Рух йорто. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

* * *


"Атайым Төркиәлә бер үҙе бер башҡорт булып йәшәне"
(Иҫәнбикә Вәлиди-Туған ауыҙынан)

Башҡортостан сиге юҡтыр,
Ҡайҙа башҡорт - ул да шунда,
Картала ғына түгел бит,
Ватан йәшәй беҙҙең ҡанда.
Осрап тора бауырҙаштар
Төрлө ерҙә, төрлө илдә:
Бер ерҙе лә ят тоймайым -
Һүҙ ишетһәм туған телдә
Милләттәштең йылмайыуы
Иҙелемдең бөгөлөндәй,
Күҙҙәре лә нур тарата
Шүлгәндәге сер күлендәй.
Алыҫ осоп шытып сыҡҡан
Тирәктәрҙең мамығындай,
Ҡандаштарым ҡорған мәҡам -
Аймап ала ҡурсыр ҡындай.
Рух илебеҙ, рух йортобоҙ
Өлөшсәһе бергә осҡан,
Сит ерҙә лә беҙҙең башҡорт -
Бер үҙе бер Башҡортостан!


2014