100%

Башҡорт халҡының милли үҙаңын үҫтереүҙә киң мәғлүмәт сараларының роле

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Башҡорт халҡының милли үҙаңын үҫтереүҙә киң мәғлүмәт сараларының роле
автор Н.Ә.Әхмәтйәнова, ф.ф.к.
Ижад итеү ваҡыты: 2014. Нәшер ителгән: 2015. Сығанаҡ: Сборник научных статей Всероссийской научно-практической конференции с международным участием «Язык и культура: проблемы соотношения и взаимодействия в полиэтническом пространстве», посвященной 80-летию доктора филологических наук, профессора, академика АН Республики Башкортостан, заслуженного деятеля науки Республики Башкортостан Зайнуллина Марата Валиевича.// часть вторая.Стр.172-180


Милләттең ижтимағи, иҡтисади, сәйәси, әхлаҡи, этик, фәлсәфәүи, дини ҡараштары, тәртип ҡағиҙәләре, ғөрөф - ғәҙәттәре, тормош -көнкүреш үҙенсәлектәре йыйылмаһы ул милли аң. Милли аңға эске милли, милләт ара мөнәсәбәттәр, тирә-яҡ мөхитте үҙләштереү һәм уға мөнәсәбәт, билдәле бер милләткә ҡарағанлығыңды аңлау, милләтеңдең тарихына һәм мәҙәниәтенә мөнәсәбәт, икенсе милләт вәкилдәренә мөнәсәбәт, илһөйәрлек тойғоһо һәм патриотик үҙаң ҡарай. Милли дәүләт берлеген аңлау милли аңдың ике баҫҡысына бүленә:ғәҙәти аң – милли берләшмә вәкилдәренең күп быуындарының тәбиғи –биологик синтезының һәм ижтимағи үҫешенең һөҙөмтәһе булып торған күп баҫҡыслы, күп яҡлы, ҡаршылыҡлы, күсмә аң-белеме һәм теоретик аң. Ғәҙәти аң төҙөлөшөн кешеләрҙең милли төҫөн сағылдырыусы көндәлек кәрәк – яраҡтары, ҡыҙыҡһыныуҙары, быуындан- быуынға тапшырыла килгән, халыҡтың ижтимағи хәтер – зиһененә һеңгән ғөрөф-ғәҙәттәре тәшкил итә.Теоретик аң – тормош юлы,уның урыны, маҡсаты тураһындағы дөйөмләштерелгән, фәнни нигеҙләнгән, ижтимағи – сәйәси ҡараштары системаһы йүнәлеше, билдәле бер милли берләшмә вәкилдәренең үҙ – үҙенең тотошо тәртибен, ҡағиҙәләрен, өлгөләрен, милләт идеологияһын, милли идеяны үҙ эсенә ала. Милли аңдың нигеҙе булып милли үҙаң сығыш яһай. М.И. Боришевский билдәләүенсә, милли үҙаң ул шәхестең үҙе билдәле бер милли берләшмәнең өлөшө икәнен аңлауы, милләттең оҙайлы тарихи үҫеше процессында барлыҡҡа килгән милли ҡиммәттәрҙе йөрөтөүсе булараҡ үҙен баһалауы [2,б. 12]. Милли үҙаң –индивидтың үҙен билдәле бер милләт вәкиле булараҡ күҙ алдына килтергән сағыштырмаса тотороҡло система. Ул милли берләшмә вәкилдәре үҫешенең үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында, икенсе берләшәмәләр араһындағы урыны һәм вазифаһы, улар менән үҙ ара мөнәсәбәт характеры тураһында күҙаллауҙары кимәлен һәм үҙенсәлектәрен, үҙенә генә хас йөкмәткеһен сағылдырған идеалдар, баһалар, белем, ҡараштар йыйылмаһы. Милли оҡшашлыҡ – ул кешенең үҙенең исеме, тарихи территорияһы, уртаҡ мифтары, тарихи хәтер, мәҙәниәте, теле, иҡтисады булған билдәле бер милли төркөмгә ҡарағанлығына төшөнөү. Милли үҙаңдың үҫеше Ватаныңа, халҡыңа, мәҙәниәтеңә һәм туған телеңә ҡарата һөйөү, үҙ халҡыңдың яҙмышына битараф булмау, милли ғорурлыҡ йәки ризаһыҙлыҡ, милли теләктәрҙе тормошҡа ашырыуға ихтыяр һәм әҙерлек кеүек милли хис-тойғоларҙың барлыҡҡа килеүенә йоғонто яһай. Тимәк, милли үҙаң – ул милләт мәнфәғәтен һәм ихтыяжын әүҙем һәм аңлы рәүештә белдергән, үҙ халҡыңдың айырылғыһыҙ өлөшө булған, уның милли рухын сағылдырған билдәле бер милләт вәкиле булараҡ үҙеңде баһалау һәм аңлау [2,б. 22].

