергә (йәки, киреһенсә, өйрәнмәҫкә) була лаһа – күрә бел, ишетә бел, йә үрнәк ал, йә ғибрәт ҡыл. Әй, Миңзифа… Йәш кенә көйөңә ҡара гүргә индең – һис шуға күндерә алмай яфаланам күңелемде. Тик нишләмәк хәҙер? Әсәңде ҡыҙғанам. Ояһында ни күрһә, осҡанда ла шуны күрә, тигән халыҡ, ҡош балаһына ҡарап, ҡыҙ балаға ла ҡырын китмәгән был мәҡәл – шуны ваҡытында аңлаһын ине лә Маһый апай. Әй...

Шул арала Фатих Өфөнән әйләнеп ҡайтҡан, мединституттағы әҙерлек курсына документ тапшырған икән. Курсты уңышлы тамамлағандар институтҡа имтиханһыҙ инеп китәсәк, ти. Быларҙы миңә Гөлфирә һөйләй. Үҙе быйыл Свердловск юридик институтының Өфөләге филиалына ситтән тороп уҡырға инде, көндөҙгө бүлеге юҡ, ти. Зөмәрә апай пенсияға сыҡты, хәҙер Гөл тарата почтаны, шуғалыр ҙа, белмәгән яңылығы юҡ. Хәйер, мине бер ни ҡыҙыҡһындырмай... Ниҙер һынды һымаҡ йәнемдә. Һынмаһа ла, сатнаны. Ваҡыт тигән табип имләй алыр микән?

Әлдә кешеләргә ҡитғалар, даръялар аша элемтә тоторға форсат биргән почта бар донъяла, рәхмәт төшһөн уны уйлап сығарыусыға – бер ни ҙә, кемдер беренсе башламаһа, үҙенән-үҙе эшләнмәй. Дуҫтарымдан хаттар осоп килә, уларҙы уҡып сыҡҡас, күгәрсенгә оҡшатып бөкләйем дә, шул күгәрсен мине гөр-гөр килеп йыуата, ҡанаты менән яңағымдан һыйпай, суҡышын терәп, хәлемде аңлауын белдерә…

Мәүлиҙә, ғүмерҙә булмағанса, миңә посылка һалғансы, эсенә һыу буйы итеп хат яҙып тыҡҡан. Олексий техникумын бөткән, шахтала инженер-мастер, ти. Казачка апай йомшара төшкән, «басурманка» ҡушаматы әхирәтемә йәбешмәгән. Ундағылар болғар татарын да, ҡырым татарын да, монгол татарын да, хатта башҡортто ла «татары» тигән дөйөм бер атама менән йөрөтәләр, тип яҙған. Себер татарын һанға ла һуҡмайҙар микән? Бына наҙандар… Ә Мәүлиҙә фәнни темаға мәҡәләләр баҫтыра башлаған, әлегә институт альманахында, ти. «Наукова думка» хәҙер апайың»,– тип фәстергән, украинса. Посылкалап нимә ебәргән, тиһәм, сәнскеле һабағын ҡыҫҡа ғына итеп ҡалдырып киҫелгән, көслө тамырлы (тупрағынан айырмаған) әллә гөл, әллә ҡыуаҡ. Баҡһаң, рауза гөлө икән, сәскәһе зәңгәр буласаҡ, имеш. Ышанмайыраҡ торам һаман: зәңгәр рауза була тиме? Әлфиә апа өсөн ебәргән, ул мәктәп баҡсаһында ҡыҙыл, ал, аҡ, бәрҙәүәй, һары ҡыҙыл раузалар үҫтерә. Ҡайнатылған һөт төҫөндәгеһен сығарып киләм, тип ҡыуанып йөрөй, ә зәңгәре төшөнә лә инмәй ине. Бына лаһа! Донецкиҙа раузаларҙың йөҙләгән төрө үҫтерелә, был, – ташкүмерҙән ҡала, уның иң ҙур байлығы, донъяға таралған даны, тигән әхирәтем.

Ваҡыт алға саба, һәр тыуыр көн үҙ балҡышын килтерә, үҙ заңын иҫбатлай,үҙ көйөн көйләтә. Йөрәгемә ҡаҙалған ҡырҡ шырау-шырпының тағы береһе һынып ҡойолдо, һулышым иркенәйә төштө. Айҙан ашыу көн үтеп тә киткән шул теге янғынға. Әкренләп һынып бөтөр әле ул шырпылар. Әммә, һынғас, тотош сығып бөтмәгәс, осо ҡалыр, беләм. Зәңгәр раузаны посылка йәшниге эсенән сығармай ғына, һаҡлыҡ менән тотоп, Әлфиә апаларға юлландым. Күңелемдә, гүя, оҙаҡ баҫырылып ятҡан орлоҡ шыта башланы – шатлыҡ орлоғо. Тәьҫирләндем. Йылмайҙым. Ошо халәтемде юймаҫ элек барып етергә ашыҡтым. Матурлыҡ алып киләм дәһә ҡулымдағы йәшниктә – сәскәләрҙең иң гүзәлен. Әлфиә апа уны бәпләп үҫтерәсәк, таратасаҡ. Бәлки, исемен дә «Әлфиә раузаһы» тип ебәрерҙәр әле толпарлылар.

…Битемә елбәҙәк ҡар бөртөгө килеп ҡунды. Бына – ҡыштан да «хат» төштө!

30[edit]

Март айының нескә билле еле, шағир әйткәнсә, һуҙылып ятып ергә ҡар ашай. Үҙе мәрәкәләп минең менән шаяра: итәгемдән тарта, муйынымды ҡытыҡлай, хатта толомдарымды һүтергә маташа. Сумкамды ҡарға ҡуйып тороп, сәсемде йыйнап бүрек аҫтына йәшерәйем тип ҡулдарымды күтәргәйнем генә, ахмалға төшөп мине ҡыуып еткән Әмин абыйҙың ҡапыл әйткән һүҙенән шул рәүешемдә ҡатып ҡалдым.

– Һуғыш сыҡҡан! – Бер ыңғай әллә нисә һорау ҡайнашты башымда, телемде әйләндерә алмай тик торам үҙем.

– Ҡытайҙар сик боҙған. Төндә Даманский тигән утрауға тупланғандар, беҙҙең пограничниктар һиҙмәй ҡалған. Таң менән ут асҡандар. – Абый шулай тине лә йәпһеҙ итеп көлөп ебәрҙе: – Пленға төшәһеңме әллә?!

– Шаярттығыҙмы ни? Ҡотто алып... тапҡанһығыҙ! – тинем, йәнем көйөп, ә ҡулдарым иҫ белмәй һәленеп төштө.

– Кем шаярта? Таңғы биштә һөжүм иткәндәр. «Азатлыҡ тауышы» шундуҡ хәбәр итте.

– Ҡайҙараҡ икән Даманский, абый?

– Уссури йылғаһында, бәләкәй генә утрау, ти, ул. Хабаров өлкәһендә.

– Харис! – Шулай тип ҡысҡырып әйткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. – Ҡытай сигендә хеҙмәт итә бит ул. Фатихы ҡайтты... Уф!

Мәктәпкә китеп барышыбыҙ. Бер-беребеҙгә ҡараштыҡ та, һүҙһеҙ аңлашып, йүгерә-атлай юлыбыҙҙы дауам иттек. Туп-тура директор кабинетына барып индек. Унда Сәкинә апа бер нисә уҡытыусы менән шым ғына радио тыңлап ултыра:

– Ҡытай Халыҡ Республикаһы хәрби көстәре 1 март төнөндә беҙҙең Даманский утрауын мәкерле биләп, сик буйы ғәскәрҙәренә һөжүм итте. Ҡаһарман совет пограничниктары ҡытайҙарҙың команда пунктын утҡа тотто, һөҙөмтәлә баҫҡынсылар, утрауҙы ҡалдырып, сигенергә мәжбүр булды.

– Бының менән генә бөтмәйәсәк әле, – тине Әмин абый дикторҙың асыуҙы килтергес тантаналы тауышына ҡаршы.

– Талпан һымаҡ бит ул ҡытай, бер ҡаныҡһа...

Толпарлы был араларҙа тәүлек әйләнәһенә радиоһын һүндермәне, гәзит уҡыны – Даманский яғынан килгән хәбәрҙе юлланы. Үтеп китте, ахырыһы, был афәт, тип иркен һуларға өлгөрмәнек, ике аҙналап ваҡыт уҙғас, ғәрәсәт ҡабат ҡупты. Әлеге утрауҙа нығынған сик буйы һалдаттарына ҡытайҙыҡылар артиллерия һәм минометтарҙан йәнә ут асты. Был юлы ла алыш оҙаҡҡа һуҙылманы: тәүлек эсендә хәрби конфликт баҫылды. Ярай ҙа, көслө илебеҙ! Оборона сәнәғәтенә иң күп сығымдар китеүе сер түгел, әммә нисек бының менән ризалашмайһың – ана бит, яр аҫтынан яу сыҡҡан, халыҡ әйтмешләй. Дуҫ, күрше булып йәшәгән, беҙҙең арҡала япондарҙан азат ителгән ҡытайҙар теш ҡайрай – башҡалар нишләр, ҡоралланмаһаң? Һаҡ булырға, агрессияға әҙер торорға мәжбүрбеҙ.

Даманский ваҡиғалары хаҡында тулы дөрөҫлөктө толпарлылар апрель аҙағында белде: Харис өс көнгә генә ҡайтып китте. Ҡатнашҡан теге бәрелештә, дөрөҫ һиҙенгәнмен. Иң яҡын заставалағы отряд тотошлайы менән тиерлек һәләк булған. Ғөмүмән, беҙҙекеләр 58 һалдатын юғалтҡан, ҡытайҙыҡылар – йөҙәрләгәнде, ти. Харис 15 марттағы алышта ҡатнашҡан, был юлы пограничниктарға Хабаровскиҙа ул хеҙмәт иткән частың ғәскәре ярҙамға килгән. Беренсе тапҡыр ҡеүәтле «Град» установкаһы ҡулланылған, ысын яу шартында һынап ҡаралған. Яуҙа булып, хәлде үҙ күҙе менән күреп ҡайтҡан һалдатты, әлбиттә, мәктәпкә осрашыуға саҡырмай ҡалманыҡ.

– Дошмандың яр буйындағы позицияларына залп менән ут яуҙырырға тотондоҡ – ҡайһы ярыҡҡа инеп китергә белмәне бөрсәләр,– тине Харис шунда һәм усын усҡа бәреп шапылдатып ҡуйҙы, әйтерһең, бөжәкте шулайтып юҡ итте лә, үсе ҡанып ҡалды. Уны шым ғына тыңлап ултырған балаларҙың йөҙҙәрендә ҡурҡыу сағылды. Ил менән ил, кеше менән кеше дошманлашмаһын ине бер ҡасан да! Юғиһә, һуғыш ҡомары, ҡон ҡайтарыу тойғоһо ҡырағайлыҡҡа һөйрәй. Ниндәй генә изге маҡсаттар, юғары идеалдар менән аҡлама, атыш-ҡырылыш кешене йыртҡыс халәтенә индерә, тәүтормоштағы инстинкттарын ҡуҙғата, артҡа – ҡырағай саҡҡа ырғыта: баҫҡынсыны ла, ерен-халҡын яҡлап көрәшеүсене лә.

Харис күп нәмәгә күҙебеҙҙе асты. Халыҡҡа белдермәһәләр ҙә, аҙаҡ Кремлдәгеләр, уйлашып-килешеп, Даманскийҙы ҡытайҙарға ҡалдырғандар икән. Уларҙың сигенә яҡыныраҡ та ул утрау, беҙгә кәрәге лә юҡ – яҙ һайын һыу баҫа, нимәлер төҙөп, ниҙер үҫтереп файҙаһын күрерлек түгел. Ә ниңә башта уҡ биреп ҡуймағандар – нәфселәрен һуҙа ҡалһалар, арт һабаҡтарын нисек уҡытасағыбыҙҙы белһендәр өсөнмө?

Әллә... Миңә ҡалһа, был бәрелеш совет – ҡытай дуҫлығын ныҡ ҡаҡшатты булыр. Океан аръяғынан аҫтыртын янап торған АҠШ алыҫ, ә ҠХР сиктәш кенә... Был ике держава әшнәләшеп алһа, беҙгә ҡон тотоп? СССР-ға ла башҡа берәй ҙур ил, мәҫәлән, Һиндостан менән бәйләнеш эҙләргә тура киләсәк. Дөрөҫ уйлайым һымаҡ? Харис, Әшрәф, Сабир, мин – дүртәүләп Әнкәләр осонда осрашып, армия хеҙмәте, халыҡ-ара сәйәсәт хаҡында фекер алыштыҡ. Бала саҡ иленән һәр даим беҙгә тауыш биреп торған алты малай менән бер ҡыҙыҡайҙы ла хәтерләнек…

Сәйәсәт тирәһендә оҙаҡ тапанманыҡ, әммә үҙемдең был йәһәттә томана уҡ түгеллегемде аңғарҙым – Алыҫ Көнсығыштағы сиктәрҙе нығытыу, ундағы ғәскәри көстө арттырыу бара икән.

Әсмәнең яҙмышы хаҡында әсенеп һөйләштек. Айыусылағы теге ҡот осҡос янғындың аяуһыҙ ялҡыны, гүйә, әле һаман һүрелмәгән, йөрәктәребеҙҙе өтөп алды.

…Район үҙәгенә бер мәйетте алып киткәйнеләр – икәүҙе ҡайтарҙылар: Рауил ағай юлда уҡ иҫен юғалтҡан да башҡаса аңына килмәгән. Өҫтөңә таҡталары-нийе менән өрлөк бүрәнәһе ишелһен дә, нисек имен ҡалмаҡ? Уны Айыусы зыяратында ерләнеләр. Тыуған төйәгенә һуңғы ҡайтыуы, мәңгелеккә. Артурҙың хәле әүәлгесә. Суфия апай иҫән. Сирле үлмәй, әжәле еткән үлә, тигәндәре... Имәндәй таҙа Рауил ағай гүргә инде, ә кеше көнлөләр тороп ҡалды – ейер ризыҡтары бөтмәгән, тимәк. Рөхсәт алып, ауыл ситендә, кескенә шишмә аръяғында ултырыуы арҡаһында уттан ҡотолоп ҡалған йәслә бинаһында йәшәйҙәр хәҙер. Яңы, уңайлы йорт, мейесе яҡшы, әҙ-мәҙ йыһазы ла бар. Ишек-тәҙрәләре икешәр ҡатлы, иҙән-түбәһе екһеҙ.

Әхирәттә тынғылыҡ тапты микән Миңзифа? Үҙенә үҙе ҡул һалмағансы, аңһыҙ үлемгә дусар булған – ярлыҡаныр ҙаһа? Йәнен аямауы – бер һөйгәне өсөн...

Бәс! Әнәкәләр осондағы бүрәнәлә уйға һабышып бер яңғыҙым ултырып ҡалғанмын әллә?! Юҡ икән, эргәлә генә үҫкән ҡайын менән ҡарағай артында кемдер бар. Ул ике ағасты Аҡман ағай ултыртҡан, ти, Фәйрүзәһе Харьковҡа ҡайтып киткәс. Ҡарағайы – Аҡман, ҡайыны – Фәйрүзә... Сеү! Ҡыҙ менән егет серләшә ләһә унда, йәшеренеп кенә. Кемдәр икән? Ҡыҙҙың күлдәк итәге елгә елберләп күренеп-күренеп ҡуя – таныным: Гөлфирә! Егете кем? Харис икән – тауышы уныҡы. Нишләп ултырам ҡарасҡылай, ҡайтайым тип аяҡҡа баҫҡан ыңғайы, тыҡрыҡтан был осҡа күтәрелеп килгән Сәмиғуллинды күреп, һыҙғырып ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Алты дуҫым мине малайҙарса – теш араһынан алыҫҡа сыртлатып төкөрөргә, һыу өҫтөнән таш кәйпелтергә генә түгел, кәрәк булһа, әсе итеп һыҙғырырға ла өйрәткәйне шул. Минең сигналды ишетеп, Харис менән Гөл ағас артынан йылт итеп килеп сыҡтылар. Тыҡрыҡ яғына ымланым. Былар эргәмә ултырыша һалдылар, йәнәһе, икәүҙән-икәү түгелдәр. Сабиры менән Әшрәфен әйт, мине һаҡсы итеп ҡалдырғандар, үҙҙәре шым ғына шылғандар! Уңарсы Сәмиғуллин алдыбыҙға килеп тә баҫты. Харис, хәрбиҙәрсә, кәүҙәһен төп-төҙ тотоп, һикереп торҙо. Сәмиғуллин егеткә һынап ҡарап алды ла уң ҡулы менән ҡайышына беркетелгән кобураһын һыйпап ҡуйҙы. Һирәкләп кенә таҡҡылай уны, наганы бар икәнен халыҡ белә. Бөгөн ни хәжәте ул ҡоралдың? Аңланым – бер һүҙ ҙә ҡатманы, әммә ошо ҡиәфәте менән ҡолағына киртте егеттең, был ҡыҙҙы ҡыйырһытһа, ниндәй яза көткәнен. Эйе, атайлы – арҡалы! Сәмиғуллин ашыҡмай ғына атлап ары китте: йәнәһе, ошо тирәне ҡарарға сыҡҡан, тәртип боҙолмағанмы, тип. Мин бүрәнәлә ултыра бирҙем, Харистар тағы ағас артына ышыҡланды. Гөлфирәне көтөп, бергә алып ҡайтырға хәл иттем – бәләһенән баш-аяҡ – унан да ныҡлыраҡ берәүҙең (Әсмәнең, тимен) ҡайнар мөхәббәт һүҙҙәренән, ғашиҡ егеттең иркәләүенән сиселеп төшкәнен беләм әле мин...

Ҡайтышлай, Гөлфирә ҡолағыма шыбырланы: «Харисты («ағай» тимәй) хәрби училищеға ебәрәләр. Ул уҡып бөткәс тә өйләнешәбеҙ!»

Ҡайһылай тиҙ хәл иткән былар мәсьәләне? Хәйер, ниндәй мәсьәлә, бында бөтәһе лә ап-асыҡ: Харис+Гөлфирә=Мөхәббәт. Шулай, ҡанаты киҫелмәй генә лә килеп ҡуна икән ҡайһы берәүҙәрҙең яҙмыш ағасына бәхет ҡошо.

31[edit]

Яҙғы өҙәрем бер сама ялғанды, тайғалаҡ һуҡмаҡтар һурыға төштө. Был миҙгелдең булмышы шундай: йөрәкһендерә, иләҫ-миләҫ уйҙарға юлыҡтыра. Әтәстән дә элгәре уянам да, һөйләһәң әҙәм ышанмаҫ хыялдарға сумып, киләсәгемде үҙемсә күҙаллап ҡыялам. Бер таңды, шулай үрһәләнеүҙәремә сыҙамай, Таллыға йүнәлдем. Әсәйемде, кескенә Наҙгөлдө юҡһыныуым да сигенә сыҡҡайны. Яҡын ғына ул ауыл, мәктәп урамынан үтеп саҡ ҡына атлаһаң – тирәклек, артабан – Күрәнле. Беҙҙең тирәлә ярлауҙары бейек кенә, ә был төштә ул йәйелеп, таллыҡ араһынан аға.

Битемде тал көсөктәренең йомшаҡ тәпәйҙәре һыйпап-һыйпап ҡала. Сәңгелдәктәге бәпестәй, саҡ уянып, бөрөләрҙең тығыҙ биләүенән тағатылған йәш япраҡтар сафлыҡ аңҡыта. Ҡош тауышы, ер ҡыртышын ҡуҙғатып ҡояшҡа ынтылған үлән үреше... Тәбиғәттә – яңырыу, тыуыу мөғжизәһе бара, йәшәү асылы раҫлана. Ошо халәткә ирәбеләнеп, ирәйеп китеп, асыҡлыҡҡа барып сыҡтым. Ай! Тар ғына күпер бар ине, ҡайҙа булған? Күрәһең, яҙғы ташҡын ағыҙып алып киткән. Яңыһын һыу ҡайтҡас ҡына һаласаҡтар. Үргерәк ағымда кисеү барлығын беләм, һыуы йөҙлөктән саҡ ҡына ашыу, тик мин, иҫәүән, аяғыма туфли эләктереп алғанмын. Иртәгәме – ҡасан итек кейеп килеп сығырмын инде, яҙғы һыу һөйәкте зәңкетер ҙәһә. Кире боролдом. Көсөктәре саҡ моронлап килгәндәрен һайлап, талсыбыҡ һындырып алдым: өйгә лә инһен әле яҙ тыны.

Һәм шул саҡ ҡайҙандыр ҡурай тауышы килеп ишетелде ҡолағыма. Дөрөҫөрәге, шарран асыҡ күңелемә моң ишелде! Уны өркөтмәҫтән, аҙым да атламай, баҫҡан еремдә туҡтап ҡалдым. Берсә, яҙғы ташҡындай ажарланып, шарлауыҡтай шуҡланып, берсә даръялай киңәйеп, олпатланып ағылды көй, берсә бөркөттәй күккә кәйелде, ҡалын урмандай геүләне, ялҡындай ҡайнарланып урғылды... Мин, гүйә, ай нурына сумған йәйге аҡланда Абдрахман ҡурайсының бармаҡтарынан күҙен алмай, ул һыҙҙырған көйгә ҡушылып йырлап торған Зөлхизәмен. «Ялан ғына ерҙән болан килә...» – Үҙ тауышымдан үҙем тертләп, хыялый халәтемдән айнып киттем: өләсәйемдең нәҙек тауышына килештермәк, сыйылдап тороуым... Их, Зөлхизә түгелмен шул! Ә ҡурай тынмаған, алыҫлашмаған да. Самалайым: ҡаршы ярҙа, кисеү тапҡырындараҡ яңғырай моң. Күҙемә аҡ-ҡара күренмәй, шул яҡҡа йүгерҙем. Кисеү – урынында. Тик теге сихри моңдоң эйәһе күренмәй. Ҡурай тауышы алыҫлаша башлағандай тойолдо ла бер килке, туҡталып ҡалды. Күпмелер ваҡыттан һуң ҡабат яңғыраны, яп-яҡында. Бәс, ана бит ул ҡурайсы! Йылға аша ғына – ҡояш сығышына ҡарап баҫҡан да һыҙҙыра ғына ҡурайында. Ашҡынып һыу ситенә килеп баҫтым. Кистем сыҡтым, эргәһенә барҙым баҫтым булыр тегенең! Кире сигендем. «Үҙем»дәрҙең иң ихтыярлыһы ярһыуымды ауыҙлыҡланы: «Сабыр ит, таныш та түгел берәүгә уҡталмай тор!» Буйһондом.

Тал араһына инеп боҫтом да тағы моң иркенә бирелдем. Үҙем аръяҡтағы егетте күҙәттем. Буйсанлығы Әсмәнең Артурына тартҡандай. Кейенеүе – ҡаласа. Сәстәре, иртәнге ҡояш нурынанмы, алтынһыу һары һымаҡ, шыма, оҙон – яурынына төшә яҙған. Ә барыбер килешә үҙенә. Күҙҙәренең төҫө ниндәй икән? Яҡындан берәй күрермен әле... Егет уйнауынан ҡапыл туҡтаны ла, ҡурайын түшенә тығып, оҙон-оҙон атлап Таллы яғына китеп барҙы. Ҡыуып етерҙәй, «Һинме минең көткәнем?» – тип һорарҙай булдым.

Икебеҙ ике яҡҡа атланыҡ. Араларҙың алыҫлаша барғанын тойоп өҙгөләндем. Бәлки, Таллыға ул ҡунаҡҡа ғына килгәндер, башҡаса бер ҡасан да осратмам даһа, китһә?!

– Нурия, күҙең тондомо әллә, күршеңде лә күрмәйһеңсе?

Гөлбикә апай, имеш. Кәнсәләрҙе йыйыштырып ҡайтып килеүелер. Башына ябынған яулығы һаман ап-аҡ. Күңеле лә, беләм, йөҙәрләгән аяҡ ташыған бысраҡты йыуһа ла, ҡараймай уның.

Энәгә һапланған ептәй, уға эйәрҙем, күгәрсенле ҡапҡа аша үттем, өҫтәл артына инеп ултырҙым. Гөлбикә апай менән иртәнге сәйҙе эстем.

– Нишләп һөйләшмәйһең, һиңмайландыңмы әллә?

Күршемдең тауышындағы хәүефте шәйләп, «уянып» киттем. Телемдән иң тәүҙә оста ғына эленеп торған һорау ысҡынды:

– Таллыға бер ят егет килгән, ҡурайсы, ти, – кем икән ул?

– Ят егет? Анау яңы зоотехниктыр, күп булһа. Төнә бер көн кәнсәләрҙә рә-йесте көтөп ултырғайны, шулдыр. Таң һарыһынан килгәнсе. Мин, ярай, эшемде бөтөргәйнем уңарсы.

– Шунан?

– Шунан ни, рәйес килде лә кабинетына эйәртеп индерҙе. Кәнсәләрҙекеләр, улар артынан бригадир-фәләндәр килеп тулғансы тип, ҡайта һалып киттем. Көнөнә бер генә барам эшкә – иртүк. Хәйрулланан асҡыстарҙы күп итеп эшләтеп алдым да, һәр береһе үҙенең бүлмәһен асып-бикләп йөрөй. Тышҡы ишек Сулаҡ Мансур өҫтөндә, ул һуң ҡайта, төнгәсә счет төймәһен шаҡылдатып ултыра. Әтеү ни, бер осор анау Маһибикәһе зитҡа тейҙе – ҡарауыллай ҙа йөрөй. Тотһон ҡойроғомдо, тинем дә...

Гөлбикә апай шарҡылдап көлөп ебәрҙе. Эскерһеҙ кешеләр генә шулай, алдын-артын ҡарамай, ихлас итеп көлә, һынағанмын. Бәс, ни хәсрәтем бар тызырайып йөрөргә – үҙем дә рәхәтләнеп ҡушылып көлдөм дә, ҡапҡаһы төбөндә бөйөрөнә таянып баҫып торған ҡартәсәйемде тәҙрәнән күреп ҡалып, сыға һалдым: «Ут күрше тигәс тә, иң алда бында, Атай йортона, инергә тейешһең!» – тип ҡысҡырып тора ине уның ҡиәфәте.

…Өс көн үтте. Ә ҡолағымда һаман ҡурай моңо яңғырай. Оҙон һары сәсле һомғол егет менән эстән генә һөйләшәм хатта:

– Һин кем?

– Һәүбән. (Мөхәббәт хаҡында уҡыған тәүге китабымдан булғанғамы, Һәүбән мәңге баҡый һөйгән йәр образы булып ҡалыр, ахыры, күңелемдә.)

– Ә мин – Нәркәс...

Был юлы Һәүбәндән мине пионер бүлмәһенә атылып килеп ингән малай айырҙы:

– Апа, директор саҡырта!

Хәйерлегә булһын, ниндәй ашығыс хәл килеп тыуған тағы? Хафаланып барып индем Сәкинә апаның кабинетына. Инһәм, бер егет тәҙрәнән мәктәп баҡсаһына ҡарап тора. Арҡаһынан уҡ сырамыттым: ул, Һәүбән! Ишек асҡан тауышҡалыр, ҡырҡа боролдо ла миңә төбәлде. Һәүбән түгел, ә һуйған да ҡаплаған Трубадур бит был – хайран ҡалырлыҡ оҡшашлыҡ. Һуңғы арала телевизорҙан йыш күрһәтелгән «Бремен музыканттары» тигән мультфильмдың геройы ул Трубадур – гитарала уйнап-йырлап, донъя гиҙә. Юлдаштары – ишәк, эт, бесәй һәм әтәс, улары ла йырлай. Беҙҙә төҫлө телевизор юҡ, шуға ла экран геройҙарының күҙен-ҡашын, кейемен үҙебеҙ теләгән төҫкә «буяп» ҡарарға күнеккәнбеҙ. Ә яңыраҡ почтаға Трубадур менән Принцесса төшөрөлгән төҫлө открыткалар килде: бына шул егет – ҡаршымда. Етендәй аҡһыл сәстәр, йәшкелт-зәңгәр күҙҙәр. Өҫтөндәге ҡыҙғылт-һары свитеры, клеш балаҡлы тар салбары ла уныҡы – Трубадурҙыҡы. Ошомо минең һушымды алған ҡурайсы? Торғаны – стиляга... Өҫтәл артында ниндәйҙер ҡағыҙҙарҙы әйләндереп-тулғандырып мөкиббән китеп уҡып ултырған Сәкинә апа тауыш бирҙе:

– Яңы мәктәп программаһы эшләнә икән. Киләһе уҡыу йылына... – Шунан, уныһы көтөп торор, тигәндәй, һүҙен ҡырҡа башҡа темаға күсерҙе: – Нурия, таныш бул, был ағайың колхозға килгән яңы белгес булыр. Зоотехник. Таллыла тауыҡ фермаһы төҙөләсәк, шунда эшләйәсәк.

– Минең инициатива! – тип ҡыҫтырҙы егет, апа быға иғтибар бирмәне. – Ата-әсәһе сығышы менән Таллынан.

– Эйе. Шуға ла телде, башҡортсаны, онотманым.

Нисек түҙеме етә директорҙың, тота ла бүлдерә уны бынау егет.

– Ә мәктәпкә Сыңғыҙ ҡусты бик матур ниәт менән килгән.

– Сыңғыҙ Әхмәтович, – тип өҫтәне егет. Абау, маҡтансыҡ! Туҡта, әллә анау Зәхмәттең улы микән?

– Апа, ферма эшенә минең ни хәжәтем бар?– тинем дә һалдым, йәнем көйөп.

– Әйтеп бөткәнде көт, бүлдермә! – Миңә тигәндә, шундуҡ асыуланды ла: – Сыңғыҙ Әхмәтович бер төркөм баланы ҡурайҙа өйрәтергә тигән инициатива менән килгән, – тип дауам итте Сәкинә апа, егеттең ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәргә баҫым яһап. – Нурия, 5 – 7-се кластарҙан ун-ун биш малайҙы һайлап алыуҙы һиңә ҡушам.

– Һайлауын үҙем һайлармын, ә бына йыйып килтереп күрһәтеү – пожалуйста.

– Пожалуйста! – Апа егеткә көлөмһөрәп ҡарап ҡуйҙы ла баяғы ҡағыҙҙарын ҡабат аҡтара башланы. Һүҙ бөттө, йәғни.

Мин пионер бүлмәһенә йүнәлдем. Сыңғыҙ Зәхмәтович (шулай тиергә тел ҡысып торасы) артымдан эйәрҙе. Бүлмәгә ингәс, иғтибар менән стеналағы портреттарҙы ҡарап сыҡты был, борғоно ҡулына алып ипләп кенә тын өрөп ҡараны, тауышын сығарманы әлдә, барабанды һуҡҡыланы ла күрһәтмә бирҙе:

– Ике көндән тағы киләм. Өфөгә барып әйләнәм. Үҙемдең остазыма ун ҡурайға заказ биргәйнем, шуларҙы алып ҡайтам. Аҡса әҙерләһендәр! Буштың атаһы үлгән...

– Беҙҙең Бужан тауында үҫә ләһә ҡурай, бәс.

– Әһә! Иҫкә төштө! Абдрахман ҡурайсы тартҡан ҡурай... Ул көпшәләргә лә барып етербеҙ. Бәлки, эш итеп һатырбыҙ ҙа. Эврика! Өфөлә хәҙер милли көйгә, милли инструментҡа интерес ҙур. Экзотика!

Берсә асыуҙы ҡуҙғытты, берсә һоҡландырҙы был егет. Уйында әллә тик аҡса? Мауығыусан, дәртле күренә, ихлас та һымаҡ: ана нисек тоҡанып китте күҙҙәре, Бужан ҡурайын телгә алғас. Абдрахман олатайым хаҡында хәбәрҙар, етмәһә.

– Мөмкинме, берәй көй һыҙҙырып алһам?– Ҡулында сумка тиһәң сумка түгел, йомро бер нәмә бар ине шул, ҡурайы шуның эсендә ята икән. – Затлы инструмент, һаҡлап ҡына йөрөтәм, – тип ыңғайына аңлатып та ҡуйҙы. Уф, әллә ваҡсыл да үҙе өҫтәүенә?

Бына бер мәл ул ҡурайын наҙлап ҡына һыйпап алды, ирендәренә яҡынайтты, гүйә, үпте, бармаҡтарын шыма көпшә буйлап йүгертте. Һәм илаһи моң ағылды. «Буранбай»... Бындай аһәңле, зарлы көйҙәре әҙме ни башҡорттоң! Иленә табаҡ-табаҡ хаттар яҙған ир-азаматтың яҙмышы телде бәғеремде – илап ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Көй үҙгәрҙе, «Сибай»ҙы һалдырҙы ҡурайсы. «Илама ла, Фатимам, ай, илама, йүгереп кенә ҡайтыр ҙа ер түгел...» Әллә минең күҙ йәштәремде күрҙеме? Йәшертен генә ҡараш ташлайым: уның миндә ҡайғыһы юҡ кеүек, кәүҙәһен һиҙелер-һиҙелмәҫ бәүелтеп, көйгә иҙрәп ҡурай тартып тороуы. Илаһым! Бүлмәнең берҙән-бер тәҙрәһенән түгелгән ҡояш нуры тик уны ғына ҡойондора: алтынһыу сәстәренән иркәләй, һығылмалы бармаҡтарын наҙлай, гүйә. Ирекһеҙҙән егеткә табан бер нисә аҙым атлап ҡуйҙым, тыным барып ҡағылырҙай ара ғына ҡалды. Тойҙо. Уйнауынан туҡтаны. Туп-тура ҡараны. Күҙҙәренән дә нур ағыла, уларҙың төҫөн тасуирларлыҡ та түгел – зөбәржәт менән зәңгәр яҡут балҡышы аралашҡан. Һәүбәнме һин?! Трубадурмы?!

