100%

Ҡара йөҙҙәр. 4-се өлөш

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ҡара йөҙҙәр. 4-се өлөш
автор Мәжит Ғафури
Ижад итеү ваҡыты: 1926. Нәшер ителгән: 1927. Сығанаҡ: Ҡара йөҙҙәр. Повесть. Өфө, 1927.


Хәмиҙә әбей, ингәс тә, әсәйгә лә һүҙ ҡушмай, Ғәлимә апайҙың өҫтөнә бик оҙаҡ, туп-тура ҡарап торҙо. Уның был ҡарауынан уның асыуланырға теләүен дә, хайран булып, һүҙ таба алмай тороуын да, өсөнсө көндән бирле эсенә йыйылған ҡайғыһын ни рәүешле, ҡайҙан башлап әйтергә белмәүенәндер тип, төрлөсә аңларға була ине. Ул әсәйҙең бик түбәнлек менән уның күңелен икенсе яҡҡа борорлоҡ рәүештә әйткән:

– Әйҙә, Хәмиҙә еңгә, юғары уҙ!—тигән һүҙенә лә ҡолаҡ һалманы, йәки уны ишетмәне. Уның күҙҙәре туп-тура Ғәлимә апайҙың өҫтөнә ташланғандар. Уны йоторға торған кеүек торалар ине. Ул шулай бер аҙ ҡарап торғас, рәнйегән, шуның менән бергә бик әсенгән тауыш менән:

– Эй балам, балам!.. Һиңә ни булды?.. Беҙҙе лә хурлыҡҡа төшөрҙөң, үҙең дә хур булдың, бөтә бәхетеңде юғалттың! — тип теҙеп алып китте. Ғәлимә апайҙың өсөнсө көндән бирле йәрәхәтләнгән, әле аҙ ғына ла уңала башламаған йөрәгенә сәнсә һәм уйы тағы ла нығыраҡ ауырттыра торған был һүҙҙәрҙе теҙеү өҫтөнә үҙе үкһеп иларға кереште. Шулай итеп, йөрәгенең тынысланыуы, ҡайғыһының аҙыраҡ онотолоуы көтөлә торған Ғәлимә апайҙың йөрәген боронғоға ҡарағанда ла нығыраҡ ҡуҙғатырға һәм ауырыраҡ тәьҫир итергә сәбәп була торған эште эшләп ташланы.

Ғәлимә апай әсәһенең шул ауыр һүҙҙәрен һәм күҙ йәш түгеп илауын тыңлап ултырған кеүек булды ла, йөҙөн асып, әсәһенең йөҙәнә ҡарап ҡалтыранырға кереште, һуңынан бөтә көсөн йыйған кеүек булып:

— Мин гонаһлы түгел!.. Әсәй, мине үлтермәгеҙ, мин үләм, уф алла!—тип иларға ла, иламаҫҡа ла белмәй, артыҡ һүҙ әйтә алмай туҡраны. Ирендәре күгәреп, күҙҙәре башҡасаланып китте.

Был хәлде күреп торған әсәй, ике ут араһында ҡалған кеше кеүек, башта ҡайһы яҡтан һүҙ башларға белмәй аптырап ҡалды, тик эштең был тиклем йәмһеҙләнеүен күргәс кенә:

– Эй, Хәмиҙә еңгә, һин сабыр ит, Ғәлимәгә бер һүҙ әйтмә, ул гонаһһыҙ, уны әрәм иттеләр, һин аңларға кәрәк ине. Ул бахырҙы етерлек рәнйеттеләр инде, — тигән һүҙҙәрҙе әйткәндән һуң, Ғәлимә апай эргәһенә барып, башын тотто һәм уға:

– Ятып тор, Ғәлимә, тирең ҡатмаһын, тағы ла башың ауыртыр, тип йыуатырға кереште. Ғәлимә апай бер аҙға тиклем бер нәмә лә белмәгән хисһеҙ кеше кеүек торҙо ла һуңыраҡ тирә-яғында торған беҙгә күҙҙәрен тултырып ҡараны һәм, бер һүҙ ҙә әйтмәй алдына ҡарап, шәленең бер яҡ осон алып, ике ҡулы менән шуны бөгәрләргә, бөтәрләргә кереште.

Хәмиҙә әбей ҙә үҙгәрҙе, ҡыҙының артыҡ борсолғанын һиҙҙе булһа кәрәк, һүҙен йомшарта төштө һәм тауышын үҙгәртеп:

— Белмәнем шул, мин белмәнем... Атаһы ике көндән бирле ҡолаҡ итемде ашап бара: «Һин ни ҡарап торҙоң? Ниңә күҙ-ҡолаҡ булманың?» — ти. Әйтмәгән һүҙҙәрҙе ҡалдырманы, үҙ башына төшмәгән кеше белмәй шул, бигерәк тә ауыр эш бит, ул кисәге урам хурлығына кем сыҙар? — тип күңелһеҙ һүҙҙәрҙе тағы ла теҙеп китте. Уның был һүҙҙәре, әлбиттә, Ғәлимә апайҙың яраһына тоҙ өҫтәү, уның күҙ алдынан үткән һәм алдағы йәмһеҙ күренештәрҙе килтереп, уны тағы ла борсорға сәбәп була икәнен ул уйлап та тормай ине.

Әсәй тағы ла һалҡын ҡан менән Хәмиҙә әбейгә лә, Ғәлимә апайға ла еңеллек килтерә торған һүҙҙәр табырға тырышып һүҙ башланы.

— Донъя булғас, әллә ниҙәр булыр, нахаҡ яла яғыу бер бөгөн генә түгел, элек тә була килгән. Йософ пәйғәмбәр шуның өсөн ун ике йыл зинданда ятҡан, ти... Алла үҙенең бәлә-ҡазаһын, ҡайғы-хәсрәтен үҙенең һөйгән ҡолдарына ебәрермен тигән, ти. — Әсәй был һүҙҙәрҙе бик ихлас менән, күҙҙәренән йәштәр ағып сығырлыҡ рәүештә һөйләй ине.

Хәмиҙә әбей һаман әсәйҙең нәмә әйтергә, был һүҙҙәре менән нәмә аңлатырға теләгәнен төшөнмәй, ул һаман үҙ юлы менән бара:

—Пәйғәмбәрҙәргә ярай ҙа бит ул, беҙгә килешмәй. Беҙҙе тиҙ күрәләр, беҙ хәҙер ни йөҙ менән әҙәм күҙенә күренербеҙ? Кисә төндә ниҙәр булды бит? Атаһы ғәрләнеүенән үкереп иланы. «Бынан һуң ул нәмәңде күҙемә күрһәтәһе, үҙең уның эргәһенә инеп йөрөйһө булма! Минән шәфҡәт юҡ», — тип киҫәтеп ҡуйҙы. Әле ул йоҡоға киткәс кенә, йөрәгемә сыҙай алмай индем, нисә әйтһәң дә бала бит, йөрәк түҙмәй, сыҙап булмай, — ти.

Әсәй ҙә үҙ юлы менән бара, нисек кенә булһа ла, Ғәлимә апайҙың ваҡиғаһын бәләкәсерәк итеп, ике өй эсенә тулған ҡайғыларҙың ауыр тәьҫирен аҙайтып таратырға тырыша.

— Фәхри ҡайнағаға ла сабыр итергә кәрәк ине инде. Ир кеше бигерәк тә түҙем булырға тейеш ине. Үткән эш өсөн башыңды ташҡа һуғып булмай бит, һин дә уға сабыр итергә әйтер инең, —ти.

Быға ҡаршы Хәмиҙә әбей:

— Ул бик ғәрсел кеше бит, минең һүҙҙе түгел, әллә кемдең дә һүҙен тыңламаҫ, оноторға тырышып ҡараһаң да булмай шул. Бик ҙур эш бит! —тип үҙ һүҙен һөйләй.

Ғәлимә апай быларҙың һүҙҙәрен тыңлаған кеүек тә, бер ҙә ҡолаҡ һалмаған кеүек тә тик ултыра. Уфылдай, үҙе һаман ике ҡулы менән шәленең осон бөгәрләй ине. Уның был рәүешле килделе-киттеле ултырғанын күргәс, Хәмиҙә әбей тағы ла йомшай төштө, уның йөҙөндә, күҙендә ҡыҙғаныу ғәләмәттәре сыҡты; ул был ҙур эшкә мәғәнә бирә алмау һәм Ғәлимә апайҙы ҡыҙғанырға, бер яҡтан, урын тапмау менән бергә, ҡыҙғанған да, уның өсөн ҡайғырған да кеүек булып китте.

— Белмәйем инде, баш етмәй, баш... уйламаған хәсрәттәргә килеп төштөк. Күрәһебеҙ барҙыр инде, — тине лә, үҙе Ғәлимә апайға яҡын уҡ килеп ултырҙы һәм арҡаһынан ҡағып: «Ни эшләнең һин, балам? Башың ауыртамы ни? Ауыртыр шул, ауыртыр... Харап булдың шул балам...» — тип, бер яҡтан, ҡыҙғанған булып, икенсе яҡтан, ҡайғырып, Ғәлимә апайға яҡшылыҡ итәм тип һөйләгән был һүҙҙәре Ғәлимә апай өсөн бик ауыр буласағын белә алмай ине.

Бара торғас, һүҙ ҙә табылмай башланы. Ғәлимә апай битенә шәлен япҡан көйгә әллә илай, әллә ни эшләй, тик шул һелкенгән кеүек була ине. Хәмиҙә әбей хәҙер бер һүҙ ҙә әйтмәй, тик илауын ғына белә. Әсәй был ике хәсрәт өҫтөнә ҡарап, һис бер һүҙһеҙ тик тора ине.

Шулай торғанда атай инде. Кейемдәрен һалғансы бер һүҙ әйтмәһә лә, һуңғараҡ, быларҙың һүҙҙеҙ тороуҙарын һәм Хәмиҙә әбейҙең илауын күргәс:

— Тағы ла ниндәй хәсрәттәрҙе яңыртып ултыраһығыҙ? — Күҙе менән генә Ғәлимә апайҙы күрһәтеп.— Шуны уйлап, бер аҙ аҡылға төшә башларға кәрәк инде. Хәмиҙә еңгә, һин дә сабыр итергә кәрәк. Себергә китерлек эш түгел, әҙәм үлтергән кеше юҡ табаһа. Үҙебеҙҙе лә, башҡа кешене лә бөтөрөргә ярамай. Әле мин Сәлим менән һөйләшеп торҙом: «Юҡҡа ғына харап иттеләр, йәш саҡта ундай эштәр булмаймы ни ул», — ти. Шулай итеп, нахаҡ бәлә икәнен бөтәһе лә белерҙәр әле. Ләкин иң элек шуға үҙебеҙ төшөнөргә кәрәк, — тип һүҙ башланы.

Бынан һуң Ғәлимә апайға ауырлыҡ килтерерлек, уның йөрәгенә ҡаҙалырлыҡ һүҙҙәр булмаһа ла, гелән үҙе тураһында ғына һүҙ барғанлыҡтан, уның өсөн был һүҙҙәр ҙә ауыр буласағы билдәле ине. Шулай ҙа беҙҙең өй эсе бынан ун-ун биш минут элек үткәргән ауыр күренештән әрселә төштө. Күңелдәр аҙ ғына булһа ла урындарына ултырып, йөрәк тибеүҙәре һирәгәйҙе. Хатта әсәй тәбиғи хәленә төшөп, ғәҙәттә эшләй торған эштәренә ҡуҙғала башланы. Хәмиҙә әбей күҙҙәрен һөртөп, бер аҙ иркен тын алды.

Мин эштең әкренләп яйлана барғанын күргәс, кейенеп тышҡа сығып китергә уйланым. Ләкин был тыныслыҡ һамаҡ күренгән күренеш оҙаҡҡа бара алманы: шул ваҡыт ҡапыл ғына ишек асылып, Фәхри бабай килеп инде. Ул бик күптән бирле форсат көтөп тә, уға ирешә алмай йөрөгән, тик хәҙер генә форсатҡа ирешкән кеше кеүек атылып инде. Уның күҙҙәре өсөнсө көн ахун хәҙрәт алдында Ғәлимә апай менән Закир ағайға хөкөм иткән ваҡытта барып ингәндәге кеүек аҡайған, йөҙө ағарған, үҙе шул ваҡытта Ғәлимә апай өҫтөнә таяҡ менән ташланғандағы кеүек ҡалтырана ине. Боронғо ваҡытта ул беҙҙең өйгә ингәндә сәләм биреп инә, ингәндән һуң иҫәнләшә торғайны. Был юлы улай сәләм дә бирмәне, иҫәнлек-һаулыҡ та һорашып торманы. Ингәс тә, Хәмиҙә әбейгә туп-тура ҡарап:

— Инеп тә өлгөрҙөңмө ни әле ҡәһәр төшкөрө нәмә?.. Тиҙ сыҡ, башыңды емереп бөтөрөрмөн... Мин һиңә, уның эргәһенә инеп, уның ҡара йөҙөн күреп йөрөйһө булма, минән мәңге бәхиллек юҡ, тип әйттем бит! — тип көйөнөргә һәм Хәмиҙә әбейҙе, шуның менән беҙҙе тиргәргә кереште һәм, үҙе бер урында баҫып тора алмай, хәҙер берәй кеше өҫтөнә ташланырга торған хәрәкәт күрһәтә башланы. Уның был йәмһеҙ ҡиәфәтен күргән һәм ошо һүҙҙәрҙе әйткән ваҡытта сығарған тауыштарын ишеткән бер кеше ҡурҡыр, иң аҙында һуң дәрәжәлә ауыр хәлгә ҡалыр ине.

Бер минут эсендә булған был күренеш, был һүҙҙәр, яңы ғына ауыр тынлыҡҡа төшөп, тәрән уйҙа ултырған атай, әсәй, Хәмиҙә әбейгә, бигерәк тә Ғәлимә апайға, һөңгө менән сәнскән йәки өҫтәренә ҙур йыртҡыс януар ташланып, шунан һаҡланыу хәстәрен күрергә мәжбүр булған бер хәләт килтерҙе.

Ғәлимә апай уның ҡиәфәтенә аҙ ғына күҙ һалған, уның әйткән һүҙҙәренең бер нисәһен генә ишеткән кеүек булды ла:

— Атай, мин ғәйепле түгел!.. Юҡ, юҡ, мин ҡурҡам... Ҡайҙа барайым?.. Мине ҡотҡарығыҙ, — тигән һүҙҙәрҙе әйтеп, эргәһендә торған мендәргә ауҙы, ауҙы ла, ҡулдарын һелкеп, аяҡтарын ҡуҙғатып, мәғәнәһе беҙгә беленмәгән рәүештәге тауыштар сығара башланы.

Атай шунда уҡ урынынан тороп, ҙур ҡурҡынысҡа ҡаршы барған кеше ҡиәфәтендә Фәхри бабайҙың алдына төштө һәм, ике ҡулын йәйеп, бер яҡтан, бик ялынған, икенсе яҡтан, берәй кешене ҙур дошманының һөжүменән һаҡлар өсөн ике араға ингән рәүештә, түбәнерәк тауыш менән:

— Ағай, ни эшләйһең һин? Баланды һәләк итәһең бит! Ай ағай-ағай!.. Бер аҙ уйлап ҡара, ул тиклем ҡыланырға ҡиәмәт ҡайым булмаған даһа... Зинһар, сабыр ит, һөйләшеп, төшөнөп алайыҡ, — тигән һүҙҙәрҙе әйтте.

Хәмиҙә әбей ике ут араһында ҡалған кеүек булып, нәмә әйтергә лә белмәй аптырап торғандан һуң:

— Һиңә әйтәм, атаһы, үҙ балабыҙҙы һәләк итмәйек, эй алла, тағы ла нәмәләр күрәһем бар икән? — тип тағы ла иларға тотондо.

Әсәй, Ғәлимә апай эргәһенә барып, үҙенсә, ләкин бик өмөтһөҙ рәүештә генә, артыҡ һыныҡ күңел, баҫынҡы тауыш менән уны йыуата торған һүҙҙәр әйтеп, өҫтөн ябып, ҡулдарын тотто.

Фәхри бабай ошо хәлдәргә һәм ялынып, ялуарып әйткән һүҙҙәргә, бигерәк тә Ғәлимә апайҙың шундай һуштан яҙған һамаҡ ятыуына ҡарамайынса, төҫөнә аҙ ғына ла үҙгәреш-ҡыҙғаныу ғәләмәте сығармаҫтан, атайға ҡарап:

— Һин, Бәҙри, минең эшемә ҡатышма! Ҡара йөҙҙө яҡлап йәнең сыҡмаһын, үҙ башыңа төшмәгәс, яҡшы булып киткәнһең икән...— тип ҡысҡырғандан һуң, Хәмиҙә әбейгә әйләнеп:

– Үҙ балабыҙ, имеш... Ниндәй үҙ балаң ул — йөҙөңдән көлөп, бөтә илгә мәсхәрә булған нәмә?.. Сыҡ, тимен, хәҙер сыҡ!.. Ана, ҡараусылары бар бит, шулар ҡарарҙар… Ул инде беҙҙең бала түгел, беҙгә бәлә генә булды... Һәләк итмә, имеш... Сәсрәп китһен, беҙ көсләп һәләк итмәгән, үҙе тапҡан, үҙе эҙләп алған ауырыу, ниңә бөгөн ер йотмаҫ шунда!—тигән һүҙҙәрҙе әйтте лә кире боролоп сыға башланы һәм, тағы ла артына әйләнеп, Ғәлимә апайҙың нәҡ өҫтөнә ҡарап:

– Эт кеүек шыңшып ятҡан була бит әле, хоҙайҙың ҡәһәре хәҙер үк һуҡҡандыр шул, илаһым, шул ятҡан урыныңда ҡат! Түлке минең ишек алдына аяҡ баҫаһы, минең күҙемә күренәһе булма, һуғып үлтерермен... — тип әйтте лә ишекте шап иттереп ябып сығып китте. Атай уға ниндәйҙер һүҙ әйтмәксе булып, артынан барып ҡараһа ла, бер һүҙ ҙә әйтә алмай, баҫҡан урынында ҡатып ҡалды.

Фәхри бабайҙың был ҡыланышы, әле уның эсендә Ғәлимә апайға, хатта уны үҙ ҡанаттары аҫтына алған кешеләргә ҡаршы булған сикһеҙ асыуы, үҙе сығып киткәндең һуңында күҙ алдында торғанға күрә, өйҙә ҡалғандарҙың бөтәһен дә тәрән уйға ҡалдырҙы. Бер нисә минут һис кем бер һүҙ әйтмәй, тик торҙолар.

Хәмиҙә әбей ултырып торған урынынан тороп сыға башланы һәм, әсәйҙәргә ҡарап:

— Бына был кеше менән ни эшләргә инде? Өйгә ҡайтып инеү ҡурҡыныс, ике көн буйынса, ҡоторған эт һамаҡ өҫкә ырғып, таларға тора. Тереләй ер аҫтына инерлек булдым инде... — тип үҙенең дә ҡулында һис бер ирек юҡ икәнен белдерер рәүештә ҡыҙғаныс күҙҙәрен ергә төшөрҙө.