Киң мәғлүмәт сараларының ролен билдәләгәндә уларҙың милли үҙаңдың формалашыуына милләт тарихының һәм уны белеүҙең йоғонтоһон сағылдырыу, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләүҙе мәҡәлә һәм тапшырыуҙар аша еткереү юлдарын асыҡлау,милли мәҙәниәт өлкәһен яҡтыртыу үҙенсәлектәрен күрһәтеү һымаҡ критерийҙарҡан сығып анализлау төп шарт.Ысынлап та, күпме мәғлүмәт көн һайын тегенән, бынан ағыла икән, әлбиттә һәр яҡлап та үҫешергә мөмкин. Һәр халыҡҡа үҙ милли ҡиммәттәре ҡәҙерле. Бына башҡорт милләтенең рухи хазинаһы беҙгә иң яҡыны. Башҡортостан республикаһы – беҙҙең тыуған еребеҙ, изге төйәгебеҙ, башҡорт теле – туған телебеҙ,милли тарихыбыҙ – ул ата-бабаларыбыҙҙың үткәне, мәҙәниәтебеҙ – милләт йөҙө.

Матбуғатта баҫылып сыҡҡан мәҡәләләр, радио, телевидение тапшырыуҙары араһында милли рухҡа һуғарылғандарын йыш күрәбеҙ.Һуңғы йылдарҙа башҡорт теленең, төрлө белем усаҡтарында уҡытыуға ҡарамаҫтан, йәмғиәттә урыны бер аҙ киҫкенләште. Ә башҡорт теленең дәүләт статусы республикабыҙ территорияһында йәшәгән бөтә халыҡҡа уны белергә тейеш икәнен күрһәтә. Был йәһәттән, башҡорт телен прапагандалауҙа киң мәғлүмәт саралары мөһим роль уйнай. Матбуғат өлкәһендә “Башҡортостан” гәзитенең “Телгенәм – бергенәм” исемле махсус битендә баҫылып сыҡҡан мәҡәләләр ҙур әһәмиәткә эйә. Бында тел, ил мәсьәләләре йышыраҡ яҡтыртыла. Туған телгә ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ, ихтирам, шул уҡ ваҡытта уның киләсәген уйлап борсолоу, тоғролоҡ тойғолары ярылып ята. Мәҫәлән, Д. Ишморатованың “Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла” тигән мәҡәләһендә телебеҙ яҙмышы тураһында уйланыуҙар: милләтебеҙҙе киләсәктә нимә көтә, республикабыҙҙа башҡорт телен уҡытыу, һаҡлау һәм үҫтереү өсөн тейешле шарттар бармы, ул, дәүләт статусына эйә булараҡ, тейешле яҡлауҙы табамы һ.б. ошондай үткер мәсьәләләр, һорауҙар ҡуйыла [4,б.3]. И. Хаҡов “Үҙебеҙҙең моңдо һеңдерәйек” исемле мәҡәләлә түбәндәгеләрҙе бәйән итә: “Тел һәр халыҡтың милли булмышын күрһәтеүсе иң мөһим үҙенсәлек... Телебеҙҙе һаҡлау иң тәүҙә үҙебеҙҙән тора. Бишектән үк балаларыбыҙға үҙебеҙҙең моңдо һеңдерәйек.Милләтебеҙҙең яҙмышы әүәл – әүәлдән йыр – моң менән үрелеп барған. Халыҡ ижады, йырҙар, ҡобайырҙар изге телебеҙҙе киләсәк быуынға бар матурлығында, бар байлығында, сафлығында еткереүсе, рухи бәйләнеш булдырыусы сара булып торған.” [10,б.3]Л. Аҫылғужинаның “Ниндәй быуын үҫтерәбеҙ” мәҡәләһендә яңы федераль стандарттар буйнса барған дәрестәрҙә уҡытыуҙың тик русса булыуы, башҡорт теле дәрестәренең ҡыҫҡартылыуы тураһында борсолоп яҙыла [1,б.3]. Ғөмүмән, “Башҡортостан” гәзитенең “Телгенәм – бергенәм” тип аталған айырым баҫмаһында башҡорт теленә айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Халҡыбыҙҙың милли үҙаңына йоҡонто яһау зәңгәр экрандар аша киңерәк алып барыла. БСТ каналы булдырған проекттар ошоға дәлил. “Башҡорт телен өйрәнәм” тапшырыуы үҙебеҙҙең Башҡортостанда йәшәүселәрҙән бигерәк сит илдән килгән икенсе милләт вәкилдәренә әһәмиәтле. Проектта ҡатнашыусыларҙы БДУ-ның башҡорт филологияһы факультетында белем алған һәм башҡорт телен өйрәнеү йәһәтенән үҙенсәлекле методика төҙөгән Вячеслав Чернев уҡыта. “Юлдаш” радиоһында эфир тулҡындарына сыҡҡан “Рухиәт” тапшырыуында боронғо башҡорт ырыуҙарының һөйләштәре, тел үҙенсәлектәре сағыла, телебеҙҙең һүҙ байлығы, уларҙың мәғәнәһе, килеп сығышы тураһында мәғлүмәт бирелә. “Ашҡаҙар” радиоһының “Һүҙ ҡәҙере”тапшырыуы хәҙерге заман йәмғиәтендә әҙәби телдең ҡулланылышы, уға ҡарата йәштәрҙең мөнәсәбәте, ҡала шарттарында балаларҙы туған тел нескәлектәренә өйрәтеү мәсьәләләре күҙаллана. Шулай итеп, киң мәғлүмәт саралары башҡорт телен пропагандалау менән халҡыбыҙҙың үҙаңын үҫтерә, киләсәк быуынды әсә теленә һөйөү тәрбиәләй.