– Сыңғыҙ мин. – Әллә ҡысҡырып әйттемме баяғы исемдәрҙе, тип ҡот китте. Юҡсы...

– Сыңғыҙ Әхмәтович – әйткәйнегеҙ.

– Нурия һылыу, отчествомды әйтеү һиңә обязательно түгел.

Әлеге лә баяғы ләҡәпте иҫләп, көлөп ебәрҙем. Тоттом да һөйләнем быға, иҫәүән кеүек хихылдап тороуымды аҡламаҡ булдым әллә?

– Ә минең атайҙың ҡушаматы Зәхмәт, – тип һалмаһынмы егет, Әбизәтелнә бабайҙы хәтергә төшөргән ыңғайҙа. Ихласлығын шәйләгәйнем, яңылышмағанмын.

– Беҙҙең яҡта исем тағыу – үҙе бер традиция, – тигән булдым. – Нәҫел ҡушаматтары быуындан быуынға эйәреп йөрөй.

– Традиция, тиһең инде? Ә, давай, миңә арыуыраҡ берәй ҡушаматты алдан уҡ тағып ҡуяйыҡ! «Зәхмәт» миңә оҡшамай.

– Ниңә?

– Мәғәнәһе тар.

– Һы... «Отдельный коммунизм төҙөйәсәкмен» тигәнең үҙеңдән алда килеп еткәйне. Ҡупырырға әүәҫ икәнһең. «Ҡупыҡ» ҡушаматы беҙҙә бар, һиңә батмаясаҡ. Ҡушамат тигәс тә, һәр кемгә түгел, ә үҙенсәлекле холоҡло, колоритлы кешеләргә генә эләгә ул.

– Колоритлы?

– Әтеү.

– Берәй шул колоритлыһын әйтеп ҡара.

– Комбат, Әдисәй... Ҡылығына, төҫ-башына төртөп тә күрһәтә халыҡ бәғзеләрҙең – Хәйри бур, Шырмый Иҡсан, Ҡарағаш Мәсрүрә, Аҡман Ҡара, мәҫәлән. Сәғүрәләрҙе генә һанап китәм: Салпа Сәғүрә, Ете ҡуллы Сәғүрә, Тыпый Сәғүрә, Һантый Сәғүрә, тағы Көләкәс Сәғүрә инәй бар ине... Иң таралғаны – һөнәренә ҡарап: тимерсе Хәйрулла, шорник Тимерғазы... Иренә баулап, ҡатын-ҡыҙҙы Закир Мөслимәһе, Мәҡсүт Кәшифәһе кеүек исем менән йөрөтөү ҙә бар. – Лекцияң өсөн рәхмәт. Ә коммунизмды төҙөп ҡараясаҡмын! Белдеңме?

– Хрущев төҙөмәгәнде?

– Уға ход бирмәнеләр. Ни генә тимә, колхозсыларға пенсия биргән етәксе әле ул, шуғаса сүкешкә генә бар ине почет.

– Сүкешкә?

– Ураҡ менән сүкеш союзы тип маҡтандыҡмы? Ураҡ урҙы ла бирҙе, урҙы ла бирҙе сүкешкә, ә үҙе аслы-туҡлы йәшәне. Ауыл менән ҡала араһындағы айырма бөтөргә тейеш! Бына беҙ, йәштәр, бөтөрөргә тейеш уны, белдеңме?

– Ауылдың – ҡалаға, ҡаланың ауылға әйләнәсәге юҡ.

– Улай уҡ примитивно толковать итергә ярамай. Ауылда эш хаҡы, көнкүреш шарттары ҡаланыҡынан ҡалышмаҫҡа тейеш. Белдеңме?

Яуап бирергә өлгөрмәнем, пионер бүлмәһенә этешә-төртөшә бер төркөм малайҙар килеп инеп: «Апа, мине яҙ ҡурайға, апа, мине лә!» – тип шаулашырға тотондо. Сыңғыҙ ҡул иҙәп кенә хушлашты ла, ҡәнәғәт йылмайып, үҙ юлынан китеп барҙы.

«Колорит» тигән һүҙ башымда уралып тик йөрөнө йәш зоотехник менән осрашыуҙан һуң. Телемә махсус ҡыҫтырып ебәргәйнем, йәнәһе, беҙ ҙә ауыл наҙаны түгел. Ә бит егеттең үҙенә мас ҡына шул сифат. Кем менән сағыштырып була уны, һис кемгә оҡшамаған, ҡалыпҡа һыймаҫ әҙәм дәһә! Хәйер, бер күреүҙә кешене төшөнөп була тиме, айырыуса Сыңғыҙ һымаҡ колоритлыны.

Йөрәкһенеүем әкренләп баҫылды. Оҙаҡ ҡына күрешмәй торҙоҡ. Ҡайҙа, ниҙәр күстәреүен ишетеп йөрөйөм улай ҙа: яңы кешегә иғтибар баштараҡ ҙур була, һәр яҡлап тикшерәләр, күҙәтәләр, һөйләп бер булалар. Уға Таллылағы һөтсөлөк фермаһын һәм әле төҙөлә лә башламаған птицефабриканы йөкмәткәндәр икән. «Фабрика»һын Сыңғыҙ үҙе фәстергән, «безотходное производство» буласаҡ, тип халыҡты аптыратҡан. Рәйес уның ыңғайына ғына тора, ти. Баш-баштаҡлығына түҙмәй, өҫтәл төйөр ине лә, төйә алмай, сөнки райондан киҫәтеп ҡуйғандар, йәш белгескә ҡамасауламаҫҡа, тип. Баҡһаң, егет институт ҡына түгел, аспирантура бөтөргән, кандидатлыҡ диссертацияһын Өлкә комитетҡа алып барып еткергән, үҙенең проектын эксперимент рәүешендә берәй хужалыҡта бойомға ашырып ҡарарға рөхсәт алған икән. Бына нисек! Әмин абый хаҡ әйткән, ҡыланып ҡараясаҡ, тимәк.

Яңыраҡ колхоз йыйылышы уҙғарылған. Сыңғыҙға, күрһәткән эше әлегә булмаһа ла, һүҙ биргәндәр. Әшрәф тә булған шунда, яңы зоотехник бер сәғәттәй телмәр тотто, ти. Ҡайһы бер өлөштәрен әллә ятлап алған телмәрҙең, түкмәй-сәсмәй тапшырҙы миңә.

– Һөтсөлөк фермаһының эше яйға һалынған, мин төп иғтибарҙы птицефабрикаға бирәсәкмен, – тигән Сыңғыҙ. – Таллы баҫыуында үҫтерелгән бойҙай тура фабрикаға килһен. Тары сәсергә кәрәк, ололар әйтә, беҙҙә элгәре ул ныҡ уңа торғайны, тип. Ашлыҡты һаҡларға, әлбиттә, келәт кәрәк. Йәй мәлендә Ҡырластауҙан таш аҡтарып өлгөрһәк, ташыуын ҡышҡа ҡалдырып та була. Сөгөлдөр баҫыуындағы ҡалдыҡтар ятып серемәйәсәк хәҙер, ҡош-ҡортҡа ашатыласаҡ. Комбикорм етештереүселәр менән килешеү төҙәйәсәкбеҙ: улар көрпә-фәлән бирһә, беҙ тауыҡ ите, йомортҡа ебәрербеҙ. Совет экономикаһына хас күренеш түгел бындай алыш-биреш, әммә беҙгә юғарынан фатиха бирелде. Продукция аҡсаға әйләндереп иҫәпләнәсәк. Ике йылдан – фабрика эшләй башлаясаҡ! Ҡоштоң түшкәһе, йөрәк-бауыры, тәпәйҙәре, – береһе лә тәләфләнмәй, ризыҡҡа китәсәк. Тауыҡ йөнө, йомортҡа хаҡында әйтеп тә тормайым – һәр тарафтан аҡса яуасаҡ. Таллы ҡатындарын сөгөлдөрҙән бушатырға тура килер, үҙҙәрендә эш етерлек буласаҡ. Коммунизмда йәшәйәсәк таллылар!

Ошо урынға еткәс, йотлоғоп тыңлап ултырған халыҡ геү килгән. Кемдер һорау биргән:

– Ҡайһы тирәлә төҙөләсәк ул фабрикаң, ҡусты?

Икенсе берәү ҡысҡырған:

– Күрәнлене бысратып, тауыҡ тиҙәгенә батырмаҡсыһыңмы?!

Өсөнсөһө унан да уҙҙырған:

– Тоҡомоғоҙ менән ҡотҡосо һеҙ, Зәхмәт тоҡомо! Кем күргән ауылда фабрика асылғанды?! Коммунизм, имеш, – аңлат башта: нимә ул?!

Сыңғыҙ тыныс ҡына тыңлап бөткән дә быларға яуап биргән:

– Эйе, хәтерегеҙ яҡшы, рәхмәт – Зәхмәт Әхмәттең улы мин. Романтикмын. Олатайым да романтик булған. Әммә уның сардар ҡомартҡыһы хаҡындағы һүҙе буш түгел, дәлилдәр табыла башланы... Әле һүҙ ул хаҡта бармай. Фабрика Оҙон күл ярында буласаҡ. Уға Әсе шишмә ағып инә, Сөсө шишмә ағып сыға – беләһегеҙ. Ауылдан өс саҡрым алыҫлыҡта ята Оҙон күл, производствоның еҫ-ҡоҫо килеп етмәйәсәк һеҙгә, сүп-сары таҙартып, яндырып тороласаҡ. Тауыҡ тиҙәге, ҡуллана белһәң – шәп ашлама ла. Проектта бөтәһе лә күҙ уңында тотолған. Механизация ҡаралған, ҡул хеҙмәте минимумға еткерелгән. Әйткәндәй, унда электр линияһы һуҙырға кәрәк буласаҡ. Ә коммунизмға килгәндә, ниңә һеҙ ҡасандыр хыялығыҙҙа йөрөткән киләсәктән баш тартаһығыҙ? Коммунизмда аҡса булмай, магазинда бар әйбер буш була, тигәне – әкиәт, әлбиттә. Улай наивно уйларға ярамай. Мул тормош, үҙ көсөң менән тапҡан аҡса – буласаҡ! Әлегесә, пенсиянан да кәм эш хаҡы алып ултырмаясаҡһығыҙ! Белдегеҙме?

Шунан шым ғына таралышҡандар. Әммә оҙон ҡыш буйы әүәләйәсәктәр әле был хәлде таллылар ҙа, толпарлылар ҙа. Әлегә Сыңғыҙ Таллынан – кәнсәләргә, унан – районға, райондан Өфөгә кәләп һала. Төҙөлөшкә ағас-таш табыу, кадрҙар мәсьәләһе, мал аҙығы базаһын алдан хәстәрләү – бөтәһе лә уның өҫтөндә. Шуның араһында Сәкинә апаға биргән вәғәҙәһен дә онотмай, һәр йәкшәмбе малайҙарҙы ҡурай тартырға өйрәтә.

Бер йәкшәмбелә түҙмәнем, пионерҙарымдың нисек шөғөлләнеүҙәре менән ҡыҙыҡһынған булып, яндарына барып сыҡтым. Спортзалда йыйыла улар, тура шунда йүнәлдем. Ишек төбөндә туҡтап ҡолаҡ һалдым.

Сыңғыҙ ҡурай хаҡында һөйләй. Шундай мауыҡтырғыс, төплө итеп һөйләй – әйтерһең, был өлкәлә лә ысын белгес. Маҡтансыҡ тип уйларға ашыҡҡанмын. Битем ҡып-ҡыҙыл булғандыр, оялышымдан сикәмә ҡан йүгерҙе: уйлау ғынамы, үҙенә әйттем дәһә, ҡупыҡ, тип. Шул минутта күңелемдә нимәлер күстәрелде: ҡабындымы бер-бер, әллә һүндеме?

– Белдегеҙме?– Был Сыңғыҙҙың тел осонда ғына торған һүҙе икән: аңлата-аңлата ла шулай тип һорап ҡуя.

– Шыбырлап ҡына: «Белдем», – тинем дә кире боролдом, инеп торманым.

Ә нимә белдем һуң? Ул, бер ҡараһаң, рациональ фекерле кеше – башында иҫәп-хисап машинаһы шалтлап эшләп тора. Икенсе ҡараһаң, хисле үҙе – ҡурай уйнап һушымды алманымы ни?! Уҡымышлы. Дыуамал да, буғай, «отдельный коммунизм» тип дәртләнә. Тора-бара, белә-килә тағы әллә күпме сәйер яҡтары асылыр әле был егеттең. Шулай һиҙәм...

Спортзал яғынан ғыжылдаҡ тауыштар ишетелде: малайҙар әле көй сығармай, көпшәгә тын өрөп кенә маташа. Ошолар ҙа ҡурай тартырға өйрәнһә – мөғжизә инде.

Тағы шуны белдем: өс көн мин Сыңғыҙға ғашиҡ булып йөрөнөм. Танмайым. Толпарсыҡҡанға йүгереп барып, үҙем генә белгән түмәләстә уның моңон күңелемдә тергеҙеп, матур бармаҡтары сәстәремде һыйпай, имеш, тип, тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып, иләҫләнеп ултырған ҡыҙ ҙа – мин. Эйе, белдем! Әхирәттәрем татып ҡараған, ни өсөндөр бер мине генә урап үткән (әллә һуңлаған?) мөхәббәтте көтөү, көтөп ашҡыныу арҡаһында тоҡанып алғанмын. Хәтеремдәге «Зөлхизә вә Абдрахман» ҡиссаһы ла фантазиямды дөрләткәндер. Яҙғы таң илаһилығы, ҡурай тартҡан ят егет, бөҙрә талдар араһынан сылтыраған ағын һыу – һөйөүгә тилмергән йәш йөрәкте елкендерергә тағы ни кәрәк?!

Юҡ, Һәүбән түгел ул. Трубадур ҙа түгел. Ә – Сыңғыҙ! Исеменә күрә есеме. Өс көнлөк кенә булды ғишҡым, әммә көлгә әйләнеп юҡҡа сыҡманы ул, йөрәгемдә тере көйө ҡалды һымаҡ. Тик һөйөү хисе булып түгел. Ойоп йөрөгән еремдән дер һелкетеп уятты ул, гүйә, мине. Бер мине генәме, тотош ауылды һиҫкәндерҙе Сыңғыҙ.

32[edit]

...Күк көмбәҙенә саф көмөштән ҡойолған шөңгөр элеп ҡуйылған да унан туҡтауһыҙ моң һибелә – һабантурғай йырлай! Елдең етеҙ ҡанаты сәскәләрҙең хушын-һушын һауаға елпеп күтәрә лә ҡайтанан ергә һирпә – яҙ һулышы йәнгә һарыла. Һәр тарафта йәшәү тамашаһы бара: ҡош һайрауы, үлән үреше, тупраҡ ҡарынында шытҡан орлоҡ мөғжизәһе! Донъяның гүзәллеккә, мөхәббәт тантанаһына мөкиббән инанған мәле.

Шул илаһилыҡ ҡосағында мин ғүмеремдә тәү тапҡыр һабантуйға бәйге атын әҙерләйем. Йәғни “ат яратам“ – беҙҙә шулай тиҙәр. Ябай ғына түгел яратҡан атым, ә әкиәти дөлдөл, гүйә. Күк юрға менән Шүлгән тоҡомоноң ҡаны ҡушылған йүгеректе әҙерләйем сабышҡа. Ҡулымдан килер һымаҡ был үтә лә яуаплы бурыс?!

Аҡбуҙат тип исем ҡуштым йүгерегемә. Толпарсыҡҡандан ҡола аттар өйөрөн эйәртеп сығарған ҡанатлы толпар хөрмәтенә. Ҡаҙаҡтың һайҙаҡ юртағын да минең төйәгемә яҙмыш юллатҡандыр, моғайын. Күк юрға “ене“, имеш, Мөхәрләмгә, унан ҡала нәҫеленә ҡағылған. Ене түгел, елелер – ел уйнатып елгән юрға атҡа ирмен тигән ир битараф ҡалырмы? Француз әҙибе Бальзак та яҙған: “Иң һоҡланғыс күренеш – ярһып сапҡан ат һәм өҙҙөрөп бейегән ҡатын“, – тип. Ә беҙҙең толпарҙарҙы күрһә?! Хәйер... Бәлки, күргәндер? 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт атлыларына “Төньяҡ амурҙары“ тигән тарихи матур исемде уның ватандаштары биргән – Париж урамдарында елгән беҙҙең саҡма тояҡ аттарыбыҙҙың тоҡомо ҡалмай булмаҫ унда... Ә инде уҡ-һаҙаҡлы һыбайлыны мөхәббәт илсеһе амур тип ҡабул иткән француженканың эйәрҙәге башҡорт ҡосағында: “Жэтем, егетем!“ – тип шыбырлауын быуаттар шаңдауынан ишетәм кеүек.

Мин яратаһы атты Мөхәрләм бүләре Ильяс ағай менән Бүреһуҡҡан олатай һайлап ҡуйғайнылар. Барыбер, ярыш атын айырыуса ентекле тикшерергә кәрәклеген иҫтә тотоп, үҙем дә һынамай ҡалманым: сәләмәтме, тештәре бөтөнмө, ашамһаҡмы, етәккә етеҙме?

Ильяс ағай нәҫеленән күсә килгән оҫталығын күрһәтте – ысын-ысындан ат һынсылы икән. Йүгеректең яңаҡтарын һыйпап, кәрен самаланы, “әтәс күкрәкле“ тип маҡтаны. Танау ҡыуышлығын да асып ҡараны, тишектәре дүртәү, тыны ҡыҫылмаясаҡ, тине.

Минең телемдә генә – Аҡбуҙат. Бүреһуҡҡан олатай ҡолон сағында уҡ Аҡбуҙ тип нарыҡлаған уны. Төҫө аҡ буҙ шул... Бәйгелә ҡатнашасаҡ аттар исемлегенә лә Аҡбуҙ тип яҙҙырҙыҡ. Тирә-яҡ ауылдарҙан да киләсәк сабышсылар, барлығы ун биш йүгерек ярышасаҡ, ти. Ильяс ағай ул аттарҙың барыһын да тиерлек таный икән. “Николаевка урыҫтарының Бурылы шәп, башҡорттан күрмәк, ат рәтен белә улар, – ти. – Ереклеләрҙең Ерәнсәйе ал бирмәй торғайны ла, ҡартайҙы, ун йәш кенә бар уға. Таллылар быйыл беренсегә Тураттарын сығара ярышҡа, уның холҡон бик белмәйем. Сыңғыҙ һөйләүенсә, сәмсел, ҡыҙыу булмаҡсы – ундай ат ҡыҫҡа юлға сабырға шәп, һабантуй бәйгеһенә – әллә...“

Аҡбуҙҙы башта яҡшылап йүкә йыуғыс менән ышҡып йыуындырҙым, ялын тарап, күҙ теймәҫкә ҡыҙыл атлас таҫма үрҙем. Ильяс ағай уның тояҡтарын тәрбиәләне: иҫке дағаларын алып, игәп, тояҡ йөрәгенең өҫтөн таҙартты. Эйе, ишетмәгәнемде ишеттем – тояҡ йөрәге. Әйткәндәй, Аҡбуҙҙың йәшен белдем – дүнән, йәғни дүрт йәшлек. Бәйгелә өс йәшлек бер ҡонан, беҙҙеке менән бергә биш дүнән, ҡалған туғыҙы – оло аттар, ти. Оло тигәс тә, ун ике йәштән уҙғанды бәйгегә алмайҙар инде.

Таңғы сәғәттә, алтыларҙа, аҙбарҙа торған Аҡбуҙға шәкәрле һыу индереп эсерәм. Шунан, иркенгә сығарып, ҡаты ҡыллы щетка менән тотош кәүҙәһен һыпырып таҙартам. Алдына йәшел бесән һалам, таш тоҙ ҡуям. Уңарсы һоло ашатам. Һигеҙ тулыуға минең үҙемдең кәремә һынау башлана. Аҡбуҙҙы эйәрләп, атлатып ҡына биш саҡрым, шунан һәлмәк кенә юрттырып ике, артабан өс-дүрт саҡрым тағы атлатып һәм шул сама араны ҡыҙыу саптырып уҙаһым бар. Аҡбуҙға юртыу оҡшай, сабар атты сабан итеп булмай икән. Аттарҙың үҙ холҡо... Күрәнле яры буйлап, үҙебеҙҙең Италия яғына юл тотабыҙ ғәҙәттә, барыу-ҡайтыу егерме саҡрымға тула яҙа. Ҡайтып етергә дүрт саҡрым тирәһе ҡалғас, атлатып ҡына барам Аҡбуҙҙы – һыуынһын, ҡомары баҫылып, тынысланһын өсөн. Ике сәғәттән ашыуыраҡ ваҡыт китә был сәфәргә. Ун берҙәргәсә атым бәйле тора, шунан бесәнгә ҡушам. Берәй сәғәтләп үткәс, туйғансы шәкәрле һыу эсерәм, һоло бирәм. Алдынан бесәнде өҙмәй, төш ауғансы үҙ иркенә юшарға ҡуям.

Көн эҫеһе һүрелә төшкәс, тағы сәфәргә алып сығам йүгеректе – атлатып, юрттырып... Кәмендә ун ике – ун биш саҡрым. Ихатаға ингәс, ярты сәғәт самаһы бәйләп тотам да, тире ҡатып, һыуынғас, алдынан ҡалғансы ашарлыҡ итеп бесән һалам. Сәғәт ярымлап юшай шулай. Унан инде ярты биҙрә шыттырылған һоло менән һыйлайым да төнгөлөккә яланға ҡыуам – тышау һалмай ғына. Аҡыллы ул Аҡбуҙ, әллә ни алыҫ китмәй, ҡайҙалығын белдереп, ара-тирә кешнәп ала. Иректә йөрөп мауҡымы баҫылғас, таңғы ысыҡты кисеп, башын сайҡап, бышҡыра-бышҡыра ҡураһына ҡайтып инә. Йыртҡыс-фәлән уға ҡурҡыныс түгел, уның таш тояҡтарынан бүреләр үҙҙәре өркә, елкәләренән тешләп, һеңгәҙәтә һелкеп ташлауы ла ихтимал.

...Тыҡ-тыҡ, тыҡ-тыҡ... – Аҡбуҙым баҫҡан ерендә сыҙамай бейейме? Баҡһам, аудиторияға студенттар тула башлаған. Ҡыҙҙар алданыраҡ килә ғәҙәттә, шуларҙың күтәрмәле туфлиҙары тыҡылдай икән иҙән паркетына. Тәүге пар лекция булманы ла, күпселеге таралып, минең ише бер-икәү бында ултырып ҡалғайны – шул арала, хыялланып, ат яратып йөрөнөм. Хыялға һылтауым дөрөҫ түгелсе – был шөғөл миңә таныш, хатта ки бер көн, иртәнән кискәсә, Аҡбуҙҙы ҡараным да! Әле килеп шуны иҫләп, берәмтекләп күҙ алдынан үткәреп, лекция өсөн асҡан дәфтәремә ат яратыуҙың рәт-сиратын теҙеп яҙып ултырғанмынсы – имтиханға әҙерләнәһе урынға. Ә Аҡбуҙ умарталыҡта аҫрала. Унда, колхоз атына ҡушмай, Күк юрғанан, Толпарсыҡҡандан сыҡҡан ҡола аттарҙан таралған шүлгән тоҡомо һайҙаҡтары – биш баш йылҡы ирәүәнләп үҫә. Ауылда шәхси хужалыҡта ат тотоу юҡ хәҙер. Хрущев заманында кешеләрҙең йылҡы малына әүәҫлеген тамырынан ҡороттолар әллә, тип һуҡрана ҡарттар. Колхозда ла йөк аттары ғына, мал ҡараусылар ҡулында – бер нисә күндәм бейә лә үжәт алашалар. Тоҡомло аттарҙы Малик бай, унан ҡала Мөхәрләм ағай, артабан уның улдары ҡурсалаған, хәҙер бына – бүләре Ильяс баға. Балбабайҙарға алып барып һыйындырған Аҡбуҙҙы ла, Бүреһуҡҡан олатай ҡулына ышандырған. Тирә-яҡ урманға күҙ-ҡолаҡ булырға, дадандар күсерергә, ауылға йомошҡа йөрөргә – атһыҙ булмай, тип, төрлөсә һаплап, түрә-ҡараға бик күрһәтмәй һаҡлап киләләр тоҡомло йылҡыны...

Аҡбуҙ сит кешене үҙенә яҡын юлатмай икән. Ильяс ағайҙың етенселә уҡыған малайы Юлай әҙерләй уны сабышҡа ғәмәлдә, ә уны Бүреһуҡҡан олатай өйрәтә таһылға. Мин теге көндө шул таһылға ҡолаҡ һалып, күҙем ҡыҙып ҡына йөрөнөм... Энәнән-ептән оттом барыбер. Эйе, сәғәт таңғы алтынан кискегә тиклем өс һыбайлы: Аҡбуҙ эйәрендә – Юлай, эргәһендә икенсе бер атта – Бүреһуҡҡан олатай һәм мин – йыуаш ҡына Ҡола бейә һыртында, йөрөнөк. Тотош юлды бергәләп үттек, көн буйы Аҡбуҙҙы өсәүләп яраттыҡ! Шунда Кәйҙерем Кәбир дуҫыма рәхмәт уҡыным: ул өйрәтте ләһә мине һыбай йөрөргә – кирбес һарайында эшләгәндә, йылғала ат һуғарғанда...

Тотош курс килеп тулды аудиторияға – бер нисә факультеттан. “Фәнни коммунизм“ға гелән шулай йыйылалар. Яратмайым шул фәнде: әллә уҡытыусы ҡыҙыҡтырғыс итеп һөйләй белмәй. Ултыра торғас, йоҡомһорап китәһең хатта. Ярай ҙа, профессор йыш ҡына өҫтәленә ручкаһын туҡылдатып алғылай. Уның лекцияларын ҡалдырмайбыҙ, сөнки мотлаҡ исемлек буйлап тикшереп сыға, йөрөмәгәндәргә зачет ҡуймаясаҡмын, тип ҡурҡыта. Тәртиплеләргә “автомат“ ҡуйырға ла вәғәҙә итеп ҡуя.

Эргәмдә ултырған ҡатын миңә терһәге менән бер-ике төртөп алды, ҡараһам, үҙе өндәшмәй.

– Танымайһыңмы ни? – тине ахырҙа. Күҙенә текләнем дә үткер ҡарашынан сырамыттым:

– Бәс, Земфира! – Эргәмдә ҡара бөҙрә сәсле, шаян осҡондар уйнап торған ҡара күҙле сиған ҡыҙы ултыра ине, гүйә. – Пушкиндың Земфираһымы тип торам...

– Алеконыҡы. Иремдең исеме Алик. Танышыуыбыҙ ҙа шул исемдәр арҡаһында булды. Әхирәтем менән Силәбе баҙарында йөрөй инек. Уныһы берәй арыуыраҡ әйбер күреп ҡалһа: “Земфира, күр әле!” – ти ҙә һөрән һала, әҙәм аптыратып. Шунда бер егет алдыма килеп баҫты ла: “Бына ҡайҙа табылды минең Земфирам! – тип күрешергә ҡулын һуҙҙы: – Ә мин – Алеко!”

– Шунан? – Төпсөнә башлағайным да, Земфира һүҙен бик оҙайтманы.

– Ике йәшлек улыбыҙ бар – шул...

– Көнләшәме? – Топ-тойоҡтан шул һорауҙы бирҙемсе.

– Эсе көтөрҙәп ҡуйғылай... Ошо уҡыуым арҡаһында инде – берәйһен тапманыңмы унда, ти ҙә тора ҡайтыуыма.

– Ниңә бөҙрәләттең сәсеңде, ирең оҡшатмаһа?

– Матурмы?

– Әллә. Икенселәнгәнһең...

– Йәйге сессия аҙағына бөтәһе лә үҙгәрә, матурлана, ҡупшылана – ҡара тирә-яғыңа! Ауылдан аяҡтарын саҡ һөйрәп килеп ингәйнеләр, әле, ана, ҡанатланып осоп йөрөйҙәр. Их, ҡала тормошо! Ә беҙ, ауыл уҡытыусылары, – кәмендә өс смена атҡарабыҙ: мәктәп, йәмәғәт эштәре, өйөңә ҡайтһаң – һыйырың баҡыра, баҡсаңда бәрәңгеңде сүп баҫҡан, балаң илай, ҡәйнәң мыжый... Төн уртаһында дәфтәр тикшерәһең, иртәгәһе дәрескә план төҙөйһөң. Арығаныңды белмәй, ирең дә талсығып наҙ өмөт итеп ята, йоҡламай түҙә – йәш бит әле, дәрте ҡайнап тора. Әй, кемгә зарланам, үҙең дә ауылдан даһа.

– Миңә еңелерәк, донъям ул тиклем ҡалын түгел. Ирем дә юҡ әлегә.

– Нишләп?! Еләк кеүек сағың...

Профессор ручкаһы менән өҫтәлде туҡылдатты, гөжөлдәүен сығып һөйләшеп ултырған аудитория шымып ҡалды. Лекция дауам итте. Ә мин, дәреслектән уҡырмын әле, барыбер һүҙмә-һүҙ шунан ҡабатлап һөйләй был абый, тип, уға ҡолаҡ та һалмай, йәнә үҙ уйыма баттым.

...Иртәгә һабантуй тигән көндө, төш мәлендә, ауыл буйлап бер урамды, бер йортто ҡалдырмай, ҡолғасылар йөрөп сыҡты: “Һөлгө, һөлгө!” – тип йәүкәләп. Яурындарына таҫтамал һалып, биленә билғау быуып алған олпат ағайҙар артынан бала-саға эйәргән. Кешеләр ҡапҡа тышына сығып, ҡолғасыларға сәләм бирә. Айран һоналар, элгәре ҡымыҙ һонғандар, ти... Ҡолғаға кеме таҫтамал, кеме яулыҡ, таҫма, ҡулъяулыҡ-фәлән бәйләп ебәрә. Ҡояш төшлөктән ауышҡас, Ильяс ағай менән Балбабайҙарға барып ураныҡ, Аҡбуҙ менән бәйгесе Юлайға тағы бер ҡат уңыш теләргә. Һуңғы араларҙа умарталыҡтағы биш баш йылҡы араһында өс тапҡыр сабыш уҙғарып ҡарағандар икән ундағылар. Аҡбуҙ сәмләнә торһон, тәртипкә күнһен өсөн. Юртағынан былай, Юлай үрһәләнеп йөрөй – намыҫсан малай. Ильяс ағай улының өҫтөнә махсус рәүештә төбөнә йомшаҡ буҫтауҙан ҡатлап ямау һалынған салбар, ҡыҫҡа еңле күлдәк, аяғына ойоҡбаш кейҙереп, ҡулына ҡамсы тотторҙо ла бал тәпәндәрен үлсәй торған үлсәүгә баҫтырҙы: малай 38 килограмм тарта икән – шунан артығы кәрәкмәй ҙә. Ололар ҙа, ысын ат һынсылына әйләнеп бөткән Ильяс ағай ҙа ҡәнәғәт ҡалды – дөлдөлөбөҙ ҙә, бәйгесебеҙ ҙә ал бирмәҫ кеүек.

Толпарлы яғынан тағы бер сабыш аты ҡатнашасаҡ һабантуйҙа – Исламетдин ағай яратҡан Алсабыр. Колхоз өйөрөндә аҫрала ул, ҡышҡыһын яланда эҫкертләнгән бесәнде ташый, ферма ихатаһында ваҡ-төйәк эшкә егелә. Йәйгеһен – күпселек Исламетдин ағай ҡулында. Балсыҡ баҫа, Ҡыҙылъяр ятыуында һуғарылғас, төнгөлөктә биләндә юшап йөрөй. Тоғро ат, эйәһенең бер һыҙғырыуы етә, тып итеп эргәһенә килеп тә баҫа. Юртаҡлығын әйтә алмайым, ә бына ҡара тырышлығына шикләнмәйем. Әллә ул беренсе килер микән?

Һабантуй! Тәүге ярыш – ат сабышы. Аҡбуҙҙы умарталыҡтан иртүк килтереп, Ильяс ағай ихатаһына ҡуйғандар, ярһып кешнәүе тотош ауылға ишетелде. Һиҙә дөлдөл, һиҙә, бәйге ҡомары тоҡанған уның йөрәгендә. Юртаҡтар 20 саҡрымға сабыша китте, майҙанға көрәшселәр сыҡты.

Кемдер бейергә төштө, кемдер йыр һуҙҙы... Малайҙар һырғауылға үрмәләне. Ҡыҙҙар көйәнтә күтәреп йүгереште: кем һыуын тамсы ла сайпылтмай, шул – еңә. Камилабыҙ еңде – уны ла, көйгә баҫҡандай, осаларын һәлмәк бәүелтеп юрғалап атларға Гөлбикә апай өйрәткәйне. Бер мәлде гармун туҡтаны, бейеү тыпырлағы тынды ла, һәммә башҡа тамашанан айырылып, халыҡ сәхнә яғына ынтылды: Менәүәрә шиғыр һөйләйәсәк икән. Һүҙ бәҫе юғары улай ҙа беҙҙең халыҡта. Ни генә тимә, “Урал батыр“, “Аҡбуҙат“ кеүек бөйөк эпостар ижад иткән милләт бит беҙ!