Был ауыр хәлдәр әсәйгә лә, атайыма ла насар яҡтан тәьҫир иткәнгә, был эштең осона барып сығыу уларға ла бик ауыр һамаҡ тойола башлағанға, улар ҙа хәҙер һүҙ таба алмай, тапһалар ҙа, осона сығара алмай башланылар. Тик шул «сабыр итергә кәрәк, бара торғас бөтөр әле, ни эшләргә инде, эй алла...» тигән кеүек аптыраған ваҡыттарҙа ғына әйтелә торған һүҙҙәрҙе әйтәләр ҙә туҡрап ҡалалар ине.

Хәмиҙә әбей сығып киткәс тә, былар бик оҙаҡ һүҙҙеҙ ҡалдылар. Тик бер аҙҙан һуң ғына, атай түбән генә тауыш менән:

— Былар менән ни эшләргә инде? Әйтерһең, бында беҙ ғәйепле, — тине лә, үҙе күҙҙәрен бер урынға терәп, тәрән уйға батты.

Әсәй үҙалдына үҙе һөйләнгән кеүек:

— Үҙ ҡыҙҙарын үҙҙәре башҡа кешеләргә ҡарағанда ла дошман күрәләр, бер кеше лә һөттән аҡ, һыуҙан пак түгел, тик бына Ғәлимәгә генә ауырлыҡ яһайҙар, шуның арҡаһында беҙҙе лә дошман күреп бөттөләр! — ти, үҙе нәмә эшләгәнен дә белмәгән кеүек, бер ул нәмәгә, бер был нәмәгә барып тотона ине.

Бөгөнгө көн дә, үткән көн кеүек, күңелһеҙ үтте. Ғәлимә апай төн буйына тыныс йоҡлай алманы. Ул бер нисә тапҡыр һаташып, урынынан ырғып тороп, ҡайҙалыр сығып китергә теләгән кеүек, тартыша башланы. Урынына кире ятҡырылһа ла, төрлө һүҙҙәр әйтеүҙән туҡраманы. Уның күберәк һүҙҙәре: «Эй алла, меҫкенде үлтерәләр инде... Минең йөҙөмдә ҡара бөттөмө?.. Харап икән, ни эшләгән булалар!.. Ҡайтаммы һуң, үлһәм дә ҡайтмам... Атай мине үлтерер инде... Хәҙрәт бабай килә, ҡасығыҙ, ҡасығыҙ, ҡас!.. Тағы ла киләләр!.. Йәнем, китмә инде, бергә китербеҙ!.. Хәҙер һыу ғына алып ҡайтайым әле!.. Бына бында тыныс икән... Әбәү, шулар ҙа йырлаған булалар бит әле!.. Ишекте бикләгеҙ, инәләр бит... Мин китәм, китәм!.. Үлһәм дә китәм!.. Шәлемде бирегеҙ әле!...» тигән кеүек һүҙҙәр ине.

Беҙҙең өй эсе таң алдынан ғына тынысланды. Таң алдынан ғына ҡабат-ҡабат тороп йөрөүҙәр, шәм яндырыуҙар бөттө.

Бөгөн иртән торғас та, атай миңә ҡарап:

– Ғәли, мәҙрәсәгә бар инде, кисә лә, өсөнсө көн дә һабағың ҡалды бит, — тип мәҙрәсәгә барырға ҡушты. Әсәй ҙә уның һүҙенә ҡушылып:

– Бар, балам, ундағы нәмәләреңде туҙҙырып бөтөрмәһендәр, — тигән һүҙҙе әйтте.

Хәҙер мин ул мәҙрәсәгә барырға, унда инергә, ундағы кешеләрҙе күрергә йәнем-тәнем менән ҡаршы булыуға ҡарамайынса, атай менән әсәйгә тағы ла күңелһеҙлек арттырмаҫ өсөн, барырға булдым. Ләкин был эш минең өсөн донъялағы бөтә эштәрҙән дә ауыр тойола ине. Шулай ҙа әкрен генә кейенеп, тышҡа сығып, ҡапҡа төбөнә еткәс туҡталдым. Урамға сығыу менән мине әллә кемдәр осратып, уларҙың көлөүҙәренән, мине, шуның менән Ғәлимә апайҙы мыҫҡыл итеүҙәренән ҡурҡа инем. Урамда артыҡ кеше күренмәгәс кенә, ҡапҡанан сығып, мәҙрәсәгә ҡарап йүгерҙем. Шулай итеп нисек тә кешеләргә осрамаҫҡа, уларға күренмәҫкә теләй инем. Мәҙрәсәгә барып етер саҡта ғына, минең бәхетһеҙлеккә ҡаршы, теге Ғәлимә апайҙарҙы тотҡан Гәрәй менән Сәлим осранылар ҙа, миңә ҡарап:

– Туҡта әле, Ғәли, туҡта!—тип миңә туҡтарға ҡуштылар. Мин уларҙың һүҙҙәрен ишетмәмешкә һалышып, алға барыуымдан туҡтаманым, һәм туҡтамауым уларҙың асыуҙарын килтерҙе булһа кәрәк, улар минең арттан:

– Ғәлимә апайың нәмә эшләй?.. Кейәү ҡуйынында ятамы? Ҡайҙа, бәкеңде күрһәт әле? — тип ҡысҡырып ҡалдылар.

Мәҙрәсәгә барып еткәс тә, эсенә инергә ҡурҡып торҙом. Сөнки унда инеү менән уҡыусы малайҙарҙың минән көлөүҙәре, мине мыҫҡыл итеүҙәре билдәле ине. Бында бер ишек алдында вағыраҡ итеп айырым-айырым һалынған биш мәҙрәсә булып, мин шуларҙың ишек алдының береһендә тора инем. Ҡурҡа-ҡурҡа ғына мәҙрәсәнең ҡапҡаһынан инеп, үҙем тора торған мәҙрәсәгә табан бара башланым. Шунда уҡ миңә Ғәли хәлфә осраны. Ул муйынына оҙон һөлгө һалып, ҡулына ҡомған тотоп, тәһәрәт алырға китеп бара ине. Ул борон миңә һүҙ ҙә ҡушмай, хатта мине рәтләп белмәй торған булһа ла, бөгөн мине күреү менән:

— Йә, Ғәли, нихәл? Ғәлимә һинең апайыңмы? — тип һүҙ башланы.

Мин бур кеше кеүек тотлоғоп ҡалдым. «Апайым түгел», — тип әйтергә телем барманы:

– Апайым!.. — тинем.

– Шулай мужик егете менән йөрөп әрәм булалармы ни? Ниндәй матур көйөнсә әрәм булды бахыр!.. — тип ҡыҙғанған рәүештә миңә уңайһыҙлыҡ килтерә торған һүҙҙәр әйтә башланы. Элек мин Ғәли хәлфәне ҙур кеше, шәп кеше тип йөрөй торғайным. Хәҙер уның, көлгән кеүек, шундай һүҙҙәр әйткәнен ишеткәс, уңайһыҙланыу өҫтөнә, хәлфә башы менән шундай һүҙҙәр һөйләүенә аптырап киттем, шул минуттан һуң минең күҙемә йәмһеҙ бер кеше булып күренә башланы. Ул минең яуап бирмәй, оялыуымдан башымды түбән эйеп, уңайһыҙланғанды күргәс кенә:

– Бар, ин, шәриғәт ҡушмаған эште эшләгәс, шулай була ул. Апайыңа ла улай итергә кәрәкмәҫ ине! —тигән булды.

Минең Ғәли хәлфә алдына баҫып, уның биргән һорауҙарын тыңлап торғанды бик күп шәкерттәр тәҙрә арҡыры ҡарап торалар ине. Мин, бер яҡтан, мәҙрәсәгә инмәҫ борон уҡ шундай хәлгә осрауымды, икенсенән, бик күп шәкерттәрҙең тәҙрәнән ҡарап тороуҙарын, уларҙың мәҙрәсә эсенә ингәс тә минән төрлө нәмәләр һорауҙарын, ҡайһы берәүҙәренең көлөүҙәрен күҙ алдыма килтереп, мәҙрәсәгә бөтөнләй инмәй, ҡайтып китергә лә уйланым. Ләкин, ни өсөндөр, шуны булдыра алманым. Нисек тә миңә мәҙрәсәгә инергә, алдымда шундай уңайһыҙлыҡтарҙы үткәрергә тейеш эш — фарыз эш кеүек булып күренә ине. Шундай ауыр бер хәлдә, атлар-атламаҫ ҡына мәҙрәсәгә индем. Элек кәрәк минең, кәрәк башҡа берәүҙең булһын, мәҙрәсәгә инеп-сығыуын берәү ҙә ҡарап тормай ине. Бөгөн мин инеү менән бер юлы бер нисә тиҫтә күҙ миңә табан боролдо. Үҙемдең урыныма барып етмәҫ элек үк бер нисә малай минең эргәмә килеп тә еттеләр һәм:

– Ғәли, кисә ниңә килмәнең, ә?

– Әллә ауырыныңмы?

– Уның апаһы тотолдо бит, шуға килмәгәндер!..

— Ул нисек килһен, сығырға оят бит! —тигән һүҙҙәрҙе яуҙыра башланылар.

Быларҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмаҫҡа, икенсе төрлө әйткәндә, сер бирмәҫкә тырышып, үҙемдең урыныма барып, сәкмәнемде һалып ҡуйып, һабаҡтарымды ҡулыма алып ултырҙым. Шунда уҡ китабымды асып, күҙ һалдым. Шуға ҡарамаҫтан, минең эргәмә бик күп шәкерт йыйылып алдылар һәм төрлөсә һорауҙар биреү өҫтөнә йөрәккә ауыр килә торған һүҙҙәр менән минән көлә башланылар. Хәҙер мин быларға ҡаршы яуап биреп тороуҙан да, ҡаршы тороп үҙемде аҡлау юлын алып барыуҙан да ғажиз ҡалдым йәш бөрсөктәре күҙҙәремә килеп тығылып, атылып сығырға ғына торалар ине. Хәҙер миңә бынан сығып китеү ҙә, бында тороу ҙа ауырға ҡалды. Мин шулай еңелгән һәм шулай шәкерттәр тарафынан солғанып алынған һайын үҙемдә күтәрә алмаҫлыҡ хурлыҡ, ауырлыҡ һиҙә башланым, күҙ алдарым ҡараңғыланған һамаҡ булып китте, ауырлыҡтың һуң сигенә еткән ваҡытта ғына теге күгәрсен Сәлим тигән йәш хәлфә килеп, шәкерттәргә ҡарап:

— Бында нәмәгә йыйылдығыҙ, айыу бейетеүсе юҡтыр бит... Китегеҙ хәҙер үк урындарығыҙға... — тип теге шәкерттәрҙе пыр туҙҙырып минең эргәмдән ҡыуып ебәрҙе. Шәкерттәр, һыу һипкән кеүек булып, шым булдылар, шул минутта таралып өлгөрҙөләр.

Күгәрсен Сәлим иң шәп, иң зирәк шәкерт һәм шуның арҡаһында, үҙенең йәшлегенә ҡарамаҫтан, хәлфә булып барғанға күрә, уға ҡаршы шәкерттәр түгел, унан ҙур хәлфәләр ҙә артыҡ һүҙ әйтә алмайҙар ине. Уның мине яҡлап сығыуы минең өсөн бик ҙур еңеллек булып төштө, иркенләп тын алдым. Ул шәкерттәрҙе шулай ҡыуып ебәреү өҫтөнә, миңә ҡарап:

— Һиңә тейәләрме... Әгәр тейһәләр, миңә генә әйт, бынан һуң улай ҡыланмаһындар, — тип минең күңелде йыуатып китте. Шунан һуң ғына бер аҙ иркенләп ҡалдым, тирә-яғымды солғап алған малайҙарҙың көлөүҙәренән, мыҫҡыл итеүҙәренән ҡотолдом. Шулай ҙа уларҙың ҡайһы берҙәре, мине аулаҡтараҡ осратып, үсекләп китәләр, ишара менән булһа ла, Ғәлимә апай ваҡиғаһын иҫемә төшөрөп, мине ғәрләндермәксе булалар ине. Ләкин уларға ҡарап ҡына борсолорлоҡ эш тапмай һәм, һүҙ йөрөтөү, әләкләүҙе һис бер яратмағанлығымдан, улар өҫтөнән барып күгәрсен Сәлимгә улар тураһында бер һүҙ ҙә әйтмәй инем.

Бөгөн ахун хәҙрәт иртәнге дәрескә бик һуң инде. Ул ингәндән һуң шәкерттәр бигерәк тын ҡалдылар. Ахун хәҙрәтте элек көнөнә бер нисә тапҡыр күрергә тура килгән булһа, мин уны ошо ике көн эсендә беренсе тапҡыр күрә инем. Был күреүемдә ул миңә йәмһеҙ, ҡурҡыныс һәм кешеләрҙең йөҙҙәренә ҡара яға торған уҫал бер кеше булып күренде. Мин күңелемдән уны уҫал бер кеше тип уйларға ҡурҡһам да, уның Ғәлимә апай менән Закир ағайҙың биттәренә ҡара яҡтырып, урам буйлатып, бөтә халыҡ тарафынан мәсхәрә иттереп йөрөттөрөүен шәриғәт ҡушыуы буйынса эшләнгән эш тип уйлаһам да, күңелемдең әллә ҡайһы бер мөйөшө уны яратмай башланы. Был йәмһеҙ эштәрҙең булыуына тик ул ғына сәбәп булған кеүек булып күренде. Элек ҡайһы бер кешеләрҙең: “Беҙҙең хәҙрәт бик мәкерле, хәйләкәр, бармағы үҙенә табан кәкере кеше, уға эшең төшмәһен”, – тип, зарланған һүҙҙәрен ишеткәндә, мин ул кешеләрҙең һүҙҙәрен яратмай торғайным. Бөгөндән башлап, ысынлап та, ул миңә лә бик уҫал кеше булып күренде. Шуның өҫтөнә, уның шәкерттәргә уҡытҡан һабаҡтары, биргән дәрестәре лә гел башҡаларға ауырлыҡ бирер һәм юҡ ҡына эш өсөн дә йөҙҙәренә ҡара яғыр өсөн уҡытыла торған нәмәләр кеүек булып күренә башланы.

Бына бөгөн дә ҙур шәкерттәр, уның алдына түңәрәкләнеп ултырып, дәрескә керешкәс, ҡул ҡырҡыу хаҡында һүҙ башланды. “Берәй кеше, икенсе берәүҙең әйберен урлаһа, гәрсә ул әйбер ун ғына дирһәмлек булһа ла, ул урлаусының ҡулын ҡырҡыу, шәриғәт буйынса, тейеш була…” – тигән һүҙҙәрен ишеткәс, минең күңел зымбырлап, башым сатнап китте. Үткән йыл ҡаҙ урлап тотолған Сәләхи иҫкә төшөп, уны туҡмауҙары, башын ярыуҙары күҙ алдыма килде. “Нисек уның терһәгенән ҡулын ҡырҡып, тере ҡулһыҙ ҡалдырманылар икән?” – тип уйланым.

“Берәй ҡыҙ менән егет тотолһа, уларға йөҙәр сыбыҡ һуғырға. Әгәр тотолған кешеләр ҡарт булһа, билдәренә тиклем ергә күмеп, ситтән таш менән бәреп үлтерергә…”, “Урлаған кешеләрҙең әҙ генә әйбер өсөн дә ҡулдарын ҡырҡырға…”

Бына шулай һәр бер эш өсөн ҡамсы менән һуғыуҙар, таш менән бәреп үлтереүҙәр, ҡулдарын ҡырҡып ташлауҙар, быларҙан башҡа төрлө ауырлыҡтар күрһәтеүҙәрҙе тыңлап ултырыу күңелгә әллә ниндәй ҡурҡыныс уйҙар килтерҙе. Былары әле уның донъяла була торған язалар. Был язалар өҫтөнә теге донъяла ваҡ ҡына эш өсөн ҡыҙыу йәһәннәм уттарында яндырыуҙар, ундағы ҙур суҡмарлы зобани фирештәләренең күҙҙәренән ут сәсеп, гонаһлы кешеләрҙең баштарына килтереп һуғыуҙары күңелдә сикһеҙ ҙур өмөтҙөҙлөк тыуҙырҙы. Тирә-яғымдағы шәкерттәрҙең барыһы ла, алдарындағы китаптарҙы асып, бары тик шундай яза, ҡиәмәт ғазабы кеүек ҡурҡыныс нәмәләрҙе уҡыйҙар. Минең ҡулымдағы китапта ла шундай нәмәләр яҙылған. Ахун хәҙрәт шуларҙың бөтәһен дә белә, шуларҙы уҡыта, шуның өсөн ул миңә үҙе лә ҡурҡыныс кеше, донъя-әхирәт ғазабы өйрәтеп, шуның менән генә ҡыҙыҡ табып тороусы уҫал кеше булып күренә башланы. Элек мин был һүҙҙәрҙе ишетһәм дә, китапта ғына шулай яҙылғандыр, уларҙың береһе лә эшләнмәй торғандыр, тип йөрөй инем. Өсөнсө көн Ғәлимә апайҙың шул китапта өйрәткәнсә хөкөм ителгәнен, мәхшәр кеүек халыҡ алдында йөҙөнә ҡаралар яғып, урам буйынса мәсхәрәләп йөрөткәндә, уның бөтә халыҡ, хатта ата-әсәһе тарафынан да: “ҡара йөҙ”, “оятһыҙ”, “бөтә ауылдың бәрәкәтен ҡасырыусы” – тигән һүҙҙәрҙе ишетеп, хәҙерге көндә әҙәм күҙенә күренерлектән үтеп, беҙҙең өйҙә һаташып ятыуҙарын күргәс, ул китаптарҙа яҙылған нәмәләрҙең ысынлап та була икәнен уйлап, ни эшләргә белмәй башланым. Кешеләрҙең бөтә эштәре ҡыл өҫтөндә генә торған кеүек була башланы. Мин шуларҙы уйлап бөгөн уҡый ҙа алманым. Өйгә ҡайтып барғанда ла: “Ярты кәүҙәләренә тиклем ергә күмелеп, тирә-яҡтан таштар менән бәрелеп үлтерелгән һаҡаллы ирҙәр, сәстәре туҙып, биттәренән ҡандар ағып, баштары ергә бөгөлөп төшкән ҡатындар… Өҫтөнә алама кейем кейгән, ҡулы терһәгенән киҫелеп, ҡандар ағып торған әллә ниндәй кешеләр… Ҡарағусҡыл төтөндәр сығып, гөжләп янып торған йәһәннәмдәргә һәм уның эсендә яланғас көйө янып ятҡан иҫәпҙеҙ күп ирҙәр, ҡатындар… унда күҙҙәрен аҡайтып, ҡулдарына суҡмар тотоп йөрөгән зобаниҙар… Өсөнсө көн урамда бер-береһенә бәйле көйө, йөҙҙәренә ҡором буялып, урамдың буйынан буйына йөрөтөлгән Ғәлимә апай менән Закир ағай…” берәм-берәм күҙ алдымдан үтә башланылар. Шундай йәмһеҙ һәм күңелгә бик ауыр тәьҫир итә торған нәмәләрҙе уйлап, өйгә ҡайтып индем.

Мин өйгә ҡайтып ингәндә, беҙҙең өйҙә түбән остан Ғилми әбей менән әсәй Ғәлимә апайҙың эргәһендә ултыралар, Ғәлимә апай боронғоса шәлен бөркәнеп, бер һүҙ ҙә өндәшмәй, ситкә ҡарап тик ултыра ине.