Милли үҙаңдың формалашыуына милләт тарихының һәм уны белеүҙең йоғонтоһо көслө.Үҙ халҡыңдың тарихын белмәйенсә тороп күңелеңдә илһөйәрлек тойғоһон уятыу мөмкин түгел. Был йәһәтән киң мәғлүмәт сараларының әһәмәиәте ҙур. Мәҫәлән “Киске Өфө” гәзитендә “Тарихи хәҡиҡәт” рубрикһы аҫтында баҫылған мәҡәләләр илебеҙ тарихына бағышлана. Бында архивҡа, тарихи документтарға таянып яҙылған дөрөҫ мәғлүмәттәр бирелә. Ә бына “Юлдаш” радиоһында эфирға сыҡҡан “Хәтер” һәм “Хәтер мәңгелек” рубрикаларында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ваҡиғалар урын ала. Һуғыш ваҡытында еңеүгә үҙ өлөшөн индергән ветеран һалдаттар, тыл хеҙмәтсәндәре, шул осорҙоң әсе-сөсөһөн татыған, ауырлыҡтарын кисергән ябай халыҡ: ҡарттар, балалар, әсәләр, тол ҡатынар тураһында хәтергә алына. Ашҡаҙар радиоһында ошондай тапшырыуҙар ғөмүмән “Үткәндәр һағында”, “1812”, “Шанлы йылдарҙың данлы улдары” рубрикларында сыға. БСТ каналында рус телендә сыҡҡан “Тарихи мөхит” тапшырыуы Башҡортостан тарихының бөтә нескәлектәре сағыла. 2015 йылдың майында эфирға сыҡҡан сираттағы тапшырыуҙа генерал Миңлеғәле Шайморатовтың ҡатмарлы яҙмышы тураһында һүҙ бара. Тарихтан билдәле булыуынса, 1948 йылда БАССРҙың юғары власть органдары Шайморатовҡа советтар союзы геройы исемен биреү тураһында Сталинға мөрәжәғәт итә. Әммә үҙәк власть беҙҙең граждандарҙың үтенесен иғтибарға алмай. Тарихта уның исеме нисек булған хәҙер ҙә шул уҡ. Тормошондағы булып үткән ҡайһы бер хәл – ваҡиғаларҙың ысынбарлыҡҡа тап килмәүе лә әйтелә [4]. Ғөмүмән тарихтың асылмаған биттәрен асырға ярҙам иткән тапшырыуҙың миҫалында күренеүенсә, Шайморатов генерал кеүек тарихи шәхестәрҙә халыҡтың милли йөҙөн күрергә мөмкин.