... Йөрәгемдә – тиңдәше юҡ төйәк,

Һин, Толпарлым, – рухым ҡиблаһы!

...........................................................

Ғәзиз ауылым, ғүмер үрҙәренән

Үҙ-үҙемә бағыр күҙем һин.

Йән төңөлмәҫ тыуған илкәйемә

Бағышлап йыр яҙыр һүҙем һин! – тине шағирәбеҙ, һәм был юлдар һәр берәүҙең күңелендә теләктәшлек тапты.

– Так она поэтесса, настоящая? – тине янымда баҫып торған Сыңғыҙ, әллә миңә, әллә үҙенә һорау ҡуйып.

– А ты сомневался?!

– Юҡсы.

– Ә нишләп урыҫса һөйләшеп киттең?

– От волнения... Тулҡынланһам, шулай итәм.

Менәүәрә сәхнәнән төштө лә аттар ҡайтыр яҡҡа йүгерҙе. Бар ғәм шул тарафҡа тартылды. Ана, саң күтәреп сабалар! Алыҫ әле – толпарҙарҙың башы ла күренмәй. Саң ярты саҡрымға һуҙылған, тимәк, бөтәһе бер сафта килмәйҙәр.

– Бурыл! – Дәррәү оран һалды Николаевканыҡылар.

– Ерәнсәй! – тине кемдер, Ерекле кешеһелер – уларҙың аты лаһа...

Һонолоп-һонолоп, саң пәрҙәһен үтә тишерҙәй булып ҡарайым да күрмәйем үҙебеҙҙең Аҡбуҙҙы – уф! Ниһайәт, бер ат томоролоп алға атылды, япа-яңғыҙ саба. “Аҡбуҙатым!” – тип шыбырланым, ышаныр-ышанмаҫ... Уңарсы тағы ике ат алға тартылды: типә-тиң киләләр. Ерәнсәй менән Алсабыр ҙаһа. Арҡаһындағы малай Ерәнсәйҙе ҡамсылай, әллә бөйөрҙәренә лә тибеп ала – ярамай ҙаһа! Ана, һөҙөмтәһе шундуҡ күренде: ниндәй шәп ат, атаҡлы бәйге аты, сығынсылап, малайҙы ҡолатты ла икенсе бер яҡҡа сабып сыҡты ла китте. Әлдә Алсабыр уның ыңғайына сапманы, ныҡышып алға ынтылыуын белде. “Аттың тояғынан бигерәк – холҡо!” – тигәне дөрөҫ икән Бүреһуҡҡан олатайҙың, әйтәгүр.

Аҡбуҙ беренсе килде. Уның эйәренең аҫтына биҙәкле, суҡлы сергетыш ябылды. Ильяс ағай атының муйынынан ҡосаҡланы, ҡарсыға яңаҡтарынан үпте, маңлай сәсен туҙғытты, ялдарын һыйпаны. Башҡортта юҡҡа ғына ир-ат тигән һүҙ ҡушып әйтеп йөрөтөлмәйҙер – бигерәк ат йәнле беҙҙекеләр.

Эйе, шулай матур үтте һабантуй. Атыбыҙ ал бирмәне лә, батырыбыҙ һынатты: көрәштә элек Айыусыла йәшәгән, хәҙер район үҙәгендә төпләнгән Байрас исемле ағай еңде. Эс бошманы, ул да – үҙебеҙҙекесе.

Әле ниҙәр күстәрелә икән Толпарлымда? Нардуған бөтөп килә. Был осорҙа ялан-ҡырҙы тапау, үлән-сәскә өҙөү, тәләфләү тыйыла – боронғо йола. Әллә ырым? Әммә тап шул мәлдә им-томға, дарыуға тип үлән йыя ҡартәсәйем, шулай кәрәк, ти. Бәлки, ошо сәғәт-минутта ла Аҡбейек итәгендә бөксәнләп йөрөп яталар ғәзизем...

– Нурия, һин уҡыусыларыңды берәй беҙҙең яҡҡа алып кил, – тип өндәште тағы Земфира. – Тарихи электр станцияһын күрһәтермен – иҫең китер. Батша заманында, 1905 йылда, төҙөлгән, Һатҡы йылғаһында. Һаман ултыра тирә-яҡ ауылдарға яҡты биреп. Элек тимер рудаһын эшкәрткән завод булған унда, шуның өсөн төҙөгәндәр станцияны.

– Йылғала булғас, шарлауыҡ көсөнән эшләйме?

– Гидроэлектростанция инде. Йылғаның иң ҡеүәтле ағымын быуып плотина төҙөлгән. Тауҙан сығарған таштарҙан ҡорғандар ул плотинаны. Кирбесе лә, бетоны ла сыҙамаҫ ине ошо көнгәсә...

– Яһалма шарлауыҡ?

– Анауы, донъяла иң ҙур шарлауыҡты әйтәм, шунан кәм түгелдер.

– Ниагарамы?

– Эйе, иҫемә төштө.

– Булмаҫ!

– Ә һин килеп күр!

– Силәбе өлкәһенәме? Әйткәндәй, һин нишләп Өфөлә уҡыйһың, алыҫ түгелме ни?

– Ә беҙҙең ауылға Силәбе ни, Өфө ни – икеһенә лә бер сама ара: 240-250 километр. Бында бер туған ағайым йәшәй, шуға тартылдым.

– Бәс, үҙең, фатирҙа торам, тиһең?

– Еңгәм ҡыр тибә... Ағайым әлдә аумаҡай түгел, миңә ары-бире аҡса менән ярҙам итә, әсәйемде лә ташламай, ҡайтҡылап йөрөй.

– Улай икән...

Дәрестән һуң, бер ҡайҙа ҡайырылмай, Шәрифә апайымдарға Черниковкаға юл тотом. Йыраҡ. Әлдә университеттан тура йөрөй торған автобус бар – 29-сы, ҡалала берәү әллә ул – ике автобус уртанан гармун күреге кеүек берсә һуҙылып, берсә ҡыҫылып барған резина менән ҡуша тоташҡан. Бер ҡараһаң, дәү ҡарышлауыҡ кеүек. Дөйөм ятаҡта ла урын бирәләр, әммә апайым мине ныҡышып һаман үҙендә йәшәтә. Бер кисте Заһира килгәйне, төн буйы серләштек. Таңға табан әкиәти бер төш күрҙем. Имеш, Толпарсыҡҡанға ҡайтып барам. Аҡбейек түбәһенә болот ҡунған, күкте терәп торған тау армыттарына монар тартҡан. Юлыма мышы килеп сыҡты, биләндә ҡоралайҙар йүгерә, ел бауырлап ҡоштар оса... Балтырыма кәрешкәләр һарыла, сәстәремә ләйсән яуа. Ә мин ниҙәндер шөрләйем. Айыу осраһа, ана, тороҡ ҡарағай, үрмәләп менеп сатағына ултырырмын, тип самалап киләм. Ә үҙем: «Ҡуңыр буғам, һәү-һәү-һәү, быҙауҡайҙар, зәп-зәп-зәү!» – тип һамаҡлайым. Һыртлас үңерҙән әй барам, әй барам... Кемдер һөрәнләй һымаҡ?

– Уян әле, Нурия, әллә һаташаһың?

– Бәс, төш күреп ятыуым. «Ҡуңыр буға, һәү-һәү-һәү» тип китеп бара инем, уяттың. Һы...

– Ҡыҙый, һин йоҡлап киткәс, мин «Ҡуңыр буға» тигән легенданы, иҫтә нығыраҡ ҡалыр тип, ҡысҡырып уҡып ултырғайным, шул кергән төшөңә. Таңдыса исемле йәш ҡатын сүрәтендә, быҙауҙарын эйәртеп илеңә ҡасҡан һыйырыңды, инсе малыңды, эҙләп йөрөгәнһең. Әйтәм, һуҙып-һуҙып мөңгөрҙәй инең...

– Йоҡо осто. Тороп ултырһаң, ныҡ иртә – сәғәт алты ла юҡтыр. Тиккә түшәмгә таһырайып ҡарап ятҡансы, анау Брагин яуызығыҙ хаҡында һөйлә әле. Ҡолағыма эләгеп ҡалғайны, һине яусылай барғанда.

– Тыңла, белгәнемсә һөйләйем. Бер ыңғайҙа хәтеремде лә яңыртайым: урындағы фольклор өлгөләрен яҙып килтерегеҙ, тип ҡушҡайны профессорыбыҙ ҙа.

...Бынан ике быуат әүәл беҙҙең яҡҡа бер төркөм ҡораллы һалдат эйәртеп Брагин тигән кенәз килгән, Ирәндек итәгенән таш сығарта башлаған. Аяуһыҙ яуыз булған ул. Башҡорттарҙың тимер эшенә оҫталығын белгән, балталар эшләтергә тотонған. Яңы балтаны ташҡа саптырып ҡарай ҙа, ҡоралдың йөҙө йәнселә ҡалһа, тимерсенең башын киҫтерә икән. Ул замандарҙа һәр ауылдың үҙ батыры булған, беҙҙеке – Әмин батыр, ти. Бер көндө Брагин уға ҡушҡан балта ҡойорға. Маҡсаты – егеттең башына етеү инде. Әмин батыр балтаһы менән һандыҡтай ҙур таштарҙы ярып күрһәткәс, ғәм халыҡтың күҙ алдында язалай алмаған, мәкерен эсенә баҫырған. Тора-бара Брагиндың ҡанһыҙлығы сиктән ашҡан. Ауыр эштән бигерәге – аҙғын кенәздең тамам шашынған енси нәфсеһе халыҡтың асыуын ҡайнатҡан. «Право первой ночи» тигән йола уйлап сығарған хәсис. Кәләш әйттергән егет һөйөклөһөн үҙ ҡулы менән Брагинға килтереп тотторорға, өс көндән һуң ғына алып ҡайтырға мәжбүр була. Юҡһа, тотош нәҫелеңде аҫып-киҫеп һәләк итәсәк.

Көндәрҙән бер көндө... Тетрәндергес был хикәйәт ошо урындан минең фантазияма ялғанды. Көндәрҙән бер көндө Әмин һөйгән ҡыҙына яусы ебәрә. Уға үс тотоп, һағалап ҡына йөрөгән Брагинға шымсылары был хаҡта шундуҡ хәбәр итә. Кейәү йортона төшөрөрҙән алда кәләште Талҡаҫ уртаһындағы утрауға килтер, тип алдан киҫәтеп ҡуялар. Утрауҙа Брагин махсус ҡыуыш ҡорған, шунда кәйеф-сафа ҡорорға, Әмин батырҙың һөйгәнен мыҫҡылларға ниәтләнә икән. Ҡайһы батыр намыҫланмаҫ был хәлгә?!

...Брагин Талҡаҫта яңғыҙы ғына кәмәлә йөҙә. Ҡыр өйрәктәренә һунар итмәксе. Мылтығын күккә тоҫҡап-тоҫҡап ала, һунарсы ҡомарын ҡуҙғыта үҙендә, йәнәһе. Шул тиклем мауыҡҡан, ҡуйы ҡамыштар араһында боҫоп уны күҙәткән егетте күҙенә лә элмәй. Һаҡ булыу, ҡурҡыу тойғоһон бөтөнләй онотҡан яуыз, үҙенең ҡанһыҙ ҡылыҡтарына башҡорттарҙың мәңге түҙәсәгенә шиге лә юҡ.

Күктә бөркөт кәйелә. Әйтерһең, ул да батыр егет менән бер теләктән – кәмәләге бәндәне күҙ яҙҙырмай зирәк күҙәтә, уның хәшәрәт тәненә үткер тырнаҡтарын батырырға уңай минутты һағалай. Тирә-яҡта шундай тынлыҡ... Аҡсарлаҡтар, ҡомһоҙланып балыҡ ауламай, ризыҡ өсөн сар-сор килешмәй, яр ситенә теҙелешкәндәр ҙә, тамаша көткәндәй, шымайып ҡалғандар. Ә яҙҙың яҙы Талҡаҫҡа осоп килә торған аҡҡоштарҙы Брагин күптән ҡырып бөткән...

Ниһайәт, тығыҙ үҫкән ҡамыштар араһынан сума-йөҙә ҡыр өйрәктәре килеп сыҡты. Аҡсабандар – ата өйрәк ҡара буйлы аҡ елән кейгән, гүйә, ә инәһе – ҡыҙыл ҡалпаҡта. Матурлыҡҡайҙары! Кәмәләге бәндәне шәйләп ҡалдылар ҙа дәррәү һауаға күтәрелделәр. Ҡанаттар ҡапылдаған тауышты баҫып, мылтыҡ шартланы ла... теге бәндә үҙе бер яҡҡа, ҡоралы икенсе яҡҡа тәкмәсеп һыуға барып төштө. Кәмәһенә йәбешергә серәшеп ҡарағайны ла, уныһы ҡап уртаға ярылды. Ярабби! Батырҙың тимер башлы осҡор уғы дошмандың күкрәген үтәләй тишеп, кәмәһен дә ҡыйратҡан.

Ә мин шул арала ҡаһарман егеттең кәләше сүрәтендә ярҙан ҡарап торам, имеш. Яуыз Брагинға бер түгел, өс уҡ яуғанын күрәм. Бер уҡсының сәстәре тулҡын-тулҡын ҡара бөҙрә, икенсеһенеке етендәй аҡһыл-һары, өсөнсөһөнөң күҙҙәрендә күк зәңгәрлеге – таныйым батырҙарымды!

– Кәбир, Сыңғыҙ, Фатих! – Һөрән һалдым.

– Ҡыҙый! Бәс...

– Бигерәк ысын итеп һөйләйһең дәһә... – тигән булдым аптырабыраҡ ҡалған Заһираға. Бер түгел, өс егеттән уҡ аттырҙым яуыз Брагинға! Ҡомһоҙ урыҫ, ләғ-нәт! Ҡаныҡҡан минең халҡыма, минең еремә – яҫҡынаһы булмаһын!

– Ҡыҙый, милләт тойғоһо бик көслө бит ул, иветә?– Заһираның йөрәгендә лә тарихи хәтер ҡуҙғалды, ут ҡабынды, күрәһең. – Беҙҙән дә ҡунаҡсыл, киң күңелле халыҡ бар микән Ер йөҙөндә? Йомартлығыбыҙ арҡаһында һемәйгәнебеҙ ҙә етерлек... Йөҙҙән ашыу милләт кешеләре тағы ҡайҙа этелмәй-төртөлмәй йәшәй – Башҡортостанда ғыналыр?

– Йәшәһендәрсе, тик татыулыҡта, рәхмәтле тойғо менән көн итһендәр, итәк аҫтында ут уйнатмаһындар, ҡуйынында таш йөрөтмәһендәр!

– Уф, ҡыҙый, таң менән нимә тип шул әҙәм аҡтығы Брагинды иҫләнек, кәйеф боҙоп. – Заһира шулай тип һөйләнде лә өҫтәп ҡуйҙы: – Бөгөн үк яҙып бирәм профессорыма был тарихты, эҫе мәлендә.

– Кәрәк булһа, миндә «Һабантуйға ат яратыу» тигән яҙма бар, бөгөн генә генә дәфтәргә теркәп ҡуйҙым.

– Йола фольклорымы? Ҡыҙый, бир шуны, йәме.

– Йәме. Әйҙә, торайыҡ. Ана, ҡала ла уянған – трамвайҙар тыҡылдай…

– Нож в спину булды был, Нурия! – Өфөләге китап магазинында йөрөп ята инем, кемдер берәүҙең шулай ярһып өндәшеүенә терт итеп ҡалдым. Исемем менән өндәшкәс, боролоп ҡараным: Сыңғыҙ ҙаһа.

– Ҡотто алдығыҙ, Сыңғыҙ Әхмәтович, – тинем, тауышымдың дерелдәүен саҡ баҫып.

– Церемониться итмә, һинең өсөн мин – просто Сыңғыҙ, тип бер килешкәйнек тә инде?

– Сыңғыҙ, кем кемдең арҡаһына бысаҡ ҡаҙаған, абау?!

– Американдар! Уҙҙылар бит, Айға остолар!

– Ишеттем. Күрҙем. «Время»ны көн дә ҡарарға тырышам, Өфөлә телевизор яҡшы күрһәтә.

– Представляю, нисек маҡтанырҙар хәҙер!

– Беренсе космонавт – беҙҙеке зато, Сыңғыҙ, тәүләп асыҡ космосҡа сығыусы ла – беҙ. Ә Терешкова?!

– Обидно, Нурия! «Бында Ер планетаһы кешеләре тәүләп Айға аяҡ баҫты. Беҙ бөтә кешелек исеменән изге ниәт менән килдек», – тип яҙып ҡалдырғандар. Совет халҡының кредоһы бит был, американдарҙыҡы түгел! Ерҙә господство көҫәүҙәре етмәгән, Айға... – Ҡапыл туҡтаны ла һорап ҡуйҙы: – Белдеңме?

– География буйынса әсбап, өҫтәмә материал эҙләп йөрөүем, – тип һүҙҙе бороп ебәрҙем. – Геофакта уҡыйым. Заочно. Етенселәрҙе миңә бирергә уйлашалар.

– Тогда, мә һиңә Байкал күле күренештәре – ун ике открытка. Маршал Жуковтың мемуарҙары килеп етмәне микән, тип ингәйнем.

– Үҙем һатып алырмын ул открыткаларҙы, бәс.

– Аҙаҡҡыһы эләкте. Бер төркөм студенттар тотош һыпырып алып китте. Байкал ярында целлюлоза комбинаты төҙөгән әҙәмдәрҙе һүгеп, «экология» тип шаулашып йөрөйҙәр...

– «Правда» ла Үҙәк Комитеттың ҡарары баҫылып сыҡты бит – Байкалды һаҡлау тураһында. Жуковтың китабын, моғайын, Еңеүҙең 25 йыллығына ҡарата сығараларҙыр.

– Белдеңме?– Мин ғәжәпләнеп ҡарап ҡуйғас, аңлатты: – Үҙемә әйтәм быны: белдеңме, абзый, йәштәр ниндәй грамотный, тип. Ауылға ҡасан юлланаһың?

– Бер аҙнанан. Драмтеатрға барып, берәй яңы пьеса ҡарарға ине.

– Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһын күргәнһеңдер?

– Эйе. Трагедия… Тетрәндергес әҫәр!

– Әле «Айгөл иле» бара, билет алайыммы? Унда, кассала, минең блат бар, әтеү билет эләктерәм тимә.

– Икәүҙе ал, Сыңғыҙ, Заһираны ла өгөтләрмен.

– Ә, давай, бөгөн – киноға, «Анжелика и король» фильмы бара.

– Рәхмәт, Сыңғыҙ. Имтихандар башланып ҡына тора, «ҡойроҡ» һөйрәп ҡайтмаҫҡа ине. Китабын уҡығайным, шул еткән.

– Белдеңме... – Шулай тине лә башын артҡа ташлап көлөп ебәрҙе егет – үҙенә ошо һүҙҙең «йәбешкәнен» һиҙә икән. Шыма итеп таралған һары сәстәренән, әйтерһең, тағы нур һибелде. Сибәр, суҡынмағыры. Тап шул мәлдә Сыңғыҙҙың сәстәрен тәртипкә килтереп тороуы ине – уның йор, йылғыр бармаҡтарына ҡарағанмын да онотолғанмын... Ылыҡтыра барыбер... Ләкин ғишыҡ сихырынан ҡотолғанмын. Шәп егет, күрмәлекле, әммә өлөшөмә төшөр көмөш түгел. Минән артыҡмы йә кәмме – икеләнеп яфаланманым. Ә шулай ҙа, кем бәхетенә яҙыр икән был аҫыл йәр, тигән уйҙан йөрәгем тулап ҡуйҙы.

Ҡыҙыҡһыныусан, төпсөнөүсән Нурия асылымда баш күтәрҙе ошо осор: уҡы, бел, офоҡтарыңды киңәйт, ти. Өфөнән бер сумаҙан китап-журнал йөкмәп ҡайттым. Саҡ ҡына буш ваҡытым булһа, иҫке өйгә йүгерәм (ул һаман һүтелмәй тора әле), шунда иркенләп уҡыйым. Ғәжәп мәғлүмәткә юлыҡһам, үҙемдең аҡыл үлсәүҙәремә һалып ҡарап, уйға сумам. Ҡайсаҡ оҙаҡ ҡына килешә алмай йөрөйөм атаҡлы фекер эйәләренең һүҙҙәре менән. Ҡытайҙар фәлсәфәһе аптырауға һала мине. Конфуций атлы мәшһүр фәйләсуфтары «Ҡатын-ҡыҙ – тауыҡ һымаҡ иҫәр, иң зирәк тигәненең башында ла аҡыл ике тауыҡтыҡынан артыҡ түгел» тигәнсе?! Шаҡ ҡаттым. Беҙҙә лә бар шундайыраҡ ғәҙәт: йәне көйгәндә ир-ат ҡатынына «тауыҡ баш» тип ҡысҡырырға әҙер генә тора. Бәс... Ул ир әсәнән, йәғни тауыҡ башлынан тыуған даһа? Юҡ, был тәңгәлдә хаҡлы түгелмен – бер генә ир затының дә үҙ әсәһен улай кәмһеткәнен ишеткәнем булманы. «Әсәйемә һүҙ әйтмә, әсәй – берәү генә, ә ҡатындар, өйләнәм тиһәң, быуа быуырлыҡ», – тигәндәре йыш салына ҡолаҡҡа.

Ир менән ҡатын ҡытайҙарҙа Инь һәм Янь тип йөрөтөлә икән. Инь – ир заты, яҙ, сәскә атыу символы. Янь – ҡатын заты, ҡыш, һалҡын сабырлыҡ символы. Аңламайым...

Уҡый торғас, Конфуцийҙың тағы бер фекеренә барып юлыҡтым. «Ҡатын-ҡыҙ Йыһандың үҙе кеүек сикһеҙ, тәрән һәм серле», – тигән. Бер үк аҡыл эйәһенән ике төрлө, ҡапма-ҡаршы мәғәнәләге һүҙҙәр ҡалған? Баҡһаң, тәүгеһен ул – йәш сағында, ә икенсеһен олоғайғасыраҡ, тормош һынауҙарын үтеп, һабаҡтарын үҙләштергәс яҙған икән. Кит, бынау ҡытайҙар, ошо ысын дөрөҫөн генә донъяға сығарып, тегеһен онотторһалар булмаймы? Хәйер, шулай итһәләр, бына минең һымаҡтар уйланып та ултырмаҫ ине. Йыһанға тиңләгән, ә, ҡатындарҙы. Оло Йыһанға!

Әсмәне күптән күргәнем юҡ. Кеше ҡайғыһы төштән кире, тиҙәрме әле? Әкренләп уның яҙмышына күңелем күнде әллә. Үҙгәртә алмайым даһа... Бер көндө йөрәгем дарҫлап китеп уяндым да ҡабаланып Айыусыға йыйына башланым – әхирәтемдең тауышы ҡолағыма салынғандай, һиҫкәнеп килеп торҙом. Иптәшкә кемде өгөтләргә икән? Мәүлиҙә август башында уҡ Донецкиға һыпыртты, ғилми конференцияға саҡырҙылар, тип һылтаулап. «Наукова думка» лаһа, артабан аспирантураға инергә хыяллана. Әшрәфте былай ҙа йыш эшенән айырам. Менәүәрә ошо арала Таллынан ҡайтып инмәй, әсәһенә, туғандарына йылыша... Заһира – йөклө, Сабиры Әнкәләр осонда йорт бурай. Әллә Фатихҡа өндәшергә? Мединститутына уҡырға киткәнсе ваҡыты буш таһа.

Аҙбар ҡыйығына терәлгән баҫҡысҡа менеп ҡараным: Фатих урамында утын яра. Ауылда кем ҡул ҡаушырып ултырһын инде был сәғәттә. Барыбер өгөтләп ҡарарға булдым, утынды ни Айыусынан урап ҡайтҡас та эш итеп ҡуйыр әле. Имеш, ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ араһында дуҫлыҡ булмай, мөмкин түгел. Ә бына минең алты дуҫым да егет ҡорона ингән, ололар әйтмешләй, бауыр күтәргән, әммә береһе лә дошманға әйләнмәгәнсе. Хәйер, икенсерәк кинәйә һалынғандыр: йәнәһе, ике енес араһында бары тик ғишыҡ ғәләмәте генә булыуы ихтимал. Яртылаш дөрөҫ тә – Әшрәфте Әсмәгә дуҫлыҡ хисе генә ылыҡтырмай, беләм дәһә. Әүмер баҡый ҡартәсәйемде ҡурсалаған Бүреһуҡҡан олатай ҙа йөрәгендә мөхәббәт һаҡлай. Бына, эргәмдә килгән Фатих та миңә әүәлге дуҫ малай күҙе менән ҡарамай, сикәм менән тоям – ҡарашынан һөйөү бөркөлә. Уға тура ҡарарға ҡыймайым, уның өсөн һис хәжәте булмаған хәбәр менән албырғатып маташам егетте.

– Быйыл мәктәпкә яңы программа индерелә. Башланғыс синыфтар өс йылға ҡалдырыла. – Фатих баш ҡағып ҡуя, әммә өндәшмәй. Һүҙгә бик әүәҫ түгеллеген иҫләйем һабаҡташымдың, барыбер асыуым киләсе. Сиселһен ине теле, әйтһен ине миңә зәңгәр күҙҙәрендә яҙылған наҙлы һүҙҙәрҙе! Мин әҙер мөхәббәт һулышын һуларға, һөйөү ҡанаттарында тирбәлергә, ғишыҡ утында янырға – әйт, осор күктәргә, тоҡандыр йөрәгемде!

Фатих өндәшмәй. Шул дәрәжәлә сәмемә тейҙе, уны ныҡ итеп үпкәләткем, илар сиккә еткергем килде. Юл ситендә генә үҫкән ҡыҙыл сәскәне эйелеп өҙҙөм дә, ҡапыл боролоп, хисләнеп (быныһын уйнарға кәрәкмәне лә) күкрәгенә һарылдым. Егет ҡаушап ҡалған арала әйтә һалдым:

– Кәкүк һабыны, таныйһыңмы, Сыңғыҙ!

Фатихты ток һуҡтымы ни – артҡа тайшанды, яңаҡтарымдан ауырттырғансы ҡыҫып тотоп, күҙенә ҡарарға мәжбүр итте. Ярабби! Ҡарашында гөлтләп ут ҡабынғайны, гүйә. Нәфрәт уты микән?! Һәр хәлдә һөйөп ҡарамай ине был минутта уның күҙҙәре. Ҡурҡтым. Әсмәләр йәшәгән йәслә бинаһына яҡынайғайныҡ, юлға арҡыры төшкән кескәй шишмәне, баҫмаһы булһа ла, дыуамалланып аша һикереп сыҡтым да йүгерҙем әхирәтем янына. Күҙ ҡырыйым менән генә күрҙем: Фатих ашыҡмай ғына баҫманан килә. Тағы асыуым килде. Бешмәгән!

Әсмә ҡабаланып ҡаршыға сыҡты. Ҡайҙалыр йыйынған, буғай.

– Ҡыҙый, һине Хоҙай үҙе ебәргәндер, – тип ҡосаҡлап алды ла, өйөнә түгел, урман яғына етәкләне: – Әйҙә! Фатих, һин дә эйәр, әлдә килгәнһең! – Айыусы һыртын күпмелер артылғас, саҡ аңлатты: – Суфия апай юғалды. Ҡурай еләгенә тип киткәйне, ысыҡ кипкәнен дә көтмәй, ашҡынып. Өс-дүрт сәғәт үтте, һаман юҡ. Аҙашҡандыр...

– Көнө буйы йөрөмәгән дәһә, ҡайтыр әле, – тинем, Әсмәнең артыҡ шөбһәләнеүен баҫырға теләп. Фатих та мине йөпләп баш ҡаҡты. Уф, шуны, телен әллә тегеп ҡуйған!

– Ҡула биҙрә генә тотоп киткәйне, бер сәғәттә тултыра уны ни, еләк-емешкә тилбер бит ул. Иҫән булһа...

– Өсөбөҙ бер юлдан тағылышып йөрөмәйек, бүленәйек. – Вожатыйлығым шулай миңә идара итә башланы. – Тауыш бирешеп йөрөрлөк ара ҡалһын, алыҫҡа һибелешмәйек. Шулай килештек тә йәһәт кенә таралыштыҡ. Әсмә – һырт үренә, мин – Һигеҙбөгөл яғына, Фатих делянкаһы ҡырҡылып, ағас төпһәләрен ҡурай еләге ҡыуаҡтары баҫҡан элекке ҡарағайлыҡҡа йүнәлде.

– Унда тайыш табан йөрөй еләк ашап, һаҡ бул! – тип иҫкәртте уны Әсмә.

Ара-тирә һөрәнләшеп алабыҙ. Был тирәлә тауыш алыҫҡа китеп ишетелә, машина юлы юҡ, тормош гөжләп торған ауыл алыҫ, шуғалыр.

Бара торғас, әллә һаҙлыҡҡа яҡынлаштым, һауа еүешерәк булып китте. Аяҡ аҫты тайғаҡланды, ҡайҙа ҡарама, мүк йәйелеп үҫкән, имеш. Бәс, урыны-урыны менән ул һыҙырып алынған. Йөрәгемде шом баҫты, Бүреһуҡҡан олатайҙың бер хикәйәте иҫкә төштө: айыу шулайтып мүкте өңөнә ташый, ҡышҡылыҡҡа үҙенә түшәк әҙерләй, ти. Улай ҙа кире боролманым. Тауыш бирергә лә йөрьәт итмәнем, тайыш табан да һаңрау түгел дәһә.

Йәнем-тәнем тотош аңдыу инстинктына буйһондо. Ҡолағым сосайҙы, күҙем үткерләнде, аңым зирәкләнде. Әйтерһең, цивилизация арҡаһында һиҙгерлеген юйған әҙәм балаһы түгелмен, ә һунарға сыҡҡан януармын. Уҡығайным, экстремаль ситуацияла кеше тәбиғәтенә һалынған бөтә һәләтен эшкә ҡуша, тип. Бына лаһа... Шул саҡ күҙемә күпереп ятҡан мүк өйөмө салынды. Ипләп кенә бер остан ҡутарырға тотондом. Абау! Ялтырап ике галош күренде... еп ойоҡ кейгән балтырҙар... ҡыҙыл барсалы күлдәк... Суфия апай! Күҙе йомоҡ. Бите ағарынған. Йөрәген тыңланым: һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә тибә һымаҡ.

– Фатих! – Ниңә «Әсмә!» тип яр һалманым, тип аптырап ҡуйҙым. «Сөнки һин – ҡатын-ҡыҙ заты, иң хәл иткес мәлдә ир-атҡа таяныу зарурлығы ҡаныңа һеңгән»,– тигән яуап килде төпкө аңымдан. Ә зиһенемдең өҫкө ҡатламындараҡ ятҡан, яңыраҡ уҡылған мәғлүмәт амазонкалар, матриархат хаҡында иҫкәртте... Уңарсы Әсмә килеп етте, һырттан төшөп, яҡындараҡ йөрөп ятҡан икән.

– Үлгәнме? – Был ҡурҡыныс һорауҙы уның ҡобараһы осҡан ҡиәфәтенән аң-ғарҙым.

– Юҡсы, тын ала.

– Фатих! Таптыҡ! – тип ҡысҡырҙыҡ икебеҙ бер юлы.

– Киләм-киләм-киләм! – Әллә Ҡырластауға барып еткән, уның ҡаялары ғына тауышты шулай шаңлата.

– Көтәйек, – тине лә Әсмә ҡуйынынан бәләкәс кенә шешә килтереп сығарҙы. Һыулы икән, уртлап, иҫһеҙ ятҡан Суфия апайҙың битенә бөрктө. Эйелеп, сикәләренә ипләп кенә сәпәкләне. Апай күҙен асты, ирендәрен ҡыймылдатты. Ниҙер әйтте. Уның тыны-тауышы күбәләк ҡанаты елпеткән елдән көслөрәк түгелдер, әммә айырым-асыҡ ишеттек: «Фәрештә...»

Әсмә ҡәйнәһенең гелән кеҫәһендә йөрөткән дарыуын табып ҡаптырҙы. Күтәреп атларға уҡталды ла туҡтап ҡалды. Бил ҡайышына тағылған ҡындан һунар бысағын һурып алды ла ашығып эргәләге йәш еректәрҙе, шыйыҡ талдарҙы киҫергә тотондо.

– Носилка әтмәләрбеҙ, – тине аптырап ҡарап торған миңә. Ахмалға төшкән Фатих күренде. Әсмә уға саҡ ҡына тын алырға бирҙе лә эшкә ҡушты. Носилкаға ваҡ сыбыҡ-сабыҡ йәйгәс, әхирәтем, миңә күҙ ҡыҫып, шаяртып алған булды:

– Тәртәгә индең егет, егелдең беҙҙең арбаға. Әйҙә, күтәрҙек!