Минән элек былар нәмә һөйләшкәндәрҙер — белмәйем, тик мин ҡайтҡанда һүҙ һаман Ғәлимә апай тураһында бара, уның ауырыуын бөтөрөү — имләү тураһында Ғилми ҡарсыҡ төрлө әмәлдәр өйрәтә ине. Шулай итмәгәндә, ауырыуҙың көсәйеүен, уның кешелектән сығыуын, береһенән-береһе ҡурҡыныс һүҙҙәр менән ҡурҡытып, Ғәлимә апайҙың да, әсәйемдең дә йөрәген ала, аҡылдан яҙыу, енләнеүҙәрҙең береһен дә ҡалдырмай, йөрәк ярыла торған төрлө ваҡиғаларҙы күҙ алдына килтерә ине. Уның һөйләгән һүҙҙәрен, миҫалға килтергән ҡурҡыныс ваҡиғаларын ишеткәндә әсәйҙең йөҙө ағарып китә, Ғәлимә апай ҡалтырана, эргәһендә генә убыр ятып торған һәм шунан һаҡланырға тейеш булған кеүек, шәленә төрөнә, мөйөшкә һыйына бара ине.

Им-том иткәнсе тыныс торһон тип, шүрлектә торған иҫке «Ҡөрьән»де алып, Ғәлимә апайҙың баш осона табан килтереп ҡуйҙылар. Ғәлимә апай был эштәргә ҡарышмай һәм ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтмәй торһа ла, йөҙөндә быларҙың бөтәһенә лә асыу билдәһе, риза түгеллек ғәләмәте күренеп тора, Ғилми ҡарсыҡҡа ҡурҡыныс бер нәмәгә ҡараған кеүек ҡарай ине.

Ғилми ҡарсыҡ ауырыуҙы дарыулау, уның сихырына шифа бирерлек кәңәштәр биреү кеүек иң «ашығыс саралар» һөйләп бөтөргәндән һуң, шул уҡ ауырыу алдында өс көндән бирле уның тураһында ауыл араһында йөрөгән һүҙҙәрҙе теҙә башланы. Ғәлимә апай өсөн ишетеүе бик күңелһеҙ һәм ауыр булған был һүҙҙәрҙең уның алдында ҡабатланыуы, йөрәгенә бик насар тәьҫир итеүе билдәле булыуға ҡарамаҫтан, һүҙҙәрҙе һуҙғандан һуҙҙы. Әсәйем дә уға ҡушылып, ҡушылмаған урындарында бик ихлас тыңлап, был турала һүҙҙең оҙайыуына сәбәп булды.

Ғилми ҡарсыҡ, бер яҡтан, беҙҙең өй кешеләренең күңелдәрен табыу өсөн һүҙҙәрен борғолап һөйләһә, икенсе яҡтан, был туралағы һүҙҙәрҙе тағы ла арттырып, өй эсенә күңелһеҙ һәм ҡурҡыныс бирергә тырыша. Бер ҙә кәрәкмәгәнгә Ғәлимә апай менән Закир ағайҙың тотолоу рәүештәрен, кемдәр тотҡанын ҡабатлай. Был туралағы һүҙҙәрҙе кешеләр ауыҙынан мең төрлө иттереп күсерә, шул һүҙҙәр арҡыры им-том итергә үҙенә юл аса ине.

Шул ваҡытта Хәмиҙә әбей инеп, ваҡиғаның, был туралағы һүҙҙәрҙең артыуына өҫтәмә сәбәпсе булып китте. Ул Фәхри бабай сығып киткән арала ғына бында ингәнен, нәмә эшләргә лә белмәй аптырап йөрөгәнлеген, өс-дүрт көндән бирле өйҙәрендә йәм һәм матур тормош юғалғанын күҙ йәштәрен ағыҙып, зарланып һөйләргә кереште. Хәмиҙә әбейҙең ике ут эсендә, сыға алмаҫлыҡ ҡайғы уртаһында икәнен белгән Ғилми ҡарсыҡ, был эшкә тағы ла ҙур төҫ биреп, иркен рәүештә һөйләргә кереште. Әле генә әсәйгә һөйләгән һүҙҙәрен Хәмиҙә әбейгә лә башынан аҙағына тиклем ҡайтанан һөйләп сыҡты.

Быларҙың һүҙҙәрен ишетеп ултырған Ғәлимә апай, ни эшләргә белмәгән кеүек, башын бер түбән төшөрә, бер быларға ҡарап ала, бер йөҙөн һыта, бер ситкә ҡарап, ике күҙҙәрен бер нөктәгә төгәп, шундағы бер нәмәгә артыҡ ғәжәпһенгән һамаҡ шаҡ ҡатып тик тора ине. Шуға ҡарамайынса, уның йөрәге тибеүенең самаһын белмәҫтән, былар үҙ һүҙҙәрен алып баралар, шулай итеп, уны үҙе йырып сыға алмаҫлыҡ һаҙға батыралар ине. Ғәлимә апай нәҡ үрмәксе ауына сырмалған себен һамаҡ ҡыҫылып, бер аҙ торҙо ла, ҡапыл ғына урынынан тороп, ишеккә табан бара башланы. Уның урындан ҡуҙғалыуы ла, бик тиҙлек менән сыға башлауы ла ғәҙәттәгесә түгел, бәлки күҙгә күренерлек рәүештә ҙур үҙгәреш арҡаһында икәнлеге күренеп тора ине. Әсәй тиҙ генә урынынан тороп, уны барып тотто һәм:

– Ғәлимә, ҡайҙа бараһың? — тип һорағанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Ғәлимә апай әсәйемә лә, башҡаларға ла күҙҙәрен тултырып ҡарағандан һуң:

– Мин китәм, китәм, тигәс, китәм... — тип тартына башланы. Хәҙер уның ҡыланышынан Ғилми ҡарсыҡ та, Хәмиҙә әбей ҙә үҙгәреп киттеләр һәм, һүҙҙәрен ташлап, Ғәлимә апай тирәһенә йыйылдылар ҙа:

– Балам, китмә, китергә ярамай. Китеп ҡайҙа бараһың, — тип төрлө яҡтан сорнап алдылар. Ләкин Ғәлимә апай быларҙың һүҙҙәрен бер ҙә ишетмәгән кеүек ишеккә табан тартыла һәм «китәм!» тигән һүҙҙе ҡабатлай ине.

Был эштән Хәмиҙә әбей ҙә аптырашҡа ҡалды һәм илау ҡатыш тауыш менән:

— Балам харап булды!.. Балам, китмә, ултыр. Бер нәмә лә булманы, әйҙә, урыныңа ят, — тигән һүҙҙәр менән, ҡулынан тотоп, һикегә табан тарта башланы. Әсәй менән Хәмиҙә әбей икәүләп тартыуға ҡарамаҫтан, Ғәлимә апай һаман ишеккә табан бара, сығып китергә ашыға ине. Уның был эше алдында быларҙың бөтәһе лә аптырашта ҡалдылар, Ғилми ҡарсыҡ әллә нәмәләр уҡырға кереште, тирә-яғына төкөрөндө.

Мин тиҙ генә йүгереп сығып, атай эргәһенә барҙым һәм:

— Атай, Ғәлимә апай әллә ни эшләй, ин әле! — тип әйтеү менән, атай йүгереп өйгә инде.

Ғәлимә апай һаман тартыша һәм:

— Мин китәм!.. Мин тормайым... Ниңә мине ебәрмәйһегеҙ?.. — тигән һүҙҙәрҙе әйтә, тиҙерәк быларҙың ҡулдарынан ысҡынырға тырыша ине.

Атай инеү менән:

— Балам, ҡайҙа бараһың? Тышҡа сығаһың киләме? Әйҙә ултыр әле... — тигән һүҙҙәр менән ипләп кенә ҡулынан тотто. Шунан һуң ғына Ғәлимә апай бер аҙ баҫылған кеүек атайға ҡараны һәм, баяғы ҡаршылыҡтарын бөтөрөп, үҙе аҙ ғына тынысланған һамаҡ булып, былар алдында буйһонғанлыҡ күрһәтте. Шунан һуң ғына ике яҡтан тотҡан ҡул аҫтында үҙенең урынына килтереп ултыртылғас, шәлен бөркәнеп, алдына ҡарап ултырҙы.

Ғәлимә апайҙың ошо ҡуҙғалышынан һуң хәҙер һәр кем тынған, бер кем дә бер һүҙ әйтмәй, йәки әйтә алмай тик тора, һәр кемдең күҙендә тәрән ҡайғы менән бергә был эш алдында аптырау ғәләмәте күренә, Ғилми ҡарсыҡтың ғына был эш өсөн тыштан ҡайғырып, эсенән шатланғанлығы һиҙелә ине, бер аҙ торғастын ғына Хәмиҙә әбей, үҙенең күңеленә мөһим бер уй төшкән кеүек:

— Ғилми әбей, һин Ғәлимәне бер аҙ өшкөрөп китер инең, — тип һүҙ башланы. Уның был һүҙенә әсәйем дә ҡушылған кеүек булды. Ләкин атайымдың йөҙөндә быларҙың бөтәһенә лә ризаһыҙлыҡ, асыу тыуған кеүек булды ла, үҙе бер һүҙ ҙә әйтмәй тәрән уйға батты.

Ғилми әбей, шул һүҙҙе генә көткән һамаҡ, асылып китте:

– Шулай кәрәк шул, әллә ҡасан өшкөртөргә кәрәк ине, берәй нәмәнән зәхмәт ҡағылғандыр, ҡурҡҡандыр,— тип, ауырыу эргәһенә барып, доғалар уҡырға ауыҙын шапылдатып, Ғәлимә апайҙың өҫтөнә өрөргә керешкән генә ине, Ғәлимә апай уға ҡарап:

– Кит бынан, кит, тим, мин ауырымайым, ай убырлы ҡарсыҡ, ниндәй йәмһеҙ, кит, кит... — тип ике ҡулы менән эргәһенән ҡыуырға кереште. Ғилми ҡарсыҡ шуға ла ҡарамаҫтан, доғаһын өҙмәй алып барырға теләгән ине, Ғәлимә апайҙан артыҡ ҡаршылыҡ күргәс, артҡа сигенде һәм ауыҙынан:

– Доға уҡығанды ендәре яраттырмай, шуға күрә ҡаршы тора, — тигән һүҙҙе ысҡындырып ташланы. Уның был һүҙе атайыма йәшен кеүек ныҡ тәьҫир итте булһа кәрәк, атайым урынынан тороп:

– Һин бында нимә һөйләп ултыраһың, убырлы ҡарсыҡ, бар, сыҡ! — тип Ғилми ҡарсыҡты ҡыуа башланы.

Сикһеҙ уңайһыҙлыҡта ҡалған Ғилми ҡарсыҡ нәмә эшләргә белмәй, урынынан тороп, ситкәрәк барып ултырыу менән:

– Ай-яй, былар кем булғандар!.. Убырлы ҡарсыҡ, имеш... Үҙҙәре кем булғандар!.. Минең ҡыҙҙарым да, улдарым да былай хурлыҡҡа ҡалып, аҡылдан яҙып ятҡандары юҡ!.. — тигән һүҙҙәрҙе әйтә башлаған ине, атайым урынынан тороп:

– Тиҙ сығып кит бынан, күҙемә күренмә, шайтан, сихыр тубалы!.. — тигән һүҙҙәрҙе әйтеп, ысынлап ҡыуырға кереште. Тик шунан һуң ғына ҡарсыҡ йомшап:

– Хәҙер сығам, сығам... харап булған икән! Доғанан, өшкөрөүҙән ҡасалар!.. — тип сыға башланы.

Атайым асыуын баҫа алмай:

– Кит, күҙемә күренмә!.. Өшкөртһәк тә, һинең кеүек сихыр тубалынан өшкөртмәбеҙ, доғаң да, им-томоң да үҙеңә булһын!.. — тип артынан ҡысҡырҙы. Ғилми ҡарсыҡ:

– Бик эре һөйләшмә! Доғанан, диндән көлмә. Хоҙай үҙегеҙгә күрһәтәһен күрһәтеп тора бит әле, Ғәлимәгеҙ донъяға һыймай «мин-мин, мин кем?» тип йөрөй ине лә... — тип сығып китте.

Атай уның был һүҙҙәренән һуң, тағы ла ҡыҙып:

— Шул йәһәннәм ҡарсығын ниңә бында индереп йөрөтәһегеҙ, улар бит нәҫел-нәсәптән сихырсылар!.. — тип өйҙә ҡалғандарға ла асыуланды.

Был ауыр күренештең һәм сикһеҙ ауыр һүҙҙәрҙең иң ауыры Ғәлимә апайҙың йөрәгенә ҡаҙалыуы, уның нескә йәнен ҡайтанан урынынан ҡуҙғатыуы билдәле ине. Шул һүҙҙәрҙән һуң ул бигерәк тә борсолоу һиҙҙерҙе, көндәгегә ҡарағанда ла артыҡ кәйефһеҙлек күрһәтте. Үткән көн һәм бөгөн үҙе тураһында һүҙ бармағанда һирәкләп булһа ла һөйләшә, асылып китмәһә лә, бик үк ҡыйынлыҡ күрһәтмәй, тик йоҡо ваҡытында ғына тынысһыҙлана, һаташа ине. Бөгөн уяу ваҡытында ла борсолған кеүек була башланы. Ул тик торғанда һиҫкәнеп китә, уфлай, бик оҙаҡ уйланып тик тора, бер нәмәгә күҙе төшһә, унан тиҙ генә күҙен алмай, бик оҙаҡ ҡарап тора, шулай итеп, бөтә хәрәкәтендә башҡа тәбиғилек күрһәтә ине. Ғәлимә апай бөгөн киске ашты ла рәтләп ашаманы, сәйҙе лә бер генә шәшке, әсәй көсләгәнгә генә, мәжбүри рәүештәрәк эскән кеүек кенә эсте.

Уның ошолай насарға табан үҙгәргәнен күреү атайым менән әсәйемдең күңелһеҙлеген арттырҙы. Был турала үҙ-ара ғына һөйләшеп, иртәгә Фәхри бабай менән Хәмиҙә әбейҙе саҡырып кәңәш итергә һәм ҡөрьән сығартып өшкөртөргә, булмай икән, ҡайҙалыр бер ишанға алып барып ҡаратырға, нисек тә был эштең сараһын күреүҙе ашыҡтырырға ҡарар бирҙеләр.

Төндә Ғәлимә апайҙың йоҡо тынысһыҙлығы үткән төнгә ҡарағанда ла артыҡ булды. Ул мин күргәндә генә бер нисә тапҡыр һаташып, әллә ниндәй, бер-береһенә бәйләнешҙеҙ һүҙҙәр әйтеп, бер нисә тапҡыр тороп ултырҙы. Юғалтҡан бер нәмәне эҙләгән кеүек булып, тирә-яҡтарын һәрмәп, нәмәлер эҙләргә кереште. Был төндө уның, ҡурҡынып:

– Тағы ла киләләр инде!..

–Улар бит бик күптәр!..

–Хәҙрәт бабай килә, мин ҡасам!.. — тип әйткән һүҙҙәре менән, ҡапыл ғына шатланған һамаҡ, бик өҙөлөп:

– Килә, килә, күрмәһәләр ярар ине...

–Эй йәнем, килдеңме ни, ә?.. Нисек килдең?.. Күрерҙәр бит...

–Туй итербеҙ әле...

–Туй инде, был туй... Ана бит, ҡоҙалар килгәндәр... Үҙе ҡасан килер икән?..

–Ҡасма, ҡасма, бер нәмә лә булмаҫ... — тигән йөмләләр хәтеремдә ҡалған. Ул күп ваҡытта бик ҡурҡҡан, йә бер аҙ шатланған кеүек һүҙҙәр әйтә, һәм уның ҡурҡыуы ла, шатлығы ла бик тиҙ алмашына, шул алмашыныуҙарҙың араһында, иҫкә килгән кеүегерәк уйлап, тирә-яғына ҡаранып, ауыҙ эсенән нәмәлер уҡыған кеүек уҡынып, әсәйемдең:

— Ят, балам, ят... — тигән һүҙенән һуң теләр-теләмәҫ кенә ята ине.

Һуңғы ике көн эсендә Ғәлимә апай уяу ваҡытында ла еңеләйеп китте. Ул башын түбән эйеп, бик ныҡ иҫәпләгән һамаҡ ултыра ла һуңынан, шатланған һамаҡ булып, кәрәк-кәрәкмәҫ һүҙҙәр әйтә, уның был һүҙҙәре кешене көлдөрөрлөк булмаһа ла, үҙе шуға балаларсараҡ итеп көлә, ләкин уның был шатланыуы һәм көлөүҙәре боронғо ваҡыттағы көлөүҙәренә оҡшамай ине. Шуның өсөн булһа кәрәк, әсәйем дә, атайым да уның был еңеләйеүенә, һау кешеләрсәрәк ултырыуына шатланмайҙар, бәлки шикләнеп, ҡурҡып ҡарай башланылар. Ысынлап та, уның ҡыланыштары боронғо кеүек тәбиғи түгел, көлөүе, шатланыуы ла урынһыҙ күренә ине. Шуның менән бергә, бынан ике генә көн элек, йә кисәге кеүек артыҡ ятһынып, оялып тормай. Ул үҙен бик иркен, хатта кәрәгенән артыҡ иркен тота башланы. Уның кисе көндөҙгөгә оҡшамай, ул төн булһа һаташа, һаташҡанда ла күберәк үҙен бик рәхәттә йөрөгән, матур нәмәләр күргән кеше һамаҡ һүҙҙәр әйтә, ҡыҫҡаһы, уның уяу ваҡыты ла һау кешеләрсә түгел, бәлки аҡылға тамансараҡ кешеләрсә була башланы. Уның был рәүешле үҙгәреүе, эштең насарға табан барыуы атайҙарҙы тағы ла тәрән уйға ҡалдырҙы. Атай бер нисә тапҡыр Фәхри бабайҙарға инеп сыҡты. Унда һүҙ нисек барғандыр, уныҙын белмәйем. Ләкин Фәхри бабай менән Хәмиҙә әбейҙең икәүләп беҙгә инеүҙәренән, хәҙер Фәхри бабайҙың да асыуы ҡурҡыуға алмашыныуын, был эш тураһында икенсе төрлө уйға төшөүен аңланым. Бөгөн Фәхри бабай асыулы түгел, бәлки бик баҫынҡы, йыуаш булып инде. Ғәлимә апай уйы күреү менән шәлен бөркәнеп, ситкә ҡарап ултырҙа ла, элекке кеүек ҡурҡмай, артыҡ оялмай ҙа, хатта һирәкләп ҡарап ҡуя, тик өндәшмәй генә. Бының киреһенсә, хәҙер Фәхри бабай нәмәнәндер үҙе ояла төшкән һамаҡ уңайһыҙлыҡ күрһәтеп, әйтергә һүҙ тапмай, Ғәлимә апайға ҡарап торҙо ла тәрән һуланы, һуңынан унан күҙен алып:

— Хоҙа тәҡдирелер, үҙебеҙгә алып инәйек, ҡөрьән сығарып өшкөртөргә кәрәк... — тине.

Уның шул һүҙҙәренән һуң Хәмиҙә әбей артыҡ йомшап, күҙҙәренән йәштәре ағып төштө һәм, Ғәлимә апайҙың эргәһенә үк барып:

— Балам, үҙебеҙгә ҡайт. Беҙ атайың менән һине алырға индек, әйҙә, балам, әйҙә... — тип арҡаһынан ҡаҡты.

