Башбит/Бөгөнгө анонстар/2016/09

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
 -  2016 йыл анонстары - 

Аҙналар: 1  2  3  4  5  6  7  8  9  10  11  12  13  14  15  16  17  18  19  20  21  22  23  24  25  26  27  28  29  30  31  32  33  34  35  36  37  38  39  40  41  42  43  44  45  46  47  48  49  50  51  52  53


Солтанайҙа солтандай
Ҡалтасы районы гербы

“Китап” нәшриәтендә 2001 йылда баҫылып сыҡҡан “1795 – 1917 йылдарҙағы иҫәп алыу буйынса көнбайыш башҡорттары” тигән коллектив хеҙмәттең (автор-төҙөүсеһе һәм яуаплы мөхәррире – Әнүәр Әсфәндиәров) “Земство мәғлүмәттәре буйынса ауылдар халҡының һаны” тип аталған VI бүлегендә 1902 йылда Солтанайҙағы 70 хужалыҡта аҫаба башҡорттарҙың йәшәүе хаҡында әйтелгән. Шул уҡ баҫманың VII бүлегендә килтерелгән “1917 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы һәм ер иҫәбен алыу” йомғаҡтарында иһә ауылдың 72 йортонда 419 аҫаба башҡорт, бер мари ғүмер итеүе тураһында мәғлүмәт теркәлгән.

“Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше” тигән белешмә-китапта иһә (1961 йыл) Солтанайҙа 397 башҡорт йәшәүе күрһәтелгән.

Арҙаҡлы ғалим Әнүәр Әсфәндиәровтың “Башҡортостан ауылдары тарихы” исемле хеҙмәтендә ни сәбәптәндер Солтанай бөтөнләй телгә алынмай. Шуға ла төйәктең үткәнен урындағы тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең мәғлүмәттәренә таянып бәйән итергә ҡала.

Заманында төрлө яуаплы вазифалар биләгән, әле һигеҙенсе тиҫтәһен тултырған хеҙмәт ветераны Зөфәр ағай Шәйхинуров бына нимә ти: “Солтанай урынында борон шау урман булған. XIX быуат аҙағында иһә был ергә хәҙерге Борай районындағы аҫаба башҡорттар ауылы Иҫке Бикмәттән 12 йәш ғаилә күсенеп килгән”.

Шулай итеп, 1894 йылда төйәккә нигеҙ һалына. Халыҡ тиҙҙән һөрөнтө ер әҙерләп, арыш, бойҙай сәсә, мал-тыуар ишәйтә башлай. Аҙаҡ яҡташтарына башҡалар ҙа эйәргән тип фаразларға кәрәк. Ни өсөн тигәндә, ун йыл да үтмәҫтән, Солтанайҙың 70 йортонда 137 кешенең йәшәгәне тураһында мәғлүмәт бар.

1927 йылда ауылда башланғыс мәктәп асыла. I класҡа 28 уҡыусы ҡабул ителеп, уларға Дүртөйлө районының Арғымаҡ ауылынан килгән Әсхәт Усманов белем бирә башлай. Мәктәп 1951/52 уҡыу йылында – ете, бер аҙҙан һигеҙ йыллыҡҡа әүерелә. Аҙаҡ күрше Ҡалмыябаштағы мәғариф учреждениеһы киңәйтелгәс, Солтанайҙағы ғилем усағы башланғысҡа ҡалдырыла. Әле иһә ул да ябылған. ....д а у а м ы...


Ансар Нуретдинов мәҡәләләре...