Мин алдан төштөм: таш-фәлән ятһа, алып ырғытып, күҙгә бәрелерлек ағас ботаҡтарын ситкәрәк бороп, юл әрсейем.

Имен-аман барып еттек Айыусыға. Суфия апайҙы һикегә күсереп һалып, бал болғатып ҡайнар сәй эсергәс, телгә килде:

– Аҙаштым. Ял итеп алайым тип ултырғайным ғына, ҡыуаҡлыҡтан шатыр-шотор баҫып айыу килеп сыҡты. Ҡалғанын иҫләмәйем...

– Һөйләмәй тор, ҡәйнәм, көсәнмә. Хәлеңде бөтөрмә, – тип Әсмә үҙе ялғап ебәрҙе: – Эсе күпкәнсе ҡурай еләге менән һыйланған да һыу эсергә килә ятҡандыр тайыш табан – шул тирәлә һаҙ шишмәһе ағып ята. Тамағы туҡ булғас, теймәгән, мүк менән ҡаплап йәшереп киткән... уф! Ҡаса башлаһаң, ҡыуа төшөп, дөмбәҫләр ине, әлдә тик кенә ултырғанһың, ҡәйнәм...

Күпмелер ваҡыт үтеүгә Суфия апай иҙәнгә төшөп, арлы-бирле йөрөштөрә башланы. Әсмә бармағын уның беләҙегенә баҫып пульсын һананы, тағы дарыу йотторҙо. Шунан, коляскала ойоп ултырған Артур яғына ымлап, Фатихҡа өндәште: «Һауаға алып сыҡ әле йәнекәйемде, көн ниндәй матур». Әхирәтемде тағы өгөтләнем (инде нисәнсе ҡат!):

– Ҡыҙый, күсенегеҙ, исмаһам, Саҡмайылғаға! Кеше араһына...

– Ҡәйнәм риза түгел. Ошонда үләм, ти ҙә ҡуя. Яңыраҡ Әүхәт ағай килеп киткәйне, ул да иҫкәртте, күпкә бармаҫ, ти. Ҡуҙғатмауың хәйерлерәк, икеһен дә, ти...

– Икеһен дә? Уф, ҡыҙый! Бүленә торған нәмә булһа, көсөмдөң яртыһын бирер инем һиңә.

– Ә һин бирәһең дә, Нурия. Әшрәф менән һин булмаһаң...

– Мәктәпкә төшкәнсе йәнә килеп урармын әле, әйт, нимәләр кәрәк?

– Бер арала Рәйхана инәйҙе килтерә алмаҫһың микән, ҡәйнәм әйтә, ясинһыҙ үтеүҙән ҡурҡам, ти. Хан-солтан бабайҙың ҡазыйлыҡ ғилеме бар ине лә, уларҙы теге хәлдән һуң балалары килеп алды. Ясин сүрәһен алдан уҡып ҡуйһаң да була, тигәне хәтерҙә.

– Шунан топ-тойоҡтан һорап ҡуйҙы әхирәтем:

– Нурия, һин бәйәндәреңде яҙаһыңмы, әллә һаман төйөнләп уйыңда ғына йөрөтәһеңме?

– Яҙғылап ҡуям.

– Минең менән Артур хаҡында ла хикәйәләрһең?

– Мотлаҡ. Һинең кеүек баҙыҡ образды әҙиптәр, бәлки, ғүмере буйы эҙләп тә таба алмай.

– Ә күрһәтәйемме һиңә үҙемдең образымды?

– Күрһәт...

– Әйҙә, анау клуб артында ғына ул!

– Бәс, ҡыҙый?!

Клуб ни йәнәшәлә генә, барып та еттек. Ары – урман ауыҙы.

– Ана минең ишем! – Әсмә төртөп күрһәткән яҡҡа ҡараным да ҡаттым: сатамай ҡарағай – төптән төҙ, һомғол булып үҫкән-үҫкән дә, һауалағас ҡына, икегә айырылып киткән, осо ике йәпле һәнәккә оҡшап ҡалған. Ике «йәбе» лә тиң генә булып күккә ынтылып үҫә бирә?!

– Ярабби! – тиеүҙән башҡа һүҙ тапманым.

– Әшрәфтең мөхәббәте йәнемде шулай асаландырҙы, әхирәткәйем. Белһәң икән, нисек аңлайым мин ошо ҡарағайҙы! Бысҡы тотоп килдем хатта, үрмәләп менәйем дә бер сатаһын бысып ташлайым тип... Ҡулым күтәрелмәне.

– Әшрәфте лә һөйәһеңме?

– Онота алмайым уның наҙҙарын. Татыным бит... Аҡҡошо булған минутымда...

– Ул бит енси теләк кенә, – тинем дә өҫтәй һалдым: – уҡығаным бар.

– Һөймәгәнде теләп буламы ни, иҫәүән бынау Нурия!

– Әллә... Ә Артур?

– Ул – йәнемдең яртыһы. Йәнекәйем... Ярай, ҡыҙый, минең һыңарымды – образымды онотма, йәме.

– Оноторлоҡмы...

Фатихты юрамал тура юлдан – Ҡырластау һуҡмағынан алып ҡайттым. Унан йөрөгәне юҡ икән, дуҫымды шундай һынауға дусар иткәнем өсөн аҙаҡ үҙемде әрләп бер булдым. Иң текә урында ситкәрәк баҫҡан, ахырыһы, табаны аҫтынан таш уйылып китте лә саҡ аҫҡа тәкмәсмәне. Әлеге селек ҡотҡарып ҡалды егетте. Һалдат хеҙмәтен үтмәһә, сослоғо етмәй ҙә ҡалыр ине, бәлки.

– Реакцияң шәп! – тип Бүреһуҡҡан олатайса маҡтап ҡуйҙым. Унан да былай үҙем шөрләгәйнем: эсемде көтөрләтеп йөҙәткән мин-минлегемә барып ҡыланамсы – хәйерлегә булһын. Имен-аман ғына сыҡһаҡ ошо хәтәр һуҡмаҡтың осона... Уйлап та бөтмәнем, Фатих беләгемдән тотоп туҡтатты ла киҫкен бер тауыш менән һорау бирҙе:

– Кем ул Сыңғыҙ?– Теге юлы өндәшмәгәйне, онотмаған икән.

– Сыңғыҙмы? Яңы зоотехник. Ишетмәнеңме ни?

– Һинең өсөн кем ул?

– Мин уға ғашиҡ булып йөрөнөм. Өс көн буйы! – Әйттем дә һалдым. Ә үҙем Фатихтың күҙҙәренә кереп барам, керпек тә ҡаҡмай күҙәтәм: нисек ҡабул итер был хәбәрҙе?

– Ә Кәбир?!

– Ул – тәүге мөхәббәт... моғайын. Репетиция... (Сабирҙың шул ғәләмәт һүҙе тел осомда ғына торған – ысҡынды.)

– Был – нисәнсе?!

– Сыңғыҙмы? Һы...

Фатих беләгемде ҡапыл ысҡындырҙы, сайҡалып киттем, һуҡмаҡта саҡта булһа, ҡолар ҙа инем. Бүтәнсә бер һүҙ ҡатмай китте-барҙы егет. Боролоп та ҡараманы. Аҡбейек итәгендә һирәк-һаяҡ ҡына үҫкән ҡайындар араһынан ауыл яғына юрғалаған юлда яңғыҙым һерәйеп торҙом да ҡалдым.

«Шул кәрәк һиндәйгә, йәпле», – тине ошондай сетерекле осраҡты һағалап ҡына торған «үҙем»дәрҙең тура һүҙлеһе. «Терһәген тешләрҙәй булыр!» – тип янаны Фатихҡа сәмлеһе. «Йәшһең, йәшелһең...» – тигәнен таныманымсы? Бәс, битенә һары яғылған ҡайын япрағы лаһа шулай шыбырлай, сәсемә ҡағыла, яңағымдан һыйпай – көҙ тауышы, көҙ һағышы, тәбиғәттең донъяға һынсыл аҡыл менән бағышы. Бәс! Нимәгә бәлшәйеп торам? Йәш сағым, йәшел сағым – йәшнәр сағым! Йүгерҙем Толпарлыма. Һәлмәк кенә атлап барған Фатихты уҙып киттем. Туҡтатманы.

33[edit]

Мәктәпкә яңы программа килде, дүртенселәр хәҙер өлкән синыф рәтендә йөрөй. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы байрам иттек. Ике отличнигыбыҙ Ульяновскиға, юлбашсының тыуған ерендә төҙөлгән яңы мемориал-комплексҡа, экскурсияға барҙы – райондың иң алдынғы 18 уҡыусыһы араһында. СССР Американың танауына сиртте: Айға беҙ луноход ебәрҙек. Башҡортса исеме иҫ киткес матур, хатта ки шиғри – айгиҙәр.

Тағы бер нәмәгә күҙем асылды: беҙ күпселек Мәскәүҙән килгән яңылыҡтарҙы сурытабыҙ, Кремль биргән күрһәтмә буйынса йәшәйбеҙ. КПСС Үҙәк Комитеты – өлкәгә, өлкә – районға, унан – урынға. Эйе, беҙҙе «урындағы халыҡ» тип йөрөтәләр. «Аҫаба» тигән мәртәбәле һүҙ булған әүәл, шуны алмаштырғандармы? Үҙ урынығыҙҙы белегеҙ, тигән киҫәтеү һымаҡ яңғырай. Был уйға әлеге Сыңғыҙ ҡотҡо һалды. Мыштым ғына көн итеп, үҙ йүнен үҙе күреп ятҡан ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тығыусы ул, бер ҡараһаң.

Йәшәүе лә, эше лә Таллыла булһа ла, Толпарлынан эҙ һыуытмай йәш белгес. Идараға көн дә йомошо төшәлер, ыңғайында мәктәпкә лә килеп юлыға. Яңыраҡ рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы бер уҡыусыһынан Александр Солженицындың «В круге первом» тигән китабын тартып алған, парта аҫтына тығып уҡып ултырған еренән барып тотҡан. Уның уҡытыусылар бүлмәһендә: «Тыйылған яҙыусы, диссидент! – тип яр һалғанын үҙем ишеттем. – Ҡайҙа-ҡайҙа, башҡорт мәктәбенә килеп ингән ундай әҙәбиәт, совет ысынбарлығын хурларға, балаларҙың аңын томаларға!»

Баҡһаң, ул китап Сыңғыҙ ҡулынан ысҡынған да мәктәптә йөрөп ята икән. Был ғауға уға шундуҡ барып ишетелгән. Сәкинә апа саҡырғанды көтөп тормай, мәктәпкә килеп тә етте. Оҙон тәнәфестә уҡытыусылар менән бик ҡыҙыу һөйләшеү булды.

– Мине, әлбиттә, әгәр юғарыға ошаҡ ебәрһәгеҙ, вазифамдан бушатыуҙары ла ихтимал. Әммә мәктәп өсөн һеҙ яуаплы – язаһыҙ ҡалмаясаҡһығыҙ. – Сыңғыҙ баштуҡ шулай тип үҙен кәртәләп ҡуйҙы. Уҡытыусылар һағайып ҡалды: һәр власть, һәр заманда ла, репрессия ҡулланырға йәһәт кенә тора... – Йәш быуындың сәйәси аңы асылғандан ни зыян? Солженицын дөрөҫөн яҙған, бәғзе әҙиптәр кеүек аллегория йәки башҡа төрлө хәйлә ҡулланып күҙ бәйләмәгән. Үҙебеҙҙең ауылда ла, иҫләһәң, барҙыр лагерь тотҡононда булыусылар, әйләнеп ҡайта алһалар... Ысынбарлыҡты балаларҙан йәшерергә ярамай, улар төҙөйәсәк киләсәкте! Алама әҫәргә Нобель премияһын бирәләрме ни, уйлап ҡарағыҙ.

Әмин абый ҙа һүҙ ҡатты:

– Бәлки, ундай әҫәргә премия биреү сәйәси провокациялыр?

– Уҡынығыҙмы?– Абый яуап бирмәне, яулыҡтан саҡ ҡына бәләкәйерәк ҡулъяулығы менән күҙлеген һөртөү менән мәшғүл булды.

Ҡыҫҡаһы, шулай хәл ителде: китапты эйәһенә – Сыңғыҙға ҡайтарырға, бер-бер әтнәкә килеп тыуһа, үҙе яуап бирер. Ут менән шаярыуға тиң Солженицынды уҡыу, шул хаҡта хәбәр ҡуҙғатыу – быны ата-әсәләрҙең ҡолағына тишергә. Ауылдан ситкә сығырға тейеш түгел әлеге һөйләшеү! Тәнәфес бөтөп, уҡытыусылар дәрестәренә таралғас, Сыңғыҙ пионер бүлмәһенә инеп сыҡты. «Уҡығың килә, моғайын, мә, тик оҙаҡ тотма!» – тип теге китапты миңә биреп китте. Мәктәптән ҡайтышлай Әмин абыйҙарға һуғылдым. Тура уның кабинетына үттем. Элекке йомро ҡорһаҡлы иҫке радиоалғыс урынында яңыһы тора, шуны тыңлап устарын ыуғылап ултыра абый. Мине күргәс, көткәндәй, шундуҡ һүҙ башланы:

– Уҡыным! Сыңғыҙ ике туған апаһында йәшәй, шуның улы Солженицинды сәлдергән дә тәүҙә Ишбирҙегә биргән уҡырға – мин ҡоро ҡалам тиме?!

– Сыңғыҙ махсус таратмаған, тимәк?

– Зәхмәтле булһа ла, төптө дүрәк түгел дәһә, башы бар. Дыуамаллығы арҡаһында әрәм булмаһа ярай ҙа...

– Миңә лә килеп эләкте ул әҫәр.

– Бәләкәс өйөңә ҡасып уҡы. Аҙаҡ фекер алышырбыҙ. – Шуның менән һүҙ бөттө.

Ҡайтҡас, тамаҡ ялғап алыу менән, дәрескә әҙерләнәм тип һылтаулап, иҫке өйгә инеп бикләндем. Унда йылы – кесе яҡта өс һарыҡ бәрәсе, быҙау тора, шулар өсөн мейес яғыла.

Йомолдом китапҡа. Тәндәрем эҫеле-һыуыҡлы булып китә. Ҡот осҡос шарттар, ҡурҡыныс сирҙәр, үлем, аслыҡ. Ауыр эш. Йәнде иң тетрәндергәне – түбәнһетелеү ғазабы, тотҡонлоҡ зары. Әммә ниндәйҙер яңылыҡ асылманы миңә. Сталиндың шәхес культын фашлағанда халыҡҡа мәғлүм булды ундайыраҡ хәлдәр... Ә бит ҙур премияға, халыҡ-ара бүләккә лайыҡ был әҫәр? Әмин абыйҙың «провокация» тиеүендә лә дөрөҫлөк юҡ түгелдер? Капиталистар, һеҙҙең илегеҙ хаҡында берҙән-бер ысынбарлыҡ – шундай, тип әйтмәкселәрҙер? Нәфис әҙәбиәтте күп уҡығас, самалай алам: донъя әҙәбиәтендә, урыҫта, башҡортта ла, әлеге китаптан тел маһирлығы, образлылыҡ, фәлсәфә йәһәтенән күпкә өҫтөнөрәк әҫәрҙәр бар. Шул төндө күҙемә йоҡо инмәне. Илем өсөн йәнем һыҙланды. Солженицындың яҙғандары ҡаршыма килеп баҫып пәйҙә булды, гүйә… Эйе, битараф ҡалдырмай был әҫәр – көсө лә шулдыр.

Яфаланып ята торғас, түҙмәнем, урамға сыҡтым. Аяҡтарым үҙенән үҙе Әнкәләр осона атланы. Унда, иң үрге урамда, тирә-яҡ тотош байҡала. Офоҡ күкрәгенә ослайып төртөлөп торған Аҡбейектең ҡарайсығын, йәғни силуэтын ошо сәғәттә йөрәккә оҡшаттымсы? Алыҫта, шомло ҡараңғылыҡ ҡосағында, Шәкетау баҫып тора. Уҡтау, әкиәти батыр ҡылысылай, һауаға эленеп ҡалған, гүйә. Ҡарауылтау – һағауылдағы һалдат, Ҡырластау, әйтерһең, Айыусы һыртына табан һәлмәк кенә юртып барған дәү болан, ә уның аша һонолоп ҡараһаң, Дөйә үркәсенең ҡыраздары күренер ине. Серле төн йөҙөндә Толпарлымды уратып алған тауҙар, мәшһүр Уралымдың армыттары, бер ҡасан да дошманды яҡын юлатмаҫ арҡа терәге булып тойолдо һәм йөрәгемә тыныслыҡ бирҙе.

Ғәҙәт буйынса, илдә килеп тыуған бөтә ваҡиғаларҙы аңлатыу, халыҡты «ағартыу» – уҡытыусылар өҫтөндә. Быйыл, 1970-селә, мәҫәлән, байтаҡ ваҡыт халыҡ иҫәбен алыу мәшәҡәте менән ҡыялдыҡ. «Йәниҫәп» тигән һүҙҙе отоп алдыҡ. Әлеге Сыңғыҙ тағы оран ташланы: Толпарлы – боронғо башҡорт ауылы! Гуля-Гөлсөм апайҙы, ҡыҙҙарыңды милләтенән яҙҙырып ҡуйма, ҡулыңдан килһә, Сәмиғуллиныңды ла башҡортҡа әйләндер, тип сәмләндергән. Татар әбекәй хаҡында иҫкәртеүсе булманы – ҡушаматы уҡ ҡысҡырып тора лаһа. Хәйер, анау юлы, боҙ киткәндә, «Нуриякәем, син, ғай, чырағым» тигәнен төпсөнөүемә, нәҫеленең боронғо бер осо ҡыпсаҡтарға барып тоташыуы хаҡында атаһынан ишеткән хәбәрҙе, әллә ысын әллә буш, тиеберәк ҡолағыма төшөргәйне. «Әтиемнең телендә шундыерак сүзләр бар иде, нык дулкынлансам, үзем дә сизмәстән әйтеп ташлыйм, гажәп», – тигәйне. Шул ҡыпсаҡ яғын ҡайырып, Йәнкиҫәктең башҡортлоғон ҡапшап ҡарарғамы?

Ниәт иттем дә барҙым Татар әбекәйгә. Уратып-суратып торорға тура килмәне, үҙе башланы:

– Нуриякәем, «халык исәбе» диеп йәш кенә ике кыз килеп китте, аңлатып чыктылар. Кыпчак бабамнар рухы фатыйха бирде булыр миңа, дала иңләп жилгән сыбайлылар төшемә керде… Башкорт булып язылам. Менә шулай, Нуриякәем.

Һөҙөмтәлә, Толпарлы шау башҡорт ауылы булып тарихҡа инде. Сәмиғуллин бынан алдағы переписта уҡ үҙенең шәжәрәһен байҡаған, тәғәйен шул маҡсат менән Стәрлебашына ҡайтып ураған икән. Атаһы – татар, ти, Ҡазан татары, ә әсә нәҫеле – аҫаба башҡорттарҙан. Иван Грозный заманында бер төркөм татар, суҡындырылыуҙан ҡасып, Күндрәкәй буйҙарына килеп сыҡҡан да башҡорт диндәштәренә һыйынған. «Атайым – шул ҡәүемдең сыбыҡ осо. Милләт әсә тамырын юллап билдәләнә», – тигән Сәмиғуллин, үҙе теләп шулай хәл иткән. Гуля-Гөлсөмө лә йомшаҡ ҡына итеп ыңғайына һыпырғандыр...

Халыҡ иҫәбен алыу ваҡиғаһы тағы бер ҡат күрһәтте миңә тарихи хәтер милли үҙаң, шәжәрә ағасы тамырҙарының ниндәй тәрән һәм тармаҡлы икәнлеген.

Сыңғыҙ толпарлыларҙың иғтибарын даими йәлеп итеп тора. Колхозсыларҙы ҡуҙғатып-ҡуҙғатып ала. Юғиһә, шул дәрәжәлә һәлкәүләнде кеше – бригадир килеп тәҙрәһенә сыбыртҡы һабы менән туҡылдатып эшкә сығырға ҡушҡанды көтөп ултыра. Сыңғыҙ әйтмешләй, инициатива – ноль! Ҡыр эштәрен ослап, мал-тыуарын аҙбарға индерәләр ҙә һуғым ашап, баҙҙағы бәрәңгеһенә риза булып тик яталар.

– Ә нимә ҡылһындар һуң? – тип һораным бер юл ыңғайы ғына осрашып һөйләшеп алғанда. – Фермалағыларҙың ғына йыл әйләнәһе эше бар.

– Ҡайҙа булған халыҡ промыслалары? – Сыңғыҙ бармаҡ бөгөп һанап та сыҡты: – ҡатын-ҡыҙға – балаҫ һуғыу, кейеҙ тапау, таҫтамал сигеү, ир-атҡа – талсыбыҡтан кәрзин-фәлән үреү, ҡайын туҙынан ҡумталар эшләү. Семәрле һандыҡтар яһағандар элек, төрлө йыһаз эшләгәндәр. Ҡала халҡы оҫталар ҡулынан төшкән һәр нәмәне осортоп һатып ала, ундай эксклюзивҡа мода иҫкермәй. Урман өҫкә ауып тора, ә беҙҙекеләр ҡыш буйы ҡул ҡаушырып ултыра. Аҡса эшләр урынға.

– Аҡса ти ҙә ошо Сыңғыҙ...

– Ә ниңә, ғәйепме ни башҡортҡа, бай булһа. Малтабар тигән борондан ҡалған һүҙе лә бар – яңыраҡ ишеттем, ауыл ҡарттары менән һөйләшкәндә.

– Нимәгә ул артығы, малдың, тим?

– Башта етеш тормошҡа ирешергә кәрәк, ә һин – артығы... Биксәнәй һыуын кранды бороп ҡына алғың, өйөңдө электр йәки газ менән йылытҡың киләме? Үҙ машинаңа, исмаһам, мотоциклыңа ултырып урман-ҡырға сыҡһаң, теләгән сәғәтеңдә район-ҡалаға барһаң? Күптәрҙең һәләтле генә балалары артабан уҡый алмай ҡала, юғары белем алыу бушлай булһа ла, ҡала аҡсаһыҙҙарҙы яратмай, вузға ингәндәре лә ташлап ҡайта – йә кейеме хөртлөктән ғәрләнеп, йә асҡа ҡаҡланып.

– Уйлап ҡараһаң... – тип кенә әйтеп өлгөрҙөм, Сыңғыҙ, бик мөһим эшен иҫенә төшөргәндәй, ҡапыл хушлашып китә башланы. Китешләй «Менәүәрә!» тип шыбырлағандай салынды ҡолағыма. Яңылыш ишеткәнмендер, үҙем дә шул ҡыҙыҡайҙы иҫемә төшөрөп тора инем: педучилище тамамлап ҡайтты ла эшкә приказ көтөп йөрөй. Таллыла быйыл бәләкәй комплектлы мәктәп асырға йыйыналар, шунда бармаҡсы. Өс синыфты бер үҙенә уҡытырға инде. Шағирә ҡыҙға Таллыла түгел, Толпарлыла ла ҡалмаҫҡа, ә артабан уҡырға, талантын үҫтерергә ине! Бер-ике көндән Менәүәрәне күреп һөйләшергә форсат тыуҙы, үҙе мине эҙләп тапты. Приказға ҡул ҡуйылған: бер үҙенә егерме өс бала, унауһы – беренсе синыфҡа төшә икән.

– Нурия апай, мин һиңә бик етди поручение менән килгәйнем, – тине лә Менәүәрә, үҙен йүнәтеп ҡуйҙы: – йомош менән инде, анау Сыңғыҙ Әхмәтович таһа, урыҫ һүҙен ҡуша ла... – Әһә, был ҡыҙыҡайҙың Таллыға кәләп һалыуы әсәһе, туғандары арҡаһында ғына түгел, ана тағы кем тарта уны унда!? – Бер һанап сыҡҡайныҡ таһа ауылды ташлап ҡалаға киткән ҡыҙҙарҙы, шуларҙы кире ҡайтарырға ине? Сыңғыҙ Әхмәтович әйтә, ҡошсолоҡ фабрикаһына ҡатын-ҡыҙ күп кәрәк буласаҡ, ти. Ул тағы бер нисә промысла асырға хыяллана – теген, шәл бәйләү цехы, ә ирҙәрҙе ҡышҡыһын быйма баҫырға өгөтләмәксе. Николаевкалағы бер ҡарт быймасы менән килешеп тә ҡуйған – өйрәтәсәк, ти. Һарыҡ йөнөн заготконтораға осһоҙға ғына бирәбеҙ, үҙебеҙҙә эш итһәң, файҙалыраҡ инде.

Сыңғыҙҙың «малтабар» тигән һүҙен иҫләп йылмайҙым да Менәүәрәнән һорап ҡуйҙым:

– Отдельный коммунизм төҙөүенән ваз кисмәгәнме әле ул зоотехник?

– Алдына ҡуйғанынан сигенер егетме ни?! – Һоҡланыуы тауышына сыҡты ҡыҙҙың – әллә ғашиҡ булған?

– Дэнды оноттоңмо? – ти һалдым. – Ул институтҡа уҡырға ингән, авиационныйға. Ошо арала килеп сығасаҡ. Сентябрҙә берәй районға картуф ҡаҙырға ебәрәсәктәр студенттарҙы, шуғаса күреп китәм, һағындым, тип хат яҙғайны.

– Һағындым, тигәнме? – Менәүәрәнең күҙҙәре ялтырап алды ла тағы етдиләнде: – Нурия апай, ҡалалағы кәләштәрҙе үҙебеҙгә саҡырайыҡ, берәй юлын табып әүрәтәйек! Һинһеҙ был эште атҡарып булмаясаҡ таһа... Күпме егет буйҙаҡ йөрөй, үҙең беләһең. Ауыл үҫә бит, участка дауаханаһы, ана, төҙөлөп ята. Киләһе йыл асыласаҡ, ти Сыңғыҙ Әхмәтович.

– Тағы нимә ти, ә, ул маҡтансыҡ?

– Өс врач киләсәк, өсөһө лә өйләнмәгән егет, ти. Мин Салауатта медсестра булып эшләгән беҙҙең ауыл ҡыҙына хәбәр ебәрҙем: эшкә ҡайтһын, шуларҙың береһен эләктерһен, бәс.

– Ҡасып ҡайтып бөтөрҙәр әле, күр ҙә тор, ҡырҙан килгән белгестәр торлай тиме сит яҡта.

– Бөтәһе бер ыңғай ҡасмаҫ әле, уңарсы үҙебеҙҙекеләр уҡып сығыр. Ана, Фатих ағай... Мәүлиҙәнең бер апаһы ла – медта. Ҡыҫҡаһы, перспективаны барлап сыҡтыҡ.

– Сыңғыҙ Әхмәтович менәнме?

– Эйе. Йәнтөйәгем тип янып йөрөй ҙәһә. Матур һүҙ, иветә. Йәнтөйәк! Атаһының һүҙе икән.

– Башҡорт һүҙе, бер уның атаһыныҡы түгел.

– Ә ниндәй шиғри...

– Шиғри, эйе. – Ерле юҡҡа йәнем көйөп, Менәүәрә менән арҡыс-торҡос һөйләшеп торамсы, уңайһыҙланып ҡуйҙым.

– Тыуған ереңде, Толпарлыңды һағынып, урман-һыуҙарыңды данлаған шиғырҙарыңда ҡулланырһың әле.

– Һағынырға ни, мин йәнтөйәгемдә ҡалам даһа...

– Һинең офоҡтарың киңерәк, Менәүәрә.

– Нурия апай, әйтәйемме бер сер, башҡа һис кемгә сисмәгәнде?

– Беләм.

– Беләһең?! Ҡайҙан?

– Маңлайыңа яҙылған.

Менәүәрә маңлайын һыпырып ҡуйҙы, әйтерһең, унда ысынлап та ниҙер яҙып ҡуйылған. Түҙмәй, көлә башланым да, әҫәрләнеп ҡыҙыҡайҙы ҡосаҡлап алдым. Үҙемдең бер һыңарым даһа – шуғалыр бигерәк яҡын күрәм, хатта башҡаларҙан көнләшеп китәм, күңеле минән һыуынып ҡуймаһын тип. Һыуынмаған, сер уртаҡлашырға тора лаһа.

– Ә ул үҙе – яратамы?

– Әллә... «Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай, шундай ҡыҙҙар – ят та үл инде...» – тине беренсе күргәндә үк. Рәми Ғарипов шиғыры, тигәйнем: «Кемдең йөрәгенә үтеп ингән, шуныҡы ул шиғыр», – тип аптыратты. Теге юлы дөрөҫ ишеткәнмен, Сыңғыҙ «Менәүәрә!» тип шыбырлаған. Ашығып, ашҡынып китеп барыуы күҙ алдыма килде. Әммә йәшлегенә саҡ аяҡ баҫҡан бер ҡатлы әхирәтемә ул хаҡта әйтмәй торҙом. Иләҫләнгән былай ҙа. Бәлки, тәүге һөйөү шауҡымы уны илатмай ғына үтеп тә китер. Дэн тип тә хыялланып йөрөгәйне – хәҙер теленә лә алмай. Улай ҙа иҫкәрттем.

Ҡапыл ғашиҡ итергә һәләтле ундайҙар, һаҡ бул! Һәр хәлдә, үҙең башлап белдермә хистәреңде.

– Ниңә?

– Ҡабул итмәһә, ауыр булыр, күңелең ҡыйралыр.

– Үлерем һымаҡ, ул мине яратмаһа!

– Бына табылған берәү, мөхәббәт ҡорбаны. Һөйөү – кешене һындырыр өсөн түгел, ә йәшәтер, сыныҡтырыр өсөн бирелгән хис.

– Кире ҡағылһа ламы?

– Белмәйем, Менәүәрә! Үҙем йөрөйөм бәрелеп-һуғылып шул өсәү араһында?

– Кемдәр ул?!

– Һөйөү, ғишыҡ һәм мөхәббәт...

34[edit]

Етенселәрҙә география уҡыта башланым. Уңайлы булһын өсөндөр, ике параллель класҡа ла дәрестәремде бер үк көнгә ҡуйғандар – уртаҡ план менән уҙғарам. Ҡалған ваҡытым – пионер эшенә. Тәүге көндө үк уҡыусыларым миңә һынау үткәрҙе. Башта – 7 «а» класында.

– Быйыл беҙ һеҙҙең менән «Материктар, океандар, халыҡтар һәм илдәр» темаһына белем аласаҡбыҙ. Алтынсы синыфта «Ерҙе өйрәнеү курсы» буйынса алған мәғлүмәттәрегеҙ иһә тағы тәрәнәйә, киңәйә төшәсәк. – Шулай тип әйтеп тә бөтөрмәнем, бер бала ҡул күтәрҙе: «Апа, һорау бирергә мөмкинме?» – ти. Рөхсәт иткәнде лә көтмәй, һорай ҙа һалды: «Донъяла иң бәләкәй дәүләтте әйтегеҙ әле, белге килә?»

Ярай ҙа, был турала уҡығайным, тиҙ генә иҫемә төштө.

– Иң бәләкәй дәүләтме? Ватикан. – Шунан, викторинаға яуап биргәндәй тормайым әле, тип уйланым да тулыраҡ итеп һөйләп киттем: – Ул бөйөк Рим ҡалаһы территорияһында урынлашҡан, унда католик сиркәү башлығы – Рим Папаһы йәшәй. – Шунан теге мут малайҙан һораным: – Тимәк, ҡайһы илдә булып сыға Ватикан?

– Италияла.

– Дөрөҫ. Тағы ниндәй ҡалалары бар ул илдең?

– Неаполь.

– Кем Италияны картанан күрһәтә ала?

Бер ыңғай унлаған ҡул күтәрелде. «Итек... итек!» – тип шыбырлаштылар. Үҙебеҙҙең Италия хаҡында һөйләгем килеп телем ҡысып ҡуйҙы ла, тыйылдым. Былай ҙа, ана, бала-сағалай күреп, һорау биреп албырғаттылар. Был темаға – Көньяҡ Европа илдәренә – дүртенсе сиректә саҡ барып етәсәкбеҙ, дәреслектең аҙағында ғына әле ул. Артабан әҙерләнеп килгән планым буйынса океандар һәм материктар майҙаны хаҡында һөйләй башланым. Дәресте йәнләндерер өсөн балаларҙы эшкә йәлеп итеү – иң үтемлеһе. Юғиһә, улар тиҙ ялҡа, шаяра йә, киреһенсә, йоҡомһорай. Шуны иҫтә тотоп, һорау бирҙем:

– Планетабыҙҙың иң күп өлөшө һыуҙан торамы, әллә ҡоро ерҙәнме? Баяғы малай, исем-фамилияһын иҫтә ҡалдырҙым: Сафуан Туҡтаров – тағы ҡул күтәрҙе. Бүтән ҡул күренмәне.

– Йә, Сафуан.

– Һыуҙан, әлбиттә, сөнки океандар күберәк майҙанды биләй.

– Ниндәй океандарҙы беләһең?

– Иң ҙуры – Тымыҡ океан, унан ҡала – Атлантик һәм Һинд океандары, иң бәләкәйе – Төньяҡ Боҙло океан.