Уның был һүҙҙәренә ҡаршы Ғәлимә апай күҙҙәрен тултырып ҡараны ла, бер аҙ һүҙһеҙ торғандан һуң:

— Эй ҙә, ҡайтмайым, атай асыулана, ул бит мине туҡмар, мине ҡыуыр... Ул бит мине, балам түгел, ти... Юҡ, ҡайтмайым... — тине.

Хәмиҙә әбей тағы ла арҡаһын ҡағып, бик йомшаҡлыҡ менән:

— Балам, ана, атайың үҙе инде, ул үҙе һине саҡыра, әйҙә, балаҡайым, үҙебеҙҙә яҡшы булыр, — ти һәм апайҙы йәш балаларҙы иркәләгән һамаҡ иркәләй.

Фәхри бабай Ғәлимә апайҙың һүҙҙәрен ишеткәс, артыҡ йомшап китте, ул һүҙҙәрен дә әйтә алмай торған кеүек ҡыҫылды, тик бик көсәнеп кенә:

— Балам, үҙем әйтәм, ҡайт, балам... һин минең балам, хәҙер мин асыуланмайым, яңылыш ҡына асыуланғанмын, әйҙә, балам, әйҙә... — тигән һүҙҙәрҙе саҡ-саҡ әйтте лә үҙе икенсе яҡҡа ҡарап, күҙҙәрендәге йәшен һөрттө. Ғәлимә апай уның был һүҙҙәрен Фәхри бабайға табан әйләнеп, йөҙөн бер ҙә йәшермәй, сабыйҙарсараҡ тыңланы, ләкин үҙе, никтер, бер һүҙ ҙә әйтмәй, йылмайып тик торҙо.

Фәхри бабайҙың һүҙҙәренән һуң атайым да, әсәйем дә һүҙ башланылар.

Атай:

— Ғәлимә балам, ҡайтаһыңмы, бында тораһың киләме? Ана, атайың үҙе ингән бит, ул һине саҡыра, ул инде хәҙер асыуланмай... — тине.

Әсәй:

— Ниңә асыуланһын, ти, асыуланмай. Атайҙарҙың асыуҙары була ла бөтә ул... унан һуң тағы ла үткәндәгесә булалар... — ти.

Хәмиҙә әбей:

— Балам, беребеҙ ҙә асыуланмайбыҙ, әйҙә ҡайтайыҡ, ҡайғырма инде, хәҙер һине бик яратабыҙ, әйҙә, әйҙә... — ти.

Ошондай һүҙҙәрҙән һуң Ғәлимә апай үҙендә бер ҙә ихтыяр юҡ кеүек ҡапыл ғына урынынан тора ла башланы һәм, бик еңел рәүештә:

– Әйҙә, улай булһа, ҡайтам... Миңә асыуланмайһығыҙ бит, ә?.. Унан мине алып китмәҫтәр бит?.. — тип һорау күҙе менән ҡараны, һуңыраҡ шунда уҡ үҙгәреп, ҡайтанан урынына ултырҙы ла:

— Юҡ та, ҡайтмайым, унда мине алып китерҙәр... Атайым туҡмар... Эй алла, йөҙөм ҡарайҙы шул!.. (Әсәйгә ҡарап.) Бөтөр микән, ә? Көҙгөгә лә ҡарағаным юҡ бит әле... Ҡайҙа, көҙгө бирегеҙ әле... һабын да юҡ, исмаһам... һабынды Нәғимә алып киткән шул (күрше ҡыҙын әйтә). Уларҙың йөҙҙәре аҡ бит... (Тағы ла һорау күҙе менән ҡарап.) Әллә ҡайтайыммы икән? Асыуланмаҫтар микән һуң? — тине.

Уның ошондай икеләнгән һәм һүҙҙәренең буталсыҡ, бер-береһенә бәйләнешҙеҙ булғанын күргәндән һуң, Фәхри бабай бигерәк тә уңайһыҙланып китте, Хәмиҙә әбей артыҡ йомшаҡлыҡ менән:

— Юҡ, балам, бер кем дә алып китмәҫ, йөҙөң ҡара түгел, ап-аҡ... — ти.

Әсәй, уға өҫтәп:

— Һабын да бар, бөтәһе лә бар, һинең дә йөҙөң аҡ...— тине.

Фәхри бабай, Ғәлимә апайҙың эргәһенә үк килеп:

— Ҡайт, балам, беҙ һиңә асыуланмайбыҙ бынан һуң бер ҙә асыуланмабыҙ, мин һиңә яңы, еҫле һабындар алып ҡайтырмын... — тине.

Атайым тик тора ине, тағы һүҙ бөттө. Ғәлимә апай уйланып торғандан һуң, күңеленә ҙур шатлыҡ килгән төҫлөрәк:

— Ҡайтайым әле, әсәй, минең сиккән яулыҡтарым бармы әле, ә? Шулар бик кәрәк ине, — тип әсәһенә ҡараны.

Хәмиҙә әбей:

– Бар, балам, бар. Һәммәһе лә һандығыңда торалар. Таҫтамалың, шаршауың — барыһы ла шунда, әйҙә ҡайтайыҡ, балам... — тине.

– Бар икән әле! Әле миңә теге мөхәббәтһеҙ һантый Нәғимә: «Уларҙың барыһын да алып киттеләр», — тигәйне. Бына алдаҡсы нәмә!.. — ти. Үҙе һаман да урынында ултыра.

Хәмиҙә әбей:

– Кем алып китһен, балам, бер кем дә алып китмәне. Ҡай ерең ауырта, балам? — тип һорауға ҡаршы:

– Юҡ, бер ерем дә ауыртмай, тик бына йөрәгем әллә ни эшләй, йөрәгем ҡаға... Башым ауырта, ул да ауыртмай торғандыр... Кешеләрҙән ҡурҡам, улар йөҙгә ҡара яғалар... Мыҫҡыл итәләр... Йырлайҙар...:— тине лә туҡтаны.

Хәмиҙә әбей менән әсәй икәүләп:

- Әйҙә, Ғәлимә, тор, үҙебеҙгә ҡайтайыҡ, унда барыһы ла бар. Башҡа кешеләр юҡ. Әйҙә... — тинеләр. Ғәлимә апай торҙо һәм быларға ҡарап:

— Әйҙә, әйҙә... -тип шәлен алды һәм әсәй менән Хәмиҙә әбей араһында ишеккә табан китте.

Фәхри бабай, алдына ҡарап:

— Эй бала... Эй бала! -тине лә башҡа бер һүҙ ҙә әйтә алманы. Улар шулай әкрен генә сығып киттеләр. Уларҙан һуң беҙҙең өй эсен ауыр бер тынлыҡ баҫты. Яңы ғына мәйет сыҡҡан өйгә оҡшап, бер яҡтан, бушлыҡ һиҙелде, бер яҡтан, ауыр ҡайғы эсендә ҡалдыҡ. Атайым, тәрән көрһөнөп:

— Шәриғәт, шәриғәт тип, һәләк иттеләр бахыр баланы! — тине. Уның ике кеше араһында сығып китеүен күргәс, минең күҙҙәремдән Ғәлимә апайҙы ҡыҙғаныуҙан сыҡҡан ҡайнар күҙ йәштәре аға ине...

Атайымдың «шәриғәт, шәриғәт!» тигән һүҙҙәре бик ҡурҡыныс булып ҡолаҡ төбөмдә яңғырап киттеләр.

— Шәриғәт кешеләрҙе аҡылдан яҙҙыра, харап итә торған нәмә икән, — тип уйланым.

— Шәриғәт шул икән! — тим.

Ғәлимә апай үҙҙәренең йорттарына ҡайтыу менән генә беҙҙең өйҙә барыбер боронғо кеүек матур ғына тыныс тормош башланып китә алманы. Минут һайын, сәғәт һайын борсолоп тороуҙар бөтһә лә, көнөнә әллә нисә рәт шул турала төрлө һүҙҙәр ишетергә һәм атайым менән әсәйгә йыш-йыш ҡына Фәхри бабайҙарға инеп торорға, был күңелһеҙлекте улар менән уртаҡлашып торорға тура килә ине.

Ғәлимә апай менән Закир «тотолоп», йөҙҙәренә ҡара яғылып, урамдарҙа йөрөтөлгәндән һуң, Ғәлимә апайҙың беҙгә ҡайтыуы һәм минең атайым менән әсәйемдең ысын күңелдәре менән яҡлауҙары аркаһында беҙҙең өй халҡына төрлө һүҙҙәр ишетергә тура килде. Бындай «ҡара йөҙҙө» өйгә индереп яҡлаған өсөн, башта беҙгә боронғо ваҡытта инеп-сығып йөрөүселәр ҙә инмәй башлағайнылар. Ләкин өс-дүрт көн үткәндән һуң беҙгә килеүселәр була башланы. Бара торғас, инеүселәрҙең һандары боронғо ваҡытҡа ҡарағанда ла арта төштө. Был инеүселәр беҙҙең өй эсендәге ҡайғы-хәсрәттәрҙе ысын күңелдәре менән уртаҡлашыуҙан бигерәк, бындай ауыр хәсрәт эсендә нисек торалар икән, үҙҙәре нәмә уйлайҙар икән, «ҡара йөҙлө» Ғәлимәләре нисек әҙәм күҙенә күренә икән, тигән һамаҡ эске бер сер менән инәләр, шуның өҫтөнә ауыл араһындағы төрлө ғәйбәттәрҙе беҙҙең өйгә килтереп түгәләр ине. Һуңраҡ ауырлыҡ ваҡытында һәр кемдә була торған йомшаҡлыҡтан файҙаланып ҡалыу уйы менән килгән кешеләр булып, уларҙың һәр береһе беҙҙә ҡунаҡ була, ошолар өсөн беҙҙең өйҙә көнөнә бер нисә ҡат сәй ҡайнай торғайны.

Ошо килеүселәр арҡыры беҙ Закирҙың һәм уның ата-әсәләренең ни рәүештә торғандарын белеп ҡалдыҡ. Был килеүселәр Закир тураһында төрлөсә һөйләйҙәр.

Был күп имеш хәбәрҙәрҙе йыйғанда шулай булып сыға ине: Закирҙың ата-әсәһе улдарының был рәүешле хурлыҡ күреүенә, уның йөҙәнә ҡара яғылып урамдарҙа йөрөтөлөүенә, бер яҡтан, ғәрләнһәләр ҙә, икенсе яҡтан:

— Егет кешегә ғәйеп түгел ул, саҡырғас, барыр. Улар ҡыҙҙарын тыйырға кәрәк, — тип «ғәйеп»тең ҙурыһын Фәхри бабайҙар өҫтөнә һәм Ғәлимә апайға ауҙаралар икән.

Закир үҙе урамда йөрөтөлгән көндә өйҙәренә ҡайтып ҡунған да, иртән кешеләр тормаҫ борон уҡ, ҡайҙалыр сығып киткән. Уның сығып китеүе тураһында төрлөсә һөйләйҙәр, уның сығып китеүенә төрлөсә мәғәнә бирәләр.

Ҡайһы берәүҙәр:

– Закир кеше күҙенә күренергә оялғанлығынан әллә ҡайһы яҡҡа эшкә сығып киткән икән... Ул инде тиҙ генә ҡайтмаҫҡа булған... Шул тиклем ҙур хурлыҡҡа нисек түҙергә кәрәк һуң... Шулай китеүе раҫтыр. Ул тиҙ генә ҡайтмаҫ инде... — тиҙәр. Ҡай берәүҙәр:

- Закир теге көндә бик ныҡ туҡмалып имгәнгән. Башындағы яраларҙы төҙәттерер өсөн ҡалаға духтырға киткән, ул тиҙ генә төҙәлерлек түгел икән, — тип әйтһәләр, ҡайһы бер кешеләр тағы ла арттырып ебәрәләр:

– Юҡ, бер ҙә улай түгел, ул үҙҙәрен тотоп туҡмаған кешеләр өҫтөнән дә һәм шәриғәт буйынса хөкөм итеп йөҙҙәренә ҡаралар яғып йөрөттөргән кешеләр өҫтөнән судҡа бирергә киткән, имеш... Ҡыҙ менән егетте былай тотоп туҡмау һәм, йөҙҙәренә ҡаралар яғып, урамда мәсхәрә иттереп йөрөтөү законға һыймай, имеш... Был эштәре өсөн уларҙы тотоп туҡмаған кешеләр ҙә, урамда йөрөттөргән ахун хәҙрәт тә бик ҙур винауат булалар, имеш! — тип һөйләйҙәр. Халыҡ уның духтырға китеүенә генә артыҡ ғәжәпһенмәй, тик үҙе ошондай ҙур эш эшләп тә, ахун хәҙрәт һәм башҡалар өҫтөнән судҡа бирергә китеүенә хайран ҡалалар. Гүйә ки, ул киткән саҡта:

– Мин уларҙың баштарын төрмәлә серетермен!.. Бында шәриғәт хөкөмө йөрөй торған ер түгел, бында закон бар! Законда ҡыҙ менән йөрөгән кешене лә, ҡыҙҙы ла туҡмарға һәм мәсхәрә иттереп йөрөтөргә юл юҡ... Улар үҙҙәре ҡапҡанға эләктеләр!.. — тип бик ҙур һүҙҙәр һөйләп киткән була. Уның был һүҙҙәрен ата-әсәләре барған бер кешегә һөйләйҙәр ҙә, үҙҙәре:

– Беҙҙең Закир уларҙы шулай ғына ҡалдырмаҫ, ике аяҡтарын бер ҡуңысҡа тығыр!.. Хәҙер улар беҙҙе хур итһәләр, беҙ ҙә уларҙың хурлыҡ күреүҙәрен ҡарап торорбоҙ әле, — тиҙәр икән.

Беҙҙең өйҙә һәр ваҡытта шул турала төрлө һүҙҙәр китте. Беҙгә килгән кешеләрҙең һәр береһе шул турала бик оҙаҡ һөйләнгәндән һуң, үҙҙәренең фекерен дә ҡушалар. Быларҙың ҡай берәүҙәре уларҙың ошо һүҙҙәрен хаҡлы тапҡан кеүек булып:

— Дөрөҫө лә шул. Ниңә уларҙы улай тотоп туҡмарға ла, ниңә урамдарҙа йөрөтөп ошолай хур итергә... Был эш бер ҙә аҡылға тура килмәй инде... Йәш саҡта ундай эштәр була ул... Башта уҡ эште ошолай ғына бөтөрөргә кәрәк ине, — тиҙәр. Ҡай берәүҙәре бөтөнләй ҡаршы төшөп:

— Юҡ, улай түгел ул... Шәриғәт ҡушҡан эште эшләгән өсөн хәҙрәт бабайға бер һүҙ ҙә әйтеп булмай. Ул егет юҡҡа ғына йөрөй, барыбер бер эш тә сыҡмаҫ. Закон менән дин бер-береһенән әллә ҡайҙа китмәйҙәр улар. Закон бер ҙә насар эш эшләргә ҡушмай торғандыр инде. Хәҙрәтте улай судҡа бирергә кәрәкмәҫ ине...— тип үҙҙәренең хәҙрәт һәм Ғәлимә апай менән Закир ағайҙы туҡмаусылар яғында икәнлектәрен белдерәләр.

Минең атайым менән әсәйем, әлбиттә, был һуңғыларға ҡаршы төшәләр.

— Беребеҙ ҙә һөттән аҡ, һыуҙан пак түгелбеҙ бит... Һөйләшеп торған өсөн шулай кешеләрҙе хур итергә кәрәк микән ни, — тип Закир ағайҙың был эш артынан йөрөүен бик хаҡлы табалар.

Шулай итеп, беҙҙең өй эсендә һәр көн шулар тураһында һүҙ бара. Һәр көн Ғәлимә апай менән Закир ағай тураһында әллә ни тиклем һүҙҙәр һөйләнә. Ләкин был һүҙҙәрҙең хәҙер Ғәлимә апай өсөн һис бер файҙаһы юҡ икәнеп һис береһе иҫтәренә лә килтермәйҙәр ине.

Ғәлимә апайҙың ауырыуы былай ғына бөтмәгәнгә күрә, уны төрлөсә им-том иттерә башланылар. Күрше ҡарсығынан ҡот ҡойҙороу, Йәләй суфыйҙан өшкөртөү, Ғилми ҡарсыҡтан имләтеү, әллә нәмәләр өшкөртөп, шуларҙы көсләп эсертеү кеүек эштәрҙең береһе лә ҡалманы. Ләкин «дарыуҙар»ҙың, им-томдарҙың һис бер файҙаһы теймәй, ул һаман беҙҙең өйҙә торғандағы кеүек иләҫ-миләҫ тора. Ҡурҡынып-һиҫкәнеп китә, йә булмаһа шатлыҡ күрһәтеп, әллә нәмә һөйләп ташлай, күп ваҡытта бер урынға ҡарап бик тәрән уйға бата ине. Уның былай кәйефһеҙләнеүе, икенсе төрлө әйткәндә, һаташып үҙен-үҙе бөтөнләй белмәүе ҡай ваҡытта бигерәк арта, ул бындай ваҡыттарҙа өй эсендәге кешеләргә лә асыуланып ҡарай, йәки бер ҙә өндәшмәй, тик тора ине. Уның ошолай тик торған, йәки килделе-киттеле һүҙҙәр һөйләгән ваҡытта эргәһенә барһаң, бик асыуланып, ғүмерҙә күрмәгән бер кешегә ҡараған кеүек ҡарай, һуңынан үҙенең янынан ҡыуа ине.

Көндөҙҙәрен ошолай ғәйре тәбиғи үткәреү өҫтөнә, төндәрендә бигерәк һаташҡанын, урынынан һикереп тороп сығып китергә маташҡанын һәр көн иртән беҙгә инеп әйтәләр. Шунан беҙ уның эше һаман артҡа киткәнен белеп тора инек.

Һуңғы бер аҙна эсендә Хәмиҙә әбей ҙә, Фәхри бабай ҙа бик йонсоп киттеләр. Сөнки былар, ауырыуҙы ҡарау өҫтөнә, уның өсөн эстәренән бик хәсрәтләнгәнгә күрә, төн дә, көн дә тыныслыҡ күрә алмайҙар ине. Уларҙың ул ауыр хәлдәренә минең әсәй менән атайым да ҡатнашалар, хәсрәттәрен уртаҡлашалар, шунлыҡтан беҙҙең өйҙә лә боронғо кеүек тыныс, матур тормош юғалған кеүек булды.

Әсәй көндөҙҙәрен уларға бер нисә рәт инеп сығыу өҫтөнә, кистәрен дә инеп унда ултыра, тик таңға ҡаршы ғына ҡайта, төнөн күп ваҡыт йоҡоҙоҙ үткәрә башланы.

Бер көн шулай әсәй иртән ҡайтып, Ғәлимә апайҙың көндән-көн кире китеүен, «енләнгән» кеүек ҡыланыуҙарын, һәм Фәхри бабайҙар менән кәңәш итеп, ҡөрьән сығарып өшкөрөргә ҡарар биреүҙәрен атайыма һөйләне.

Атайым был кәңәшкә ҡушылып бөтмәһә лә, артыҡ ҡаршылыҡ та күрһәтмәне:

— Ярай, өшкөрөп ҡарағыҙ инде. Ай-һай, файҙаһы тейерме икән һуң? — тип кенә ҡуйҙы.

Әсәй ҡөрьән сығарыу яғында булып, күп кешеләрҙең шулай кәңәш итеүҙәрен һөйләп китте.

Ҡөрьән сығартып өшкөртөргә ҡарар бирелгәндең һуңында Фәхри бабайҙарҙа әҙерлек башланды.