Тыуған ергә һөйөү тәрбиәләүҙе мәҡәлә һәм тел-, радио- тапшырыуҙар аша еткереү юлдары иң нәтижәле һанала.Территория уртаҡлығы милләттең бер билдәһе булып тора. Ул тыуған ер. Уның өсөн ата – бабалар тирен, ҡанын түккән. Шул тупраҡҡа тамырҙары таралған. Тыуған ергә, әсәйгә, тыуған йортҡа һөйөү милләт рухын раҫлай. Ошо һөйөү хисен тәрбиәләүҙә “Ашҡаҙар” радиоһының “Тыуған төйәк” рубрикаһы аҫтында сыҡҡан тапшырыуҙар ярҙам итә. Бында Башҡортостаныбыҙ мөғжизәләргә тиң урындары хаҡында бәйән ителә. Республикбыҙҙың төрлө төбәктәренә сәйәхәт ҡылына. Айырыуса, ауыл тураһында тапшырыуҙар күберәк эфирға сыға. Сөнки ҡайҙа ғына йөрөһәк тә һәр беребеҙ өсөн тыуған ауыл, тәпәй баҫҡан тыуған йорт йән тыныслығы биргән урын. Ауыл иркенлегендә үҫкән, ауыл мөхитен белгән, ауылдан икәнлеген таныған, һәм уның тарихын биҙәргә ынтылып йәшәгәндәр үҙ бәхетен сит яҡта түгел, тыуған төйәктә табыр [10.]. “Юлдаш” радиоһында “Тупрағым, һауам, һыуҙарым” исемле рубрикала Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғи һәйкәлдәрен – ер-һыуҙарын өйрәнеүгә иғтибар бирелә. Мәҫәлән, Шүлгәнташ мәмерйәһе, Ирәмәл тауҙары, Асылыкүл, Балҡантау һ.б. тәбиғәт ынйыларының халыҡ ижадында сағылған бай тарихлы яғы ҡыҙыҡһындыра. Башҡортостан уникаль тәбиғәте менән дан тота. Уралдың иң матур, серле урындары тураһында уҡыу һәр ваҡыт ҡыҙыҡ. Ә тағы уға сәйәхәт бағышларға ла була. Бына БСТ каналында “Следопыт” йәғни “Эҙәрмән” тапшырыуы ошо тарихи һәйкәлдәр, аномаль зоналар, ғәжәйеп тәбиғи хазиналар хаҡында һөйләй [9.]. Тыуған ерҙең һәр һуҡмағын белгән, тәбиғәтенә һаҡсыл ҡарашта булған, уның матурлығын ҡәҙерләгән кеше – ысын патриот. Был дәрәжәгә ирешеү өсөн иң тәүҙә Ватанға һөйөү хисен уятырға кәрәк.