– Маладис, ултыр,– тинем был туҡтамаҫ Туҡтаровҡа һәм тиҙ генә йүгәнде ҡулыма алдым: – Эйе, Ерҙең барлыҡ өҫкө йөҙөнөң майҙаны 510 миллион квадрат метр тәшкил итә, күпселек өлөшөн океандар алып тора. – Алдан һыҙып, төҫлө ҡәләмдәр менән буяп 5 өлөшкә бүленгән түңәрәк һүрәтен стенаға элеп ҡуйҙым да дәресемде дауам иттем: – Бына, сағыштырып ҡарағыҙ – дүрт океан һәм барлыҡ ҡоро ер майҙаны...

Аҡылға ултырттылар бит мине! 7-се «б»-ла ла «Туҡтаров» табылды, тотто ла: «Германия нишләп иң бай илдәрҙең береһе, ул да һуғыш күргән дәһә?» – тип һораны.

– Көнбайыш Европа илдәренең иң ҙурҙары – Германия, Франция һәм Великобритания тураһында ла беләсәкбеҙ киләсәктә, – тип кисектереп торҙом яуапты. – Был һорауҙы тарих уҡытыусыһына бирергә лә була, – тинем дә өҫтәп ҡуйҙым: – Германияла, ГДР-ҙа, хеҙмәт иткән Сабир абыйығыҙҙы дәрескә саҡырырбыҙ, шул темаға барып еткәс. Үҙ күҙе менән күргән кешенең тәьҫораттары ҡыҙығыраҡ булыр.

– Апа, онотмағыҙ! – тип геүләште класс.

– Оноттормағыҙ!

Аңлайым, бының менән генә бөтмәйәсәк шуҡлыҡтары замана балаларының. Белемемдең һаймы-түгелме икәнен ҡапшаясаҡтарын, берәй сетерекле мәсьәләлә «тоторға» тырышасаҡтарын алдан уҡ һиҙә инем. Һорауҙарына, төп тема буйынса булмаһа ла, яуап бирергә тырыш, белмәһәң – юлын табып, фекерҙәрен икенсе яҡҡа йүнәлтеп ебәр, тип Әлфиә апа ла кәңәш биргәйне-биреүен. Уф, әлдә генә тотолманым.

35[edit]

Февраль буранында, кискә табан, беҙгә Әшрәф менән Сабир килеп инде. Ҡобаралары осҡан. Заһира бәпескә сирләп киткән икән.

– Ваҡыты етмәй әле... – тигән була Сабир, тауышы ҡалтырап тора. – Әүхәт ағай кисә районға киткән дә ҡунып ҡалған, бурандан шөрләгәндер, ана лаһа, нисек ҡотора. Рәйхана инәйгә әйтеп ҡараһаҡ?

Ҡартәсәйемде шундуҡ барып алдыҡ. Ул Заһираның хәлен баҡты ла: «Бала арҡыры ята, хәҙер үк бальнисҡа алып китегеҙ, – тине. – Кәрем киткән, тотона алмайым».

– Бәс, нимә ҡарап тораһығыҙ, сығығыҙ юлға! – тинем егеттәргә, ҡапыл ярһып. Әхирәтем өсөн ҡурҡыуымдан инде уныһы.

– Һине лә алып барһаҡ, тигәйнек, Заһираға иптәшкә.

– Әйҙә, тиҙ булайыҡ! – Тракторыма сана таҡтым, – тине Әшрәф. – Һалам йәйҙем, ике толоп һалып алдым. Тағы нимә кәрәк булыр икән? Рәйхана инәй, йылы һыу, таҙа сепрәк, бысаҡ-ҡайсы алығыҙ, тисе. Юлда бәпесләп ҡуйһа, тисе! Ҡартәсәйем ҡушҡандарҙы хәстәрләй һалдыҡ та ҡуҙғалдыҡ. Бер толопҡа Заһираны урап һалдыҡ, икенсеһен мин кейеп алдым. Сабир ҙа беҙҙең менән санаға ҡунаҡланы.

Буран Үткәүел тип йөрөтөлгән урында, ярты юлда, яман була торған. Үтәләйгә бәреп иҫкән еле бер хәл, көртөн өйә унда, тау-тау итеп.

Ыңғай ғына бара инек, тап шул Үткәүел билендә туҡтап ҡалдыҡ.

– Бураған ғына, – тине Әшрәф менән тирә-яҡты байҡап әйләнгән Сабир. – Нисек хәлең, аҡсарлағым?

– Баҫылды һымаҡ, йоҡлап киткәнмен, килә торғас, – тип яуап бирҙе Заһира.

Ҡатынына «матурым, йәнем» тип әйткәндәрен һирәк-һаяҡ ишеткеләйем. Йәшереп, ҡолағына ғына өндәшәләр, ти, ғәҙәттә. Бәрәсеме, аҡҡошомо, күгәрсенеме – етерлек, ти. «Бәрәс»ме инде иркә һүҙ? «Аҡсарлаҡ» – матур. «Ҡайһы саҡта, ерле юҡҡа мыжып йөрөһәм, йә урынһыҙға ҡысҡырып көлһәм, «сарлаҡ» тип тә ҡуя Сабир, – тип сер сискәйне миңә әхирәтем. – Талҡаҫта шарҡылдаҡ сарлаҡ тигән һирәк ҡоштар йәйләүен һөйләгәйнем – етә ҡалды...»

Миңә ҡасан бер-берәү, исмаһам, «һайыҫҡаным» тип әйтер? Абау, ундай ҡотһоҙ һүҙгә риза булаһым юҡ! Ярар, әле кем ни әйтергә тора ла, шул хаҡта уйлар ваҡытмы?! Әшрәф ҡулыма ағас көрәк килтереп тотторҙо, юл ярырға. Трактор тигәс тә, тапалмаған ҡар тауына ул да менә һалып китә алмай икән. Әлдә буран унда-бында ғына суҡайтып өйгән ҡарҙы, өсәүләп тиҙ генә тегеләй-былай һирпеп сыҡтыҡ.

– Ярай ҙа, таң атҡанын көтмәнек, бульдозерһыҙ үтеп булмаясаҡ, төн буйы буранлаһа, – тине Әшрәф, – Заһира ыңғырашмай, әллә бер-бер... – тип өҫтәне. Йөрәгемде шом алды: әллә бер-бер кесе йыһандағы сабый бөтөнләй тындымы?!

Бәхеткә күрә, артабан юлға арҡыры һуҙылып ятҡан көрттәр әллә ни бейек түгел ине, трактор еңел генә үтте. Дауаханаға барып еткәнсе төнгө ун бер етте – яҡшы көндә сәғәт ярымлыҡ юлды өсләтә тиерлек оҙағыраҡ үткәнбеҙ.

Уңарсы Заһира минең беләгемә сат йәбешеп ызғырырға тотондо. Егеттәр дауахана ихатаһының ҡапҡаһын аса алмай хитлана – көрт һалған. Сабир түҙмәне, ҡапҡа аша ырғыны ла, йүгереп барып, ишекте дөмбөрҙәтергә тотондо. Электр лампочкаһы тоҡанды, тупһа тирәһе яҡтырҙы. Ишек шығырланы. Әшрәф, алдын көрәп, ҡапҡаны ҡайырып асты. Мин Заһираны ҡултыҡлап шул яҡҡа атлаттым. Аҡ халатлы ике кеше беҙҙең янға ашығып килеп етеүгә Заһира бигерәк тә ныҡ итеп, ҡысҡырып ыңғырашты, һушын юғалта яҙҙы. Аҡ халатлылар: «Пробка вылетела, наверное. Не волнуйся, как раз во время успели», – тип һөйләнде.

Әшрәф тракторын ҡуйырға уңайлыраҡ урын эҙләп китте. Сабир, ҡатынын күтәреп алып, баяғы аҡ халатлылар артынан эйәрҙе. Мин «Приемный покой» тип яҙылған бүлмәлә эскәмйәлә ултырып ҡалдым. Табырһың бында «покой», әттәгенәһе! Ниндәй пробка, ҡайҙан атылды икән? Шул һорау тынғы бирмәй, һорарға янда бер кеше юҡ. Ҡайҙалыр крандан тамсылап һыу тыпылдай – уф, нервыға тейә. Тыштан ап-аҡ ҡар һырыған Әшрәф килеп инде, иңенә аҡ халат һалған Сабир ҙа күренде. Бер-береһенә ҡарап йылмайышты былар. Эсемә йылы инде: хәлдәр ул тиклем мөшкөл түгел, тимәк.

– Бынан бер тауыш та ишетелмәй, роддом күрше бинала икән, быныһына борма-борма лабиринт аша тоташҡан. Һул яҡта – бала табыу бүлексәһе, уңда – бәпестәр, тәзелдәшеп илап яталар. Сәғәт төнгө 12-лә имеҙәләр икән, шуны белеп, имсәк һорайҙар... – Минең һағайып тирә яҡҡа ҡолаҡ һалыуыма иғтибар иткән Сабир шуларҙы аңғартты.

Барыбер ҙә өсәүләшеп шул лабиринт яғын аңдыйбыҙ, хәбәр көтәбеҙ. Ниһайәт, аяҡ тауыштары ишетелде. Акушерка икән. Егеттәргә алмаш-тилмәш ҡарап торҙо ла: «Һеҙме бәхетле атай? – тип һораны Сабирҙан. Ҡайҙан белде тап ул икәнен, маңлайына яҙылғанмы ни? Яҙылғандыр шул! – Ҡотлайым! Улығыҙ тыуҙы. Өс килограмм да 600 грамм – баһадир».

Әшрәфте ҡосаҡлап, яурындарына шап-шоп һуҡҡылап алғас, Сабир мине билемдән тотоп өйрөлтөргә тотондо: «Малай! Малайым бар!»

– Етәр, яр һалма ул тиклем! Төн уртаһында... – тигәйнем, урамға сығып йүгерҙе, унда бурандай дыу килде, ҡарға ятып туланы шатлығынан. Сығып, беҙ ҙә уға ҡушылдыҡ.

Бер мәлде роддом бинаһының бер өлөшөндә гөлтләп электр лампочкалары тоҡанды.

– Әйҙә, тәҙрәнән ҡарайыҡ! – тине Сабир, – бәләкәстәрҙе имеҙергә тараталар хәҙер.

– Һеҙҙеке, саҡ тыуҙы бит әле, уны иртәнге 6-ла ғына әсәһенә килтерәсәктәр. – Ят тауышҡа боролоп ҡараныҡ. Таныным: теге юлы Әсмәгә ярҙам ҡулы һуҙған медсестра апай ҙаһа.

– Һинме ни, Нурия? Был юлы ҡайһы әхирәтеңде килтерҙең? Ә...

Һүҙен әйтеп бөтөрөргә ирек ҡуймай, барып ҡосаҡланым, ҡолағына шыбырланым: «Сеү!»

– Ҡарағыҙ һуң, ул тәҙрәләрҙән кем генә ҡарамаған инде... – тине апай. Китешләй тағы миңә өндәште: – Нурия, сәй ҡуя торам, килегеҙ. Таң атҡас ҡына врач менән һөйләшеп, бәпесте лә, әсәһен дә күреп буласаҡ. Бында йөрөүегеҙҙән файҙа юҡ әлегә. Өйҙө беләһең..

Өсөбөҙ бер тәҙрәнән оҙаҡ ҡына ҡарап торҙоҡ, пәрҙә аҫтынан тотош бүлмә күренеп тора. Аҡ халатлы берәү – яңы тыуған балаларҙы бағыусылыр – һәр ҡулына икешәр төргәк тотоп килеп инде лә ҡатындарға таратып бирҙе. Биләүҙәге бәпестәрҙең биттәре, ә биттәрендә имсәк эҙләп ымһынған ауыҙҙары ғына күренә. Бөтәһе лә бер иш! Егеттәрҙе баяғы медсестра апайға алып барҙым. Үҙем саҡ ҡына алданыраҡ индем дә:

– Әсмә хаҡында – ләм-мим, йәме, – тинем, инәлеп.

– Анау һонторорағымы? – тип һораны апай.

– Эйе. Намыҫлы, һәйбәт егет ул, Әсмәне ныҡ ярата, күптән ярата. Тик...

– Тик... – Апай мин әйткәнде ҡабатлап баш сайҡаны ла, юлдаштарыңа үҙең сәй эсерерһең, урын-ер хәстәрләрһең, тип төпкө бүлмәгә йүнәлде. – Миңә иртүк тағы эшкә.

Бүлә-бүлә йоҡлап, таңды саҡ көтөп алдым. Кухнялағы һике һымаҡ ҡаты тахтала урынлашҡан ике дуҫ та урыҡ-һурыҡ уянып, һөйләшкеләп алды. Ҡыҙыҡ, нимә хаҡында икән шул тиҫтер ир-аттың хәбәрҙәре?

Иртәнсәк тағы роддомға юлландыҡ. Буран баҫылған, кисәге ҡылығы өсөн уңайһыҙланғандай, тәбиғәт уғата шымайып ҡалған һымаҡ. Күпертелгән аҡ күпмәләй ятҡан ҡарға баҫырға ҡыймай торолдо башта. Эҙ-фәлән дә күренмәй, әллә бигерәк иртәләгәнбеҙ?

Сабир, бүлмәһенә инеп, врач менән һөйләшеп сыҡты. Әшрәф менән мине приемный покойҙан ары үткәрмәнеләр. «Көтөүе менән һөрлөгөп йөрөмәгеҙ! Инфекция ташып! – тип әрләп, оло ғына йәштәге санитарка бөтә әҙәмде тышҡа уҡ сығарып ебәрҙе лә иҙән йыуа башланы. Үҙе тағы артыбыҙҙан ҡысҡырып ҡалды: – Тәҙрә яғына барығыҙ, күрерһегеҙ!»

Ә тәҙрәләрҙе халыҡ күптән һырып алған, әйтерһең, тотош район ҡатындары бер юлы бала тапҡан. Улай ҙа, бүтәндәрҙе нисек тә ҡыҫырыҡлап, бер тәҙрәгә ҡапландыҡ. Заһира тапҡырынараҡ тура килгәнбеҙ – бәпесте күрергә өлгөрҙөк. Ныҡ итеп ҡымтып төрөлгән – сабыймы сабый инде. Сабир әйтә: «Минең малай иң матуры, иветә. Тауышы шәп, ишетәһегеҙме?» Унда ҡайһы төргәктән ниндәй ауаз сыҡҡанын айырырлыҡмы, бер башлаһалар, хор менән тәзелдәйҙәр ҙәһә. Шул арала йәшертен генә Әшрәфкә күҙ ташланым: мөкиббән китеп эстәге мөғжизәле донъяға баҡҡан, уйҙары ҡайҙалыр – үҙе генә белә.

36[edit]

Мәүлиҙәнән бандероль алдым. Ул оҙон йәй буйына ҡайтып та ураманы былтыр. Темаңды артабан үҫтерергә, фәнни диссертация кимәленә еткерергә була, тип дәртләндергән дә диплом етәксеһе, аспирантураға инергә ҡарар итте әхирәтем. Унда ла бик етди имтихандар бирергә – бигерәге инглиз теленән үтеүе ҡатмарлы булды, тип яҙғайны. Мәктәптә «англичанка» апа транскрипция менән уҡырға әҙ-мәҙ өйрәтте-өйрәтеүен, әммә грамматиканы белмәй ҡалдыҡ. Үҙе әллә татар, әллә мишәр милләтенән ине, беҙ былай ҙа белгән ҙ – ҫ – һ-ларҙы әйттереп хәлде алды. Шунан ҡайҙалыр китеп барҙы, ике йыл был фәнде уҡытыусы булманы.

Бандеролде асһам, унан һүрәттәр, фотолар ҡойолдо. Хаты ла бар. Ят ҡул менән «Украiнский степовий природний заповеднiк» тип яҙылған. Тәбиғәт ҡурсаулығы, тимәк. Бейек үлән (әллә ҡамыш?) араһында – йылҡы өйөрө. Алыҫтараҡ бер һыбайлы елеп килә. Ҡапыл мәктәптә ятлаған шиғыр юлдары хәтергә төштө: «Сквозь камыш князь Игорь горностаем прошел, белым гоголем прыгнул на воду, вскочил князь Игорь на борза коня. Серым волком сошел с него, побежал по донецкой излучине...»

Һәр рәсемде айырым конвертҡа һалған әхирәтем. Береһенән ҙур һандыҡташ өҫтөндә ултырған бөркөт статуяһының төҫлө фотоһы килеп сыҡты. Аһ иттем: ыласындың һәйкәле! Бүреһуҡҡан олатай ҡанатын бәпләгән, Толпарлы күгенә сөйгән ғорур ҡош – ҡойоп ҡуйған шул үҙе. Хәйер... Һандыҡташтың түшендә соҡоп яҙылған һүҙҙәр бар: «Прошлое, настоящее, будущее едины в тебе». Таштың ҡабырғаһында ла яҙыуҙар бар, тик уҡып булмай, өҫкө юлдарҙағы: «Кто вы?.. Куда идете?.. Что ищете?..» тигән йөмләләр генә асыҡ күренә. Их, тотош уҡы ине шул яҙыуҙарҙы, үҙең шунда бар, күр, аңла-асыҡла ине.

Иғтибарымды тағы ике һүрәт яуланы: баяғы ят ҡул уларҙың аҫтына «Половецьки срiбнi браслети и золотий половецький перстень» тип яҙып ҡуйған. Көмөш беләҙектәргә әллә ни иҫем китмәне, ә бына алтын йөҙөк аптыратты – таныш һымаҡ: ҡашһыҙ балдаҡ, йөҙө йәлпәк, йомро. Хас та Йәнкиҫәктең бармағынан һалмай кейгән йөҙөгө. Һүрәттәгенең һыҙмалары күберәк: «ҡот» тигәнгә оҡшаш яҙыуын айырып уҡып була, ҡалғаны юйылған, ниндәйҙер тамғалар ҙа төҫмөрләнә – әллә мисәт ҡуя торған йөҙөк? «Нәҫел бағы был, атайым инселәгән ҡомартҡы», – тип әйткәне бар ине Йәнкиҫәктең үҙенең йөҙөгө хаҡында. Атаһы ҡыпсаҡтарҙан икәнлегенә бына лаһа бер дәлил!

Дон – Тын йылға далаларында ҡыпсаҡтарҙың эҙҙәре һаман ярылып ята икән. Йөрәгем тағы ашҡынып ҡуйҙы: бар ине шунда, күр ине!

Мәүлиҙә ниҙәр әйтергә теләне икән был рәсемдәре менән? Ҡабаланып хатын уҡый башланым. Ғәҙәтемсә, уҡыған бер һөйләмде ятлай барам – хәтерем шундай. Ятлағаным шунан ғибәрәт:

«Сәләм һиңә, әхирәткәйем, һөйгәнемдең «Земля батьков»ынан! Олексийса: «Краси такой не зустрить ниде». Бындай гүзәллекте бер ҡайҙа ла күрмәҫһең, йәғни. Уны Башҡортостаныма алып ҡайтып, илемде тотош – урман-тауҙарыбыҙҙы, далабыҙҙы, йылға-күлдәребеҙҙе күрһәтеп хайран ҡалдырғым килә! Һүрәттәрҙең аҫтына ул яҙҙы, украинса – аңлашылып тора, иветә.

Сырамыттыңмы Ыласынды? Иланым, ҡыҙый, шул скульптураны күргәс. Тыуған төйәгемде, ата-әсәмде, дуҫтарымды һағыныуҙан... Ярар, сиктәрҙе бикләп ҡуймағандар ҙаһа, ҡайтырмын әле. Ә ниндәй ябай ҙа, ҡатмарлы ла һүҙҙәр соҡоп мәңгеләштерелгән ташҡа – һин иғтибар итмәй ҡалмағанһыңдыр, уйланғанһыңдыр, беләм. Был рәсемдәрҙе бер музейҙың киоскыһында һатып алдыҡ, Ыласынды, биҙәүес әйберҙәрен экспозицияларында ла күрҙек. Ҡыҙый, был яҡтарҙа күҙгә, күңелгә таныш күренештәр күп ул. Аттарҙы күр, әйтерһең, Күрәнле ҡамышлығында бышҡырышып, ялдарын Һыҙа буйынан иҫкән елгә тарап торалар.

Ҡыҙый! Һиңә әле берәүгә лә әйтмәгән серемде сисәм: Алеша миңә өйләнешергә тәҡдим яһаны. Инде өсөнсө тапҡыр... Бүтәнсә түҙер әмәлем ҡалманы, ти. Тәҡәтем бөттө, ти. Нема терпения, коханна, имеш... Мин түҙәм дәһә! Ризалығымды бирҙем, Нурия. Йәшем егерме бишкә етте, ысвикла бисәләре араһында йөрөһәм, күптән күҙгә бәреп әйтерҙәр ине, кенәгәң аҫҡа батты, тип. Олексийға утыҙға ла күп ҡалманы, дуҫтары бала-сағалы булып бөттө. «Наукова думкаң һине әҙәмгә һанамай, ахырыһы», – тип төрттөрәләр, ти. Улары ярай, әсәһе лә, ахыр килеп, басурманкаңды ал да ҡуй, яратҡасың, тигән.

Хәҙер Дарья апай артыҡ уҫаллашмай, өйрәнә төштө миңә, өйҙәренә барғылап йөрөйөм дәһә. Ә үҙем уға бәғзе ваҡыт һоҡланып та ҡуям. Былтыр көҙ тыуған хуторына барғайныҡ, шунда, бер туған ҡустыһы ғаиләһендә, олоғайған әсәһе йәшәй – уны күрҙек. Дичинский хуторы икән. Төньяҡ Донец ярында урынлашҡан. Белгең килһә, Дон йылғаһы буйында түгел, ә тап ошонда төшөргәндәр, имеш, «Тихий Дон» фильмын! Баштарын беҙҙең Заһира һымаҡ текә тотоп атлай бындағы ҡатындар, ҡалҡыу түшле, көслө тауышлы үҙҙәре. Кисен әхирәттәре йыйылышып, мискәлә алҡынып әсеп ултырған алма шарабын йотоштороп алғас, йырлашырға тотондолар, әй. Анау беҙ Әнкәләр осондағы бүрәнәлә рәхәтләнеп русса йырлаған «Виновата ли я, виновата ли я, виновата ли я, что люблю...» тигәнде хәтерләйһеңдер, шул Дон казактарының боронғо йыры, ти. Донъя – түңәрәк, иветә. Ә буласаҡ ҡәйнәм моңло икән! Күкрәк тауышы менән: «Гуляет по Дону, по Дону гуляет молодой казак»... – тип һуҙып ебәреп, иренә ҡаш һикертеп алғайны, үҙгәрҙе лә ҡуйҙы – алсаҡ, ҡыйыу, шаян һәм иҫ киткес һылыу: төҙ танаулы, ҡыйғас ҡара ҡашлы, ҡабарынҡы ҡалын сәстәрен бер толомға үреп түшенә һалған. Һоҡланыуымдан: «Вы же Аксинья из «Тихого Дона», Дарья Володимировна!» – тигәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Йырлап бөтөп кенә тороуы ине, үҙе лә хисләнгәндер, ихластан мине ҡосаҡлап алды: «Зирка моя! В молодости многие так говорили»,– тине. Күңеле булды. «Зирка»һы беҙҙеңсә – йондоҙ.

Хуторҙа мин үҙемде берсә үҙ төйәгемдә йөрөгәндәй тойоп алдым. Ғәжәпме? Бында Толпарлыға тартым әйберҙәр етерлек – һиртмә ҡойолар, үҙҙәре һуҡҡан буйлы турпыштар, башы семәрле ағас карауаттар... Күрше Николаевкалағылай, һалам башлы өйҙәр күренгеләй. Ә хутор осонан ҡырағай дала йәйелеп киткән, үҙҙәре «дикое поле» тип йөрөтәләр ҙәһә. Унда, офоҡҡаса тулҡын ҡағып, ҡылған сайҡала. Скифтар, сарматтар һыбай елгән, ти, ул далала заманында. Һәм ҡыпсаҡтар, әлбиттә.

Олексийҙың өләсәһен тәү күреүем, шуға ла бүләк тотоп барҙым: күҙле таҫтамалдың башына селтәр бәйләп теккәйнем – шуны. Рушник та рушник, тип һуштары китте казачкаларҙың. Ә мин эре генә, был беҙҙең милли көнкүреш әйбере – һөлгө, тинем. Һыр бирмәнем, ҡыҙый.

Иң мөһим һүҙемә барып етә алмай бер булам. Их, осрашып, күҙгә-күҙ бағышып әллә нисә тәүлек буйына туйғансы һөйләш ине һинең менән, Нурия! Ҡыҫҡаһы, Олексий менән атаһы күпмелер ваҡыттан Толпарлыға юлланасаҡ – ҡыҙ һоратырға. Үҙем саҡ ҡына алданыраҡ ҡайтырмын, тип торам. Өйгә шылтыратырға йыйынам. (Әмин абый нисек итһә итте, яңыраҡ өйөнә телефон үткәртте.) Уртансы апайым медҡа барып инеү менән кейәүгә сыҡты, өлкәне ултыра һаман китапханаһында, егеттәрҙең күҙенә салынмай, шуны ғына сәбәп итмәһә инде – атайымды әйтәм. Нурия, бер арала, иртәгә үк, беҙгә инеп, заочно бергә уҡыған курсташ егет яусы ебәрергә уйлаша, тип һүҙ ташлап сыҡһаңсы. Юҡһа, ана, әхирәтең ғаилә ҡамытын кейергә ашыҡмай, тип һиңә һылтанасаҡтар. Сит ерҙә ҡалдырғылары килмәй бит инде мине... «Нурияны һораталар икән» тигән хәбәр тарала ҡалһа ни, биғәйбә, егеттәр ҡарамаҫ ҡыҙ түгелһең, бәҫең генә артыр, бәс.

Ярар, ҡыҙый, ҡағыҙға күп яҙып буламы ни, хуш булып тор. Моғайын, йәйгә ҡалыр туйыбыҙ – уртаһында буласаҡһың, бел! Украиналағыһы хаҡында әйтәм, әҙерләнә тор. Уңарсы, бәлки, Фатих менән борсағың бешеп тә ҡуйыр?

Ныҡ-ныҡ итеп һағынып, Мәүлиҙә әхирәтең».

Сумдым был хатҡа, рәсемдәргә – уларҙан алған тәьҫораттарға. Зиһен төпкөлөнән ауаз килде: халҡыңдың бер тармағы Тын йылға буйҙарына күсенгән саҡ, яугир рухлы ҡыпсаҡ саҡ! Дәште-Ҡыпсаҡ!.. Дәште? Кем өндәште?! Һин, хәтерем, һөрән һалаһың: «Күҙ иңләмәҫ киңлектәргә йәйрәп, күгәреп ята Ҡыпсаҡ далаһы... Өс мөҡәддәс ҡанун ҡыпсаҡтарҙа: һыбай сабыу, мәргән уҡ атыу һәм дә ирек!» Уҡыныммы быны ҡайҙандыр? Ҡан хәтере мәғлүмәт бирә булыр? Әлмисаҡтан тарихи аңын юймаған, тоҡомон барлап, быуындан-быуынға бәйән итеп ҡанына һеңдергән, ҡыпсағы – тармаҡ-тармаҡ шәжәрә ағасының бер ботағы булған халҡымдың балаһы мин.

Ә нисек үҙ яғына ауҙарған тәкәббер казачканы әхирәтем! Ултырмала селтәр бәйләргә өйрәнеүе лә ярап ҡалған. «Егеттәр ҡарамаҫ ҡыҙ түгелһең» тип һалпы яғыма һалам ҡыҫтырып ҡуйыуын әйт. Фатихты япһарған миңә, Сыңғыҙ исемле берәүгә өс көн ғашиҡ булыуымды белмәй шул, яҙып өлгөрмәгәйнем.

Ҡайта-ҡайта иҫләп йөрөнөм дә Мәүлиҙәнең һүҙҙәрен, әкренләп тынысландым. Апрель урталарында әхирәтем үҙе лә ҡайтып төштө, артынса – Олексий менән атаһы килде. Әмин абый ҡыҙына нисек ҡаты асыуланғанын яҡшы самалайым, үҙемә лә унан ныҡ эләкте: «Партизанка! – тип туҙҙырҙы мине, – Мәүлиҙәһен әйт, нәҫел боҙоп, әллә ҡайҙағы хохолға барырға, үҙебеҙҙә кейәү бөткәнме ни! Исмаһам, татарҙы һайларға ине, худой конец, динебеҙ уртаҡ, телебеҙ яҡын. Нурия, һин белгәнһең, ниңә әйтмәнең, алдан алыр инем. Барып, сәсенән һөйрәп алып ҡайтырға кәрәк булған аҙғын ҡыҙыҡайҙы! Ә, ниңә өндәшмәйһең, әхирәт, имеш, берәү!»

– Абый, Мәүлиҙәне рәнйетмә, аҙғын түгел ул! – тип телләшмәй ҡалманым.

– Аталы-уллы киләләр, ти бит. Нишләмәк хәҙер?

– Әҙәмсә ҡаршы алырға инде. Башҡорттар тупаҫ икән, тип ҡайтһындармы? Былай ҙа баяғы Дарья апай, казачка ул, Мәүлиҙәгә басурманка тип әйткән. Баштараҡ, биш йыл элек.

– Аспирантурала уҡыған ҡыҙғамы? Күрһәтерем мин уларға! – тағы ҡыҙып алды Әмин абый. Шунан ҡапыл һорап ҡуйҙы: – «Тарас Бульба»ны уҡығанһыңдыр?

– Әлбиттә, мәктәп программаһында бар ҙаһа.

– Хәтереңдәме, Тарастың улы, Андрейы, дошман воеводаһының ҡыҙы, сибәр полячкаға ғашиҡ була ла атаһын, халҡын һата. Полячка уны юрамал әүрәтә, улай ҙа: «Егет, минең атайым бит һинең Ватаныңа ҡаршы һуғыша», – тип иҫкәртә. Егет нисек яуап бирә?

– Хәҙер, иҫләп ҡарайым...

– Иҫтә ҡалдырмаҫлыҡмы, оноторлоҡмо?! «Һин – минең Ватаным», – ти Андрей. Ана шундай хыянатсыл халыҡ улар, белгең килһә.

– Бәс, халыҡ араһында кеме юҡ. Шул уҡ Тарас Бульбаның өлкән улы Остап – һатлыҡ йән түгел!

– Эйе. Барыбер... Ярар, өйгә ингән кешене хурлап сығарып ебәреп булмаҫ, ҡунаҡ итмәй хәл юҡ. Һарыҡ һуйҙыртырға кәрәк. Әсәһе, тим, Рабиға, йүгер Гуля-Гөлсөмөңә, Фаризаңа, милли ризыҡ әҙерләшһендәр, ултырмаға йөрөргә генә, әтеү, һеҙгә. – Абый усын-усҡа ыуғылап алды ла ашығып ишек алдына сығып китте. Сығышлай ишек тупһаһына абынды ла: «Сволочь!» – тип ҡуйҙы.

– Аяғын ныҡ төкөткәндер инде, уф, шул атайымды, күҙгә нәҙеклеген белмәй, абайлап йөрөмәй ҙәһә. – Мәүлиҙә, абый миңә һөжүм итә башлағас, түрбашҡа шылғайны, шунан тауыш бирҙе. – Ҡыҙый, «басурманка»ны йәпле ҡыҫтырҙың, хәҙер атайым мах бирмәҫкә тырышасаҡ, сәмләнде булыр. Туйҙы бында уҙғарырға риза булмаясаҡ, һиҙеп торам, тик ризалығын ғына бирһен, тегендә уҙғарырбыҙ. Шахтала эшләгән халыҡтың аҡсаһы мул, күңел асырға дәртлеләр... Атайымды унда барырға күндерәм барыбер! Бәс, тыума баламы ни мин, тип бер әйтеүем етер. Ҡыҙый, һин ҡалмайһың инде, килерһең, йәме.

– Йәме. Бик күрәһем килә ул яҡтарҙы. Иртәгәһенә, төш ауыуға, Мәүлиҙә миңә мәктәпкә шылтыратты: тегеләр килеп тә еткән. Кисектергеһеҙ әллә ни эшем юҡ ине, пионер бүлмәһен бикләнем дә йүгерҙем әхирәтем янына. Алыҫтан күреп киләм: ҡапҡа тышында өс ир-ат тапана. Урынында баҫып сыҙамағаны – Ишбирҙе, курсант бушлаты кейгән, башында бүрек; эргәһендәге кеше Алеша, моғайын, яланбаш – былай ҙа ерәнһыуыраҡ бөҙрәләре ҡояшта ут ҡапҡандай өлпөлдәй; мыҡты кәүҙәле олпат ағай йәштәр һымаҡ тегеләй-былай тапанмай, тик кенә баҫып тора – атаһылыр. Ҡунаҡтар йоҡараҡ кейенгән. Уларҙа йылылыр ҙа, беҙҙә әле саҡ көндәр имшеп килә. Олексий ныҡ атаһына оҡшаған, сибәр Дарья апайға тартмаған. Барыбер һөймәлекле, осҡор ҡарашлы һоро күҙҙәре көлөп тора – теге юлы сөгөлдөрҙә эшләгән саҡтан иҫтә ҡалған. Танып ҡалып, ҡаршыма атлаған егеткә мин дә дуҫтанә йылмайҙым. Кисә генә айырылышҡан кеүек ихлас ҡул бирештек.

– Ждем батько, – тине Олексий, мәктәп яғына ымлап. Әмин абыйҙы көтәләр икән. Уныһы: «Математика – белемдең арҡа һөйәге, умыртҡаңдың бер быуынын алып ташлап ҡарағыҙ – ауаһығыҙ! Минең фәндән дәрес ҡалдырыу үҙеңде ана шулай парализовать итеү менән бер», – тип ҡабатларға ярата, үҙе лә шул талаптан тайпылмай.