Фәхри бабай иртән тороп, бына тигән бер һарығын һуйып ташланы. Әсәй менән Хәмиҙә әбей өйҙәрҙе йыйыштырырға, аштар, бәлештәр бешерергә керештеләр. Бында миңә лә ваҡ-төйәк эштәр табылды. Түбән ос муллаһы һәм мәҙрәсәләге хәлфәләрҙе, мәзин бабайҙы саҡырып ҡайтыу кеүек эштәргә мине ҡуштылар. Улар һәммәһе лә өйләнән сығыуға киләсәк булғанға күрә, Фәхри бабайҙар өйөндә бик ашығыс рәүештә әҙерләнеү башланды. Үҙҙәре генә өлгөрөрлөк булмағас, күршенән бер нисә ҡатын килеп булышлыҡ күрһәтә башланылар.

Өй эсендә шулай зыҡ ҡубып, туйға әҙерләнгән кеүек әҙерлек барыуға ҡарамайынса, Ғәлимә апай был эштәргә әйләнеп тә ҡарамаған кеүек тора, урынында ғәмһеҙ ултыра, йәки моңайып ҡына әллә ни һөйләп, көйләп ҡуя ине.

Төш яҡынлашты. Ҡаҙан тулы ит ҡайнай башланы. Бер нисә бәлеш яһалып мейескә тығылды. Хәмиҙә әбей ҙә, башҡалар ҙа һәр бер эште башлағанда бисмилла әйтәләр, «хоҙайым, шифаһын ғына бирһен инде, сәғәте тура килеп, ҡул менән ҡыуғандай булһын инде», тип доға ҡылалар.

Күрше еңгә һүҙҙе тағы ла арттыра:

— Терелһен ине лә, бына шулай әҙерләнеп туй итһәк ине... — ти.

Хәлфәләр, мулла, мәзиндәр килергә күп ҡалманы. Хәҙер башҡа әҙерлектәр бөткән кеүек булғас, әсәй менән Хәмиҙә әбей Ғәлимә апай эргәһенә барып, уны кейендереп, һике уртаһына урын һалып, өшкөрөүселәр килеүгә әҙерләп ҡуйыу хәстәрен күрә башланылар.

Хәмиҙә әбей тағы ла яҡыныраҡ килеп:

– Ғәлимә балам, бына хәҙер үҙеңде өшкөрөргә мулла бабаң менән хәлфә ағайҙарың килә. Бына шунан һуң терелерһең. Улар килгәндә өҫтөңә яңы күлдәгеңде кейеп, ошонда ятып торорһоң, — тип һүҙ башлауға, Ғәлимә апай ҡурҡып китте.

– Мулла бабай!.. Кәрәкмәй, кәрәкмәй! Мин уларҙан ҡурҡам, улар минең йөҙөмә төкөрәләр, битемә ҡара яғалар... Кәрәкмәй, тим, кәрәкмәй!.. — тип әллә нәмәне ҡыуған кеүек, ике ҡулы менән ҡыуа башланы. Әсәй килеп:

— Юҡ, Ғәлимә балам, улар хәҙер өшкөрөргә генә киләләр. Бына улар ҡөрьән сығып үткәргәндән һуң терелерһең. Улар хәҙер һиңә файҙа итергә киләләр. Кейенеп кенә ятып тор. Улар килерҙәр ҙә китерҙәр, шунан боронғо кеүек һау булып китерһең, башың да ауыртмаҫ, эсең дә бошмаҫ... — тип димләргә кереште. Әсәйҙең йомшаҡлыҡ менән бик өҙөлөп әйткән ошо һүҙҙәренән һуң Ғәлимә апай үҙгәрә төштө һәм бер генә минут элек булған ҡурҡыу төҫөн шатлыҡҡа әйләндереп:

— Ниңә киләләр?.. Әллә туй буламы?.. Ярай. Юҡ, килмәһендәр, улар мине алып китәләр... Урамда йөрөтәләр... — тип тағы ла киреләнде.

Әсәйҙең:

– Бына алла бирһә, терелһәң, туй ҙа булыр... Уларҙы шунда ла саҡырырбыҙ... Һин хәҙер кейенеп, шәлеңде ябынып, һәйбәт кенә ятып тор. Улар өшкөрөрҙәр ҙә китерҙәр... — тигән һүҙенә ҡаршы Ғәлимә апай балаларса көлөп:

– Улар өшкөрөп киткәс, туй буламы ни?.. Закир ҡайҙа һуң... Ул да киләме?.. Минең бит хәҙер кершәндәрем юҡ. Минең теге сулпыларым ҡайҙа әле?..—тип урынынан торҙо ла, үҙенең һандығы янына барҙы.

Әсәй, уның былай көйгә килгәнен күргәс, шатланып:

– Шулай, балам, бөтәһе лә булыр. Бына һин кейенеп тор... Һандығыңдан теге яңы күлдәгеңде алып кей... — ти. Ул тағы ла кәйефһеҙлек күрһәтеп:

– Эй алла, башым ауырта бит әле!.. Минең сиккән яулыҡтарым ҡайҙа һуң әле?.. Теге төрлө төҫтәге дебеттәр менән сиккән аҡ яулыҡ бында юҡ бит... (Үҙе балаларса көлөп.) Әсәй, һис асыуланма, мин уны һиңә әйтмәй генә Закиргә бирҙем, һис асыуланма инде. Эй алла, ҡайҙа һуң әле минең аҡ бирсәткәләрем... Уларҙың бармаҡ остарына матур суҡтар тағып ҡуйырға кәрәк... — тип хәҙерге ваҡыт өсөн бер ҙә кәрәкле булмаған нәмәләр тураһында һөйләп китте.

Әсәй менән Хәмиҙә әбей бер юлы:

— Балам, бөтәһе лә һандығыңда бит улар. Әйҙә әле һандығыңды асып ҡарайыҡ... — тип һандыҡты аса башланылар.

Һандыҡты асҡас, Ғәлимә апай бик иркенләп һандығы алдына ултырып алды ла ундағы нәмәләрҙе берәм-берәм сығарып ҡарай башланы. Ул һәр бер нәмәне ҡулына алып, бик оҙаҡ ҡарап тора, ул нәмә тураһында борондан ҡалған хәтирәһен ҡушып, бер нисә һүҙ әйтеп, уны һалып ҡуя ла икенсе бер нәмәне ала ине.

Ул үҙенең сиккән таҫтамалдарын, аяҡ сылғауҙарын — бөтәһен дә, бөтәһен дә:

– Бына быныһы бүләк өсөн...

– Быныһы бирнәгә булыр...

– Был сылғау кейәү бүләге бит был... — тигән һүҙҙәрҙе әйтә, үҙенең бер нисә йылдар буйы эшләгән эштәрен, уларҙы һуғып, күҙ нурҙарын түгеп сүпләп, сигеп ултырған ваҡыттағы күңелендә булған уй һәм хыялдарын күҙ алдына килтереп һөйләй бара ине.

Апайҙың был нәмәләрен ҡарауы, улар тураһында булған фекерҙәрен һөйләүе бик оҙаҡҡа киткәс, әсәй менән Хәмиҙә әбей:

– Йә, балам, бынау күлдәгеңде кей, яулығыңды бәйләп, шәлеңде ябынып ятып тор, мулла бабаң, хәлфә ағайҙарың килер ваҡыт етә, — тигәс, ул быларға күҙҙәрен тултырып ҡараны ла:

– Шулай бит әле, улар килеп киткәс, беҙҙә туй ҙа була бит әле... — тип тағы ла һандығына ҡулын тығып, нәмәлер эҙләй башланы. Байтаҡ ҡарағандан һуң, бик матур бер ҡыҙ һүрәте төшөрөлгән еҫле һабын алып, бик оҙаҡ ҡарап торҙо ла, бик ихлас менән еҫкәп:

– Әсәй, был бит Закир бүләге, ул уны ҡаланан алып ҡайтты. Ул уны миңә йәшереп бирҙе... — тип тағы еҫкәне, тағы ҡараны ла:

– Бигерәк матур бит. Ул миңә: «Бына һин ошонда төшкән ҡыҙҙан да матурһың», — тип әйткәйне. Әсәй, мин шулай матурмы ни, ә?.. Юҡтыр ҙа... Минең башым ауырта бит әле... Ул беҙгә килмәҫ инде, ғүмерҙә килмәҫ... (Ҡулына бер яулыҡ алып.) Был яулыҡты уға бирермен тип сиккән инем... — тип ул яулыҡты ойоҡ ҡуңысына тыға башланы.

— Матурһың һин, балам, әле лә матурһың... Йә, кейен инде, яулыҡты һуңынан бирерһең... — тип Хәмиҙә әбей уны кейендереү яйын ҡарай, ләкин Ғәлимә апай һаман үҙ эше менән булаша ине.

Ул хәҙер бер нәмәне лә йәшермәй, борон бик йәшерен рәүештә генә ҡасып Закирға биргән яулыҡты, Закирҙан һабын алыуын, уның менән аулаҡта осрашыуҙарын — бөтәһен асыҡтан-асыҡ әйтә ине. Уға: «Йә, балам, кейенеп ал инде», — тип ҡабат әйттеләр.

Ул уларҙың был һүҙҙәренә ризаһыҙлыҡ күрһәткән кеүек булып:

– Юҡ та, хәҙер кейенмәйем әле, бына мин ҡыҙҙар тауына уйынға сыҡҡанда кейенермен, әле минең киндерҙәр һуғаһым бар бит... — ти. Хәмиҙә әбей:

– Бына, алла бойорһа, теләгәс, уйынға ла сығырһың... Бөтәһе лә булыр, балам,— тип әйтте лә, күҙҙәренән сыҡҡан йәштәрен һөртөп, бер яҡҡа ҡараны. Апайҙың был һүҙҙәрен ишеткәс, был эштәрен күргәс, әсәй ҙә һәм шунда торған күрше ҡатыны ла күҙҙәрен һөртөп, бер һүҙһеҙ ҡалдылар...

Тағы ла бер-ике минут торғас, ул үҙенең бер күлдәген алып, уның бер ерендәге йәшерен рәүештә тегелгән кеҫә һамаҡ бер урынын, әллә нисәгә бөкләнеп ҡуйылған һәм бөтәрләнеп бөткән бер хат алды ла, бер ҙә тартынмай:

– Был бит Закирҙың хаты!.. Әсәй, һеҙгә лә уҡып ҡарайыммы?..— тип хатты әйләндерә башланы. Уның был теләгенә ҡаршы:

– Ярай, балам, һуңынан, бына кейенеп бөткәс уҡырһың... — тип уның һүҙен бүлделәр.

Шулай бик күп димләшә торғас, ул үҙенең күлдәген алып кейә башланы. Уның күлдәк өҫтөнә күлдәк кейеүен күргәс, әсәйҙәр:

— Балам, өҫтөңдәге күлдәгеңде һалып кей. Сәстәреңде тарап ал... — тигәс, мин сығып киттем, мин сыҡҡанда Ғәлимә апай:

— Башым ауырта бит әле... — тип һыҙланып ҡалды.

Атайым менән Фәхри бабай, мин сыҡҡанда, ҡаршы өйҙә муллалар менән хәлфәләрҙе ҡаршы алырға әҙерләнәләр ине.

Улар миңә, уларҙың килеүен ҡарап торорға тип, ҡапҡа төбөнә сығырға ҡуштылар.

Мин сығып, бик оҙаҡ торғас ҡына, мәсеттән кешеләр сығып, шуларҙың бер төркөм сәлләлеләре беҙҙең яҡҡа килә башланылар. Уларҙың бөтәһе лә сәлләле һәм ҡултыҡ аҫтарына «Ҡөрьән»дәрен ҡыҫтырғандар, аҡрын ғына беҙҙең яҡҡа табан киләләр ине. Уларҙы күргәс тә, мин өйгә инен, килеүҙәрен хәбәр иттем. Мин тағы ла Ғәлимә апайҙар эргәһенә индем:

— Киләләр! — тинем.

Был һүҙҙе ни өсөн ашығып әйткәнмендер, Ғәлимә апай минең «киләләр!» тигән һүҙемде ишеткәс, ҡурҡынып китте:

— Киләләр?.. Кемдәр киләләр?.. Ниңә киләләр? Юҡ, юҡ, килмәһендәр, кәрәкмәй!.. — тип уңайһыҙлыҡ күрһәтә башланы.

Хәмиҙә әбей ҙә, әсәй ҙә, ашығыслыҡ күрһәтеп:

— Балам, ипләп кенә тор инде, улар киләләр ҙә китәләр. Бына, алла бойорһа, улар өшкөргәс, терелеп ҡалырһың, — тип тағы ла уны йыуатырға, күндерергә керештеләр.

Шул һүҙҙәрҙән һуң, ул артыҡ һүҙ әйтмәһә лә, ҡурҡына һәм өшөгән кеүек ҡалтырана башланы, һуңраҡ һике уртаһында, үҙе өсөн әҙерләнгән урынға барып ятты ла, бер нәмәнән ҡурҡып йәшеренгән, йәки бик туңған кеүек төрөнөп ятты.

Мулла һәм хәлфәләрҙе шаулап һөйләшеп, сәләм биреп ҡаршы өйгә ингәндә, уларҙы:

— Әйҙә, мулла ағай, рәхим ит! – тип ҡаршы алдылар.

– Һеҙ шәкерттәр, һеҙ хөрмәтле заттар, һеҙ алдан рәхим итегеҙ!

– Әйҙә, әйҙә! Ярай, хуш!.. — тип ҡыҫташыуҙары ишетелгәс, Ғәлимә апай башын сығарып ҡараны, ул хәҙер былай ҡарарға боронғонан бик күп үҙгәргән булһа ла, матур күренә, тик йөҙҙәре бик ағарғанға күрә, ҡараусыға ҡыҙғаныс кеүек тойола ине.

Бер аҙҙан һуң. Фәхри бабай инеп:

— Муллалар килделәр... Әҙер булдығыҙмы? — тип һораны һәм, Ғәлимә апайға ҡарап торғандан һуң, былай булһа инергә ярай инде тигән кеүек: — Улай булһа, бында инһендәр... — тип Хәмиҙә әбей менән әсәйгә сәйер күҙе менән ҡарап алды ла, уларҙың «ярай, инһендәр инде» тигән һүҙҙәрен ишеткәс, кире сығып китте.

Күп тә үтмәне, өйҙөң ишеге асылып, иң алдан түбән ос муллаһы, унан хәлфәләр, һуңыраҡ мәзин өйгә инделәр.

Улар ингәс, өйҙә тағы ла хәрәкәт башланды. Улар, ҡулдарына «Ҡөрьән» тотҡандары хәлдә, юғары ултырыу тураһында һатыулаша, бер-береһен ҡыҫташа башланылар. Был ваҡытҡа тиклем Ғәлимә апай тик кенә ята ине. Улар ошолай шаулашып, Ғәлимә апайҙың тирә-яғына теҙелеп, уны әйләндереп һырып алғас, ул ҡапыл ғына башын ҡалҡытып ҡараны ла:

— Килделәр бит... Килделәр!.. — тип ҡысҡырып ебәрҙе һәм урынынан торорға теләгән кеүек булды. Уның был һүҙҙәренән мулла һәм хәлфәләрҙең килеүенән ҡурҡыу-ҡурҡмауы мәғлүм булмаған ине, ул: — Тағы ла килделәр!.. Йөҙгә ҡара яғырға килделәр!.. Мине ҡотҡарығыҙ! — тигән һүҙҙәре менән был сәлләле кешеләрҙән һуң дәрәжәлә ҡурҡҡанын белдерҙе.

Элек әсәй ҙә, Хәмиҙә әбей ҙә муллаларҙан бик оялалар, йөҙҙәрен түгел, мөмкин булғанда уларға кәүҙәләрен күрһәтеүҙән дә тартыналар ине. Бөгөн эш артыҡ мөшкөл булғас һәм Ғәлимә апай һаман да тыныслана алмағас, улар икеһе лә оялып торманылар, бәлки асыҡтан-асыҡ ҡарап, һәр бер эшкә әҙерлек күрһәткән кеүек торҙолар һәм, Ғәлимә апайҙың һуңғы ҡурҡыу һүҙҙәрен ишеткәс, улар яҡын уҡ килделәр. Атайым хәлфәләрҙең араһына инеп, Ғәлимә апайҙың ҡулын тотто, асылған өҫтөн япты һәм ҡаушаған бер сифат менән:

– Ғәлимә балам, тыныс ят... Былар һине ҡөрьән сығып өшкөрөргә генә килгәндәр, ҡара яҡмайҙар... — тип йыуатырға кереште. Уның һүҙҙәренә әсәй менән Хәмиҙә әбей ҙә:

– Балам, беҙ бында, тыныс бул, бына, алла бойорһа, терелерһең... — тип Ғәлимә апайға һүҙҙәрен ишеттереп, кәүҙәләрен күрһәтеп, үҙҙәренең бында икәнлектәрен, муллаларҙан ҡурҡыу тейеш түгел икәнен белдерергә тырыштылар.

Атайымдың һәм әсәй менән Хәмиҙә әбейҙең йыуатыуҙарына тыныслыҡ бирергә тырышыуҙарына ҡарамайынса, ул һәр ваҡыт әйтә торған һүҙҙәрен ҡабатларға, урынынан тороп китергә теләй башланы.

Мулла һәм хәлфәләр уның шулай тынысһыҙланып елкенеүен күргәс, һөжүм ваҡыты, эш заманы килде тигән кеүек, бөтәһе бер юлы:

— Әғүзе биллаһи мине шайтан ражим...

— Бисмиллаһ... — тип, бик ашығып, бер ауыҙҙан, күтәренке тауыштар менән, ҡөрьән сығырға керешеп киттеләр.

Бер тиҫтәнән артыҡ кешеләрҙең бер юлы шаулашып, ҡысҡырып ебәреүҙәрен ишеткәс тә, Ғәлимә апай урынынан һикереп торҙо ла:

— Кәрәкмәй, кәрәкмәй!.. — тип ҡулдарын бутай башланы һәм урынынан тороп китергә теләне. Ләкин шул минутта, уны бер нисә көслө беләкле ҡулдар сырмап тотоп алғанлыҡтан, тороп китә алманы. Өшкөрөүселәр, уның ай-вайына ҡарамайынса, уҡыуҙарын дауам иттерҙеләр һәм бөтәһе лә бер юлы «әлхәм»де уҡып бөтөрөп, ләхәүлә вә ла ҡеүәтә илла биллаһелғазимде әйтеп, бөтәһе бер юлы Ғәлимә апайҙың өҫтөнә ҡарай баштарын бөгә төшөп:

– Тефу-тефу! – тип, уның битенә, башына, ҡыҫҡаһы, бөтә өҫтөнә төкөрҙөләр.

Бынан бер нисә көн генә элек, уны урамда йөрөткән ваҡытта бөтә халыҡ алдында уның битенә төкөргәйнеләр. Ул унда биттәрен ҡайҙа ҡуйырға белмәй, ер аҫтына инерлек, үҙен тереләй утҡа һалырлыҡ булып хурланғандарын күҙ алдына килтерҙе, күрәһең:

– Юҡ, мин гонаһлы түгел!.. Әй, алла, ниңә минең битемә төкөрәһегеҙ?.. Мин китәм!.. Хәҙер барып һыуға төшәм!.. Бына төшәм дә инде… Әй, раббым, шуларҙан ҡотолдом бит!.. – тип башын яҫтыҡҡа ҡуйып йәнһеҙ кеүек булып ятты.

