100%

Серле муйынсаҡ. Дүртенсе күренеш

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Template:Delite

Серле муйынсаҡ ( яңы йыл сценарийы )
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 2007 йыл. Нәшер ителгән: 2013 йыл. Сығанаҡ: Ҡәйепова, Л. З. Балапан: драмалар, сценарийҙар, поэмалар, хикәйәләр, тәржемәләр/Лилиә Һаҡмар. - Өфө: Китап, 2013. - 304 бит.(268-277-се биттәр) ISBN 978-5-295-05874-5


Дүртенсе күренеш

* * *


Шул саҡ арып талсыҡҡан Аҡтүш менән Мыр-Мыр килеп инә.


Мыр-Мыр. (Шыршыға ҡарап) Ой, шыршы! Аҡтүш, ҡара, таптыҡ йәшел шыршыны! Телеграммала шул шыршы янындағы түмәр тиелгәйне. ( башҡаларҙы күреп ҡала) Һаумыһығыҙ!


Аҡтүш. Һаумы, Ҡыш Бабай! Мин – Аҡтүш! Ә был – минең дуҫым Мыр-мыр. Һеҙҙе эҙләп арып бөтттөк.

Ҡояшбай. Бәй-бәй, тағы ла бер Аҡтүш? Әйттем бит, был эт миңә бер ҙә оҡшамай тип.

Ҡарһылыу. Ә беҙ серле муйынсаҡты тапшырып өлгөрҙөк.

Ҡояшбай. Әле муйынсаҡ үҙ көсөнә инмәгән. Мин теләктәремде әйтмәгәнмен!

Ҡарһылыу. Ә быларҙың кемеһе ысын Аҡтүш икәнен нисек беләбеҙ?

Мыр-Мыр. Әйтәйемме? Йылды ҡабул итеп алыусы эт зирәк, аҡыллы булырға тейеш. Һеҙ берәй һорау биреп ҡарағыҙ?

Ҡарһылыу. Һорау? Ысын шул! (Ҡыш Бабай яғына ҡарай)

Ҡыш Бабай. Дөрөҫ, Мыр-Мыр. Йә, икегеҙ ҙә тыңлағыҙ. Минең бер һорауым бар. Кемегеҙ дөрөҫ яуап бирә, шуға серле муйынсаҡ.

Аҡтүш. Тыңлайбыҙ, тыңлайбыҙ!

Ҡыш Бабай. Былтырғы менән быйылғы йыл араһында нимә бар?

Шуҡбикә. Ы-ы-ы, аҙ ғына уйлап алайыҡмы?

Ҡарһылыу. Оҙаҡ түгел.

Ҡояшбай. (Һорлан янына килеп) Ҡаптыңмы ҡармаҡҡа? Йә, инде сослоғоңдо күрһәт!

Һорлан. Әйтәйемме?

Ҡыш Бабай. Әйт, әйт!

Һорлан. Уны ғына кем белмәй – “Менән” тигән һүҙ бар!

Ҡояшбай. (ҡыуанып) Белмәне, белмәне, әйттем бит, ул түгел тип!

Ҡыш Бабай. (Аҡтүшкә ҡарап) Ә һин ни тиерһең?

Аҡтүш. (Бер аҙ уйланып алғас) Былтырғы менән тыуасаҡ яңы йыл араһында теүәл бер йыл бар!

Ҡыш Бабай. Һай, афарин! Дөп-дөрөҫ! Беҙ һеҙгә Яңы йылды тапшырыу өсөн теүәл бер йыл буйына килдек!

Ҡарһылыу. Ә телеграмма нисек һеҙгә юлыҡты?(Һорлан менән Шуҡбикәгә ҡарай).

Һорлан. Мин урламайыҡ тигәйнем, ана, Шуҡбикә ҡотортто.

Шуҡбикә. Нимә, шаяртырға ла ярамаймы әллә?

Һорлан. Ғәфү итегеҙ беҙҙе! Башҡа улай итмәҫбеҙ!

Ҡояшбай. (Муйынсаҡты сисеп ала) Ух, алдаҡсылар! (Аҡтүшкә) Кил, Аҡтүш, ултыр түмәргә!

Ҡыш Бабай. Тимәк, ысын Аҡтүш һин булаһың инде! Мин бик шатмын! Яңы йыл иң аҡыллы, иң сос, иң егәрле, дөрөҫлөктө яратыусы эткә тапшырыла.

Ҡояшбай.(Аҡтүштең муйынына муйынсаҡты кейҙерә) Бисмиллаһи-рахманир-рахим! Йыл буйы изге эштәр менән балаларҙы ла, өлкәндәрҙе лә ҡыуандыр! Илгә, ергә именлек, бар тереклеккә иҫәнлек килтер! Амин! Амин! Амин!

Аҡтүш. Тырышырмын! Барыһына ла һау-һаулыҡ бирермен! Бәлә-ҡазаларҙан, һау-һау, һаҡлармын!


Барыһы ла сәпәкәй итә. Бер ситтә Шуҡбикә менән Һорлан ғына күңелһеҙ тора.


Ҡыш Бабай. Бәй, бүләктәрҙе онотоп торам!


Һәр кемгә бүләк тарата. Һорлан менән Шуҡбикәгә бирмәй.


Аҡтүш. Ҡыш Бабай, һорлан менән Шуҡбикәне бер юлға ғәфү итәйек!

Ҡыш Бабай. (Уларға ла бүләк бирә) Тәүфиҡле, итәғәтле булһағыҙ, һеҙҙе һәр кем яратыр!


Һорлан да Шуҡбикә лә шат. Рәхмәт әйтәләр.


Ҡарһылыу. Беҙ инде һеҙҙе ҡалдырып китәбеҙ. Әйҙә, хушлашыр алдынан, шыршы тирәләй бейешеп, йырлашып алайыҡ!


Шыршы тирәләй бейейҙәр, йырлайҙар.


Ҡыш Бабай. Һау булығыҙ, ҡәҙерлеләрем! Киләһе йыл осрашҡанға тиклем!

Ҡояшбай. Һәр көнөгөҙҙөң ҡәҙерен белегеҙ!

Ҡарһылыу. Аҡтүш, серле муйынсаҡты юғалтмай һаҡла! Йыл буйына ул һинеке буласаҡ. Изге эштәр ҡылырға ярҙам итер!

Ҡыш Бабай, Ҡарһылыу, Ҡояшбай сығалар.

Аҡтүш. (муйынсаҡҡа ҡарай) Хәҙер үк бер изгелек эшләгем килә!

Һорлан. Минең дә һинең кеүек белемле булғым килә.

Аҡтүш. (муйынсаҡҡа шыбырлай) һорландың уҡырға өйрәнгеһе килә!

Мыр-Мыр. Ана, шыршы төбөнә нимәлер төштө! (Барып ҡарайҙар. Ул – “Әлифба” китабы)

Һорлан. Урра! Минең дә китабым бар! Уҡырға өйрәнәсәкмен!

Аҡтүш. Ә хәҙер шыршыбыҙ түбәһенә күктән иң сағыу йондоҙҙо төшөрөп ҡаҙағым килә! Бер, ике, өс!

(Шаршыла ут ҡабына) барығыҙҙы ла Яңы Йыл менән ҡотлайым!


Барыһы ла шыршы тирәләй әйләнә, бейейҙәр.


Шаршау.






This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License, Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License.