– Держись, Алеша, он – крепкий орешек! – Мөмкинлектән файҙаланып, иҫкәрттем. – Шторма не миновать – у него сначала девятый бал, затем – восьмой и по убывающей... Добрее его человека трудно найти.

– Белям, – тине егет. Беҙҙеңсә һуҡалай ҙаһа? – А еще белям: матурым-коралайым.

– Одни ресницы чего стоят! – тип ҡуйҙым, уға өҫтәп.

– Просто княжна персидская.

– Башкирская!

Шул минутта бәләкәй ҡапҡа асылды ла, унан теге «княжна» күренде. Бәрәкалла – ысын! Йылдан ашыу күрмәй торған арала Мәүлиҙә шулай һылыуланған, әйтерһең, оҙаҡ ҡына сәскәгә тумаланып ултырған гөл, ниһайәт, гүзәл таждарын асҡан. Сәсен икенән үреп, уратып-уратып түбәһенә өйгән, таж һымаҡ күренә. Буйға ла үҫеп киткәндәй. Биле электән нәҙек ине, хәҙер, осаларына ит ҡунып, түштәре ҡалҡыуланып киткәс, бигерәк ныҡ күҙгә ташлана.

– Ҡоралай! – тип барып ҡосаҡланым әхирәтемде.

Ул үҙенең бәрхәт ҡуйы керпектәрен елпелдәтте, ҡуңыр йөҙөн асылтып, ап-аҡ тигеҙ тештәрен күрһәтеп йылмайҙы. Бит остарында соҡорҙар хасил булды. Шул арала уйлай һалып алдым: тештәрем минең дә шәп, ә битемдә соҡорҙарым юҡ – бәләкәйҙән шуға үкенә инем. Яһап ҡуйып булмай ҙаһа!

Ҡунаҡтар оҙаҡ торламаны, ауылға күренеп йөрөмәне. Толпарлыға аҙаҡтан ғына хәбәр таралды: «Уҡытыусы Әминдең кесе ҡыҙын Украинанан килеп һоратҡандар», ти. Егет анауы Ҡарағаш Мәсрүрә полковниктан малай эләктереп ҡалған йылды сөгөлдөр ташыған һалдаттарҙың береһе икән. Әйтәм, ул ҡыҙыҡай шул яҡҡа китте уҡырға... Профессор булаһы башы менән шахтерға кейәүгә бара, тисе. «Туйҙы ауылда үткәрмәйем, хохол мәрйәһенә әйләнгең килгән икән – үҙегеҙ ҡыланығыҙ. Барыуын барырмын, ят ерҙе күреп ҡайтырға форсат төшкәндә ни, – тигән, ти, Әмин. – Башҡортостандың һәр районынан берәр башҡортто тапһаң да алтмышлап егет, шулар араһынан һайлаһаң булмай инеме?!» – тип ныҡ туҙынған башта – бәрейе ҡупҡан. Өлкән ҡыҙына һаман кейәү сыҡмай, шуға ла йәне көйәлер. Ишбирҙеһе еҙнәһенән ҡайырып аҡса алған, ти: «Әтеү беҙҙең яҡта ҡәйнештең атының ҡойроғон киҫәләр», – тип һалдырған. Аты юҡ таһа! Ә йола бар ине…» Кем ишеткән быларҙы? Ысынмы, уйҙырмамы – Хоҙай белә.

Мәүлиҙәләрҙең туйы ысынлап та Толпарлыла булманы. Ҡыҙ яғынан ата-әсәһе, апайҙары, Ишбирҙе барып ҡайттылар. Диплом яҡлаған осорға тура килгәс, мин унда юллана алманым. Уҡыуымды ослап ҡайтҡас, Әмин абыйҙың һөйләгәндәре менән генә мөрхәтһендем. Берәй барыбер барырмын әхирәтем килен булып төшкән ул төбәккә, тип хыял беркетеп ҡуйҙым. Олексийҙың атаһы: «Они сами побачимо свою долю и нема другим думати. Шоб дити в радости булы!» – тип тост әйткән икән. Әмин абый уҡытыусыларҙы саҡырып туй күстәнәсе менән һыйлағанда әллә нисә тапҡыр шуны ҡабатланы. «Здоровыньки булы!» тигәнде лә отҡан абый, уныһы хәҙер Толпарлы теленә йәбешеп ҡалды.

Ә минең уйыма «Һин – минең Ватаным!» тип һөйгәненә табынған теге Андрей килә лә инә, килә лә инә. Бер һөйгәне өсөн әҙәм балаһы илен ҡалдырып күсеп тә китә – ана, Йәнкиҫәк, Мәүлиҙә... Мөхәббәт хаҡына йәнен фиҙа ҡыла – ана, Ромео һәм Джульетта, Таһир – Зөһрә... Хыялый була – Ләйлә менән Мәжнүн... Эвредиканы ҡотҡарырға Орфей ҡара гүргә төшә, Нәркәстең Һәүбәне – һыу аҫты батшалығына...

Ләкин береһе лә һөйгән йәрен Ватан менән тиңләмәгән! Илһөйәрлек – иң изге, иң тоғро хис, ул кешегә әсә ҡарынында, кесе йыһанда уҡ, ҡан аша күсә, тыуғас, әсә һөтө менән һеңә ләһә. Эйе, донъя ҡуласаһы әҙәм балаһын сит ерҙәргә лә ташлай, һөйәге тыуған тупрағына ҡайтмағандар бар, әммә Ватаны һәр кемдең йөрәгендә тамырланған, ҡайҙарҙа ғына йөрөмәһен, ул тамыр өҙөлмәй. Шуға инанамсы. Барыбер дәлилдәр эҙләйем. Эргәлә генә йәшәп ята лаһа бер һөйгәне өсөн даръялар артылып килгән берәү, һынап ҡарайым әле уны – Йәнкиҫәкте.

– Толпарлы һинең Ватаныңмы хәҙер? – тип тоттом да һораным.

– Ватан – кендегеңне кискән жир түгелме ни? Тәүге сулыш алган, тәүге йотым су эчкән... Тәпи баскан... Кырым инде минең Ватаным. Ә Толпарлы – килен булып төшкән жир, мине үзенә сыйындырган изге туфрак, әйеме, чырагым?

– Ә бына Әдисәйең: «Йәнкиҫәк, һин – минең Ватаным!» – тиһә, ни әйтер инең?

– Ир-жегет әйтер сүз түгел.

– Ә ҡатын-ҡыҙ әйтерме?

– Нишләп? Туган жирдән – төшкән жир, дигәне бар да, ул бит Ватаныңнан баш тарту түгел, ә язмышыңны кабул итү бары.

– Ҡатын-ҡыҙ яҙмышы... Төшөнсәләр генә буталмаһын, тим. Төҫөнә «Балаҡай, ярҙам итә алдыммы һиңә-юҡмы?» тигән һорауҙы сығарып, борсолобораҡ оҙатып ҡалды мине Йәнкиҫәк. Уны ошо халәтенән ҡотҡармаҡ, эш йөкмәтеп киттем: лоскуттарҙан барникты ҡаплап сәй быҡтырырға «тауыҡ» тегеп бирергә. Кикриген ҡыҙылдан, күҙҙәрен ҡара мәрйендән һалып, ҡанатын-ҡойроғон ҡабартып , тәтәйҙәй итеп тегә ул сепрәк тауыҡты.

Юл ыңғай, тыҡрыҡтан төшә һалып, ҡартәсәйемә һуғылдым.

– Әҙәмде яҙмыш ҡайҙа юлыҡтырмаҫ, Ватанында алған иманын юғалтмаһа, шул булыр уның намыҫы, шул булыр тоғролоғо. Башҡа халыҡ – башҡасараҡтыр, бәлки, белмәйем. Ә башҡорт ул – уғата ватансыл. Йырға ҡолаҡ һал: «...Аямаған йәнен, түккән ҡанын, һис бирмәгән башҡорт Уралын», – тип кем әйтә, әйләндереп килтереп йыр әйтә.

Бер сама күңелем урынына ултырҙы. Был хаҡтағы уйҙың осо-ҡырыйы юҡлығын, сетерекле булыуын тойомланым, әммә сигенмәнем – инеп ятты ул мейемә, уралды бәғеремә.

37[edit]

Сыңғыҙҙы туҡмап киткәндәр! Өс ир, Таллы юлында көтәүелләп тороп, велосипедынан ҡолатып, типкеләгәндәр. Саҡ үлтермәгәндәр. Бите-күҙе ҡара күк, ҡул-аяғы имгәнгән, ҡабырғаһы һынған, ти.

Ауыл телһеҙ ҡалды – бындай хәлдәр беҙҙә Граждандар һуғышы осоронда ғына булғылаған. Унда ла ярлы менән байҙар сәкәләшкән сәйәсәт арҡаһында. Аҡтар яҡлы Николаевка байының ялағай урыҫтары партизанлыҡта йөрөгән беҙҙең ике ағайҙы төн йөҙөндә, өйҙәренә ҡайтып килгән еренән аңдып тотоп, күҫәк менән бәргесләгәндәр. Дин арҡаһында ла үсләшкәндәрҙер. Ә былар? Ары-бире ир-ат көрмәкләшеп алғылай бәғзе ваҡыт, әммә күмәкләп берәүгә ябырылыу, юл баҫыу – юҡ.

Сәмиғуллин һуғыш суҡмарҙарын тотоп, теге тәҙрәһе рәшәткәле бүлмәгә бикләп ҡуйған да районға шылтыратҡан: хужалыҡтың белгесе имгәнеп дауаханала ята лаһа, бында ғына хәл итеп, баҫырып ҡалдырырлыҡ түгел. Ғаиләлә табаҡ-һауыт шалтыраған ваҡ-төйәк осраҡтарҙы былай ҙа оҙонға ебәрмәй, үҙе юлға һала.

Юлбаҫарҙарҙың береһе Заҡуан ағай икән, исемен ишетеү менән һуғыштан һуң «биләмәләргә» бүленгән ауыл, урланған мөхәббәттән тыуған балалар, яуҙа башын һалған ирҙәренә тоғролоҡ һаҡлаған апайҙар (улар – күпселек!), сәскә атмаған гөлдәй ҡыуарған, ҡыҙлай ҡартайған һылыуҙар иҫемә төшөп йөрәгем һыҙылып әрнеп ҡуйҙы. Шул ағай «ыристан кәзә тәкәһе» тип юҡҡа әрләмәгәндәр заманында, келәт тыҡрығында йәшәгән бер йәш ҡатынды Сыңғыҙҙан көнләшкәнсе? Хәҙер ул зоотехник беҙҙең бисәләрҙе аҙҙырып бөтәсәк, ана, остан төшә башлаған, инде рәттән китәсәк, тип ир-атҡа ҡотҡо һалған. Имеш, ферманыҡылар тотош Сыңғыҙҙыҡы буласаҡ. Шул ялғанға ышанғанын әйт бынау ағайҙарҙың?

Әлеге көнләшеү! Дөрөҫөрәге, ҡатыныңды азат шәхес тип танымау, ә шәхси милкеңдәй күреп ҡыҙғаныу. «Крестьянка» журналында шикелле, уҡығайным: һәр 15-се ирҙә «Отелло синдромы» бар, тигәнде. Ысын булһа, беҙҙең ауылда егермеләп Отелло йөрөй, әтеү. Ҡырағайлыҡ шауҡымы бит был, ҡатын-ҡыҙҙың шәхесен кәмһетеү. Шекспирҙың геройы фәрештә кеүек саф Дездемонаһын быуып үлтергән. Иҫләй китһәң, шәриғәткә, милли традицияға һылтанып ҡатындарҙы язалауҙы нормаға әйләндергән илдәр бар – XX быуатта! Иранда, мәҫәлән, иренә хыянат иткәнде таш менән бәргеләп үлтерәләр хатта. Гвинеяла уйнашсыларҙың башын киҫәләр, уғаса һөйәренә һөйәркәһенең бармағын ҡырҡып ашаталар. Тәүбә-тәүбә! Ирҙәрҙе барыбер аҡларға әҙер генә торалар. Әйтерһең, зина ҡылыу – бер яҡлы ғына була торған ғибрәт.

Әҙәбиәткә төшөп китһәң инде – йөҙәрләгән миҫал табаһың ҡатын-ҡыҙҙың хоҡуҡһыҙлығына. Йырҙарыбыҙҙа ҡалған Зөлхизәләр, Шәүрәләр… Батша хөкүмәтенән күргән золомдар – башҡорт ихтилалдарын ҡан менән тонсоҡтороу етмәгән, меңәрләгән ҡыҙҙарыбыҙҙы, мал шайы күрмәй, ят яҡтарға, сит ҡәүемдәргә таратып биреүҙәре… Хатта урыҫтың үҙендә, дворян тигәнендә, күр – Анна Каренина... Уф, Әсмә нисек кенә йәшәп ята икән?! Ул әйткәйне бер, «Анна Каренина»ны уҡыған да: «Ҡыҙый, уның хәлен мин башымдан кисерҙем бит, – тип. – Моғайын, һуңғы минутта үҙенең ғүмерен ҡыймаҫҡа уҡталғандыр, тик ауыр паровоз кәүҙәһен килеп баҫҡас, нисек ҡотолһон?! Мин бит теге үлемесле ҡайсыларҙан ҡаса ала инем... Өлгөрмәнем генә! Сабыйымды тураҡлағанда мине лә аяманы ул аборт ҡайсылары. Гүйә, Анна һымаҡ, поезд аҫтында ҡалдым. Тапалдым. Иҙелдем. Ә үлмәнем – Артур хаҡына...»

– Нурия апай, ниндәй уйға баттың, мин әсәйемдең бер һүҙен иҫләп киләм әле, – тигән тауышҡа әлеге минутҡа әйләнеп ҡайттым: Менәүәрә менән Сыңғыҙ янына, дауаханаға, китеп барышыбыҙ ҙаһа. Автобуста.

– Әү?

– Биш-алты йыл элек әйткәйне... Ул юлы ҡолаҡҡа эләгеп кенә ҡалған, аңға үтеп инмәгән. Хәҙер генә барып етте...

– Нимә барып етте?

– Әсәйемдең һүҙе, тим. Атайым менән бик алама йәшәне бит инде улар, һуңғы осор ғына баҫылдылар. Ана шул ғауғалы саҡтарында әсәйем иланы-иланы ла әйтеп ҡуйҙы: «Яңғыҙ башың – тыныс ҡолағың», – тигәне дөрөҫ ирһеҙ бисәләрҙең. Ир – төрмә икән, йәнең бығаулы. Осоп сығыр инең, ҡанатың һынған...»

– Салпа апай шулай тинеме?

– Эйе.

– Шағирәлегең, әтеү, әсәйеңдән.

– Яратмаған кешең менән йәшәһәң генәме, әллә, ғөмүмән, ғаилә – тотҡонлоҡмо? Ҡай саҡта анауы амазонкалар әллә башҡорт ҡыҙҙары булғанмы, тип тә уйлап ҡуямсы? Беҙҙекеләрҙә лә саялыҡ бар ҙаһа.

– Һы... Үҙенә күрә бунт, ирек көҫәү етәкләгәндер ул ҡыйыу амазонкаларҙы, эйе. Елдәй азат рухлы булғандар, һыбай елгәндәр… Әммә бит улар ҙа үҙлегенән үҙе ырыу дауам ителмәгәнен аңлаған. Уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланған, ҡалҡан тотҡан яугир ҡатындарҙың, эсәр һыу алырғамы йә башҡа берәй мохтажлыҡ менәнме ярға килеп терәлгән караптарға һөжүм итеп, ир-егеттәрҙе әсиргә алғылауҙары хаҡында тарихта мәғлүмәттәр бар. Күпмелер ваҡыттан караптарын яндырып, әсирҙәрен диңгеҙгә ҡыуғандар – кем ҡотола, кем һәләк була – тәҡдирҙәре. Күрше ҡәбиләләрҙәге ирҙәр менән ваҡытлыса, бала табыу, тоҡом һаҡлау ихтыяжынан, йәрәшеү осраҡтары ла булған. Ул саҡта, ҡыҙ бала тыуһа, үҙҙәренә ҡалдырғандар, ир баланы – иренә тоттороп ебәргәндәр.

– Легендаларҙа ғына ҡалғандар... Һаман да йәшәһәләр, бөгөн амазонкаларға мөнәсәбәт ниндәй булыр ине икән?

– Ундай йәшәү рәүеше мәңгелек була алмай.

– Нишләп?

– Донъя парлылар өсөн яратылған.

Менәүәрә байтаҡ ҡына шымайып ултырҙы ла тағы һүҙ ҡатты:

– Һирәк-һаяҡ лесбиянкалар хаҡында һүҙ сығып ҡуя гәзиттә йә радиола. Парлашып йәшәгән ирҙәр ҙә бар, ти?! Сит илдә...

– Кит, ғибрәт һөйләп килмәйек әле, ана, ауылыбыҙҙа нимә күстәрелә. Эсә, һуғыша башланы ирҙәр. Әллә Сыңғыҙҙы кемгәлер күҙ һалғаны өсөн туҡмағандар тиһеңме, эскеселектәренә, аҙғынлыҡтарына ҡаршы төшөргә ниәтләнгән ул – шул сәбәбе.

– Өфөһөнә ҡайтып китер микән?

– Ундай егеткә оҡшамаған. Үҙенең ҡойроғон ҡыҫып боҫормо, быларҙыҡын борормо – күрербеҙ.

Автобус юл буйындағы ауылдарға туҡтай-туҡтай, эсе тулы пассажир йыйып, сәғәт 3-кә ухылдап саҡ барып етте район үҙәгенә. Ике сәғәттән кире әйләнәсәк, шуғаса Сыңғыҙҙы күреп, универмагҡа, китап магазинына барып өлгөрөргә кәрәк.

Дауахананан, «тихий час» тип, кире бороп сығармаһындармы – киске 5-кәсә. Менәүәрә, бына дыуамал ҡыҙыҡай, тупһанан йүгереп төштө лә һөрән һалды:

– Сыңғыҙ!

Тирә-йүн тып-тын булғанғамы, урыны шундаймы – тауышы шул тиклем шәп яңғыраны, һәр тәҙрәнән тиерлек кемдәрҙер тышҡа күҙ һалды. Сыңғыҙ икенсе ҡатта икән, ул да күренде. Беҙгә, көтөп тороғоҙ, тигәнде аңлатып ишара бирҙе. Туҡталдыҡ. Егеттең мотлаҡ эргәбеҙгә сығасағына шигебеҙ юҡ ине. Беҙ белгән Сыңғыҙ иң ҡырыҫ медсестраны ла өгөтләйәсәк, кәрәк һүҙҙәр табасаҡ таһа.

Ишектән ҡултыҡ таяғына таянған, спорт костюмы кейгән берәү сыҡты. Башынан капюшонын сискәйне – Сыңғыҙ бит, алтын-һары сәстәрен ялпылдатып, сатанлап килә ята ҡаршыбыҙға.

– До свадьбы заживет! – тип һөйләнә үҙе, аяғына ымлап. Битенең күк төшкән урындары һарғайып, уңалып килә. Бер ҡулының суғына гипс һалынған.

– Ике аяғыңда ла гипсмы? – тип Менәүәрә менән икебеҙ бер юлы һораныҡ.

– Һул аяҡта. Өс әзмәүер көтмәгәндә ябырылдылар... Икенсе берәүҙе булһа, үлтерерҙәр ине ул иҫерек баштар. Минең самбо приемдарымдан айнып ҡастылар ахырҙа, аяҡ һынғас, баҫтыра алманым...

– Келәт тыҡрығындағы апайға нишләп кереп йөрөнөң? – Менәүәрәнең шулай тип һорауына аптырап ҡалдым. Егет күндәм генә яуап бирҙе:

– Ҡошсолоҡ фабрикаһына иҫәп-хисап эшенә бер нисә кеше кәрәк буласаҡ, ә ул бухгалтерлыҡҡа уҡыған башы менән складта кладовщица булып йөрөй икән. «Колхозда вакансия юҡ, – ти. – Мәктәптә кассир урыны бар ҙа – аҡсаһы әҙ. Кладовщик ҡулында, исмаһам, иген, ит-фәлән...»

– Кит, оятһыҙ – тип һалды Менәүәрә, ярһып. Сыңғыҙ менән икебеҙ ҙә быға ҡараныҡ та ҡаттыҡ: кем икән ул «оятһыҙ» – теге апаймы әллә ошо егетме? – Анау Заҡуан ағайҙы әйтәм, илленән уҙған башы менән һаман гүләйт итеп йөрөй!

– Гуляйть? – Сыңғыҙ шарҡылдап көлөргә тотондо. Мин дә уға ҡушылып көлмәйенсә сыҙаманым.

– Вот әйттең, Менәүәрә. Их, күпме ваҡыт әрәм була, фабрикаға оборудование килтерергә тейештәр. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары менән һөйләшәһе бар ине: әсәйҙәр, хатта өләсәйҙәр эсә башлаған! Һеҙгә әллә привычно, күрмәйһегеҙме ни? Мин элек, бала саҡта, Таллылағы туғандарға ҡайтҡылай инем, урамда эсеп йөрөгән бисәләрҙе түгел, ир-атты ла почти осратмай торғайным. Ҡышҡы каникулда күргеләнем әсе бал ҡойоп ҡунаҡ саҡырышҡандарын: исем өсөн бер-ике стакан эсәләр ҙә кинәнеп йырлашалар. Иҫтә, бер шулай ағайымдар күп итеп ҡунаҡ йыйҙы, шунда йыр отоп алдым: «Көрәгә төбө ҡыйшайҙы, көрәгә төбө ҡыйшайһа ла, табыр әле хужа шул шайҙы».

– Артынса «Көрәгә!» тип ҡеүәтләнеләрме?

– Кажется, да. Мин «шайҙы» тигәндәрен аңламай баш ваттым. Оказывается, «столько же» тигәнде аңлата икән. Башҡорт теленең ғәләмәт һүҙҙәре бөткөһөҙ, һаман да өйрәнеү өҫтөндәмен. Замечаете, урыҫсаны все меньше ҡыҫтырам. Белдегеҙме?

– Замечаем. Белдек. – Өсәүләшеп йәнә көлөштөк, ҡосаҡлаштыҡ, шулай рәхәт ине беҙгә ошо дуҫлыҡ, ошо фекерҙәшлек.

Шул мәл дауахана ишеге асылды, тупһала аҡ халатлы ҡатын пәйҙә булды.

– Иду, сестричка, иду, милая, – тип юхаланып, Сыңғыҙ беҙгә күҙ ҡыҫты: – тихий час, әттәгенәһе... Бер аяғына ғына баҫып, һикерәнләп атлаған егеттең артынан әҙерәк ҡарап торҙоҡ та универмаг яғына ашыҡтыҡ. Сыңғыҙ өсөн борсолоу тойғоһо юйылды. Һөйләшмәй генә бара торғас, Менәүәрә телгә килде:

– Күп уҡыйһың, Нурия апай, белмәгәнең юҡ. Сыңғыҙҙың күҙе һиңә төшөргә тейеш ине, ә...

– Ә кемгә төшкән һуң? – Юрамал һораным.

– Миңә...

– Тейеш, имеш. Мөхәббәттең уның үҙ ҡағиҙәләре, ул үҙе һайлай, белдеңме?

– Белдем! – Сыңғыҙҙың һүҙен ҡабатлауҙан кинәнес табып тағы йылмайыштыҡ.

Һуңғы ваҡытта, өсөнсө күҙем үк асылмаһа ла, өсләтә диҡҡәт менән ҡарай башланым тирә-яғыма. Сыңғыҙҙың «һеҙгә привычно» тигәнендә дөрөҫлөк бар икән. Бер нисә ҡатындың йыш ҡына һалмыш йөрөүенә иғтибар иттем – сөгөлдөрсөләр. Магазиндың аҙыҡ-түлек бүлегендәге һатыусы апай ҙа көн дә тиерлек бит алмалары ҡыҙарып, телгә бөтөп баҫып тора прилавка артында. Алдаша, тигән даны ла сығып өлгөргән. Сәхи ағай күпме эшләп күтәрмәне ундай яманатты, хәҙер ул промтауарҙар яғында һата. Бәғзе әбей-һәбей ҙә пенсия аҡсаһына эсеп ята, тиҙәр. Бер-икәүһен асыҡланым – яңғыҙ ҡарсыҡтар. Исемдәрен әйткәйнем, Сәкинә апа уларына шундуҡ үҙе барып ураны: «Әҙәм көлкөһө, эсеп үлеп ятһағыҙ, ожмахҡа түгел, тамуҡҡа ла индермәҫтәр. Туҡтамаһағыҙ, йыйылышҡа саҡыртып, рисуай итәм мир алдында!» – тип ҡурҡытҡан. Ҡурҡыуҙан уҙмаһалар ярай ҙа...

Торараҡ ауылда эскелеккә һабышҡан кешеләрҙең күбәйеүе, улар араһында ҡатын-ҡыҙҙарҙың да булыуы хаҡында һөйләшергә ҡатын-ҡыҙҙар советының махсус ултырышы уҙғарылды. Унда Сәмиғуллин, фельдшер Әүхәт, парторг Ғилман, баш агроном Искәндәр ағайҙар, Сыңғыҙ, ферма мөдирҙәре һәм ике бригадир ҡатнашты. Аҡназар ағай ҙа саҡырылғайны, районда эшем бар, тип һылтаулап килмәне.

Сәкинә апа үҙе күп йылдар етәкләгән советтың эше хаҡында ҡыҫҡаса ғына һөйләне лә төп мәсьәләгә күсте:

– Күҙ алдында эскелек һаҙлығына батып бара халыҡ! (Ул шулай арттырыбыраҡ ебәрә ғәҙәттә.) Ирҙәре ярай әле, бисәләр эсә! Хужа эштән ҡайта арып-талып, асығып, хужабикә эт һуғарып йөрөй, шунан иренән туҡмала, сәрелдәп милицияға йүгерә. Магазинда араҡы иркен һатыла, һатыусы үҙе эсә, юҡҡамы ни исемен юрамал боҙоп әйтәләр: Гөлисә түгел хәҙер – Гелэсә… Ҡыҫҡаһы, иптәштәр, етәкселәр ҙә бында, минең башым тубал булды ошо хаҡта уйлап, әйҙәгеҙ, бергәләп тотонайыҡ, эскелекте бөтөрәйек! Эскән ата-әсәнең балаһы нисек уҡырын, ниндәй тәрбиә алырын аңлайһығыҙ. Тәҡдимдәрегеҙ?!

Йыйылған ун дүрт кешенең һәр ҡайһыһы ниндәйҙер һүҙ әйтмәй ҡалманы. Ә мин протоколға теҙеп яҙа барҙым. Сәмиғуллин эскелек арҡаһында ҡылынған енәйәттәрҙе билдәләне:

– Машина-тракторҙа, мотоциклда авариялар йышайҙы, – тине. – Хәҙер фермаларҙа, ырҙын табағында, баҫыуҙа техника күбәйҙе, ә производствола ҡаза күреүсе кем – эскесе. Көнкүреш енәйәттәре артты, үлтерешкә барып етмәһәләр ҙә, ирем туҡмай, тип миңә йә депутатҡа йүгереп килеүсе ҡатындар әҙ түгел. Ниндәйҙер өҫтәмә саралар кәрәк, бер үҙем нисәмә ауылды йүгәнләп тота алмайым.

– Эсеп үлеүселәр бар. Араҡы бауырҙы бер нисә йылда теткеләп бөтөрә, шәкәр ауырыуын көсәйтә. Ә «белая горячка»?! Районға вытрезвителгә ебәрһәң, штраф һалалар – фельдшер ҡара дошманға әүерелә. ЛТП-ға оҙатырлыҡ ирҙәрен дә йәлләйҙәр ҡатындар, унда төрмә һымаҡ, тип ишеткәндәр ҙә... – Әүхәт ағай шулай тип әсенде.

Ферма мөдирҙәре, бригадирҙар мал аҙығын, игенде урлап һатыу осраҡтары йышайыуына зарланды. Агроном Искәндәр ағай, уларҙы йөпләп, ҡыҙып китте:

– Аҡса менән хисаплашыу бөттө хәҙер, понимаете ли, бер тоҡ фураж – бер ярты. Пенсионер әбейҙәр төндә араҡы осороп ултыра: бер йөк бесән – өс ярты, утыны – ике ярты, ти, черт возьми! Самогон менән ҡыйланыусылар ҙа бар, сөгөлдөрлө яҡ бит беҙ... Колхоз рәйесенә әйтһәң, районға сыға ла тая, парторгы райкомдан ҡайтып төшмәй, понимаете ли!

– Понимаете ли, һинән яҡшыраҡ аңлайбыҙ, ҡусты! – тип һикереп торҙо пар- торг. – Көн дә отчет, кәңәшмә, взнос – ҡысынып йөрөй, тиһеңме ағайыңды ул райкомға. Ана, әлеге эскеселәрҙең исемлеген талап итәләр хәҙер. Вытрезвителдең дә, ЛТП-һының да үҙ пландары бар, әттәгенәһе.

– Уныһын бергәләп эшләрбеҙ, – тип һүҙ ҡыҫтырҙы Сәмиғуллин.

– Вообще, участковыйҙың төп эше ул, бөтәһен дә миңә өйәләр.

– Үҙегеҙ шулай теләнегеҙ, ҡыҫылмаған ерегеҙ юҡ...

Ахырҙа Сыңғыҙ һүҙ һораны.

– Урыҫса ҡатыш һөйләүемдән уңайһыҙланып ултыра инем, бында минең ишеләр юҡ түгел икән. – Шулай тип төрттөрөп алмаһа булмай инде уға. – Бик етди, стратегик мәсьәлә хаҡында һөйләшәбеҙ. Ниндәйҙер өҫтәмә саралар кәрәк, тине участковый. Кәрәк – тик ниндәйҙер түгел, ә конкрет саралар! Бөгөн үк, ошонда уҡ билдәләп, ҡарарға теркәйек уларҙы. Белдегеҙме?

– Бәлки, үҙең тәҡдим итерһең «конкретыңды»? – Бер нисә кеше бер ыңғай шулай өндәште.

– Пожалуйста! – Сыңғыҙ теҙеп тә һалды: – Ҡалала милицияға дружинниктар ярҙам итә. Беҙҙә юҡмы ни дружинник булырҙай егеттәр? Бер участковыйҙы ҡырҡҡа ярайыҡмы ни?! Өлкән синыф уҡыусылары, комсомолецтар, дежурға сыға ала. Берме? Мал аҙығын, игенде урлатырға юл ҡуйғаны өсөн етәкселәрҙе яуапҡа тарттырырға, ә бурҙарҙы – штрафҡа. Кемдер партия шелтәһен алыр, кемдер – аҡсаһын һалыр. Тәүге тапҡырға үҙ-ара, районға еткермәй, хәл итергә лә була. Икеме? Постоянно эскән Гелэсә апайҙы немедленно эшенән ҡыуырға! Яңы һатыусыға шарт ҡуйырға: бесән өҫтө, ураҡ мәлендә ауылға араҡы килтермәҫкә, башҡа осорҙа ла сама белергә – билдәле бер сәғәттә генә һатырға. Өсмө? Сәкинә апа, һеҙҙең советҡа, һәм, әлбиттә, уҡытыусыларға, был йүнәлештә эштең осо ла, ҡырыйы ла юҡ. – Апа ауыҙын аса ғына башлағайны, Сыңғыҙ алдан алды: – Эйе, уҡытыуы ла, тәрбиәһе лә, агитаторлығы ла – тотош һеҙҙең өҫтә, ә нишләмәк, уҡытыусы – ауылда иң белемле кеше. Традиция! Ата-әсәләр менән әңгәмәләр ойошторорға кәрәк, эскелек тураһында лекциялар уҙғарырға. Һәм бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарҙы просвещать итергә: ни генә тимәгеҙ, донъя тотҡаһы – сәңгелдәк бәүеткән ҡулда, «Рука, качающая колыбель – владеет миром» ти урыҫтың бер шәп мәҡәле. Белдегеҙме? Ире эсмәһә, тормошо матур, балаһы өсөн йәне тыныс булырын һәр ҡатын аңлай. Йыйылышып кәңәш ҡороғоҙ, һәйбәт ғаиләләрҙең тәжрибәһен өйрәнегеҙ, уларға арнап кисәләр уҙғарығыҙ, район гәзитенә маҡтап яҙығыҙ. Дүртме?

Шунда минең башымда ла бер идея тыуҙы:

– Кәнсәләр алдына стена гәзите элергә була: эскеселәргә карикатуралар менән. Иң шашҡандарының исемдәрен атарға.