Милли мәҙәниәт өлкәһен яҡтыртыу үҙенсәлектәре милли мәҙәниәт үҙенсәлектәренән сыҡып анализлана. Милли мәҙәниәт – милләттең матди һәм рухи ҡиммәттәре йыйылмаһы, тәбиғәт һәм ижтимағи мөхит менән бәйләнеше. Ул халыҡтың йәшәү рәүешен, динен, тормош - көнкүрешен, ғөрөф - ғәҙәттәрен, йолаларын, сәнғәтен, ижадын тәшкил итә. Башҡорт милли мәҙәниәтен киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыуға күп көс һалына. Башҡорт халҡының дини ҡараштары сағылышы актуаль мәсьәләләрҙең береһе булыуҙан туҡтамай. Хәҙерге заман йәмғиәтендә милләттәштәребеҙ араһында элек ата – бабаларыбыҙ ҡабул иткән ислам диненә ҡарата мөнәсәбәт бер аҙ киҫкенләште. Төп сәбәп булып имандың ҡаҡшауы тора. Күңелдә иман осҡонон тоҡандырыр өсөн тәү сиратта йәш быуындың аңына дин нигеҙҙәрен һеңдерер кәрәк. Был йәһәттән, “Ваҡыт” гәзите тотошлай халҡыбыҙҙың милли үҙаңының бер йүнәлешен тәшкил иткән ислам дине ҡиммәттәрен еткерә. Дини ғилемде өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә был баҫмала. “Башҡортостан” гәзитенең “Иман” исемле махсус битендә иһә килтерелгән ябай халыҡты борсоған һорауҙарға Нурмөхәмәт Хәҙрәттең дингә таянып ҡайтарған тулы яуаптары тәҡдим ителә, бөгөнгө йәшәйештең дин ҡанундарына тап килмәүе, төрлө проблемаларҙың хәл итеү юлдары асыҡлана. “Шоңҡар” журналының “Иман нуры” рубрикаһында ла тап ошондай көнүҙәк дини мәсьәләләр яҡтыртыла. Бынан тыш дин темаһына Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты тарафынан сығарылған “Рисәләт” газетаһы, шулай уҡ “Киске Өфө”, “Йәшлек”, “Толпар” кеүек республика баҫмаларында күп яҙыла. БСТ каналында “Йома” тапшырыуы айырыуса ҙур иғтибарға лайыҡ. Программа тамашасыларҙы ислам дине тәғлимәттәре, мосолман мәҙәниәте, йолалары менән таныштыра. Ҡөръәндән аяттар яңғырай, арҙаҡлы дин әһелдәребеҙҙең тормошо, яңы дингә килгән йәштәр, динле ғаиләләр хаҡында сюжеттар төшөрөлә. “Юлдаш” каналында “Иман.Исламдың әхлаҡи ҡиммәттәре” тапшырыуында һәм “Ашҡаҙар” радиоһында “Фатиха” тапшырыуында дини байрамдар, ҡөръән мәжлестәре тураһында, дин өлкәһендәге яңылыҡтар эфирҙа яңғырай.

Киң мәғлүмәт сараларында башҡорт милли сәнғәте лә киң сағылыш таба. БСТ каналында Байыҡ телевизион конкурсы башҡорт бейеү сәнғәте үҫеше өсөн күп көс һала. Конкурстың маҡсаты – быуаттар буйы тупланған халыҡсан башҡарыу оҫталығын терелтеү. Башҡорт йыры конкурсы башҡорт музыкаһы сәнғәтен күтәреү өҫтөндә эшләй, оҫта башҡарыусыларҙы асыҡлай. “Ашҡаҙар” радиоһының “Хазина” рубрикаһында башҡорт халыҡ йырҙарының тәүҙә тарихи легендаһы һөләнелә һәм аҙаҡ күренекле йырсылар тарафынан башҡарыла. Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһен генә яҡтыртҡан “Тамаша” журналы “Эстрада” рубрикаһында йыр-моң һөйөүселәр өсөн йырсылар тураһында мәғлүмәттәр, яңылыҡтар килтерелә.Һүҙ сәнғәте, йәғни әҙәбиәт, матбуғат биттәрендә лә, радио, телевидениела ла киң яҡтыртыла. Айырыуса, 2015 йылдың «Әҙәбиәт йылы», тип иғлан ителгәс, был өлкәлә күп яңы рубрикалар, тапшырыуҙар, проеттар тормошҡа ашырыла башланы. “Ағиҙел” журналы тотош әҙәбиәткә бағышлана. Бында “Шиғриәт”, “Сәсмә әҫәрҙәр”, “Өмөтлө ҡәләм”, “Әҙәбиәт ғилеме”, “Әҙәби мираҫ”, “Ҡәләмдәштәр төҫө” һ.б. рубрикалар бар.Әҙәбиәттең бөтә нескәлектәрен асыусы был журнал һүҙ сәнғәтенә һөйөү уята. “Шоңҡар” журналында “Илһам” рубрикаһында шиғырҙар баҫылһа, “Йәшлек” гәзите “Әҙәбиәт” рубрикаһында юморға ҡоролған проза әҫәрҙәре, шиғырҙар урын ала. “Юлдаш” радиоһының “Шиғриәт минуттары”, “Әҙип һәм заман”, “Әҙәби уҡыуҙар”, “Әҙәби тулҡындарҙа” һәм “Ашҡаҙар” радиоһының “Илһам” рубрикалары сығыштарын тыңларға мөмкин.

