Көрәш. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

КӨРӘШ



Һабантуйҙың аҫыл тамашаһы -
Бил һынашыр башҡорт көрәше,
Ҡамап алып, ҡеүәт биреп тора
Һеү-һеүләшеп ҡарты ла йәше.

Малай-шалай башлай был ярышты -
Ысын майҙан тотор бер заман,
Кескәй тимә - сәмдәре етерлек,
Һәр береһе - еңер саманан.

Кескәй тимә - ус төбөндә кеүек
Һәр беренең асыл-булмышы,
Ана берәү еңелде лә - китте,
Күҙҙәренә йәше тулышып.

Икенсеһе йәнә билбау алды,
Барыһынан сыҡты еңелеп,
Яҙылғайны әммә сырайына -
Ҡала торған түгел төңөлөп.

Кем еңә лә - кәперәйеп баҫа,
Икенсеһе - күҙҙән юғала,
Еңелеүҙән түгел, әйтерһең дә,
Еңеүенән үҙе ояла.

Бил алыш ул һынай көсөң менән
Таҫыллығың бергә микәнен,
Ихтыярың һынап, бөгөр итә
Мөгөҙөндәй ҡусҡар тәкәнең.

Майҙан тота ыбыр-сыбыр малай,
Хәрәмләште шунда береһе,
Тик хөкөмсө үҙ туғаны икән -
Һөйләп ҡуйҙы төптө киреһен.

Алға сыҡты ялған, бүләк алды,
Хурлаһа ла майҙан хөкөмө.
Дөрөҫлөктө әйтһәң була ла бит,
Тик өркөнө майҙан төркөмө.

Хөкөмсөһө сөнки вазифалы,
Һабантуй бит һуңғы эш түгел,
Түрәләрҙең кенә тотоуҙары -
Ысынбарлыҡ, яман төш түгел.

Билгә - билбау, аҫтан аяҡ сала
Еңер өсөн кемдер көндәшен.
...Ә майҙанда ғәйрәт кенә түгел -
Ялған менән намыҫ көрәше.

2014, 9 июль


2014