Ырыҫ. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

ЫРЫҪ


- Кем уйлаған һине берәр заман
Танылырһың тиеп мир-ғәмдә,-
Шулай тине миңә һабаҡташым,
Иҫтәлектәр һөйләп эргәмдә.
Нисек иҫтә тотҡан шуҡлыҡтарҙы,
Хилафлыҡҡа тартым ҡылыҡты,
Уйламайса әйткән һүҙҙәремде,
Һылтауҙары юҡтай һыныҡты.
Эйе, ябай ғына үҫмер инем,
Башҡаларҙай ябай бер бала,
Кемдәрҙәлер хата күп артыҡтыр,
Тик уларҙы иҫкә кем ала?
Булғанына өҫтәп булмағанын
Биографиямды "яҙалар",
Миңә, имеш, гел-гел ҡояш балҡый,
Урап ҡына уҙа ҡазалар.
Булһын әйҙә шулай, амин-амин,
Юрауығыҙ әйҙә юш килһен,
Яңғыҙыма түгел, милләтемә
Тик бәхеттәр яуһын, хуш килһен!
Башҡаларҙан өҫтөн ерем юҡтыр,
Серем дә юҡ артыҡ тулышҡан:
Алға бара ала - тик атлаған,
Тауға менән ала - тырышҡан.


2014