– Дөрөҫ, Нурия. Бына һеҙгә – бишме? Конкретикаға килгәндә, алкоголизм дәрәжәһенә еткәндәрҙе дауаланырға ебәрергә кәрәк. ЛТП-ға. Лечебно-трудовой профилакторий – төрмә үк түгел, әммә унда үҙ ваҡытында эләгеп, сиренән ҡотолмаһа, эскесене төрмәһе лә көтөп кенә тора... Һуңғы сиккә етмәгән, әммә араҡы менән ныҡ мауыҡҡандарҙы ҡыҫымға алайыҡ. Әйткәндәй, аҡһаҡалдар юҡмы ни хәҙер ауылда? Һаҡал һыйпап ҡына ултырмаһындар әле, егелһендәр общественный эшкә, давай, уларҙы ла ҡуҙғатайыҡ! Алтымы? Ауыл тулы буйҙаҡ егеттәр йөрөй, көтөүе менән. Эскеләйҙәр. Шырмый Иҡсан әйтешләй, «Холостяктар ассоциацияһы» төҙөгәндәр, ти, ысынмы-бушмы. Срочно ҡалаға ҡасҡан ҡыҙҙарыбыҙҙы ҡайтарырға! Берәй байрам уйлап сығарып, исемләп саҡырырға, һөйләшергә, өгөтләргә! Нурия был йүнәлештә эш башлаған, уға булышайыҡ. Етеме? Оҙаҡ, ихлас һөйләштек. Ҡарар ҡабул ителде.

Аҡназар ағай хаҡында һүҙ сыҡҡас, Сәмиғуллин уртаға фекер һалды:

– Һеҙҙең һәр берегеҙ уға ҡайһы остандыр нәҫел, шуға күрә уйлағанығыҙҙы әйтергә ҡыймайһығыҙ. Халыҡты әҙәмгә һанамауы, ер-һыуҙы ҡәҙерләмәүе, эшен дә урта звено белгестәренә һалып ҡуйыуы билдәле, ә түҙәһегеҙ. Районға сабыуы ла отчет-фәлән өсөн түгел – уны көн һайын кем талап итә, сводканы телефондан биреп торалар – һөйәркәһе бар унда. Белдегеҙме? – Сәмиғуллин йылмайып ҡуйҙы, Сыңғыҙҙы үсекләгәндәй иткәнен һиҙҙе. – Колхозсыларҙың үҙҙәренән тора: рәйесте түгел, ана, унан юғарыраҡтарҙы алып ташлайҙар. Белеме лә – әллә ҡасанғы техникум, беҙҙә нисәмә белгес бар хәҙер вуз бөтөргән, йәғни резерв юҡ түгел.

– Мына – Искәндәр, понимаете ли. – Парторг күрһәткән кандидатура барыһының да күңеленә хуп килде, ахырыһы, ҡул сабып ебәрҙеләр.

38[edit]

1972-нең йәйе ғүмергә хәтерҙә ҡалыр, моғайын. Тормош һәр саҡ ваҡиғаларға ни тиклем генә бай булмаһын, бәғзе йылдар яҙмыш сәсмәүеренә айырыуса ялтырап, йөрәгеңде йә наҙлап, йә әрнетеп һиҫкәндерер өсөн сыңлап торасаҡ иҫтәлекле талир тәңкә булып баулана.

Сатлама һалҡындары менән быуынға төшкән ҡыш ҡарһыҙ килеүе менән дә бәкәлгә һуҡты. Көҙҙән дәррәү ҡалҡҡан зөмрәт йәшел ужымдарҙы декабрь уртаһында ғына әҙ-мәҙ ҡар ҡапланы. Уңарсы өс аҙнаға һуҙылған ҡаты һыуыҡтар уларҙың тамырҙарын туңдырып өлгөргәйне, моғайын. Ҡыш уртаһында буранлап ҡар яуҙы-яуыуын, әммә әүәлгесә бейек-бейек көрттәр буралманы. Тау ҡыраздары һаман яланғас ята бирҙе. Бүреһуҡҡан олатай, ҡарттар менән һөйләшеп алғас, ҡоролоҡ килмәгәйе тип, Аҡназар ағайға өс тапҡыр барған, тота алмаған. Ахырҙа агрономға – Искәндәр ағайға әйтеп киткән: «Понимаешь, уланым, ҡоролоҡ буласаҡ йәйгеһен, ишетһен ҡолағың, – тигән. – 1948-ҙә, хәтерләйбеҙ, иген түгел, бәрәңге лә уңманы. Сөгөлдөрө беҙгә килеп етмәгәйне әле, уныһын белмәйем. Бесән булмағас, колхоз малының күп өлөшө иткә оҙатылды, халыҡта ла мал башы ныҡ ҡыҫҡартылды. Балбабай ҙа, ул йылды бал булманы, айырылған күстәрҙе урманға осорҙоҡ, дадандағыларына ҡышҡыһын әҙ-мәҙ шәкәр ашаттыҡ, тип иҫләй. «Хәҙер ни техника заманы, олатай, улай уҡ булмаҫ, моғайын», – тигән агрономға тағы бер хәлде киҫәткән: – Янғындан һаҡ булырға кәрәк, урмандар янды ул йылды. Ауылда тотош урам күккә осто – ете йорт бер ыңғай. Өйәңке күле аръяғында, хәҙер ул күл ҡороно, атамаһын да ололар ғына хәтерләй, элгәре айырым ғына ултырған бер ҡәүем бар ине, шулар мөлкәтһеҙ-малһыҙ һыпырылып ҡалды. Ярай, баштары иҫән булғас, колхоз да, кешеләр ҙә ярҙам ҡулы һуҙып, яңынан нигеҙ ҡорҙолар – Биксәнәйгә терәлеп торған оста». Искәндәр ағай ҡолағына элгән аҡһаҡалдың һүҙен, белгестәр менән ҡор йыйып кәңәшләшкән дә, байтаҡ саралар күргән – аҙаҡ асыҡланды. Юғиһә, бер Толпарлыға ғына түгел, тотош ил өҫтөнә ябырылған ҡоролоҡ афәтенең эҙемтәләре күпкә ҡурҡынысыраҡ булыр ине ауылыбыҙ өсөн.

Сөгөлдөрҙө Һыҙа буйынараҡ, уйһыуыраҡҡа, төшөрөп сәстергән агроном. Майҙанын ҡағыҙҙа элеккесә ҡалдырып, ысынында ҡыҫҡартыңҡыраған. Рәйескә әйтеп тормаған, уныһының бында килеп тә урамаҫын белә. Клевер, рапс кеүек үләндәрҙе беҙҙә бер нисә йыл инде сәсеп, һыу һибеп үҫтерәләр – һуғарыу, тиҙәр. Ана шул бесәнлектәрҙе арттырғандар – баш механик, ферма мөдирҙәре, бригадирҙар бер төптән эшләгәндәр һәр ҡайҙа. Урман хужалығы начальнигы үҙенең шефын – Бүреһуҡҡан олатайҙы ул шулай тип йөрөтә – саҡырып фекерләшкән: ҡарағаслыҡты уратып киңерәк итеп һөрөргә, Аҡназар ағай ҡоротторған һаҙлыҡтар тирәһендә лә бураҙналар ярырға кәрәк, тигән ҡарарға килгәндәр. Янғын һүндереү һағындағы машинаға ҡушымта итеп өс ат бирелгән, арба-мискә хәстәрләнгән һәм яуаплы кешеләр тәғәйенләнгән.

Сәмиғуллин туплаған дружинниктар өй беренсә йөрөп сыҡты: һәр кемгә ҡул осонда биҙрә, көрәк-фәлән тоторға, саң ҡаҡҡан тауышты ишетеү менән, көнмө-төнмө, ярҙамға килергә ҡушылды. Халыҡ күп йөрөй торған урындарға «Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай – янғындан һаҡ булығыҙ!» тигән плакаттар эленде.

Ә ҡоролоҡ ҡот осҡос булды. Июндән авгусҡаса ямғыр яуманы тиерлек. Болоттар эркелеп кенә килә лә, ямғырын һаранланып ҡына Күрәнле буйлап һибәләп китә йә Толпарсыҡҡан яғына ҡоя. Йәшенләп килгәне дөмбөрҙәй-дөмбөрҙәй ҙә саңды ла баҫмай, исмаһам: эре тамсылары юл тупрағын тишеп, шаҙралап ҡына ҡуя.

Июль уртаһында унда-бында урман янып киткеләне. Әлдә янғын һағы уяу, уҙындырманылар утты. Кипкән һаҙлыҡтар янды, әҙәм аптыратып – борон тап улар, дым бөркөп, тирә-йүнде ҡоролоҡтан ҡурсалаған. Ҡарағас урманын һәм Сәтләүеклекте ҡарттар һаҡлап ятты. Эйе, шунда күсенделәр хатта: кәртә ҡағып, ҡабыҡ-фәлән менән көпләп ҡыуыш һымаҡ торлаҡ йүнәттеләр ҙә. Өс-дүрт көнгә бер алмашыналар, гәп һатып кинәнәләр – ихлас йөрөйҙәр, үҙҙәренең кәрәклеген тойоп һөйөнәләр. Араларында мылтыҡлы һунарсы ла бар, әлбиттә, юғиһә ул яҡта, Айыусы һыртында, тайыш табан килеп юлыҡмаҫ тимә!

Ауылды ут бәләһе урап үтте. Аласыҡтамы, тыштамы – ҡоро-һары яғыу тыйылды, мунса ҡараусыһыҙ ҡалдырылманы. Улай ҙа Күрәнле буйында малай-шалай усаҡ яғып, шауҙырлап кипкән ҡамыштар янып китте бер килке – һыу ныҡ ҡайтып, ярҙағы үләндәр ҡороп бөткәйне. Халыҡ биҙрә-көрәк күтәреп килеп, һыу һибеп, ҡом-балсыҡ ырғытып янғынды тонсоҡторҙо.

Ә баҫыуҙар нисек язаланды был ҡоролоҡтан! Искәндәр ағай, ужымдарҙы терелерме-юҡмы тип көтөп тормай һөрҙөрөп, урынына яртылаш кукуруз, яртылаш көнбағыш сәстергәйне, үҫеп киттеләр китеүен, артабан нишләрҙәр – күҙ күрер.

Тауҙағы сабынлыҡтарҙа, урман эсендәге бәләкәсерәк аҡландарҙа бесән булды, яландар иһә, ялтас баштай, тап-таҡыр ята. Уның ҡарауы, сәселгән үләндәр бер ҡат сабылды, инде икенсегә күтәрелеп килә.

Матбуғат саралары ҡоролоҡ хаҡында туҡтауһыҙ яҙа, һөйләй, күрһәтә. Быйылғы шарттарҙа ла уңышһыҙ ҡалмаясаҡ райондар өлгө итеп ҡуйыла, белгес кәңәштәре баҫыла, бер-бер артлы хөкүмәт ҡарарҙары донъя күрә. Тик ул ҡарарҙар илдең төньяғын һәм урта өлөшөн иңләп килгән афәтте туҡтата, ямғырҙарҙы бойороҡ биреп яуҙыра алмай шул. Тап ошондай мәлдәрҙә һыналалыр ҙа инде һуңғы осорҙа модаға инеп киткән «кеше факторы» тигәндәре. Беҙҙең Искәндәр ағай һымаҡтар, мәҫәлән, тәбиғәттең хәлен ниндәйҙер кимәлдә еңеләйтә ала – инандым быға.

Тын алғыһыҙ эҫе бер көндө (плюс 41 градусҡа барып менде термометрҙың терегөмөшө) Саҡмайылғаға лавкаға килгән ыңғайында Әсмә шылтыратты – Яңы өйгә телефон үткәрттергәйнем, өләсәйемдең орденлы ветеран икәнлегенә таянып, бына изгелеген күрәм. «Ҡыҙый, теге ҡарағайҙың бер асаһы ҡороно. Ҡышҡы сасҡауҙа туңғандыр, әле килеп – эҫе, тамсы ямғыр юҡ. Тикмәгә түгел, ишара был, әхирәткәйем!» – тип әйтеп өлгөрҙө, бәйләнеш өҙөлдө. Саҡмайылғала һаман шул йүнләп эшләмәгән рация менән көн күрәләр. Әсмәнең ишетмәҫен белһәм дә, трубкаға: «Ошо көндәрҙә барып сығырмын, көт! Ҡартәсәйемде лә эйәртәм», – тип өҫтәп әйтеп ҡуйҙым. Әллә ҡасан вәғәҙә иткәйнем, һаман үтәй алмайым...

Бер арала йөк машинаһына ултырып Саҡмайылғаға барҙыҡ, унан инде Хәтимә апайҙың Сәғәҙәте беҙҙе мотоциклда Айыусыға биш-алты минутта алып барып еткерҙе. Ҡартәсәйем үҙе йәүкәләп ашыҡтырҙы, Әшрәф тә, ике көндән бушайым, бергә барырбыҙ, тип тора ине, юғиһә.

Әсмәләрҙең хәлдәре элеккесә: алға ла китмәгән, артҡа ла шылмаған. Ниңә ул тиклем хафаланды икән әхирәтем? Йөрәге бер-бер хәүеф һиҙәме? Ҡартәсәйем тәғәйен бурыс менән килде – ясин сүрәһен уҡырға.

– Рәйхана инәй, өсөбөҙгә лә ясин сығып кит, йәме, ҡарурманда, ҡырағай хайуандар араһында көн итәбеҙ – һаҡлыҡҡа, тимен... – Әсмәнең шулай тиеүе йөрәгемде һеркелдәтте. Суфия апайҙың күңелен аяуымы, әллә үҙе өсөн дә шөбһәләнеүеме?! Ҡартәсәйем ясин атҡарғансы, баяғы асалы ҡарағай янына барып ураным. Уф, Аллаҡайым, бығаса ла күрмәнем түгел дәһә ҡороған ағастарҙы, ә был юлы әлеге күренеш бәғеремде өшөттө: әйтерһең, әсә балаһының үле кәүҙәһен күкрәгенә терәп баҫып тора. Ҡороған асаһы бәләкәсәйеп ҡалған, энәләре ҡойолоп, һөлдә рәүешенә ингән, ә йәшеле уның яғына эйелеберәк киткән... Һаман да – Әсмәнең образы.

Аҙна ла үтмәне, әхирәтем тағы шылтыратты: «Артурым...» – тип бер генә һүҙ әйтте – аңланым. Таңғы биштәр ине. Был юлы Толпарлынан байтаҡ кеше барҙыҡ: Әшрәф, Сабир, Менәүәрә менән мин, Сәмиғуллин, Әүхәт ағай һәм тағы бер нисә ир-ат, кемеһелер йыназа уҡыясаҡ икән. Саҡмайылғанан Хәтимә апайҙар беҙҙән алда барып еткәйне. Ҡартәсәйемдең артымдан: «Хәтимәгә әйт, Суфияны оҙатырға ла әҙерләнһендәр, тәрбиәләргә уның әхирәттәре барыр, – тип ҡалды. – Мин ҡөрьән сығырмын, иншалла, икеһенә лә. Нурия, әле эштән бушап тораһың, ҡалып тор, әхирәтеңә иптәш булып, ҡолоҡасым».

Күрәҙәлеге, эйе, бар ҡартәсәйемдең. Шул һүҙҙе яратмай үҙе, өнәмәй. Яҙмыш ғали йәнәптәрен бәндәләр алдан күрмәй, һиҙемләй генә ала, ти. Артурҙы ерләгәндең өсөнсө көнөнә Суфия апай йоҡоһонан уянманы. Кистән Әсмәне түшәге янына саҡырып, аяҡ осона ултыртып алып һөйләште. Дөрөҫөрәге, был ике ҡатын һүҙ ҡатышмай, күҙгә күҙ бағышып аңлашты: кискән ғазаптары, ғәзиз кешеләренә булған тойғолары, бер-береһенә рәхмәттәре – ҡараштарында. Улай ҙа Суфия апай бер һүҙ әйтте: «Фәрештә». Ишетеп торҙом. Шым ғына иланым. Ирендәремә яғылған тоҙло күҙ йәшемде йотоп, мин дә «Фәрештә» тип ҡабатланым...

Йортонан ике мәйет сыҡты, йыназа атҡарылды, килгән һәр кем үкһемәй сыҙаманы, хатта ир-аттар ҙа йәшереп кенә күҙен һөрткөләне, ә әхирәтемдең бер бөртөк йәше лә тәгәрәмәне.

– Ысҡындырыр... – тине ҡартәсәйем, Әсмәне Толпарлыға эйәртеп алып ҡайтҡас. Гелән уның тирәһендәрәк үҙ алдына һөйләнеп йөрөнө: – Өйөлөп килде бит хәсрәттәре, күҙ йәше ҡатҡан, яйлап имшер, ебәрер... Суфия һеңлекәште әйтәм, мәрхүмә, динебеҙҙе таныған икән. Бәс, Себер татары тигәс тә, мосолман ҡәүеме ләһә. Әй, бисараҡай, ғәзиз улыҡайын ҡәҙерләп ерләгәнде күреп, разый булып китте... Сирле генә йөрәге сабыр иткән... Әсә йөрәге!

Ҡартәсәйемдең шулай йәлсел тауыш менән һамаҡлауына әхирәтем ахырҙа сиселеп илап ебәрҙе. Аңлап торам да ул Зирәк Рәйхананың махсус шундай йән әрнетерлек һүҙҙәр һөйләүен – барыбер түҙеп торғоһоҙ ауыр! Бер мәл кемдеңдер керпек ҡаҡмай миңә төбәлгәнен һиҙеп ҡалдым. Әшрәф икән, тышта беҙҙең тәҙрәнән күҙен алмай зарығып тора. Кит, тигәнде ишаралап ҡул һелтәргә генә уйланым да, сығып телем менән әйтергә булдым: «Бөгөндәрҙә генә килмәй тор, дуҫҡайым, әле саҡ сығып килә ҡулсанан – бер ыңғай ике кешеһен юғалтты», – тинем. Әшрәф, бер ни әйтмәй, башын эйеп ҡайтып китте. Аяҡтарын бигерәк тә ныҡ һөйрәп атлағандай тойолдо был юлы.

Ниһайәт, Тубылдан да хәбәр килде: Суфия апай мәрхүмәнең ҡыҙы шылтыратты – Артур вафат киткәс тә, әсәһенән һуң да үҙем хәбәр итеп, номерыбыҙҙы әйткәйнем шул. Киләм, саҡ форсат сыҡты, ти. Бәлки, алыҫ ара бит. Ҡустыһын оҙатырға өлгөрмәһә лә, әсәһен күрергә ашығырға тейеш ине лә...

– Килегеҙ, юлды беләһегеҙ. – Әйтеп тә өлгөрҙөм, ҡартәсәйем трубканы ҡулымдан тартып тигеләй алды ла: – Балаҡай, ҡырҡын уҙғарышырға ниәтлән, хәйер таратырһың, зыярат ҡылырһың – өсәү ята улар хәҙер Айыусы тупрағында, – тине. Әллә асыуланырға итәме, тип ҡурҡа төшкәйнем, уф! Трубканы һалғас, минең ҡолағыма киртеүеме, өҫтәп ҡуйҙы: – Әй, ҡыҙ бала... Ире уны нисек хөрмәт итһен, үҙен үҙе түбәнһетә ләһә! Кемдер берәү ҡырын ҡарар тип, әсәңде ҡыр тибергәме ни?!

Ҡоролоҡ ил кимәлендә ифрат дәрәжәлә ҡурҡыныс, күрәһең. Леонид Ильич был мәсьәлә менән шәхсән шөғөлләнә, әлеге көндә ул Ҡаҙағстан һәм Себер буйлап ун көнлөк юлға сыҡты, тип хәбәр итте гәзиттәр. Ул яҡтарҙа иген ярайһы уңған, тиҙәр. КПСС Үҙәк Комитеты һәм Политбюро СССР-ҙа аҙыҡ-түлек ҡытлығына юл ҡуймаясаҡ, тип вәғәҙә итә Генераль секретарь һәр сығышында. Шулай була күрһен, әйтәгүр.

Башҡортостан етәкселәре лә, юғарынан күрмәксе, райондар буйлап йөрөп яталар. Беренсе секретарь Миҙхәт Шакиров яңыраҡ Ҡырмыҫҡалыла сөгөлдөрсөләр менән осрашҡан, Илештә игенселәрҙе йыйып һөйләшкән. Ауыл халҡы, ярай, үҙенә етерлек ризыҡ-сырса табыр. Ә бына ҡалалағылар нишләр? Иң башта Шәрифә апайым иҫкә төшә, үҙеңдеке – үҙәктә. Яңыраҡ шылтыратышып алғайныҡ, беҙ тип борсолмағыҙ, баҡсабыҙҙа сейә генә булмаҫ, сәскә атты ла ҡойолдо, алмаһы, ҡарағаты – етерлек, картуф менән һуған-фәләнде һыу һибеп үҫтерәбеҙ, тип тынысландырҙы. Ҡала кешеләренә ике-өс йыл ғына әле ер биреүҙәренә, шул 6 сутыйҙарында сәсмәгән нәмә ҡалдырмайҙар. Йәбешеп ятып эшләүҙәрен әйт. Бәс, ҡала тигәс тә, ундағыларҙың йәнтөйәге лә ауыл даһа, Сыңғыҙ әйтмешләй.

Сыңғыҙ тигәндәй, ундайҙар өсөн, бер ҡараһаң, «идея тыуҙырыусы» тигән вазифа уйлап сығарырға кәрәк. Түләүле вазифа. Уның бәғзе идеяһына башта шикләнәһең, ә аҙаҡ бот сабаһың, нишләп үҙебеҙҙең башҡа килмәгән, тип. Айыусыға барғанда, Әсмәләр йәшәгән йәсләне, унан да былай – буш торған мөһабәт клуб бинаһын күреү менән: «Ниндәй бесхозяйственность!» – тине лә шаҡ ҡатты. Ул юлы, ҡайғылы сәғәттә, һүҙ ҡуйыртманы, әммә, күпмелер ваҡыт үткәс, лесхоз директорына барып еткән: «Толпарлы урман хужалығына иң ҙур майҙандағы урмандар ҡарай, ә лесничество етәксеһе ауыл осондағы бәләкәс кенә иҫке йортта ултыра,– тигән. – Халыҡ, эш урыны алыҫ тип, уның өйөнә йөрөй, мәшәҡәтләп. Нишләһен, иртәле-кисле ҡабул итмәй хәле юҡ, ауылдашты нисек бороп сығарһын».

Күҙ алдыма килә был һөйләшеү... Ҡур өҫтәл артында ултырған етди ҡиәфәтле начальник янына модалы кейенгән оҙон сәсле егет барып инә. Һаулаша, үҙен иркен тотоп ҡаршыһына барып ултыра. Әй, ултырырҙан алда стеналағы һүрәт-плакаттарҙы ҡарай һалып сыға һәм, сәстәрен артҡа ташлап, һүҙ башлай. Әй, һомғол матур бармаҡтарын өҫтәлдә еңелсә йүгертеп ала, пианино клавишаларына баҫҡандай итеп.

Директор һағайып ҡала: әллә, алдан хәбәр итмәй-нитмәй, тикшереүсе килгәнме? Һүҙҙең айышына төшөнгәс, был заманда күбәйә башлаған ҡыйыу йәш әтәстәрҙең береһе икән, тип, креслоһына йәйелеберәк ултырып, һорау бирә:

– А что ты предлагаешь?

– На «Вы», пожалуйста. Мы еще не настолько близко знакомы для такой фамильярности, – ти Сыңғыҙ, руссаға күсеп. Хужаның төркилегенә төртөп күрһәтеп торған ҡуңыр йөҙөнә, яҫы яңаҡтарына юрамал текләп ҡарап алғас, дауам итә: – Именно. Предлагаю.

– Тыңлыймын сезне. – Хужа татарсаға күсә.

– Ғәфү итегеҙ, һеҙ ҡайһы райондан?

– Илештән.

– Илеш башҡорто, тимәк. Сыңғыҙ, тегеңә һүҙ ҡыҫтырырға ирек бирмәй, төп хәбәрен башлай – тиккә туҙып ултырған биналар хаҡында. Уларҙы тәғәйенләп тә ҡуя: йәсләһе – теген цехына, клубы – лесничествоға, бер өлөшө – почтаға. Ике бина өсөн дә ауыл уртаһында уңайлы урын бар, заготконтораның иҫке келәттәре һүтелде – шунда.

– Аючы авылы хакында белми идем... Бер ел гына монда килүемә. Яңа, яхшы биналар, дисезме?

– Эйе. Уларҙың һис кемгә хәжәте юҡ ине бығаса, бер ойошманың да балансында түгелдәр. Белештем. – Быныһын мутлашып өҫтәй Сыңғыҙ, сөнки директорҙың күҙҙәре ялтырап киткәнен күрә.

– Күчереп куйдыгызмы әле?

– Һүтеп ташый башланыҡ.

– Ә нигә миңа килеп житештегез, хәл ителгән ич?

– Беҙҙең урман хужалығы балансына алығыҙ, күтәртеп ҡуйырға ярҙам итегеҙ. Транспорт, оҙон билле вертлюгалар кәрәк буласаҡ, бүрәнәләрҙең яртылашы 12-шәр метр, 7 метрлыһын ташып алдыҡ инде. Унан тағы, мүк-фәлән, ҡаҙаҡ кәрәгер. Оҫталарға – әҙ-мәҙ аҡса. Буштың атаһы үлгән.

– Кайчан үлгән? – тип шаярта мәсьәләнең әллә ни ҡатмарлы булмауына ҡәнәғәт ҡалған хужа.

– Беҙ тыуғансы уҡ... – Сыңғыҙ, хәйләкәр, үҙенең яратҡан әйтеменең үтемле булыуын тағы бер ҡат иҫбатлап, хужаның да үҙенән әллә ни өлкән булмауын, йәғни замана кешеһе икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып ҡуя. Апаруҡ дуҫтанә мөнәсәбәттә хушлашалар.

– Илеш башкорты, дисезме? Картәти әйткәли иде... – тип ҡала хужа.

– Илештәр мәҙәниәтле яҡ, шәжәрәгеҙ юҡ түгелдер, белешегеҙ, – тип китә Сыңғыҙ.

Брежнев сәфәрҙә йөрөгән осорҙа Әлфиә апалар үҙҙәренең тыуған яғына ҡайтып китте. Абыйға, биғәйбә, тип ҡалдылар. Хатта еңел һуланылар: химияны уҡытырға яңы кеше киләсәк, бәлки, уныһынан уңыр мәктәбебеҙ. Апа менән айырылышыу еңел булманы. Үҙе лә тәрән кисерҙе – күрҙек, аңланыҡ.

Һәр уҡытыусының, нисек кенә бөтә баланы ла тиң күрергә тырышмаһын, барыбер айырып ҡарағаны, яратҡаны, ҙур өмөт бағлағаны була. Әлфиә апа мине үҙ итте, әммә Камилды бигерәк яҡын күрҙе. Камил да, шуны һиҙепме, уға ныҡ эҫенде, ботаника мөйөшөнән сыҡманы, ә йәйҙәрен мәктәп алды баҡсаһынан бушаманы. Һуңғы йылдарҙа бигерәк тә шунда эйәләште. «Ботаник буласаҡ ағаң!» – Камила алдында шулай фәстергәнен ишетеп, биш минутҡа алдан тыуған берәү, тип уйлап йылмайып ҡына ҡуйғайным, тора-бара иғтибар иттем: ысынлап ылыҡты ҡустым был фәнгә.

Ошоларҙы иҫбатлағандай, Әлфиә апай, күсеп китерҙәренән алда, минең менән Камилды мәктәп баҡсаһына саҡырып алды. Унда беҙҙе Сыңғыҙ менән Искәндәр ағай көтөп тора ине. Уларына бында нимә ҡалған, тиһәм, ҡалған икән шул.

– Камил, әйҙә, ағайҙарыңа экскурсия үткәрә башла, тәүҙә оранжереяны күрһәтәйек, – тип ҡаршыланы апа. – Бар шул беҙҙең мәктәптең оранжереяһы – районда берәү! Ундағы сәскә-гөлдәрҙең иштәре тышта, асыҡ һауала ла үҫә, ә эстә, ҡыйыҡ аҫтында, йәйен-ҡышын раузалар сәскә ата. Рауза тигәндәй, Мәүлиҙә йәшәгән Донецкиҙа (элекке Сталин ҡалаһы, имеш) үҫкән раузаларҙың ун ике төрө беҙгә күсергә өлгөрҙө – унда 117 төҫлөһө бар, ти бит! Ә теге зәңгәр рауза көҙгө сәскә байрамдарында Толпарлы мәктәбен еңеүсе итә лә ҡуя. Ошо гөлдәрҙе, ошо ауылды, һеҙҙе, Камил, һине – һағынырмын инде! – тине уҡытыусыбыҙ, баҡсаға сыҡҡас.

– Йыл да ҡунаҡҡа килерһегеҙ! – тигән Камилға һоҡланып ҡараным. Оло кеше һымаҡ һөйләшеп торасы.

– Һинең ҡулыңа ҡала был баҡса, Камил. Яңы ботаникка ярҙам итерһең, тим. Тағы бер йылдан институтҡа барасаҡһың, шуғаса урыныңа үҙең һымаҡ уңған, яуаплы алмаш әҙерлә, йәме.

– Апа, агрономия факультетына инермен, моғайын. Уҡытыусы сыҡмаҫ минән.

– Агроном шул баҡсасының үҙе инде... Йәл, мин һине ғалим-ботаник тип күҙаллай инем. Ваҡытың бар әле, уйла, теләгәнеңде һайла, улым!

Улым, тине? Әлфиә апаларҙың балалары юҡ шул, Камилды уғата яҡын тартыуы улы һымаҡ күреүҙән дә икән. Әй, Раббым, ошо апа кеүек күркәм ҡатынға ла бала бирмәҫһең икән?! Тиҙ генә кире алдым дәғүәмде: үҙең генә беләһең, һинең генә ихтыярыңда, Аллаһ...

Беҙ һөйләшкән арала Сыңғыҙҙар нәҙек кенә һайғауҙар менән тәпәш итеп кәртәләнгән бойҙай түтәле янында туҡталған икән. Малик бай һаҡлаған орлоҡ сәселгән унда!

– Урырға ваҡыт, – тине Искәндәр ағай, бер башаҡты ыуып, гәрәбәләй бөртөктәрҙе усында тәгәрәтеп. – Бөтәһе лә бер тигеҙ генә, шып-шыма, сирһеҙ. Мә, тешләп ҡара, ҡаты сорт был.

– Сортлы бойҙайҙың һәр грамы – алтын хаҡы, – тине Сыңғыҙ. – Ә колхоз баҫыуында, берәй оста, йәшереп үҫтереп булмаймы?

– Бер түгел, өс урынға, ус иңендәй генә ергә инде, сәстек, ҡайһы тупраҡты яратыр – шуны һынарға.

– Вот – ысын хозяин! Аҡназар ағай – бюрократ, крючкотвор, очковтиратель!

– Тпру! – Искәндәр ағай, сабып барған аттың йүгәнен тартып туҡтатҡандай, Сыңғыҙҙы тымыҙҙы.

– Беләме?

– Әлегә белмәй. Тәжрибә уҙғарыуҙы һанға һуҡмай ул.

– Ә бына, мин әйтте тиерһең, Нурия, ишетәһеңме, свидетель булырһың, ошо бойҙай юғары уңыш биреүе, яҡшы һаҡланыуы һәм башҡа достоинстволары менән дан алһа – ә аласаҡ, – иң беренсе Аҡназар ағай күкрәк ҡағасаҡ: «Мин!» тиәсәк, «Беҙ» тип тә тормаясаҡ.

– Күҙ күрер, ҡусты, ярһыма.

– Тпру-у! – Шул мәҙәкте ҡабатламай булдыра алманым. Сыңғыҙ буш ҡалманы:

– Һыйыр тулаһа, аттан яман.

– Минме – һыйыр?

– Мин дә ат түгел!

Туҡтаныҡ ошо урында. – Сыңғыҙ, ғәфү ит, тигәндәй, йылмайҙы, ә мин ир-атты үсекләргә кәрәкмәгәнен аңғарҙым. Улар үҙ-ара шаярышып төрткәләшеп тә ала, хәҙер шуны ла ҡабатларғамы ни?

Әсмә ҡартәсәйемдә урынлашты. Ике яңғыҙ килешербеҙ әле, тип үҙәгемде өҙҙө. Йәсләгә ашнаҡсы булып эшкә төштө. Маһибикә апай, йәше етмәһә лә, ниндәйҙер льготалар юллап, пенсияға сыҡҡайны. Кеше араһында һирәк күренә. Миңзифа ҡайғыһынан һуң ныҡ биреште ул… Иренә лә һыуынған, ахырыһы, күҙәтеп йөрөмәй хәҙер, тиҙәр. Хоҙай аралаһын ундай хәлдәрҙән: ир ҡайғыһы – итәктә, бала ҡайғыһы – йөрәктә. Итәкте ни, бик кәттә булһа ла, алмаштырып була, ә бала – бәғер ите. Әлдә кешегә Аллаһ Тәғәлә аң биргән, башҡа кеше кисергәнде лә үҙ зиһене аша үткәреп төшөнөргә.

Ил өҫтөндә ҡоролоҡ көн дә үҙен иҫкә төшөрөп тора. Иген, картуф һәм йәшелсә уңышы былтырғыға ҡарағанда 14–16 миллион тоннаға әҙерәк алынасаҡ, тигән иҫәп халыҡҡа еткерелде. Яртылаш тиерлек кәм. Аҙыҡ-түлек ситтән, дуҫ дәүләттәрҙән һатып алынасаҡ. Һөйөклө Кубабыҙ шәкәр, бәрәңге менән тәьмин итәсәк. Бер булмаһа, бер кәрәге тейә шул дуҫлыҡтың, әйтәгүр! Уларҙың бәрәңгеһе Өфөгә барып та еткән: Динис килеп киткәйне, апайым әҙерәк ебәргән – оҙонса, ҡабығы ҡыҙыл, эре бүлбеләр. Орлоҡҡа тип баҙға һалып ҡуйҙыҡ, ҡыҙыҡ өсөн сәсеп ҡарарбыҙ, моғайын. Тәме оҡшаманы – бешереп ашап ҡарағайныҡ. Бик тә уңа торған булһа, мал аҙығы булыр, бәс.