Уның был хәле теге өшкөрөүселәргә һис тәьҫир итмәй, улар ҡөрьән уҡыуҙарын тағы ла шәбәйттеләр. Улар хәҙер дошманды (йәғни үҙ уйҙарынса Ғәлимә апай янына йыйылған, уны һаташтырған ен-шайтандарҙы) еңгән кеүек ҡыҙып, дәртләнеп киттеләр.

Улар ҡайһы бер урында тауыштарын һуҙып ебәрәләр, ҡайһы саҡта ҡаты итеп ҡысҡыралар, йә көйләп ҡуялар… Бер аҙ уҡып барғас, бөтәһе бер юлы “ләхәүләне” уҡып, тағы ла көслөрәк итеп Ғәлимә апайҙың өҫтөнә өрәләр һәм төкөрәләр ине.

Был күренештән өй эсе әллә ниндәй ҡурҡыныс бер төҫкә инде. Ауырыу кеше түгел, һау була тороп, мин дә ҡурҡа башланым. Мин дә берәй ваҡытта шулай ауырырмын, мин дә шулай һаташырмын, мине лә шулай өшкөрөрҙәр… тигән уйға ҡалдым.

Ғәлимә апай бер аҙҙан тағы ла ҡуҙғалырға теләп, башын күтәргәйне, уны тирә-яғынан бер юлы бер нисә ҡул тотоп алды. Улар бер ҡулдары менән Ғәлимә апайҙы, икенсе ҡулдары менән ҡөрьәндәрен тотоп, бер минут тик тормай уҡыуҙарын, баяғыса, Ғәлимә апайҙың өҫтөнә төкөрөүҙәрен дауам иттерә бирҙеләр. Ғәлимә апай, бер аҙ тик ятҡандан һуң, хәрәкәткә килде. Кәүҙәһен ҡуҙғата алмаһа ла, башын бер аҙ күтәреп, үҙенә яҡын ғына ултырған мулланың битенә төкөрҙө лә тағы ятты.

Уның шулай мулланың битенә төкөрөүенә әһәмиәт биреүсе лә булманы. Бер аҙҙан һуң ул тағы ҡуҙғалып, уларҙың бөтәһенә күҙҙәрен тултырып ҡараны ла, уларҙы мыҫҡыл иткән һамаҡ ауыҙын бөршәйтеп, ниңәлер йылмайған кеүек булды. Башын бер яҡҡа әйләндереп, юрғанын башына тиклем ябынып ятты.

Өшкөргән саҡта ауырыуҙың бите, күренергә ярай торған тәне асыҡ булырға, өшкөрөүселәрҙең төкөрөктәре туранан-тура уның битенә, башына тейергә тейеш булғанғамы, әллә башҡа берәй сәбәп менәнме, Ғәлимә апайҙың башын йәшереп, биттәрен ябып ҡуйыуы уларға килешмәне. Уның үҙе теләп, уларҙан ҡасып ябыныуға ҡарамаҫтан, башына ябынған юрғанын асырға теләнеләр һәм битенә япҡанын тартып астылар. Ғәлимә апай ике ҡулы менән юрғанына йәбешеп, астырмаҫҡа, башын уларҙан йәшерергә тырыша башланы. Улар, бер нәмәгә ҡарамай, тағы астылар. Шунан һуң Ғәлимә апай тағы елкенә, баяғынан да көслөрәк тыпырсына башланы.

Улар, ауырыуҙың шулай тыпырсыныуына, уңайһыҙланыуына ҡарамай, ғәйрәттәрен арттыра төшөп, тауыштарын шәбәйтеп, төкөрөүҙәрен йышайтып, өшкөрөргә керештеләр. Ғәлимә апай, был ҡәҙәрле көстәргә ҡаршы тора алмауын белгән кеүек, хәҙер башын йәшермәй башланы. Шул ваҡытта уның ике сикәһенән туҙып төшкән ҡара сәстәренә, битенә төкөрөк йәбешеп бөткәйне. Ул ҡыҙарған, тирләгән, тынын йыш-йыш ала, уның күҙ ҡараштары бик хәлһеҙләнгәйне.

Уның был хәлен күреп, атайым да уңайһыҙлана башланы. Фәхри бабай ситтән генә ҡарап ала ла, башын түбән эйеп:

– Әй балам, балам!.. – ти, үҙе иҙәнгә ҡарап тик тора ине.

Әсәйем менән Хәмиҙә инәй теге өйгә сығып килделәр, уларҙың күңелдәре тынысһыҙ икәнен ҡараштарынан белеп була ине.

Шулап шаулап ҡөрьән сығыу сәғәттән артыҡ барҙы, һуңға табан Ғәлимә апай ошо сәлләле кешеләрҙең уртаһында рәнйеүле рәүештә ҡәһәрле ғөрөф-ғәҙәттең ҡаты тырнаҡтары аҫтында иҙелгән һамаҡ булып күҙҙәрен йомдо.

Мин әле лә уның шул ваҡыттағы моңһоу, ҡыҙғаныс күренешен, оҙон керпектәренең ҡара күҙҙәрен ябып хәрәкәтһеҙ ҡалыуын, уның шул хәлдә ҡәһәрле тормошҡа мәжбүр ителеп көрәшеүҙән ғажиз ҡалып, золом ителеүен күҙ алдымдан ебәрә алмайым.

Ул әле лә иҫке тормоштоң иге-сиге булмаған насарлыҡтарҙың ҙур бер ҡорбаны булып күҙ алдына килә...

Мулла һәм хәлфәләр ҡөрьәнде сығып, һуңғы «лә хәү-лә»ләрен әйтеп, иң һуңғы ағыулы төкөрөктәрен уның өҫтөнә, матур битенә төкөргән саҡта, ул бер нәмә лә белмәй ята ине.

Былар икенсе өйгә аш ашарға сыҡҡан ваҡытта, уның битендәге төкөрөктәр шул көйө һөртөлмәй, кипмәй ҡалдылар. Сөнки ул уларҙы һөртөп тороуҙан үткән, уның хәҙер шул бысраҡ төкөрөктәрҙе һөртөрлөк тә хәле ҡалмаған ине...

Өшкөрөүселәр бик ҙур эш бөтөрөп, дошмандарын еңеп ҡайтҡан ғәскәрҙәр кеүек, шатлыҡ менән теге өйгә сыҡтылар. Сыҡтылар ҙа, тәһәрәт яңыртабыҙ тип, ишек алдына таралдылар.

Атайым миңә быларға ҡомған биреп, ҡулдарына һыу һалып торорға ҡушҡанға күрә, мин былар тирәҙендә йөрөргә, атайым менән Фәхри бабайҙың әйткән һүҙҙәрен тыңларға мәжбүр инем.

Хәлфәләр тышҡа сыҡҡас, иркенләп ҡалған кеүек булдылар. Улар аҙбарҙың эсенә ингәс, мин ситәндең был яғында тороп ҡалдым. Улар мине бөтөнләй инеп китте тип белделәр, күрәһең, араларынан береһе:

— Ҡайҙа, Ғәли ағай, сығар әле. Баш ауыртып китте, — тине. Ғәли хәлфә шунда уҡ кеҫәһенән ҡағыҙға төргән бер нәмә сығарҙы ла, ике ҡулы менән тотоп, иптәштәренә һуҙҙы. Улар бер нисәһе бер юлы был нәмәне бармаҡ остары менән семетеп алып икенсе устарына һалдылар ҙа, баштарын юғары күтәрә төшөп, ауыҙҙарын асып, баяғы нәмәне тел аҫтына төшөрҙөләр. Ғәли хәлфә үҙе лә шул нәмәне бер аҙ алып, тел аҫтына һалды ла, ҡулындағы ҡағыҙҙы ипләп төрөп, күкрәк кеҫәһенә тығып ҡуйҙы. Хәҙер быларҙың бөтәһенең дә ауыҙҙары тумпайып, алға сығып ослайыңҡырап тора ине.

Бер-ике минуттан һуң былар бөтөнләй башҡаса булып, кәйефләнеп киттеләр. Иң элек Нәғим хәлфә ауыҙындағы нәмәне төкөрөп ташланы ла, һүҙ башлап:

— Ну, суҡынғандың ҡулы йомшаҡ икән дә һуң! Тороп китә башлағас, ҡулынан эләктереп алған инем, ҡулым май кеүек булып иреп китте, — ти.

Уның был һүҙенән һуң ҡалғандары ла ауыҙҙарындағы нәмәләрен төкөрөп ташланылар ҙа, бик асылып китеп, береһенән һуң береһе һүҙгә керештеләр. Әабдулла хәлфә тағы ла маҡтана төшөп:

– Ә мин һуң?.. Мин юрған аҫтынан аяғын тоттом. Ну, тәне ҡыҙыу ҙа һуң... Ул аяғын тарта, мин ебәрмәҫкә тырышам... — тип маҡтанды. Икенсе береһе:

– Мин йөҙөнә ҡараным да ултырҙым, валлаһи, хур ҡыҙы кеүек бит!.. Ауырып әрәм булған... Битен япмаһа ғына ине, тип торам.., Ярай, теге ҡарт шайтан йөҙөн аса әле... (теге остоң муллаһын әйтә, күрәһең) —тине.

– Ул үҙе лә ҡыҙыға торғандыр әле, — тине береһе, уға ҡаршы икенсеһе:

– Туған, уға тәнендә йәне булған кеше ҡыҙыҡмай ҡалмаҫ... — ти.

Ғабдрахман хәлфә йыуаш кеше, ул быларҙың һүҙҙәренә ҡатышмаҫ тип уйлағайным, ул да тик тороп ҡалманы:

— Алманың аҫылын ҡорт ашай, тигән һүҙ дөрөҫ инде. Шул башы менән мужик егетенә әрәм булған меҫкен. Улай йөрөгөһө килгәс, бына беҙгә генә белдерергә кәрәк ине. Ғәли артынан беҙгә хат яҙһа, ни була инде... Беҙ шәриғәттең рәтен табыр инек... — тип үҙенең хәсрәтен белдерҙе.

Мәзин хәлфә лә, ауыҙындағы йәшкелт нәмәне төкөрөп ташлағас:

— Һеҙ юҡты һөйләйһегеҙ, әле мин уны шул көйөнсә лә алыр инем. Тороп китә башлағас, күкрәгенә ҡулым тейеп китте!.. Уф-уф!..— тип ҡуйҙы.

Улар үҙҙәренең ҡайҙа икәнлектәрен онотоп, байтаҡ торҙолар. Мин өшөй башланым. Улар һаман бер аҙ торасаҡтар ине лә, атайым ишек алдына сығып, уның былай табан ҡарап:

– Йә, хәлфәләр рәхим итһендәр... — тигән һүҙен ишеткәс, тиҙ генә ҡомғандан һыу ағыҙып, берәм-берәм ауыҙҙарын сайҡанылар ҙа ҡулъяулыҡтарын алып ауыҙҙарын һөрттөләр. Араларынан береһе:

– Еҫе ҡалмаһын, мужик белһә ярамай... Юҡһа ҡыҙҙарын өшкөртөү түгел, ҡарсыҡтарын да өшкөрттөрмәй башларҙар, — тине. Уның был һүҙенән ҡайһы береһе көлдө, ҡайһы береһе:

– Һиҙмәгәндәре яҡшы... — тип һүҙен йөпләп ҡуйҙылар.

Былар ингәндә, аш урыны әҙерләнеп, тәрилкәләр теҙелеп ҡуйылған ине.

Өйгә инеп аш янына ултырғас, былар төҫтәрен бөтөнләй үҙгәртеп, әле генә тышта һөйләгән һүҙҙәрен оноттолар, «китап һүҙҙәрен», ауырыуҙарҙың төрҙәрен һөйләргә керешеп киттеләр. Ләкин быларҙың «китап» һүҙҙәренә ҡарап Фәхри бабайҙың да, атайымдың да күңелдәре асылып китә алмай ине. Мулла менән хәлфәләр уларҙың күңелһеҙлектәрен һиҙеп алдылар ҙа һүҙҙәрен быларҙың күңелдәрен табыу яғына борҙолар. Бындай ваҡытта, әлбиттә, күҙ алдында булған миҫал килтереп тә һәм улай иткәндә наҙан халыҡты ышандырып та булмағанға, һүҙ боронғо ваҡыттарға, иҫке замандарға терәтелеп һөйләнә бит, бында ла шулай булды.

Былар боронғо ваҡыттағы кешеләрҙең баштарынан бик күп ауырлыҡтар үткәнен, уларҙың сабыр итеүҙәре арҡаһында шул ауырлыҡтарҙан, бәлә-ҡазаларҙан сығыуҙарын, донъялыҡта сыға алмайҙар икән, әхирәттә рәхәт күрәсәктәрен күп миҫалдар килтереп һөйләнеләр. Бында боронғо әүлиәләрҙең, ҙур ишандарҙың төрлө кәрәмәттәре, уларҙың изге тындарынан, доғаларынан әллә ниндәй ауырыуҙарҙың терелеүҙәре, астарҙың туҡ, ярлыларҙың бай булып китеүҙәре, бөтәһе-бөтәһе һөйләнде. Быларҙың һүҙҙәренән һуң боронғо ваҡыттарҙағы ауырлыҡтар ҙа еңел, ярлылыҡтар ҙа ҡыҙыҡ, ауырлыҡтарҙан рәхәт кеүек булып күҙ алдына килә башланылар. Фәхри бабай ҙа Ғәлимә апайҙың ауырыуын онотҡан кеүек булып йөҙө асылып китте. Атайым да аҙ-маҙ булһа ла һүҙгә ҡатнаша башланы. Эштең былай яйланғаның күргәс, муллалар бигерәк тә асылып киттеләр. Үҙҙәренең йәшерәк ваҡыттарында һәм бынан бер нисә йыл элек кенә ауырыуҙарҙы тергеҙеүҙәрен, быларҙың өшкөрөүҙәренән шифа табыуын әйтеп үттеләр.

Төрлө ауырлыҡтарҙы, ауырыуҙарҙы һөйләгәндән һуң, һүҙ ен-пәрейҙәргә күсте. Бында, әлбиттә, ен-пәрей кеүек нәмәләрҙең барлыҡтарына шик килтергән бер генә кеше лә юҡ ине. Шуның өсөн былар тураһындағы һүҙ бигерәк ҡыҙыҡҡа китте. Әллә кемдәрҙең әллә ҡайҙарҙа ен-пәрей күреүҙәрен, уларҙың ҡулдарынан саҡ-саҡ ҡотолоуҙарын, йәки шунан һуң ауырыу булып ҡалыуҙарын — береһен дә ҡалдырманылар.

Мәзин бабай бик ҡарт кеше ине. Ул донъяла бик оҙаҡ торған, ете төн уртаһында юлдарҙа күп йөрөгәнгә, ҡараңғы төндәрҙә яңғыҙы мәсеткә барғанға күрә, был турала уның да фекерен һорап үттеләр. Бик иркенләп һөйләргә кереште.

— Мин инде донъяла күп нәмә күрҙем, йөмләнән бер-ике эште һөйләп үтәйем әле, — тип түбәндәгесә һөйләп алып китте:

– Бер көн шулай, йәсиғ намаҙынан сыҡҡас, Әләүҙәргә барҙым. Улар ен ҡағылып ауырыған улдарын өшкөртөргә саҡырғайнылар. Малай ни эшләргә лә белмәй дулап ята. Өшкөрә башланым, теге уның һайын дулай, уның һайын һаташа. Мин уҡыған аяттарҙы кире һүтеп бара. Яңағына бик ныҡлап берҙе ҡундырҙым да, күҙеңә нәмә күренә, хәҙер әйт, тип һораным. Малай йомшаны:

– Мәзин ағай, миңә теймә, миңә әйтмәҫкә ҡушалар, — ти.

– Кемдәр әйтмәҫкә ҡуша? — тим.

– Ҡурҡам, ҡурҡам! — ти. Яңағына тағы ла берҙе ҡундырғайным:

– Әйтәм, әйтәм... Минһаж ҡарттарҙың ала эттәре,— ти.

Күрәһең, теге пәрей уға эт һүрәтендә күренә. Шунан һуң «Минһаж ҡарттың ала эте» тип бер ҡағыҙға яҙҙым да, аятөл-көрси уҡып, яндыра башланым. Шул саҡта малай ни эшләргә белмәй:

— Зинһар, яндырма, ул мине тешләй! — тип ялына башланы.

Уның һүҙенә ҡарамай теге ҡағыҙҙы яндыра башланым. Теге малай ни эшләргә белмәй тыпырсына, дулай, ҡағыҙҙы яндыртмаҫҡа итә, уға ҡараманым, тоттом да яндырҙым. Бына шунан һуң малай рәхәтләнеп йоҡлап китте.

Шулай мәшәҡәтләнә торғас, уларҙа бик һуңға ҡалдым. Урамдан ҡайтып килә инем, үгеҙ кеүек бер эт ҡаршы килеп, бер алдыма, бер артыма сыға. Мине ҡурҡыр тип белде, күрәһең.

— Ә, әле һин тегендә булдыра алмағас, бында килгәнһең икән! — тип уҡынып, таяғымды һелтәп ебәргәйнем, теге нәмә шунда уҡ ғәйеп булды ла ҡуйҙы, — тине.

Уның был «ҡыҙыҡ» ваҡиғаһынан мулла ла, хәлфәләр ҙә ғәжәпһенделәр ҙә, көлдөләр ҙә (уларҙың ни өсөн көлгәндәрен аңлай алмағайным). Мәзин бабай:

– Туҡтағыҙ әле, бөтмәне, — тип тағы ла һөйләй башланы.

– Ҡайттым. Оҫтабикәм: «Ни эшләп был тиклем һуңға ҡалдың, мунса яҡҡан инем, көтөп-көтөп аптыраным. Мин инеп сыҡтым, үҙең барып мунса инеп сыҡ», — тигәс, тоттом да мунсаға киттем. Сисенеп, эләүкәгә менеп, сабына ғына башлағайным, арттан бер нәмә килеп миндекте тотто ла алды. Әле һин бында ла килеп өлгөргәнһең икән, яуыз нәмә! — тип уҡынып ебәргәйнем, теге нәмә дөбөрҙәп эләүкә аҫтына төшөп китте. Үҙем рәхәтләнеп сабынып, мунса инеп сыҡтым. Шулай уҡ пәрей тигән нәмәләр әҙәм балаларына зыян-зарар килтерергә ҡасд итеп кенә торалар.

Мулла ағай мәзиндең һүҙен бүлеп:

— Мосолман пәрейҙәре улай булмайҙар, бигерәк тә кафыр пәрейҙәре кешеләргә дошман булалар, — тип әллә нәмәләр уҡып ҡуйҙы.

