Уймаҡ шәл. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Уймаҡ шәл


Ағайлылар еңгәй көтә
Беҙ ҙә көтөп алғайныҡ,
Еңгәйҙең уймаҡ шәленә
Ҡыҙығып күҙ һалғайныҡ.
Ебәк кенә, ап-аҡ ҡына,
Өрпөйҙәр генә ине,
Өйөбөҙгә яҡты нурҙар
Һирпейҙәр генә ине.
Ағайым бүләк иткәнен
Белә инек күптәнән,
Белә инек, әрмеләрҙән
Һағынып, өҙөлөп көткәнен.
Туҙан түгел, сит ҡараш та
Төшмәгән уймаҡ шәлгә,
Сер генә итеп һаҡлаған
Туйға кейенер мәлгә.
Һағынған сағында ҡарап
Өҫтәгән тылсым еңгәм,
Ҡайылған кеүек уймаҡ шәл
Тоғролоҡ, һөйөү менән.
Шуға бына ап-аҡ ҡына,
Өрпөйҙәр генә инде,
Өйөбөҙгә килен менән
Мөхәббәт нуры инде.
...Йоланан сыҡты уймаҡ шәл,
Һағындырһа ла - күнәм;
Сыға күрмәһен йоланан
Тоғро мөхәббәт кенә


2014