0%

Ba/Яҙмышым минең - Башҡортостаным

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Эй, яҙмышым минең - Башҡортостан. (Шиғыр)
автор Факиһа Туғыҙбаева


Эй, яҙмышым минең - Башҡортостан


Башҡортостан,
Һине аңлау өсөн,
Далаларың кеүек киң күңелле,
Йылғаларың кеүек моң-һағышлы,
Урмандарың кеүек мең балҡышлы,
Ҡаяларың кеүек бейек, серле
Булыу кәрәк,
Ерем — Башҡортостан!

Башҡортостан,
Һине аңлау өсөн,
Илкәйем тип, ярһып, ҡылыс болғап, —
Дауам иткән шулай нисә быуат, —
Һинең менән бергә яу сабырға,
Дарға аҫылырға, сабылырға,
Үлдем, тигәс, ҡабат терелергә,
Урал батыр булып әүерелергә
Кәрәк,
Эй, яҙмышым минең — Башҡортостан!

Йырҙарыңды ергә күмһәләр ҙә,
Ҡурай булып сәскә атҡан йырың.
Йырҙарыңды ҡыра алмай ҡырғын!
Телкәйеңде ҡырҡып алһалар ҙа —
Үткерлеге уның ҡылысыңда,
Ә ҡылысың һәр саҡ ҡул осонда
Булған борон,
Утта янмаҫ,
Һыуҙа батмаҫ йырым минең —
Башҡортостан!

Һәр бер көнөң моңдоң өнө, гүйә.
Аҡһаҡалдарыңдың аҡылы ла,
Сабый хыялының ялҡыны ла,
Хәләл икмәк менән хәләл тоҙоң,
Һүнгән, балҡыясаҡ һәр йондоҙоң —
Йәншишмәләй генә моңдарыңда.
Уттан сыҡҡан өсөн һәр бер һүҙең,
Һәр һүҙеңдә балҡый яҡты йөҙөң,
Эй, тормошом минең — Башҡортостан!