Ә колхозыбыҙ быйылғы ауыр шарттарҙа ла бөтөнләй уңышһыҙ ҡалмаҫ, шәт. Көнбағыш менән кукуруз хатта күкрәп үҫте, ошо арала ямғыр яуып та ебәрһә, ҡатып ҡалмаясаҡтар, ирәбе шәбәйәсәктәр. Картуф та берәүҙән өсәү булырҙай – кәмендә. Берҙе ултыртһаҡ, унды ала инек тә ерҙән, нишләмәк, йылы килмәне. Шәкәр сөгөлдөрө уртаса күренә. Ямғыр кәрәк! Көн дә тиерлек ололар, бала-сағаны эйәртеп, биләнгә, ундағы Ямғыр ташы янына күтәрелә, күктән яуым һорарға. Бутҡа бешереп, сәй ҡайнатып эсәләр, үҙҙәре менән алып барған һыуҙы бер-береһенә һибешәләр ҙә һамаҡлайҙар:

Ямғыр, яу, яу, яу,

Тәтәй ҡашыҡ бирермен,

Майлы бутҡа – бирермен,

Ямғыр, яу, яу, яу,

Майлы бутҡа – ҡаҙанда,

Тәтәй ҡашыҡ – баҙарҙа,

Ямғырҡайым, яу, яу!

Бөгөн иртәнге һалҡынсала ҡартәсәйем дә күтәрелде биләнгә. Бер биҙрә һыу тоттороп, Камилды ла әйҙәне. Унан алда теләк ятлатты: «Ямғыр, яу, яу, иген үҫһен тау, тау – арыштан, бойҙайҙан, беҙ һорайбыҙ Хоҙайҙан!» Үҙенең белгәне һыу буйы оҙонлоҡ, бер-ике юлын отоп ҡалдым улай ҙа: «...Күк инәһе – күк яулыҡ, ер атаһы – ерән һаҡал, туҡлыҡтар бирһен Хоҙай: ямғыр, яу, яу, беҙ йәшәрбеҙ һау, һау...»

Был юлы ҡартәсәйем, бала-сағаға сәсрәтешеп уйнарға биреп, һыуын бушатҡас, биҙрәһенә тирә-яҡтан ваҡ таш йыйып тултырған, итәгенә лә һалып алған. Биләндән төшкәс, шул таштарҙы доға әйтеп Күрәнлегә бушатҡан. Әлеге ырым килештеме, сәғәте еттеме – кисләтеп кенә Толпарлы күгендә болоттар ҡабарып сыҡты ла ямғыр яуып ебәрҙе. Мул итеп, шаулатып яуҙы. Инде ҡоро ҡалмаҫыбыҙға, ризыҡ ҡытлығы кисермәҫебеҙгә тамам инандыҡ. Күк Раббыһының йүнселгә бирермен, тигән вәғәҙәһен үтәүелер – Искәндәр ағайға иш булған ир-аттар, Сыңғыҙ кеүек инициаторҙар, Әшрәф һымаҡ эшһөйәрҙәр, Бүреһуҡҡан олатайҙай аҡһаҡалдар, уларға ҡанат биргән ҡатын-ҡыҙҙар, ҡамат булған ағинәйҙәр тырышманымы ни?!

39[edit]

Тап Толпарлының баш өҫтөндә генә күк күнәгенең төбө тишелде әллә? Дүртенсе көнгә китте, яуа ла яуа. Былтырғы ҡоролоҡ йылынан ҡалған бурысын түләй, ахырыһы, тәбиғәт. Ноябрь аҙағы – һаман йылы, һаман ямғыр. Ялан-ҡырҙа үлән ҡурпылай, баҡсала түтәлдә һибелеп ҡалған әнис орлоҡтары шытып сығып, өҙөп алырлыҡ булып килә.

Бындай көндәрҙә уй уғата баҫа. Үҙ-үҙемә инеп бикләнмәҫ өсөн донъя киңлектәренә, хатта ки Йыһанға сығарырға тырышам уйҙарымды, уҡыған-белгәндәремде юллайым... Туфан һыуы ҡалҡһа, Хәҙрәти Нух ғәләйһиссәләм ҡотҡарырмы беҙҙе, Әҙәм вә Һауа тоҡомон? Әҙерме яҙмыш кәмәһе?!

Донъя ҙур булғас, ваҡиғалары ла бәләкәй түгел. Әлбиттә, Ҡояшты туҡтатып, Ерҙе уның тирәләй әйләндереп ебәргән Коперник һымаҡ даһиҙар һирәк тыуа – уғаса күпме быуаттар һуҙымында кешеләр, киреһенсә, Ҡояш беҙҙең планетаны уратып йөрөй, тип инанған. Йыһан, йәшәйеш серҙәренә үтеп инергә ынтылыуҙан бер ҡасан да туҡтамаясаҡ әҙәм балаһының зиһен ҡомары. Ер шарының әле бер, әле икенсе өлөшөндә тоҡанып торған һуғыштар булмаһа, фән һәм мәҙәниәт бөгөн ниндәй бейеклеккә етер ине – әйтеүе ҡыйын. Ниһайәт, Төньяҡ Вьетнам Көньяҡ Вьетнамды еңде – бер туған халыҡтың һигеҙ йыл буйы барған ҡанлы алышы туҡталды, һәм төньяғы менән көньяғы берләшеп, Вьетнам Социалистик Республикаһы булып ойошто. Йәғни беҙҙең СССР-ҙың ҡоралы АҠШ-тыҡынан көслө икәне иҫбатланды – ғәмәлдә ошо ике илдең хәрби ҡеүәте һынашты был һуғышта. Күптән түгел, ҡояшлы сентябрь көнөндә, күкте тағы дөмбәй болоттар ҡаплап алды: алыҫ Көньяҡ Американан, Чилиҙан, ағылып килгәйне беҙгә ул болоттар – социалистик реформалар уҙғарылыуы менән күңелебеҙҙе яулаған Президент Сальвадор Альендены генерал Пиночет етәкселегендәге хәрбиҙәр атып үлтергән. Чилиҙа хәҙер фашист хунтаһы хөкөм һөрә. «Хунта»һын ҡапылда аңламаһаҡ та, «фашист» тигән һүҙ күпте һөйләй беҙгә... Ай ҙа үтмәне, Синай ярымутрауындағы һуғыш шаңдауы Ҡырластау ҡаяташтарына килеп ҡаҡлығып һиҫкәндерҙе. Сүл сәхрәһендә барған алыштың утлы тыны биттәребеҙгә бәрелде, гүйә. Был юлы агрессор ролендә – Израиль, хәҙер ул беҙҙең өсөн иң ҡанһөйәр дәүләт. Мысыр сүллектәрендә көрәшкән ғәрәптәр бер ыңғай ике илгә – СССР-ға һәм АҠШ-ҡа ярҙам һорап инәлә: Мәскәү баш тартмай, ә Вашингтон үҙенең миссияһын Израилде киҫәтеүҙә күрә. Ахыр сиктә, Ҡаһирәнең ҡапҡа төбөнә килеп еткән еренән, Израиль армияһы кире сигенергә мәжбүр булды, оҙаҡҡамы икән?! Ә Ер әйләнә бирә Ҡояш тирәләй. Ҡитғаларҙы дөйә каруандары, караптар, самолеттар ғына тоташтырмай хәҙер, космос аша бәйләнеш тә бар! Радио-телевидение, телефон да – кисәге көн ҡаҙанышы. Йыһан юлдаштары планетабыҙҙың һәр мөйөшөн күрә, кәрәкһә, Толпарлыны, мин әле уйға батып ултырған Яңы өйҙө, хатта түтәлдә үҫкән йәшел әнистәрҙе күрә, фотоға төшөрә ала.

Эйе, туҡтамай ҡуласа. Әлмисаҡта ҡалған тарихтар ҙа, киләсәккә бағланған хыялдар ҙа бергә өйөрөлә унда. Ана, археологтар амазонкалар хаҡында мәғлүмәт биргән: ҡәберҙәрендә көҙгө табылған. Имеш, был – уларҙың ысын-ысындан ҡатын-ҡыҙ затынан булыуына бер дәлил. Әйтерһең, кемдер быға шикләнгән!

СССР-ҙың оборона ҡеүәте үҫә бара – быны халыҡтан йәшермәйҙәр. Ә сит ил матбуғаты илебеҙҙе «Яуызлыҡ империяһы» тип атай, ти. Әмин абыйҙың сос ҡолағына инмәгән бер яңылыҡ та юҡ донъя йөҙөндә, үҙе әйтмешләй, ул – Толпарлының йоҡоһоҙ локаторы.

Илебеҙ үҙен күҙгә күренмәҫ «тимер шаршау» менән башҡа дәүләттәрҙән айырып ҡуйған – быны инде Сыңғыҙ ҙа йыш ҡабатлай. Уның тағы ышаныслы кешеләренә генә ысҡындыра торған һүҙе бар: «торғонлоҡ». Минең алда хатта Политбюро ағзаларының мәктәптә тотош стенаны алып торған һүрәттәренә ҡарап: «Пора һеҙгә, пора – ҡартластар!» – тип бармаҡ янаны.

– Һине уҡытҡан, яуаплы эшкә юл асҡан хөкүмәт, нимәһе килешмәй? – тинем шунда.

– Беҙҙә, үҫешкән социализм төҙөлөп бөттө тигән илдә, ҡала халҡы аслы-туҡлы йәшәй – ит етешмәй! Һыйыр итенә ихтыяж күп тигәндә утыҙ процентҡа ҡәнәғәтләндерелә. Шуға ла птицефабрикаға – зеленый свет. Белдеңме? Тауыҡ тиҙ үҫә, әллә ни ҙур сығымдар кәрәкмәй, ите – деликатес, диетпродукт, шуға ла хаҡы һыйыр итенән кәм түгел, йәғни дәүләттең кеҫәһен тишмәй.

– Һы... – Нимә тием һуң? Тағы үҙемдең наҙанлығыма барып төртөлдөм.

– Партия сафына инергә өгөтләйҙәр, – тип һалды шул саҡ Сыңғыҙ.

– Ин, бәс! Башҡалар нисек коммунист булырға белмәй йөрөгәндә ни?

– Күп партиялы система буласағына шикләнмәйем. Тик ҡасан?! Кеҫәңдә партбилетың булмаһа, бөтә идеяларың быуыла, хыялдарың ҡыйрала...

– КПСС-тан тыш тағы ниндәй партия булһын, ти, беҙҙә, Сыңғыҙ, һаташма!

– Булыр! Көнө бөгөн түгел.

– Әле яңы ғына партбилет алмаштырылды, яңыһына Ленин портреты төшөрөлгән. Илдә 15 миллион коммунист бар – ошо хәтлем ҙур көс башҡа бер партияға юл ҡуймаҫ!

– Күҙ күрер...

Ауылымда ла, әллә ни ҙур дәүмәлле хәлдәр булмаһа ла, тормош ҡаҙаны ҡайнап тора. Сыңғыҙҙың ҡошсолоҡ фермаһы, әлегә бәләкәйерәк ҡеүәттә, эшләй башланы. Уны төҙөүҙә ҡатнашмаған кеше ҡалманы тиерлек. Әхиәр ике айлыҡ отпускыһын бер ыңғай алып, таштан келәттәр һалды – ҡош-ҡорт өсөн ашлыҡ һаҡларға. Үҙе маҡтағанса, тимер тешле сысҡан да тишеп инерлек түгел, ти, унда. Бер ыңғай ир-ат, ҡул араһында йөрөгән малай-шалай ҙа эшкә, төҙөлөш таһылына өйрәнеп ҡалды, Әхиәргә ярҙамлашып йөрөп. Дауахана бинаһына, кем әйтмешләй, һаҡал үҫеп бөттө, һаман төҙөлөп бөтмәй.

Сабир өй туйы уҙғарҙы. Харис ЗАГС-лап алып китте Гөлфирәне, офицер ҡатыны ул хәҙер. Советтар Союзы Маршалы Рокоссовский исемендәге Алыҫ Көнсығыш юғары дөйөм ғәскәри хәрби-команда училищеһын тамамлаған минең һабаҡташым. Ошо оҙон йөмләне башҡортсаға тәржемә итеп саҡ осона сыҡтым. Харис өсөн сикһеҙ ғорурландым – Мәскәү хәрби округына ебәргәндәр хеҙмәт итергә.

Мәүлиҙәнең улы тыуған, исемен Артур тип ҡушҡандар. Әсмә менән Әшрәф һаман яҙмыштарын бәйләй алмай ҡаңғыра. Бер ҡамасау юҡ та бит? Менәүәрә үҙе беренсегә төшөргән балаларҙы уҡытып сығарып, дүртенсегә оҙатты ла университеттың көндөҙгө бүлегенә уҡырға инде. Әллә Сыңғыҙҙан ваз кисте? Игеҙәктәр икеһе лә ауыл хужалығы институтында белем ала, бер үк агрономия факультетында. Камила, ағайым ҡайҙа – мин шунда, тине. Уңайлы: бер ятаҡта йәшәйҙәр, бер табаҡтан ашайҙар, бер лекцияны тыңлайҙар. Камил биология яғына ҡайырылырға, университетҡа күсергә уйлаған бер килке, Камила хаҡына тороп ҡалған. Күрәһең, һеңлем бик тартмай уҡыуын? Уның: “Бөткәс-бөтәйек инде быныһын бергә, артабан уҡырһың әле ул биологияңды, егет кеше ләһә һин, кейәүгә барып бала табып ултыраһың юҡ“, – тигәнен үҙем дә ишеттем. Ҡыҙыҡ ҡына һөйләп ташлай ул шулай ҡай саҡ.

Тағы... Фариза еңгәмсе, уны онотоп торам, бәс! Хәйрулла ағай менән икәүләп мөхәббәткә сумып йәшәйҙәр, ҡыҙҙарына йәндәрен өҙөп бирерҙәйҙәр. “Гөлдәриә-Гөлдәриә-Гөлдәриә!” – исемен телдәренән төшөрмәйҙәр. Мәктәпкә лә төштө ул ҡыҙсыҡ. Әй, был ғүмеркәйҙәрҙең үтеүҙәре... Инде миңә шулай тип һамаҡлайһымы?! Ҡасан ғына әле күҙҙәрендәге моңһоулығы менән эсемде бошорған малай Ғаян хәҙер өйләнергә йөрөй. Ҡошсолоҡ фермаһында эшләй. Һөнәре – сварщик. Лира юғары белемгә ынтылды – Стәрле пединститутында. Йәнкиҫәк шәп кенә, иңкәйеберәк ҡалһа ла, кәүҙәһен еңел йөрөтә. Һыйырын ҡоролоҡ йылында тотоноп ҡуйҙы, ҡартлығына һылтап. Сәғәҙәт ағай, уны аҡтан яҙҙырмаҫтан, ҡураһына һауын кәзәһен килтереп бәйләне. “Чырагым, ғай, син кайда?” – тип йыш ҡына әрәмәлектә эҙләп йөрөй шул кәзәһен, мөстән әллә уныһы? Һы... мин дә “чырагы“ Йәнкиҫәктең, анау малҡай ҙа? Үпкәләмәйемсе – һөйөп әйтеүе ләһә. Кемде барламаным йәнә? Динис туғанымдымы? Инженерлыҡҡа уҡып сыҡты ла Свердловскиға, атайым эшләгән заводҡа, эшкә китте. Ә Мәйсәрә һеңлем былтыр йәй буйы ҡартәсәйемдә булды, үҙе көндәр буйы миңә тағылып йөрөнө. ”Әсәле-ҡыҙлы һымаҡ оҡшашҡанһығыҙ“, – тип һалды бер мәлде Әсмә. Мәйсәрәне эргәмә баҫтырып, өләсәйемдең Мәскәү көҙгөһөнән оҙаҡ ҡына ҡарап торҙом – ысын шул! Ун етеләремдә тапһам, ошондай ҡыҙым да булыр ине – һеңлемә һигеҙ йәш. (Кенәгәм аҫҡа батты, ныҡ батты!)

Нәҫелемдә юғалтыуҙар юҡ, шөкөр. Һәр яҡын кешемде барлай башлаһам – тотош ауыл тулыр. Үҙем дә бар ҙаһа! Үҙем ни – әлеге шул Нуриямын. Әллә был донъя тик тирә-яғымда ғына күстәрә үҙенең ваҡиғаларын, әллә мине онотоп та ҡуйҙы бер килке? Хатта күпме ғүмер бер көйө йәшәп ятҡан Гөлбикә апайҙың тормошонда көтөлмәгән яңылыҡ булып алды: иренең яҙмышына бәйле ғәжәп хәлдәр асыҡланды.

Бер көндө, кәнсәләрҙе йыйыштырып бөтөүенә, парторг ағай:

– Әлдә тоттом һине, Гөлбикә, сөгөлдөрөңә китеп барһаң, тип ашығып килдем бына! – тип ҡулынан тотоп алған да партком бүлмәһенә етәкләп индергән. Апай, билдәле, аптырап ҡалған. Ә Ғилман ағай һаман уның ҡулын ысҡындырмай: – Әлдә тоттом, – тип һөйләнә ти.

– Нишләп сат йәбештең миңә, бәс! – Гөлбикә апай ҡулын һелкетә тартып алған.

– Райкомдан шылтыраталар кисә кис, иртүк килеп етергә ҡуштылар. Һиңә Американан хат бар, ти.

– Американан?

– Әйтеп торам даһа! Әйҙә, йыйын!

– Ҡайҙа? Америкағамы?

– Әлегә – райкомға. Йүгер, кейемеңде алмаштыр ҙа – тура бында. Рәйес менән бергә, газигына ултырып барырбыҙ.

– Бәс...

Барһалар, ысын: райкомға Гөлбикә апайҙы юллап, ҡырҡмаһа ҡырҡ мисәтле хат килгән. Күршебеҙ, ҡайтып төшкәс тә ул хатты тотоп тура ҡартәсәйемә ингән, шунан икәүләп Яңы өйгә килделәр. Стенала эленеп торған ҙур географик атласҡа ҡарап дәрескә әҙерләнеп тороуым ине.

– Ҡайҙа, күрһәт әле шунан Американы, – тине Гөлбикә апай, инеү менән.

– Америка ҙур ул: Көньяҡ Америка, Үҙәк Америка, Төньяҡ Америка... Ҡайһыныһы кәрәк? – тинем, ғәжәпләнеп. ...Американан Сара исемле берәү яҙған баяғы хатты. Үҙенең фотоһын һалған – ҡара ҡашлы, ҡыҫҡа итеп ҡырҡтырылған ҡара сәсле ҡатын икән. Бостон ҡалаһынан. Картанан табып күрһәттем Гөлбикә апайға:

– АҠШ-та, Атлантик океан ярында, – тинем. – Якорь һүрәте ҡуйылған, тимәк, порт ҡалаһы. Нью-Йоркка алыҫ уҡ түгел, төньяҡтараҡ икән...

– Ҡайҙа, кәртешкәһен тағы бер ҡарайым әле, кемгәлер сырамытамсы ул Сараны? – тине Гөлбикә апай һәм саҡ-саҡ ишетерлек итеп шыбырланы: – Мәрүән!

Күршеһенең ғажиз ҡалыуына, ҡартәсәйем дә күҙ һалды фотоға һәм: «Мәрүән!» – тип ҡабатланы.

– Уныһы кем? – Аптырап һорауыма өләсәйем яуап бирҙе, ул да, түрбашта самауыры тирәһендә ҡыштырҙап йөрөгән еренән килеп сығып, теге кәртешкәгә ҡарап тора икән.

– Гөлбикәнең һуғышта хәбәрһеҙ юғалған ире... Бынау ҡатын ныҡ уға оҡшаған, төҫө-башы шау Мәрүәнсе? Ашығып хатты уҡырға тотондом: русса яҙылған, шау хата үҙе. Хата эҙләп торор минутмы... Бер ыңғай үҙебеҙсәгә тәржемә итә-итә уҡып бөткәс, тыңлаусыларыма ҡараным да ни көлөргә, ни иларға белмәнем – иҫтәре китеп баҫып торалар. Иҫең китмәҫлекме?! Етмәһә, Гөлбикә апай тағы бер сәйер хәбәр уйып ҡуйҙы:

– Килеп китте бит ул бер осор... Зөлхизә инәйҙең бәләкәс өйөндә осраштыҡ... Ә нишләп балаға уҙманым – белмәйем. Йәш инем әле, түлем бар саҡ! Көттөм – бүтән килмәне. Әллә төш булды? Ҡартәсәйем менән йылп бер-беребеҙгә ҡараштыҡ. Аңлаштыҡ. Өндәшмәнек.

Ә хаттағы хәбәрҙе нисек ҡабул итергә белмәй торҙоҡ: ысын тиһәң – әҙәм ышанмаҫлыҡ, алдаҡ тиһәң – тап Мәрүән ағай хаҡында. Фотолағы Сара уның ҡыҙы булып сыға. Минән бер йәшкә генә өлкән, 1947-лә тыуғанмын, тип яҙа.

– Бына һиңә... – тип һуҙҙы ла Гөлбикә апай, көлөп ебәргән булды. Өләсәйем миңә гөжләп ҡайнап сыҡҡан самауырҙы өҫтәлгә мендереп ултыртырға ҡушты.

– Ысын, ҡоҙағыйҙың тәмле сәйен эсеп, зиһенде яҡтыртып алайыҡ әле, – тине ҡартәсәйем. – Шунан осона сығырбыҙ был әтнәкәнең.

Улар өсәүләп сәйгә ултырҙы, бөтөнләй икенсе хәл-әхүәлдәр хаҡында һөйләшергә тотондо. Әллә хат хаҡында оноттолар?

Мин түрбашҡа үтмәнем, дәрескә план төҙөйөм, тип һылтаулап, ҙур яҡта тороп ҡалдым. План ҡайғыһымы, уны иртәнсәк тә тиҙ генә һыҙғылап ҡуям. Теге хатты тағы ҡулыма алдым, тағы уҡып сыҡтым. Күңел күҙем алдында тетрәндергес ваҡиғалар килеп баҫты, тәҡдир ғали йәнәптәренең кешеләр менән нисек оҫта идара итеүе хайран ҡалдырҙы. Әйтерһең, ул – тәҡдир, ҡурсаҡ театрындағы кеүек, серле ептәрҙе ҡыҙыҡ өсөн генә тартҡылап ултыра: теләһә – ысҡындыра, теләмәһә – тегеләй-былай борғолап, бейетә, баш эйҙертә, бығаулап ҡуйыуы ла бар!

...Мәрүән ағай 1942-нең яҙында, колхозда тракторсы булып эшләп йөрөгән еренән, һуғышҡа алына. Саҡ ун һигеҙе тулғанда. Гөлбикәһе ауырлы ҡала. Былары – миңә мәғлүм. Хатта ул турала һүҙ юҡ, бәйләп ебәрер өсөн генә иҫләп алыуым. Ауылыбыҙ «хәбәрһеҙ юғалды» тигәндәр исемлегендә йөрөгән бер нисә ауылдашыбыҙҙы көтөп алды, Мәрүән ағай ҙа ҡайтып төшөр һымаҡ ине. Һәләк булған улдарын да көтөүсе Ғәлимә инәйҙәр, зыяратта ятҡан ирҙәренә тоғролоҡ һаҡлаусы Таһура килендәр төйәге бит Толпарлы! (Донъя тарихында хыянатһыҙ ҡатын үрнәге булып ҡалған Пенелопа уларҙан ҡайтышыраҡ әле – Одиссейынан үлем хәбәре алмаған.) Танкист булған Мәрүән ағай, һуғышта яраланып, иҫтән яҙып ятҡан хәлдә немец әсирлегенә эләккән. Концлагерҙа ғазап сиккән. Һуғыш бөткәс, Сталин лагерына оҙатылған. Сараның әсәһе Клара менән шунда осрашҡандар. Клара немецтарҙа тәржемәсе булып йөрөгән, мәжбүр иткәндәр – нишләһен, артабан юлы Себер ҡатырына, Магаданға барып төкәлгән. Мәрүән ағай Индигирка йылғаһында алтын йыуған, Клара шунда тотҡондарҙың тамағына бешергән. Шул бер арала ҡара бөҙрә сәсле, ҡуңыр йөҙлө Мәрүәндән һораған: «Һеҙ йәһүдме?» – тип. «Мин – башҡорт», – тигән уныһы. Барыбер, тәү күҙ ташлауы үҙ милләтенә оҡшатыуҙан булһа ла, иғтибар итешеп, һүҙ ҡатышҡас, артабан форсат сыҡҡан һайын аралаша башлайҙар. Йәшерен осрашырға ла яйын табалар. Клара белеме буйынса врач була, шунлыҡтан лагерь госпиталенә медсестра итеп күсерәләр. Бер мәл лагерь начальнигының ҡыҙы ҡаты сирләп китә, Клара уны ҡотҡарып ҡала. Ошоноң арҡаһында әсирәнең яҙмышы ҡырҡа үҙгәрә. Әлбиттә, ул һөйгәненең хәлен дә еңеләйтергә ынтыла. Мәрүәнде йөк машинаһына шофер итеп ултырталар – трактор, танк йөрөтөүенең шойҡаны тейә.

Тормош тотҡон шарттарында ла үҙенекен итә. Йәштәр ҡауышалар. Сабыйҙары тыуа. Ҡыҙ бала. Сара тип исем ҡушалар. Мәрүән ағай уны Гөлсара тип йөрөтә. Лагерь начальнигы Клараның срогын ҡыҫҡартыуға ирешә. Ҡатын ҡыҙы менән Львов ҡалаһына, туғандары янына, ҡайтып китә.

Шунан бирле Мәрүән ағай яғынан бер хәбәр ҙә булмай. Ә Клараның хаттары гелән кире әйләнеп килә... Уйлап ҡуйҙым: Гөлбикә апай өсөн дә ире һыуға төшкән балталай юҡ була. Төрлөсә фараз итәләр ауылда, бисәһенең «төрөмщик» булыуын ишетеп ғәрләнгәндер ҙә шуға ҡайтмағандыр, тип тә. Был хаҡта уға кем ишеттерһен? Ә бит улар, Мәрүән ағай менән Гөлбикә апай, бер-береһенән алыҫ та йөрөмәгән Себер ҡатырында. Алтын йыуыусылар хаҡында миңә лә бер һөйләп алғайны күршем.

Клара менән Сара әкренләп ваз кискәндәр атай кешенән. «Үҙең хаҡында иҫкә төшөрөп, кемделер юллап йөрөр заманмы» – Шулай тип яҙған Сара, аҡланғандай итеп. Ахыр сиктә улар, әсәле-ҡыҙлы, 1971 йылда, йәһүдтәргә Израилгә эмиграция рөхсәт ителгәс, ундағы нәҫелдәштәренән саҡырыу эшләтеп, күсенергә хәл иткәндәр. Әммә тарихи илдәренә түгел, ә Вена ҡалаһындағы транзит үҙәге аша АҠШ-ҡа юл тотҡандар. Төпләнеп, арыу ғына йәшәп ятҡанда, Клара ҡаты сиргә дусар булып, донъя ҡуйған.

Мәрүәненең ҡайһы төбәктән икәнен, йөклө тороп ҡалған ҡатыны барлығын Клара белгән. Моғайын, шунда, үҙ яғына, ҡайтҡандыр, тип уйлап, ныҡышып эҙләмәгән дә. Ҡыҙына ҡалдырған васыятнамәһендә атаһының милләтен, ауылын күрһәткән, ҡатынының исем-фамилияһын теркәгән. «Балаһы, йәғни һинең апайыңмы, ағайыңмы, барҙыр, – тип иҫкәрткән. – Моғайын, атайың иҫәндер, ул минән йәшкә кесерәк ине», – тигән.

Сара Башҡортостанға килергә уйлашып ҡуйған, әммә һаман һуҙған. Сит дәүләткә океан артылып ҡына түгел, сәйәси кәртәләр аша үтеп барырға кәрәк тәһә. Ә күптән түгел ошо хатты мотлаҡ яҙырға сәбәп тыуған: улар адресына штат губернаторы канцелярияһынан саҡырыу килгән. Барған. Унда Мәскәү аша ебәрелгән бер документ менән таныштырғандар. Баҡһаң, Мәрүән ағай 1947-нең ноябрендә үпкә шешенән вафат булған, 1957-лә реабилитацияланған икән – шул хаҡтағы хәбәр, әйләнеп-тулғанып йөрөп, саҡ килеп еткән. Нишләп Толпарлыға ебәрмәгәндәрҙер ул документты? Күрәһең, Клараның адресын, үҙгәрһә лә, табыуы еңелерәк? Госпиталдә эшләгәнгәме, юғары белемле әсирә булғанғамы, уны «юғалтмағандар».

– Гөлбикәмә әсирлегемдең күләгәһе төшөр, тип ҡурҡты микән? – тип ҡуйҙы ҡартәсәйем, хат менән танышҡас. – Йәһүҙәне алған... Эйе... Кеше күңеле – ҡарурман.

– Ҡайтып китте бит ул... – тине Гөлбикә апай тағы ла.

Уның һүҙенә аптыраусы булманы был юлы.

Мин электр лампочкаһын барып һүндерҙем, көн болотло, ҡараңғы булғанға яндырғайным, бая.

– Ҡояш сыҡҡан шул. Ямғыр ҙа тынған, – тине өләсәйем, тышҡа күҙ һалып. – Әйтәм, ырматизым ысҡындырҙы, һиҙенгән икән.

– Мәрүәнем, әтеү, донъялыҡта юҡмы? – Гөлбикә апай алмашлап беҙҙең өсөбөҙгә лә ҡарап сыҡты ла: – Юҡ икән... – тип үҙенә үҙе яуап бирҙе.

Көҙ оҙаҡҡа һуҙылды. Ҡаҙ өмәһенә ваҡыт та, ҡар төшмәгәс, көркөрәп һимереп тора бирәләр ҡаңҡылдашып. Өләсәйем ошо осор шәбәйеп китте, өйҙә ултырып сыҙамай. Бөгөн иртүк мине йәүкәләргә тотондо:

– Гөлшәһүрәгә барып урайыҡ әле, аяғым арыу мәлдә, тим. Йәме, һапам?

– Әҙерәк көн имшеһен.

– Ҡояш көлөп тора лаһа!

Сәғәт ундарҙа, түҙҙермәгәс, етәкләп алып киттем өләсәйемде көндәшенә. Әммә көтөп ултырманым, төштән һуң килеп алырмын, тинем дә ҡайтырға сыҡтым.

Гөлшәһүрә инәйҙең өйө Күрәнле аша. Өләсәйемде күперҙән алып барғайным да, үҙем туранан, Аҡман Ҡара ағайҙар тапҡырынан һалынған баҫма аша, ҡайтырға төштөм. Аяҡ аҫтына ҡарап, көҙ тимәй йәп-йәшел булып күтәрелеп килгән үләнгә аптырап, баҫма осонда берәйһе юҡмы икән тип тә абайламай, йылға аша сыға башланым. Бәс! Ҡапыл иғтибар итһәм, ҡаршыма таныш түгел ир заты килә ята. Ҡаласа кейенгән, башы яланғас, ҡара сәстәре ҡояшта ыҫмалалай ялтырай – бер күҙ ташлауҙа шулар салынды. Кире боролоу кәрәк тә, атлай бирәм. Теге туҡтап ҡалды һымаҡ. Ә мин алға барыуымды беләм. Үҙем бәләкәй саҡта уҡығанды иҫләп маташам: ике бәрәс тар баҫма уртаһында осрашҡандар ҙа, бер-береһенә юл бирмәй, һөҙөшөп, йылғаға ҡолағандар... Күрәнле баҫмаһы тар ғына, тотонор ере лә юҡ – боролам тиһәң, ауҙың киттең булыр. Баштуҡ, ят кешене күреп ҡалғанда, ҡомға ырғыһам була ине. Әллә нимәгә серәштем дә киттемсе? Тегенең түшенә тигеләй барып терәлдем. Күҙенә ҡараным: муйылдай ҡара күҙҙәр, керпек тә ҡаҡмай, миңә ғәжәпләнеп баҡҡан. Үҙ-үҙемде белешмәй, һикерҙем дә төштөм һыуға. Тубыҡтан ашты. Боҙҙай һалҡынлығы энәләй сәнсеп елегемә үтте. Күктә ҡояш ялтырағас та, тәбиғәт ҡышҡа инергә тора лаһа! Егет тә эргәмә һикерҙе. Аптырарға ла өлгөрмәнем, мине күтәреп алды ла йылғаны кисеп сыҡты. Ысҡынырға тыпырсынып ҡараным – ысҡындырманы. Эре-эре атлап, ҡаршылағы йортҡа йүнәлде. Иҫемде йыйып алғансы, шул йорттоң тупһаһына алып барып та баҫтырҙы. Егеттең Аҡман ағай менән Фәйрүзәнең улы Арсен икәнен төшөндөм. Теге юлы, әсәһе менән килгәнендә, күрмәй ҡалһам да – таныным. Атаһы менән ике тамсы һыуҙай оҡшашҡандар.

Ишектән Аҡман Ҡара ағай килеп сыҡты:

– Улым, кәләш төшөрҙөңмө әллә беҙгә?! – тине лә, мине танып ҡалып, шаҡ ҡатты: – Нурия!

(Икенсе китап тамам.)