Башҡорт халҡының тормош – көнкүреше “Йәнле ауыл” - ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә ойошторолған проектта сағыла. Ярты сәғәтлек тапшырыуҙа тармаҡты борсоған көнүҙәк проблемалар күтәрелә. Бынан тыш, уңышлы эшләгән ауыл хужалығы предприятиелары миҫалында алдынғы тәжрибәләр яҡтыртыла. Шулай уҡ “Йәнле ауыл” телепроектында ауыл хужалығы эшсәндәре, эшҡыуарҙар, ҡул оҫталары һәм милли йолалар ҙа сағылыш таба [6]. “Башҡорттар” тапшырыуында бөтә донъя башҡорттары тормошонан мөһим ваҡиғалар, факттар, проблемалар яҡтыртыла. Киң аудиторияға иҫәпләнгән [3]. “Ҡайтайым ауылыма” тапшырыуында геройҙар ауыл ерендә үҫеп, тәрбиәләнеп, бәләкәй Ватанынан ситтә танылған шәхес булып тыуған яҡтарына ҡайта. Юл ыңғайы ул алып барыусыға үҙенең нисек ҡалаға килеп эләгеүен, тәүҙәрәк тыуған яғына йышыраҡ ҡайтыуы, бөгөн ауылы менән уны нимә бәйләүе хаҡында һөйләй. Программа геройының ниндәй ауыл кәсебе менән шөғөлләнергә яратыуын белерһегеҙ. Ауылда ул туғандары, ауылдаштары менән осрашып, ауыл яңылыҡтарын белешә. Әңгәмә ваҡытында хәл итә алырлыҡ ауылдың бер проблемаһы килеп сыға [7]. Орнамент – халыҡтың тормошо һәм көнкүреше тураһында быуаттар төпкөлөнән килгән тәғлимәт. Мәғәнәһенә хилафлыҡ килтермәйенсә уны быуындан быуынға тапшыра килгәндәр. Беҙ уларҙың мәғәнәһе хаҡында һирәк уйланабыҙ, ә бит улар ҡасандыр күҙгә күренмәгән көстәрҙән һаҡлап торғандар. Бөгөн «Орнамент» - һәр халыҡтың ҡабатланмаҫ үҙенсәлеген сағылдырыусы тапшырыу [8]. “Юлдаш” радиоһында “Башҡорттар” тапшырыуы эфирға сыға. “Өләсәйем һандығы” халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, электән килгән, хәҙерге ваҡытта ла ҡулланылған халыҡ кәсептәре тураһында бер – нисә минутлыҡ мауыҡтырғыс тапшырыу алып барыла. “Ашҡаҙар”ҙың “Элмәлек” рубрикаһы башҡорт ир-егеттәренең һәм ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәре, төрлө биҙәүес әйберҙәре тураһында бәйән итә. “Башҡортостан” гәзитенең “Эшҡыуар” махсус битендә хәҙерге заманда ла башҡорттарҙың эш, кәсепкә талапсанлығы сағыла.Башҡорт халҡының элекке тормош – көнкүреше хәҙергенән айырыла, әлбиттә. Әммә ата – бабаларыбыҙҙан ҡалған рухи һәм матди байлыҡтарыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, атай-олатайҙар кәсебе һаман да һаҡлана. Ошо хазинаны киләсәк быуынға тапшырыу бурысы тора беҙҙең алда. Был йәһәттән киң мәғлүмәт сараларының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Мәҫәлән, зәңгәр экрандар аша башҡорт халҡының боронғо һәм хәҙерге тормошон өйрәнә алабыҙ, йә булмаһа, гәзит-журнал биттәрендә урын алған мәҡәләләрҙә уҡыу мөмкинселеген табабыҙ.

Шулай итеп, хәҙерге заман йәмғиәтендә электән килгән рухи ҡиммәттәрҙе яңынан тергеҙеүҙә киң мәғлүмәт сараларының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ икәне Башҡортостан миҫалында асыҡ күренә. Был өлкәлә матбуғат, телевидение һәм радио үҙ бурысын тейешле кимәлдә үтәй, тип иҫәпләргә урын бар.

Әҙәбиәт:

  1. Аҫылғужина Л. Ниндәй быуын үҫтерәбеҙ // Башҡортостан // Телгенәм – бергенәм. – 2013 – 02 – 23
  2. Боришевский М. И. Национальное самосознание в гражданском становлении личности / М. И. Боришевский. – К. : АПН Украины, Ин-т психологии им. Г. С. Костюка, 2000. – 63 с.
  3. Хаҡов И. Үҙебеҙҙең моңдо һеңдерәйек // Башҡортостан // Телгенәм – бергенәм. – 2014 – 02 – 23.