Мәзин бабай мулланың һүҙен дөрөҫләп:

— Уныһы шулай шул, һүҙегеҙ бик дөрөҫ. Бер көн ҡышҡы төндә таң атҡандыр, тип тәһәрәт алдым да, мәсеткә киттем. Күҙгә төртһәң, күренмәҫлек ҡараңғы, көҙгө төн. Иртә булһа булыр, мейестәргә яғып, шунда торормон, тип мәсеткә индем. Инһәм, ни күҙем менән күрәйем: фарыз бүлмәһе лә, сөннәт бүлмәһе лә туп-тулы халыҡ — намаҙ уҡыйҙар... Ләкин бер ҙә беҙҙең кешеләргә оҡшамайҙар, яурындары юҡ, үҙҙәре бик нәҙектәр. Шунда быларҙың мосолман пәрейҙәре икәнлектәре һәм намаҙ уҡыуҙары ҡылт итеп иҫемә килеп төштө. Мин эсемдән генә «сүрәи ен»де уҡып, бер яҡ ситтә ултырып торҙом. Шуныһы ғәжәп: былар беҙҙең кеүек рөҡуғ-сәждәгә баралар, әммә һис бер тауыштары сыҡмай. Томан нисек тауышһыҙ аҡһа, былар ҙа нәҡ шул томан кеүек, хәрәкәттәрендә һис бер тауыш юҡ... шулай итеп хөшуғ-хөзуғ менән намаҙ уҡынылар ҙа томан кеүек таралдылар ҙа бөттөләр. Миңә һис бер зарарҙары булманы, — тине. Мәзин бабайҙың был һүҙҙәренә тағы ла ғәжәпһенделәр. Хәҙрәт мәзиндең бөтә һүҙҙәрен дөрөҫләп ҡуйҙы. Мосолман пәрейҙәрҙең зарар итеү түгел, кәрәк була икән, мөьмнн-мосолман кешеләргә файҙа итеүҙәрен һөйләне. Хәлфәләрҙән береһе:

— Хәҙрәт, уларҙың тауыш-тынһыҙ булыуҙары әжсәме ләтифәнән булыуҙарынан килә торғандыр инде?..— тип сөәл бирҙе. Хәҙрәт уға ҡаршы әллә нәмәләр әйтте. Башҡа хәлфәләр ҙә һүҙгә ҡатнашып киттеләр. Фәрештәләрҙе лә килтереп ҡыҫтырҙылар. Ләкин был әжсәме ләтифтәрҙе һәм уларҙың был туралағы һүҙҙәрен мин бик үк аңлап еткерә алманым. Былай бик «тәрәнгә» киткәс, Фәхри бабай менән атайым бигерәк тә бер нәмә лә аңламағандарҙыр инде. Улар шулай бик үк аңлап бөтмәһәләр ҙә, был һүҙҙәр һөйләнгәндә бик ихлас менән тыңлап ултырҙылар. Бигерәк тә был ваҡытта Фәхри бабай бер ағара, бер ҡыҙара, хатта уның йөҙәнә ҡурҡыу ғәләмәттәре сығып ҡуйған минуттар була ине.

Быларҙан башҡа пәрейҙәрҙең, ендәрҙең төрлө төҫтәргә инеүҙәре, убырҙар, өйрәктәр тураһында халыҡ араһында йөрөгән әкиәттәр, ҡай бер кешеләргә ен-пәрей эйәләшеүҙәре тураһында береһенән-береһе бик ҡурҡыныс нәмәләр һөйләнде. Был һүҙҙәр улар өсөн ҡыҙыҡ та, күңелле лә булғандыр. Ләкин беҙҙең өй эсендәге кешеләр өсөн был һүҙҙәр тағы ла күңелһеҙ эштәрҙе күҙ алдына килтерәләр, беҙҙе бында тороуҙың ҡурҡыныс дәрәжәһенә еткерәләр ине.

Был һүҙҙәрҙән мин бигерәк тә ҡурҡыуға ҡалдым.

Беҙҙең өйҙәрҙә ен-пәрейҙәр бар кеүек, Ғәлимә апайға шул ен-пәрейҙәрҙең берәүһе ҡағылғандыр ҙа, шунан ауырып яталыр кеүек булып күренде. Бынан һуң мин нисек яңғыҙым аттарға бесән һалырға сығырмын, нисек мунсаға барырмын, нисек төндә тышҡа сығырмын, тигән уйға инеп, хәҙер үк ҡурҡыуға төшә башланым. Сөнки мин ул ваҡытта, уларҙың һүҙҙәрен ысынға алып, ялған һөйләүҙәрен күңелемә индереп тә сығармай инем.

Шундай һүҙҙәр арҡаһында мәжлес оҙаҡҡа һуҙылды. Аштан һуң бер нисә самауыр сәй эселде.

Сәй бөтөр саҡта Фәхри бабай ҡаршы өйгә сыҡҡан ине. Ул кире был өйгә ингәндә бик күңелһеҙләнеп инде:

— Хәҙрәт, Ғәлимә тағы ла борсола башланы бит әле, — тигән һүҙ менән хәҙрәт һәм хәлфәләргә ҡараны.

Ҡөрьән сығартып өшкөрткәс, Ғәлимә апайҙың терелеүенә һис бер шик-шөбһә итмәгән Фәхри бабайҙың был һүҙе күңелдең иң тәрән һәм иң ауыртҡан еренән сыҡҡаны күренеп тора ине. Шуның өсөн ул был һүҙҙәрҙе артыҡ борсолған ҡиәфәттә, ҡалған аҡтыҡ өмөттөң дә бөткәнлеген күрһәткән рәүештә әйтте. Уның был һүҙенән һуң атайым да уңайһыҙланып киткән кеүек булды. Ләкин был күңелһеҙ эшкә мулла ла, мәзин дә һәм хәлфәләр ҙә һис бер борсолоу, уңайһыҙланыу ғәләмәте күрһәтмәнеләр. Хәҙрәт бик һалҡын ҡан менән:

— Фәхри ағай, әле һин уның терелеүенә бөгөн үк өмөт итмә, китап өшкөрөүҙең шифаһын өс көндән, булмай икән, бер аҙнанан һуң көтөргә ҡуша. Ҡырҡ көнгә тиклем сабыр итергә бойора!.. — тип Фәхри бабайҙың өмөтөн, Ғәлимә апайҙың терелеүен бик оҙаҡҡа һуҙҙы. Атайым да был эшкә артыҡ уңайһыҙланды булһа кәрәк, ул да хәҙрәткә:

— Улай булһа, тиҙ генә терелмәҫме икән ни? — тигән сөәлде бирҙе. Уларға был икәүҙең нисек тә Ғәлимә апайҙың терелеүен, боронғо хәленә тиҙерәк ҡайтыуын өмөт иткәнлектән, шул сөәлдәрҙе биреүҙәре күренеп тора ине.

Хәҙрәт атайымдың сөәленә яуап бирергә лә аптырап ҡалманы:

— Хоҙаның эшен белеп булмай, сәғәте тура килә икән... фәрештәләр «амин» тип әйтәләр икән... бер көн эсендә терелергә мөмкин. Алланың рәхмәтен белеп булмай. Шуның өсөн хоҙай тәғәлә үҙенең рәхмәтенән өмөт өҙмәҫкә ҡуша. Тик шайтан ғына минең рәхмәтемдән өмөт өҙөр, тип әйтә. Шуның өсөн сабыр итергә, хоҙайҙың ҡушҡанына буйһонорға кәрәк... — тине.

Хәҙрәттең был һүҙҙәренән һуң Фәхри бабай ҙа, атайым да ҡаршы бер һүҙ әйтә алмайынса, баштарын түбән эйҙеләр. Әлбиттә, уларҙың шайтандар рәтенә инәһеләре килмәгәндер инде.

Ашҡа фатиха ҡылынды. Фәхри бабай борондан әҙерләп ҡуйған аҡсаларҙы саҙаҡаға өләшеп сыҡты. Тағы ла фатиха ҡылып, Ғәлимә апайҙың терелеүен теләп, сабыр итергә ҡушып таралып киттеләр...

Улар ҡөрьән сығып өшкөрөүгә, уларға саҙаҡалар биреүгә ҡарамаҫтан, Ғәлимә апай һаман борсола, йүнләп һөйләшмәй ине. Был күңелһеҙлекте Фәхри бабай һәм Хәмиҙә әбей менән уртаҡлашып ҡуныр өсөн, әсәй был көндө уларҙа ҡуна ҡалды. Беҙ, атайым менән икәүләп, үҙебеҙҙең өйгә ҡайтып яттыҡ.

Мин урынға ятҡас та, бик оҙаҡ йоҡлай алмай яттым. Ғәлимә апайҙың ауырыуы, тегеләрҙең уны ҡурҡыныс рәүештә шаулап өшкөрөүҙәре, хәлфәләрҙең ишек алдында уның тураһында шундай йәмһеҙ һүҙҙәр һөйләүҙәре, мулла-мәзиндәрҙең ен-пәрейҙәр тураһында һөйләгән ҡурҡыныс ваҡиғалары күңелдән сыҡмай, теге пәрейҙәр минең күҙ алдымда күҙҙәрен ялтыратып, йоторға, ашарға торған кеүек торалар, мулла менән мәзин һәм теге хәлфәләр ҙә, шул ҡурҡыныс пәрейҙәрҙең дуҫтары, кешеләрҙе аҙаштыра торған шәүләләр кеүек күренәләр ине...

Көндәр үтәләр. Мин мәҙрәсәгә йөрөүҙе бик һирәкләттем. Барһам да, боронғо кеүек уҡый алмай торған булдым. Минең күңелемдә теге хәлфәләргә ҡаршы бик насар ҡараш тыуҙы. Уларҙы боронғо кеүек «яҡшы кешеләр» тип уйлау юғалды. Мәҙрәсәләр ен-пәрейҙәр ояһы кеүек булып күренә башланылар. Элек мин мәҙрәсәлә ҡуна ятып уҡый инем, хәҙер унда ҡунмай башланым. Мендәр менән кейеҙемде алып ҡайттым. Атайым да, әсәйем дә минең унда бармауыма ҡаршы артыҡ һүҙ әйтмәнеләр. Шулай итеп, минең тормошомда бәләкәй генә булһа ла үҙгәреш яһалды.

Бик күп им-том иттереүҙәргә һәм ҡөрьән сығарып өшкөртөүҙәргә ҡарамаҫтан, Ғәлимә апайҙың ауырыуы, кәйефһеҙләнеүе бөтмәне. Хатта ул, муллалар менән хәлфәләрҙең ҡөрьән сығып өшкөрөүҙәренән һуң тағы ла кирегә китте. Ул һаташҡан саҡтарҙа, боронғо ваҡытта әйтә торған һүҙҙәренә ҡушып: «Мулла битемә төкөрә, ана сәлләле кешеләр килә... аяғымдан тоталар... ҡулдарымдан тоталар!..» — тигән һүҙҙәрҙе әйтә башланы. Йоҡоһонан ҡурҡып уянып: «Өҫтәмә ҡарап ҡысҡыралар, мине ҡыҫалар... Мулла бабай ҡыуа...» — тип ҡысҡыра торған булды.

Ул «тотолоп» шулай рисуай булғандан һуң тыныс ҡына тормошта, төрлө һүҙҙәр ишетмәй, һау кешеләр ҙә ҡурҡырлыҡ им-том иттерелмәй, өҫтө-өҫтөнә ауыр күренештәр күрмәй генә торған булһа, әллә терелеп, тәбиғи хәленә төшөп киткән булыр ине. Ләкин улай булманы, уға һәр көн бер төрлө күңелһеҙ хәбәр ишеттерә торҙолар. Ауыл халҡы араһында һөйләнгән, «Ғәлимә енләнгән, имеш... уға пәрей эйәләшкән икән...» тигән кеүек һүҙҙәрҙе тағы ла ҡурҡыныслыраҡ иттереп, уның үҙ алдында һөйләп, уның шикләнеүен арттыра барҙылар. Шул эштәрҙең береһе өҫтөнә икенсеһе өҫтәлә килеп, уның ауырыуы бөтөү урынына, арта барҙы.

Фәхри бабайҙарға килгән күрше-маҙарҙар, Ғәлимә апайҙан тартынып, уға ҡурҡып ҡарай башланылар. Ул өйҙә яңғыҙ торғанда инергә шикләнә торған булдылар. Инһәләр ҙә, бүкәйгә йәки бәйләп ҡуйған айыуға ҡараған кеүек ҡарап, шул ҡараштары менән үк Ғәлимә апайҙан ҡурҡҡанлыҡтарын белдереп, уның күңелендә шик тыуҙыра торҙолар. Әбей-һәбейҙәр килеп, уның күҙенә бәреп әйткән кеүек, уның үҙе алдында әллә ниндәй ҡурҡыныс нәмәләр һөйләп, үткән заманда әллә кем ҡыҙының шулай бер көндә ҡапыл ғына енләнеп китеүен, урам буйында балалар ҡурҡытып йөрөүен, әллә кемдең ир балаһына пәрей ҡағылып, шунан күҙҙәре салыш, муйыны ҡыйыш булып ҡалыуын, тағы ла әллә ниндәй бер баланың хәйерсенән генә ҡурҡып, быума ауырыуы менән ауырып, бара торғас ҡойоға төшөп үлеүен һөйләп, уның ҡурҡыуын, ҡалтыраныуын, был эштең ахыры яманға бөтәсәген иҫенә төшөрөп кенә торҙолар. Ул шуларҙың барыһын да аңлаған кеүек тыңлай торғас, һин хәҙер боҙолғанһың тип өшкөрә торғас, барған һайын кире китте. Ул үҙен бөтә халыҡҡа башҡа бер кеше, ауырыу кеше, ысынлап та енләнә башлаған кеше кеүек иттереп, йыуаш торошон, күҙ ҡарашын башҡаландырғандан-башҡаландырҙы.

Хәҙер Ғәлимә апай сит кешеләргә түгел, беҙҙең үҙебеҙгә лә ваҡытлыса ғына ауырыған, ваҡытлыса ғына һаташа торған кеше түгел, бәлки инде ысынлап та «енләнгән» йәки «енләнә» башлаған һамаҡ, ҡурҡыныслыраҡ күренә башланы. Уның ҡыланыштарында, һүҙҙәрендә ҙур үҙгәреш булған кеүек, үҙендә лә үҙгәреш һиҙелә башланы: күҙҙәре ҙурыраҡ булып киттеләр. Күҙҙәренең ҡараштарында ла башҡалыҡ күренә башланы. Яңағы оҙонайып, биттәре эскә бата төштө. Йөҙө боронғо кеүек аллы-гөллө булып тороуын юғалтып, әллә ниндәй һарғылтыраҡ бер төҫкә әйләнде. Хәҙер ул ситтән ҡарауға, атаһы, әсәһе, туғандары булған өҫтөнән дә етемдер, яңғыҙҙыр, уның бер ҙә күңел аса торған кешеһе юҡтыр кеүек күренә ине. Беҙ уны бөтәбеҙ ҙә һуң дәрәжәлә ҡыҙғанһаҡ та, уның был эштәребеҙгә иҫе китмәй, ул хәҙер беҙҙән дә үҙен сит күргән кеүек тойола торған булып китте.

Уның рухи ауырыуы шулай артҡандан-артыуға ҡарамаҫтан, Фәхри бабайҙар ҙа, минең атайым менән әсәйем дә уның терелеүенән, тағы ла боронғо кеүек матур Ғәлимә апай булып китеүенән өмөт өҙмәйҙәр, һәр ваҡыт уның өсөн дарыу-дарман эҙләйҙәр. Ҡайҙалыр уның был ауырыуын шунда уҡ алып ташлай торған бер көстөң йәки бер дарыуҙың барлығына ышаналар ине лә, һәр ваҡыт осраған бер кешенән кәңәш һорайҙар, шул уҡ кешенең кәңәшен ғәмәлдә эшләп ҡарау сараһына керешәләр ине. Шул өмөт менән Ғәлимә апайға әллә нәмәләр эсереп бөтөрҙөләр. Мин белгәндән әллә кемдәрҙән, әллә ҡайһы ауыл кешеләренән өшкөрттөләр. Ул үҙе лә шулай өҙлөкһөҙ, көсләп өшкөртөү, туҡтауһыҙ имләү, һәр ваҡыт әллә нәмәләр эсереп тороуға күнегеп китте. Йыуашланды, боронғо кеүек тартышмай, ҡаршы тормай башланы. Ләкин уның был ҡаршы тормауы белеүенән, «файҙаһы» бар икәнен аңлауҙан түгел, бәлки, хәҙер уның үҙендә мөстәҡил теләктең бөтөүенән, һау кешеләрҙә була торған аң менән эшләнә торған теләктәрҙең булмауынан икәне күренеп тора ине. Икенсе төрлө әйткәндә, ул һуңғы ваҡыттарҙа бәләкәй балаларса, кеше ҡушыуы буйынса ғына йөрөй торған була башланы. Боронғо янып торған Ғәлимәлеген, белеп эшләй торған көсөн юғалтты.

Закир теге ваҡытта булған сығып китеүенән һуң, байтаҡ ваҡыттар ғәйеп булып торҙо. Уның шулай ғәйеп булып тороуы оҙаҡҡа һуҙылғас, уның тураһында тағы ла төрлө хәбәр таралды. Ҡай берәүҙәр:


— Ул инде ауылға кире ҡайтмаҫҡа булып киткән икән. Шул тиклем ҙур гонаһ эшләп, әҙәм мәсхәрәһе булғас, нисек ҡайтһын һуң?.. Бында кире ҡайтып, ни йөҙ менән күренһен? Әҙерәк ояты булһа, ҡайтмаҫ шул! — тип һөйләйҙәр.

Ҡай берәүҙәр:

— Ул бик ныҡ туҡмалды бит, ул инде төҙәлмәҫлек булып имгәнгән, тиҙ генә ҡайта алмаҫ, бер рәт шауҡым һуҡһа, шулай була инде ул! — тиҙәр ине.

Шуның өҫтөнә уның тураһында, Ғәлимә апайға сығарылған бәйет-йырҙар кеүек, мыҫҡыл итеп йәки ҡыҙғанып бәйеттәр-йырҙар сығарылып өлгөргән, ул йырҙарҙы ауыл халҡы бер-береһенән күсереп алып, осраған бер ерҙә уҡып, йырлап йөрөй торған булып киттеләр. Бигерәк тә был йырҙар мәҙрәсәнең вағыраҡ шәкерттәре араһында ныҡ таралып, улар ул йырҙарҙы үҙҙәренең ҡалын дәфтәрҙәренә яҙып, шунан икенселәре күсереп, ҡулдан-ҡулға йөрөтәләр ине. Был йырҙар беҙҙең ауылда ғына ҡалмай, шул шәкерттәр арҡыры күрше ауылдарға ла таралып өлгөргән. Шулай итеп, был ваҡиға бер беҙҙең ауылда түгел, тирә-яҡ ауылдарҙа ла ғибрәт булып һөйләнә, йырлана башланы. Закир ағай менән Ғәлимә апай тураһындағы төрлө һүҙҙәр һәм төрлө бәйеттәр менән йырҙар, төрлө сәбәптәр менән төрлө кешеләр арҡыры беҙгә һәм Фәхри бабайҙарға ла ишеттерелеп, йәрәхәт, күңелһеҙлекте арттырып торорға сәбәп булалар ине.

Ул туралағы һүҙҙәр һөйләнгәндән, йырҙар йырланғандан, бәйеттәр уҡылғандан һуң, ишетеп торған бер кеше уфлап ҡуя ла, һуңынан иғтибарһыҙ рәүештә:

— Аллам һаҡлаһын, хоҙай балаларыңа күрһәтмәһен!.. Был хурлыҡты күргән Закир нисек ҡайтһын да, нисек итеп кеше күҙенә күренһен? — тип ҡуялар ине.

Ғәлимә апай хәҙер үҙе тураһындағы сығарылған бәйет һәм йырҙарҙы тыңлай торғас, икенсе төрлө әйткәндә мәжбүри рәүештә ишетә торғас, уларға ҡолаҡ һалмау дәрәжәһенә килеп етте. Йәки ул уларҙы үҙенә хурлыҡмы, йәки хурлыҡ түгелме, тип уйлау дәрәжәһенән үтте. Хәҙер уның өсөн бөтәһе лә бер, ул улар өсөн ҡайғырмай, йәки ҡайғыра ла белмәй ине.

Закир китеп юғалып бер айҙар самаһы үткәс кенә, уның ҡайтыу хәбәрен ишеттек. Ул ҡайтҡан ине.

Мин уны беренсе тапҡыр күреүемдә аптырап киттем: хәҙер уның ике бите боронғо кеүек ҡыҙарып тормай. Күҙҙәре эскә бата төшкән. Үҙе арығайып киткән, һул яҡ күҙе өҫтөндә ат типкән кеүек бер эҙ ҡалған. Уң яҡ күҙе ҡыҫылыңҡырап ҡалған кеүек тора. Кәүҙәһе лә боронғо кеүек бик тура түгел, бәлки эсе йәки биле ауыртҡан кеше кеүек алға табан эйелеңкерәп йөрөй. Шуның өҫтөнә уның күңелһеҙлеге әллә ҡайҙан күренеп тора. Шул хәлдә күргәс, мин уны бик ҡыҙғандым. Ул хәҙер сит ауыл кешеһе кеүек, бик ҙур ҡайғыһы бар кеше кеүек, оҙаҡ ауырығандан һуң яңы ғына терелеп, урамға беренсе тапҡыр сыҡҡан кеше кеүек булып күренде.

Ул ҡайтып ил күҙенә күренгәс, уның тураһында тағы ла һүҙҙәр сыҡты: ул бальнистә ятып төҙәлә алмаған икән, уның йөрәгенә ҡан һауышҡан икән... бынан һуң мандый алмаҫ инде... Туҡмаусылар менән хәҙрәт өҫтөнән судҡа биреп ҡайтҡан икән... Ысын-ысынлап терелеп алһам, уларҙан үс алмай ҡалмам әле, ти, имеш. Миңә бер нәмә лә булмаҫ, тик Ғәлимәне генә әрәм иттеләр, тип, Ғәлимәне бик ҡыҙғана, уның өсөн сикһеҙ ҡайғыра икән, улар ысынлап та бер-береһенә ғашиҡтар икән... кеүек әллә ни тиклем хәбәрҙәр һөйләй башланылар. Был хәбәрҙәр төрлө кешеләр арҡыры тағы ла беҙгә лә, Фәхри бабайҙарға ла ишетелеп, йәки юрамалдай ишеттереп торалар. Был хәбәрҙәр һаман Ғәлимә апай менән бәйләндереп һөйләгәнгә бик ауыр, күңелһеҙ тәьҫир ҡалдыралар ине.

Халыҡ уның шундай һүҙҙәрен күсереп һөйләү менән бергә, уның хурлыҡҡа ҡалыуына сәбәп булған, уны тотҡан һәм туҡмаған кешеләрҙең дә маҡтанған һүҙҙәрен һөйләйҙәр. Улар әйтәләр, имеш: «Улай бик шәбәйеп китһә, беҙ уға күрһәтербеҙ, ҡайҙа барыр урынын да тапмаҫ! Тештәрен һурҙырып ҡулына тотторорбоҙ, ҡабырғаларын яңынан һанарбыҙ, әле аҙ булғандыр»... — тиҙәр икән.

Шуның өҫтөнә ахун хәҙрәттең дә һис бер риза түгел икәнен, уны: «Ул фатихаһыҙ егет ғүмергә изгелек күрмәҫ. Гонаһ эшләгәне етмәгән, уның өҫтөнә ололар өҫтөнән прошение биреп йөрөй торған булһа, ҡул-аяғы тартышыр!» — тип ҡарғай, рәнйей икән тиҙәр.

Шулай итеп, онотолоп бара яҙған эштәр, Закир ағай ҡайтҡас, кире ҡуҙғалып, ваҡиға тағы ла ҡабатланып һөйләнә башланы.

Кәрәк кем генә ауыҙынан һөйләнгән һүҙ булмаһын, ул һүҙҙәрҙең бөтәһе лә беҙҙең өйгә лә, Фәхри бабайҙарға ла шунда уҡ килеп етә, беҙҙең ике йорт эсендәге күңелһеҙлек артҡандан-арта бара ине.

Һуңғы ваҡыттарҙа Закир ағайҙың әсәһе лә беҙгә бик йыш килеп, ҡайғы-хәсрәттәрҙе уртаҡлашып китә торған булды. Закир ағай ҡайтыу хәбәре сығып бер нисә көн үткәс, ул тағы ла беҙгә килгән ине. Был килеүендә ул бик төшөнкө күренде. Ул килеп ингәс, әсәй бөтә эштәрен ташлап уның менән һөйләшергә, Закир ағайҙы һорашырға керешеп китте.

Әсәйҙең:

– Закир бик иҫән ҡайтҡанмы? — тип һорауына ҡаршы көрһөнөп кенә:

– Былай иҫән ҡайтҡан да ҡайтыуын... Әллә ни эшләп бик ябығып, бөтөрөнөп ҡайтҡан. Духтырҙар эшләмәй, өйҙә генә торорға ҡушҡандар. Ауырыуың эскә төшкән, тиҙәр икән. Үҙе былай артыҡ белдермәһә лә, бер ҙә боронғо кеүек түгел. Уйлана ла тора. Белмәйем инде, нисек булыр?..

– Теге ваҡытта бик ныҡ туҡмағандар икән шул... Сәлим әйтә ти, мин уның арҡаһына өс ҡаҙаҡлы гер менән бирҙем, тип әйтеп, әйтә ти, шунан һуң танауынан шаулап ҡан китте, тип маҡтана, ти.

Әсәйҙең был һүҙҙәренән һуң ул ҡурҡынып киткән кеүек булды.

— Сәнселеп китһендәр инде! Бер ҙә юҡтан харап иттеләр. Үҙем дә йөҙөнә ҡарайым да, бер ҙә сырайы асылмағас, боронғо төҫө ҡайтмағас, ҡурҡып китәм. Кистәрен дә әллә ҡайһы ерҙәре ауыртҡан кеүек һыҙлана. Йөрәгенә ҡан һаумаған булһа ярар ине...

Әсәй уға тағы ла яҡынлаша төштө һәм серле рәүештә:

— Бигерәк харап иттеләр инде. Бына бит беҙҙең Ғәлимә аҡылынан яҙып бара. Көндән-көн бөтә. Ебәк кеүек ҡыҙ ине бит!

Закир ағайҙың әсәһе аҡрыныраҡ тауыш менән:

— Халыҡ араһында Ғәлимә аҡылдан яҙған, енләнгән, тип һөйләйҙәр инде. Уны алла һуҡҡан, уларҙан хәҙер фәрештәләр ҡасҡан, уларға ендәр эйәләшкән... тиҙәр икән.

Уның был һүҙҙәренән һуң әсәй үҙгәреп китте.

— Белмәйем инде, үҙебеҙ ҙә аптыраныҡ. Шул тиклем хурлыҡ күреүгә аҡылыңдан да шашырһың. Хәҙер уны ҡайғырта-ҡайғырта үҙебеҙ ҙә бөтөрөндөк. Ул инде Хәмиҙә килендәш бөтөнләй эштән сыҡты!.. Әле кисә Ғәлимәне ҡарап торҙом да, бер ҙә генә боронғоса түгел шул. Бер яулыҡ алған да, шуға ҡарап әллә ниҙәр һөйләй. Үҙенсә туй ҙа яһап ҡуя. Күҙҙәремә йәш тулды. Ҡай саҡта арыу булған кеүек, әйткән һүҙҙе аңлаған кеүек тә булып ҡуя ла, тағы ла еңеләйеп китә шул, инде әйтмәгән дарыуҙы ла ҡалдырманыҡ. Юҡ, һис бер шифаһы юҡ... Ҡайнаға әйтә:

— Бөтә хәлем бөтһә бөтһөн ине, Ғәлимә генә кеше булһын ине. Әжмәт ишанға алып барам әле, уның өшкөреүе бик килешә, тип әйтәләр, ти. Әле шунда барам, тип, кисә ике һарығын һатты. Ғәлимә өсөн бөлөп тә бөттөләр инде...

— Бала бит, бала!.. Ҡайғырмай булмай шул. Мин Закир өсөн ҡайғырып эштән сығып бөттөм инде. Атаһы әйтә: «Юҡҡа ҡайғырма инде. Үткән эшкә ҡайғырып файҙа юҡ», — ти. Закир үҙе былай сер бирмәгән кеүек күренә:

— Әсәй, юҡҡа борсолма әле, мин дә һауығырмын, Ғәлимә лә терелер, — ти. Күңелендә һаман шул Ғәлимә. Ысынлап та терелһәләр, бына тигән иттереп туй яһар инек. Дошмандарҙың йөрәктәрен яндырыр инек...

Һүҙҙәр былай яҡшылыҡҡа табан барғанда, әсәй ҙә, Закирҙың әсәһе лә шатланып, йөҙҙәре асылып китә. Әсәй тағы ла шатлана төшөп:

— Шулай ғына булһын ине лә, туйҙар яһап ташлаһаҡ ине. Бер генә лә ҡайғыбыҙ ҡалмаҫ ине... — тип ҡуя.

Шундай һүҙҙәр һөйләп күпме ултырғандарын да белмәйҙәр. Хәҙерге ауырлыҡтарҙы күреп көрһөнәләр, алдағы көндән бәхет көтәләр...

Ғәлимә апай ишанға алып барып өшкөртөү менән дә, тағы әллә нисә төрлө им-томдар иттереү менән дә алға китә алманы, һуңғы ваҡыттарҙа, ауырыуҙың башланған ваҡытындағы кеүек, йоҡлаған ваҡытта һаташып, урынынан һикереп тороуҙар күп булһа ла, хәҙер даими рәүештә килделе-киттеле бер кеше булып әйләнде. Һуңғы ваҡыттарҙа ул, бер ҡараһаң, балалар кеүек шат була, икенсе ҡарағанда, ҡайғылы кеүек моңая, үҙ алдына үҙе һөйләнә, шулай итеп үҙе менән үҙе була, үҙ юлы менән бара бирә ине.

Ул хәҙер өҫтөндәге күлдәген дә, Хәмиҙә әбей йәки әсәй алмаштырмаһа, аҙналар буйы алмаштырмай, өҫ-башының керле, йыртыҡ булыуына иҫе лә китмәй, сәстәренең таралмай, нисек булды шулай сыбалып тороуына эсе бошмай торған булып китте. Бит-башын йыуыуҙы ла ҡайғыртмай, әгәр ҙә кеше ҡушыуы буйынса йыуырға керешә икән, бик оҙаҡ йыуа. Хәмиҙә әбейҙең:

— Битең ап-аҡ булған бит инде... — тип әйтеүенә ҡаршы:

— Юҡ, юҡ, ҡараһы бөтмәгән әле... Күп һөрттөләр бит, нисек ҡараһы тиҙ генә бөтһөн... — тип арып бөткәнсе, ҡомғанда бер тамсы ла һыу ҡалмағансы йыуа. Шунан һуң битен һөртөргә лә онотоп, икенсе бер эшкә керешеп китә ине.

Бара торғас, уның шулай үҙенсә йөрөүенә, аҡылһыҙлыҡ менән төрлө эштәр эшләүенә барыбыҙ ҙа өйрәнеп киткән кеүек була башланыҡ. Ауылдың теге осонда бик күптәндән бирле тиле исемен алған, тиле Әхмәт тип йөрөтөлгән, тиле Әхмәт нисек булһа, Ғәлимә апай ҙа шуның кеүегерәк булып китте. Беҙҙең өй эсендәге кешеләрҙең береһе лә Ғәлимә апайҙы тиле Әхмәт кеүек итәһеләре килмәһә лә, беҙҙең был теләккә ҡаршы булараҡ күрше-күлән ауыҙынан «тиле Ғәлимә» тигән һүҙҙәрҙе ишеткеләргә тура килә башланы. Был ауыр һүҙҙе ишетеү барған һайын артты, күбәйҙе.

Матур Ғәлимә апайҙың «тиле Ғәлимә» исемен алыуына беҙҙең өй эсендәгеләр шикһеҙ ғәрләнҙәләр ҙә, ғәҙәттән тыш ҡайғырып уңайһыҙланһалар ҙа, «хоҙай тәҡдиренә» күнәләр, был турала һүҙҙе оҙайтмай сабыр итәләр, тик ҡайһы ваҡытта ғына: «Ниңә тиле булһын ул!» — тип үҙҙәрен йыуатырға тырышҡан кеүек булалар, ләкин был һүҙҙәрҙең дөрөҫ булыуына үҙҙәре лә ышанмаған кеүек булалар ине.

Күрше малайҙары ауыҙынан «тиле Ғәлимә» тигән һүҙҙе ишетеү миңә бик ауыр тойола, шул һүҙ өсөн улар менән ыҙғышып та китә инем.

— Имеш, минең апайым, бик яратҡан Ғәлимә апайым, тиле булһын!..

Был һүҙҙе ишетеү миңә бөтә эштән, башҡа бөтә ауыр һүҙҙәрҙән дә ауыр ине.

Ҡыш көндәре үтеп, яҙ етте... Көлөп ҡарай торған нурлы ҡояш аҫтында, яңы сыҡҡан йәшел үләнле ҡырҙар һәр кемде үҙенә тартып, саҡырып торған кеүек бер хәлгә килделәр.

Ауыл эргәһендәге ҡыҙҙар уйынға сыға торған түбә матурланды, уның тирә-яғындағы ваҡ ағаслыҡтар йәшәрҙе.

Ҡыш буйынса еп иләп, киндер һуғып, ул эштәр менән беләктәре талған етеү ҡыҙҙар, эштәренән бушап, йома көндәре шул матур ҡырға сығып, уйнай башланылар...

Яҙғы һабанда ат башында йөрөп арыған малайҙар ҙа шул «ҡыҙҙар ҡыры» тигән ерҙең тирәһендәге ваҡ ағаслыҡтар тирәһенә сығып, төрлөсә уйындар ҡорорға, ҡош күкәйҙәре эҙләргә керештеләр...

Яҙғы эш менән йәйге эш араһындағы буш ваҡыттан файҙаланған ҙурҙар ҙа, шул ҡырҙың берәр яғына барып, йәшел сиҙәмгә ятып хәл йыйырға онотманылар.

Үткән йылдарҙа Ғәлимә апай ҙа сыға, ул бөтә ҡыҙҙар араһында айырым матурлыҡ бирә, ҡыҙҙар уйынының иң башында ул була торғайны.

Мин дә ул ваҡытта, башҡа малайҙар менән сығып, уйнай, көлә, иртәнән кискә тиклем шунда була инем.

Быйыл был ҡырҙарҙың матурлығы беҙгә боронғо кеүек күренмәне. Ғәлимә апай быйыл, гүйә, унда сығыуҙы онотҡан, уға ҡыҙҙарҙың шатлыҡлы уйындары кәрәк түгел, ул үҙе лә теге иптәш ҡыҙҙары тарафынан онотолған кеүек булып китте. Уның хәҙер унда сығыуынан үҙе өсөн ҡыҙыҡ булмаған кеүек, Хәмиҙә әбейҙәр өсөн дә күңелле буласаҡ түгел, шуға күрә Хәмиҙә әбейҙәр ҙә уның унда сыҡмауын, йыйын эсендә күренмәүен теләйҙәр, сығармау яғын ҡарайҙар, хатта үҙенә белдермәй генә уны күҙәтеп торалар ине.

Ғәлимә апай хәҙер йомаһына-фәләненә ҡарамай, һәр көн тип әйтерлек үҙебеҙҙең ҡойроҡтағы йылға буйына төшә, шунда бик оҙаҡ ултыра, күп ваҡытта өйгә ҡайтыуын да иҫенән сығарып, Хәмиҙә әбей йәки әсәй барып алып ҡайтмаһа, үҙе белеп ҡайтмай ҙа торған булып китте. Башта әсәйҙәр уның яңғыҙ ҡалып, һыуға-маҙарға төшөүенән ҡурҡып, һәр ваҡыт ҡарап торһалар ҙа, үҙҙәре бушамағанға, уға күҙ-ҡолаҡ булып тороуҙы миңә ҡушһалар ҙа, бара торғас, күҙәтеп тороуҙы ла һирәкләттек. Тик иҫкә төшкәндә генә барып ҡарай торған булып киттек.

Ул унда ултырғанда төрлө үләндәр, бер ҙә кәрәкмәгән сыбыҡ-сабыҡтар йыя ла, шуларҙан ҡыҙыҡ тапҡан кеүек, балаларса уйнай, эргәһенә барғанда, артыҡ һүҙ әйтмәй әйләнеп ҡарай ҙа, тағы ла үҙ эше менән була ине.

Ҡай саҡта ул шунда ултырғанда, беҙ күрмәгәндә, уның эргәһенә бәләкәй ҡыҙҙар, малайҙар йыйылышып, уны ирештерәләр, ул ундай ваҡытта артыҡ күңелһеҙлек белдереп, уларға асыулана, ләкин уларға теймәй, уның асыуы ла һау кешеләрсә түгел, үҙенсә генә, мөләйем рәүештә бер рәнйеү күрһәтеү кеүек була ине. Бындай ваҡытта мин малайҙарҙы ҡыуып ебәрәм дә, апайҙың янында ҡала торған инем. Уның шулай бала-сағалар тарафынан ирештерелеүен Хәмиҙә әбей йәки әсәй күреп ҡалһа, теге малайҙарға артыҡ ныҡ үпкә күрһәтәләр, хатта ҡарғап та ҡуялар ине.

Бер көндө мин уның эргәһенә барып ҡарап торҙом. Ул йәшел талдарға яҡын ғына ултырған да үҙ алдына үҙе:

— Килделәр бит инде... Һин нәмә тағы?.. Туйҙан ҡасалар ти микән ни!.. Закир баҙарға китте, уның ҡайтыуына сәй ҡайнатырға кәрәк. Ул бүләктәр килтерҙе, бик матурҙар... Аллаға шөкөр, йөҙөм дә ағарҙы инде...—тигән кеүек һүҙҙәр һөйләнә, шатлыҡ йәки эсе бошоуға ҡаратып йөҙөн үҙгәртә ине.

Ул мине күргәс, бер аҙ ҡарап торҙо ла:

— Һин дә килдеңме ни әле? Улар ҡайҙа киттеләр һуң? Йөрөйһөң шунда кеше ҡурҡытып... — тип минең үҙенең янында тороуымдан уңайһыҙланғанын, уның әллә ниндәй теләгенә ҡаршы килгәнемде белдерҙе.

Мин уның кемдәрен ҡурҡытҡанымды белә алманым:

— Ғәлимә апай, мин кемдәрҙе ҡурҡыттым һуң? — тип һораным.

Шул һүҙемдән һуң ул миңә тағы ла диҡҡәт менән ҡараны ла:

— Ул ҡурҡа шул... Һин кит әле, ул килһен... — тине. Мин:

— Әйҙә ҡайтайыҡ, апай, — тигәс, ул бик тәрән уфлап: «Әйҙә һуң улай булһа», — тип эйәреп ҡайтты. Шулай ҙа ул ҡайтып килгәндә, әллә ниңә икеләнеп ҡуйған кеүек була, кире китергә теләгән кеүек артына ҡарап туҡтай, бер аҙ торғас, тағы ла эйәрә ине.[[Ҡара йөҙҙәр. 5-се өлөш|әҫәрҙең дауамы…]]